Урок по башкирскому языку на тему Ҡышлаусы ҡоштар. Ҡылымдың киләсәк заман формаһы(6 класс)

Автор публикации:

Дата публикации:

Краткое описание: ...


Башҡорт дәүләт теле (6-сы класс)



Тема: Ҡышлаусы ҡоштар. Ҡылымдың киләсәк заман формаһы.

Маҡсат: ҡылымдың киләсәк заман формаһын үҙләштереү, телмәрҙә

дөрөҫ ҡулланыу, ҡышлаусы ҡоштар тураһында белешмә биреү;

-уҡыусыларҙың логик фекерләүен, үҙ аллы эшләү, эҙләнеү күнекмәләрен үҫтереү, телмәр мәҙәниәтен камиллаштырыу;

-ҡоштарға һаҡсыл ҡараш, тыуған яҡҡа, ҡышҡы тәбиғәткә, уның матурлығына һөйөү тойғоһо тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: компьютер, экран, проектор, карточкалар

Дәрес барышы.

I. Ойоштороу мәле.

-Хәйерле көн алһыу таңдарға!

Хәйерле көн сихри һалҡын ҡышҡа!

Хәйерле көн уңған балаларға!

Хәйерле көн килгән ҡунаҡтарға!

Хәйерле көн тыуған еремә! (слайд, уҡытыусы уҡый)

-Һаумыһығыҙ, балалар!

(Балалар уҡытыусыны, ҡунаҡтарҙы сәләмләй)

-Афарин! Көнөбөҙ матур һәм файҙалы үтһен. Хәйерле көн барығыҙға ла!

II. Танышыу (Мин – Исхакова Гөлшат Харис ҡыҙы, 141-се мәктәптең башҡорт теле уҡытыусыһы.)

III. Артиуляцион күнегеү.

Башҡортса таҙа һәм дөрөҫ һөйләшеү өсөн телебеҙҙе шымартып алайыҡ ( слайд):

Күрҙем ҡарға: төштө ҡарға,

Ҡарға төштө аҡ ҡарға.

Шул ҡарғаны ҡарар өсөн

Ҡарға йыйылған ҡарға.

- уҡытыусының уҡыуы;

- бергәләп уҡыу, тиҙ әйтергә өйрәнеү;

- рәтләп уҡыу;

III. Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу.

1. - Тиҙәйткес нимә тураһында?

- Ҡоштар тураһында икәнен ҡайҙан белдегеҙ?

- Аҫтына һыҙылған һүҙҙәр ниндәй һорауға яуап бирә?

-Уҡыусылар, һеҙ ниндәй төр ҡоштарҙы беләһегеҙ?(йорт ҡоштары һәм урман ҡоштары). (слайд)

- Уҡыусылар, дөрөҫ, урман ҡоштары ике төргә бүленә. Әле беҙҙең яҡтарҙа ниндәй ҡоштарҡалған? (ҡышлаусы)

-Ә һеҙ ниндәй ҡышлаусы ҡоштарҙы беләһегеҙ? (ҡыҙылтүш - снегирь, күгәрсен - голубь, тумыртҡа - дятел, ...)

2. Уҡыусылар , слайдта ике һөйләм яҙылған. Әйҙәгеҙ уларҙы тәржемә итәйек.

- Турғай кеше йәшәгән урынға яҡыныраҡ килә.

- Турғай кеше йәшәгән урынға яҡыныраҡ килер.

-Был һөйләмдәр бер-береһенән нимә менән айырылалар? (ҡылымдың ялғауҙары менән).

-Дөрөҫ, беренсе һөйләмдә ҡылым ниндәй заманда килгән?(хәҙерге) Ә икенсе - киләсәк заманда.

- Уҡыусылар, нисек уйлайһығыҙ, был һөйләмдәрҙәге һүҙҙәрҙең бөгөнгө дәрескә ниндәй ҡатнашы бар икән?

