Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы
Республика политехник лицей-интернаты
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Азат Насретдин улы Хәлилов
Асыҡ дәрес темаһы : Талха Ғиниәтуллин. ”Мәтрүшкә еҫе” хикәйәһе
Йәлеп ителгән класс Республика политехник лицей интернатының 8 бкласы
Күмертау ҡалаһы
2015 йыл 12 февраль
Маҡсат: 1. Яҙыусының тормош һәм ижад юлы менән танышыу, әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, анализлау.
2. Уҡыусыларҙың бәйләнешле телмәрен үҫтереү, һүҙ байлығын арттырыу.
3. Әсәйҙәргә ҡарата һөйөү, иғтибарлы ҡараш тәрбиәләү, мәтрүшкә үләненең дауалаусы, шифалы, сихәтле үҫемлек икәнен еткереү
Йыһазландырыу : яҙыусының портреты, китаптар күргәҙмәһе, проектор, мәтрүшкә үләне.
Дәрес барышы : 1. Психологик инеш.
Хәйерле көн, уҡыусылар! Тәҙрәнән ҡарағыҙ әле! Күк йөҙөндә ҡояш йылмая. Ул нурҙары менән бөтәбеҙҙе лә йылыта, наҙлай. Ошо ҡояш кеүек һеҙҙе әсәйҙәрегеҙ , тик бәхеттәр генә теләп лицейға оҙатты. Һеҙ - тыныс илдә йәшәүсе, ата-әсәле бәхетле балалар. Ошо хис һеҙҙең бар булмышығыҙҙы солғаһын, күңелегеҙгә тулышһын һәм һәр саҡ оҙата йөрөһөн.
2. Әсә тураһында шиғыр. Уҡыусы һөйләй.
3. Дәрескә маҡсат ҡуйыу.
Уҡытыусы. Уҡыусылар, нисек уйлайһығыҙ, ни өсөн дәресте ошо шиғырҙан башланыҡ?
Прогнозлау. Уҡыусылар дәрес әсәйҙәр, уларҙың балаларына ҡарата тәрән һөйөүе тураһында буласаҡ, тигән фекерҙәр әйтәләр.
-Әсәйҙәр тураһында тағы ниндәй әҫәрҙәр беләһегеҙ?
(“Ҡояшҡа әйләнгән әбей” әкиәте, Кәтибә Кинйәбулатова “Әсә күңеле” шиғыры, Ҡәҙим Аралбаев “Кисер, әсәй”, “Әсәйҙең сәй япраҡтары” шиғырҙары.)
Дәрестең маҡсаты әйтелә. Эйе, әсәйҙәргә яҙыусылар һәм шағирҙар бик күп әҫәрҙәр бағышлағандар. Бөгөн беҙ шундай әҫәрҙәрҙең береһе менән танышырбыҙ. Ул "Мәтрүшкә еҫе" тип атала. Хикәйәне ижад итеүсе Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Талха Ғиниәтуллин.
.
4. Дәрестең маҡсатын хәл итеү.
Дәфтәргә дата, аҙна көнө атамаһы, тема яҙыла.
Дәрескә алдан әҙерләнеп килгән уҡыусы яҙыусының тормош юлы һәм ижады тураһында һөйләй. Интерактив таҡтала яҙыусының фотоальбомы ҡарала.
