Урок по башкирскому языку на тему У нас зимующие птицы.Неопределенная форма прошед.времени (6 класс)

Автор публикации:

Дата публикации:

Краткое описание: ...


6-сы класс өсөн дәрес план-конспекты (Юлдашбаева Алина Хәбир ҡыҙы)

Тема: Беҙҙә ҡышлаусы ҡоштар.Үткән замандың юҡлыҡ формаһы.

Маҡсат: -үткән замандың юҡлыҡ формаһы менән танышыу,һөйләмдәрҙән дөрөҫ табырға өйрәнеү;

-беҙҙә ҡышлаусы ҡоштарға нисек ярҙам итеү хаҡында һөйләшеү;

Йыһазландырыу: дәреслек,карточкалар,һүҙлектәр,интерактив таҡта, “Ҡыҙыл китап”

Дәрес барышы

1.Ойоштороу моменты

-Хәйерле көн, уҡыусылар! Бер-беребеҙгә ихлас йылмайыу бүләк итеп,уңышлы эш көнө теләп,дәресебеҙҙе башлайыҡ.

Артикуляцион күнегеү:

-Әйҙәгеҙ, дәрестә башҡортса дөрөҫ итеп һөйләшер өсөн телде шымартып алайыҡ.

1-се слайд

-Афарин,уҡыусылар!

- Ә хәҙер, таҡталағы фонетик күнегеүгә күҙ һалайыҡ.

2-се слайд

Ҡара ҡарға ҡарҙан бара,

Ҡанаттарын ҡаға-ҡаға

(хор менән уҡыла,шунан балалар рәтләп уҡый).

-Афарин,уҡыусылар!

-Шулай итеп, башҡорт теленең өн һәм хәрефтәрен иҫкә төшөрҙөк, дәресте дауам итәйек.

2.Өйгә эште тикшереү.

-Әйҙәгеҙ, хәтер һандыҡтарығыҙҙы асып, үтелгән теманы ҡабатлап алайыҡ.

(таҡтала яҙылған ҡылымдарҙы, үткән заман 1-се зат,берлектә ҡуйып яҙырға кәрәк.)

3-сө слайд (уҡыусылар,берәмләп сығып яҙалар)


Уҡырға – (уҡыным)

Яҙырға – (яҙҙым)

Һөйләргә - (һөйләнем)

Йырларға – (йырланым)

Уйнарға – (уйнаным)

-Ошонан сығып, шуны әйтергә була, балалар, һеҙ ҡылымдың үткән заман темаһын яҡшы үҙләштергәнһегеҙ, афарин.

-Бөгөн дәрестә үткән замандың юҡлыҡ формаһы, уның яһалышы менән танышырбыҙ.

3.Тема өҫтөндә эш.

-Ә хәҙер, дәфтәрҙәрҙе асып, числоны һәм теманы яҙып ҡуяйыҡ.

Тема:Беҙҙә ҡышлаусы ҡоштар.Үткән замандың юҡлыҡ формаһы.

-Дәрестә бөгөн беҙ һеҙҙең менән, үткән замандың юҡлыҡ формаһы менән танышасаҡбыҙ, һөйләмдәрҙән дөрөҫ табырға өйрәнәсәкбеҙ һәм тәбиғәтте йәмләүсе ҡанатлы дуҫтарыбыҙ-беҙҙә ҡышлаусы ҡоштар, уларға ҡыш көнөндә нисек ярҙам итеү хаҡында һөйләшербеҙ.

-Башҡорт телендә ҡылымдарҙың үткән заман формаһы –МА, -МӘ ялғауы менән яһала.

4-се слайд

Килдең-кил-мә-нең

Уҡының-уҡы-ма-ның

-Әйтегеҙ әле, ни өсөн был һүҙҙә -мә ялғауы, икенсе һүҙҙә -ма ялғауы яҙылған?

(Яуап:Әгәр ҙә, тамыр һүҙҙә нәҙек һуҙынҡылар бар икән,тимәк –мә ялғауы,ҡалын һуҙынҡы икән –ма яҙыла).

-Эйе, дөрөҫ.Хәҙер һүҙҙәрҙе тәржемә итеп ҡарайыҡ.

5-се слайд

Килдең(пришел)- кил+ мә+ нең(не пришел)

Уҡының(читал)- уҡы+ма+ның(не читал)

- Иғтибар итәйек әле, башҡорт телендәге –МА,-МӘ ялғауы ҡылымдың тамырынан һуң килһә, урыҫ телендә НЕ киҫәксәһенә әйләнә һәм ҡылымдан алда килә.

-МА,-МӘ ялғауы эштең башҡарылмауын аңлата.

-Дәреслектә күрһәтелгән миҫалға күҙ һалайыҡ.

1-се уҡыусы: берлектә яҙылған ҡылымдарҙы уҡый.

Мин яҙманым, һин яҙманың,ул яҙманы.

2-се уҡыусы: күплектә яҙылғанды.

Беҙ яҙманыҡ,һеҙ яҙманығыҙ,улар яҙманылар.

