|
Разработка урока Ноғман Мусин “Мәңгелек урман”
Автор публикации: Муллаярова Э.Р.
Дата публикации: 2016-11-19
Краткое описание: ...
Республиканский конкурс на лучшую методическую разработку, посвященный 85-летнему юбилею народного писателя Республики Башкортостан Нугумана Мусина
Нугуман Мусин “Мәңгелек урман” Разработка урока, предмет родная (башкирская) литература, 11 класс
Разработала: Муллаярова Эльвира Рифовна, учитель башкирского языка и литературы муниципального бюджетного общеобразовательного учреждения средняя общеобразовательная школа № 2 с. Верхние Татышлы Муниципального района Татышлинский район Республики Башкортостан
Верхние Татышлы 2016
Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндың 85 йәшлек юбилейына арналған “Иң яҡшы дәрес” эшкәртмәһе конкурсына
Дәрес эшкәртмәһе Ноғман Мусин “Мәңгелек урман” Әҫәре буйынса 11-се класта йомғаҡлау дәрес
Башҡарҙы: Муллаярова Эльвира Риф ҡыҙы, Башҡортостан Республикаһы Тәтешле районы муниципаль районы Үрге Тәтешле ауылының 2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Үрге Тәтешле 2016
Тема: Н.Мусин “Мәңгелек урман” романын йомғаҡлау. Маҡсат. Н. Мусиндың “Мәңгелек урман” романының идея-тематик йөк- мәткеһе менән танышыу; төркөмдәр ярҙамында тәнҡитле фекерләү алымын үҫтереү, төрлө яҡлы ҡараштарҙы һәм факттарҙы айырырға өйрәтеү, алынған мәғлүмәтте анализлау, диалогик телмәрҙе үҫтереү, экологик белемде киңәйтеү; тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләү, төрлө сығанаҡтарға таянып, ҡараласаҡ проблеманың көнүҙәк булыуын асыҡлау, урман – ер күркенең һатылмаҫҡа тейешлеген иҫбатлау. Йыһазландырыу. Н. Мусиндың портреты, “Мәңгелек урман” китабы, дәрес буйынса презентация. Дәрес барышы Ойоштороу мәле: Һаумыһығыҙ! Хәйерле көн! Ултырығыҙ!
Психологик инеш.
Мәҡәлдәр әйтеү һәм мәғәнәләрен асыу: Ағасты кем ултыртһа, емеше шуныҡы Ағас тамырынан әҙәм тамыры күберәк Урман үҫтергән аслыҡ күрмәҫ Урманлы юл — бер ҡат тун Урман - ерҙең йәшел юрғаны, тере ҡалҡаны Урман – ер күрке.
Ойоштороу. Уҡытыусы. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Н. Мусиндың “Мәңгелек урман” дилогияһы яҙыусы ижадында үҙенсәлекле урын тота. Исеменән күренеүенсә, романда ябай ғына түгел, ә мәңгелек урман тураһында һүҙ бара. Дилогияның беренсе китабындағы ошо юлдарға иғтибар итәйек: “Төлкөсура диләнкәгә һуғылып, урман ҡырҡыусылар эргәһенә туҡталды. Уларҙың һомғол ҡарағайҙарҙы ауҙарыуына, яңы ғына ҡарағай урманы томрап ултырған, хәҙер ҡола ялан булып ҡалған тау битләүенә ҡарап торҙо. – Шулай бына, ҡорҙаш-ҡоҙа, – тине Ҡотдос уның янына килеп, – көнөнә бер ҡаҙаҡ он алайым тип, ер йәмен китәрә- беҙ. Их, донъялар! … Теге саҡта Ҡотлоғужа менән староста алдап, ерҙе һаттырмаған булһалар… – Урман имен-аман ҡалыр ине, тимәксеһеңме? – Төлкөсура көрһөндө, тағы тирә-яғына күҙ йүгертте. – Лапшинға һатмаһаҡ, икенсе берәү киҫтерер ине. Бында эш Ҡотлоғужала ғына тормай, Ҡотдос. – Ә ниҙә тора һуң?” – әҫәрҙең ошо юлдарын уҡығас һеҙҙә ниндәй фекерҙәр тыуҙы?
