Рабочая программа по родному (башкирскому) языку и литературе для 9 класса

Автор публикации:

Дата публикации:

Краткое описание: ...


Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение

«Средняя общеобразовательная школа №12»

городского округа город Октябрьский Республики Башкортостан

Рассмотрено

на заседании ПК «Родные языки»

Руководитель кафедры

________ Аминова А.Д.

Согласовано


Зам. директора по УР

_________ Галиева О.В.


«29» августа 2015 г.

Утверждаю

Директор МБОУ СОШ №12


____________ Малова Е.И.


«31» августа 2015 г.

Протокол № 1 от 25.08.2015 г.

Протокол МС

№ 1 от 29.08.2015 г.

Приказ № 230 от 31.08.2015 г.








Рабочая программа

основного общего образования

по родному (башкирскому) языку

и литературе


(срок реализации 1 год)



Составитель




Пояснительная записка

Рабочая программа основного общего образования учебного предмета «Родной (башкирский) язык и литература» составлена в соответствии со следующими нормативно-правовыми документами:

  • Федеральный закон «Об образовании в Российской Федерации» от 29.12.2012 г. №273-ФЗ;

  • Закон Российской Федерации «О языках народов Российской Федерации» от 25.01.1991 г. №1807-1 (с изменениями от 12.03.2014 г. №29-ФЗ);

  • Закон «Об образовании в Республике Башкортостан» от 01.07.2013 г. № 696;

  • Закон Республики Башкортостан «О языках народов Республики Башкортостан» от 15.02.1999 г. №216-з (с изменениями от 28.03.2014 г. №75-з);

  • Федеральный компонент государственного образовательного стандарта, утвержденный приказом Министерства образования и науки Российской Федерации «Об утверждении федерального компонента государственных стандартов начального общего, основного общего и среднего (полного) общего образования» от 5 марта 2004 года № 1089 (с изменениями, утвержденными приказом Министерства образования и науки Российской Федерации от 31.01.2012 №69 «О внесении изменений в федеральный компонент государственных образовательных стандартов начального общего, основного общего и среднего (полного) общего образования, утверждённый приказом Министерства образования Российской Федерации от 05.03.2004 № 1089»);

  • Приказ МО РФ от 09.03.2004 г. №1312 «Об утверждении федерального базисного учебного плана и примерных учебных планов для образовательных учреждений РФ, реализующих программы общего образования (в ред. Приказа Минобрнауки РФ от 01.02.2012 № 74);

  • Приказ МО РФ от 03.06.2011 г. №1994 «О внесении изменений в ФБУП и примерные учебные планы для образовательных учреждений РФ, реализующих программы общего образования, утвержденные приказом МО РФ от 09.03.2004 г. №1312 «Об утверждении федерального базисного учебного плана и примерных учебных планов для образовательных учреждений РФ, реализующих программы общего образования»;

  • Постановление Главного государственного санитарного врача РФ от 29 декабря 2010 г. №189 «Об утверждении СанПиН 2.4.2.2821-10 «Санитарно-эпидемиологические требования к условиям и организации обучения в общеобразовательных учреждениях»;

  • Основная образовательная программа основного общего образования МБОУ СОШ №12 г. Октябрьский РБ;

  • Программа по башкирскому языку и литературе для учащихся-башкир I – XI классов школ с русским языком обучения. Составители: Тикеев Д.С., Тулумбаев Х.А., Хуснутдинова Ф.А. и др. Ижевск: «КнигоГрад», 2008.

  • Устав МБОУ СОШ № 12 г. Октябрьский РБ;

  • Учебный план МБОУ СОШ № 12 г. Октябрьский РБ;

  • Учебный календарный график реализации основной образовательной программы МБОУ СОШ №12 г. Октябрьский РБ.



Место предмета в учебном плане МБОУ СОШ №12


На основании учебного плана МБОУ СОШ №12 на изучение предмета «Родной (башкирский) язык и литература» в 9 классе отводится 2 часа в неделю, всего 68 часов в учебном году.

