Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең V класы өсөн башҡорт теленән эш программаһы

Автор публикации:

Дата публикации:

Краткое описание: ...




Башҡорт дәүләт теленән 5 класс өсөн тәғәйенләнгәнэш программаһына аңлатма яҙыу.

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5-се класы өсөн башҡорт дәүләт теленән эш программаһы.

Эш прогаммаһы 70 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 2 сәғәт), шул иҫәптән 9 яҙма эш.

Төҙөүсе: Кинйәғолова Гөлшат Фәрис ҡыҙы.

Дәреслек: М.Ғ.Усманова,З.М.Ғәбитова. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5-се класы уҡыусылары өсөн дәреслек. – Өфө : Китап, 2015.

Программа кимәле : базис

Уҡытыусының тел буйыса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:

З.М.Ғәбитова, Х.А.Толомбаев. Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр.Өфө – 2009.

М.Ғ.Усманова, З.М.Ғәбитова. Башҡорт теленән диктант һәм изложениелар йыйынтығы. Өфө – Китап – 2009.

Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:

Дәреслек: М.Ғ.Усманова,З.М.Ғәбитова. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5-се класы уҡыусылары өсөн. – Өфө : Китап, 2010.

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы: Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г.- Ижевск: «Книгоград», 2009.

Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа «Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла

«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы.

Программаның йөкмәткеһе 3 йүнәлештә төҙөлгән

- телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу;

- тел менән әҙәби материалдары бергә ҡушып өйрәнелә (интеграция).

- лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).

Башҡорт теленә өйрәтеүҙең маҡсаттары һәм бурыстары:

  • Уҡыусыларҙа башҡорт телендә һөйләгәнде, уҡығанды, радио-телетапшырыуҙар тыңлағанды аңлау күнекмәләре булдырыу (аудирование).

  • Башҡорт теленең өндәрен, һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеп,үҙ-ара һөйләшергә, тәҡдим ителгән темалар, ситуациялар буйынса һөйләргә өйрәтеү.

  • Дәреслектәге, уҡыу ҡулланмаларындағы текстарҙы, башҡорт телендә сыға торған “Йәншишмә”, “Аҡбуҙат”, “Аманат” гәзит-журналдарын үҙ аллы һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен биреү.

  • Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп,үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу.

  • Башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү.

Билдәле булыуынса, белем биреүҙең маҡсаты йәмғиәт тарафынан ҡуйылған социаль заказ менән билдәләнә. Башҡортостан Республикаһының мәғариф системаһы алдында ҡуйылған төп бурыс - ижади фекерләүсе, инициативалы, ижтимағи тормошта әүҙем ҡатнашыусы, белемле һәм үҙ телендә иркен аралашыусы шәхестәр тәрбиәләү.

Урыҫ телле мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу маҡсаты күп яҡлы, һәм ул бер нисә аспекттан тора:

  1. Уҡыусыларҙы башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ һөйләшергә, өйҙә, йәмғиәт урындарында, хеҙмәт процесында башҡорт телен практик файҙаланырға өйрәтеү.

  1. Башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик нормалары буйынса белем һәм күнекмәләр биреү.

  1. Башҡорт телендә нәшер ителә торған гәзит-журналдарҙы, әҙәби китаптарҙы үҙ аллы уҡып аңлау күнекмәләрен биреү.

  2. Үҙ фекереңде билдәле кимәлдә бәйләнешле итеп һөйләй һәм яҙа алыу күнекмәләрен формалаштырыу.

  3. Телде өйрәнеү барышында балаларҙы башҡорт халҡының фәһемле тарихы, бай мәҙәниәте, әҙәбиәте, сәнғәте, күренекле шәхестәре, йолалары, тыуған илдең тәбиғәте һ.б. менән таныштырыу, уларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, уның теленә, үҙе йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.

  4. Бөтә һаналғандарға таянып, башҡорт телен, әҙәбиәтен өйрәнеү нигеҙендә, балаларҙа башҡорт теленә ихтирам тәрбиәләү, уларға патриотик һәм интернациональ тәрбиә биреү.

Күренеүенсә, тәҡдим ителгән программа башҡорт телен өс йүнәлештә өйрәнеүҙе - башҡортса телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу һәм камиллаштырыу, башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик үҙенсәлектәрен аңлау һәм үҙләштереү, бәйләнешле текст менән эш итә белергә өйрәнеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ милли тәрбиә тураһында ла проблема күтәрелә.

