Урок по башкирской литературе в 7 классе Туған тел

Автор публикации:

Дата публикации:

Краткое описание: ...


Маҡсат. Туған телгә ҡарата һөйөү һәм уның менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү; телдең ғәзизлеген аңлатыу, уны һаҡларға һәм яҡларға кәрәклеген төшөндөрөү.

(Слайдтарҙа мәҡәлдәр күрһәтеү.)

Туған телен ҡәҙерләгэн халыҡ ҡәҙерле булыр.

Үҙ телем — үҙ ҡылысым,

Атай ҡойған ҡоросом,

Илдә-көндә тынысым.

Телдәр белгән — илдәр белгән.

Телен һаҡлаған башын һаҡлар.

(Уҡыусылар башҡарыуында «Башкортом» йырын тыңлау.) [pic]

Туған тел

Ерҙә кеше һөйәгенән

Убалар үҫкән...

Тел тере шишмә — үлмәгән,

Бөгөнгә еткән!

Шул тел менән тыуҙым, үҫтем,

Торам бөгөн дә.

Аңлай мине ғәзиз халкым

Туған телендә.

Минең телем тыуған ерем,

Әсәм тауышы,

Халҡымдың бай хазинаһы,

Таҙа намыҫы!

Ерҙә халыҡ йәшәй икән,— Теле лә йәшәй. Телен асҡанда һәр бала Әйтәсәк: «Әсәй!»

(Б. Бикбай)

Уҡытыусы. Уҡыусылар, беҙ бөгөн һөйләшеүебеҙҙе «Бишек йырҙарынан килгән моң был...»тип атанык. Ниөсөн тип уйлайһығыҙ? (Яуаптар.)

Уҡытыусы. Кешенең бар тормошо тел менән бәйле — тыуған көнөнән алып һуңғы һулышына тиклем ул һәр кемдең айырылғыһыҙ юлдашы. Бала бишектә: ятканда ук, ниндәйҙер ауаздар сығарып, үҙенсә һөйләшеп ята. Ата-әсәһе,өләсәй-олатаһы ла уның менән тыуған көнөнән алып аралаша, бишек йырҙары йырлап йоҡлата. Балаүҫә, күңеле яҡтығаынтыла, әйләнә-тирәһе тауыштарҙы асылына һеңдерә бара. Якындарының бишек йырҙары. такмаҡтары, әкиәттәре уны йыуатып тынысландырып ҡына ҡалмай, бер ваҡытта тирә-як донъя менән таныштыра һәм тәрбиәләй. Бала, өлкәндәргә эйәреп, һөйләшергә өйрәнә, беренсе тапҡыр мәғәнәле һүҙҙәр ҡулланған һайын үҙе өсөн күп яңы нәмәләр аса башлай. Тыуған йортоноң, ауылының, иленең ҡәҙерле булыуы кеше иң элек туған тел аша тоя, туған тел аша күңеленә һеңдерә.

Эйе, беҙ бөгөн тел тураһында һәм уға ҡағылышлы мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшергә йыйылдыҡ. Уҡыусылар, һеҙ радио-телевидение тапшырыуҙарынан ишетеп, гәзит-журналдарҙан укып, 21 февралдең Халыҡ-ара туған тел көнө икәнен беләһегеҙ.

Ни өсөн Халыҡ-ара туған тел көнөн йыл да билдәләйҙәр? Ошо хаҡта үҙ фекерҙәрегеҙҙе әйтеп үтегеҙ.

1-се уҡыусы. Туған тел - һәр милләттең иң ҡәҙерле хазинаһы, ул халыктың ижтимағи тормошонда, яҙмышы баһалап бөткөһөҙ әһәмиәткә эйә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн бик күп телдәргә юҡҡа сығыу ҡурҡынысы янай. Тап шуға ла тел һәм мәҙәниәт төрлөлөгөн, күп теллелекте һаҡлау, аҙ һанлы милләттәрҙе яҡлау һәм был мәсь-әләгә йәмәғәтселектең иғтибарын йүнәлтеү маҡсатында 1999 йылдың 17 ноябрендә ЮНЕСКО-ның Генераль конвенцияһы Халыҡ-ара туған тел көнөн булдырырға ҡарар иткән, 2000 йылдын 21 февраленән алып, һәр йыл был байрам билдәләп үтелә.

