Уҡыу предметын өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре.
Эш программаһы башланғыс кластарҙа “Туған башҡорт теле” предметының шәхси, предмет, метапредмет һөҙөмтәләрен үҫтереүгә йүнәтелгән.
Туған башҡорт телен башланғыс кластарҙа өйрәнеүҙең шәхси һөҙөмтәләренә түбәндәгеләр инә:
1)донъяны күп телле һәм мәҙәниәтле йәмғиәт булараҡ ҡабул итеү; үҙеңде илдең гражданины итеп тойоу; телде (шул иҫәптән башҡорт телен) төп аралашыу сараһы булараҡ ҡабул итеү,һаҡлау; башҡорт теле саралары ярҙамында (балалар фольклоры, балалар әҙәбиәтенең ҡайһы бер үрнәктәре) уҡыусының башҡорт халҡының тормошо менән танышыуы.
2) Атай-әсәйгә, тиҫтерҙәренә, уҡытыусыларға, яҡындарына, мәктәп хеҙмәткәрҙәренә иғтибарлы һәм ихтирамлы булыу;
3)аралышыу процесында кәрәкле һүҙлек запасына эйә булыу һәм үҙ фекереңде иркен еткереү өсөн тейешле грамматик сараларҙы үҙләштереү;үҙ телмәреңде күҙәтеү һәм уны баһалау күнекмәһен булдырыу.
4)Үҙ аллы эш итеү, белем алыу процесына етди һәм яуаплы ҡарау.
Метапредмет һөҙөмтәләр:
1)Уҡыусының коммуникатив һәләттәрен үҫтереү; элементар коммуникатив мәсьәләне сисеү өсөн адекват тел һәм телмәр сараларын һайлау һәләтен үҫтереү;
2)Башланғыс класс уҡыусыһының танып белеү һәм эмоциональ сфераларын үҫтереү; башҡорт телен өйрәнеүгә мотивация булдырыу;
4
3)Уҡытыу-методик комплекcтың төрлө компоненттары (дәреслек, аудиодиск һ.б.) менән эшләргә өйрәтеү.
4)Алынған белем һәм күнекмәләрҙе көндәлек тормошта ҡуллана белеү; башҡорт телен башҡа фәндәрҙән белем алыу,мәғлүмәт сығанағы булараҡ файҙаланыу.
5)Үҙ аллы уҡыу, мәғлүмәтле булыу оҫталығын камиллаштырыу; тикшеренеү-эҙләнеү эшен планлаштырыу; парлап, төркөмләп, команда менән эшләү.
6)Алған мәғлүмәтте ҡағыҙға теркәү.
7) Билдәләмә, ҡағиҙә, алгоритм, һығымта һ.б. график схема, модель, таблица ярҙамында теркәү.
8) Диалог ҡороу, уҡыу материалын тикшереү, анализлау, һығымта яһау.
9) Мәҙәниле аралашыу этикетына өйрәнеү; үҙ фекереңде ҡыҫҡа һәм аңлайышлы итеп еткереү, уны яҡлай белеү.
Предмет һөҙөмтәләре:
1)Башҡорт теле нормалары (фонетик, лексик, грамматик) тураһында башланғыс белешмә; 2)(курс йөкмәткеһе кимәлендә) өн, хәреф, һүҙ кеүек тел берәмектәрен табыу һәм сағыштырыу һәләте;
3) Төрлө телмәр ситуацияларында телмәр төрҙәрен ,тел берәмектәрен башланғыс кимәлдә ҡуллана белеү.
4)Уҡытыусының һөйләгәнен йәки уҡығанын аңлай алыу:
- тексты тыңлау һәм йөкмәткеһен һөйләү, йөкмәтке буйынса рәсем яһау;
- текст буйынса иптәштәренә йәки уҡытыусыға һорауҙар биреү;
- программала бирелгән шиғырҙарҙы яттан белеү.
5). Тексты аңлы уҡыу һәм уның йөкмәткеһе менән бәйләнгән эштәрҙе эҙмә-эҙлекле үтәү. Уның нигеҙендә ҡоролған һөйләшеү йәки тикшереү эштәрен үтәү.
6)Тексты күсереп яҙыу, диктант яҙыу. Һүҙҙәрҙе ижеккә бүлеү, юлдан юлға күсереү.
А. Шәхси сифаттарҙы үҫтереү.
1. Үҙаллылыҡҡа, белем алыуға етди һәм яуаплы ҡарау;
2. Мәктәп һәм класс йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл булыу;
3. Һаулыҡты нығытыу һәм һаҡлау;
4. Атай-әсәйгә, тиҫтерҙәренә, уҡытыусыларға, яҡындарына, мәктәп хеҙмәткәрҙәренә иғтибарлы һәм ихтирамлы булыу;
5. Тыуған ил, туған тел матурлығын, күркәмлеген тоя белеү, уларҙы һаҡлау, үҙ халҡының традицияларын, йолаларын өйрәнеү, таратыу.
Б. Предмет һөҙөмтәләре.
1. Һүрәтләү, хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү.
2. Бирелгән тема буйынса диалог төҙөү; диалогты дауам итеү.
3. Программала бирелгән шиғырҙарҙы яттан тасуири һөйләй белеү.
4. Тексты дөрөҫ, аңлы, тасуири уҡыу.
5. Ижади диктанттар, өйрәтеү изложениелары һәм иншалары яҙыу; иптәшең яҙғанын һәм үҙ яҙмаларыңды тикшереү, камиллаштыра белеү күнекмәләре.