Программаның педагогик (методик) нигеҙҙәре.

Рус мәктәптәрендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыу программаһы дөйөм педагогик (методик) талаптарға, принциптарға нигеҙләнә.

Улар түбәндәгеләргә ҡайтып ҡала:

  • Өйрәнелгән материалды анализлау, сағыштырыу, предметтарҙы ниндәйҙер билдәләре буйынса классификациялау, дөйөмләштереү;

  • Предметтарҙың төп үҙенсәлектәрен айыра, аңлата белеү;

  • Предметҡа, күренешкә ҡарата үҙ фекерендә әйтә һәм уны иҫбатлай белеү;

  • Уҡыусыларға әхләҡи һәм эстетик тәрбиә биреү;

  • Уҡытыуҙы коммуникатив йүнәлештә алып барыу;

  • Башҡорт теле системаһының бөтә кимәлдәрен (фонетик, лексик, морфологик, синтаксик, стилистик, пунктуацион) иҫәпкә алыу һәм практик файҙаланыу;

  • Телмәр эшмәкәрлеген бөтә төрҙәре өҫтөндә эшләү;

  • Предмет-ара бәйләнеш, тарих, сәнғәт, мәҙәниәт, әҙәбиәт, халыҡ ижады һәм традицияларына нигеҙләнеп өйрәнеү.


Программала ҡуйылған маҡсат һәм бурыстар

  1. Танып белеү маҡсаты

Уҡыусылар башҡорт халыҡ мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, тарихи үткәнен, бөгөнгөһөн, киләсәген белергә һәм аңларға, хөрмәт итергә, әҙәбиәт-сәнғәт вәкилдәренең ижади ҡаҙаныштары менән үҙенең рухи үҫешен байыта алыу мөмкинлеген файҙаланырға тейеш.

Күп милләтле Башҡортостан Республикаһы, уның халҡы, башҡорт халҡының республикала төп, ерле халыҡ булыуы, башҡорт халыҡ ижады, билдәле шәхестәр, уларҙың эштәре, ижады менән таныштырыу башланғыс этапта танып белеү маҡсатының йөкмәткеһен тәшкил итә.

2. Үҫтереү маҡсаты

Белем биреү маҡсаты методика фәнендә бик оҙаҡ йылдар буйы иң беренсе маҡсат итеп һаналды. Ләкин башҡа дидактик маҡсаттарҙы икенсе урында ҡарау белем биреү маҡсатының тейешле дәрәжәлә тормошҡа ашырылмауына килтерә. Шәхестең белемле булыуы уның фекерләү һәләте үҫешенән тора. Уҡытыу процесында үҫтереү, тәрбиә маҡсаттарын даими күҙаллап эшләү - сифатлы белем биреүҙең беренсе шарты (Л.С.Выготский). Был хәҡиҡәтте бигерәк тә башланғыс кластарҙа, балаларҙың белем алыу эшмәкәрлеге башланған осорҙа иҫтә тотоу мөһим.

Уҡыусыларҙың психик үҫешен түбәндәге йүнәлештәрҙә үҫтереүгә айырыуса иғтибар талап ителә:

  • Фекерләүҙе үҫтереү менән бәйле психик функциялар: логик фекерләү, сәбәп-һөҙөмтә бәйләнештәрен табыу, индуктив, дедуктив фекерләү;

  • Хәтерҙе үҫтереү (ихтыярлы, ихтыярһыҙ), иғтибарлылыҡты үҫтереү;

  • Аралаша белеү һәләтен үҫтереү (аралашыусанлыҡ, хислелек, эмпатия хистәре);

  • Ихтыяр көсө, маҡсатлылыҡ , әүҙемлек кеүек һәләттәрҙе үҫтереү.