2-се укыусы. 1952 йылдын 21 февралендә алыҫтағы Бангладеш илендә үҙ әсә телдәре, бенгали телен, дәүләт теле итеп таныуҙы талап иткән демонстрацияның алғы сафында килгән студенттарҙың полицейскийҙар пуляһынан йәш ғүмерҙәре өзөлә. Ошо ваҡиғанан һуң был дата телдәр һәм мәҙәниәттәр төрлөлөгөн, күп теллелеккә ынтылышты кәүҙәләндерә, донъя мәҙәниәте үҫешен тәьмин итеүсе булараҡ, туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү маҡсаттарын, аңлашып, түҙемлек һәм диалог нигеҙендә аралашып йәшәү принциптарын күҙаллай. иленең ҡәҙерле булыуы кеше иң элек туған тел аша тоя, туған тел аша күңеленә һеңдерә.

Эйе, беҙ бөгөн тел тураһында һәм уға ҡағылышлы мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшергә йыйылдыҡ. Уҡыусылар, һеҙ радио-телевидение тапшырыуҙарынан ишетеп, гәзит-журналдарҙан укып, 21 февралдең Халыҡ-ара туған тел көнө икәнен беләһегеҙ.

Ни өсөн Халыҡ-ара туған тел көнөн йыл да билдәләйҙәр? Ошо хаҡта үҙ фекерҙәрегеҙҙе әйтеп үтегеҙ. [pic]

1-се уҡыусы. Туған тел - һәр милләттең иң ҡәҙерле хазинаһы, ул халыктың ижтимағи тормошонда, яҙмышы баһалап бөткөһөҙ әһәмиәткә эйә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн бик күп телдәргә юҡҡа сығыу ҡурҡынысы янай. Тап шуға ла тел һәм мәҙәниәт төрлөлөгөн, күп теллелекте һаҡлау, аҙ һанлы милләттәрҙе яҡлау һәм был мәсь-әләгә йәмәғәтселектең иғтибарын йүнәлтеү маҡсатында 1999 йылдың 17 ноябрендә ЮНЕСКО-ның Генераль конвенцияһы Халыҡ-ара туған тел көнөн булдырырға ҡарар иткән, 2000 йылдын 21 февраленән алып, һәр йыл был байрам билдәләп үтелә.

2-се укыусы. 1952 йылдын 21 февралендә алыҫтағы Бангладеш илендә үҙ әсә телдәре, бенгали телен, дәүләт теле итеп таныуҙы талап иткән демонстрацияның алғы сафында килгән студенттарҙың полицейскийҙар пуляһынан йәш ғүмерҙәре өзөлә. Ошо ваҡиғанан һуң был дата телдәр һәм мәҙәниәттәр төрлөлөгөн, күп теллелеккә ынтылышты кәүҙәләндерә, донъя мәҙәниәте үҫешен тәьмин итеүсе булараҡ, туған телдәрҙе һаҡлау һәм үҫтереү маҡсаттарын, аңлашып, түҙемлек һәм диалог нигеҙендә аралашып йәшәү принциптарын күҙаллай.

Уҡытыусы. ЮНЕСКО ҡарары буйынса, Халыҡ-ара туған тел көнөндә барлыҡ телдәр ҙә тигеҙ тип таныла, сөнки уларҙың һәр ҡайһыһы кеше яҙмышы өсөн яуап бирә һәм тәбиғи мираҫ булып тора.

1-се тәрбиәсе. Донъяла нисә тел юғалыу ҡурҡынысы аҫтында? (ЮНЕСКО билдәләүе буйынса, 400-гә яҡын тел.)

Уҡыусылар, туған телдең юҡҡа сығыу сәбәптәре ниҙә? (Фекерҙәрҙе тыңлау.) [pic]

1-се тәрбиәсе. Берәй милләт иҡтисади яҡтан көслөрәк икенсе милләт менән хужалыҡ бәйләнешенә ингән осраҡта, уның теленә юҡҡа сығыу хәүефе янай - ата-әсә киләсәктә эш табыуы еңелерәк буласаҡ, тип уйлап, балаһына әлеге «көслөрәк» дәүләт телен өйрәтергә тырыша. Икенсе осраҡта, милли аҙсылыҡ һәм унын теле тәбиғәт ҡаҙылмаларын үҙ ҡулдарына төшөрөргә тырышыусыларҙың баҫымы аҫтына эләгә.