(Беренсе төркөм һорауға яуап эҙләп әйтә. Икенсе төркөм яуаптың тулы һәм дөрөҫ яҡтарын күҙәтә һәм үҙ фекерен өҫтәй.) 1-се төркөмдөң яуабы. Был һорауға ҡапыл ғына яуап бирә алмай Төлкөсура. Бер яҡтан, урманды ҡырҡмайынса бушҡа серетеүҙән файҙа юҡ, икенсе төрлө уйлаһаң, шул хәтлем аяуһыҙ ҡырғас, ул бер заман бөтәсәк тә инде, урмандың да сиге бар. Унан, урман ҡырҡыу – халыҡҡа кәсеп. 2-се төркөмдең яуабы. Аҙмы-күпме аҡсаһын, онон алып тора. Тағы ла төптәнерәк уйлаһаң, тамаҡ хаҡына тиерлек эшләп, кешеләр күпме ыҙа сигә, ә Лапшиндар кеҫә ҡалынайта. Уҡытыусы ярҙамы. Ер-һыуҙы бөтөнләйе менән халыҡ ҡулына биреп, халыҡ унан үҙе генә файҙа күрһен ине лә бит, ләкин быны нисек эшләргә?
Бөгөн, уҡыусылар, төркөмдәрҙә эшләгән ваҡытта, бер быуат элек үк Төлкөсураны, халыҡты уйландырған, әле лә көнүҙәк яңғыраған “Урман һатылырға тейешме?”, “Ул халыҡҡа нисек хеҙмәт итә ала?” тигән һорауға яуап эҙләрбеҙ. (“Мәңгелек урман” романының эпиграфы уҡыла.) 1-се төркөмдең яуабы. “Урманды әрәм итмәҫкә!” Урман – ер күрке, ул халыҡ кеүек мәңгелек булырға тейеш. Башҡорт өсөн гүзәл тәбиғәт – рух сығанағы, шатлыҡ шишмәһе, йәшәү тамыры. Урман – сабынлыҡ түгел, йыл да күпереп ҡалҡып сыҡмай, ҡырҡылған ағастар урынына яңы үҫентеләр ултыртҡанда ла, уларҙың өлгөрөп етеүен быуаттар буйы көтөргә кәрәк. Уҡытыусы. Тарихҡа күҙ һалайыҡ. 1833 йылда Ырымбур губернаторы В.А. Перовский промышленниктарға үҙенең күрһәтмәһенән тыш урман һатыуҙы тыйған. Бөйөк химик Д.И. Менделеев 1899 йылда экспедиция менән Уралда булған. Ул Белорет районындағы Әүжән һәм Ҡағы тауҙарын күреп бик һоҡланған һәм был тауҙарҙы сарыф итергә һис юл ҡуйырға ярамай, тип иҫкәрткән. Тиҫтәләрсә йылдар Башҡортостан
урмандарында, башлыса, ҡарағай, аҡ шыршы, ҡарағас, ҡайын ҡырҡалар. Һөҙөмтәлә, улар текә тау битләүҙәрендә генә ҡалып бара. Фанера етештереү өсөн ҡайын күпләп ҡырҡыла. Ҡарағаслыҡтар киҫелеп бөткән. Урмансылар ағасы ҡырҡылған майҙандарға яңы үҫентеләр ултыртып өлгөрә алмай. Әгәр башлаған диләнкәгә ике йыл эсендә ҡарағай ултыртыуҙы хәстәрләмәһәң, уны тәүҙә ҡурай еләге, төрлө ҡыуаҡлыҡтар, унан һуң уҫаҡ, ҡайын баҫып ала. Ләкин зыяндың иң ҙур өлөшө – ағасты йығып әҙерләгәндә килтерелә. Мәҫәлән, 850 – 900 мең кубометр ағас әҙерләгәндә, кәм тигәндә, 150 мең кубометр ҡалдыҡ ҡала. Әгәр был йүнәлештә уйлап эш ойошторолһа, йыл һайын мең гектар самаһы урман ҡырҡылмаҫ ине. Урман бай булған һайын, уның атмосфера өсөн файҙаһы ла ҙурыраҡ. Урта йәштәрҙәге ағастар йәш ағас тарға ҡарағанда һауаны күберәк таҙарта. 20 йәшлек ҡарағай бер йыл эсендә – 9, ә 60 йәшлек ағас 13 тонна углекислый газ йота. 2-се төркөм, һеҙ ошо фекерҙе нисек дауам итәр инегеҙ? Интернет ресурстарын ҡулланырға мөмкин. 2-се төркөмдөң яуабы. Урман – атмосфера санитары. Юл буйында үҫкән бер гектар шыршы урманы – 30, ҡарағай сауҡалығы – 39, имәнлек – 54 тонна саңды үҙләштерә. Ҡала ерҙәрендә тиккә генә тирәк ултыртмайҙар. Уның япрағының бер квадрат метры үҙенә ете килограмға тиклем саң йыя, шул уҡ ваҡытта кешенең тын алыу системаһына ыңғай тәьҫир итеүсе эфир майҙары бүлеп сығара. Тимәк, урман – һаулыҡ, йәшәү сығанағы. Шуға ла беҙҙең команда “Урманды әрәм итмәҫкә!” тигән ҡарар сығара.