  1. Тәрбиәүи маҡсат

Уҡыусыларҙың тейешле дәрәжәләге тәрбиәһенән башҡа уҡытыу процесын ойоштороу мөмкин түгел. Әлбиттә, уҡытыусының шәхси сифаттары, уҡыусы менән махсус ойошторолған мөғәләмәһе уҡытыу һәм тәрбиә процесында ҙур роль уйнай. Ләкин тәрбиә процесы беренсе сиратта уҡытыуҙың йөкмәткеһе һәм методтары менән бәйле. Тимәк, уҡытыуҙың йөкмәткеһен һайлағанда, материалдың тәрбиәүи мөмкинлектәрен иҫәпкә алыу - программа һәм дәреслек авторҙары өсөн төп талап. Балаларҙың йәш үҙенсәлектәренә тура килгән, уларҙы ҡыҙыҡһындырған, әхләҡи проблемаларҙы үҙ эсенә алған йөкмәтке, беренсенән, уҡытыу процесында тәрбиәүи функция башҡарһа, икенсенән, туранан-тура коммуникатив мотивация тыуҙырыу менән бәйле. Программаға балалар араһындағы мөнәсәбәттәрҙе сағылдырған, әхләҡи проблемаға эйә булған бәләкәй күләмле әҙәби әҫәрҙәр һәм автор текстары индерелде.

4. Белем биреү маҡсаты

Уҡыусыларҙың башҡорт теле буйынса лексик, грамматик күнекмәләре, филологик белемдәре сиктәрендә генә ҡалмайынса, телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрендә лә ҡулланырлыҡ кимәлдә булырға тейеш. Шул ваҡытта ғына башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеү бурысы үтәлә.

  • Һөйләү телмәрен үҫтереү:

1) картина буйынса һөйләү;

2) уҡыған тексты аңлы һөйләү;

3) шиғыр, тиҙәйткестәрҙе яттан һөйләй белеү;

4) йәштәштәре, ололар менән билдәле бер аралашыу сфераларында, ситуацияларҙа диалогик һәм монологик телмәр ойоштора белеү;

5) үҙенең һәм йәштәштәренең эшмәкәрлеге, тирә-яҡ мөхит хаҡында үҙенең мөнәсәбәтен белдереп, бәйләнешле һөйләй белеү.

  • Ишетеп аңлау (аудирование):

  1. уҡытыусының дәрес, уйын ситуациялары менән бәйле һорауҙарын, күрһәтмәләрен аңлау;

  1. әңгәмәләштәшенең таныш материалға нигеҙләнгән һөйләмен аңлау, уға мөнәсәбәтен белдереү;

  1. тыңлағанда һөйләм, һүҙбәйләнештәрҙе билдәләү, интонацияны айырыу;

  2. әҙәби әҫәрҙәрҙең, текстарҙың йөкмәткеһен тыңлап аңлау;

  3. аудиотаҫмалағы әкиәт, хикәйәне ишетеп аңлау.

  • Уҡыу телмәрен үҫтереү:

  1. аңлап, дөрөҫ итеп уҡыу;

  1. текстағы тыныш билдәләренә ҡарап, тейешле пауза һәм интонацияларҙы үтәү;

  1. тексты үҙ аллы аңлы уҡыу;

  2. унан кәрәкле мәғлүмәтте табып уҡыу;

  3. бәләкәй күләмле шиғырҙарҙы яттан һөйләү.

  • Яҙыу телмәрен үҫтереү

  1. айырым һөйләмдәрҙе, бәләкәй текстарҙы үҙгәрешһеҙ, дөрөҫ итеп күсереп яҙыу;

  1. матур яҙыу күнекмәләре;

  1. байрам открыткалары яҙыу;

  2. һүҙлек диктанты яҙыу.

Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе.

Һаумы, мәктәп! (8 сәғәт)

Был тема (1 сентябрь – Белем көнө.Мәктәп, уҡыу, белем алыу, тел өйрәнеү) башлыса “Көҙ” темаһы менән бергә үрелеп бара. Бер үк ваҡытта, уҡыусыларҙың йәйге каникулды нисек үткәреүе тураһында әңгәмә үткәреү, фекер алышыуҙар ойошторола. Был темаларға ҡағылышлы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр иҫкә төшөрөлә, һүҙлек запасын байытыу йәһәтенән яңылары үҙләштерелә.Башҡорт теленең өн-хәрефтәре, ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар. Исем. Исемдәрҙең һан менән үҙгәреше. Һөйләмдә һүҙ тәртибе. Сифат.

Үҙем тураһында (8 сәғәт)

Был теманы үҙләштереү барышында уҡыусы үҙе тураһында,үҙенең ғаилә ағзалары, яҡындары тураһында һөйләргә өйрәнергә тейеш. Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше. Алмаш. Зат алмаштары. Зат алмаштарының килеш менән үҙгәреше. к-г,ҡ-ғ тартынҡыларының сиратлашыуы.

