“Ирек яулар ил батыры…” ( С.Юлаевтың тыуыуына 260 йыл)
Маҡсат. Уҡыусыларҙы С.Юлаевтың тормош, яу юлы менән таныштырыу; Башҡортостандың данлы юлына байҡау яһау; балаларҙа үҙҙәренең тыуған ере, иле өсөн ғорурлыҡ хисе тәрбиәләү.
Йыһазлау. Компьютер.
Сара барышы
(Видеояҙмала С.Юлаевтың «Уралым» йырын А. Шаһиев йырлай)
1-се алып барыусы. –Әле генә һеҙ тыңлаған йыр С. Юлаев һүҙҙәренә яҙылған “Уралым» йыры. Үҙенең Тыуған илен, халҡын сикһеҙ яратҡан батырыбыҙ. Шуға ла ул халыҡ азатлығы өсөн көрәшкән. С. Юлаев 1754 йылдың йәйендә Өфө провинцияһы Себер юлы Шайтан-Көҙөй йорто Тәкәй ауылында тыуған. Хәҙерге Салауат районына инә был ауыл.
2-се алып барыусы. Салауат йәштән үк батыр булған. Өс йәштән атаһы уны һыбай йөрөргә, үҫә төшкәс, ҡорал менән эш итергә өйрәтә. Бөркөттәй батыр, арыҫландай көслө булып үҫә.
1-се алып барыусы. Елдән етеҙ елә һыбай,
Ярһып саба ат.
Кейек ҡошҡа уғын төҙәй
Кескәй Салауат.
2-се алып барыусы. Үҫмер Салауаттың көс-ғәйрәтенә күп кеше хайран ҡалған. Һабан туйҙарында, ҙур йыйындарҙа көрәштә ул-бил бирмәҫ батыр, ат сабышында-иң йылғыр һыбайлы, уҡ ярышында мәргән булып танылған.
1-се алып барыусы.Үҫеп еткәс, яуызлыҡты
Быуырһың һин, Салауат.
Ирек яулар ил батыры
Булырһың һин, Салауат.
( Йыр “Ай-һай Салауат» - “Далан” төркөмө башҡара)
2-се алып барыусы. Эй, Салауат!
Уралтауҙа үҫеп,
Йәншишмәнең һыуын эскәнһең.
Елдән етеҙ елеп уйнағанһың,
Ағиҙелкәй һыуын кискәнһең.
Бәләкәйҙән йөрөр булғанһыңдыр
Һыбай елеп туғай-болонда.
Ул саҡ белмәгәнһең, еркәйеңдең
Киләсәге – һинең ҡулыңда.
( Башҡорт бейеүе - 8-се кл. уҡыусылары башҡара)
1-се алып барыусы. Салауат көс-ғәйрәт эйәһе генә түгел, заманына күрә уҡымышлы һәм талантлы ла булған. Ул яҡшы уҡый-яҙа белгән, оҫта йырсы, ҡурайсы булған.
2-се алып барыусы. Яу көсәйҙе. Кинйә, Пугачевтар,
Салауаттар бергә берләште.
Тәнен, йәнен һис аямай улар
Тик ғәҙеллек өсөн көрәште.
1-се алып барыусы. 1773 йылдың көҙөндә Яйыҡ йылғаһы буйында Пугачев етәкселегендәге ихтилал башланып киткәс, Салауат рус колонизаторҙарына һәм башҡорт байҙарына ҡарата аяуһыҙ үс һаҡлап килгән башҡорт халҡын яуға күтәргән.
2-се алып барыусы. Уҡ.
Һауаларға уҡ сойорғоттом,
Ҡарлуғасҡа тейҙе уҡҡынам.
Аяҡҡайым янына ҡолап төшкәс,
Меҫкен ҡошто йәлләп юҡһынам.
Һауаға атҡан уҡҡайым
Тау, урмандар аша уҙһасы.
