Өлкән төркөмдә көҙ байрамы

Автор публикации:

Дата публикации:

Краткое описание: ...


(Музыка аҫтында балалар залға инәләр).

А.б: Бына шулай итеп йәмле йәй ҙә үтеп китте. Уның артынса көҙҙә килеп етте.

Алтын һибелгәндәй гүйә,

Һап-һары ерҙең өҫтө

Ағастарҙың да япрағы

Алтынға манған төҫлө

Һары япраҡтар ҡыштырлап

Һибеләләр туң ергә

Әйтегеһсе балалар

Был ҡайһы саҡ була? (Балаларҙың яуабы)


Шиғырҙар

А.б: әйҙәгеҙ көҙҙө маҡтап беҙҙә йыр йырлайыҡ.

Йыркөҙ килде


(шул ваҡытта залдың уртаһына тороп ҡарасҡы тора, балалар ултырғыстарға ултырышалар)

Ҡарасҡы балаларға ҡарай, һеперткеһе менән баларға яҡынлай.

Ҡарасҡы: Кыш, кыш! Нишләп шаулашаһығыҙ! Абау, ҡарғалар тиһәм, был кемдәр ул тағын! Һаумыһығыҙ!Әйтегеҙ әле, һеҙ бында нимә эшләп йөрөйһегеҙ? Ә? Нимә өндәшмәйһегеҙ?Әллә мине күргәс телдәрегеҙҙе йоттоғоҙ ме? Мин һеҙҙе һорайым? Мин бында эштә торам, государственная служба, вот! Баҡсаны ҡарайым, теләһә ниндәй шайтандарҙан. Бөтәһен күреп, ишетеп торам. Ә һеҙҙең бер ниндәй сәйәхәт, йәки экскурсия ме әллә? Һеҙ баҡсама теймәйегеҙ ме?(Ответы) Улайһа, һаубулығыҙ!(китә лә, туҡтай) Ә, мин исемемде әйтергә оноттом ҙа инде. Мин ҡарасҡы булам.


А.б: Һаумы, ҡарасҡы ағай. Һин беҙгә асыуланма инде, беҙ һинең баҡсаңа теймәйбеҙ, беҙҙең балалар бик аҡыллылар, һәҙер улар һинең тураһында шиғырҙар уҡып ишеттерәләр.

Ҡарасҡы: Йәгеҙ, йәгеҙ!


  1. Знатное, благородное

Пугало огородное

Верхом на лопате сидит,

За воронами в небе следит.


  1. С этим дядькой плохие шутки,

Говорят индюшки и утки.

Если Пугало хмурит брови

Страшновато даже корове.


Ҡарасҡы: Дөрөҫ. Мин булмаһам, ҡарғалар ҙа, һайыҫкандар ҙа, ҡуяндар ҙа минең баҡсамды ашап бөтөрөрҙәр ине. Минең баҡсамда нимә генә юҡ! (бармаҡтарҙы һанай) Ҡауын юҡ, банан юҡ, ҡарбуҙ юҡ, ананас та. юҡ. Улар булмаһала күп йәшелсәләр барниндәй икәнен әйтәйем ме? ә һеҙ үҙегеҙ әйтегеҙ, мин һеҙгә йомаҡ ҡуям.

Йомаҡтар

1. Олоһо ла, кесеһе лә эшләпә кейгән. Бәшмәк

2. Аяҡһыҙҡулһыҙ,үҙе мең ҡат кейенгән. Кәбеҫтә

3. Бабай ҡатҡат тун кейгән, сисендерһәңиларһың. Һуған

4 Ҡыҙарып беште, ергә төштө. Алма

5. Тәҙрәһе юҡ, ишеге юҡ, эсетулыхалыҡ. Ҡыяр

.6 үҙе йомроай түгел, төҫө һарымай түгел, ҡойроғо барсысҡан түгел. Шалҡан.

ҡарасҡы:Бөтәһен беләләр. Ә һеҙ беләгеҙ ме, балалар йәшелсәләр үҫһен өсөн нимә кәрәк? Дөрөҫ, һыу ҡойорға кәрәк, һәм ямғыр кәрәк. Мин ямғырҙы яратам, ҡурҡмайым ҙа унаң. Ул минең бик ҙур дуҫым.


А.б:Шулай, ҡарасҡы ағай, беҙҙең балалар ҙа ямғырҙан ҡурҡмайҙар, беҙ ул зонтик менән уйнарға яратабыҙ.


Игра зонтиками

ҡарасҡы: Афарин, ҡыҙҙар, бикматур бейенегеҙ. Ә минен һеҙҙең менән уйнап алғым килә.

«Уйын ҡарасҡы менән

Балалар, беҙ бында һеҙҙең менән күңел асабыҙ, ә тегендә алыҫалыҫта Көҙ һылыу Кащейҙың замогында илап ултыра. Балалар, ҡотҡарығыҙ Көҙһылыуҙы, зинһар өсөн. Бына һеҙгә йөмрө йомғаҡ, ул һеҙгә юл күрһәтәсәк (А.б бирә). Ипләпкенә барығыҙ, Кащейҙың замогын Мәскәй әбей ҡарай, ярай һеҙ тиҙерәк барығыҙ, ә миңә эшкә кәрәк, мин өҫтән ҡарап торормон һеҙҙе (китә).


А.б:Балалар, көҙһылыуҙы ҡотҡарыр кәрәк. әйҙәгеҙ бейей-бейей барайыҡ.Бәлким япраҡтар менән бейеп алһаҡ көҙ еткәнен һиҙеп мәскәй әбей көҙһылыуҙы ебәрер.