Талха Йомабай улы Ғиниәтуллин 1926 йылда Башҡортостандың Учалы районы Ураҙ ауылында тыуған. Ауылдаштары һәм йәштәштәре кеүек уға йәшләй үҙ заманының иң ауыр йөктәрен күтәрешергә тура килә, колхоз эше менән шөғөлләнә. Бөйөк Ватан һуғышы башланған йылда ФЗО-ға уҡырға китә. Уны тамамлағас, заводта әллә ни оҙаҡ эшләргә тура килмәй, 1943 йылда әле ун етеһе лә тулып өлгөрмәгән егетте хәрби хеҙмәткә алалар. Оҙаҡламай Талха фронтҡа барып эләгә һәм һуғыш тамамланғансы ауыр фронт, яу юлдарын үтә, бер нисә тапҡыр яралана. Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн миҙалдар менән бүләкләнә. 1948 йылда Талха Ғиниәтуллин демобилизацияланып ҡайтҡас, Кавказ яҡтарында тоннель төҙөү эштәрендә ҡатнаша. Унан баш ҡалабыҙ Мәскәүгә килеп, заводта фрезеровщик булып оҙаҡ ҡына йылдар эшләй. Киске мәктәпкә йөрөп урта белем ала. 1966 йылда М. Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлай. Илленсе йылдарҙан бирле Талха Ғиниәтуллин Мәскәүҙә йәшәй, үҙәк гәзит-журналдарҙа хикәйәләрен, повестарын баҫтыра. Ул рус телендә яҙа. Әммә башҡорт кешеһенең күпселек әҫәрҙәре үҙ туған халҡы, Башҡортостаны тураһында. Күп кенә повестары һуғыш темаһына арналған.
Уҡытыусы. Әҫәрҙе өйҙә уҡып килергә ҡушылғайны. Шуға күрә һеҙ уның йөкмәткеһе менән танышһығыҙ. Һеҙ белмәгән һүҙҙәр осранымы?
Һүҙлек эше.
Талымлы - привередливый
Бөтмөр - аккуратный
Кейеҙ – войлок
Әҫәрҙең йөкмәткеһе өҫтөндә эш.
-Әҫәр ниндәй жанрға ҡарай? (Хикәйә)
-Хикәйәгә хас үҙенсәлектәрҙе һанап сығығыҙ.( 1. Әҫәр күләме яғынан ҙур түгел; 2. Бер ваҡиғаға нигеҙләнгән; 3. Хикәйә үҙәгендә ике персонаж тора.)
-Әйҙәгеҙ, әҫәрҙең сюжетын ҡыҫҡаса һөйләп үтәйек.
(1-2 уҡыусы һөйләй).
-Әҫәрҙә ваҡиғалар бер-бер артлы ағыламы? Был ҡоролош нисек атала? Ул ни өсөн ҡулланыла?
(Әҫәр Хәбибулланың эштән ҡайтҡан саҡтағы кисерештәрен һүрәтләүҙән башлана. Артабан беҙ уның һуғышта яраланыуы һәм әсәһенең уны үлем тырнағынан йолоп алыуы тураһында уҡыйбыҙ.Әҫәрҙең аҙағында герой менән бергә бөгөнгө көнгә кире әйләнеп ҡайтабыҙ. Хикәйә әйләнмә композицияға ҡоролған. Был сара Хәбибулланың әсәһенә ҡарата мөнәсәбәтен уҡыусыларға көслөрәк, тәьҫирлерәк еткереү өсөн ҡулланыла.)
-Хикәйәнең төп геройы кем?(Әҫәрҙең төп геройы - Сафиуллин Хәбибулла)
-Хәбибулла әҫәрҙә ниндәй ролдәрҙә күҙ алдына килеп баҫты? (Хәбибулла районда, Башҡортостанда иң хөрмәтле кешеләрҙең береһе. Ул көтөүсе. Хәбибулла – ғаилә башлығы. Уның һөйөклө ҡатыны, унынсыны бөтөргән улы, бик оло йәштәге әсәһе бар.)
Дәфтәрҙәргә схема эшләгеҙ.
ғаилә башлығы-------Хәбибулла------- көтөүсе
атай-----------Хәбибулла-------ул
Төркөмдәрҙә эш.
Хәбибулланың һәр роленә ҡылыҡһырлама бирегеҙ.
1 –се төркөм. Хәбибулла – көтөүсе.
2 –се төркөм. Хәбибулла – ғаилә башлығы.
3 – сө төркөм. Хәбибулла – әсә улы.
