Рабочая программа по родному (башкирскому) языку и литературе (8 класс)

Автор публикации:

Дата публикации:

Краткое описание: ...


02.16


Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение Школа № 116

городского округа город Уфа Республики Башкортостан


«Рассмотрено»

на заседании ШМО

родных языков


Протокол № 1

«__» августа 2016 г

«Согласовано»

Заместитель директора по УВР, курирующего преподавание родных языков

_____________

(Байрамова А.М.)

«____» августа 2016г.


«Утверждено»

Директор школы

___________ Т.В.Еремеева


Приказ № ____

от «___» августа 2016 г.




Рабочая программа

учебного курса

основного общего образования

по родному (башкирскому) языку и литературе

Класс 8А,Б,В



Выполнила:

учитель башкирского языка и литературы

высшей квалификационной категории

Усманова А.Г.




2016-2017 учебный год


Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округының муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы 116-сы мәктәбе



Ҡаралған” “Килешелгән”

ММБ ултырышында туған телдәр буйынса

протокол № 1 директор урынбаҫары

«__» август 2016 й _________/Байрамова А.М./

Раҫланған

116-сы мәктәп директоры

_________/ Т.В.Еремеева/

Приказ №

«__» август 2016 й






8 А,Б,В кластары өсөн


туған (башҡорт) теле һәм әҙәбиәтенән


төп дөйөм белем биреү буйынса


уҡыу курсының эш программаһы




Төҙөнө:

юғары квалификацион категориялы

башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Усманова Әлмирә Ғүмәр ҡыҙы








2016-2017 уҡыу йылы

ОГЛАВЛЕНИЕ:



Стр.

Уҡыу предметына дөйөм характеристика

Общая характеристика учебного предмета

4

Уҡыу предметын үҙләштергәндә шәхси, метапредмет, предмет һөҙөмтәләре

Личностные, метапредметные и предметные результаты освоения конкретного учебного предмета

5



Уҡыу предметының йөкмәткеһе

Содержание учебного предмета

7

Календарь-тематик планлаштырыу.

Календарно-тематическое планирование.

7


































  1. Уҡыу предметына дөйөм характеристика

Общая характеристика учебного предмета

8-се класс өсөн туған (башҡорт) теле һәм әҙәбиәтенән эш программаһы.

Программа бөтәһе 34 сәғәткә планлаштырылған. Аҙнаһына 1 сәғәт иҫәбенән.

Дәреслек: Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 8-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. Тикеев Д. С., Ғафаров Б. Б., Хөснөтдинова Ф. Ә. – Өфө: Китап, 2007.- 336 бит.


Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы: Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған “Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән программа”(Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең IXI кластары өсөн) буйынса төҙөлдө. Программаның төҙөүселәре:Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А. һ.б.– Ижевск: «КнигоГрад», 2008.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы.

Программа буйынса башҡорт теленә өйрәтеүҙең маҡсаты һәм бурыстары:

  • Уҡыусыларҙа башҡорт телендә һөйләгәнде, уҡығанды, тыңлағанды аңлау күнекмәләре булдырыу (аудирование).

  • Башҡорт теленең өндәрен, һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеп, үҙ-ара һөйләшергә, тәҡдим ителгән темалар, ситуациялар буйынса һөйләргә өйрәтеү.

  • дәреслектәге, уҡыу ҡулланмаларындағы текстарҙы, башҡорт гәзит-журналдарын үҙ аллы һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен биреү.

  • Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп, үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу.

  • Башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү.

  • Башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп, балаларҙы башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре, уларҙың эшмәкәрлеге, ижады менән таныштырыу, башҡорт халҡына, үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.

  • текстағы яңы һүҙҙәр, фразаларҙы аңлатыу, һүҙлек эше үткәреү мотлаҡ.


8-се классуҡыусыларының белем һәм күнекмәләренә талаптар:


Өйрәнелгән әҫәрҙәрҙең авторын, исемен белеү; ятлау өсөн тәҡдим ителгән өҫәрҙәрҙе яттан һөйләй белеү;

Яҙыусы ижад иткән художестволы картиналарҙы уйлап күҙ алдына баҫтырыу; эпик һәм лирик әҫәрҙәрҙе айыра белеү;

Тәҡдим ителгән художестволы әҫәрҙәрҙе аңлы һәм тасуири уҡыу; ҙур булмаған әҫәрҙәрҙе, өҙөктәрҙе һөйләй белеү;

Йәмғиәт тормошонда телдең роле; туған телдең әһәмиәте; телдең морфологик категориялары һәм синтаксик төҙөлөшө менән танышыу.