( Минең уйлауымса, бөгөнгө дәрестә беҙ киләсәк заман ҡылымдары тураһында һөйләшәсәкбеҙ.)

- Бөгөнгө дәресебеҙҙең темаһын әйтеп ҡарағыҙ әле. ( Яуаптар)

- Бөгөн дәрестә « Ҡышлаусы ҡоштар» тигән дөйөм тема менән бәйләп ҡылымдарҙың киләсәк заманын өйрәнербеҙ.

- Ә хәзер дәфтәрҙәребеҙҙе асабыҙ, бөгөнгө теманы яҙабыҙ.

Егерменсе ғинуар, шаршамбы.

Ҡышлаусы ҡоштар.

Ҡылымдың киләсәк заман формаһы.



IV. Яңы тема.

- Мин һеҙгә ҡышлаусы ҡоштарҙың һүрәттәрен күрһәтәм, һеҙ шуларҙың тәржемәләрен табып яҙығыҙ. (таҡтаның ике яғына ҡош һүрәттәре эленә, класс ике төркөмгә бүленеп эшләй).

Слайд:

снегирь - ҡыҙылтүш синица - ҡарабаш турғай

ворона - ҡарға голубь - күгәрсен

дятел - тумыртҡа воробей - турғай

глухарь - һуйыр рябчик - сел

- Хәҙер ошо һүҙҙәрҙе дәфтәрҙәрегеҙгә яҙып ҡуйығыҙ.

- Уҡыусылар, ҡарабаш турғай тураһында нимә беләһегеҙ?

* Төрлө урмандарҙа йәшәй. Ҡыш көнө торлаҡтарға яҡынлай. Йылы яҡҡа китмәй. Ағас ҡыуыштарына 10-13 аҡ йомортҡа һала.

- Һайыҫҡан тураһында нимә әйтә алаһығыҙ?

* Оҙон ҡойроҡло матур ҡош. Башы, арҡаһы, ҡанаттары ҡара, ҡорһағы аҡ. Төрлө бөжәктәрҙе , ваҡ ҡоштарҙың йомортҡаларын ашай.

-Күгәрсен тураһында нимә әйтә алаһығыҙ?

* Бик билдәле ҡош, күмәкләшеп йәшәйҙәр. Үҙе күк төҫтә, аяҡтары ҡыҙыл. Кеше торлағы булған урында йәшәйҙәр.

* Ҡыҙылтүштәр ҡышын 7 – 10 ҡош берләшеп йәшәй. Ҡоштоң башы, ҡанаттары, ҡойроғо ҡара. Арҡаһы – һоро. Түше ҡыҙыл. Төрлө орлоҡтар , бөжәктәр ашай, ҡышҡылыҡҡа беҙгә киләләр.

* Тумыртҡаның төҫө ҡара, сыбар таптары бар. Көн буйы ағастан – ағасҡа ҡунып уларҙың үҙәгенән бөжәктәрҙе, уларҙың йомортҡаларын ашай. Шуға уны «урман санитары» тип йөрөтәләр.

- Был ҡоштарҙы беҙ ниндәй ҡоштар тип атайбыҙ? Ни өсөн?

- Уҡыусылар , бер дәрестә генә ҡышлаусы ҡоштарҙы күрһәтеп бөтөп буламы?

- Дөрөҫ, сөнки Башҡортостанда 70-ләп төр ҡош ҡышлай.

3. Ә хәҙер экранда бирелгән һөйләмдәрҙе уҡыйбыҙ, ҡылымдарҙы табабыҙ, һорау ҡуйып һығымта яһайбыҙ.

Слайд. ыр

Тышта ҡар яу

асаҡ

ер

Ҡоштар йылы яҡҡа кит

әсәк



- Был ҡылымдар ниндәй һорауға яуап бирә?

(ни эшләр? ни эшләйәсәк?)

