Рабочая программа по башкирскому языку для 8 класса (обучение на дому)

Автор публикации:

Дата публикации:

Краткое описание: ...


02.16


Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение Школа № 116

городского округа город Уфа Республики Башкортостан


«Рассмотрено»

на заседании ШМО

родных языков


Протокол № 1

«__» августа 2016 г

«Согласовано»

Заместитель директора по УВР, курирующего преподавание родных языков

_____________

(Байрамова А.М.)

«____» августа 2016г.


«Утверждено»

Директор школы

___________ Т.В.Еремеева


Приказ № ____

от «___» августа 2016 г.




Рабочая программа

учебного курса

основного общего образования

по башкирскому языку и литературе

Класс 8В

Обучение на дому



Выполнила:

учитель башкирского языка и литературы

высшей квалификационной категории

Усманова А.Г.





2016-2017 учебный год


Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы 116-сы мәктәбе



Ҡаралған” “Килешелгән”

ММБ ултырышында туған телдәр буйынса

протокол № 1 директор урынбаҫары

«__» август 2016 й _________/Байрамова А.М./

Раҫланған

116-сы мәктәп директоры

_________/ Т.В.Еремеева/

Приказ №

«__» август 2016 й





класы өсөн


башҡорт теле һәм әҙәбиәттән


төп дөйөм белем биреү буйынса


уҡыу курсының эш программаһы


Трифонова Милена

Өйҙә уҡыу



Төҙөнө:

юғары квалификацион категориялы

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Усманова Әлмирә Ғүмәр ҡыҙы





2016-2017 уҡыу йылы


ОГЛАВЛЕНИЕ:



Стр.

Уҡыу предметына дөйөм характеристика

Общая характеристика учебного предмета

4

Уҡыу предметын үҙләштергәндә шәхси, метапредмет, предмет һөҙөмтәләре

Личностные, метапредметные и предметные результаты освоения конкретного учебного предмета

5



Уҡыу предметының йөкмәткеһе

Содержание учебного предмета

7

Календарь-тематик планлаштырыу.

Календарно-тематическое планирование.

7
























  1. Уҡыу предметына дөйөм характеристика

Общая характеристика учебного предмета

8-се класс өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәттән эш программаһы.

Программа бөтәһе 18 сәғәткә планлаштырылған. Аҙнаһына 0,5 сәғәт иҫәбенән.

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә 8-се класс өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән өйҙә уҡыу өсөн эш программаһы.

Контроль эштәр өсөн: 2 контроль диктант, 2 контроль эш үткәреү ҡарала.

Дәреслек: Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 8- се класы уҡыусылары өсөн дәреслек. – Өфө: Китап, 2006.

Башҡорт теленән программа. (Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең IXI кластары өсөн). Төҙөүселәре: Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. – Ижевск: «КнигоГрад», 2008.

Ғәбитова З.М. Уҡытыу рус телендә алып барған мәктәптәрҙең 7- 8- се кластары өсөн “Башҡорт теле” дәреслегенә методик күрһәтмәләр. - Өфө:Китап, 2006. – 152 бит.

Усманова М.Г., Габитова З.М. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы: 5-11 класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма.-Өфө:Китап,2002.- 166 бит.

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы: Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I- IX кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З.М., Усманова М.Г.- Ижевск: «Книгрград», 2008.

Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа «20- се урта дөйөм белем биреү мәктәбе» муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhының «Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы.

Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора:

  • телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу;

  • телдең системаһын ( фонетика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү;

  • бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ унда милли тәрбиә тураһында ла мәсьәлә күтәрелә.

Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө.

Рус һәм башҡа мәктәптәпҙә телде белмәгән балаларға башҡорт телен өйрәтеүҙең байтаҡ үҙенсәлектәре бар. Уларҙың иң мөһимдәрен һанап китәбеҙ:

  1. Балаларҙы һөйләшергә өйрәтеү үҙәк бурыс.

  2. Был дәрестәрҙә балаларҙы башҡортса һөйләшергә, уҡырға, элементар яҙырға өйрәтеү бергә алып барыла. Тел менән әҙәби материалдары бергә кушып өйрәнелә (интеграция).

  3. Башҡорт теле мотлаҡ практик рәүештә өйрәнелә. Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).

Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте модуль булараҡ үткәрелә.

Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар

  1. Мәктәп” темаһы буйынса һүҙлек байлығын арттырыу. Тема буйынса эҙмә-эҙлекле һөйләмдәр төҙөтөү, ҡыҫҡа ғына хикәйә төҙөү. Текст өҫтөндә эшләү, план төҙөү, план буйынса һөйләү. Мәктәп, класс торошо, уҡыу әсбаптары, китапхана, беҙҙең класс тураһында әңгәмәләр ойоштороу. Белем, китап һ.б. мәҡәлдәр ҡойоу.

  2. Тәҡдим ителгән ситуация буйынса һорауҙар бирә белеү, уҡытыусының (йәки башҡаларҙың) һорауҙарына яуап бирә белеү; яуаптарҙы дөрөҫ интонация менән асыҡ, аңлайышлы итеп әйтеү, һөйләү, бирелгән һорауҙарға тулы итеп яуап биреү, күренекле яҙыусыларҙың биографияһы , ижады өҫтөндә ентекле эш алып барыу.

  3. Ишеткәнде, күргәнде 4-6 һөйләм менән бәйләнешле итеп һөйләү.

  4. Ҡысҡырып, шыма, ролләп, сәхнәләштереп һәм тасури уҡыу.

  5. Һүҙлек һүҙҙәрен белеү һәм уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу.

  6. Дәрестә өйрәнелгән грамматик материалды практик ҡуллана белеү.

  7. 80- 85 һүҙ күләмендә диктант яҙыу; 55-60 һүҙ изложение һәм 65-70 һүҙ инша яҙа белеү; ҡотлау хаты (открытка) яҙа белеү.

  8. Башҡортостан, уның үткәне, бөгөнгөһө хаҡында әңгәмә үткәреү. Республикабыҙҙың күренекле урындары менән таныштырыу. Йәйге тәбиғәтте күҙәтеү, ололарҙың һәм балаларҙың йәйге эштәре тураһында диолог һәм монологтар төҙөү. 8- се класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

  9. Программала күрһәтелгән шиғырҙарҙы яттан белеү; 3-4 башҡорт йырын башҡара белеү, мәктәптең үҙешмәкәр сараларында ҡатнашыу, сәхнәлә сығыш яһау. Бөтә был эштәр тураһында бәйләнешле һөйләй белеү. Данлыҡлы кешеләр менән кисәләр, осрашыуҙар ойоштороу уларға ҡарала ихтирам, ғорурланыу тойғоһо уятыу, кешелеклелек тәрбиәләү.


  1. Уҡыу предметын үҙләштергәндә шәхси, метапредмет, предмет һөҙөмтәләре

Личностные, метапредметные и предметные результаты освоения конкретного учебного предмета

Шәхси һөҙөмтәләр:

-башҡорт теленең БР-да дәүләт теле булыуын аңлау һәм төшөнөү;

-башҡорт телендә алған белемде мәктәптә һәм көндәлек тормошта ҡулланыу;

-аралашыуҙа рус телендә алған белемде башҡорт теленә тәржемә итеп ҡуллана белеү;

-башҡорт телен башҡорт халҡының мәҙәни һәм рухи байлығын өйрәнеү сараһы булараҡҡулланыуҙы аңлау;

Баланы шәхес итеп үҫтереү, кешелек сифаттарын тәрбиәләү. Уны үҙ аллы үҫешкә, камиллашыу оҫталығына өйрәтеү. Һөҙөмтәлә уҡымышлы, үҙ еренең, иленең, халҡының ҡиммәттәренә төшөнгән, уны һанланған һәм һаҡлаған, яҡлаған социум итеп формалаштырыуға башланғыс нигеҙ һалыу. Был йүнәлештә башланғыс мәктәп уҡыусыһына уҡыуҙың һәм белем алыуҙың мөһимлеген, үҫеш өсөн кәрәклеген аңлатырға, китап уҡырға ғәҙәтләнеү, ҡыҙыҡһыныу теләген булдырырға; үҙ-үҙенде һәмтормошто аңлауҙы сығанаҡ итеп ҡабул итергә тарихи-мәҙәни ваҡиғаларҙы, кешелек ҡиммәттәре менән әҙәбиәттәге айырым сәнғәт төрө икәнен белергә өйрәтергә кәрәк. Әҙәби әҫәрҙәрҙе тулыһынса һәм эмоциональ ҡабул итеү үҙ фекереңде булдырыуға һәм әңгәмәсенекен хөрмәт итеү талаптарына яуап бирә.

