Урок в 6 классе Ҡышлаусы ҡоштар

Автор публикации:

Дата публикации:

Краткое описание: ...


Башҡорт дәүләт теле (6-сы класс)



Тема: Ҡышлаусы ҡоштар. Ҡылымдың үткән заманы.

Маҡсат: ҡылымдың үткән заман формаһын үҙләштереү, телмәрҙә

дөрөҫ ҡулланыу, ҡышлаусы ҡоштар тураһында белешмә биреү;

-уҡыусыларҙың логик фекерләүен, үҙ аллы эшләү, эҙләнеү күнекмәләрен үҫтереү, телмәр мәҙәниәтен камиллаштырыу;

-ҡоштарға һаҡсыл ҡараш, тыуған яҡҡа, ҡышҡы тәбиғәткә, уның матурлығына һөйөү тойғоһо тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: компьютер, экран, проектор, карточкалар

Дәрес барышы.

I. Ойоштороу мәле.

- Хәйерле көн теләп, ҡаршылайыҡ

Тыуыр таңды, килер көндәрҙе.

Именлектәр менән йәшәйек,

Гүзәллеккә күмеп тыуған ерҙе.



- Һаумыһығыҙ, уҡыусылар!

- Кәйефтәрегеҙ нисек?

- Ҡояшлы иртә кеүек!

Башҡорт телен, дәүләт телен

Өйрәнергә тип килдек!

- Яҡшы теләктәрегеҙ өсөн рәхмәт, уҡыусылар. Ошо матур кәйеф менән дәресебеҙҙе башлайбыҙ. Дәрестә бал ҡорттарылай эшсән булығыҙ, сәсән булмаһағыҙ ҙа – телле булығыҙ. Бөтәгеҙгә лә ижади эш сәғәте теләйем.

- Дәрес ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрөп үтәйек ( слайд )

- Иғтибар менән тыңла.

- Тулы һөйләмдәр менән һөйлә.

- Аңламағаныңды һора.

«Башҡортостан туған яғым» көйө яңғырай.

- Уҡыусылар, күҙҙәрегеҙҙе йомоғоҙ. Беҙ һеҙҙең менән осоусы балаҫҡа ултырып, төнгө күккә сәйәхәткә сығабыҙ. Ниндәй матур төнгө күк йөҙө! Унда алтын табаҡтай тулған ай йөҙә. Күк йөҙө шул тиклем яҡты, хатта ундағы Зөһрә ҡыҙ ҙа бик асыҡ күренә. Ай тирәләй көмөш тәңкә кеүек мең төрлө сихри йондоҙҙар емелдәй. Улар береһенән – береһе яҡтыраҡ, береһенән – береһе сағыуыраҡ, тылсымлыраҡ... Ниндәй серле йондоҙҙар... Беҙ шул илаһи матурлыҡта йөҙәбеҙ: берсә күтәреләбеҙ, берсә түбәнгә төшәбеҙ, йә йондоҙҙар араһына инеп юғалабыҙ...Күңелдәребеҙгә дәрт, көс өҫтәп, кире әйләнеп ҡайтабыҙ.

( Көй туҡтай)

II. Артикуляцион күнегеүҙәр.

Башҡортса таҙа һәм дөрөҫ һөйләшеү өсөн телебеҙҙе шымартып алайыҡ ( слайд ):

Күрҙем ҡарға: төштө ҡарға,

Ҡарға төштө аҡ ҡарға.

Шул ҡарғаны ҡарар өсөн

Ҡарға йыйылған ҡарға.

- уҡытыусының уҡыуы;

- бергәләп уҡыу, тиҙ әйтергә өйрәнеү;

- рәтләп уҡыу;

III. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.

1. - Тиҙәйткес нимә тураһында?

- Ҡоштар тураһында икәнен ҡайҙан белдегеҙ?

- Аҫтына һыҙылған һүҙҙәр ниндәй һорауға яуап бирә?





2. Уҡыусылар , мин һеҙгә бер кроссворд тәҡдим итәм.

т

ы

т

ы

ң

л

а

н

ы



ҡ

ы

с

ҡ

ы

р

ҙ

ы


б

а

р

м

а

н

ы




Бирелгән һүҙҙәрҙе тәржемә итеү, шаҡмаҡтарҙы тултырыу: прочитал, позвонил, послушал, кричал, не пошел.

- Уҡыусылар, нисек уйлайһығыҙ, был һүҙҙең бөгөнгө дәрескә ниндәй ҡатнашы бар икән?

( Минең уйлауымса, бөгөнгө дәрестә беҙ үткән заман ҡылымдары тураһында һөйләшәсәкбеҙ.)

