Урок для 8 класса

Автор публикации:

Дата публикации:

Краткое описание: ...


ТЕМА. Башҡорт халыҡ йыры «Любизар»

МАҠСАТ. Бәйләнешле һөйләү телмәрен үҫтереү,халыҡ йыры Любизар менән танышыу,өйрәнеү,төп фекерен,идеяһын билдәләү,халҡыбыҙҙың тарихына ҡыҙыҡһыныу уятыу,ғорурлыҡ хисе тәрбиәләү.



Дәрес барышы.

Ойоштороу мәле.

-Һаулыҡ һорашыу.

- Бөгөнгө көн тураһында һөйләшеү.

-Артикуляцион күнегеү.

2.Үткән дәресте иҫкә төшөрөү,өйгә бирелгән эште тикшереү.

-нимә ул бәйет.

-ниндәй ике төргә бүленә.

-бәйеттәр нисек башҡарыла.

- Рус-француз һугышы бәйете ниндәй төргә ҡарай.

-Был бәйеттә ниндәй ваҡиға һүрәтләнгән.

-Рус полководецы кем булған.

-Ватан һуғышы тураһында тағы ла Я.Хамматов яҙған ниндәй әҫәр өйрәндек.

-Ошо һуғышта башҡорт һуғышсылары үҙҙәрен ниндәй көрәшсе итеп күрһәтәләр.

-Улар нисек көрәшә.

-Ошо батырлыҡтары өсөн башҡорт һалдаттарын нимә менән сағыштыралар.

-Башҡорт һалдаттарының батырлығына урыҫтар һоҡланып бөтә алмай,уларға Кутузов “ Любезные мой башкиры,Молодцы”-тип мөрәжәғәт итә,шунан “Любизар” шиғыры барлыҡҡа килә.

3.Яңы тема өҫтөндә эш.

-Бөгөн ошо йыр менән танышып үтәбеҙ.

-Дәрестең маҡсатын билдәләйбеҙ. (тимәк ,дәрестә йырҙың һүҙҙәрен дөрөҫ уҡырға,йөкмәткеһен аңларға тырышабыҙ,яңы һүҙҙәр менән танышасаҡбыҙ.

-Ә хәҙер .дәфтәрҙәрҙе асып теманы яҙып ҡуйҙыҡ.

Яңы һүҙҙәрменән танышы, һүҙлек дәфтәрҙәрендә эш.

-Бәхилләшеү-

-ҡыҫмаҡлау-