Метапредмет кимәле:

Универсаль эш төрҙәренә өйрәтеү: танып белеү, регулятив һәм коммуникатив эшмәкәрлек, йәғни баланы үҙ аллы уғыуға, белем алырға өйрәтеү.

Предмет-ара һөҙөмтәләр түбәндәге талаптарҙан тора:

-әҙәбиәттән, фәнни-популяр мәҡәләләрҙән, белемде арттырырҙай материалдарҙы, кәрәкле мәғлүмәтте таба алыу;

-әҙәби әҫәрҙәрҙе анализлау, тексты өлөштәргә бүлеү, план төҙөү, тасуирлау сараларын таба белеү һәм текстың төп фекерен асыҡлау;

-үҙеңдең фекереңде, уйыңды әңгәмәсеңә еткерә алыу;

- тирә-йүн, тәбиғәт менән гармонияла йәшәү ҡағиҙәләрен, ысулдарын үҙләштереү;

-йәмғиәттәге тәртип һәм әхлаҡ ҡағиҙәләрен белеү;

-аңлы анализлау эшмәкәрлеген булдырыу;

- төркөмдәрҙә эшләүҙең әһәмиәтен аңлауһәм уларҙа эшләү тәртибен үҙләштереү

Предмет кимәле

Уҡыу предметын өйрәнеүҙә яңы белем үҙләштереү, уны анализлау һәм ҡулланыу өлкәһендә тейешле тәжрибә туплау.


  1. Уҡыу предметының йөкмәткеһе

Содержание учебного предмета

Мәктәпкә барабыҙ (3 сәғәт).

Был тема буйынса 5-6 класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау, һүҙлек байлығын арттырыу. Тема буйынса эҙмә-эҙлекле һөйләмдәр төҙөтөү, ҡыҫҡа ғына хикәйә төҙөргә өйрәтеү. Текст өҫтөндә эшләү,план төҙөү, план буйынса һөйләү. Мәктәп, класс торошо һ.б. хаһында әңгәмәләр ойоштороу. Белем, китап тураһында мәҡәлдәр ҡойоу. 5-6 класта үтелгәндәрҙе иҫкә төшөрөү. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе. Өндәрҙе дөрөҫ әйтеү.

Көҙгө эштәр һәм көҙгө күренештәр ( 3 сәғәт)

Көҙгө үҙгәрештәрҙе бергәләп күҙәтеү, кешеләрҙең көҙгө хеҙмәтен күҙәтеү. Темаға ҡағылышлы текстар уҡыу. Муллыҡ, хеҙмәт тураһында мәҡәл, әйтемдәр менән танышыу. Һынамыштар уҡыу. Маҡсаты буйынса һөйләм төрҙәре. Исем менән ҡылымды ҡабатлау.

Өфө - Башҡортостандың баш ҡалаһы ( 3 сәғәт )

Өфө - башҡортостандың баш ҡалаһы. Өфө ҡалаһы, уның үткәне, бөгөнгөһө тураһында әңгәмә үткәреү. Уның иҫтәлекле урындары тураһында һөйләшеү, һүрәттәр ҡарау. Һөйләм телмәрен үҫтереү. Рефераттар яҙҙырыу һәм уны класс алдында ҡыҫҡаса һөйләтеү кеүек эштәр ҡулланырға мөмкин. Башҡорт ҡылымдарының төҙөлөшө. Барлыҡ төшөнсәһе һәм уның бирелеше.

Хеҙмәт төбө - хөрмәт ( 2 сәғәт )

Кеше тормошонда хеҙмәттең роле, тигән темаға әңгәмә ҡороу. Данлыҡлы хеҙмәт ветерандары менән осрашыу ойоштороу. Уҡыусыларға ниндәй һөнәр оҡшауы тураһында һөйләтеү, яңы мәғлүмәттәр биреү. Һөнәрҙәр тураһында шиғырҙар, хикәйәләр уҡыу. Хеҙмәт, һөнәрҙәр тураһында мәҡәлдәр өйрәнеү. Ябай һөйләм. Эйә менән хәбәр.