(Хәбибулла үҙ эшенә бик яуаплы ҡарай. Йәйҙең ҡоро килеүе һәм һыйырҙарға эсергә һыу булмауына бик борсола. Быуа быуҙырыу өсөн колхоз рәйесе менән конфликтҡа инергә, хатта орденын кире бирергә лә риза.
Хәбибулла - ҡайғыртыусан атай. Улының уҡырға инеренә һәм уларҙың нәҫеленән дә уҡыған кеше сығырына ышана.
Оло йәштәге әсәһен Хәбибулла иҫкә алмай. Үҙ эшенә сумып, әсәһенең барлығын да онотоп ебәрә.)
- Хәбибулла ни өсөн орден менән бүләкләнә? Был хәл уны үҙгәртәме? Нисек? (Үҙен ни өсөн орден менән бүләкләгәндәрен Хәбибулла аңлап та етмәй. Уның хаҡында гәзиткә лә яҙалар, орден менән бүләкләйҙәр, Мәскәүгә лә барып ҡайта, әммә тормошонда бер үҙгәреш тә булмаған кеүек. Ул һаман көтөүсе булып ҡала. Тик күңеле генә үҙгәрә. Хәбибулла хәҙер үҙендә оло яуаплылыҡ һиҙә. Орденды уға үтескә биргәндәрҙер ҙә ул хәҙер ғүмер буйы шул бурысты эшләп түләргә кәрәк кеүек тоя.)
- Ул ниндәй ғаилә башлығы? Автор был хаҡта нимә ти? Шул юлдарҙы табып уҡырға. (Герой улы хаҡында бик йыш уйлай. Улы унынсыны бөтөрөп, институтҡа инергә әҙерләнеп йөрөй. "…Шундай тырыша егет, уҡыуға шундай әүәҫ. Һуң Сафиуллиндар нәҫеленән дә берәү юғары белемле булырға тейеш тә инде?"тип уйлай ул.)
- Атай булараҡ уға ниндәй сифаттар хас? (Хәбибулла - хәстәрлекле атай.Улының киләсәге өсөн борсола.)
- Һуғыштан һуңғы тормошо тураһында иҫтәлектәрҙә ниндәй юлдар бик йыш ҡабатлана? Текстан табып уҡырға. (Йәшәргә ҡайтып барамы ул, үлергәме; әллә үлергә ҡайтып бара, әллә йәшәргә ҡайтып бара Хәбибулла һалдат; көҙҙән дә ҡалмай был донъяны ҡуйырмын…)
- Хәбибулланың терелеренә табиптар өмөт өҙгәс, уны кем ҡурсалай? Әсә улын нисек дауалай? (Табиптар өмөт өҙһә лә әсә кеше балаһының ғүмере өсөн аҙағынаса көрәшә, Хәбибулланы өйгә алып ҡайта. Әсәһе менән ҡустыһы ихата уртаһына соҡор ҡаҙалар, эсенә ут яғалар. Яландан бер күбә мәтрүшкә алып ҡайтып, соҡорҙо мәтрүшкә менән күмеп, өҫтөнә өс таҡта һалалар һәм кейеҙ түшәйҙәр. Ҡыҙыу соҡорҙа мәтрүшкә быуланып бешә. Әсәһе менән ҡустыһы Хәбибулланы соҡорға һалып, муйынына тиклем ҡайнарланып торған мәтрүшкә менән күмәләр. Ошо рәүешле Хәбибулланы өс аҙна дауалайҙар. Көҙгә табан ул урынынан тороп йөрөй башлай, ҡыш алдынан идараға барып эш белешә.)
-Улын һауыҡтырыуҙа әсә ниндәй дауалау ысулын ҡуллана? (Әсә мәтрүшкә үләненең, ҡымыҙҙың дауалау көсөн яҡшы белгән. Шулар ярҙамында улын аяҡҡа баҫтырған.)