Япраҡтар бейеүе


(А.б: Афарин, балалар, хәҙер әйҙәгеҙ тиҙерәк бара һалайыҡ, көҙ һылыуҙы ҡотҡарайыҡ (йомғаҡты ишек янына ташлай, мәскәй әбей осоп килеп инә)

А.б: ә, бына кем миңә килә ята ҡыҙҙар! Малайҙар! Матурҙар, сибәрлеләр. Килегеҙ, килегеҙ, мин шул һәтлем асығып ултырам.

А.б: Мәскәй әбей, һин нимә беҙҙе ашарға булдың ме әллә?

Мәскәй әбей: ә мин нимә эшләргә тейешмен атыу. һеҙгә ҡарап, ауыҙымды асып торайым ме? һеҙ мине Яңы йылға саҡырманығыҙ, ҡыш бабай тураһында йырҙар йырланығыҙ, минең тураһында оноттоғоҙ. Мин һеҙгә бик көйәм. ҡарһылыу менән уйын уйнанығыҙ, ә хәҙер минең урманымда йөрөйһөгөҙ, йырҙар йырлашып. Китегеҙ бынан тиҙерәк.

А.б: Мәскәй әбей, асыуланма, беҙ һинең менән дә уйнарбыҙ, ашатырбыҙ ҙа.

Мәскәй әбей: ә нимә менән ашатаһығыҙ?

А.б: Беҙҙең балалар, ата - әсәйҙәре менән көп уңыштар йыйғандар, шуға беҙ һиңә йәшелсә ашатырға булдыҡ.

Уйын «Кем тиҙерәк йәшелсә йыя»

(Дети делятся на две команды, в центре стоит казанок, дети в больших калошах переносят в ложке по одной картошке, баба яга возле казаночка, мешает ложкой и ест)

Мәскәй әбей: Шул һәтлем тәмле йәшелсәләр, телде йоторлоҡ.

А.б: Улай булғас беҙҙең балаларыбыҙҙы ашамаҫһың инде.

Мәскәй әбей: Юҡ, юҡ, юҡ. Мин тик шуны ғына аңлай алмайым, һеҙ урманда нимә эшләп йөрөйһегеҙ?

А.б: Беҙ Көҙһылыуҙы ҡотҡарырға тип килә ятабыҙ, һин беҙгә Кащейҙың замогына юл көрһәтә алмаҫһың ме икәнҡ

Мәскәй әбей: Ярай, көрһәтәм дә, өткәрәм дә, тик миңә табығыҙ алһыу сәскәне. Шул сәскә яшертә тиҙәр. Уны алыр өсөн батырлыҡ кәрәк, бар ме һеҙҙә батырлыҡ?

Уйын «Аленький цветочек»


Дети перепрыгивают через лужи, берут один лепесток, приставляют к сердцевине цветка и бегут обратно. Так до конца, пока не соберется весь цветок.

А.б: Бына һиңә Алһыу сәскә, Мәскәй әбей.

Мәскәй әбей: Рәхмәт, балаҡайҙарым. һеҙ миңә бик оҡшанығыҙ. ҡотҡарайым мин һеҙҙең Көҙһылыуығыҙҙы. Бына һеҙгә ҙур энә, унда кащейҙың йөрәге, әгәр энәне һындырһалар, Кащейҙың замогы емерелә. Аңланыһыҙ меҡ Мин киткәс кенә, һындырығыҙ, ярай ме, ә мин өҫтән ҡарап торормон, Кащейҙың замогы нисек емерелгәнен (бирә лә, сығып китә)


А.б: Рәхмәт, Мәскәй әбей (энәне боҙалар, музыка аҫтында, Көҙһылыу килеп инә)

Көҙ: һаумыһығыҙ, ҡәҙерле, дуҫтарым. ҙур рәхмәт һеҙгә мине ҡотҡарыр өсөн. Мин бик шатмын һеҙҙе күргәс.

А.б: Көҙһылыу, беҙ ҙә бик шатбыҙ һине күреп. Беҙҙең балалар һине көтөп көткәндәр, шиғырҙар әҙерләнеләр.


Шиғырҙар

А.б: Балалар, әйҙәгеҙ көҙһылыуҙы ҡаршы алып йыр йырлап алайыҡ.


Йыр «Мин көҙҙәрҙе яратам »


А.б: Күңелле бөгөн залда,

Көҙ һылыу килгән безгә.

Ултырмайыҡ, баҫайыҡ,

Бейеп күңел асайыҡ!

«Күмәк парлы бейеү»

Көҙһылыу: Балалар, һеҙҙә шул һәтлем күңелле, шуның өсөн һеҙгә үҙемдең баҡсамдан тәмле күстәнәстәр алып килдем (бирә А.б)

А.б: Балалар, көҙһылыуға рәхмәт әйтәйек.

Көҙһылыу: Бына инде һушлашырға ла ваҡыт килеп етте. ҙур рәхмәт һеҙгә байрам өсөн, мине ҡаршы алғанығыҙ өсөн. һаубулығыҙ!

Балалар: һаубулығыҙ!

А.б: Күңелле бөгөн беҙҙә,

Көҙ байрамы булғанға.

Бейенек тә, йырланыҡ,

Уйнап, көлөп көңел астыҡ.

А.б: Бына инде беҙҙең байрам аҙағына ла килеп етте. әйҙәгеҙ төркөмгә барып көҙһылыуҙың күстәнәстәрен ауыҙ итәйек (музыка аҫтында балалар залдан сығалар).