- Рус теленә тәржемә итәйек әле ( что будет делать? Что сделает ?)

- Был эш ҡасан башҡарылған , хәҙерме, әллә башҡарылмағанмы ?

Башҡарыласаҡ эште белдергән ҡылымдарҙы рус телендә ниндәй заман тип йөрөтәләр?( будущее). Ә башҡорт телендә ҡылымдың киләсәк заманы тип йөрөтәләр.

- Кем ҡағиҙәне әйтә алыр икән? (слайд) (Эш-хәрәкәттең һөйләү ваҡытынан һуң эшләнәсәген йә эшләнмәйәсәген белдерә.)

4. Карточкалар менән эш ( слайд).- киләсәк заман ҡылымдарын күсереп яҙығыҙ.

Оҙаҡламай ҡыш етер. Ҡаты һыуыҡтар башланыр. Көндәр ҡыҫҡарыр. Ҡыш урманда йәшәүсе бөтә ҡоштар ҙа ҡаты һалҡындан, аслыҡтан интегә, алыҫҡа оса алмайҙар. Шуға күрә улар кешеләр янына аҙыҡ эҙләп киләсәк. Был ваҡытта уларға ярҙам итергә кәрәк.

Слайд: етер, башланыр, ҡыҫҡарыр, киләсәк.

5. Ял минуты.(слайд)

Ҡоштар остолар, остолар,

Остолар ҙа төштөләр.

Ултырҙылар, ял иттеләр,

Тағы осоп киттеләр.

6.Дәреслек менән эш.

-186-сы күнегеүҙе бергәләп үтәп алайыҡ.

а)- Иғтибар менән тыңлап ултырығыҙ, мин беренсе тапҡыр уҡып сығам.

б)- Һүҙлек эше үткәрәйек:

Слайд. (уҡытыусы уҡый, хор менән уҡыу, һөйләм,һүҙбәйләнештәр төҙөү таҡтала)

ҡышлау -зимовать

аслыҡтан - от голода

ярҙамға мохтаж - нуждаются в помощи

тағараҡ- кормушка

ҡап - коробка

файҙаланырға мөмкин - можно использовать

в)-үҙ аллы уҡыу;

-уҡыусыларҙан уҡытыу;

-һорауҙарға яуап биреү:

Башҡортостанда нисә төр ҡош ҡышлай?

Ҡоштарға ҡышын ни өсөн ауыр?

Ҡыш айҙары беҙҙең яҡтарҙа ҡалған ҡоштар өсөн иң ауыр ваҡыт. Мәҫәлән, ун турғайҙың туғыҙы һыуыҡтан түгел, аслыҡтан үлә.

Беҙ ҡоштарға нисек ярҙам итә алабыҙ һуң?(оя яһап, тағараҡтар ҡуйып)

V.Нығытыу.

Проект эше.

- Ә хәҙер 2 төркөмгә бүленеп проект эшен башҡарайыҡ.

- Беренсе төркөм ҡышлаусы ҡоштар буйынса стенгазета эшләй, икенсе төркөм өлгө буйынса диалог төҙөй.

Проекттарҙы яҡлау.

-Афарин, балалар. Ә хәҙер «Үҙ баһа » ҡағыҙҙарын тултырайыҡ.

Дәрестәге эшеңде баһалау:

1. Дәрестә мин актив/пассив эшләнем.

2. Дәрестәге эшем менән мин ҡәнәғәт/ҡәнәғәт түгел. Ни өсөн?

3. Дәрес материалын мин аңланым /аңламаным.

Рефлексия.

Һөйләмде дауам ит:

Ҡышлаусы ҡоштар- ул...

Хәҙер мин ....беләм.

Өй эше: 1) Башҡортостанда ҡышлаусы бер ҡошҡа һүрәтләмә яҙырға

2) Ҡышлаусы ҡоштар буйынса кроссворд, презентация әҙерләргә.