Эссе По следам Акмуллы

Автор публикации:

Дата публикации:

Краткое описание: ...


Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы

Туймазы районы муниципаль районы хакимиәтенең мәғариф идаралығы


















Аҡмулла эҙҙәре буйлап...

(Эссе)






Башҡарҙы: Мусина Наҙгөл,

Туймазы ҡалаһы

7-се урта мәктәбенең

9-сы класс уҡыусыһы


Ғилми етәксеһе:

Хәсәнова Зөләлә Әнәс ҡыҙы

Юғары категориялы

башҡорт теле һәм

әҙәбиәте уҡытыусыһы





Туймазы, 2016

Төрлө ижад кешеләре тарафынан ҡалдырылған мираҫты өйрәнеү барышында, ошо кешеләрҙең (яҙыусымы ул, шағирмы, әллә ул белгесме), тормош юлы үҙе ҙур иғтибарға лайыҡ булып тора. Сөнки тик кешенең үҙ башынан үткәндәр, үҙ тәҫирҙәре, үҙ кисерештәре генә ихлас, аңлайышлы уйҙар тыуҙыра, ижадына ҙур йоғонто яһай.

Мифтахетдин Аҡмулланың тормош юлы ла кисерештәргә бай. Үҙенең ғаиләһенән сығып киткәндә алып киткән арбаһына белем сығанаҡтары – китаптар, дәреслектәр, үҙенең ҡулъяҙмаларын һалып, ҡараңғылыҡ, наҙанлыҡ аша үткән һайын, Аҡмулла, юлындағы халыҡ, төрлө йәмғиәт вәкилдәре, төрлө милләт кешеләре, шулай уҡ дин араһында, яҡшы мөнәсәбәтте үҫтереү башланғыстары үҫентеһе ҡалдыра барған.

Мифтахетдин Аҡмулланың сығышы тураһында ике төрлө версия йәшәп килә. Улар бер- береһенә ҡаршылыҡлы ла әле.

Беренсеһе буйынса, Мифтахетдиндың атаһы Мөхәммәдйәр, ҡаҙаҡ кешеһе, татар һәм башҡорттар араһында йәшәгән, татар мәҙрәсәһендә белем алған, хәлфә булған. Әсәһе татар, Бибигөлсөм Сәлим ҡыҙы. Ошо ғаиләлә 1831 елның 14 (26) декабрендә Ырымбур губернаһы, Күл иле меңле волосы Дүсәй исемле татар ауылында (хәҙерге Башҡортостандың Бишбүләк районы) Мифтахетдин тыуған. Баланың атаһы бала тыуғансы үлеп китә, әсәһе Бибигөлсөм, малайы тыуып ҡырҡ көн үтеүгә, шул уҡ волостың Бәләбәй өйәҙе Туҡһанбай ауылынан килгән Камалетдин Ишмөхәммәт улына кейәүгә сыға. Йәш баланы Камалетдин мулла метрика дәфтәренә үҙ улы итеп, Мифтахетдин Камалетдин улы тип яҙҙыра. Әлеге версияның дәлиле итеп Акмуллаға Миәс зыяратында ҡуйылған ҡәбер ташындағы яҙыуҙы килтерәләр. Был ташҡа болай тип яҙылган: «Шәһидтарса үлтерелгән, 1913 йылда, … Аҡмулла исеме менән билгеле Мифтахетдин, нәҫел буйынса атаһы Мөхәммәдйәр хәлфә, тәрбиә буйынса атаһы мулла Камалетдин…»

Икенсе версия Мифтахетдин Камалетдин улы 1831 йылдың 14 (26) декабрендә Ырымбур губернаһы (1865 йылдан Уфа губернаһы) Бәләбәй өйәҙе Күл иле меңле волосы (хәҙерге Башҡоростан республикаһы Миәкә районы) Туҡһанбай ауылында мулла Камалетдин Ишҡужа улы менән Бибиөммөгөл (сөм) Сәлимйән ҡыҙы ғаиләһендә тыуған. 1834 йылдың 15 мартында Туҡһанбай ауылында халыҡ һанын алыу үткәрелә. Шунан ҡалған документтарҙа Мифтахетдиндең бабаһы, 66 йәшлек указлы мулла Ишҡужа, атаһы, 29 йәшлек Камалетдин Ишҡужин, әсәһе Бибиөммөгөлсөм, 3 йәшлек Мифтахетдин һәм уның һеңлеһе Гөлниса исемдәре теркәлгән.

Шулай ҙа, был ике версия йәшәп килһә лә, Акмулланың үҙ әҫәрҙәрендәге биографик мәғлүмәттәргә һәм замандаштары уның «үҙ ауыҙынан ишеткән» һүҙҙәргә таянып бында бар нәмә лә асыҡ һәм бәхәсһеҙ икәне күренә: милләте кем булыуға ҡарамаҫтан Мифтахетдин Аҡмулла аҡлыҡҡа илтеүсе, азатлыҡ өсөн көрәшеүсе ижад кешеһе. Уның мираҫын өйрәнеүселәрҙең һәммәһе лә уның татар, ҡаҙаҡ һәм башҡорт әҙәбиәттәре өсөн уртаҡ шағир икәнлеген таный.

