Р. Бикбаев Башҡортостан бында башлана

Автор публикации:

Дата публикации:

Краткое описание: ...


Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы









VIII класта Рауил Бикбаевтың

Башҡортостан бында башлана”

шиғырын өйрәнеү









Асҡын районы Асҡын 2-се урта мәктәбенең

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Фәтхетдинова Вилена Фәүзәт ҡыҙының

дәрес өлгөһө





















Тема. Р. Бикбаев “ Башҡортостан бында башлана”.



Дәрестең маҡсаты: 1) Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың тормошо һәм ижады тураһында ҡыҫҡаса мәғлүмәт биреү, “ Башҡортостан бында башлана ”шиғырының йөкмәткеһен өйрәнеү;

2) мәҡәлдәр, шиғырҙар ярҙамында уҡыусыларҙың бәйләнешле телмәрен, фекерләүен һәм тасуири уҡыу ҡеүәһен үҫтереү ;

3) уҡыусыларҙа илһөйәрлек хистәре тәрбиәләү, Р. Бикбаев ижадына ҡыҙыҡһыныу уятыу.



Йыһазландырыу: Р. Бикбаеҡа арналған күргәҙмә, интерактив таҡта, мәҡәлдәр,презентациялар, Башҡортостан картаһы.

































Дәрес барышы

I. Ойоштороу мәле.

  • Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле уҡыусылар. Ултырығыҙ. Бөтәбеҙгә лә яҡшы кәйеф, уңышлы көн теләп, башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәресен башлайбыҙ. Дәрестә бик әүҙем булһағыҙ, яҡшы билдәләр алырһығыҙ.


II. Инеш өлөш. Теманы һәм маҡсатты үҙ аллы билдәләү өсөн уҡыусыларға Башҡортостан картаһы, тәбиғәте һәм Р. Бикбаев портреты һүрәтләнгән слайдтар ҡарарға тәҡдим ителә(1-5-се слайдтар):

  • Уҡыусылар, дәресебеҙҙең темаһын нисек атар инегеҙ ? ( Рауил Бикбаевтың Башҡортостан тураһындағы шиғыры)



  • Слайдтарҙы ҡарағас, үҙегеҙгә ниндәй маҡсаттар ҡуйҙығыҙ?

(Р. Бикбаевтың тормошо һәм ижады менән танышырға; шағир тураһында презентациялар ҡарарға; Башҡортостан тураһында һөйләшергә; телмәрҙе үҫтерергә, байытырға)



- Мин һеҙгә уңыштар теләйем. Дәфтәрҙәргә числоны, дәрестең темаһын яҙып ҡуяйыҡ.(Р. Бикбаев “Башҡортостан бында башлана”, 6-сы слайд)

III. Яңы теманы өйрәнеү. 1) Р. Бикбаевтың биографияһы менән танышыу.

- Ә кем һуң ул Р. Бикбаев? Түбән кластарҙа уның ниндәй шиғырҙарын өйрәндек?( “Һыуһаным - һыуҙар бирегеҙ!” поэмаһы, “Уралым”, “Салауат ҡылысы” шиғырҙары менән таныштыҡ. )

  • Һеҙ шағир тураһында нимәләр беләһегеҙ?(Бер нисә уҡыусыға шағир тормошо һәм ижады тураһында ҡыҫҡаса белешмә әҙерләп килергә ҡушылған)

1-се уҡыусы шағирҙың тормошо тураһында ҡыҫҡаса белешмә бирә ( Рауил Бикбаев 1938 йылдың 12 декабрендә Ырымбур өлкәһе Покровка районы Үрге Ҡунаҡбай ауылында тыуған. 1945 йылда атаһы үлеп киткәс, ул күрше Ғәбдерәфиҡ ауылына туғандарына күсеп килә. Ошо ауылда ете йыллыҡ мәктәпте тамамлай. Артабан белем алыуын Аҡ-Булаҡ педагогия училищеһында дауам итә. Юғары белемгә эйә булыу маҡсаты менән Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. Уны тамамлағас, СССР Фәндәр академияһының Өфөләге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты аспирантураһында уҡый. Күп йылдар ошо институтта ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. 1995 йылда Р. Бикбаев Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһының рәйесе итеп һайланыла. )