6. Өйҙә башҡортса гәзит-журналдар, китаптар уҡыу һәм класта шулар тураһында фекер алышыу (кластан тыш уҡыу күнекмәләре).
В. Универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштереү.
1. Уҡыу процесына яуаплы ҡарау, маҡсат ҡуйыу, эште планлаштыра белеү, уҡыу мәсьәләләрен сисә белеү.
2. Теге йәки был тема буйынса кәрәкле мәғлүмәт туплау, эҙләнеү эше алып барыу, уның буйынса презентация эшләй белеү.
3. Мәҙәниәтле аралашыу оҫталығына, телмәр этикетына эйә булыу, үҙ фекерен яҡлағанда, уй-тойғоларын еткерә алырлыҡ аныҡ, эҙмә-эҙ бәйән итеү, әңгәмәсенең уй-тойғоларын аңларға тырышыу, уның менән иҫәпләшә һәм уртаҡ фекергә килә белеү.
4. Билдәле кимәлдә башҡорт теленең лексик-фразеологик минимумын үҙләштереү һәм телмәрҙә ҡуллана белеү.
2.Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе.
4 класс.
Фонетика һәм орфоэпия. (1 сәғәт) Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәрҙе айырыу. Нәҙек һәм ҡалын тартынҡы өндәрҙе айырыу, ҡалынлыҡ-нәҙеклек буйынса парлы һәм парһыҙ тартынҡы өндәрҙе билдәләү. Һуҙынҡы һәм һаңғырау тартынҡы өндәрҙе айырыу, яңғырау һәм һаңғырау тартынҡы өндәрҙе айырыу, яңғырау, һаңғырау парлы һәм парһыҙ өндәрҙе билдәләү. Өндөң сифат буйынса характеристикаһын билдәләү: һуҙынҡы – тартынҡы; ҡалын – нәҙек тартынҡы, парлы – парһыҙ; яңғырау тартынҡы – һаңғырау, парлы – парһыҙ. Һүҙҙәрҙе ижектәргә бүлеү. Хәҙерге заман башҡорт әҙәби теле нормаларына ярашлы өндәрҙе һәм өндәр бәйләнешен дөрөҫ әйтеү. Һүҙҙе фонетик тикшереү.
Морфология. (24 сәғәт) Һүҙ төркөмдәре. Һүҙ төркөмдәрен үҙ аллы һәм ярҙамсы төрҙәргә бүлеү.
Исем. Телмәрҙәге әһәмиәте һәм ҡулланылышы. Яңғыҙлыҡ исемдәрҙе таба белеү. “Кем?” һәм “нимә?” һорауҙарына яуап булып килгән исемдәрҙе айырыу, рус теле менән сағыштырыу. Исемдәрҙең һан менән үҙгәреше. Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше. Исемдең ниндәй килештә ҡулланылыуын билдәләү. Килеш һорауҙары буйынса айырыу. Исемдәрҙе морфологик тикшереү.
Сифат. Телмәрҙәге әһәмиәте һәм ҡулланылышы. Сифаттың һан һәм килеш менән үҙгәреше. Сифатты морфологик тикшереү.
Алмаш. Алмаш тураһында дөйөм төшөнсә. Зат алмаштары, уларҙың телмәрҙәге әһәмиәте һәм ҡулланылышы. Берлектәге һәм күплектәге I, II, III зат алмаштары. Зат алмаштарының килеш менән үҙгәреше.
Ҡылым. Телмәрҙәге әһәмиәте һәм ҡулланылышы. Ҡылымдың инфинитив (башланғыс) формаһы. Нимә эшләргә? һорауы. Ҡылымдың заман менән үҙгәреше. Хәҙерге, үткән, киләсәк заман ҡылымдарының зат һәм һан менән үҙгәреше. Ҡылымды морфологик тикшереү.
Рәүеш. Телмәрҙәге әһәмиәте һәм ҡулланылышы.
Ярҙамсы һүҙҙәр. Уларҙың мәғәнәһе, һөйләмдәге роле.
Синтаксис. (9 сәғәт) Һөйләмдең, һүҙбәйләнештең, һүҙҙең айырмаһы (уларҙың оҡшашлығын һәм айырымлыҡтарын аңлау). Һөйләмдәрҙе әйтелеш маҡсаты буйынса айырыу: хәбәр, һорау; хис-тойғо биҙәге буйынса: өндәү һәм өндәү булмаған һөйләмдәр.
Һөйләмдең баш киҫәктәрен: эйә һәм хәбәрҙе табыу. Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәрен айырыу. Мәғәнәүи һорауҙар ярҙамында һүҙбәйләнештәге һәм һөйләмдәге һүҙҙәр араһында бәйләнеш булдырыу. Теркәүесле һәм һәм, ә, ләкин теркәүестәре менән килгән тиң киҫәкле һөйләмдәрҙе табыу һәм үҙ аллы төҙөй белеү. Тиң киҫәкле һөйләмдәрҙә һанау интонацияһын ҡулланыу. Ябай һәм ҡушма һөйләмдәрҙе айырыу.
Тематик сәғәттәрҙе бүлеү таблицаһы
Автор программаһы
Эш программаһы
1.
Фонетика һәм орфоэпия
1
1
2.
Морфология.
24
24
3.
Синтаксис.
9
9
Бөтәһе:
34
34
4