-Афарин,уҡыусылар! Ә хәҙер, үҙегеҙ миҫалдар килтереп ҡарағыҙ.(миҫалдар уйлайҙар)

4.Нығытыу.

-Теманы нығыраҡ үҙләштереү кимәлен тикшереү өсөн 187-се күнегеүҙә бирелгән ҡылымдарҙы 2-се зат үткән заман юҡлыҡ формаһында үҙгәртеп ҡарайыҡ (телдән, өлгө лә бирелгән таблица буйынса). -Афарин.

-Һеҙҙең алдығыҙҙа карточкалар ята, бында һеҙгә һөйләмдәр бирелгән,үткән заман юҡлыҡ формаһындағы ҡылымдарҙың яҙылышын тикшереп дөрөҫ булған һөйләмдәрҙе күсереп яҙығыҙ.

6-сы слайд

1.Башҡортостанда бөтә ҡоштар ҙа ҡышламәй.

2.Турғайҙар йылы яҡҡа осоп китмәй.

3.Уҡыусылар ҡышын ҡоштарға тағараҡ элергә,уларҙы ашатырға онотмай.

4.Һандуғас ҡышын һайрамәй.

5.Ҡоштар ем ашаманы.

(Һөйләмдәрҙе уҡып,тикшереү).

-Әйтегеҙ әле, был һөйләмдәрҙә һүҙ нимә тураһында бара?

(Яуап:Ҡоштар тураһында).

-Әйҙәгеҙ, моңло ҡоштар һайрауы аҫтында ял минуты ойоштороп алайыҡ.

7-се слайд

Ял минуты:


Ҡоштар осто,осто теҙелеп

Остолар ҙа,төштөләр.

Ултырҙылар, ял иттеләр.

Унан тағы остолар.

Остолар,остолар

Парта артына боҫтолар.


Теманы дауам итеү. Дәреслектә бирелгән, 186-сы күнегеүҙәге тексты уҡыйбыҙ, тәржемә итәбеҙ.

Яңы һүҙҙәрҙе һүҙлек дәфтәрҙәренә яҙып ҡуяйыҡ.





8-се слайд


Тағараҡ-кормушка

Аслыҡтан- от голода

Ҡышлаусы ҡоштар-зимующие птицы

Ҡалған ҡоштар-оставшиеся птицы

Ярҙамға мохтаж-нуждаются в помощи

-Шулай итеп, донъялағы бик күп ҡоштар араһынан 70-ләп төр ҡош ҡышлай.Уларҙы һеҙ беләһегеҙме? Хәҙер, мин һеҙгә бер-нисәүһен генә күрһәтәм, уларҙың исемдәрен әйтегеҙ.

9-сы слайд (турғай менән күгәрсен һүрәттәре)

-Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, ҡоштарға ҡышын ни өсөн ауыр?( яуап:һыуыҡтар башлана, ем табыуы ҡыйынлаша).

-Ҡоштар ни өсөн күпләп үлә? (яуап:аслыҡтан)

-Һеҙ ҡоштарҙы ашатаһығыҙмы?

-Ни өсөн ҡоштар - беҙҙең дуҫтар тип әйтәбеҙ? (яуап:сөнки ҡоштар тәбиғәтте зарарлы бөжәктәрҙән һаҡлай, баҫыуҙарҙан мул уңыш алырға ярҙам итә).

-Балалар,ни өсөн ҡоштарға ярҙам итергә тейешбеҙ?(яуап)

-Эйе,беҙ уларҙы ысынлап та, һаҡларға, яҡларға тейешбеҙ, уларҙың күбеһе «Ҡыҙыл китап” ҡа индерелгән.

-Ҡыҙғанысҡа ҡаршы уларҙың һаны йылдан-йыл кәмей, быға экология һәм кеше тәҫьир итә.

5.Йомғаҡлау.

-Шулай итеп, бөгөнгө дәрестә нимәләр тураһында һөйләштек? Ниндәй һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр иҫегеҙҙә ҡалды?(Яуаптар)

10-сы слайд



-ҡоштар тураһында

Үткән замандың юҡлыҡ формаһы:

-МА

-МӘ ялғауҙары

-Ҡылымдың үткән заман юҡлыҡ формаһы темаһын өйрәнгәндә, үҙебеҙҙең дуҫтарыбыҙ ҡышлаусы ҡоштар тураһында ла иҫкә төшөрөп үттек.

Ҡоштар-беҙҙең ҡанатлы дуҫтар икәнен бер ҡасанда иҫтән сығармайыҡ.Уларҙы һаҡлайыҡ, ҡыш көнө тағараҡтар элеп, көн һайын ем һалырға онотмайыҡ, улар тәбиғәттең бер өлөшө, ә тәбиғәтте яҡлау үҙ-үҙеңде яҡлау ул. Кейектәр донъяһына йыртҡыс булып инмәйек.

Баһалау.

Өйгә эш биреү:

Һүҙлектәргә яҙып ҡуйған һүҙҙәрҙе иҫтә ҡалдырырға, ҡылымдың үткән заман юҡлыҡ формаһын ҡулланып, ҡышлаусы ҡоштар тураһында 3 һөйләм яҙып килергә.