Ҡарлуғасҡай ҡошто үлтергәнсе,
Бер дошмандың йәнен өҙһәсе.
1-се алып барыусы. 1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында Салауат Юлаев Емельян Пугачевтың иң яҡын ярҙамсыһы, иң ҡыйыу полководецтарының, “булғадир»ҙарының береһе булған.
2-се алып барыусы. Ошолай башланып китә башҡорт илендә һабантуйҙарҙа ал бирмәҫ көрәшсе, ҡыйыу һунарсы, ҡурайсы булып танылған Салауат Юлаев менән Крәҫтиәндәр һуғышы башлығы Емельян Пугачевтың дуҫлыҡ һәм азатлыҡ өсөн көрәше.
1-се алып барыусы.
Ҡандар аҡты тотош йылға булып-
Урыҫ, башҡорт, татар ҡандары.
Яуҙы быуҙы батша. Ә батырҙар
Язаланды, ҡатты һындары.
Бығау һалып һөргөн киткәндәрҙең
Батыр исемдәре онотолмай.
Тормош ҡайнай бөгөн. Шуның өсөн
Һуғыштығыҙ йәнде аямай.
2-се алып барыусы.
Салауаттың, Пугачевтың бөгөн
Вариҫтары беҙҙең арала.
Ер шарына төрлө милләттәрҙең
Татыу тормош даны тарала.
1-се алып барыусы.
Башҡортостан! Салауат! Был һүҙҙәрҙе әйткәндә, йөрәктәрҙә бөтмәҫ-төкәнмәҫ хис-тойғолар уяна, күҙҙәрҙә йәш бөртөктәре емелдәй. Гүзәл Башҡортостаныбыҙ башҡа ерҙәр менән сағыштырғыһыҙ! Ул беҙҙең ғәзиз, ҡәҙерле еребеҙ, ватаныбыҙ!
2-се алып барыусы.
Беҙ тыныс тормошта йәшәйбеҙ. Ошо матур мул тормош өсөн күпме батырҙар ғәзиз ғүмерҙәрен ҡорбан иткән.
(“Башҡортостан” йырын 7-се класс уҡыусыһы Мамлеева Алһыу башҡара)
1-се алып барыусы. Башҡорттар - ирек һөйгән ғорур халыҡ. Башҡорттар ҡатнашҡан яуҙар ер тартып алыу, икенсе халыҡтың илен баҫып алыу өсөн алып барылмаған, ә тик үҙ ерен, халҡын илбаҫарҙарҙан азат итеүгә йүнәлтелгән. Ә азатлыҡ яулау өсөн халыҡ күп тапҡырҙар күтәрелергә мәжбүр булған.
Һеҙҙе арҙаҡлы башҡорт улдары Урал батыр, Салауат Юлаев, Әхмәтзәки Вәлиди рухтарының осрашып һөйләшеүенең шаһиты булырға саҡырам.
(Мөһабәт кәүҙәле Урал батыр сәхнәлә күренә.)
Тыңла, илем, һиңә әйтәм,
Ир-арыҫлан булһаң да,
Батыр беләкле тыуһаң да,
Илде йөрөп ил күрмәй,
Тубығыңдан ҡан кисмәй,
Йөрөгән батыр булаламаҫ.
Яуызға юлдаш булмағыҙ,
Кәңәшһеҙ эш ҡылмағыҙ.
Олоно оло итегеҙ,
Кәңәш алып йөрөгөҙ.
Кесене кесе итегеҙ,
Кәңәш биреп йөрөгөҙ.
Кеше булһын затығыҙ.
Яманға юл ҡуймағыҙ,
Яҡшынан баш тартмағыҙ…
Нисә быуат элек ошо ерҙә мин яуыз көстәр менән көрәшеп, ҡан илаған илдәрҙе ҡыуандырып, еңеү яулап, кешелеккә яңы тормош өсөн юл астым. Тыуған ерем, ғәзиз халҡым… Күпме ваҡыт үткән, күпме һыуҙар аҡҡан. Бына күрәм: яҡшылыҡҡа өгөтләгән аманатыма хыянат итмәй матур тормош ҡороп йәшәүгә ынтылаһығыҙ.