Йыл миҙгелдәре (8 сәғәт)

Йыл миҙгелдәре, һәр йыл миҙгеленә хас үҙенсәлектәр менән танышыу. Йыл миҙгелдәрен, һәр миҙгелгә ҡараған ай исемдәрен дөрөҫ әйтә һәм телмәрҙә ҡуллана белеү. Һорау алмаштары.Күрһәтеү алмаштары. Күрһәтеү алмаштарының килеш менән үҙгәреше. Билдәһеҙлек алмаштары. Билдәләү алмаштары.

Башҡортостанды беләһеңме? (7 сәғәт)

Уҡыусыларҙы үҙҙәре йәшәгән республиканың үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге менән таныштырыу. Уҡыусы аңына үҙе йәшәгән ерҙең – Башҡортостандың тарихы, уның байлығы, күренекле шәхестәре һ.б. хаҡында бер бөтөн тыуҙырыу һәм ул турала һөйләй белеүҙәренә өлгәшеү. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр. Юҡлыҡ алмаштары.

Кеше. Тән ағзалары.шәхси гигиена. (6 сәғәт)

Был тема кешенең тән ағзалары, эске органдарының атамаларын белеү менән бергә шәхси гигиена, көн тәртибе, һаулығы менән берлектә алып барыла. Кешегә һау-сәләмәт булыу өсөн нимә эшләргә кәрәклеге тураһында әңгәмәләр үткәреү, әҫәрҙәр уҡыу. Башҡорт телендә эйәлек төшөнсәһе. Ҡылым.

Яңы йыл. (8 сәғәт)

Яңы йыл темаһы ҡыш темаһы менән берлектә алып барыла. Ҡыш миҙгеленең үҙенсәлектәрен билдәләү, Яңы йыл менән туғандарҙы, яҡын кешеләрҙе ҡотларға өйрәтеү, һәр байрамдың үҙенә генә хас күренештәре тураһында һөйләтеү. Ҡылымдың зат һәм һан менән үҙгәреше.

Аҙыҡ-түлек.Кейем-һалым. Өй . Магазин. (6 сәғәт)

Аҙыҡ-түлек, кейем-һалым атамаларын өйрәнеү, һатып алыу этикеты менән таныштырыу, һөйләшергә, аралашырға өйрәтеү. Синоним.

8 март – Ҡатын-ҡыҙҙар көнө. (4 сәғәт)

Әсәй тураһында шиғыр, хикәйәләр уҡыу. Әсәйҙең донъяла иң ҡаҙерле кеше икәнен, уны ихтирам итергә, яратырға, ҡаҙерләргә кәрәклекте аңлатыу. Был тема ғаилә темаһы менән берлектә бара, шуның өсөн алдағы кластарҙа үтелгән ғаилә темаһы ҡабатлана. Ҡотлау открыткалары яҙырға, ҡотлау һүҙҙәрен әйтә белергә өйрәтеү. Антоним.

Яҙ етте. ( 6 сәғәт)

Яҙ билдәләрен күрә һәм яҙ миҙгеленең үҙенсәлектәрен әйтә белергә өйрәтеү. 1 май, 9 май байрамдары, дуҫлыҡ тураһында һөйләшеү. Омоним.

Яҙғы эштәр.(5 сәғәт)

Яҙғы эштәр, яҙғы баҡса эштәре,баҫыу эштәре тураһында һөйләшеү. Һан. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Уҡыусыларға уларҙың кеше тормошондағы әһәмиәте, мәғәнәләрен, уларҙы тергеҙеү кәрәклеген еткереү. Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Яҙғы байрамдар. Йомғаҡлау. (4 сәғәт) Башҡорт халҡының, Башҡортостанда йәшәүсе башҡа халыҡтарҙың яҙғы тәбиәғәт менән бәйле ғөрөф-ғәҙәттәре һәм матур йолалары тураһында һүҙ алып барыла.

V класс уҡыусыларының белем кимәленә талаптар.

1.Уҡытыусы уҡыған йәки һөйләгән, үҙең уҡыған тексты аңлай алыу; 3-6 һөйләмдән торған диалогты аңлау, уны дауам итә белеү;

2. Уҡыған әҫәр, картина, экскурсия, ҡараған диафильм буйынса әңгәмәлә ҡатнашыу;

- предметны, күренеште элементар рәүештә һүрәтләү, уға үҙ мөнәсәбәтеңде булдырыу;

- хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәрҙе, поэтик әҫәрҙәрҙе дөрөҫ интонация менән һөйләү;

- 5 – 7 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү;

- тиҙәйткестәрҙе, һынамыштарҙы шыма итеп әйтә белеү.