Ижади диктанттар, изложениелар һәм иншалар яҙыу.

Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө:

Туған (башҡорт) телен уҡытыуҙың икенсе баҫҡысы 5-9-сы кластарға тура килә. 8-се класта уҡытыуҙың маҡсаты – түбәнге кластарҙа алған белем һәм күнекмәләрҙе икенсе баҫҡыс талаптарына ярашлы практик йүнәлештә тәрәнәйтеү, башҡорт теленең өндәр системаһы, лексик байлығы,морфологик категориялары һәм синтаксик төҙөлөшө тураһында белем биреү.

Уҡыу материалы еңелдән ауырға барыу принцибына ярашлы урынлаштырылды. Был класта фольклор әҫәрҙәренән һуң башҡорт яҙыусылары һәм шағирҙарының төрлө жанр һәм тематикалы әҫәрҙәре өйрәнелә.

Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте модуль булараҡ үткәрелә.


  1. Уҡыу предметын үҙләштергәндә шәхсән, метапредмет, предмет-ара

Личностные, метапредметные и предметные результаты освоения конкретного учебного предмета

Төп мәктәп сығарылыш уҡыусыларының башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән программаны үҙләштереүҙең шәхси һөҙөмтәләре булып түбәндәгеләр тора:

1)Башҡорт телен башҡорт халҡының төп милли – мәҙәни ҡиммәте булараҡ аңлау, интеллектуаль, ижади һәләтлектәрен һәм шәхестең мораль – этик сифаттарын үҫтереүҙә туған телдең ролен, уның мәктәптә белем алыу процесындағы әһәмиәтен билдәләү;

2) Башҡорт теленең эстетик ҡиммәтен аңлау; туған телгә ҡарата ихтирам, уның менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү; милли мҙәни сағылыш булараҡ, башҡорт теленең таҙалығын һаҡлау тураһында хәстәрлек күреү; телмәр үҙ камиллаштырыуға ынтылыу:

3) аралашыу процесында кәрәкле һүҙлек запасына эйә булыу һәм үҙ фекереңде иркен еткереү өсөн тейешле грамматик сараларҙы үҙләштереү; үҙ телмәреңде күҙәтеү һәм уны баһалау күнекмәһен булдырыу.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһын үҙләштереүҙең метапредмет һөҙөмтәләре булып:

1)телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрен үҙләштереү:

аудирование һәм уҡыу:

  • телдән һәм яҙма хәбәр иткән мәғлүмәтте (коммуникатив йүнәлеш , текст темаһы, төп фекер; төп һәм өҫтәлмә мәғлүмәт) адекват ҡабул итеү;

  • төрлөсә уҡыу күнекмәләрен булдырыу (эҙләнеү, ҡарап сығыу, танышыу, өйрәнеү), төрлө стилдәге, жанрҙағы текстарҙы үҙләштереү;

  • төрлө стилдәге, жанрҙағы тексты ишетеп, адекват ҡабул итеү; төрлө төрҙәге аудирование менән эш итеү (һайлап алыу, танышыу);

  • төрлө сығанаҡтарҙан мәғлүмәтте һайлап алыу һәләтлеге (матбуғат саралары, уҡыу өсөн тәғәйенләнгән компакт дискылар, интернет ресурстары); төрлө типтағы һүҙлектәр менән иркен ҡулланыу, белешмә өсөн әҙәбиәт, шулай уҡ электрон ҡулланмаларҙан һайлап алыу күнекмәләрен булдырыу;

  • һайлап алыу алымдары менән эш итә белеү һәм тәғәйен темаға материалды системаға килтереү; уҡыу йә аудирование һөҙөмтәһендә алынған мәғлүмәтте үҙ аллы эҙләй алыу күнекмәләренә эйә булыу; мәғлүмәтте ҡайтанан эшләй алыу, еткерә белеү;

  • стилистик үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып, йөкмәткенән һәм ҡулланылған тел сараларынан сығып фекерҙе сағыштыра алыу;

һөйләү һәм яҙыу:

  • алдағы уҡыу эшмәкәрлегенең (индивидуаль һәм коллектив)маҡсатын билдәләү һәләтлеге, хәрәкәттең эҙмә – эҙлелеге, өлгәшелгән һөҙөмтәләрҙе баһалау һәм телдән һәм яҙма формала адекват аныҡ әйтеү;

