Внеклассное мероприятие Тәрән тамырлы ағас

Автор публикации:

Дата публикации:

Краткое описание: ...


«Т1р1н тамырлы а7ас о8а6 й1ш1й»

Класс бүлмәһе байрамса биҙәлгән. Күңелле музыка яң7ырай. Укыусылар тарафынан "Әссәләмәъәләйкүм" (Ғ. Садә һүҙҙәре, Р.Әхиәрова көйө) йыры башҡарыла.

Барышы



алып барыусы (Диана Г.)

һаумыһы7ыҙ, тип сәләмләйем, Тыу7ан ауыл кешеләрен. Йылы һүҙем кинәндерһен Ололарын, кеселәрен!

алып барыусы (Диана А.)

Хәйерле көн, хөрмәтле ҡунаҡтар, уҡытыусылар, укыусылар! "Тәрән тамырлы ағас оҙаҡ йәшәй" тип аталған кисәбеҙ асыҡ тип иғлан ителә. Нәҫел- нәсәп, ырыу, тамырҙар, йәғни, кемдәр улар беҙҙең туғандарыбыҙ, яҡындарыбыҙ? Сығышыбыҙ ҡайҙан? Ошо хаҡта уйланырға, тарихҡа күҙ һалырға йыйылдыҡ бөгөн.

Оло байрамға мөхтәрәм ҡунаҡтар ҙа килгән. (Таныштырыу.)



1-се уҡыусы. (Радмилла)

Оло байрам бөгөн беҙҙә,

Ырыуҙаштар йыйыла

Ата-бабалар мираҫы —

Шәжәрә байрамына.


    1. се уҡыусы. (Тимеров А.)

Ғорур һүҙ әйт һораһалар:

"Кайһы ырыу, ниндәй заттан ?

" Киләсәккә айыҡ ҡарар

Үҙ тарихын белгән яттан/



    1. сө уҡыусы. (Элина)

Бер-береңә то7ролоҡҡа

Бөгөн анттар бирегеҙ!

Күршеләрҙе күрегеҙ

Ҙурлау булһын һүҙегеҙ.


    1. се уҡыусы. (Радмилла)

Ил хәлдәрен белегеҙ,

Туғандарҙы күрегеҙ.

Кипмәһен ырыу ағасы —

Тере һыуҙар һибегеҙ!



    1. се уҡыусы. (Данир)

Бабаларың кем, тип һораһағыҙ Билгә ҡылыс та7ып

Сит ерҙәргә баҫып кермәгән. Килһә дошман уның үҙ иленә, Майҙан тотҡан,

Ҡурҡыу белмәгән.



  1. сы уҡыусы. (Данир)

Ырыу ағасы ҡоромаҫ,

Беҙ, йәштәр, барҙа ғына.

Рәхим итегеҙ, туғандар,

Шәжәрә байрамына!


Беҙ, йәштәр, барҙа ғына.

Рәхим итегеҙ, туғандар,

Шәжәрә байрамына!




  1. се уҡыусы. (Розалина)

Беҙ исемһеҙ түгел ерҙә,

Үткәнде байҡа ғына.

Тарихҡа сәфәр ҡылайыҡ

Шәжәрә байрамында!


  1. се уҡыусы. (Халикова Д.)

Хәтерләүҙәрҙән ҡурҡма һин!

Онотолмаһын үткәнең!

Бел һин, йыраҡ бабаларың

Нисек донъя көткәнен!

  1. сы уҡыусы. (Алина)

Шәжәрәне ғүмер буйы

Һаҡлаған тыуған йортом:

Беҙ бурыслы һиңә, ауылым,

Йәрмәкәйем—тыуған йортом!


  1. сы уҡыусы.( Илина)

Шәжәрә — ул бөйөк, изге йортоң,

Тейешһең һин уға ҡайтырға.

Унда һине туғаның да, ер ҙә,

Йән дә, ҡан да тейеш тартырға.

  1. се уҡыусы.(Тимиров А.)

Шәжәрә байрамы — байрам,

Эштәр уңғанда ғына.

Ырыу ағасы ҡоромай,

Йәштәр булғанда ғына.



алып барыусы (Диана Г.)

Шәжәрә, иң ҡәҙерле аманат — ҡомартҡы ул. Киләсәк быуын, ата-бабаларыбыҙ кеүек, үҙ тамырын, тарихын белһен тиһәк, шәжәрә төҙөүҙе дауам иттерергә тейешбеҙ. Уҡыусыларыбыҙҙың үҙ тамырҙарын нисек өйрәнеүен уларҙың сығыштарында күрербеҙ.

Сы7ыш я3аусылар 18ерл1н1 тор7ансы, Гульназ 3е8г1 бейе9ен б9л1к ит1

Альзана, Ильмира, (СЛАЙД-СОПРОВОЖДЕНИЕ) Айбулат, Ленар

Диана Г. Хал6ыбы88а матур йолалар бар

Ниге8енд1 ята йомартлы6,

Изгелекле хал6ым йолалары –

Алтындар8ан – алтын 6омарт6ы.

:аршы алы7ы8, халы6 уйынынан к9ренеш. (ЖБ)

алып барыусы (Диана А.)

Ваҡыт үтә... Ергә яңы быуын килә. Тормош дауам итә. Әйҙә, дауам итһен! Тик быуындар сылбыры ғына өҙөлмәһен! Ул минән, һинән, беҙҙән тора. "Тереләрҙең ҡәҙерен бел, үлгәндәрҙең ҡәберен бел" тигән боронғолар.

"Туғандарҙың ҡәҙерен бел " (Р. Сурағол һүҙ., Р. Тимербаев көйө) йырын Камалиева Эльза башҡара.


  1. (Диана Г.)Ҡәҙерле укыусылар, тамырҙарығыҙҙы онотмағыҙ, үҙегеҙҙең нәҫелгә генә хас булған күркәм ғәҙәттәрҙе һаҡлағыҙ! Туғандарығыҙға, халҡыбыҙға, илебеҙгә кәрәкле кеше булып үҫегеҙ. Башҡортостаныбыҙ сәскә атһын өсөн көс тә, ваҡыт та йәлләмәгеҙ!

  2. (Диана А.)

  3. Ырыу ағасы һин, эй шәжәрәм!

  4. Һин үҫкәндә донъя йәшәрә.

  5. Күкрәк киреп олон тарбайтҡанда,

  6. Күкте терәп ерҙә һин торғанда,

  7. Йәшәргә лә әле йәшәргә!