Рзработка урока на тему Фаҡиһа Туғыҙбаева Яңы күлдәк (5 класс)

Автор публикации:

Дата публикации:

Краткое описание: ...


Дәресте төҙөүсе: Әминова Айгөл Дамир ҡыҙы

Предмет: башҡорт (дәүләт) теле

Класс: V

Дәреслек: башҡорт теле

Дәреслектең авторҙары: Усманова М. Ғ. һ.б.

Биттәр: 149-151-се

Дәрес темаһы. Ф. Туғыҙбаева. “Яңы күлдәк”.

Синонимдар.

Маҡсат: а) синонимдар менән таныштырыу;

әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, маҡсатын асыҡлау;

б) дөрөҫ һөйләү һәм уҡыу күнекмәләрен үҫтереү, һүҙ

байлыҡтарын арттырыу;

в) матурлыҡты күрә һәм һаҡлай белергә өйрәтеү.

Ҡулланма: магазин, кейем һалым һүрәттәре, терәк схема, һүҙлек


Дәрес барышы


I. Ойоштороу мәле.


II. Артикуляцион күнегеүҙәр:

* телде шартлатыу;

* телде уңға-һулға моятник кеүек йөрөтөү;

* тештәр менән сиратлап өҫкө һәм аҫҡы ирендәрҙе “тарау”;

* “шәмде” өрөп һүндереү;

III. Өй эшен тикшереү.


IV. Дәрестең темаһын һәм маҡсатын асыҡлау:

Һүҙлек ярҙамында урыҫ телендә бирелгән һүҙҙәрҙе тәржемә

итергә һәм шаҡмаҡтарҙы тултырырға. Вертикаль бағанала килеп

сыҡҡан һүҙҙе уҡырға


юбка


носки

сапоги

валенки

- Тимәк, бөгөн беҙ һеҙҙең менән синонимдар менән таныша-

саҡбыҙ һәм уларҙы телмәрҙә ҡулланырға өйрәнәсәкбеҙ.


V. Яңы тема буйынса эш

а) терәк схема ярҙамында яңы теманы аңлатыу


[pic] [pic] [pic]

[pic] [pic]


[pic] [pic]

[pic]

[pic] [pic]


б) дәреслек буйынса нығытыу, дәфтәрҙәрҙә эшләү;


в) һүҙҙәрҙе уҡыу, тәржемә итеү, синонимдарын табыу:



[pic] батыр

[pic] смелый

ҡыйыу


[pic] матур

[pic] красивый

һылыу


[pic] яҡшы

[pic] хорошо

һәйбәт


[pic] кескәй

[pic] маленький

бәләкәй



г) һүҙҙәр менән һөйләмдәр төҙөү, иң уңышлыларын дәфтәр-

ҙәргә яҙыу.

VI. Ф. Туғыҙбаева. “Яңы күлдәк”.


а) һүҙлек эше: бүлеге, һайлашты, тап-таман, килешә, матур-

лыҡты таный, һаҡлап кей, һатырмын;

* һүҙҙәр менән һөйләмдәр төҙөү;

* һүҙлеккә яҙыу.


б) уҡытыусының уҡыуы;

- Гөлниса ниндәй күлдәк алды икән?


в) тексты тәржемә итеү;


г) һорауҙарға яуап биреү:

- Гөлниса ҡайҙа барған?

- Магазинға ул кем менән барған?

- Гөлниса унда нимәләр алған?

- Һатыусы апай ни эшләгән?

- Гөлнисаның күлдәге ниндәй?

- Гөлниса кемгә оҡшарға теләй?

д) өҙөктө сәхнәләштереү йәки ролләп уҡыу;

е) матур һүҙенә синонимдар табып, һүҙбәйләнештәр төҙөү.


VII. 342-се күнегеүҙе үтәү.


VIII. Йомғаҡлау. Баһалау.

Өйгә: 344-се күнегеү