Конспект урока по башкирской литературе Ай Уралым, Уралым

Автор публикации:

Дата публикации:

Краткое описание: ...


ТИМЕР ЙОСОПОВ. «Ай Уралым, Уралым».

Маҡсаттар:

  1. «Ай Уралым, Уралым» шиғырының йөкмәткеһен үҙләштереү.

  2. Шиғырҙа автор позицияһының сағылышын күрһәтеү.

  3. Тыуған яҡ, тыуған ер менән ғорурлыҡ тойғоларын тәрбиәләү.

Уҡыусылар эшмәкәрлегенең эш төрҙәре.

«Ай Уралым, Уралым» шиғырын тасуири уҡырға өйрәнеү, Текст буйынса һорауҙар төҙөү һәм уларға яуап биреү. Йөк мәткеһе буйынса һорауҙарға яуап биреү. Урал образының би релешен аңлау. Урал образының башҡорт халҡы өсөн и и тиклем ҡәҙерле булыуын аңлау. Шиғырҙа ҡулланылған тасу ири һүрәтләү сараларын табып, уларҙың функциональ ролон асыҡлау. Урал тураһындағы коллектив диалогта ҡатнашыу.

Йыһазландырыу: проектор, экран, Урал тауҙары теҙмшш ре төшөрөлгән слайд.

Дәрес барышы

  1. Өйгә бирелгән эште тикшереү.

  1. «Эш дәфтәре» буйынса ҡушылған биремдәрҙең үтәлеп н > тикшереү.

  2. Сәйф Сараи кем ул? Уның ижады тураһында һөйлоп i

  • Парсалар тип ниндәй әҫәрҙәргә әйтәбеҙ?

  • Парсаларҙағы һөйләмдәрҙең төҙөлөшө, һүҙҙәрҙең кшм тәртибе нисек? Хәҙерге әҙәби телдән нимәһе менән айырм'ш!

  • «Уҙынған шәкерт» парсаһында һеҙ кемде нығыраҡ оҡшаттығыҙ?

  • Икенсе парсала ғалимдың әйткән һүҙҙәрен нисек аңлайһығыҙ?

  • «Әҙәп өйрәнеү» парсаһында Лоҡман Хәкимдең әйткәндәренән ниндәй фәһем алдығыҙ?

  • Бөгөнгө башҡорт әҙәбиәтендә парса жанры бармы, булһа, ҡайһы яҙыусы ижадында сағыла?

  1. Яңы тема.

  1. Уҡыусылар, беҙҙең Башҡортостаныбыҙ ҡайҙа урынлашҡан?

  • Дөрөҫ, шуға күрә лә Башҡортостанды йыш ҡына Урал менән бәйләйҙәр. «Беҙ Уралдан тиһәң, ә һеҙ Башҡортостанданмы?» тип шунда уҡ таныйҙар.

  • Башҡорт халҡының гимны булып ниндәй йыр тора?

(Урал йырын тыңлатып ҡарауҙы ойошторғанда һәйбәт була.)

  • Халҡыбыҙҙың мәшһүр эпосы нисек атала? Шуға күрә лә Урал башҡорт халҡының иң изге төшөнсәһенә әйләнгән. Яҙыусылар йыш ҡына Уралға арнап шиғырҙар ижад иткән, сисондәр йыр сығарған.

  • Бөгөн беҙ Башҡортостандың халыҡ шағиры Тимер Йосоповтың «Ай Уралым, Уралым» исемле шиғыры менән танышырбыҙ.

Тимер Йосоповтың ижады тураһында бер нисә кәлимә һүҙ.

Тимер Йосоп улы Йосопов 1938 йылдың 31 майында Башҡортостандың Дыуан районы Әбсәләм ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған. Өлкөндө урта мәктәбен тамамлағас, Ҡыйғы район газетаһында әҙәби хеҙмәткәр, Һатҡы ҡалаһында йөк ташыусы булып эшләй. 1962—1967 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт университетының филология факультеты студенты. Университеттан һуң Бөрйән районы Асҡар ауылы мәктәбендә уҡыта.

Өфөлә «Башҡортостан пионеры» газетаһы редакцияһында, Башҡортостан Яҙыусылар союзында әҙәбиәтте пропагандалау бюроһында эшләй. Мәскәүҙә Юғары әҙәби курстарҙа уҡып ҡайта. Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы председателенең и урынбаҫары булып эшләп ала.

Тимер Йосоповтың 60-сы йылдар башында матбуғатта сыҡҡан, уңышлы әҫәрҙәренең береһе — «Тормош» тигән шиғырҙар циклы. Уның поэзияһының иң яҡшы өлгөләре йәшәү, тормош, Тыуған ил, партия һәм халыҡ тураһында тәрән уйланыу ватансылыҡ тойғоларын йырлау менән характерлы.

Тимер Йосопов шиғыр һәм поэмаларында ауыр һәм героик

яу йылдары ваҡиғаларына, тормоштағы драматик ситуацияларға йыш мөрәжәғәт итә. Уның лирикаһында нескә тойғололоҡ, эмоционаллек, гражданлыҡ пафосы менән тығыҙ үрелеп китә.

  1. һуңынан уҡытыусы тәрән пафос, эмоциональ тонда шиғырҙы уҡып күрһәтә. Бер нисә уҡыусынан тасуири итеп уҡытыла.

Йөкмәткеһен үҙләштереү маҡсатында шиғыр буйынса бер нисә һорау тәҡдим ителә.

  • Шиғыр башҡорт халҡына ғына хас булған ниндәй традицияларҙы дауам итә?

  • Башҡорт әҙәбиәтендә тағы ниндәй яҙыусыларҙың ижадында был традиция киң сағыла?

  • Урал образын һүрәтләү өсөн Тимер Йосопов ниндәй һүрәтләү сараларын файҙалана?

  • Шағир ни өсөн Ете диңгеҙҙе кисеп тигән юлдарҙы файҙалана? Ул нимәне аңлата?

  • Урал тауҙарының бөйөклөгөн һүрәтләү өсөн шағир ниндәй сағыштырыуҙарға мөрәжәғәт итә? Шул юлдарҙы табып уҡып күрһәтегеҙ. (Ҡылдай һуҡмаҡтар үткәндә)

  • Ә бына төпһөҙ күктәргә тигән һүрәтләү сараһының исемен нисек әйтерһегеҙ? (Эпитет)

  • Шағир үҙенең был шиғырында ҡобайыр жанрына хас бер алымды ҡуллана? Йәгеҙ әле, шуны әйтеп ҡарағыҙ. Дөрөҫ, һәр строфала һуңғы юл шиғыр буйынса ҡабатланып килә. Шуның менән шағир Урал образын нығыраҡ күҙ алдына баҫтырырға, уның матурлығын, бөйөклөгөн күрһәтергә теләй. Әҙәбиәт ғилемендә ул нисек тип йөрөтөлә?

  1. Рефлексив анализ, баһалау.

  2. Өйгә эш.

  1. «Эш дәфтәре» буйынса бирелгән эштәрҙе эшләп килергә.

  2. Шиғырҙы ятлап килергә.