Рабочая программа по башкирскому(государственному) языку 5 класс

Автор публикации:

Дата публикации:

Краткое описание: ...


Аңлатма яҙыу.



Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5-се класс өсөн башҡорт теленән эш программаһы.

Эш прогаммаһы 5а класта- 68 сәғәткә ,5б класта-69 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 2 сәғәт).

Төҙөүсеһе : Ғәйфуллина Резидә Рәшит ҡыҙы

Дәреслек: Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5-се класс уҡыусылары өсөн дәреслек.

Төҙөүселәре: Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ. – Өфө: Китап, 2014.

Программа кимәле : базис

Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты.

Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5- се класс уҡыусылары өсөн дәреслек.

Төҙөүселәре: Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ. – Өфө: Китап, 2014.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла.

Эш программаһы түбәндәге норматив –хоҡуҡ документтарына нигеҙләнеп төҙөлдө:

1.Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм Фән министрлығының №1089 бойороғо менән 5.03.2004 10.11.2011 йыл раҫланған Дәүләт белем биреү стандарттарының Федераль компоненты, Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм Фән министрлығының 10.11.2011 йыл №2643 31.01.2012 йыл № 69 бойороғо менән үҙгәртелгән.

2. Рәсәй Федерацияһының “Рәсәй Федерацияһында Мәғариф тураһында” Федераль законы 29.12.2012 №273-ФЗ.

3.Башҡортостан Республикаһының”Башҡортостан Республикаһының Мәғариф тураһында” законы 01.07.2013 №696-3

4.”Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында” законы 25 октябрь 1991 №1807-1 (24.07.98, 11.12.2002 йыл үҙгәртелгән)

5.”Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында” законы 15.02.1999йыл №216-3

6.Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы 31.12.2009 йыл №УП-730 һәм Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының 737 бойороғо менән 17.05.2010 й.раҫланған “ региональ базис белем биреү планына.

Эш программаһының структураһына 28.10.2015 йылда №08-1786 Рәсәй Федерацияһының Мәғариф һәм фән министрлығы тарафынан төп дөйөм белем биреү федераль дәүләт стандарттарына ярашлы предмет буйынса эш программаһын төҙөү структураһына үҙгәрешенә.

Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Йәрмәкәй урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhының 2016-2017 йылға « Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.

«БАШҠОРТ ТЕЛЕ» ПРЕДМЕТЫНЫҢ ӨЛӨШӨ

Башҡорт теле — башҡорт халҡының туған теле һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булып һанала.

Рус телле мәктәптәрҙә «Башҡорт теле» предмет булараҡ айырым урын биләй. «Башҡорт теле»н дәүләт теле булараҡ уҡытыу «Башҡорт теле» һәм «Әҙәбиәт» предметтарын берләштереп өйрәнеүгә ҡоролған.

5 класта башҡорт теле курсы балаларҙы һөйләшергә өйрәтеү маҡсатын тормошҡа ашыра.

Башҡорт телен уҡытыу маҡсаттары:

  1. башҡот теленә ҡарата һөйөү, мәҙәниәт күренеше булараҡ, уға ҡарата аңлы ҡараш тәрбиләү, башҡорт теленең төп аралашыу, кеше эшмәкәрлегенең төрлө сфераһынан белем алыу ҡоралы булыуын, йәмғиәттә ҡабул ителгән әхләҡ- этик нормаларҙы үҙләштереү сараһы булыуын аңлау, башҡорт теленең эстетик ҡиммәттәрен үҙләштереү.

  2. көндәлек тормошта һәм уҡыу эшмәкәрлегендә башҡорт теленең аралашыу сараһы булараҡ үҙләштереү; үҙ- ара аңлашыу һәм үҙ- ара фекер алышыуға һәләтлелекте үҫтереү; үҙ телмәреңде камиллаштырыу; мөһим төп уҡыу белемен һәм универсаль уҡыу хәрәкәттәре (эшмәкәрлектең маҡсаттарын аныҡ әйтә белеү, уны планлаштырыу, библиографик эҙләнеү үткәреү, төрлө типтағы лингвистик һүҙлектәрҙән һәм сығанаҡтарҙан киң мәғлүмәт саралары һәм Интернеттан тейешле мәғлүмәтте алыу һәм эшкәртеү һ. б.)

  3. тел системаһы төҙөлөшөн һәм уның хәрәкәттә булыу законлығын үҙләштереү, стилистик ресурстарҙы һәм төп әҙәби тел нормаларын күҙәтергә өйрәнеү; анализлау, сағыштырыу, классификациялау һәм тел факттарын баһалау һәләттәрен үҫтереү; яҙма һәм һөйләү телмәрен, телмәр эшмәкәрлеге төрҙәрен, аралашыуҙың төрлө ситуацияларында телде ҡулланыу ҡағиҙәләрен, телмәр этикет нормаларын, актив һәм потенциаль һүҙлек запасын байытыу; телмәрҙә грамматик сараларҙы ҡулланыу күләмен киңәйтеү; белемде, күнекмәне аралашыу процесында уҡыу эшмәкәрлегендә һәм көндәлек тормошта ҡулланыу һәләтлеген камиллаштырыу.


Уҡыу предметына дөйөм характеристика


Коммуникатив компетенция телмәр эшмәкәрлегенең төрҙәре, һөйләү һәм яҙма телмәр төрҙәрен үҙләштереүҙе иҫәптә тота, тел материалын һәм күнекмәләрҙе кәрәкле ситуацияларҙа ҡуллана алыуҙы талап итә. Коммуникатив компетенция аралашыуҙың маҡсатын билдәләй, телмәр ситуацияһын баһалай белеүҙе, аралашыусының коммуникация ысулдарын һәм ниәттәрен иҫәпкә алыуҙы,адекват стратегик аралашыуҙы һайлауҙы һәм үҙ телмәреңде аңлы рәүештә үҙгәртеүгә әҙер булыуҙы күҙ уңында тота.

Тел һәм лингвистик компетенция йәмғиәт күренеше булараҡ , тел траһында тейешле белемде үҙләштереү нигеҙендә уның төҙөлөшөн, үҫешен, хәрәкәттә булыуын формалаштырыуҙы аңлата; башҡорт әҙәби теленең төп нормаларын үҙләштереү; һүҙлек запасын һәм уҡыусы телмәренең грамматик төҙөлөшөн байытыу; фән булараҡ лингвистика тураһында тейешле белем, уның төп бүлектәренә кәрәкле булған тел күренешен һәм факттарын анализлау һәм баһалау мөмкинлеген формалаштырыу;төрлө төрҙәге лингвистик һүҙлектәр менән ҡуллана белеү.

Мәҙәни компетенция телдең мәҙәниәтен сағылдырыусы форма булараҡ аңлауҙы күҙ уңында тота, тел һәм халыҡ тарихының бәйләнештә булыуын, башҡот теленең мәҙәни үҙенсәлеген, башҡорт телмәр этикет нормаларын үҙләштереүҙе, халыҡ- ара аралашыу мәҙәниәтен үҙләштереү; милли мәҙәни компонентлы һүҙҙәр мәғәнәһен аңлатыуҙы белдерә.

Башҡорт теле курсының коммуникатив- эшмәкәрлек йүнәлешен көсәйтеү, уны белем алыуҙа метапредмет һөҙөмтләргә йүнәлтеү кешенең тышҡы мөхиткә тиҙ яраҡлашыу һәләтле һәм унда әүҙем эшмәкәрлекте дауам итеүгә һәләтле булараҡ, функциональ грамоталыҡты формалаштырыуҙың мөһим шарттары булып тора.