3.Тексты шыма, аңлы, тасуири уҡыу;

-текстың өлөштәренә, иллюстрацияларына исем биреү;

-текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табыу, мәғәнәләрен аңлатыу, һүҙлектәр менән эш итеү;

-хикәйә, әкиәт, мәҡәл, йомаҡ жанрҙарын айыра белеү.

4. Ҙур булмаған һөйләмдәрҙе күсереп һәм яттан яҙыу;

- текст буйынса һорауҙарға яуап яҙыу;

- 6-10 һөйләмдән торған текстың йөкмәткеһен яҙыу;

-бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү;

-өйрәтеү характерындағы изложение, иншалар яҙыу.

Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау

Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

  • башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

  • тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

  • дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;

  • һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;

  • тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.

Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.

Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:

Яҙма эштәрҙең төрҙәре:

Күсереп яҙыу-1, диктант- 4, инша – 2, изложение – 1, тәржемә эше – 1.






































Тематик планлаштырыу.

V класс. Йылына – 70 сәғәт

Тема

Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенә характеристика

I-IV кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау. 8 сәғәт.

1.

Белем көнө. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.

Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен иҫкә төшөрөү, һорауҙарға һөйләмдәр менән яуап биреү.

Мәктәп, балаларҙың белем алыуы тураһында әҫәрҙәр уҡыу, әңгәмәләр үткәреү.

2.

Ф.Ғөбәйҙуллина.Рәйфә мәктәпкә бара. Башҡорт теленең өн һәм хәрефтәре. Алфавит.

Һүрәтләү, хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү.

3.

Беҙҙең ғаилә. Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар.

Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡыларҙы айырыу. Тексты уҡыу, һорауҙарға яуап биреү.

4.

Мәктәп. Исем. Исемдең күплек ялғауы.

Тасуири уҡыу, һөйләү, һорауҙарға яуаптар биреү, диалогтарҙа ҡатнашыу, предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланыу.

5.

Беҙҙең мәктәп. Исемдең һан менән үҙгәреүе.

Һүрәтләү, хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү.

6.

Беҙҙең класс. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе.

һорауҙарға тулы яуап биреү, белемдәрҙе тикшереү, нығытыу, систе-маға һалыу.

7.

Дуҫтар. Ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар.

Тасуири, шыма уҡыу, бәйләнешле телмәр үҫтереү, һорауҙарға тулы яуап биреү, тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләү.

8.

Күсереп яҙыу.Укытыусы . Сифат.

Каллиграфия нормаларын иҫтә тотоп шиғырҙы дөрөҫ итеп күсерә алыу.

Үҙем тураһында. 8 сәғәт..

9.

Танышыу. Исемдең килеш менән үҙгәреше.

Тасуири уҡыу, һөйләү, һорауҙарға яуаптар биреү, диалогтарҙа ҡатнашыу, предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланыу.

10.

Үҙем тураһында. Исемдең килеш менән үҙгәреше.

Предметты белдереүсе һүҙҙәрҙең килеш менән үҙгәреүен үҙләштереү.

Башҡортостанда, тыуған төйәктә көҙгө тәбиғәт, ундағы буяуҙар байлығы, көҙгө муллыҡ, балаларҙың, ололарҙың хеҙмәте тураһында әҫәрҙәр менән танышыу.

11.

Минең әсәйем. Алмаш. Зат алмаштары.

Зат алмаштарын айыра белеү

12.

Беҙҙең ғаилә. Зат алмаштарының килеш менән үҙгәреше..

Һүрәтләү, хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү.

13

Өләсәйгә хат яҙам. К-г,ҡ-ғ,п-б тартынҡыларының сиратлашыуы.

Тасуири уҡыу, һөйләү, һорауҙарға яуаптар биреү, диалогтарҙа ҡатнашыу, предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланыу.

14.

Мәҡәлдәр. йо, йө ижектәре.

Аңлы уҡыу. Һорауҙарға тулы яуап биреү.

15.

Контроль диктант. Ҡыр кәзәһе.

Каллиграфия нормаларын, үтелгәндәрҙе иҫтә тотоп диктантты яҙыу. Өйрәнгән ҡағиҙәләрҙе практик ҡулланыу.

16.

Хаталар өҫтөндә эш. М.Ғафури. Ҡыр ҡаҙы.