- Бөгөнгө дәресебеҙҙең темаһын әйтеп ҡарағыҙ әле. ( Яуаптар)

- Бөгөн дәрестә « Ҡышлаусы ҡоштар» тигән дөйөм тема менән бәйләп ҡылымдарҙың үткән заманын өйрәнербеҙ.

- Ә хәзер дәфтәрҙәребеҙҙе асабыҙ, бөгөнгө теманы яҙабыҙ.

IV. Яңы тема.

1.Тәбиғәттең йоҡоға талған тылҫымлы бер миҙгеле. Тыуған яғыбыҙға ҡыш килде. Ниндәй һоҡланғыс, ниндәй гүзәл ул ҡыш миҙгеле!

Күҙ алдына килтерегеҙ, һеҙ урманда йөрөйһөгөҙ. Унда һалҡынса, рәхәт. Һирәк кенә булһа ла ҡош тауыштары ишетелә. Әйҙәгеҙ әле бергәләп ҡош тауыштарын тыңлап алайыҡ. Ниндәй ҡош икәнен танырға тырышығыҙ.

1. ( турғай тауышы)

Экранда ҡош һүрәте һәм шиғыр. Шиғырҙы бергә уҡыу.

«Сырыҡ, сырыҡ»килеп, турғайым,

Өшөп тора ҡалтырап.

Тәҙрә ҡаға ипләп кенә,

Ҡанаттарын ҡаҡҡылап.

-Был ниндәй ҡош, уҡыусылар?

2. (ҡарабаш турғай тауышы)

- Эй, һин , ҡарабаш турғай – һарытүш,

Һин кескенә матур ҡош!

- Уҡыусылар, ҡарабаш турғай тураһында нимә беләһегеҙ?

* Төрлө урмандарҙа йәшәй. Ҡыш көнө торлаҡтарға яҡынлай. Йылы яҡҡа китмәй. Ағас ҡыуыштарына 10-13 аҡ йомортҡа һала.

3. (һайыҫҡан тауышы)

Урман яңылыҡтарын

Һайыҫҡан көн дә һөйләй:

Урман радиоһында

Ул диктор булып эшләй.

- Һайыҫҡан тураһында нимә әйтә алаһығыҙ?

* Оҙон ҡойроҡло матур ҡош. Башы, арҡаһы, ҡанаттары ҡара, ҡорһағы аҡ. Төрлө бөжәктәрҙе , ваҡ ҡоштарҙың йомортҡаларын ашай.

4. (күгәрсен тауышы)

Көн буйына гөлдөр – гөлдөр,

Эй, гөрөлдәй күгәрсен.

* Бик билдәле ҡош, күмәкләшеп йәшәйҙәр. Үҙе күк төҫтә, аяҡтары ҡыҙыл. Кеше торлағы булған урында йәшәйҙәр.

5. (ҡарға тауышы)

Ҡарға әйтә: Ҡар- ҡар!

Күктә ҡояш бар, бар!!!

6. (ҡыҙылтүш)

Баҡсалағы ағастарға

Теҙелгән ҡыҙылтүштәр.

Муйындағы мәрйәндәре –

Гүйә ҡыҙыл тәлгәштәр.

* Ҡышын 7 – 10 ҡош берләшеп йәшәй. Ҡоштоң башы, ҡанаттары, ҡойроғо ҡара. Арҡаһы – һоро. Түше ҡыҙыл. Төрлө орлоҡтар , бөжәктәр ашай, ҡышҡылыҡҡа беҙгә киләләр.

7. ( өкө)

Осоп бара өкө ябалағы,

Оса яҡ-яҡҡа ҡарап.

Башта уң яҡҡа ҡарай,

Унан һул яҡҡа ҡарай...

- Был ҡоштарҙы беҙ ниндәй ҡоштар тип атайбыҙ? Ни өсөн?

- Уҡыусылар , бер дәрестә генә ҡышлаусы ҡоштарҙы күрһәтеп бөтөп буламы?

- Дөрөҫ, сөнки Башҡортостанда 70-ләп төр ҡош ҡышлай.

2. Һүҙлек эше. ( слайд)

турғай – воробей

һайыҫҡан – сорока

ҡыҙылтүш – снегирь

тумыртҡа – дятел

күгәрсен – голубь

ала ҡарға – ворона

өкө – сова

- хор менән уҡыу;

- беренсе рәт рус телендәге һүҙҙәрҙе, икенсе рәт – башҡорт телендәге һүҙҙәрҙе уҡый;

- һүҙлеккә яҙыу;

3. Ә хәҙер экранда бирелгән һөйләмдәрҙе уҡыйбыҙ, ҡылымдарҙы табабыҙ, һорау ҡуйып һығымта яһайбыҙ.