Шуныһы һөйөнөслө: сәйәси көстәр ярҙамында телдәрҙе юҡҡа сығыуҙан һаҡлап ҡалырға мөмкин. ЮНЕСКО күп теллелекте хуплай һәм Телдәр атласында күтәрелгән мәсьәләләрҙе хәл итергә тейешлеген белдерә.

(Полиглоттар менән таныштырыу.)

Полиглот тигән һүҙҙе ишеткәнегеҙ бармы? Кемдәрҙе полиглот тип атайҙар? (Анлатма слайдта күрһәтелә.) Грек телендә, поли — күп, глотта - тел, йәғни күп тел белеүсе кеше тигәнде анлата. Полиглоттар биш телде камил белергә тейеш, тип һанала. Риүәйәттәр бәйән итеүенсә, Будда — 50, ә Мөхәммәт пәйғәмбәр иһә донъялағы барлыҡ телдәрҙе лә белгән. Сәйәсмәндәрҙән иһә, француз, немец, инглиз телдәрен камил белһә лә, В.И. Ленин полиглот булмаған. И.В. Сталин, грузин теленән тыш, абхазса белгән, Н.С. Хрущев украинса белеүе менән маһайған.

Уҡытыусы. Туған телебеҙҙе һаҡлап ҡалыу өсөн нимәләр эшләргә кәрәк, тип уйлайһығыҙ, уҡыусылар? (Фекерҙәрҙе тыңлау.)

Башҡорт теленең статусы һәм уны бойомға ашырыу тураһындағы мәсьәлә һәр саҡ үҙәктә булды. Тарихтан билдәле булыуынса, был мәсьәлә 1918 йылдың ғинуарында эшләнгән «Бәләкәй Башҡортостан тураһында положение» проектында тәүге тапҡыр тикшерелә. Төрлө йылдарҙа күп тапҡырҙар үткән һөйләшеүҙәр унын ни тиклем ҡырҡыу торғанлығы хаҡында бәйән итә.

Ниһайәт, 1999 йылдың 21 ғинуарында Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының Закондар сығарыу палатаһы «Башҡортостан Республикаһы халыктары телдәре тураһында» Закон ҡабул итте. Шуныһы ҡыуаныслы: Башҡортостан Республикаһы халыктары телдәренең тиң хужалығын гарантиялаусы яңы Закон бер үк ваҡытта республиканың бөтөн территорияһында башҡорт һәм рус телдәрен дәүләт теле тип иғлан итте.

Уҡытыусы. Эйе, һин киләсәктә кем генә булһаң да — президентмы, директормы, ябай эшсеме — туған теленде белергә, уны өйрәнергә, был телдә иркен һөйләшергә бурыслыһын. Рухи байлыҡ һәр халыҡтын туған телендә ижад ителә. Үҙ телендә һөйләшеүҙән, аралашыуҙан баш тартҡан кеше ана шул байлыҡтың ҡиммәтен, ҡәҙерен, серҙәрен башҡаларға анлата алыуҙан мәхрүм була. Әсә телен онотҡан кеше ижадсы булыуҙан туктай, эске донъяһы фәҡирләнгән әҙәмгә әүерелә.

2-се тәрбиәсе. Халыҡтың ин ҙур байлығы — бишектән үк ишетелгән «бәллеү» һүҙе аша ҡанға, аңға һеңгән туған тел — әсә теле. Телле булһаҡ, илле лә булырбыҙ, илебеҙ булһа, арғымаҡта елербеҙ. Тимәк, аңдыла, рухлы ла, ғәмле лә, ырыҫлы ла, моңло ла, аҡыллы ла, ҡотло ла булырбыҙ.

Туған телем!

Кейек ҡаззар моңо,

Ҡыйғаҡ-ҡыйғак ҡаҙҙар телеме?!

Шуғамы икән зәңгәр бейеклеккә

Әйҙәй мине болот теҙеме!

Зәңгәр күлле, ак ҡайынлы яҡтың

Ҡоштар телле халҡым куңеле —

Тап зәңгәр күк төҫлө бейек, бөйөк,

Тап ҡайындай ап-ак түгелме?!

Ҡоштар телле халым!

Шуғамы икән

Әйтер һуҙем, хисем ҡанатлы!

Рәхмәтлемен, донъя!

Шул ҡоштарҙың

Бер ҡаурыйы итеп яраттың!

(Р. Хисаметдинова)