ТЕМА : Һөнәрҙәр .
Маҡсат: 1.Һөнәрҙәр менән таныштырыу; дөрөҫ итеп һөйләмдәр төҙөргә өйрәтеү;
2.Хәтерҙе нығытыу; аңды, белемде үҫтереү, каллиграфияны матурлатыу; телмәр
Күнекмәләрен камиллаштырыу.
3. Тырыш кеше булырға,төрлө һөнәрҙәр үҙләштерергә, һәр эшләгән эште яратып башҡарырға ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: дәреслек, алфавит,компьютер,һөнәрҙәр һүрәте.
Дәрес барышы:
1. Ойоштороу мәле
-Һаумыһығыҙ , уҡыусылар, ултырығыҙ. Хәҙер һәр берегеҙ күршеләребеҙгә ҡарап , йылмайып алайыҡ.Дәресте ошолай күңелле, яҡшы итеп үткәреп ебәрәйек.
2. Артикуляцион күнегеүҙәр.
Дәрестә дөрөҫ һөйләшер өсөн, телде шыматтып алайыҡ.
Тиҙәйткестәр әйттереү.
3. Төп өлөш
Эпиграф:
Һөнәре бар юғалмаҫ.
С профессией не пропадешь.
-Был мәҡәл нимә тураһында? Һеҙ нисек аңлатырһығыҙ?
-Һеҙҙең алда һүрәттәр бирелгән.унда кемдәр төшөрөлгән?
-Ниндәй һөнәр эйәләрен күрәһегеҙ?
Һәр кеше бер, йәки бер нисә һөнәр эйәһе булырға тейеш.Күп һөнәр белгән кеше бер ҡасан да тормошта юғалмаҫ.Үҙ урынын табыр донъяла.
Тимәк, беҙ бөгөн дәрестә һөнәр тураһында һөйләшәсәкбеҙ.
-Беҙҙең дәрестең маҡсаты ниндәй?
1)Төрлө һөнәрҙәр менән танышыу; һорауҙарға яуап биргәндә, дөрөҫ итеп һөйләмдәр төҙөргә өйрәнеү.
2) белемле булыу,үҫтереү.
3) һәр эшләгән эште яратып башҡарырға, һөнәрҙәргә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү.
а) Уҡытыусы һүҙҙәрҙе уҡый. Уҡыусылар бергә ҡабатлай.
Тәржемәсе – переводчик
Төҙөүсе – строитель
Балыҡсы – рыбак
Бейеүсе – танцор
Йырсы – певец
Һатыусы – продавец
Игенсе – хлебороб
Китапханасы – библиотекарь
Тәрбиәсе – воспитатель
Ашнаҡсы – повар
Тракторист – тракторист
Ҡурайсы – кураист
Баҡсасы – садовод
б) Ҡабатлаған һүҙҙәрҙән һөйләмдәр төҙөгөҙ.
Донъяла 30 меңләп һөнәр бар.Һәр кем үҙенә оҡшаған,күңеленә ятҡан һөнәрҙе һайлап ала.Киләсәктә һеҙ шулай үҙегеҙ яратҡан һөнәрҙе үҙләштерерһегеҙ тип уйлайым.
в) Проект эше:
-Һеҙ үҫкәс кем булырға теләйһегеҙ?
Өй эше – үҙегеҙ һайлаған һөнәрҙе һүрәттә төшөрөргә, һөнәр тураһында текст төҙөп килергә ине.
Рәхим итегеҙ.
Бик матур һүрәттәр төшөрөп килгәнһегеҙ. Афарин. Төҙөгән текстарығыҙ ҙа миңә оҡшаны.Тимәк ,беҙҙең арала күренекле шәхестәр : табиптар(врачтар), шоферҙар, уҡытыусылар, ашнаҡсылар, һатыусылар һәм башҡа һөнәр эйәләре ултыра. Һеҙгә аҡ юл, хыялдарығыҙҙың тормошҡа ашыуын теләйем.
ФИЗМИНУТКА
г) Китап буйынса эш. 30 бит, 40 күнегеү
1.Уҡытыусының өлгөлө уҡыуы.