2-се уҡыусы шағирҙың ижады тураһында һөйләй. ( Рауил Бикбаевтың ныҡлап яҙыша башлауы университетта уҡыған йылдарына тура килә. Бында ул әҙәби кисәләрҙә, әҙәбиәт түңәрәктәрендә ҡатнаша. Р. Бикбаев бик күп шиғырҙар, поэмалар ижад итә. “Вокзал” исемле тәүге поэмаһы “Ағиҙел” журналында баҫыла. Ике йылдан һуң, “Дала офоҡтары “тигән тәүге шиғырҙар йыйынтығы сыға.” Р. Бикбаев - бик күп китаптар авторы.) 7-се слайд:

Китаптары

Дала офоҡтары”

Ҡош юлы”

Автобиография”

Ғүмер уртаһы”

Замандың шиғри йылъяҙмаһы” һ. б.

3-сө уҡыусы Р. Бикбаевтың наградалары тураһында белеп килә (Р. Бикбаев - филология фәндәре докторы. Уға Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы, Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән маҡтаулы исем бирелгән.).

4-се уҡыусы Р. Бикбаев тураһында презентацияһын күрһәтә.

5-се уҡыусы шағир тураһында китаптар күргәҙмәһе ойоштора. (Мәктәп китапханаһында булған йыйынтыҡтары менән таныштыра.)

- 2013 йылдың 15 декабрендә шағирға нисә йәш була? (Билдәле шағирға 75 йәш тула.)

2) Р. Бикбаевтың «Башҡортостан бында башлана» шиғырының йөкмәткеһен үҙләштереү.

- Хәҙер шағирҙың “Башҡортостан бында башлана” шиғырына күсәйек.

а) һүҙлек эше(8-се слайд)

- Шиғырҙы уҡыр алдынан ошо һүҙҙәргә иғтибар итәбеҙ.

офоҡ – горизонт

тараф – сторона, направление

ҡан тибеше – биение крови

туғай – луг

тулай –зд.: метается

ҡабырға –зд.: склон

һырт – хребет

ҡарыш – пядь(мера длины)

һуҡмаҡ - тропа

булмыш – существование

улан – дитя

ғәрлек - позор


  • Был һүҙҙәрҙең мәғәнәһе һеҙгә аңлашыламы?( Таҡтала һүҙҙәр сыға, слайд)

Һүҙҙәрҙе төркөмләп уҡыу, уларҙы ҡулланып һөйләмдәр төҙөү.

б) Шиғырҙы тасуири уҡыу алдынан проблемалы һорау ҡуйыу:

- Был шиғырҙа шағир нимә әйтергә теләгән? Иғтибар менән тыңлап ултырһағыҙ, яуап бирә алырһығыҙ.

в) тасуири уҡыу,

г)һорауҙарға яуап:

- Шиғыр нимә тураһында?

- Шағир нимә әйтергә теләгән?

-Шағир уйлауынса, Башҡортостан ҡайҙа башлана?

- Шиғырҙа Башҡортостан нисек тасуирлана?Текстан миҫалдар килтереп һөйләгеҙ.

Эйе, уҡыусылар, һәр кемгә тыуған яғы – иң яҡын төйәк. Кеше ҡайҙа ғына китһә лә, тыуған ерен онотмай. Донъяла ниндәй генә гүзәл ил булмаһын, үҙ илеңдән дә яҡыны юҡ. Сөнки тыуған ереңдең йырлап аҡҡан шишмәләре, таҙа һыулы йылғалары, мәғрур тауҙары, ҡош-ҡортҡа бай урмандары, сәскәләрҙең хуш еҫе аңҡыған аҡландары – һәммәһе үҙенә әйҙәп тора. Башҡортостанға булған һөйөү, уның менән ғорурланыу хистәре күренекле шағирыбыҙҙа бик матур шиғри юлдар тыуҙыра.

Шиғырҙа “Мин бит башланамын һинән, унан,

Кешеләрем һеҙҙән башланам!” - тигән юлдар бар.

Был юлдар шиғырҙа кем исеменән әйтелә? Ошо һорауға яуапты шиғырҙан уҡып күрһәтегеҙ.