Функциональ грамоталыҡтың мөһим индикаторы- предмет- ара статус: коммуниктив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге (телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәре менән эш итеү, тиңдәштәре һәм оло кешеләр менән аралашыуҙы ҡороу; телдән һәм яҙма телмәрҙе адекват ҡабул итеү; ҡуйылған проблема буйынса үҙ ҡарашыңды теүәл, дөрөҫ, логик яҡтан төҙөк һәм тасуири әйтеп бирең, аралашыу процесында яҙма һәм һөйләү телмәре нормаларын һәм башҡорт телмәр этикетын һаҡлау); танып белеү универсаль эшмәкәрлеге (проблеманы аныҡлау, дөрөҫ аргументлай белеү, логик яҡтан дөрөҫ фекер йөрөтөү, иҫбатлай табыу, раҫлаусы йә кире ҡағыусы тезис килтереү;библиографик эҙләнеүҙе тормошҡа ашырыу, төрлө сығанаҡтарҙан кәрәкле мәғлүмәтте алыу, төп һәм өҫтәмә мәғлүмәтте билдәләү, уҡыу маҡсатын асыҡлау, аралшыу маҡсатынан сығып уҡыу төрөн һайлау; компьютер сараларын ҡулланыу һ. б.); регулятив универсаль уҡыу хәрәкәте (эшмәкәрлек маҡсатын ҡуя һәм аныҡ әйтә белеү;эшмәкәрлекте эҙмә- эҙлекте планлаштыра һәм кәрәк саҡта үҙгәртә белеү; үҙ контроль, үҙ баһалау һ.б. тормошҡа ашарыу.)

Функциональ грамоталыҡты формалаштырыу, уҡыусыларҙың телмәр эшмәкәрлеген камиллаштырыу башҡорт теленең төҙөлөшө һәм аралашыуҙың төрлө шарттарында уны ҡулланыу үҙенсәлектәренән белеү нигеҙендә төҙөлә. Уҡыу процесы телде анализлау күнекмәләрен формалаштырыуға ғына йүнәлдерелгән булырға тейеш түгел, ә шулай уҡ телмәр мәҙәниәтен тәрбиәләү, тормошта мөһим күнекмәләрҙе формалаштырыу, төрлө уҡыу төрҙәрен ҡулланыу, тексты мәғлүмәти эшкәртеү, мәғлүмәтте төрлө формала үҙләү, телмәр ситуацияһына, әҙәби тел нормаларына һәм аралашыуҙың этик нормаларына яраҡлы төрлө ысулдарын файҙаланыу. Шулай итеп, төп дөйөм белем биреү мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыу баланың дөйөм мәҙәни кимәлен үҫтерергә, артабан уҡыуын төрлө белем биреү учрежденияларында дауам итә алырлыҡ кимәлдә булырға тейеш.

  1. Уҡыу предметын үҙләштереүҙең шәхсән, метапредмет, предмет өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре.


Шәхсән һөҙөмтәләр:

  1. башҡорт телен башҡорт халҡының төп милли-мәҙәни ҡиммәте булараҡ аңлау, интеллектуаль, ижади һәләтлектәрен һәм шәхестең мораль- этик сифаттарын үҫтереүҙә телдең ролен, уның мәктәптә белем алыу процесындағы әһәмиәтен билдәләү;

  2. башҡорт теленең эстетик ҡиммәтен аңлау; телгә ҡарата ихтирам , уның менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү; милли мәҙәни сағылыш булараҡ, башҡорт теленең таҙалығын һаҡлау тураһында хәстәрлек күреү; телмәр үҙ камиллаштырыуға ынтылыу;

3) аралашыу процесында кәрәкле һүҙлек запасына эйә булыу һэм фекереңде иркен еткереү өсөн тейешле грамматик сараларҙы үҙләштереү; үҙ телмәреңде күҙәтеү һәм уны баһалау күнекмәһен булдырыу.

Башҡорт (дәүләт) теле программаһын үҙләштереүҙең,

Метапредмет һөҙөмтәләре булып:

1) телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрен үҙләштереү:

аудирование һәм уҡыу:

  • телдән hәм яҙма хәбәр иткән мәғлүмәтте (коммуникатив йүнәлеш, текст темаһы, төп фекер; төп һәм өҫтәмә мәғлүмәт) адекват -ҡабул итеү;

  • төрлөсә уҡыу күнекмәләрен булдырыу (эҙләнеү, ҡарап сығыу, танышыу, өйрәнеү), төрлө стилдәге, жанрҙағы текстарҙы үҙләштереү;

  • төрлө стилдәге һәм жанрҙағы тексты ишетеп, адекват ҡабул итеү; төрлө төрҙәге аудирование менән эш итеү (һайлап алыу, танышыу);

  • төрлө сығанаҡтарҙан мәғлүмәтге һайлап алыу һәләтлеге (матбуғат саралары, уҡыу өсөн тәғәйенләнгән компакт-дискылар, Интернет ресурстары); төрлө типтағы һүҙлектәр менән иркен -ҡулланыу, белешмә өсөн әҙәбиәт, шулай ук электрон ҡулланмаларҙан һайлап алыу күнекмәләрен булдырыу;

  • һайлап алыу алымдары менән эш итә белеү һәм тәғәйен темаға материалды системаға килтереү; уҡыу йә аудирование һөҙөмтәһендә алынған мәғлүмәтте үҙ аллы эҙләй алыу күнекмәләренә эйә булыу; мәғлүмәтте ҡайтанан эшләй алыу, еткерә белеү;

  • стилистик үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып, йөкмәткенән һәм ҡулланылған тел сараларынан сығып, фекерҙе сағыштыра алыу;

һөйләү hәм яҙыу:

  • алдағы уҡыу эшмәкәрлегенең, (индивидуаль һәм коллектив) маҡсатын билдәләү һәләтлелеге, хәрәкәттең эҙмә-эҙлелеге, өлгәшелгән һөҙөмтәләрҙе баһалау һәм уларҙы телдән һәм яҙма формала адекват аныҡ итеп әйтеү;

  • тыңланған йә уҡылған тексты тәҡдим ителгән кимәлдә (план. һөйләү, конспект, аннотация) һөйләй алыу;

  • төрлө стилдә һәм жанрҙа, адресланыуға ҡарап һәм аралашыу ситуацияһына ҡарап телдән һәм яҙма текст төҙөй алыу;

  • телдән һәм яҙма формала үҙ фекереңде иркен еткерә белеү, тексты логик яҡтан эҙмә-эҙлекле төҙөү талаптарын һаҡлау;

  • төрлө төрҙәге монологты (хәбәрләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү; төрлө төрҙәге монологтарҙың, берләшеүе) һәм диалог (этикеты һүҙ эсенә алған, диалог-һорашыу, диалог-аралашыуға өндәү, диалог-фекер алышыу һ.б; төрлө төрҙәге диалогтың, берләшеүен) үҙләштереү;

  • ғәмәлдә төрлө телмәрҙәге аралшыуҙың орфоэпик, лексик, грамматик, хәҙерге башҡорт әҙәби теленең стилистик нормаларын һәм яҙма телдә төп орфографик һәм пунктуацион ҡағиҙәләрҙе һаҡлау;

  • телмәр этикет нормаларын һаҡлап, аралаша алыу, телмәр аралашыу процесында ым-ишара, мимиканы урынлы -ҡулланыу;

  • уҡыу процесында һәм көндәлек аралашыуҙа үҙ телмәреңде контролдә тота алыу; йөкмәткенән, һүҙҙәрҙе урынлы ҡулланыуҙан сығып, үҙ телмәреңде баһалай белеү: грамматик һәм телмәр хаталарын таба һәм уларҙы төҙәтә алыу; уҙ тексыңды камиллаштыра белеү;

  • үҙ тиңдәштәрең аудиторияһындаҙур булмаған доклад, реферат менән сығыш яhay; бәхәстә, төрлө аргументтар ҡулланып, көнүҙәк проблемалар буйынса сығыштарҙа ҡатнашыу;

  • алынған белем һәм күнекмәләрҙе көндәлек тормошта ҡуллана белеү; туған телде башҡа фәндәргә белем алыу сығанағы булараҡ файҙаланыу; тел күренештәрен анализлау буйынса алған белем һәм күнекмәләрҙе предмет-ара (сит тел, әҙәбиәт һ.б. дәрестәрҙә) ҡулланыу;

  • аралашыу процесында тирә-яҡтағы кешеләр менән коммуникатив маҡсатлы бәйләнештә, ниндәйҙер эш төрөн бергә эшләү, бәхәстә, күтәрелгән көнүҙәк темаларҙа фекер алышыуҙа ҡатнашыу; шәхестәр менән мәҙәни аралашыу барышындағы төрлө ситуацияларҙа телмәр этикетының милли- мәҙәни нормаларын үҙләштереү.


