Конспект урока по башкирскому языку на тему Ниндәй һөнәр оҡшай 8 класс

Автор публикации:

Дата публикации:

Краткое описание: ...




Тема: Ниндәй һөнәр оҡшай?

Маҡсат: темаға ярашлы һүҙҙәрҙе ҡабатлау, телмәрҙә ҡулланырға өйрәтеү;

Уҡыусыларҙың һүҙ байлығын,телмәрен,фекерләү кимәлен үҫтереү;

Күҙәтеүсәнлек,һөнәр эйәләренә ҡарата ихтирамлы ҡараш,һөйөү тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: проектор,ноутбук,таратма материал.

Дәрес барышы:

  1. Ойоштороу мәле.

-Һаумыһығыҙ,уҡыусылар

-хәлдәрегеҙ нисек?

-Бөгөн класта кем дежур

-Бөгөн класта кем юҡ

- Бөгөн нисәһе

  • Фонетик -  артикуляцион күнегеүҙәр.

ҡан- таң тун – туң

мен –мең мин - миң

ун – уң тин –тиң

ен – ең өн - өң

айырыу –бейеү

дауыл – дәүләт

ауыл – еүеш

һыуыҡ -һүтеү

ҡот –көт отоп – өтөк

бот –бөт осҡос –көс

тоҙ –төҙ тот –төш

оя –өйә болот -бөттө

һан – хаҡ Хәлимә –Һәҙиә

һата – хата Хәбир –Һиҙиәт

һарыҡ –халыҡ һаран – хәрәм

Әхмәт –Таһир хөрмә -һөрмә


ҡаты –кәмә ҡалаҡ -көрәк

ҡаш –кем ҡунаҡ –күнәк

ҡар –кер таҡ –тек

ҡур –күр ҡаҙа -кәзә

ҙур –зар

кәрәҙ –тырыз

тоҙаҡ -риза

сәс – бәҫ тос –төҫ

усаҡ –уҫаҡ сисә -иҫә

  • Хеҙмәт кешене бар иткән,

Хеҙмәт кешегә тормош.

Хеҙмәт – ерҙәге гүзәллек,

Кешегә һауа, һулыш. (Н.Нәжми)


А) уҡытыусының тасуири уҡыуы

Б) хор менән уҡыу

В) үҙаллы уҡыу

Г) 1-3 уҡыусының уҡыуы

- Был шиғырҙа һүҙ нимә тураһында бара? (хеҙмәт)

  1. Төп өлөш.

    • Хеҙмәт тураһында әңгәмә үткәреү. (слайдта бирелгән һөнәрҙәрҙе ҡарау һәм анализлау)


Ауыл хужалығы

Сәнәғәт

Төҙөлөш

Транспорт

Социаль сфера

Үҙенсәлекле һөнәрҙәр

Сауҙа




  1. Минең буласаҡ профессиям тексты өҫтөндә эш алып барыу.

  2. Һүҙлек эше:

һайлап алыу – выбирать

киләсәктә – в будущем

яуаплы – ответственный

тәрбиәләй – воспитывает

хыялым – моя мечта

уҡыясаҡмын – буду учится

ҡарашын – взгляд

  • Тексты уҡытыусының тасуири уҡыуы

  • Уҡыусыларҙың үҙаллы уҡыуы

  • Һорау биреү

- Уҡыусылар, был текста һүҙ нимә тураһында бара тип уйлайһығыҙ?

  • Төркөмдәрҙә эш

  1. Тексты төркөмдәрҙә тәржемә итеү

1 рәткә 1-се һәм 4 –се абзацты

2 рәткә 2 се һәм 4-се абзацты

3 рәткә 3 –сө абзацты

  1. сылбырлы – тәржемәле уҡыу

  2. тексты тулы килеш уҡыу

  3. һорауҙарға яуап биреү

а) Мәктәпте тамамлаусылар алдында ниндәй юл асыла?

б) Был профессия кешеләре ниндәй булырға тейеш?

в) Был профессияға ҡайҙа уҡыталар?

  • Дәфтәрҙҙә яҙма эш. 84 –се бит, 173 –сө күнегеүҙе башҡарыу.


  • Тағы ниндәй һөнәр эйәләрен беҙ беләбеҙ?”тигән темаға уҡыусыларҙың сығыштары.

Тәүге уҡытыусым”

Машинист”

Инженер – төҙөүсе”


  • Дөйөмләштереү әңгәмәһе.

  • Йомғаҡлау, баһалау.