Творческая работа Киләсәккә ышанабыҙ

Автор публикации:

Дата публикации:

Краткое описание: ...


Муниципальное общеобразовательное бюджетное учреждение

средняя общеобразовательная школа№8

муниципального района Мелеузовский район Республики Башкортостан



Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районы муниципаль районының

8-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе

бюджет учреждениеһы



Ижади эштәр конкурсына

Киләсәккә өмөттәребеҙ яҡты!





Башҡарҙы: Ҡотлоғужина Айгизә,

11- се класс уҡыусыһы.

Етәксе: Рәхмәтуллина Г.Р,

башҡорт теле һәм әҙәбиәте

уҡытыусыһы



Мәләүез – 2015

Тыуған төбәк, тыуған ауыл, тыуған тәбиғәт, тыуған өй – ни тиклем күңелгә яҡын төшөнсәләр! Улар кеше аң белә башлағас күңелдең иң түренән урын алалар ҙа, башҡа бер ҡасан да күңелдән сыҡмайҙыр ул. “ Кеше Тыуған илендә генә бәхетле” йәки “ Эт ояһында, кеше Тыуған илендә көслө” тигән әйтемдәр бар. Минеңсә, был һүҙҙәр бик дөрөҫ әйтелгән һүҙҙәр. Сөнки беҙ тыуған тупраҡтан көс алып йәшәйбеҙ. Яныбыҙҙа атай-әсәйебеҙ, яҡындарыбыҙ, туғандарыбыҙ, дуҫтарыбыҙ. Тыуған еребеҙҙә тормош көтөүебеҙ менән беҙ үҙебеҙҙе бик бәхетле һанай алабыҙ.

Тик, Тыуған ерҙәрен бер генә тапҡыр булһа ла күрергә теләп зар интизар булып йәшәгән милләттәштәребеҙ ҙә булған бит.

Йүгереп кенә мендем тау башына

Гөрләп тә генә килә машина.

Һау-сәләмәт ҡайтһам Уралыма,

Тарих яҙыр инем ташына.

Сеүү! Ниндәй моң был?!

Был халҡыбыҙҙың иң моңло, йөрәккә үтеп инеп, күңел ҡылдарын берәм-берәм тибрәтә алырлыҡ йырҙарының береһе “Илсе Ғайса” бит! Әрнеү ҡатыш һағышлы кемдең ауазы һуң? Кемдең һағышлы күңеле хатта таштарына тарих яҙыр өсөн Урал тауҡайҙарына тартыла? Кем һуң башҡорт йырҙарын йәш түгеп йырлай-йырлай ҡайғыларын баҫырға, хәсрәт тулы күңел юшҡындарын йыуырға тырыша?

Сеүү! Был бит Зәки рухы! Тыуған ерен, тыуған халҡын, Башҡортостанын һағынып моңлана бөйөк шәхесебеҙҙең рухы!

Бөйөктәр быуатҡа бер тыуа, тигән һүҙ бар халыҡта. Хаҡ һүҙҙәр: милли батырыбыҙ Салауат Юлаев һәм бөйөк ғалимыбыҙ Әхмәтзәки Вәлиди Туған араһында быуаттан артығыраҡ ара ята. Уларҙың икеһе лә тыуған халҡының, тыуған еренең азатлығы өсөн көрөшө һәм ғүмеренең күп өлөшөн сит яҡтарҙа үткәрергә мәжбүр була.

Азатлыҡҡа, милли үҙаллылыҡҡа ынтылыу халыҡтың алҡымынан алһа, ойоштороусоларын үлем йәки тыуған илдәренән һөрөлөү янай. Күңелендә халҡы йәшәгән Вәлиди быларҙың бөтәһен дә яҡшы аңлай, шулай ҙа ул ғүмерен үҙ аллы республика төҙөүгә бағышлай. Әхмәтзәки Вәлиди Туған Октябрь революцияһы осоронда беренсе республика төҙөү эштәрен башлап ебәрә. Тик Коммунистар биргән тәғлимәт менән йәшәмәгән өсөн ҡулға алынырға тейеш булған Вәлиди Төркиәгә сығып китеп, шунда төпләнергә мәжбүр була.

Башҡортостанын һағынған саҡтарында ул Урал тауҙарына оҡшаған Болу тауҙарына барыр булған. Күңелдәре тулғансы ҡурайында уйнар булған. Уның күңеленән бер ваҡытта ла башҡорт халҡы, башҡорт моңо китмәгән. Бына ҡайҙа ул тыуған ереңә, туған халҡыңа бирелгәнлек! Тыуған еренә ҡайтырға мөмкинселек булһа, ул дәүләт башлығы булырға түгел, ә үҙ тыуған ауылында йәшәп балалар уҡытырға хыялланған.

Әммә тыуған илен ҡабат күрә алмайынса Әхмәтзәки Вәлиди Туған һикһәненсе йәшендә яҡты донъя менән хушлаша.

Быйыл XX быуат башындағы башҡорт азатлыҡ хәрәкәтенең иң абруйлы лидеры, яңы хөкүмәтебеҙҙең башлығы, башҡорт ғәскәренең баш командующийы, заманының милли революцион рухлы демократы, йәмәғәт эшмәкәре, филолог, тарихсы, ғалим Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың тыуыуына 125 йыл тула.

Ғүмеренең һуңғы минуттарына тиклем туған халҡын, тыуған ерен һағынып йәшәүсе бөйөк шәхесебеҙҙең рухы халыҡ күңелендә йәшәй. Тыуған Уралына ҡайтып таштарына тарих яҙырға насип булмаһа ла, туған халҡы күңелендә һуҙылыр тарих яҙып ҡалдырҙы.

Бөгөнгө көндә Башҡортостан республикаһы Федерацияһы эсендә суверенлы дәүләт статусы алып йәшәй, киләсәккә ышаныслы ҡарай. Инде үҙ аллылыҡ өсөн тырышҡан, хыялланған Вәлидиҙең теләктәре ысынға ашты. Ни өсөн һағышлы һуң Зәки рухы?!

  • Халҡыбыҙҙың бик күп өлөшө Башҡортостандан ситтә йәшәй. Милли телебеҙ һәм мәҙәниәтебеҙ яҡлауға мохтаж. Халыҡтың ¼ өлөшө үҙ туған телен белмәй. Башҡортостандың ерле халҡы һаналһаҡ та, бөгөн тик 29 процент ҡына тәшкил итәбеҙ.

  • Башҡорт халҡы сабыр, берҙәм халыҡ ул. Көйәләнергә урын булһа ла, тормошобоҙ алға бара. Республикабыҙҙа үҙ етәксебеҙ бар, ҡанундарыбыҙ бар. Халҡыбыҙ иманға ҡайта. Телебеҙ дәүләт статусы алған. Ни генә булһа ла киләсәккә өмөттәребеҙ яҡты!