Предмет һөҙөмтәләре:

  1. телдең төп функциялары тураһында, башҡорт теленән башҡорт халҡының милли теле, Башкортостан Республикаһының дәүләт теле булыуы тураһында, тел менән халыҡ мәҙәниәттең бәйләнештәре тураһында, кеше һәм йәмғиәт тормошондағы роле тураһында ҡараш булдырыу;

  2. гуманитар фәндәр системаһында телдең урынын һәм мәғарифта тулыһынса уның ролен аңлау;

  3. тел һәм телмәр, телмәр аралашыуы, һөйләү һәм яҙма телмәр, монолог, диалог һәм уларҙың төрҙәре; аралашыу ситуациялары, фәнни, публицистик, рәсми-эшлекле стилдәр, матур әҙәбиәт теле; фукциональ- мәғәнәүи телмәр төрҙәре (хикәйәләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү); текст, текст төрҙәре; телдең төп берәмектәре, уларҙың билдәләре һәм телмәрҙә ҡулланыу үҙенсәлектәрен үҙләштереү;

  4. башҡорт теленең лексиксикаһы һәм фразеологияһының төп стилистик ресурстарын, башҡорт әҙәби теленең тел нормаларын, һөйләү этикет нормаларын үҙләштереү;

  5. телдең төп берәмектәрен, грамматик категорияларын анализлау һәм таныу, тел берәмектәрен аралашыу шарттарына ярашлы ҡулланыу;

  6. һүҙгә төрлө анализ төрҙәрен (фонетик, морфематик, һүҙьяһалыш, лексик, морфологик), төп билдә һәм структура күҙлегенән сығып, күп аспектлы анализ яһау;

  7. тел- һүртләү саралары һәм уларҙы телмәрендә ҡулланыу

  8. телдең эстетик функцияһын таныу, тексты анализлағанда телмәрҙең эстетик кимәлен баһалау.



II. Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе.

Һаумы, мәктәп! (8 сәғәт)

Был тема (1 сентябрь – Белем көнө.Мәктәп, уҡыу, белем алыу, тел өйрәнеү) башлыса “Көҙ” темаһы менән бергә үрелеп бара. Бер үк ваҡытта, уҡыусыларҙың йәйге каникулды нисек үткәреүе тураһында әңгәмә үткәреү, фекер алышыуҙар ойошторола. Был темаларға ҡағылышлы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр иҫкә төшөрөлә, һүҙлек запасын байытыу йәһәтенән яңылары үҙләштерелә.Башҡорт теленең өн-хәрефтәре, ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар. Исем. Исемдәрҙең һан менән үҙгәреше. Һөйләмдә һүҙ тәртибе. Сифат.

Үҙем тураһында (11 сәғәт)

Был теманы үҙләштереү барышында уҡыусы үҙе тураһында,үҙенең ғаилә ағзалары, яҡындары тураһында һөйләргә өйрәнергә тейеш. Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше. Алмаш. Зат алмаштары. Зат алмаштарының килеш менән үҙгәреше. к-г,ҡ-ғ тартынҡыларының сиратлашыуы.

Йыл миҙгелдәре (9 сәғәт)

Йыл миҙгелдәре, һәр йыл миҙгеленә хас үҙенсәлектәр менән танышыу. Йыл миҙгелдәрен, һәр миҙгелгә ҡараған ай исемдәрен дөрөҫ әйтә һәм телмәрҙә ҡуллана белеү. Һорау алмаштары.Күрһәтеү алмаштары. Күрһәтеү алмаштарының килеш менән үҙгәреше. Билдәһеҙлек алмаштары. Билдәләү алмаштары.

Башҡортостанды беләһеңме? (8 сәғәт)

Уҡыусыларҙы үҙҙәре йәшәгән республиканың үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге менән таныштырыу. Уҡыусы аңына үҙе йәшәгән ерҙең – Башҡортостандың тарихы, уның байлығы, күренекле шәхестәре һ.б. хаҡында бер бөтөн тыуҙырыу һәм ул турала һөйләй белеүҙәренә өлгәшеү. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр. Юҡлыҡ алмаштары.

Кеше. Тән ағзалары.шәхси гигиена. (4 сәғәт)

Был тема кешенең тән ағзалары, эске органдарының атамаларын белеү менән бергә шәхси гигиена, көн тәртибе, һаулығы менән берлектә алып барыла. Кешегә һау-сәләмәт булыу өсөн нимә эшләргә кәрәклеге тураһында әңгәмәләр үткәреү, әҫәрҙәр уҡыу. Башҡорт телендә эйәлек төшөнсәһе. Ҡылым.

Яңы йыл менән. (5 сәғәт)

Яңы йыл темаһы ҡыш темаһы менән берлектә алып барыла. Ҡыш миҙгеленең үҙенсәлектәрен билдәләү, Яңы йыл менән туғандарҙы, яҡын кешеләрҙе ҡотларға өйрәтеү, һәр байрамдың үҙенә генә хас күренештәре тураһында һөйләтеү. Ҡылымдың зат һәм һан менән үҙгәреше.

Аҙыҡ-түлек.Кейем-һалым. Өй . Магазин. (4 сәғәт)

Аҙыҡ-түлек, кейем-һалым атамаларын өйрәнеү, һатып алыу этикеты менән таныштырыу, һөйләшергә, аралашырға өйрәтеү. Синоним.

8 март – Ҡатын-ҡыҙҙар көнө. (4 сәғәт)

Әсәй тураһында шиғыр, хикәйәләр уҡыу. Әсәйҙең донъяла иң ҡаҙерле кеше икәнен, уны ихтирам итергә, яратырға, ҡаҙерләргә кәрәклекте аңлатыу. Был тема ғаилә темаһы менән берлектә бара, шуның өсөн алдағы кластарҙа үтелгән ғаилә темаһы ҡабатлана. Ҡотлау открыткалары яҙырға, ҡотлау һүҙҙәрен әйтә белергә өйрәтеү. Антоним.

Яҙ етте. ( 6 сәғәт)

Яҙ билдәләрен күрә һәм яҙ миҙгеленең үҙенсәлектәрен әйтә белергә өйрәтеү. 1 май, 9 май байрамдары, дуҫлыҡ тураһында һөйләшеү. Омоним.

Яҙғы эштәр.(5 сәғәт)

Яҙғы эштәр, яҙғы баҡса эштәре,баҫыу эштәре тураһында һөйләшеү. Һан. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Йәйҙе ҡаршылайбыҙ. (5 сәғәт)

Башҡорт халҡының, Башҡортостанда йәшәүсе башҡа халыҡтарҙың йәйге тәбиәғәт менән бәйле ғөрөф-ғәҙәттәре һәм матур йолалары тураһында һүҙ алып барыла. Уҡыусыларға уларҙың кеше тормошондағы әһәмиәте, мәғәнәләрен, уларҙы тергеҙеү кәрәклеген еткереү. Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.



V класс уҡыусыларының белем кимәленә талаптар.

1.Уҡытыусы уҡыған йәки һөйләгән, үҙең уҡыған тексты аңлай алыу; 3-6 һөйләмдән торған диалогты аңлау, уны дауам итә белеү;

2. Уҡыған әҫәр, картина, экскурсия, ҡараған диафильм буйынса әңгәмәлә ҡатнашыу;

- предметны, күренеште элементар рәүештә һүрәтләү, уға үҙ мөнәсәбәтеңде булдырыу;

- хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәрҙе, поэтик әҫәрҙәрҙе дөрөҫ интонация менән һөйләү;

- 5 – 7 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү;

- тиҙәйткестәрҙе, һынамыштарҙы шыма итеп әйтә белеү.

3.Тексты шыма, аңлы, тасуири уҡыу;

-текстың өлөштәренә, иллюстрацияларына исем биреү;

-текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табыу, мәғәнәләрен аңлатыу, һүҙлектәр менән эш итеү;

-хикәйә, әкиәт, мәҡәл, йомаҡ жанрҙарын айыра белеү.

4. Ҙур булмаған һөйләмдәрҙе күсереп һәм яттан яҙыу;

- текст буйынса һорауҙарға яуап яҙыу;

- 6-10 һөйләмдән торған текстың йөкмәткеһен яҙыу;

-бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү;

-өйрәтеү характерындағы изложение, иншалар яҙыу.




Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау



Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

  • башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

  • тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

  • дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;

  • һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;

  • тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.

Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.

Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:

Яҙма эштәрҙең төрҙәре:

Диктант-5

Изложение-3

Инша-3


V- IX класс уҡыусыларының башҡорт теле буйынса белемдәрен баһалау нормалары

Телдән биргән яуаптарҙы билдәләү нормалары

үтелгәндәрҙе ҡабатлау, уҡыусыларҙан яуап алыу, уларҙың башҡорт теле буйынса белемдәрен, белеүҙәрен һәм күнекмәләрен тикшереү, иҫәпкә алыу, шуның менән бергә, алған белемдәргә таянып, тел берәмектәренә, күренештәренә аңлатма бирергә өйрәтеү алымдарының береһе иҫәпләнә. Уҡыусының яуабын баһалағанда,түбәндәге критерийҙар менән эш ителергә тейеш:

  1. яуаптың тулы һәм дөрөҫ булыуы;

  2. үтелгәнде аңлы үҙләштереү,аңлау кимәле;

  3. яуаптың телмәр тө6өлөшө, әҙәби тел нормаларына ярашлы булыуы.

Уҡыусының телдән биргән яуабы үтелгән материалдың уҡытыусы тәҡдим иткән өлөшөнә логик эҙмә-эҙлекле аңлатманы эсенә алған бәйләнешле телмәр булырға,яуап биреүсе баланың өйрәнелгән ҡағиҙәләргә,билдәләмәләргә таянып эш итә белеүен күрһәтергә тейеш. әгәр уҡыусы:

  1. тәҡдим ителгән теманы тулы аңлатһа,тел төшөнсәләренә дөрөҫ билдәләмә бирһә;

  2. үтелгән материалды тулы аңлауын,белемдәрен практик ҡуллана белеүен күрһәтһә;

  3. материалды эҙмә-эҙлекле һәм әҙәби тел нормаларына ярашлы аңлатһа, уның яуабы «5» билдәһе менән баһалана.

әгәр уҡыусы «5» билдәһен ҡуйыу талаптарына ярашлы яуап бирһәәкин һирәк яҙыла торған хаталар ебәреп тә уҡытыусы иҫкәртеүенән һуң уларҙы төҙәтеп барһа,телендә,телмәр төҙөлөшөндә һирәк-һаяҡ яңылышлыҡтар китһә,уның яуабы «4» билдәһе менән баһалана. әгәр уҡыусы тәҡдим ителгән темаға ҡараған төп төшөнсәләрҙе аңлауын һәм белеүен күрһәтһә, ләкин

  1. материалды тулы аңлата алмаһа,төшөнсәләрҙең һәм ҡағиҙәләрҙең билдәләмәһендә хаталар ебәрһә;

  2. әйткән фекерҙәрен тулы һәм иҫбатлауҙы нигеҙләй белмәһә, үҙ миҫалдарын килтерә алмаһа;

  3. яуабында эҙмә-эҙлелек һаҡланмаһа,телмәр төҙөлөшөндә хаталар булһа,уның яуабы «3» билдәһе менән баһалана.

әгәр уҡыусы һоралған материалдың күберәк өлөшөн белмәүен,билдәләмәләрҙе һәм ҡағиҙәләрҙе әйткәндә уларҙың төп фекерен боҙоуға килтерә торған хаталар ебәрһә, материалды икеләнеүҙәр менән системаһыҙ аңлатһа, уның яуабы «2» билдәһе менән баһалана. Диктанттарҙы баһалау

Контроль диктантты тикшергәндә, түбәндәге хаталар төҙәтелә, ләкин баһалағанда иҫәпкә алынмай:

1) мәктәп программаһына индерелмәгән ҡағиҙәгә яҙылыштар;

2) әле үтелмәгән ҡағиҙәгә яһалған хаталар;

3) автор ҡуйған ҡатмарлы пунктуацияға хаталар;

4) механик рәүештө бер хәреф урынына икенсеһен яҙыу (мәҫәлән: ата урынына аша).

Диктантҡа билдә ҡуйғанда шулай уҡ хаталарҙың характерына иғтибар итергә кәрәк. Хаталарҙы иҫәпләгәндә тупаҫ булмағандары, йәғни грамоталылыҡты билдәләү өсөн әһәмиәте юҡтары, айырым билдәләнә. Бындай хаталарҙың икеһе берәүгә иҫәпләнә.

Түбәндәге хаталар тупаҫ булмаған хаталарға инә:

1) ҡағиҙәләрҙең иҫкәрмәләренә ҡараған хаталар;

2) бәйләү юлы менән яһалған ҡушма яңғыҙлыҡ атамаларҙа ҙур хәрефтең яҙылышына хаталар;

3) бер тыныш билдәһе урынына икенсеһен ҡуйыу;

4) үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең ялғауҙары яҙылышына хаталар.

Диктант бер генә билдә менән баһалана.

«5» билдәһе хатаһыҙ йә иһә аҙ булмаған орфографик йәки пунктуацион хата ебәрелгән эшкә ҡуйыла.

«4» билдәһе 2 орфографик һәм 2 пунктуацион, йәки 1 орфографик һәм 3 пунктуацион (2/2 йәки 1/3) хатаһы булған диктанҡа ҡуйыла.

«3» билдәһе 4/4, йәки 3/5 хаталы эшкә ҡуйыла, әгәр эштә өс бер типтағы хата ебәрелһә, 6/6 хаталы эшкә лә «3» билдәһен ҡуйып була.

һаналғандарҙан күберәк хаталар ебәрелгән эшкә ыңғай баһалана алмай.

Инша һәм изложениеларҙы баһалау.

«5» билдәһе эштең йөкмәткеһе темаға тулыһынса тап килә. 2. Фактик хаталар юҡ. 3. Йөкмәтке эҙмә-эҙлекле яҙылған. 4. Эштең һүҙлеге бай, һүҙҙәр урынлы ҡулланыла, морфологик категориялар һәм синтаксик конструкциялар күп төрлө. 5. Стиль һәм мәғәнәүи яҡтан текст камил. Эштең йөкмәткеһе һәм телмәре буйынса берәр хата булыуы мөмкин. Грамоталылыҡ: 1 орфографик йәки 1 грамматик хата булыуы мөмкин.

«4» билдәһе эштең йөкмәткеһе, нигеҙҙә, темаға тап килә (бер ни тиклем ситкә тайпылыштар булыуы мөмкин). 2. Йөкмәтке дөрөҫ, ләкин ҡайһы бер фактик хаталар бар. 3. Фекер ебендә бер ни тиклем эҙмә-эҙлеклелек боҙолған. 4. Телмәрҙең лексик һәм грамматик төҙөлөшө, дөйөм алғанда, шаҡтай төрлө. 5. Эштең стиле ярайһы уҡ төҙөк һәм мәғәнәле. Эш йөкмәткеһендә 2 һәм телмәрендә 3 кәмселек булыуы мөмкин. Грамоталылыҡ: 2 орфографик һәм 2 пунктуацион йәки 1 орфографик һәм 3 пунктуацион йәки 4 пунктуацион, шулай уҡ 2 грамматик хата булыуы мөмкин.

«3» билдәһе эш теманан байтаҡ ҡына ситкә тайпылған. 2. Эштең йөкмәткеһе, нигеҙҙә, дөрөҫ, ләкин фактик хаталар бар. 3. Эҙмә-эҙлелек тулыһынса һаҡланмай. Телмәр байлығы түбән, синтаксик конструкциялар бер төрлө, һүҙҙәрҙең ҡулланылышында хаталар бар. 5. Эштең стиле бик үк төҙөк, телмәре тасуири түгел. Эш йөкмәткеһе яғынан 4 һәм телмәре буйынса 5 хата булыуы мөмкин. Грамоталылыҡ: 4 орфографик һәм 4 пунктуацион, йәки 3 орфографик һәм 5 пунктуацион, йәки 7 пунктуацион, шулай 4 грамматик хата булыуы мөмкин.

«2» билдәһе эш теманы асмай. 2. Бик күп фактик хаталар ебәрелгән. 3. Эштең бөтә өлөштәрендә лә фекерҙең эҙмә-эҙлелеге боҙолған, бәйләнеш юҡ, эш планға тура килмәй. 4. Эштең һүҙлеге бик ярлы. Ул бер типтағы ҡыҫҡа һөйләмдәр менән яҙылған, һөйләмдәр араһында бәйләнеш бик йомшаҡ, һүҙҙәрҙе ҡулланыуҙа хаталар бик күп. 5. Текстың стиль берҙәмлеге боҙолған. Дөйөм алғанда эштең йөкмәткеһендә – 8, телмәрендә 7 хата ебәрелгән. Грамоталылыҡ: 7/7, 6/8, 5/9, 8/8 нисбәтендәге орфографик һәм пунктуацион, шулай уҡ 7 грамматик хата булыуы мөмкин.