Уҡыусылар дауалау сараһы итеп ҡулланылған мәтрүшкә, ҡымыҙ хаҡында мәғлүмәт бирәләр. Урыҫ телле балалар яуап бирә. Башҡорт телле балалар өҫтәй.
(Мәтрүшкә - күп йыллыҡ үлән, бейеклеге 30-80 см, июль - сентябрь айҙарында алһыу аҡ сәскә ата. Мәтрүшкә ҡорораҡ ерҙә, урман ситендә, тау биттәрендә, йылға ярҙарында үҫә. Мәтрүшкәне сәскә атҡан сағында йыйып киптерәләр. Ҡыш көнө һыуыҡ алдырғандар мәтрүшкә сәйе эсеп, мунсала мәтрүшкәле миндек менән сабынып дауаланалар.)
Ҡымыҙ— бейә һөтөнән әсетеп әҙерләнгән күпереп торған аҡ төҫтәге эсемлек. Ҡымыҙҙы иң беренсе күсмә халыҡтар эшләргә өйрәнгәндәр һәм уны эшләү ысулын быуаттар буйына сер итеп һаҡлағандар.Рәсәйҙә ҡымыҙ менән дауалау учреждениеһы тәүге тапҡыр 1890 йылда С. Аксаковтың ейәнсәре О. Аксакова тарафынан төҙөлә. 1892 йылда Шафран тимер юл станцияһы тирәләй санаторийҙар селтәре барлыҡҡа килә. 1898 йылда Андреевский санаторийы асыла. Бөгөн Башҡортостан ҡымыҙ менән дауалау үҙәге булып тора. «Шафран», «Йоматау», «Алкино», «Глуховская», «Чехов», «Аксаков» исемендәге шифаханалар һәм башҡа ойошмалар бар.
Һүрәтләү саралары.
-Текстан “һауығыу” һүҙенең синонимдары табыла.(Сәләмәтләнеү, сихәтләнеү, терелеү)
-Улының ғүмере өсөн көрәшкәндә әсәнең ниндәй характер һыҙаттарын күрҙек? (Ныҡышмал, сыҙам, талапсан, әсәлек хисе көслө.)
-Ә Хәбибулланың әсәһенә ҡарата мөнәсәбәте ниндәй?
(Хәбибулла әсәһенән элек ҡурҡҡан, алдында ҡойолоп төшкән, күтәрелеп ҡарарға ҡыймаған. Хәҙер урап үтә, үҙен әсәһе алдында бурыслы итеп тоймай).
-Төп геройҙың тойғолары яңырыуына, хистәре нескәреүенә нимә сәбәпсе була? (Ауыр эш көнөнән һуң Хәбибулла мәтрүшкәле миндек менән мунсала сабына. Шул саҡ мәтрүшкә еҫе уны үткәндәренә кире алып ҡайта. Хәбибулла әсәһенең халыҡ дауаһы мәтрүшкә менән дауалауын иҫкә төшөрә, күңеле нескәрә, әсәһенә, тирә-яҡ донъяға ихласыраҡ ҡарай башлай.)
-Хәбибулла мунсанан сыҡҡас, кемде күрә? Уның әсәһенә ҡарата мөнәсәбәте үҙгәрәме? (Хәбибулла мунсанан сығыуға әсәһе күтәрмәнең икенсе баҫҡысында тора. Хәбибулла әсәһе ҡаршыһына килә, күҙҙәренә ҡарай. Әсәнең элеккесә тыныс, ҡырыҫ, талапсан ҡарашын күреп ҡаушап ҡала, өйгә инергә ярҙам итергә теләй һәм әсәһен ике беләгенә күтәреп өйгә индерә. Биш бала тапҡан, уларҙы күтәреп йөрөткән, бар ғүмере буйы балаларын кеше итер өсөн бик күп михнәттәр күргән әсәнең ҡауырыйҙан да еңел булыуына хайран ҡала.)