[pic] ған

[pic] Тышта ҡар яу

ҙы

[pic] кән

[pic] Ҡоштар йылы яҡҡа кит

те



- Был ҡылымдар ниндәй һорауға яуап бирә?

(ни эшләгән? ни эшләне?)

- Рус теленә тәржемә итәйек әле ( что делал? Что сделал ?)

- Был эш ҡасан башҡарылған , хәҙерме, әллә һөйләшкәнгә тиклемме?

Һөйләшкәнгә тиклем башҡарылған ҡылымдарҙы рус телендә ниндәй заман тип йөрөтәләр?( прошедшее). Ә башҡорт телендә ҡылымдың үткән заманы тип йөрөтәләр.

4. Карточкалар менән эш ( слайд).- үткән заман ҡылымдарын күсереп яҙығыҙ.

Ҡыш етте. Ҡаты һыуыҡтар башланды. Көндәр ҡыҫҡарҙы. Ҡыш урманда йәшәүсе бөтә ҡоштар ҙа ҡаты һалҡындан, аслыҡтан интегә, алыҫҡа оса алмайҙар. Шуға күрә улар кешеләр янына аҙыҡ эҙләп килгәндәр. Был ваҡытта уларға ярҙам итергә кәрәк.

Слайд: етте, башланды, ҡыҫҡарҙы, килгәндәр.

5.Физкультминут.

Ыж-ыж итә, ыж-ыж итә,

Беҙҙе тыҙ-быҙ йөрөтә.(урындарҙа йөрөйҙәр)

Ҡайһыбыҙҙы йүгертә,(урындарҙа йүгерәләр)

Ҡайһыбыҙҙы һикертә.(һикерәләр)

Асыуланһа, танауҙы ла

Ҡып-ҡыҙыл борос итә.(танауҙарын ышҡыйҙар)

6.Дәреслек менән эш.

Эйе,ысынлап та ҡышын ҡышлаусы ҡоштарға еңел түгел.

186-сы күнегеүҙе бергәләп үтәп алайыҡ. Тәүҙә һүҙлек эше үткәрәйек:

Слайд. Тағараҡ- Етмеш-

Аслыҡ- Һыуыҡ-

-үҙ аллы уҡыу;

-уҡыусыларҙан уҡытыу;

-һорауҙарға яуап биреү:

Башҡортостанда нисә төр ҡош ҡышлай?

Ҡоштарға ҡышын ни өсөн ауыр?

Ҡыш айҙары беҙҙең яҡтарҙа ҡалған ҡоштар өсөн иң ауыр ваҡыт. Мәҫәлән, ун турғайҙың туғыҙы һыуыҡтан түгел, аслыҡтан үлә.

Беҙ ҡоштарға нисек ярҙам итә алабыҙ һуң?(оя яһап, тағараҡтар ҡуйып)



V.Нығытыу.

Уйын-ярыш. Слайд.

«Тапҡырҙарға, зирәктәргә

Беҙҙә урын гел түрҙә». (Төркөмдәрҙә эш)

I бирем. Ҡайһы ҡош артыҡ?Ни өсөн?

турғай тумыртҡа

һайыҫҡан күгәрсен

өкө ҡыҙылтүш

сыйырсыҡ ҡарлуғас

ала ҡарға ҡарабаш турғай

II бирем. Ребусты сисһәгеҙ, ҡылымды уҡырһығыҙ.

100+Ә(-гән, -ҙө) ҡ10 (-ған, -ды)

Өйрәт+(-кән, -те) Һ+2+рә (-гән,-ҙе)

III . Өй эшен тикшереү.

- Уҡыусылар, өй эше итеп ҡоштар тураһында һынамыштар, әйтемдәр алып килергә тейеш инегеҙ. Әйҙәгеҙ әле, уҡып ишеттерегеҙ.



IV. Йомғаҡлау.

- Бөгөн дәрестә нимәләр тураһында һөйләштек?

-Ҡышын ҡоштар өсөн иң ҡурҡынысы нимә? Ни өсөн ҡоштарҙы һаҡлау кәрәк? (слайд)

- Бөгөнгө дәрестән беҙ ниндәй һығымта яһайбыҙ?(ҡоштарҙы рәнйетмәҫкә, тағараҡтар элергә, тәбиғәтте һаҡларға)



Өй эшен аңлатыу.

I төркөм-Башҡортостанда ҡышлаусы бер ҡошҡа һүрәтләмә яҙырға.

II төркөм-ҡоштар темаһына кроссворд төҙөргә.



Билдәләр ҡуйыу.