Уҡыу тиҙлеген тикшереү

Башланғыс кластарҙан алып, һәр бала билдәле бер кимәлдә, тиҙлектә шыма итеп уҡый белергә лә бурыслы. Ғөмүмән, етеҙ, дөрөҫ, тасуири уҡыу, уҡырға өйрәтеү әҙәбиәт дәрестәренең тәүге мөһим талаптарының береһе. Уны, йәғни уҡыу тиҙлеген, 1 бала минутына күпме һүҙ укыуына ҡарап билдәләйҙәр. Һәр сирек һайын бер тапҡыр уҡыу тиҙлеге тикшерелә. Баһалар класс журналына ҡуйыла.



Баһалар


Баһалар

кластар

«5»

«4»

«3»

«2»

V

100

90

80

80-дән кәмерәк

VI

110

100

90

90-дан кәмерәк

VII

120

110

100

100-ҙән кәмерәк

VIII

130

120

110

110-дан кәмерәк

IX

140

130

120

120-нән кәмерәк
























III. Календарь-тематик планлаштырыу.

Дәрестең темаһы


Сәғәт һаны

Дата

Контр. төрө


Төп

төшөнсәләр

Уҡыу ресурстары

(ЭУР)

УУЭ

(Коммуникатив

регулятив, танып-белеү, шәхси)

план.

үтк.

1

Белем көнө. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

1

2.09


Тасуири уҡыу

Уҡыу йылы

алфавит, китаптары, һүрәттәр


Коммуникатив: мәҙәниәтле аралашыу; регулятив: маҡсат ҡуйыу, планлаштырыу, уҡыу мәсьәләһен сисә белеү; танып-белеү: кәрәкле мәғлүмәт таба белеү, эҙләнеү эшен алып барыу;

шәхси: үҙеңде үҙең тәрбиәләй белеү.

2

Ғ.Рамазанов.”Йәшә,тыуған ерем!”Башҡорт теленеңөн-хәрефтәре.

1

5.09


Дөрөҫ өндәшеү

Дала,тантана, бәхет, сәйәхәт

һүрәттәр

3

Ф.Ғөбәйҙуллина “Рәйфә мәктәпкә бара”. Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар.

1

9.09


тасуири уҡыу

Тылсымлы,

елеү,бәпембә

Һүрәттәр, портрет, таблица

4

А.Игебаев. “Һау булығыҙ ,аҡҡоштар.”Исемдең күплек ялғауы.

1

16.09


Орфоэпик

күнегеүҙәр

Көньяҡ,ҡурсаулыҡ, ҡорал

презентация

5

Беҙҙең мәктәп. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.

1

19.09


Һорауҙарға яуаптар

Ватан, туған ил

дәреслек, гр. таблица

6

Беҙҙең мәктәп. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.

1

23.09


Тәржемә

Ауырыу, иген

Дид.материал,слайд

7

Изложение. Юлбарыҫ менән төлкө.

1

26.09


Дөрөҫ яҙыу

Шырлыҡ,төпкөл,йырын,йылғыр,һоҡланыу,ҡолап төшөү.

Йыйынтыҡ

8

Хаталар өҫтөндә эш. Дуҫтар.

Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.

1

30.09


өлгөлө уҡыу

Берҙәм, ғаилә

Презентация,һүрәттәр

9

Үҙем тураһында.Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше.

1

3.10


Бәйләнешле

һөйләү

Таныш, шуға, әлегә

гр.таблица

10

Минең мәктәбем.Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше.

1

14.10


Килештәрҙә төрләндереү

Йыйылыш,

ише,донъя

мәҡәлдәр, таблица

11

Алтын көҙ.Һүҙлек менән эш.

1

17.10


Текст тәр-

жемә итеү

Уҫаҡ, саған,

һөжүм

һүҙлектәр

12

Беҙҙең ғаилә.Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

1

21.10


Тасуири уҡыу

Сәңгелдәк, бәүетә, фатир

Электрон дәреслек

13

Беҙҙең ғаилә.Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

1

24.10


Проект эше

ҡунаҡ,төркөм,

слайдтар, гр.таблица дәреслек

14

Башҡортостан йылғалары.Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр.

1

28.10


Дөрөҫ яҙыу

Текст буйынса һүҙҙәр

өлгөлө текст

15

Минең көн режимым.Ҡылым.

1

31.10


Бәйләнешле текст төҙөү

Юл аша

Дәреслек,һүрәттәр

16

Й.Солтанов. “Башҡортостан флагы”.Сифат.

1

7.11


Дәүләт символдарын үҙләштереү

Ете суғы,елберләгән,балҡый.

Электрон дәреслек, таблица

17

Артурҙың бер көнө”.Зат алмаштары.

1

11.11


Бәйләнешле һөйләү

Һәр көн,урын йыйыу.

Презентация, схема

18

Минең шәжәрәм.Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

1

14.11


Бәйләнешле телмәр төҙөү

Алмаштар,шәжәрә.

Һөйләмдәр., алфавит

19

Контроль диктант. Көҙгө урман.

1

18.11


Дөрөҫ яҙыу.

Биҙәк,иҫә,ергә түшәлгән,иркәләй.

Диктанттар йыйынтығы.

Коммуникативмәҙәниәтле аралашыу; регулятив: маҡсат ҡуйыу, планлаш-

тырыу, уҡыу мәсьәләһен сисә белеү; танып-белеү: кәрәкле мәғлүмәт таба белеү, эҙләнеү эшен алып барыу;

шәхси: үҙеңде үҙең тәрбиәләй белеү.

20

Беҙ тәбиғәт менән бергә.Һорау алмаштары.

1

25.11


һығымта яһау

Мул һыулы,уңдырышлы,ялан аяҡ.

схема-өлгө,белешмә,

кроссворд

21

Ҡоштар беҙҙең дуҫтарыбыҙ.Күрһәтеү алмаштары.

1

28.11


Һөйләмдәр төҙөү


презентация

22

К.Тәңреҡолов.Дүрт ҡыҙ. Күрһәтеү алмаштары.

1

2.12


Дөрөҫ яҙыу

Бәхәсләшеү.сағыуыраҡ,йәйге һымаҡ.

Һүрәттәр,электрон дәреслек.

23

К.Ушинский. “Дүрт теләк.”Алмаштар темаһын нығытыу.

1

5.12


Һорауҙарға яуап,бәйләнешле һөйләү,ролләп уҡыу

Ҡуйын дәфтәре, яланғас ағастар,аяҙ,күк күкрәй

Презентация,һүрәттәр

24

Ф.Рәхимғолова. “Ҡайҙан белдең?”Билдәһеҙлек алмаштары.

1

9.12


Фекер алышыу

Күк боҙ өҫтөнән,бел дә тор.

Алмаштар таблицаһы,дәреслек.

25

Йыл миҙгелдәре.Нығынған һүҙбәйләнештәр.

1

12.12


Проект эше

Күләүек,наҙланып,гөрләүек,ҡар тишеп.

Йыл миҙгелдәре слайдтары

26

Л.Толстой. “Бабай менән һыу инәһе.Юҡлыҡ алмаштары.”

1

16.12


Йөкмәтке һөйләү

Һыу инәһе.,балта,бик йәлләй, ябай,тыйыуҙар,ялтыр әйбер.

Дәреслек.

27

С.Әлибаев. “Матур көн.”Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

1

19.12


Дөрөҫ интонац.тасуири уҡыу


Грамматик таблица

28

Контроль диктант. “Тәбиғәтте һаҡлайыҡ!”

1

23.12


Дөрөҫ яҙыу

Тирә-йүн,үкенескә ҡаршы.

йыйынтыҡ

29

Хаталар өҫтөндә эш.С.Әлибаев.Тыуған ерем

1

26.12



Тәңкә,толом,шәфәҡ,ата-баба,ғорур.

Дәреслек

30

В.Э.Меос“З.Исмәғилевтың тыуған яҡтары.Сермән”. Инша

1

30.12


Текст төҙөү,картина буйынса инша.