Хаталар өҫтөндә эш. Аңлы уҡыу. Һорауҙарға тулы яуап биреү.

Йыл миҙгелдәре (8 сәғәт)

17.

Был ҡайһы ваҡыт? Сифаттың исем менән ярашыуы.

Һорауҙарға тулы яуап биреү, белемдәрҙе тикшереү, нығытыу, системаға һалыу.

18

Көҙ көнө һауа торошо. Һорау алмаштары.

Тасуири уҡыу, һөйләү, һорауҙарға яуаптар биреү, диалогтарҙа ҡатнашыу, предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланыу.

19.

Был минең бүлмәм. Күрһәтеү алмаштары.

Һүрәтләү, хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү.

20.

Альбинаның дуҫтары. Билдәһеҙлек һәм билдәләү алмаштары.

Билдәһеҙлек һәм билдәләү алмаштары менән танышыу. Тасуири, шыма уҡыу, бәйләнешле телмәр үҫтереү, һорауҙарға тулы яуап биреү, тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләү.

21.

Дүрт теләк. Билдәһеҙлек һәм билдәләү алмаштары.

Тасуири, шыма уҡыу, бәйләнешле телмәр үҫтереү, һорауҙарға тулы яуап биреү, тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләү.

22.

Инша. Алтын көҙ.

Үҙ фекереңде, күҙәтеүҙәреңде, кисерештәреңде системаға һалып яҙырға өйрәнеү,план төҙөү.

23.

Хаталар өҫтөндә эш.Г.Ситдикова. Төҫлө ҡәләмдәрем

Хаталар өҫтөндә эш. Аңлы уҡыу. Һорауҙарға тулы яуап биреү

24.

Уҡыу техникаһын тикшереү. Яратҡан миҙгелем.

Тасуири, шыма уҡыу, бәйләнешле телмәр үҫтереү, һорауҙарға тулы яуап биреү, тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләү.


Башҡортостанды беләһеңме? 7 сәғәт.

25.

Урал – башҡорт иле. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр.

Һүрәтләү, хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү.

26.

Башҡортостан флагы. Юҡлыҡ алмаштары.

Тыуған ил, туған тел матурлығын, күркәмлеген тоя белеү, уларҙы һаҡлау, үҙ халҡының традицияларын, йолаларын өйрәнеү, таратыу.

27.

Салауат Юлаев һәйкәле. Һөйләм төҙөлөшөн ҡабатлау.

Уҡылған әҫәр буйынса план төҙөү; һорауҙар биреү, тулы яуап биреү; батырҙар яҙмышы, көрәше менән танышыу.

28.

Изложение. Аҡмуйын.

Ишеткәнде үҙ һүҙҙәрең менән тасуир итеү; үҙ яҙмаларыңды тикшереү, камиллаштыра белеү.

29.

Башҡортостан байлыҡтары. Һорау һөйләмдәр.

Тыуған ил, туған тел матурлығын, күркәмлеген тоя белеү, уларҙы һаҡлау, үҙ халҡының традицияларын, йолаларын өйрәнеү, таратыу.

30.

Контроль диктант. Тәбиғәтте һаҡлайыҡ!

Каллиграфия нормаларын, үтелгәндәрҙе иҫтә тотоп диктантты яҙыу. Өйрәнгән ҡағиҙәләрҙе практик ҡулланыу.

31.

Хаталар өҫтөндә эш. Өфө - Башҡортостандың баш ҡалаһы.

Хаталар өҫтөндә эш. Тасуири уҡыу, һөйләү, һорауҙарға яуаптар биреү, диалогтарҙа ҡатнашыу.

Кеше. Тән ағзалары. Шәхси гигиена. 6 сәғәт.

32.

Тән ағзалары. Башҡорт телендә эйәлек төшөнсәһе.

Тойғо менән уҡыу, үҙ-үҙеңә баһа биреү, тыуған яҡ тәбиғәтенә һөйөү тәрбиәләү.

33

Шәхси гигиена. Башҡорт телендә эйәлек төшөнсәһе.

Һаулыҡты нығытыу һәм һаҡлау; Һүрәтләү, хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү.

34

Табипта. Эйәлек төшөнсәһе.

Дуҫлыҡ тураһында әңгәмәлә ҡатнашыу, мәҡәлдәр өйрәнеү, үҙ фекереңде әйтергә өйрәнеү.

35

Кем нимә эшләй? Ҡылым.