  • тыңланған йә уҡылған тексты тәҡдим ителгән кимәлдә (план, конспект, һөйләү, аннотация) һөйләй алыу;

  • төрлө стилдә , жанрҙа, адресланыуға ҡарап телдән һәм яҙма текст төҙөй алыу;

  • телдән һәм яҙма формала үҙ фекереңде иркен еткерә белеү, тексты логик яҡтан эҙмә – эҙлекле төҙөү талаптарын һаҡлау;

  • төрлө төрҙәге монологты (хәбәрләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү, төрлө төрҙәге монологтарҙың берләшеүе) һәм диалог (этикеты һүҙ эсенә алған, диалог – һорашыу, диалог – аралашыуға өндәү, диалог – фекер алышыу һ. б.; төрлө төрҙәге диалогтың берләшеүен) үҙләштереү;

  • ғәмәлдә төрлө телмәрҙәге аралашыуҙың орфоэпик, лексик, грамматик, хәҙерге башҡорт әҙәби теленең стилистик нормаларын һәм яҙма телдә төп орфографик һәм пунктуацион ҡағиҙәләрҙе һаҡлау;

  • телмәр этикет нормаларын һәм яҙма телдә төп орфографик һәм пунктуацион ҡағиҙәләрҙе һаҡлау;

  • телмәр этикет нормаларын һаҡлап, аралаша алыу, телмәр аралашыу процесында ым – ишара, мимиканы урынлы ҡулланыу;

  • Уҡыу процесында һәм көндәлек аралашыуҙа үҙ телмәреңде контролдә тотоу; йөкмәткенән, һүҙҙәрҙе урынлы ҡулланыуҙан сығып, үҙ телмәреңде баһалай белеү; грамматик һәм телмәр хаталарын таба һәм уларҙы төҙәтә белеү; үҙ тексыңды мөхәррирләү һәм камиллаштыра алыу;

  • Үҙ тиңдәштәреңдең аудиторияһында ҙур булмаған доклад, реферат менән сығыш яһау; бәхәстә, төрлө аргументтар ҡулланып, көнүҙәк проблемалар буйынса сығыштарҙа ҡатнашыу;

2) алынған белем һәм күнекмәләрҙе көндәлек тормошта ҡуллана белеү; туған телде башҡа фәндәрҙә белем алыу сығанағы булараҡ файҙаланыу; тел күренештәрен анализлау буйынса алған белем һәм күнекмәләрҙе предмет – ара (сит тел, әҙәбиәт һ.б. дәрестәрҙә) ҡулланыу;

3) аралашыу процесында тирә – яҡтағы кешеләр менән коммуникатив маҡсатлы бәйләнештә, ниндәйҙер эш төрөн эшләү, бәхәстә, күтәрелгән көнүҙәк темаларҙа фекер алышыуҙа ҡатнашыу; шәхестәр менән мәҙәни аралшыу барышындағы төрлө ситуацияларҙа телмәр этикетының милли – мәҙәни нормаларын үҙләштереү.

Предмет һөҙөмтәләре:

1)телдең төп функциялары тураһында, башҡорт теленең башҡорт халҡының милли теле, БР –ның дәүләт теле булыуы тураһында, тел һәм халыҡ мәҙәниәтенең бәйләнештәре тураһында, кеше һәм йәмғиәт тормошондағы роле тураһында ҡараш булдырыу;

2) гуманитар фәндәр системаһында туған телдең урынын һәм мәғарифта тулыһынса уның ролен аңлау:

3) туған тел тураһында төп фәнни нигеҙҙе үҙләштереү; уның кимәл һәм берәмектәр бәйләнешен аңлау;

4) тел ғилеменең төп аңлатмалары: лингвистика һәм уның төп бүлектәре; тел һәм телмәр, телмәр аралашыуы, һөйләү һәм яҙма телмәр, монолог, диалог һәм ураҙың төрҙәре; аралашыу ситуациялары, фәнни, публицистик, рәсми – эшлекле стилдәр, матур әҙәбиәт теле; функцианаль – мәғәнәүи телмәр төрҙәре (хикәйәләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү); текст, текст төрҙәре; телдең төп берәмектәре, уларҙың билдәләре һәм телмәрҙә ҡулланыу үҙенсәлектәрен үҙләштереү;

5) башҡорт теленең лексикаһы һәм фразиологияһының төп стилистик ресурстарын, башҡорт әҙәби теленең төп нормаларын үҙләштереү:

6) телдең төп берәмектәрен, гамматик категорияларын анализлау һәм таныу, тел берәмектәрен аралашыу шарттарына ярашлы ҡулланыу;

7) һүҙгә анализ төрҙәрен (фонетик, морфематик, һүҙъяһалыш, лексик, морфологик), төп билдә һәм структура күҙлегенән сығып, күп аспектлы анализ яһау;

8) тел һүрәтләү саралары һәм уларҙы телмәрҙә ҡулланыу;

9) туған телдең эстетик функцияһын таныу, матур әҙәбиәт текстарын анализлағанда телмәрҙең эстетик кимәлен баһалау.


  1. Уҡыу предметының йөкмәткеһе

Содержание учебного предмета

Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

Мәктәп – белем шишмәһе. Н. Мусин. Һабаҡ – 2с.

Көҙ – хеҙмәт һәм байлыҡ миҙгеле. Р. Ханнанов “Икмәк ҡәҙере”. Р. Өмөтбаев “Әмир баҫыуы” – 4с.

Салауат батыр – ир ине. Я. Хамматов. Салауат – 3с.

Ҡыш. Б. Рафиҡов “Бүреләр”. И. Теләүембәтов “Маралым таңы - 5с.

Данлы йылдар, шанлы йылдар. Яуҙан ҡайтҡан ҡурай. Башҡорттар китте һуғышҡа – 4с.

Әсәйем – күңел ҡояшым! Т. Ғиниәтуллин “Әсә һәм бала” – 2с.

Әҙәп барҙа – иман бар. М. Ямалетдинов “Иман”. З. Ғәлимов “Ялан сәскәләре” – 4с.

Ай, Уралым, Уралым! Б. Бикбай “Ер”. Н. Мусин “Һуңғы солоҡ” – 3с.

Йәй А. Йәғәфәрова. Кескәй шишмә. Ш. Янбаев “Дегәнәк”. Р. Солтангәрәев “Һуңғы һунар” – 3 с.


  1. Календарь-тематик планлаштырыу.

Календарно-тематическое планирование.

Класс- 8.


Дәрестең

иҫәбе

Дәрестең темаһы.


Сәғәттәр

һаны

Үткәрелеү

ваҡыты

план

факт


1

Ноғман Мусин. Һабаҡ.

1



2

Һабаҡ (дауамы).

1



3

Р. Ханнанов. Икмәк ҡәҙере.

1



4

Икмәк ҡәҙере (дауамы).

1



5

Р. Өмөтбаев. Әмир баҫыуы.

1



6

Әмир баҫыуы (дауамы).

1



7

Я. Хамматов. Салауат.

1



8

Салауат (дауамы).

1



9

Инша. Салауат Юлаев.

1



10

Хаталар өҫтөндә эш. Б. Рафиҡов ижады.

1



11

Бүреләр.

1



12

Бүреләр (дауамы).

1



13

И. Теләүембәтов. Маралым таңы.

1



14

Маралым таңы (дауамы).

1



15

Яуҙан ҡайтҡан ҡурай.

1



16

Яуҙан ҡайтҡан дауамы.

1



17

Р. Өмөтбаев. Башҡорттар китте һуғышҡа.

1



18

Башҡорттар китте һуғышҡа (дауамы).

1



19

Үлмәҫбай, Теребай һәм Василий Теркин образдары.

1



20

Т. Ғиниәтуллин. Әсә һәм бала.

1



21

Әсә һәм бала (дауамы).

1



22

Р. Ямалетдинов. Иман.

1



23

Иман (дауамы).

1



24

З. Ғәлимов. Ялан сәскәләре.

1



25

Ялан сәскәләре (дауамы).

1



26

Б. Бикбай. Ер.

1



27

Ер” поэмаһы (дауамы).

1



28

Н. Мусин ижады.

1



29

Н. Мусин. Һуңғы солоҡ.

1



30

Һуңғы солоҡ (дауамы).

1



31

А. Йәғәфәрова. Кескәй шишмә.

1



32

Ш. Янбаев. Дегәнәк.

1



33

Р. Солтангәрәев. Һуңғы һунар.

1



34

Йыл буйына үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

1




Иҫкәрмә: календарь график, 2016-2017 йылғы уҡытыусылар календары һәм дәрестәр теҙмәһе буйынса дөйөм сәғәттәр һаны йылына 34 сәғәт.