Томан күтәрелә,алыҫта,күкһелләнеп,йылға яры.

Өлгөлө инша, картина

31

Тыуған ерем –Башҡортостан.

Ҡушма исемдәр.

1

9.01


үҙ аллы эш

ҡушма,ҡыштыр

Дәреслек

32

Г.Ситдиҡова “Республикабыҙҙың тыуған көнө!”Ҡушма һан.

1

13.01


Текст буйынса һорауҙар төҙөү.

Бөтә донъя,улайһа.

Символдар, слайд

33

Ф.Ғөбәйҙуллина “Башҡортостан флагы.

1

16.01


Тасури уҡыу

План буйынса

Видеояҙма, дәреслек

34

С.Юлаев Уралым. Яңғыҙлыҡ исемдәр.

1

20.01


һөйл.һайлау

Улайһа,дәүләт

Дәреслек

35

Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы – Өфө. Үтелгәнде ҡабатлау.

1

23.01


проект

Нур, суйын, көмөш.

презентация

36

Диктант.Ҡурай моңо.

1

27.01


Дөрөҫ яҙыу

Тәьҫир,тирбәлеп.

йыйынтыҡ

37

Хаталар өҫтөндә эш. И.Ғүмәрова “Уңған ҡыҙ”

1

30.01


т.ағзаларының функ-һы

Етеҙ, иртә, уңған

Дәреслек,

38

Шәхси гигиена.

1

3.02


т.ағзаларыныңфунк-һы

Маңлай, шәхси

Дәреслек

39

Изложение. Әсә йыры.

1

6.02


Телмәр үҫтереү

Моғайын,тойған

йыйынтыҡ

40

Хаталар өҫтөндә эш. Шәхси гигиена буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

1

10.02


Диалог төҙөү


Дәреслек ,һүрәттәр

Коммуникатив: мәҙәниәтле аралашыу; регулятив: маҡсат ҡуйыу, планлаштырыу, уҡыу мәсьәләһен сисә белеү, танып-белеү кәрәкле мәғлүмәт таба белеү, эҙләнеү эшен алып барыу

41

Ф.Иҫәнғолов “Алдаҡсы йондоҙҙар”. Исемдең күплек ялғауы

1

13.02


Бер-береһенә һорауҙар биреү

Күмәкләшеп,нурланырға

Ф.Иҫәнғоловтың портреты,дәреслек

42

З.Биишева “Ауырыуҙан ҡотолдо” Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

1

17.02


Аңлы уҡыу,һөйләү

Ҡурҡыу,ауырыу,шәп,сынығыу.

дәреслек

43

М.Ғәли “Беҙҙең елка.” Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

1

20.02


Бер-береңде тикшереү

Йыйылдыҡ,бәхетле

дәреслек

44

Ҡышҡы уйындар картинаһы буйынса инша.

1

27.02


Һөйләшеү ҡороу

Тауҙан шыуа,ағастарға бәҫ ҡунған.

картина, дәреслек

45

Ҡышҡы уйындар картинаһы буйынса инша.

1

3.03


Текст төҙөү,дөрөҫ яҙыу

Тауҙан шыуып төшөү


46

Г.Ғәлиева.”Икмәк.Исемдең күплек ялғауы.

1

6.03


Тасуири уҡыу

Еҫтәре,ҡытырлатып,мөйөшөн,түҙәм

һүрәттәр, дәреслек

47

Ф.Туғыҙбаева. “Яңы күлдәк.”Синонимдар.

1

10.03


Ролләп уҡыу,һорауҙарға яуап биреү

Намыҫ,данлы,күркәм,бөйөк.

Дәреслек,синонимдар һүҙлеге

48

Икмәк үткән юл.Ҡылым темаһын нығытыу

1

13.03


Тасуири уҡыу

Өлгөрә,һуғалар,йөҙҙәрсә

таблица, слайд

49

Р.Шәкүр.Эшһөйәрҙәр иле.Синонимдар.

1

17.03


Синонимик рәт төҙөү

Эшһөйәр,ил,дан

таблица, слайд, синонимдар һүҙлеге

50

Ф.МөхәмәтйәновӘсәйем. Антонимдар.

1

20.03


Әңгәмәләшеү,телмәр үҫтереү

Һырлап сәскә төшөрә.маҡтарға.

Дәреслек, презентация

51

Ф.Туғыҙбаева “Тыуған көн.”Антонимдар.

1

24.03


Аңлы уҡыу, һөйләү

Халыҡ-ара, йоҡоһоҙ төн

һүрәттәр, видеояҙма, антонимдар һүҙлеге

52

Контроль диктант.”Көләс булһын әсәйҙәр!”

1

27.03


Дөрөҫ яҙыу

Әлбиттә,изге,көләс

йыйынтыҡ

53

Хаталар өҫтөндә эш.Ә.Ихсан.”Әсә рәхмәте”.Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

1

31.03


Антоним,синонимды айырыу

Өлгөрмәгәйнем,һуң ҡайттым,ҡапыл,тулҡынланыу.

Дәреслек,видеояҙма


54

Ә.Ихсан.”Яҙ”.Омонимдар.

1

3.04


Яҙ билдәлә

рен билдәләү

Яр,ирей, таша

омонимдар һүҙлеге, һүрәттәр

Коммуникативмәҙәниәтле аралашыу; регулятив: маҡсат ҡуйыу, планлаш-

тырыу, уҡыу мәсьәләһен сисә белеү; танып-белеү: кәрәкле мәғлүмәт таба белеү, эҙләнеү эшен алып барыу;

шәхси: үҙеңде үҙең тәрбиәләй белеү.

55

В.Осеева.”Әбей”.Омонимдар.

1

7.04


Проект эше

ҡамасаулай

презентация

56

Яҙ күренештәре.Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

1

14.04


һүрәтләү сара лары табыу

Талған, өмә, ғариза

Видеояҙма

57

Изложение “Әсәйем”

1

17.04


Дөрөҫ яҙыу


Дәреслек 152 бит

58

Хаталар өҫтөндә эш.Ф.Рәхимғолова. “Еңеү көнө”.Исем.

1

21.04


Яттан һөйләү

ҡәҙер-хөрмәт, һаҡлау,хәрби

Презентация, дәреслек

59

В.Исхаҡов.” Миҙал һәм малай”.Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

1

24.04


Аңлы уҡыу, һөйләү

Мәғлүмәт,

ҡомартҡы

Портрет, презентация, дәреслек

60

К.Ушинский.”Баҡсасы һәм уның улдары”. Алфавит.

1

28.04


Һүҙлектәр менән эш

Баҡсасылыҡ

ҡоралдар

Һүҙлектәр, таблица

61

С.Агиш “Суфия “. Исем.

1

5.05


Геройға характеристика

Ботаө,йылымыс,тирәк,ҡотҡар

Һүҙлектәр,дәреслек

62-

63

Р.Нурмөхәмәтов.”Эштән һуң”картинаһы буйынса инша

2

8.05

12.05


План төҙөү,текст языу

Түтәл,үҫенте,тупраҡ

Картина, портрет

64

Хаталар өҫтөндә эш.С.Әлибаев “Һаумы йәй!”.

1

15.05


Үҙ аллы эш

Ҡуҙғалаҡ,балтырған,йыуа,ризыҡ

Һүҙлектәр,дәреслек

65-66

Йәмле йәй айҙары..Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

2

19.05

22.05


Тасуири уҡыу

Йылғасыҡ,һәләк

Дәреслек, кроссворд

67

Контроль диктант «Муйыл»

1

26.05


Дөрөҫ яҙыу


Йыйынтыҡ


68

Хаталар өҫтөндә эш.Кластан тыш уҡыу.Йомғаҡлау.

1

29.05


Тасуири уҡыу


Дәреслек,Аманат-

Аҡбуҙат ж-ры

























III. Календарь-тематик планлаштырыу.

Дәрестең темаһы


Сәғәт һаны

Дата

Контр. төрө


Төп

төшөнсәләр

Уҡыу ресурстары

(ЭУР)

УУЭ

(Коммуникатив

регулятив, танып-белеү, шәхси)

план.

үтк.