(Салауат Юлаев инә.) Батыр дөрөҫ әйтә. Яман көстәр еңелеүгә риза булып тик ятмай. Ваҡыт үтә тора, яуыздар тыуып тора. Кешелеккә яңынан-яңы һынауҙар бирелә. Мин тыуған дәүерҙә лә халыҡтың иркен быуып, йәберләүселәр күбәйгәйне…
Күпме быуат ата-бабам
Рухи ҡоллоҡта интеккән.
Хандарына, бейҙәренә
Баш һалған да бил бөккән.
Алдылар тартып еремде,
Һуйҙылар ете тиремде,
Йолҡтолар сәсән телемде,
Тик ҡайтарҙы халыҡ иректе…
(Әхмәтзәки Вәлиди күренә)
Үтелде күп юл, ауыр юлдар,
Күрелде бик ауыр һынауҙар.
Ал-ял белмәй көрәш алып барҙыҡ,
Килде-китте яуыз, яманға.
Ғәзиз илем – Башҡортостаным минең, сәскә атҡан гөлөм! Хәҙер халыҡ иркен һулап, үҙ ерендә рәхәтләнеп башҡорт телендә һөйләшә, үҙ мәҙәниәтен үҫтерә ала. Беҙҙең эшләгән эштәребеҙ, түккән көсөбөҙ бушҡа китмәне. Бөгөн күпме милләт дуҫ, татыу, берҙәм йәшәй.
Халыҡтар берҙәм булғанда ғына донъя тыныс һәм матур буласаҡ, быны үткәндәр дәлилләй, шуны онотмағыҙ!
( Урал батыр, С.Юлаев, Ә.Вәлиди сығалар)
2-се алып барыусы.
Башҡортостан – тыуған илем,
Һиндә үҫтем, һиндә йәшәйем.
Һинең һулыш, тимәк, минең һулыш,
Һинең менән бергә йәшәйем.
1-се алып барыусы.
Һәр милләтең һинең-матур сәскә,
Тирә-йүнгә сағыу нур сәсә.
Тыныс йоҡлай, тәмле төштәр күрә
Һәр бер сабый-шуға шат әсә.
2-се алып барыусы.
Беҙҙең Башҡортостаныбыҙ йылдан-йыл үҫә, матурлана. Яңы дауаханалар, мәктәптәр, балалар баҡсалары, спорт һарайҙары төҙөлә. Тәбиғәтебеҙ – ялтырап ятҡан күлдәребеҙ, мул һыулы йылғаларыбыҙ, тау-ҡаяларыбыҙ һоҡландыра.
1-се алып барыусы.
Урал тауҙарының һәр үҙәне, мәмерйәһе, далалары, йылғалары бөгөн Салауат эҙен һаҡлағандай. Бынан тыш республикабыҙҙа Салауат районы, Салауат ҡалаһы бар. Батырыбыҙ исемен ҡала, ауыл урамдары, проспект, мәктәптәр йөрөтә. Ирек һөйөүсе, халҡын яратыусы, уның киләсәген ҡайғыртып яуға сапҡан батырға арналған һәйкәлдәр биҙәй ҡалаларҙы.
2-се алып барыусы.
Республикабыҙҙың “Салауат Юлаев» исемен йөрөткән хоккей командаһы олоноң да, кесенең дә күңелен яулап алды. Салауатлылар һынатмайҙар, тимәк, Салауат рухы уларҙы ла һаҡлай, ҡурсалай.
1-се алып барыусы.
Республикабыҙҙағы матурлыҡты илебеҙҙәге халыҡтар дуҫлығы тағы ла тулыландыра. Беҙ Рәсәй халҡы менән дуҫ-татыу йәшәйбеҙ. Туған телебеҙҙе яратабыҙ, артабан үҫтерәбеҙ.
