Урок по башкирскому языку Числительные.

Автор публикации:

Дата публикации:

Краткое описание: ...


Тема: Һан. Һан төркөмсәләре.


Маҡсат: Һандарҙы телмәрҙә ҡуллана белеү ; уҡыусыларҙың һүҙлек байлығын арттырыу, белемдәрен системалаштырыу.

Йыһазлау: темаға ҡағылышлы һүрәттәр, карточкалар, мультимедия проекторы, һүзлектәр.



Дәрес барышы.

I . Ойоштороу мәле.

1.-Шиғыр менән сәләмләү.

-Дежур уҡыусы менән әңгәмә.

-Фонетик артикуляцион күнегеүҙәр.



2. Башҡорт телендә дөрөҫ һөйләшер өсөн телдәрҙе шымартып

алайыҡ.

1) Бишле билдә, бишле билдә

Бишле билдә бик шәп ул.

Бишкә уҡып, тырышып

Бишле генә алам шул.

а) уҡытыусының тасуири уҡыуы

б) хор менән уҡыу

в) үҙаллы уҡыу

г)1-3 уҡыусының уҡыуы.

2) Һуҙынҡы өндәргә тартынҡыларҙы һуйып уҡыу

а-а , ә-ә, ү-ә, и-ә, э-ә, е-ә.

3) Тартынҡы өндәргә һуҙынҡыларҙы ҡушып уҡыу.

ҡ-л, ҡ-р, ҡ-ш, к-с, к-н, т-н

II. Яңы тема.

1.Ребустар сисеү.

2’мәк( икмәк); к3 өc, 100 аҡ (йоҙаҡ)

5бармаҡ, һ10арсы, 100 өм, 5ек , у 6” тау(уралтау)

-Ребустарҙа нимәләр осраттыҡ? Һандар.

-Нимә ул һан?

-Беҙ тормошобоҙҙа һандарҙы күп ҡулланабыҙ.

2. Һандар тураһында ҡыҙыҡлы шаян шиғырҙар уҡыу.

1. Был-бер һаны, берле цифр,

Энә кеүек нәп- нәҙек,

Һанағанда ул беренсе,

Тағы ла- бер берәмек.

2. Был- икеле билдә була,

Һоҡландырғыс буй-һыны,

Әгәр бергә берҙе ҡушһаҡ,

Ул була ике һаны.

Ике баштарын бора,

Артында ҡойроҡ тора.

3. Өс-һандар теҙмәһендә

Өсөнсө билдә була,

Өслө цифр ҙур булмаған

Ике ырғаҡтан тора.

4. Терһәктәрен осландырып

Өс артынан дүрт килә,

Иңбаштарын ҡыйшайтҡылап

Бик оҫта бейей белә.

5. Бишле килә,бишле килә,

Ҡулын уң яҡҡа һуҙған,

Аяҡтарын дуға кеүек,

Матурлап бөгөп ҡуйған.

6. Был алтылы-ишектәге

Йоҙаҡ тишеге.Мәҙәк

Өс яғы элмәктәй уның,

Ә аҫ яғы-дүңгәләк.

7. Алтынан һуң ете килә,

Тәртешкәгә оҡшаған,

Бер аяҡлап бейеп килә,

Билбауҙары бушаған.

8. Был- һигеҙле,туп-түңәрәк

Ике өлөштән тора,

Баш түбән яҙған саҡта ла

Барыбер һигеҙ була.

9. Цирктағы акробаттай

Баштүбән еңел тора,

Әйләндереп яҙып ҡуйһаң,

Туғыҙ-алтылы була.

10.“О” хәрефе кеүек үҙе,

Дүңгәләктәй түңәрәк,

Алдына бер таяҡ ҡуйһаң,

Ун тип әйтергә кәрәк.

-Беҙ һеҙҙең менән ниндәй һандар тураһында шиғыр тыңланыҡ?

3. - Ниндәй һандарҙы беҙ ябай һандар тибеҙ?

-Үҙебеҙҙең уҡыған класс тураһында һөйләгеҙ әле.

25 уҡыусы, 13 парта, 26 ултырғыс, 2кеше,3 тәҙрә.

- Был һандар барыһы ла ябаймы?

- Ҡайһылары ябай, ә ҡалғандары ниндәй һандарға ҡарай? Ҡушма.

- Ниндәй һандарға ҡушма тип әйтәбеҙ?

- Дәфтәрҙәрҙе асабыҙ,число яҙабыҙ.

- Бөгөн ниндәй число?

4. 146-сы күнегеү 122-се бит. Яҙып эшләү.

Ябай һәм ҡушма һандар менән таныштыҡ.

Тағы ла беҙҙең бүлем, йыйыу, рәт, сама һандарының төркөмсәләре бар.

Ун кеше-десять человек

Унар уҡыусы- по десять учеников

Унлап кеше- по десять человек

Унынсы рәт-десятый ряд

Унау – по десять

6. 149-сы күнегеү 123 бит.Бер уҡыусы таҡтала ҡалғандары дәфтәрҙә.

Һандарҙы төркөмсәләрҙә үҙгәртеү.



7. 153-сө күнегеү.

Һандарҙы цифрҙар менән яҙыу, улар ниндәй төркөмсәләргә ҡарауын билдәләү.

8. Дәресте йомғаҡлау.

өгөн дәрестә беҙ нимә тураһында һүҙ алып барҙыҡ?

-Ниндәй һандар тураһында һөйләштек?

-Ниндәй һан төркөмсәләрен белдек?

9.Баһалау.

10. Өй эше:156-сы күнегеү,126-сы бит.