1

Белем көнө. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

1

2.09


Тасуири уҡыу

Уҡыу йылы

алфавит, китаптары, һүрәттәр


Коммуникатив: мәҙәниәтле аралашыу; регулятив: маҡсат ҡуйыу, планлаштырыу, уҡыу мәсьәләһен сисә белеү; танып-белеү: кәрәкле мәғлүмәт таба белеү, эҙләнеү эшен алып барыу;

шәхси: үҙеңде үҙең тәрбиәләй белеү.

2

Ғ.Рамазанов.”Йәшә,тыуған ерем!”Башҡорт теленеңөн-хәрефтәре.

1

7.09


Дөрөҫ өндәшеү

Дала,тантана, бәхет, сәйәхәт

һүрәттәр

3

Ф.Ғөбәйҙуллина “Рәйфә мәктәпкә бара”. Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар.

1

9.09


тасуири уҡыу

Тылсымлы,

елеү,бәпембә

Һүрәттәр, портрет, таблица

4

А.Игебаев. “Һау булығыҙ ,аҡҡоштар.”Исемдең күплек ялғауы.

1

14.09


Орфоэпик

күнегеүҙәр

Көньяҡ,ҡурсаулыҡ, ҡорал

презентация

5

Беҙҙең мәктәп. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.

1

16.09


Һорауҙарға яуаптар

Ватан, туған ил

дәреслек, гр. таблица

6

Беҙҙең мәктәп. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.

1

21.09


Тәржемә

Ауырыу, иген

Дид.материал,слайд

7

Изложение. Юлбарыҫ менән төлкө.

1

23.09


Дөрөҫ яҙыу

Шырлыҡ,төпкөл,йырын,йылғыр,һоҡланыу,ҡолап төшөү.

Йыйынтыҡ

8

Хаталар өҫтөндә эш. Дуҫтар.

Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.

1

28.09


өлгөлө уҡыу

Берҙәм, ғаилә

Презентация,һүрәттәр

9

Үҙем тураһында.Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше.

1

30.09


Бәйләнешле

һөйләү

Таныш, шуға, әлегә

гр.таблица

10

Минең мәктәбем.Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше.

1

5.10


Килештәрҙә төрләндереү

Йыйылыш,

ише,донъя

мәҡәлдәр, таблица

11

Алтын көҙ.Һүҙлек менән эш.

1

12.10


Текст тәр-

жемә итеү

Уҫаҡ, саған,

һөжүм

һүҙлектәр

12

Беҙҙең ғаилә.Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

1

14.10


Тасуири уҡыу

Сәңгелдәк, бәүетә, фатир

Электрон дәреслек

13

Беҙҙең ғаилә.Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

1

19.10


Проект эше

ҡунаҡ,төркөм,

слайдтар, гр.таблица дәреслек

14

Башҡортостан йылғалары.Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр.

1

21.10


Дөрөҫ яҙыу

Текст буйынса һүҙҙәр

өлгөлө текст

15

Минең көн режимым.Ҡылым.

1

26.10


Бәйләнешле текст төҙөү

Юл аша

Дәреслек,һүрәттәр

16

Й.Солтанов. “Башҡортостан флагы”.Сифат.

1

28.10


Дәүләт символдарын үҙләштереү

Ете суғы,елберләгән,балҡый.

Электрон дәреслек, таблица

17

Артурҙың бер көнө”.Зат алмаштары.

1

2.11


Бәйләнешле һөйләү

Һәр көн,урын йыйыу.

Презентация, схема

18

Минең шәжәрәм.Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

1

9.11


Бәйләнешле телмәр төҙөү

Алмаштар,шәжәрә.

Һөйләмдәр., алфавит

19

Контроль диктант. Көҙгө урман.

1

11.11


Дөрөҫ яҙыу.

Биҙәк,иҫә,ергә түшәлгән,иркәләй.

Диктанттар йыйынтығы.

Коммуникативмәҙәниәтле аралашыу; регулятив: маҡсат ҡуйыу, планлаш-

тырыу, уҡыу мәсьәләһен сисә белеү; танып-белеү: кәрәкле мәғлүмәт таба белеү, эҙләнеү эшен алып барыу;

шәхси: үҙеңде үҙең тәрбиәләй белеү.

20

Беҙ тәбиғәт менән бергә.Һорау алмаштары.

1

16.11


һығымта яһау

Мул һыулы,уңдырышлы,ялан аяҡ.

схема-өлгө,белешмә,

кроссворд

21

Ҡоштар беҙҙең дуҫтарыбыҙ.Күрһәтеү алмаштары.

1

18.11


Һөйләмдәр төҙөү


презентация

22

К.Тәңреҡолов.Дүрт ҡыҙ. Күрһәтеү алмаштары.

1

25.11


Дөрөҫ яҙыу

Бәхәсләшеү.сағыуыраҡ,йәйге һымаҡ.

Һүрәттәр,электрон дәреслек.

23

К.Ушинский. “Дүрт теләк.”Алмаштар темаһын нығытыу.

1

30.11


Һорауҙарға яуап,бәйләнешле һөйләү,ролләп уҡыу

Ҡуйын дәфтәре, яланғас ағастар,аяҙ,күк күкрәй

Презентация,һүрәттәр

24

Ф.Рәхимғолова. “Ҡайҙан белдең?”Билдәһеҙлек алмаштары.

1

2.12


Фекер алышыу

Күк боҙ өҫтөнән,бел дә тор.

Алмаштар таблицаһы,дәреслек.

25

Йыл миҙгелдәре.Нығынған һүҙбәйләнештәр.

1

7.12


Проект эше

Күләүек,наҙланып,гөрләүек,ҡар тишеп.

Йыл миҙгелдәре слайдтары

26

Л.Толстой. “Бабай менән һыу инәһе.Юҡлыҡ алмаштары.”

1

9.12


Йөкмәтке һөйләү

Һыу инәһе.,балта,бик йәлләй, ябай,тыйыуҙар,ялтыр әйбер.

Дәреслек.

27

С.Әлибаев. “Матур көн.”Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

1

14.12


Дөрөҫ интонац.тасуири уҡыу


Грамматик таблица

28

Контроль диктант. “Тәбиғәтте һаҡлайыҡ!”

1

16.12


Дөрөҫ яҙыу

Тирә-йүн,үкенескә ҡаршы.

йыйынтыҡ

29

Хаталар өҫтөндә эш.С.Әлибаев.Тыуған ерем

1

21.12



Тәңкә,толом,шәфәҡ,ата-баба,ғорур.

Дәреслек

30

В.Э.Меос“З.Исмәғилевтың тыуған яҡтары.Сермән”. Инша

1

23.12


Текст төҙөү,картина буйынса инша.

Томан күтәрелә,алыҫта,күкһелләнеп,йылға яры.

Өлгөлө инша, картина

31

Тыуған ерем –Башҡортостан.

Ҡушма исемдәр.

1

28.12


үҙ аллы эш

ҡушма,ҡыштыр

Дәреслек

32

Г.Ситдиҡова “Республикабыҙҙың тыуған көнө!”Ҡушма һан.

1

30.12


Текст буйынса һорауҙар төҙөү.

Бөтә донъя,улайһа.

Символдар, слайд

33

Ф.Ғөбәйҙуллина “Башҡортостан флагы.

1

11.01


Тасури уҡыу

План буйынса

Видеояҙма, дәреслек

34

С.Юлаев Уралым. Яңғыҙлыҡ исемдәр.

1

13.01


һөйл.һайлау

Улайһа,дәүләт

Дәреслек

35

Башҡортостан Республикаһының баш ҡалаһы – Өфө. Үтелгәнде ҡабатлау.

1

18.01


проект

Нур, суйын, көмөш.

презентация

36

Диктант.Ҡурай моңо.

1

20.01


Дөрөҫ яҙыу

Тәьҫир,тирбәлеп.

йыйынтыҡ

37

Хаталар өҫтөндә эш. И.Ғүмәрова “Уңған ҡыҙ”

1

25.01


т.ағзаларының функ-һы

Етеҙ, иртә, уңған

Дәреслек,

38

Шәхси гигиена.

1

27.01


т.ағзаларыныңфунк-һы

Маңлай, шәхси

Дәреслек

39

Изложение. Әсә йыры.