Уҡытыусы: ә ағас булмаһа, һеҙ яҙған дәфтәр, уҡыған китап өсөн ҡағыҙҙы ҡайҙан алырға мөмкин тип уйлайһың? 1-се төркөм. Хәҙерге көндә был хәлде электрон китаптар ярҙамында хәл итергә мөмкин. 2-се төркөм. Шулай уҡ элеккесә макулатура йыйыуҙы яңынан тергеҙергә кәрәк. Күптән түгел мәктәбебеҙҙә макулатура йыйыу акцияһы ойошторолдо. Был эш бик файҙалы. Уҡытыусы. Халҡыбыҙҙың боронғо йырҙарының береһе шулай тип башлана. Борон-борондан башҡорттоң көнкүреше, шөғөлө туранан-тура урман, уның һыуҙары, кейек-йәнлектәре, емеш-еләктәре менән бәйле булған. Урман кешене туйындырған да, кейендергән дә, әсе һәм эҫе елдәрҙән генә түгел, ҡайһы саҡ дошмандарҙан да һаҡлаған. 5,5 миллион гектар урманыбыҙ була тороп, бөгөн нефть эшкәртеүгә һәм нефть химияһына ғына ҡарап йәшәү һис тә дөрөҫ түгел. Урман – беҙҙең байлығыбыҙ, һәм беҙ уны оҫта, һөҙөмтәле файҙаланырға тейешбеҙ. Һуңғы йылдарҙа урман эшкәртеү эшҡыуарлығы үҫә башланы. Таҡта киҫеү, өй, мунса буралары эшләп һатыу буйынса шәхси цехтар асыла һәм халыҡҡа эш урындары булдырыла. Колхоз, совхоздар, лесхоздар бөтөрөлгән осорҙа халыҡ өсөн был бик файҙалы эш. Мәҫәлән, Тәтешле районы Үрге Тәтешле ауылы эшҡыуары Альберт Күсәрбаев Өлфәт Ғәлиев ағас эшкәртеү буйынса үҙ эшен асып ебәреп, районды ғына түгел, тирә-яҡ ҡалаларҙы төҙөкләндереү өсөн байтаҡ өлөш индерҙе. Уның цехы ишек, ултырғыс, өҫтәл, иҙән таҡтаһы, плинтустар етештерә, мунса, өй буралары күтәрә, беседкалар төҙөй. Өлфәт Ғәлиев 15 кешегә эш урыны булдырған. Урманлы ауылдағы халыҡтың күпселеге ошондай ағас эшкәртеү тармағында кәсеп итә. 1-се төркөм. Сит илдән килгән арендаторкилһә, улар беҙҙең халыҡты уйлармы һуң? Башҡортостан урмандары арендаға тик ошо республикала йәшәгән кешеләргә генә бирелергә тейеш. 2-се төркөм. Урман – төҙөлөш материалы ғына түгел, дөйөм халыҡ байлығы, сәләмәтлек сығанағы ла. Н. Мусиндың “Мәңгелек урман” дилогияһында күрһәтел еүенсә, урман йөҙ йыл элек нисек ҡырҡылып һатылған булһа, уны тәләф итеү бөгөн дә шулай дауам итә. Урманды вәхшиҙәрсә ҡырҡмайынса ла табыш алып була. Беҙҙең команда шундай табыштарҙың береһен – Баш ҡортостанда туристик индустрия булды рыуҙы тәҡдим итә. Уҡытыусы. Республикабыҙҙың үҙенсәлекле ғәжәп тәбиғәте “Бөтә донъя ҡырағай тәбиғәт” китабына индерелгән.