Әсә һәм мәтрүшкә образдары араһында параллелдәр үткәрегеҙ.
Әсә Мәтрүшкә
1)тормош һынауҙары 1)талымһыҙ
алдында ныҡ баҫып тора 2)ҡоролоҡҡа бирешмәй
2)ауырлыҡтарға бирешмәй 3)ябай үҫемлек
3)ябай
4) улын дауалай 4) төрлө сирҙәрҙе
5)уның ғүмере өсөн көрәшә. дауалау көсөнә эйә
Рефлексия.
-Беҙ танышҡан әҫәр нимә тураһында? Был әҫәр менән Талха Ғиниәтуллин нимә әйтергә теләгән? (Әҫәрҙә ауылдың ябай кешеһе Хәбибулла Сафиуллиндың көндәлек мәшәҡәттәр менән тулы йәшәйеше һүрәтләнә. Хикәйәлә шаҡ ҡатырғыс хәлдәр тасуирланмай. Был әҫәр кешелеклелек, кешенең эске байлығы, сафлығы, күңел матурлығы тураһында.)
-Киләһе дәрестә Талха Ғиниәтуллиндың ”Әсә һәм бала” хикәйәһен уҡыясаҡбыҙ. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, унда бөтөнләй икенсе төрлө мөнәсәбәттәр, беҙҙең заманға хас кире күренештәр менән осрашасаҡбыҙ.
- Беҙ һеҙҙең менән йыл да әсәйҙәр тураһында иншалар яҙабыҙ. Һеҙҙең ижади эштәрегеҙ барыһы ла миндә һаҡлана. Шулай уҡ бәйләнештә социаль селтәрендә “Арғымаҡ” битендә бирелә бара.
Йомғаҡлау.
- Дәрес башындағы һорауға кире әйләнеп ҡайтайыҡ. Ни өсөн әҫәр «Мәтрүшкә еҫе» тип атала? (Мәтрүшкә – тыуған ерҙең биҙәге. Мәтрүшкә еҫе күңелде байыта, сафландыра, йәшәү шатлығы уята. Әҫәрҙә тормош мәшәҡәттәренә сумып, әсәһенең тере кеше булыуын онотоп йөрөгән Хәйбулланың хистәрен мәтрүшкә еҫе яңырта.)
- Халыҡ хәтерендә әсәйҙәрҙе ҡәҙерләү, уларҙың ғаиләлә тотҡан урыны, роле тураһында бик күп мәҡәлдәр һаҡланып ҡалған. Экранда бирелгән мәҡәлдәрҙең икенсе яртыһын табығыҙ һәм әҫәргә тура килгәнен айырып әйтегеҙ.
Йәннәт әсәйҙәрҙең бала күңеле далала.
Әсә күңеле балала, Тәңре хаҡы.
Әсә хаҡы - бала етем булмай.
Әсә янында аяҡ аҫтында.
(Әсә хаҡы – Тәңре хаҡы. Әсә күңеле балала, бала күңеле далала.)
- Беҙҙең илдә әсәйҙәрҙең бәҫен күтәреү өсөн бик күп эштәр башҡарыла.
Республикала Әсә йылы иғлан ителде. Шулай уҡ һәр йыл һайын ноябрҙең һуңғы көнөндә әсәләр көнөн билдәләү яҡшы традицияға әйләнде. Был көндө иң беренсе булып Анна Джерси тигән уҡытыусы әсәһенә арнап үткәрә башлай. Байрамдың маҡсаты бер: иң бөйөк кеше - Әсәгә - сикһеҙ хөрмәтебеҙҙе, мөхәббәтебеҙҙе белдереү, уның алдында баш эйеү, күңел йылыһын бүләк итеү.
Өйгә эш. Әсәйҙәр көнө алдынан ҡәҙерлеләрегеҙгә әйтергә теләгән иң ихлас, ысын йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәрегеҙҙе хат итеп яҙып килегеҙ.