Ҡыш дауам итә ( 3 сәғәт )

Ҡыш миҙгеле тураһында белгәндәрҙе системалаштырыу, һүҙлек байлығын арттырыу кеүек эштәр ентекле алып барыла. Ҡыш тураһында текстар, шиғырҙар, мәҡәлдәр, һынамыштар уҡыу яңы йылға бағышланған йырҙар, мәҡәл һәм әйтемдәр. Яңы йыл менән ҡотлау открыткаһы яҙырға өйрәнеү. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Салауат Юлаев – халҡыбыҙҙың милли батыры ( 1 сәғәт)

С.Юлаевтың биографияһы, ижады менән танышыу. Уның шиғырҙарын ятлау, шиғырҙарының һаҡланыу тарихы тураһында әңгәмә ойоштороу. С.Юлаевтың тормошо, батырлығы, ижады тураһында уҡыусыларҙан төрлө ижади эштәр эшләтеү. (һүрәттәр төшөрөү, инша яҙыу, стенгәзит сығарыу)һ.б. Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре тураһында төшөнсә.

Йәмле яҙ, һағындыҡ һине! ( 1 сәғәт )

Яҙ миҙгеле тураһында белемдәрҙе системалаштырыу. Яҙғы байрамдар - 1 Май һәм Еңеү байрамы тураһында һөйләшеү. Яҙғы тәбиғәт күренештәре, ҡоштарҙы ҡаршылау, баҡса эштәре тураһында әңгәмәләр үткәреү.

Беҙ йондоҙҙар булып ҡайтырбыҙ (1 сәғәт )

Башҡорт халҡының Бөйөк Ватан һуғышындағы ҡаһарманлығы. Ветерандарға, батырҙарға ҡарала ихтирам, ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү. Данлыҡлы кешеләр менән кисәләр, осрашыуҙар ойоштороу. Һүҙлек менән эш күнекмәләре үткәреү.

Ай Уралым, Уралым...(1 сәғәт )

Башҡортостан, уның үткәне, бөгөнгөһө хаҡында әңгәмә үткәреү. Республикабыҙҙың күренекле урындары менән таныштырыу. Йәйге тәбиғәтте күҙәтеү, ололарҙың һәм балаларҙың йәйге эштәре тураһында диолог һәм монологтар төҙөү. 8-се класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау.


  1. Календарь-тематик планлаштырыу.

Календарно-тематическое планирование.

Класс- 8.


Дәрестең

иҫәбе

Дәрестең темаһы.


Сәғәттәр

һаны

Үткәрелеү

ваҡыты

план

факт

Мәктәпкә барабыҙ (3с.)

1

Көҙ күренештәре. Ҡылым.

1



2

Мәктәптә. Ҡылымдарҙың зат ялғауҙары.

1



3

Туған тел. Тырышлыҡ. Ҡаһым түрә.

1



Көҙгө эштәр һәм көҙгө тәбиғәт (3c.)

4

Контроль диктант. Ысын дуҫлыҡ.

1



5

Хаталар өҫтөндә эш. Ф.Ғөбәйҙуллина. Көҙ.

1



6

Һөйләм төрҙәре. С.Муллабаев. Көҙгө урман.

1



Өфө – Башҡортостандың баш ҡалаһы (3с.)

7

Өфө - беҙҙең баш ҡалабыҙ.

1



8

Контроль эш. Өфө тарихы.

1



9

Хаталар өҫтөндә эш. Мин театрға барҙым! М. Буранғолов.

1



Хеҙмәт төбө – хөрмәт (2с.)

10

Ябай һөйләм төрҙәре. Хеҙмәт төбө - хөрмәт.

1



11

Эйә менән хәбәр. Башҡорттар әрме хеҙмәтендә. Ҡара икмәк.

1



Ҡыш дауам итә (3с.)

12

Н.Нәжми. Ҡыш.

1



13

Контроль диктант. Балет.

1



14

Хаталар өҫтөндә эш. Ҡышҡы байрамдар.

1



Салауат Юлаев – халҡыбыҙҙың милли батыры (1с.)

15

Салауат Юлаев. Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре Рус ғалимдары С.Г. Рыбаков, Л.Н. Лебединский

1



Йәмле яҙ, һағындыҡ һине! (1с.)

16

Г.Яҡупова. Өмөтлө яҙ. Аҡмулла.

1



Беҙ йондоҙҙар булып ҡайтырбыҙ (1с.)

17

Контроль эш. Сәскәле ай.

Һалдат тора киләсәкте тотоп.

1



Ай Уралым, Уралым… (1с.)

18

Хаталар өҫтөндә эш. Урманды һаҡлайыҡ! Фәйзи Ғәскәров. Ҡабатлау.

1




Иҫкәрмә: дөйөм сәғәттәр һаны йылына календарь график, 2016-2017 йылғы уҡытыусылар календары һәм дәрестәр теҙмәһе буйынса 18 сәғәт.