Спорт туризмының иҡтисади яҡтан килем килтереүен дә әйтеп үтергә кәрәк. Башҡортостандың һәр төбәгендә туристик проекттарҙы тормошҡа ашырырға мөмкинлек бар. Мәҫәлән, Мораҙым тарлауығы, Шүлгәнташ мәмерйәһе, һыу һаҡлағыстар, Ирәмәл тауы, шихандар… Беҙҙең илдә ике урында ғына, Көньяҡ Уралда һәм Алтайҙа, туризмдың бөтә төрөн үҫтереп була. Тау туризмы, йылғаларҙан һалда ағыу, мәмерйәләргә сәйәхәт, йәйәүле туризм, тау саңғыһы – беҙҙең республикала барыһын да ойошторорға мөмкин. Беҙ туризм буйынса эшҡыуарлыҡты үҫтереүҙе тәҡдим итәбеҙ. К2 (кире ҡағыусы команданың 2-се спикеры). Ағас – төҙөлөш материалы. Уға ихтыяж, көрсөк заманымы, түгелме, бер ҡасан да кәмемәй. Ата- бабалары быҙ борон-борондан ағас кәсепселеге, һунарсылыҡ менән көн күргән, ағастан көнкүреш һәм хужалыҡ кәрәк-ярағын етештергән. Башҡорт ерендә ағас кәсепселегенең 40-тан ашыу төрө булған. Хатта урыны-урыны менән махсуслашҡан кәсепселек тә хас беҙҙең халыҡҡа. Әйтәйек, Ағиҙел, Нөгөш, Инйәр буйҙарында йәшәгән башҡорттар элек- электән ағастан соҡоп төрлө һауыт- һаба, Стәрлетамаҡ яҡтарында йүкә септәһе, һәр ерҙә лә тип әйтерлек көрәк-һәнәк һаптары әҙерләгәндәр. Был да бит ауыл кешеһе өсөн яңы эш урыны булдыра. Белорет районының Әүжән урман хужалығында киң һәм тар колеялы тимер юлы, металлургия өсөн шпалдар, йәшник һәм мискә таҡ- талары, өҫтәлдәр, мәктәп парталары, театр креслолары, ултырғыс тар, арба, сана, тәгәрмәс эшләйҙәр, дегет ҡайнаталар. Тимәк, ағастан күп төрлө продукция алып була. 1-се төркөм. Урман – ағас ҡына түгел. Унда еләк-емеше лә, бәшмәктәре лә, күп төрлө дарыу үләндәре лә үҫә. Уҡытыусы. Берәйһе шул хазиналарҙың һумдар менән иҫәпләнгән ҡиммәтен самалағаны булдымы икән? 2-се төркөм. Һәр хәлдә, белгестәр, урман бүләктәренең ике проценты ғына кеше файҙаһына китә, тип раҫлай. Уҡытыусы. Дарыу үҫемлектәрен, еләк-емеште, бәшмәктәрҙе йыйыу, һатып алыу, эшкәртеү беҙҙә етерлек кимәлдә ойошторолмаған. Ошо йүнәлештәге эште еренә еткереп ойоштора башлау талап ителә. Рим Әхмәдовтың “Башҡортостандың файҙалы үҫемлектәре” китабы был осраҡта оло ярҙамсы була ала. Ҡайһы берәүҙәр урманда емеш- еләкте һындырып, йолҡоп йыя, бәшмәктәрҙе тамырынан ҡайырып ала. Урман күптәр өсөн усаҡ яғып, кәйеф-сафа ҡороу урыны ғына. Ҡырағай туристарҙан өйөм-өйөм сүп-сар, консерва банкалары, шешәләр ятып ҡала, һүндерелмәгән ҡуҙҙан янғын сыға. “Мәңгелек урман” әҫәрендәгесә, урманда транспортты бер генә юлдан йөрөтөргә, йәш ағастарҙы тапатмаҫҡа, тыныслыҡ айлығы үткәрергә тигән талаптарға беҙ ҙә ҡушылайыҡ. Ғилман Төлкөсурин да утындан башҡаға ярамаған урмандарҙы ғына киҫергә тәҡдим