Уҡыуға Аҡмулла һәләтле була: башта Ябалаҡтамаҡ, унан Менәүезтамаҡ, унан Әнәс ауылының Әхмәтйән хәзрәт мәҙрәсәһенә күсеп белем ала. Мифтахетдин зирәк, үткер була. Йәше егерменән уҙғас атаһының атын алып, тыуған йортонан ғилем эҙләп сығып китә. Стәрлебаш мәҙрәсәһенә килеп дәрестәр ала, Троицк ҡалаһына юл тота, уҡыуын шунда дәуам итә. Уҡыуҙан бушаған ваҡытында ҡазаҡ далаларына сығып, балалар уҡыта, беренсе ижад аҙымдарын яһай. Был йүнәлештә уға башҡорт, ҡаҙаҡ, татар фольклоры уңай тәьҫир итә. Ҡаҙаҡ аҡындарының ата-бабалар һүҙҙәренә ялғап һөйләүҙәрен үҙ ҡолағы менән ишеткән йәш сәсән үҙе лә импровизаторлыҡ оҫталығына өйрәнә. Шулай итеп Мифтахетдин үҙе лә кеше йыйылған урындарҙа беренсе ижад емештәрен уҡып ишеттерә. Был ваҡытта ул ябай халыҡты яҡлап сыға, үҙ артынан әйҙәй, мәғрифәтселек эшен алып бара.

Ул үҙенең уй- фекерҙәрен төрлө жанрҙарға һала: мәҙхиә, нәсихәт, әйтеш, ҡобайыр. Был әҫәрҙәрен ул халыҡ телендә, халыҡҡа аңлайышлы итеп ижад итә. Шуға күрә уның әҫәрҙәре телдән телгә күсә барып, халыҡ күңелендә һаҡланып ҡала һәм беҙҙең көндәргәсә килеп етә. Ауылдан ауылға йөрөгәндә осраған халыҡ менән уларҙың тыуған телендә һөйләшә. Уның өсөн милләт айырыу кеүек холоҡ -һыҙаты булмаған, ул тик кешелеклелек сифаттарына ғына эйә булған, башҡаларҙан да шуны талап иткән. Шағирҙың әҫәрҙәре ябай халыҡтың башына йәмғиәттәге мөнәсәбәттең ғәҙеллегенә шик орлоҡтары, социаль тиңһеҙлек, бер халыҡ менән икенсе халыҡ араһында иҙеү, яфалау кеүек нәмәләрҙе аңлауға нигеҙ һала. Шуға күрә лә инде Аҡмулла байҙар яғынан аңлашыусанлыҡ тапмаған, уларҙың асыуына тейгән, тынысһыҙлаған, уларҙың дошманына әүерелгән, улар ҡулынан хатта үлтерелгән.

Мифтахетдин Камалетдин улы Аҡмулла халҡының, заманының бөйөк улы. Ул халыҡтың “күҙен асыуҙа” ярҙам итте, мәғрифәткә өндәне, поэтик ижады менән халыҡҡа хеҙмәт итте. Башҡорт халҡының милләт булып формалашыу дәүерендә әҙәбиәткә килеп, ул башҡорт ауыҙ-тел ижадының традицияларын дауам иттерҙе, яҡтылыҡты, ғәҙеллекте, батырлыҡты данланы, мөһим проблемаларҙы күтәрҙе, уларҙы хәл итергә ынтылды. Ул күтәргән проблемалар үҙ халҡы менән генә сикләнеп ҡалмайынса, бик күп ҡәрҙәш халыҡтар өсөн дә уртаҡ ине.

Аҡмулла бар булмышы менән халыҡ шағиры булды. Уның поэтик ижады бөгөн дә ҡабатланмаҫ бер моң булып, халыҡ күңелендә йәшәй, йәш быуынды кешелеклелек, гуманизм рухында тәрбиәләүҙә, кешеләрҙә әҙәплелек, сабырлыҡ, кеселеклелек, якшылыҡҡа, матурлыҡҡа ынтылыш, эстетик зауыҡ күндереүҙә актив ҡатнаша.

Бөгөнгө көндә республикабыҙ уны хөрмөтләп иҫкә ала. Уның хөрмөтенә музейҙар, һәйкәлдәр асылған, төрлө йыйындар, саралар уҙғарыла, конкурстар, викториналар иғлан ителә. Былар барыһы ла халыҡ шағирының тормош юлы, уның шиғырҙары менән ҡыҙыҡһыныу уята, уларҙы популярлаштыра, уларға һаҡсыл ҡараш тыуҙыра, улар аша йәш быуында әҙәплелек, кеселеклелек, якшылыҡ, ғәҙеллек кеүек матур сифаттар тәрбиәләй.

Беҙ ҙә уның ижады алдында башыбыҙҙы эйәбеҙ.