Илде тәбиғәткә ҡарап ҡына билдәләп булмай. Һәр кемгә үҙ тыуған төйәге матур, ҡәҙерле. Ә илгә исемде халҡы, милләте, теле бирә. Ил тураһында иң беренсе сиратта халҡының үҙ-үҙен тотошона, намыҫлы булыуына ҡарап фекер йөрөтәләр. Шиғырҙың ҡайһы юлдары ошо идеяны асыҡ сағылдыра?

Шулай итеп, Башҡортостандың халыҡ шағиры Р. Бикбаев тыуып-үҫкән яҡтарының тәбиғәт йәме менән бергә халҡының күңел күркен, уның ихласлығын да тасуирлай. Һәр илдең байлығы -уның халҡында, мәҙәниәтендә. Милләт йәшәһә, ил дә, тел дә йәшәй тигән һүҙ.

д)шиғырҙан һүрәтләү сараларын табыу:

- Әйҙәгеҙ, һүрәтләү сараларын табайыҡ. (Һәр рәткә үҙ аллы эш бүленеп бирелә: 1-се рәт уҡыусылары– сағыштырыуҙар, 2-се рәт уҡыусылары - йәнләндереү, 3-сө рәт уҡыусылары ҡабатлауҙарҙы таба, шиғырҙа осраған эпитеттарҙы бергәләп билдәләйбеҙ. Эште сағыштырыу- 9-сы слайд, дәфтәрҙәргә яҙып ҡуйыу.)

Сағыштырыу:

Аҡ нур яғыла кеүек(һәр ҡайындан)

Һабан турғайындай(күңелем тулай)

Ҡояш кеүек ҡарай(Башҡортостан)

Йәнләндереү:

Башҡортостан ҡаршы ала

Ҡабырғаһын, һыртын бора белмәй(Башҡортостан)

Ҡабатлауҙар:

Башҡортостан бында башлана!

Эпитет :

яҡты(донъя)

ҡарайыр (йөҙөм)

аҡ(йөҙөгөҙ)



  • Башҡортостан тураһында тағы ниндәй шиғырҙар беләһегеҙ? (Уҡыусылар түбән кластарҙа ятлаған шиғырҙарын иҫкә төшөрөп һөйләйҙәр.)

  • Уҡыусылар, һеҙ Тыуған илде нисек тасуирлап һөйләр инегеҙ? Һеҙгә Башҡортостандың картаһы ярҙамға килер.(Бер уҡыусы таҡтаға эленгән Башҡортостан картаһына ҡарап һөйләй.)

  • Ә хәҙер экрандағы мәҡәлдәргә иғтибар итәбеҙ. Бында бирелгән мәҡәлдәрҙең икенсе яртыһын табып уҡыйбыҙ һәм мәғәнәләрен аңлатабыҙ. (Экранда мәҡәлдәр сыға, 10-сы слайд)

Ил ҡәҙерен белмәгән – … ,

Ер ҡәҙерен белмәгән – … .

Алтын-көмөш яуған ерҙән …

Кәңәшле ил … .

  • Ата-бабаларыбыҙҙың был фәһемле һүҙҙәре лә беҙҙе нимәгә өндәй?( Тыуған илдең ҡәҙерен белергә, уны яратырға саҡырған, сөнки ул алтын-көмөштән дә артығыраҡ.)

IV. Дәресте йомғаҡлау.

Шулай итеп, бөгөн дәрестә ниндәй шиғыр менән таныштыҡ?

Уның авторы кем?

Р. Бикбаев тураһында нимәләр иҫегеҙҙә ҡалды ?

- Дәрес алдынан ҡуйған маҡсаттарығыҙға ирештегеҙме?

- Дәрес һеҙҙә ниндәй хис-тойғолар уятты?

Ҡәҙерле уҡыусылар! Ошондай бай тәбиғәтле, гүзәл ерҙә тыуыуыбыҙ, йәшәүебеҙ менән беҙ ҙә ғорурланайыҡ. Илебеҙгә, халҡыбыҙға тоғро ҡалып, файҙалы эштәр ҡылайыҡ.

Өй эше: шиғырҙы хис-тойғолар, интонация менән тасуири уҡырға, Башҡортостан тураһында шиғыр яҙып ҡарарға тәҡдим ителә.

Баһалау.