6-сы класта уртаҡ ҡылым темаһын
өйрәнеү.
Мораҙым мәктәбенең башҡорт теле
һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Килдина
Гөлсара Ғәйфулла ҡыҙы.
Маҡсат.Уртаҡ ҡылымдың мәғәнә үҙенсәлектәрен асыҡлау һәм телмәрҙә дөрөҫ ҡулланырға өйрәтеү,яһалышын үҙләштереү.Телмәр үҫтереү.Тәбиғәткә,ҡоштарға ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.
Күргәҙмәлек.Һүрәттәр,карточкалар,плакаттар,фонояҙма.
Эпиграф. “Ҡоштар-беҙҙең дуҫтарыбыҙ.Уларҙы һаҡларға кәрәк.”
Дәрес барышы.
1.Ойоштороу мәле.А.И.Коморовтың “Беҙҙә ҡышлаусы ҡоштар” һүрәте эленгән.Фонояҙманан ҡоштар тауышы тыңлатыла.
Уҡытыусы.Һеҙ был һүрәттә нимәләр күрәһегеҙ? Ә фонояҙманан нимә тауыштары ишеттегеҙ? (Әңгәмә.)
2.Яңы теманы өйрәтеү.
Уҡытыусы.Бөгөн дәрестә уртаҡ ҡылымдар,уларҙың яһалышы,мәғәнәһе менән танышырбыҙ.Уртаҡ ҡылымдарҙы һөйләмдәрҙән табырға өйрәнербеҙ һәм тәбиғәтте йәмләүсе ҡанатлы дуҫтарыбыҙ-ҡоштар,уларға нисек ярҙам итеү хаҡында һөйләшербеҙ.
Уҡытыусы.Эпиграфты уҡығыҙ.Ул нимәгә өндәй? (Ҡоштарҙы-беҙҙең ҡанатлы дуҫтарыбыҙҙы-һаҡларға кәрәк.) “Һаҡларға” һүҙе эште эшләргә тейешлекте,кәрәклекте белдерә.
Ҡағиҙәне әйтеү.Ҡайһы бер ҡылымдар эште эшләргә кәрәклекте,мөмкинлекте,тейешлекте,өндәүҙе,маҡсатты йәки эшләүҙән тыйыуҙы белдерә.Бындай һүҙҙәр уртаҡ ҡылымдар тип атала.Улар-затта,һанда үҙгәрмәй торған ҡылым төркөмсәләре.
Уҡытыусы.Таҡталағы һөйләмдә ҡайһы һүҙ уртаҡ ҡылым? (Һаҡларға.) “Һаҡларға” уртаҡ ҡылымына ниндәй ярҙамсы һүҙ эйәргән? (“Кәрәк”һүҙе).Тап ошондай ярҙамсы һүҙҙәр уртаҡ ҡылымдарға төрлө мәғәнә үҙенсәлектәре бирә:кәрәклек, мөмкинлек,тейешлек һ.б.
Ҡағиҙәне дәреслектән үҙ аллы уҡып сығығыҙ һәм уртаҡ ҡылымдарҙың ниндәй ялғауҙар ярҙамында барлыҡҡа килеүен иҫтә ҡалдырығыҙ.
3.Үтелгәнде нығытыу.Һәр партаға текст таратылып бирелә.Уҡытыусылар уны тәүҙә үҙалдына,унан бер уҡыусы ҡысҡырып уҡый.
Уҡытыусы.Текстан уртаҡ ҡылымдарҙы табығыҙ.Уртаҡ ҡылымдар ниндәй ялғауҙар ҡушыу юлы менән яһала?Юҡлыҡ формаһы нисек барлыҡҡа килә?Текстың йөкмәткеһенә иғтибар итегеҙ.Һүҙ нимә тураһында бара?Һеҙ ҡоштарҙы һаҡлау буйынса нимәләр эшләйһегеҙ?
Класс менән бергә 214-се күнегеү башҡарыла.Күнегеү аҙағында бирелгән биремдәр башҡарыла.
Төркөмдәр араһында ярыш.Таҡтаға яҙылған нигеҙ ҡылымдарға ялғауҙар өҫтәп уртаҡ ҡылымдар яһарға.
Яҙ-... сәс-... бир-...
Кит-... күп-... ҡайт-...
Тот-... ҡас-... ал-...
Уҡы-... күс-... һат-...
Уйна-... эшлә-... үлсә-...
Ял минуттары. “Ҡоштар осто-осто”.
Уҡытыусы.Мин һеҙгә шиғыр уҡыйым.Кем ҡылымдарҙы күберәк иҫтә ҡалдырыр икән?
Уртаҡ ҡылымдарҙы әйтегеҙ.
Ҡыу еректең ботағына
Ҡунып алған һайыҫҡан
Кем килгәнен,кем киткәнен
Күҙәтергә алыҫтан
Күҙ һалығыҙ урмандағы
Һәр ағас,һәр ботаҡҡа,
Туйынырға ҡоштар килә
Һыйы тулы тағараҡҡа.
Йомғаҡлау.Баһалау.
Уҡытыусы.Ҡылым темаһын өйрәнгәндә,үҙебеҙҙең дуҫтарыбыҙ-ҡоштар тураһында күп нәмәләр белдегеҙ.Ҡоштар тәбиғәтте зарарлы бөжәктәрҙән һаҡлай,баҫыуҙарҙан мул уңыш алырға ярҙам итә.Һеҙҙең йәштәштәрегеҙ ҙә ошо турала ҡайғырталар һәм был хаҡта гәзит-журналдарға ла яҙып ебәрәләр.Ә хәҙер һеҙҙең өйҙә яҙып алып килгән иншаларығыҙҙы уҡыйыҡ.
Өйгә эш.217-се күнегеү.