Һүрәтләү, хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү.

36

Дарыу үләндәре. Ҡылым.

Тасуири уҡыу, һөйләү, һорауҙарға яуаптар биреү, диалогтарҙа ҡатнашыу, предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланыу.

37

Тәржемә эше. Грипп.

Үҙ фекереңде, күҙәтеүҙә-реңде, кисерештәреңде системаға һалып яҙырға өйрәнеү,план төҙөү.

Яңы йыл менән! 8 сәғәт.

38.

Башҡортостанда ҡыш. Һөйләмдә һүҙ тәртибе.

Тыуған ил, туған тел матурлығын, күркәмлеген тоя белеү, уларҙы һаҡлау, үҙ халҡының традицияларын, йолаларын өйрәнеү, таратыу.

39.

Һорауҙарға яуап. Ҡышҡы уйындар.

Тасуири уҡыу, һөйләү, һорауҙарға яуаптар биреү, диалогтарҙа ҡатнашыу.

40.

Ҡоштарға ярҙам.

Һөйләмдәр төҙөү, һорау-ҙарға яуаптар биреү, йөкмәткеләрен һөйләй белеү,хеҙмәт, дуҫлыҡ тураһында әңгәмәләшеү.

41.

Яуа ҡарҙар. Ҡылымдарҙың зат һәм һан менән үҙгәреше.

Һүрәтләү, хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү.

42.

Яңы йыл ҡайҙа нисек үтә?

Тасуири уҡыу, һөйләү, һорауҙарға яуаптар биреү, диалогтарҙа ҡатнашыу, предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланыу.

43

Экскурсия. Ергә аҡ ҡарҙан юрған ябылған.

Һүрәтләү, хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү.

44

Инша. Ҡышҡы матурлыҡ.

Үҙ фекереңде, күҙәтеүҙәреңде, кисерештәреңде системаға һалып яҙырға өйрәнеү,план төҙөү.

45

Хаталар өҫтөндә эш. Ҡар өй. Ғинуар.

Һүрәтләү, хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү.

Аҙыҡ-түлек. Кейем-һалым. Магазин. Өй. Баҙар. 6 сәғәт.

46.

Аҙыҡ-түлек.

Тасуири уҡыу, һөйләү, һорауҙарға яуаптар биреү, диалогтарҙа ҡатнашыу, предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланыу.

47.

Кейем-һалым. Синонимдар.

Һүрәтләү, хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү.

48.

Магазинда.

Тасуири уҡыу, һөйләү, һорауҙарға яуаптар биреү, диалогтарҙа ҡатнашыу, предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланыу.

49.

Мул уңыш үҫтерәбеҙ. Ҡылым.

Тасуири уҡыу, һөйләү, һорауҙарға яуаптар биреү, диалогтарҙа ҡатнашыу; Ҡылымдарҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланырға өйрәнеү.

50.

Контроль диктант. Көләс булһын әсәйҙәр

Каллиграфия нормаларын, үтелгәндәрҙе иҫтә тотоп диктантты яҙыу. Өйрәнгән ҡағиҙәләрҙе практик ҡулланыу.

51.

Хаталар өҫтөндә эш. Ҡымыҙ – файҙалы эсемлек.

Һүрәтләү, хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү.

8 март – ҡатын-ҡыҙҙар көнө. 4 сәғәт.

52.

8 март – ҡатын ҡыҙҙар көнө. Антонимдар.

Тыуған ил, туған тел матурлығын, күркәмлеген тоя белеү, уларҙы һаҡлау, үҙ халҡының традицияларын, йолаларын өйрәнеү, таратыу.

53.

Минең әсәйем. Интонация буйынса һөйләм төрҙәре.

Тасуири уҡыу, һөйләү, һорауҙарға яуаптар биреү, диалогтарҙа ҡатнашыу, предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланыу.

54.

Беҙҙең ғаилә.

Тексты уҡыу, һорауҙарға яуаптар биреү.

55.

Эш бөткәс, уйнарға ярай.

Тыуған ил, туған тел матурлығын, күркәмлеген тоя белеү, уларҙы һаҡлау, үҙ халҡының традицияларын, йолаларын өйрәнеү, таратыу.

Яҙ етте. 6 сәғәт.

56.

Яҙ килә. Омонимдар.

Һүрәтләү, хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү.

57.

Башҡортостанда яҙ. Синонимдар. Антонимдар.