итә. Бөгөн дә Төлкөсура, Бикморат, Ғилман Төлкөсурин кеүек урмансыларыбыҙ бар әле. Беҙҙең илдә урмансыларға берҙән-бер һәйкәл Йософ Фәррәхов менән Николай Морозов хөрмәтенә Туймазы ҡалаһында ҡуйылған. Ҡалаға ингән дүрт юлдың яҡ-яғына дүрт төрлө ағас ултыртылған. Киләсәк 2017 йыл Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда “Экология йылы” тип иғлан ителде. Беҙ, ошо Ерҙең хужалары, изге эшкә үҙ өлөшөбөҙҙө индерә алабыҙ. Урманды ерҙең йәшел юрғаны, тере ҡалҡаны тип йөрөтәләр. Әгәр беҙ уға үҙебеҙ ҡалҡан булмаһаҡ, урман да мәңге йәшәй алмаясаҡ. 1-се төркөмгә һорау. Һеҙ ҡала халҡының ағастан йорт төҙөй башлауы хаҡында нимәләр әйтер инегеҙ? 1-се төркөм. Хәҙер ҡала халҡы ағастан һалынған өйҙәргә ынтыла. Ағас йорт йыһазы, донъя кәрәк-ярағы тимер-томорға, пластикка ҡарағанда күпкә матурыраҡ та, нығыраҡ та, экологик йәһәттән хәүефһеҙерәк тә. 2-се төркөмдөң өҫтәмә яуабы. Урман булмаһа, беҙ уҡыған китаптар, яҙған дәфтәр-ҡағыҙҙар, гәзит-журналдар булмаҫ ине. Гәзит-журналдарҙың, кита Уҡытыусы. Эйе, уҡыусылар, китаптарҙың электрон варианты кеше һаулығы өсөн хәүефле икәнен дә онотмайыҡ. Ҡарт ағастарҙың углекислый газ йотоп, кислород бүлеп сығарыу мөмкинлеге кәмей. Шуның өсөн дә урманды ваҡытында киҫеү – файҙалы эш. Экологик яҡтан да бик отошло. Ә Башҡортостанда ҡартайған ҡайын урмандары бик күп.
III. Йомғаҡлау. (Эпиграф ҡабаттан уҡыла.) Уҡытыусы. Кеше ҡурайҙы яһап бөткәс, ләззәтләнеп һыҙҙырып уйнап та ебәрә. Бына ошо сихри моң аҫтында тәбиғәт менән кеше бер бөтөнгә әйләнгәндәй. Урман һәм кеше… Был ике төшөнсә, йәшәү менән һауа араһындағы бәйләнеш кеүек, айырылғыһыҙ. Кешелек донъяһы мәңгелек икән, уның урмандан башҡа булыуы мөмкин түгел. Йәғни кешелектең мәңгелек булыуы өсөн, урмандың мәңгелек булыуы шарт. Үкенескә ҡаршы, халыҡтың тәбиғәткә мөнәсәбәте бик түбән, беҙ мәңгелек байлығыбыҙҙы тапап, яндырып, тәләфләп йәшәйбеҙ. Тик тәбиғәт үҙенә ҡарата булған бындай ҡоротҡослоҡто бер ҡасан да ғәфү итмәй икәнлеген онотмайыҡ. Рефлексия. Тимәк, Ноғман Мусин - тәбиғәт йырсыһы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы “Мәңгелек урман” әҫәрендә нимә әйтергә теләгән? (уҡыусылырҙың ҡыҫҡа яуаптары). Бөгөнгө дәресте Михаил Пришвиндың матур һүҙҙәре менән тамамлайыҡ: “Балыҡҡа – һыу, ҡошҡа – һауа, йәнлектәргә – урман, ялан, ҡырҙар, ә кешегә Ватан кәрәк. Тәбиғәтте һаҡлау, тимәк, Ватанды һаҡлау”. Бөгөн дәрестә айырыуса әүҙем ҡатнашыусылар бар. Әйҙәгеҙ уҡыусылар, уларға баһаларҙы бергәләп ҡуяйыҡ (баһалар ҡуйыла). Өй эше: а).“Мин урманда” тигән темаға эссе яҙырға. б). “Беҙҙең яҡ урмандары” тигән тема буйынса сығыш әҙерләргә.
|
|