2-се алып барыусы.
Дуҫлығы менән көслөбөҙ
Төрлө милләт халҡының.
Рәсәйҙең ҡуйынында,
Башҡортостан, балҡыйһың!
(6-сы кл. ҡыҙҙары һәм малайҙары башҡарыуында рус халыҡ бейеүе)
1-се алып барыусы.
Башҡортостанда йәшәгән башҡа халыҡ вәкилдәрен дә хөрмәт итәбеҙ, сөнки Башҡортостан – дуҫлыҡ, татыулыҡ, именлек, бәхет иле.
Үҙ илеңдә алһыу таңдарҙы ҡаршылау, үҙ телеңдә һөйләшеү, үҙ йолаларың менән йәшәү – үҙе оло бәхет.
2-се алып барыусы.
Дуҫлыҡ – йәшәү матурлығы,
Дуҫлыҡ – күңел хушлығы.
Йәнгә шифа, тәнгә шифа,
Төрлө милләт дуҫлығы.
( 7-се класс ҡыҙҙары башҡарыуында татар халыҡ бейеүе)
Малай.
Төрлө милләт балалары
Бер мәктәптә уҡыйбыҙ.
Йырлап-бейеп, уйнап-көлөп
Мул тормошта йәшәйбеҙ.
Вася дуҫым баян уйнай,
Мин ҡурайҙа өҙҙөрәм.
Оҙон көй һуҙа Сәлимә,
Етеҙ бейей Мөхтәрәм.
Ҡыҙ.
Славим мы в стихах красоты края,
Вместе мы на празднике поем.
Весело под музыку курая
Славим мы согласие свое.
Здесь чуваш,
И русский рядом,
И башкир.
Нам одно и то же надо:
( 6-сы класс ҡыҙҙары башҡарыуында мари халыҡ бейеүе)
Дружба, счастье и мир!
1-се алып барыусы.
Тыуған илем.
Минең тыуған ҡырҙарым,
Балдай татлы һыуҙарым,
Яландарым, урманым,
Күккә ашҡан Уралым –
Минең изге төйәгем,
Һеҙҙе һөйә йөрәгем.
( С.Юлаев. )
2-се алып барыусы.
Туған телен, мәҙәниәтен өҙөлөп һөйгән, күңелендә башҡорт булыуына оло ғорурлыҡ тойғоһо йөрөткән, ҙур маҡсаттар ҡуйып алға ынтылған ҡыҙҙары, егеттәре булған халыҡтың киләсәге өмөтлө.
1-се алып барыусы.
Һаҡлайыҡ, яратайыҡ Тыуған илебеҙҙе! Яҡшы уҡыуыбыҙ, тырыш хеҙмәтебеҙ менән данлайыҡ уны!
2-се алып барыусы.
Юлһыҙ ғына ерҙән юлдар ярып…
Ҡайтып киләм, тауҙар артылып.
Эй, һағындым, йәнем, ер еләгем,
Күҙ алдымдан китмәй балҡыуың.
Таңдарымда миңә ҡояш баҡты,
Юл күрһәтте йондоҙ төндәрҙә.
Көнөн-төнөн еләм тынғы белмәй,-
Иҫән-һауҙар микән илдәрҙә?
Әминәкәй көтөп ҡаршы алыр,
Рамазаным булыр ҡулында.
Һаумы, улым, һаумы, Рамазаным,
Йәндәр аттым һин тип юлымда.
( С. Юлаев “Юлһыҙ ғына ерҙән юлдар ярып…”)
Салауат өсөн халҡы, иле яҙмышы – изге төшөнсә. Салауат! Халҡыбыҙ һиндәй батырын мәңге онотмай, рәхмәтле булып, ҙурлап күңелендә һаҡлай.
( “Беҙҙең ил” йыры башҡарыла)