Тыуған ил, туған тел матурлығын, күркәмлеген тоя белеү, уларҙы һаҡлау, үҙ халҡының традицияларын, йолаларын өйрәнеү, таратыу.

58.

Ҡайтығыҙ ҡоштарым! Зат алмаштары.

Һорауҙарға яуаптар биреү, диалогтарҙа ҡатнашыу, предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланыу.

59

1 май – яҙ байрамы.

Тасуири уҡыу, һөйләү, һорауҙарға яуаптар биреү, диалогтарҙа ҡатнашыу, предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланыу.

60.

9 май – Еңеү байрамы. Кем?Нимә? һорауҙары.

Хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү. Һорауҙарға яуаптар биреү.

61

Экскурсия. Яҙ етте.

Һорауҙарға яуаптар биреү. Тасуири уҡыу, һөйләү.

Яҙғы эштәр. 5 сәғәт.

62.

Баҡса эштәре.ЙЫ,ЙЕ,ЙО,ЙӨ,ЙҮ ҡушымсалары.

Һорауҙарға яуаптар биреү, диалогтарҙа ҡатнашыу, предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланыу.

63.

Суфия – яҡшы табип. Һан.

Һүрәтләү, хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү.

64

Яҙғы эштәр.

Һүрәтләү, хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү.

65.

Контроль диктант. Яңғыҙ ҡайын.

Каллиграфия нормаларын,

үтелгәндәрҙе иҫтә тотоп диктантты яҙыу. Өйрәнгән ҡағиҙәләрҙе практик ҡулланыу.

66.

Хаталар өҫтөндә эш. Алмаш. Яҙғы сәскәләр.

Тасуири уҡыу, һөйләү, һорауҙарға яуаптар биреү, диалогтарҙа ҡатнашыу, предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланыу.

Яҙғы байрамдар. Йомғаҡлау. 4 сәғәт.

667-68.

Яҙғы байрамдар. Алмаш (ҡабатлау).

Һүрәтләү, хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү.

669-70.

Уҡыу техникаһын тикшереү. Йәй айҙары.

Тасуири, шыма уҡыу, бәйләнешле телмәр үҫтереү, һорауҙарға тулы яуап биреү, тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләү.





































Башҡорт (дәүләт) телен өйрәнеү өсөн уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар.


1.Усманова М. Г. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа. 2010.

2. Урыҫ мәктәптәренең 5-6 – сы синыфтары өсөн башҡорт теленән электрон дәреслек. – Өфө: Мәғариф министрлығы, 2009.

3. Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө:Китап, 2009

4. Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап.- Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы. 2009.

5. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология. Өфө : «Эдвис» уҡытыу – методика үҙәге, 2010.

6. З.М.Ғәбитова, Х.А.Толомбаев.Электрон дәреслек. Башҡорт теле.ru. Өфө,2009.


Материаль-техник ҡулланмалар

  • телевизор;

  • компьютер;

  • принтер;

  • DVD-проигрыватель.


Төп һәм өҫтәлмә әҙәбиәт


1.З.М.Ғәбитова, М.Ғ.Усманова. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5-се класы уҡыусылары өсөн дәреслек. – Өфө : Китап, 2010.

2.З.М.Ғәбитова, Х.А.Толомбаев. Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр.Өфө – 2009.

3.М.Ғ.Усманова, З.М.Ғәбитова. Башҡорт теленән диктант һәм изложениелар йыйынтығы. Өфө – Китап – 2009.

4.Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. – Өфө: Китап, 2009.

5.Башҡортса – русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. – Өфө: Китап, 2010.

6.Әүбәкирова З.Ф., Әүбәкирова Х.E., Дилмөхәмәтов М.И. Мин башҡортса уҡыйым – Өфө: Китап, 2009.

7.Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларҙа hәм ҡағиҙәләрҙә. Әүбәкирова З.Ф.– Өфө, 2010.

8.Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2009.

9.Журналдар: «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Аҡбуҙат», «Аманат».

10.Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2009.

11.М.В.Зәйнуллин. Хәҙерге башҡорт теле.Морфология. - Өфө: Китап, 2010.

12.Толомбаев Х.А., Ғәбитова З.М. Башҡорт теленән тестар. - Өфө: 2010

13.Русско-башкирский учебный словарь.Саяхова Л.Г., Ураксин З.Г. - Уфа: Китап, 2011.



Электрон ресурстар:

  1. [link]