1

1.02


Телмәр үҫтереү

Моғайын,тойған

йыйынтыҡ

40

Хаталар өҫтөндә эш. Шәхси гигиена буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

1

3.02


Диалог төҙөү


Дәреслек ,һүрәттәр

Коммуникатив: мәҙәниәтле аралашыу; регулятив: маҡсат ҡуйыу, планлаштырыу, уҡыу мәсьәләһен сисә белеү, танып-белеү кәрәкле мәғлүмәт таба белеү, эҙләнеү эшен алып барыу

41

Ф.Иҫәнғолов “Алдаҡсы йондоҙҙар”. Исемдең күплек ялғауы

1

8.02


Бер-береһенә һорауҙар биреү

Күмәкләшеп,нурланырға

Ф.Иҫәнғоловтың портреты,дәреслек

42

З.Биишева “Ауырыуҙан ҡотолдо” Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

1

10.02


Аңлы уҡыу,һөйләү

Ҡурҡыу,ауырыу,шәп,сынығыу.

дәреслек

43

М.Ғәли “Беҙҙең елка.” Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

1

15.02


Бер-береңде тикшереү

Йыйылдыҡ,бәхетле

дәреслек

44

Ҡышҡы уйындар картинаһы буйынса инша.

1

17.02


Һөйләшеү ҡороу

Тауҙан шыуа,ағастарға бәҫ ҡунған.

картина, дәреслек

45

Ҡышҡы уйындар картинаһы буйынса инша.

1

1.03


Текст төҙөү,дөрөҫ яҙыу

Тауҙан шыуып төшөү


46

Г.Ғәлиева.”Икмәк.Исемдең күплек ялғауы.

1

3.03


Тасуири уҡыу

Еҫтәре,ҡытырлатып,мөйөшөн,түҙәм

һүрәттәр, дәреслек

47

Ф.Туғыҙбаева. “Яңы күлдәк.”Синонимдар.

1

10.03


Ролләп уҡыу,һорауҙарға яуап биреү

Намыҫ,данлы,күркәм,бөйөк.

Дәреслек,синонимдар һүҙлеге

48

Икмәк үткән юл.Ҡылым темаһын нығытыу

1

15.03


Тасуири уҡыу

Өлгөрә,һуғалар,йөҙҙәрсә

таблица, слайд

49

Р.Шәкүр.Эшһөйәрҙәр иле.Синонимдар.

1

17.03


Синонимик рәт төҙөү

Эшһөйәр,ил,дан

таблица, слайд, синонимдар һүҙлеге

50

Ф.МөхәмәтйәновӘсәйем. Антонимдар.

1

22.03


Әңгәмәләшеү,телмәр үҫтереү

Һырлап сәскә төшөрә.маҡтарға.

Дәреслек, презентация

51

Ф.Туғыҙбаева “Тыуған көн.”Антонимдар.

1

24.03


Аңлы уҡыу, һөйләү

Халыҡ-ара, йоҡоһоҙ төн

һүрәттәр, видеояҙма, антонимдар һүҙлеге

52

Контроль диктант.”Көләс булһын әсәйҙәр!”

1

29.03


Дөрөҫ яҙыу

Әлбиттә,изге,көләс

йыйынтыҡ

53

Хаталар өҫтөндә эш.Ә.Ихсан.”Әсә рәхмәте”.Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

1

31.03


Антоним,синонимды айырыу

Өлгөрмәгәйнем,һуң ҡайттым,ҡапыл,тулҡынланыу.

Дәреслек,видеояҙма


54

Ә.Ихсан.”Яҙ”.Омонимдар.

1

5.04


Яҙ билдәлә

рен билдәләү

Яр,ирей, таша

омонимдар һүҙлеге, һүрәттәр

Коммуникативмәҙәниәтле аралашыу; регулятив: маҡсат ҡуйыу, планлаш-

тырыу, уҡыу мәсьәләһен сисә белеү; танып-белеү: кәрәкле мәғлүмәт таба белеү, эҙләнеү эшен алып барыу;

шәхси: үҙеңде үҙең тәрбиәләй белеү.

55

В.Осеева.”Әбей”.Омонимдар.

1

7.04


Проект эше

ҡамасаулай

презентация

56

Яҙ күренештәре.Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

1

14.04


һүрәтләү сара лары табыу

Талған, өмә, ғариза

Видеояҙма

57

Изложение “Әсәйем”

1

19.04


Дөрөҫ яҙыу


Дәреслек 152 бит

58

Хаталар өҫтөндә эш.Ф.Рәхимғолова. “Еңеү көнө”.Исем.

1

21.04


Яттан һөйләү

ҡәҙер-хөрмәт, һаҡлау,хәрби

Презентация, дәреслек

59

В.Исхаҡов.” Миҙал һәм малай”.Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

1

26.04


Аңлы уҡыу, һөйләү

Мәғлүмәт,

ҡомартҡы

Портрет, презентация, дәреслек

60

К.Ушинский.”Баҡсасы һәм уның улдары”. Алфавит.

1

28.04


Һүҙлектәр менән эш

Баҡсасылыҡ

ҡоралдар

Һүҙлектәр, таблица

61

С.Агиш “Суфия “. Исем.

1

3.05


Геройға характеристика

Ботаө,йылымыс,тирәк,ҡотҡар

Һүҙлектәр,дәреслек

62-

63

Р.Нурмөхәмәтов.”Эштән һуң”картинаһы буйынса инша

2

5.05

10.05


План төҙөү,текст языу

Түтәл,үҫенте,тупраҡ

Картина, портрет

64

Хаталар өҫтөндә эш.С.Әлибаев “Һаумы йәй!”.

1

12.05


Үҙ аллы эш

Ҡуҙғалаҡ,балтырған,йыуа,ризыҡ

Һүҙлектәр,дәреслек

65-66

Йәмле йәй айҙары..Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

2

17.05

19.05


Тасуири уҡыу

Йылғасыҡ,һәләк

Дәреслек, кроссворд

67

Контроль диктант «Муйыл»

1

24.05


Дөрөҫ яҙыу


Йыйынтыҡ


68

Хаталар өҫтөндә эш.Кластан тыш уҡыу.

1

26.05


Тасуири уҡыу


Дәреслек,Аманат,Аҡбуҙат ж-ры

69

Йомғаҡлау.

1

31.05









Уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар исемлеге.


  1. Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. Башҡорт телен дәүләт теле итеп өйрәнеүселәр өсөн. – Өфө: Китап, 2009. – 128 бит.

  2. Усманова М. Г. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа.

  3. Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө:Китап, 1996.

  4. Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап.- Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы. 2005.

  5. Әхмәтов М.Х. Омонимдар (аҙаш һүҙҙәр) һүҙлеге.- Өфө:Китап,2006.

  6. Ураҡсин З.Ғ.Башҡорт теленең фразиологик һүҙлеге. - Өфө“Китап”,Усманова М.Г., Саяхова Л.Г.,

  7. Хисаметдинова Ф.Г. , Сиразетдинов З.А. Русско - башкирский словарь - справочник названий населенных пунктов Республики Башкортостан.- Уфа: Китап, 2001.

  8. Усманова М.Г., Саяхова Л.Г., Киньягулова З.И. Башкирско-русский, русско-башкирский учебный словарь. Уфа-2006.

  9. Хисаметдинова Ф.Г., Р.З. Шакуров, З.А. Сиразетдинов, Ю.Х.Юлдашбаев. Русско-башкирский словарь водных объектов Республики Башкортостан. - Уфа: Китап,2005.

  10. Ф.Ф. Асадуллина,З.Г.Сахипова. Русско - башкирский учебный словарь. –Уфа: Китап.2003.

Материал - техник ҡулланмалар.

  • телевизор; видеомагнитофон, мультимедия проекторы, компьютер, электрон дәреслектәр, магнитофон, музыкаль уҙәк.

Әҙәбиәт исемлеге.

1. Башҡорт теле: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5 синыф уҡыусылары өсөн дәреслек. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. һ.б. – Өфө: Китап, 2014

  1. Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. – Өфө: Китап, 2009.

  2. Башҡортса – русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. – Өфө: Китап, 1994.

  3. Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларҙа hәм ҡағиҙәләрҙә. Әүбәкирова З.Ф.– Өфө, 2006.

  4. Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтғолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

  5. Журналдар: «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Аҡбуҙат», «Аманат».

  6. Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтғолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008. Интернет- ресурстар исемлеге

  1. Сайт, посвященный изучению башкирского языка -  [link] официальный информационный портал ЕГЭ.

















23