2.Уҡыусыларҙың үҙаллы уҡыуы.
3.Һүҙлек эше.
4.Сылбырлап уҡыу, тәржемә иттереү.
5.Йөкмәткеһен һөйләттереү.
Ошо текстан сығып әйҙәгеҙ әле беҙҙең мәктәп – интернатта ниндәй һөнәр эйәләре эшләй икән һанап үтәйек : уҡытыусы, тәрбиәсе, ашнаҡсы, шофер, ҡарауылсы, мунсасы, иҙән йыуыусы, табиб, шәфҡәт туташы, бугалтер , электрик , качегар һ.б. Бына һеҙҙе уҡытыуҙа, йәшәтеүҙә күпме кеше көс түгә. Һеҙгә тик ҡәҙерҙе белеп тырышып уҡырға, үҫкәс улар кеүек һөнәр эйәләре булырға кәрәк.Һөнәр алғас, тырышып эшләргә, һәр эште еренә еткереп эшләргә өйрәнегеҙ.Бәләкәйҙән үк тырыш булып үҫегеҙ.
д ) Һөнәрҙе белдергән һүҙҙәр -СЫ, - СЕ ялғауы менән төҙөлә.
Әгәр һүҙҙә тамырҙа (а,о,у,ы ) ҡаты һуҙынҡылар килһә, һүҙ ялғауында -СЫ килә.
Мәҫәлән : баҡсасы – садовод
Әгәр һүҙҙә тамырҙа ( и,е,э,ә,ү,ө ) нәҙек һуҙынҡылар килһә, һүҙ ялғауында -СЕ килә.
Мәҫәлән : тәрбиәсе – воспитатель
Сит телдән килгән һөнәрҙе белдергән һүҙҙәрҙә(в заимственных словах) ялғауҙар яҙылмай.
Мәҫәлән : инженер, агроном, банкир,архитектор,экономист
4. Грамматик эштәр. Карточкалар менән эш. Парлап эшләйҙәр.Бер береһенең эштәрен тикшерәләр, баһалайҙар.
Балыҡ....
Тәрбиә....
Космонавт...
Йыр....
Бейеү....
Уҡ....
Эш....
Врач...
Мунса....
Уҡытыу....
5. Ребустар сисеү.
Уҡыусылар, һеҙҙең алда һүрәттәр бирелгән, ошо һүрәттәрҙә башҡортса һөнәнҙәрҙе әйтегеҙ.
Һүрәттәр буйынса һөйләмдәр төҙөгөҙ.
6. Дәресте йомғаҡлау.
-Уҡыусылар, бөгөн дәрестә беҙ нимә тураһында һөйләштек , нимәләр белдек ?
-Ҡуйған маҡсаттарыбыҙҙы үтәнекме?
-Ниндәй маҡсаттар ҡуйғайныҡ?
Һөнәрҙәр тураһында һөйләштек. Һәр кеше бер нисә һөнәр үҙләштерергә тейеш икәнен белдек.
Һөнәрҙе белдергән һүҙҙәрҙә тамырҙа (А,О,У,Ы) ҡалын һуҙынҡылар булһа -СЫ ялғауы яҙыла.
(Ә,Ү,Ө,Е) нәҙек һуҙынҡылар булһа -СЕ ялғауы яҙылыуын белдек.
Сит телдән кергән һөнәр исемдәрендә ялғау ҡушылмағанын бедек.
7.Баһалау.
8.Өйгә эш: Һөнәр тураһында кем күберәк мәҡәлдәр табып яҙып килергә.
9. Дәресте М.Кәримдең “Уҡытыусыма» йыры менән тамамлайыҡ.Сөнки тик уҡытыусылар һеҙҙе күп нәмәгә өйрәтә, белем бирә, төрлө һөнәрҙәр менән таныштыралар.
Балыҡ....
Тәрбиә....
Космонавт...
Йыр....
Бейеү....
Уҡ....
Эш....
Врач...
Мунса....
Уҡытыу....