Аңлатма яҙыу

Төп дөйөм белем биреү өсөн “Туған (башҡорт) тел һәм әҙәбиәт” уҡыу предметынан эш программаһы түбәндәге норматив-хоҡуҡи документтар нигеҙендә төҙөлдө:

  • «Рәсәй Федерацияһының мәғариф тураһында» федераль законы №273, 29.12.2012;

  • «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Рәсәй Федерацияһы законы №1807-1, 25.01.1991 (үҙгәрештәр менән №29-ФЗ, 12.03.2014);

  • «Башҡортостан Республикаһының мәғариф тураһында» БР Законы № 696, 01.07.2013;

  • «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Башҡортостан Республикаһы законы №216, 15.02.1999 (үҙгәрештәр менән №75-з, 28.03.2014);

  • «Башланғыс дөйөм, төп дөйөм һәм урта (тулы) дөйөм белем биреү дәүләт стандарттарының федераль компонентын раҫлау тураһында» РФ-ның Мәғариф һәм фән министрлығы бойороғо №1089, 05.03.2004 менән раҫланған дәүләт белем биреү стандарттарының федераль компоненты («РФ-ның Мәғариф һәм фән министрлығы бойороғо №1089, 05.03.2004 менән раҫланған башланғыс дөйөм, төп дөйөм һәм урта (тулы) дөйөм белем биреү дәүләт стандарттарының федераль компонентына үҙгәрештәр индереү тураһында» РФ-ның Мәғариф һәм фән министрлығы бойороғо №69, 31.01.2012 менән раҫланған үгәрештәр менән);

  • «Федераль базис уҡыу планын һәм РФ-ның дөйөм белем биреү программаһын ғәмәлгә ашырыусы белем биреү учреждениелары өсөн өлгө уҡыу пландарын раҫлау тураһында» Рәсәй Федерацияһының Мәғариф һәм фән министрлығы приказы №1312, 09.03.2004 (РФ-ның Мәғариф министрлығы бойороғо №74, 01.02.2012 ред.);

  • «ФБУП-ҡа һәм РФ-ның дөйөм белем биреү программаһын тормошҡа ашырыусы белем биреү учреждениелары өсөн өлгө уҡыу пландарына үҙгәртеүҙәр индереү тураһында» Рәсәй Федерацияһының Мәғариф һәм фән министрлығы бойороғо №1994, 03.06.2011;

  • «Белем биреү учреждениеларында белем биреү шарттарына һәм уны ойоштороуға санитар-эпидемологик талаптар 2.4.2.2821-10 СанПиН-ын раҫлау тураһында» РФ-ның Баш дәүләт санитар врачы ҡарары № 189, 29.12.2010;

  • «12-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе» муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының төп дөйөм белем биреү буйынса төп белем биреү программаһы;

  • Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы». Төҙөүселәре: Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Хөснөтдинова Ф.Ә. һ.б. Ижевск: “КнигоГрад”, 2008;

  • «12-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе» муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының уставы;

  • «12-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе» муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының уҡыу планы;

  • «12-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе» муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының дөйөм белем биреү программаһын ғәмәлгә ашырыусы йыллыҡ календарь графигы.



12-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең уҡыу планында предметтың урыны


12-се урта дөйөм белем биреү мәктәбенең уҡыу планына ярашлы 9-сы класта «Туған (башҡорт) тел һәм әҙәбиәт» предметын өйрәнеүгә аҙнаһына 2 сәғәт ҡаралған, йылына 68 сәғәт.

Уҡыу предметына дөйөм характеристика


Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә телде белмәгән балаларға башҡорт телен һәм әҙәбиәтен өйрәтеүҙең байтаҡ үҙенсәлектәре бар. Уларҙың иң мөһимдәре:

  1. Башҡорт телен башланығыс кластарҙа алған белем һәм күнекмәләрҙе икенсе баҫҡыс талаптарына ярашлы практик йүнәлештә тәрәнәйтеү, башҡорт теленең өндәр системаһы, лексик байлығы, морфологик категориялары һәм синтаксик төҙөлөшө тураһында белем биреү.

  2. Туған әҙәбиәт материалы еңелдән ауырға барыу принцибына ярашлы урынлаштырыла. Йөкмәткеһендә нигеҙҙә идея-тематик, тарихи-хронологик һәм жанр принцибы һаҡлана. Башҡортостандың мәҙәниәте, әҙәбиәте, сәнғәте өйрәнелә.

  3. Башҡорт теле мотлаҡ практик рәүештә өйрәнелә. Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).

Башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәтеүҙең маҡсаты һәм бурыстары:

  • Уҡыусыларҙа башҡорт телендә һөйләгәнде, уҡығанды, радиотапшырыуҙар тыңлағанды аңлау күнекмәләре булдырыу (аудирование).

  • Башҡорт теленең өндәрен, һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеп, үҙ-ара һөйләшергә, тәҡдим ителгән темалар, ситуациялар буйынса һөйләргә өйрәтеү.

  • Дәреслектәге, уҡыу ҡулланмаларындағы текстарҙы, башҡорт телендә сыға торған «Йәншишмә», «Аҡбуҙат», «Аманат», «Шоңҡар», «Йәшлек» гәзит-журналдарын үҙ аллы һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен биреү.

  • Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп, үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу.

  • Башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү.

  • Башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп, балаларҙы башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре, уларҙың эшмәкәрлеге, ижады һәм башҡалар менән таныштырыу, балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.

  • Туған телгә ҡарата һөйөү, мәҙәниәт күренеше булараҡ, уға ҡарата аңлы ҡараш тәрбиәләү, туған телдең төп аралашыу, кеше эшмәкәрлегенең төрлө сфераһынан белем алыу ҡоралы булыуын, йәмғиәттә ҡабул ителгән әхлаҡ-этик нормаларҙы үҙләштереү сараһы булыуын аңлау, туған телдең эстетик ҡиммәттәрен үҙләштереү.

  • Көндәлек тормошта һәм уҡыу эшмәкәрлегендә туған телде аралашыу сараһы булараҡ үҙләштереү; үҙ-ара аңлашыу һәм үҙ-ара фекер алышыуға һәләтлелекте үҫтереү; үҙ телмәреңде камиллаштырыу; төрлө һүҙлектәрҙән, сығанаҡтарҙан, киң мәғлүмәт сараларынан һәм интернеттан тейешле мәғүмәтте алыу һәм эшкәртеү.


Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе

үҙләштерелеүен баһалау


Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

  • башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

  • тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

  • дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;

  • һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;

  • тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар төҙөү.

Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.

Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала: диктант –5, изложение –2, инша – 2.

Яҙма эш төрҙәре (изложение, инша яҙыу) уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:

- карточкалар менән эш;

- тест;

- текстағы һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибен дөрөҫләү;

- терәк текстар менән инша һәм изложениелар яҙыу;

- һөйләмдәр төҙөү;

- һүҙлек менән эш;

- һүрәтләү иншаһы;


Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар


  1. Ҙур булмаған эпик әҫәрҙәрҙе йәки уларҙың өҙөктәрен һөйләп биреү. Художестволы әҫәрҙәрҙе сәхнәләштереү .

  2. Уҡытыусы ҡуйған проблемалы һорау ярҙамында геройға характеристика биреү.

  3. Уҡылған әҫәрҙәргә үҙ мөнәсәбәтеңде белдерә белеү.

  4. Художестволы, фәнни популяр һәм публицистик текстарҙы ҡысҡырып, етеҙ уҡыу.

  5. Художестволы әҫәрҙәрҙе тасуири уҡыу.

  6. Диктант, изложение һәм иншалар яҙыу.

  7. Тел ғилеменең төп аңлатмалары: лингвистика һәм уның төп бүлектәре; тел һәм телмәр, телмәр аралашыуы, һөйләү һәм яҙма телмәр, монолог, диалог һәм уларҙың төрҙәре; аралашыу ситуациялары, фәнни, публицистик, рәсми-эшлекле стилдәр, матур әҙәби телдәрен белеү.

  8. Башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһының төп стилистик ресурстарын, башҡорт әҙәби теленең төп нормаларын, һөйләү этикет нормаларын үҙләштереү.

  9. Һүрәтләү, хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү;

* текстың планын төҙөү;

* текстың йөкмәткеһен план буйынса һөйләү.

* текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе, һүрәтләү, тасуирлау сараларын табыу;

* мәғәнәләрен аңлатыу, һүҙлектәр менән эш итеү.

  1. 7-8 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү.

  2. Телмәр ағышында өндәрҙең үҙгәреүен айыра һәм аңлата белеү.

- Диалогтарҙа башҡа кешеләрҙең телмәрендәге орфоэпик хаталарҙы күҙәтә һәм төркөмләй белеү.

- Һүҙлектәр менән файҙалана белеү.



Уҡыу йылы аҙағына планлаштырылған һөҙөмтәләр


- Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен халыҡтың милли ҡомартҡыһы, мәҙәни байлығы итеп ҡабул итеү;

- Яҙма һәм һөйләү телмәрен үҙ телеңдә үҙләштереү кимәле кешенең мәҙәни яҡтан үҫешен баһалаусы билдә икәнлеген аңлау;

- Туған телендә үҙенең һөйләшеү кимәлен баһалай белеү.

- Уҡыу мәсьәләләрен сискәндә туған телдә төрлө сығанаҡтарҙан кәрәкле мәғлүмәтте табып, ҡуллана белеү;

- Маҡсатына, мәғәнәһенә тап килтереп, аралашыуҙың төрлө ситуатив шарттарын һаҡлап, башҡорт телендә диалог ҡора белеү;

- Аралашыу өсөн тейешле һүҙҙәрҙе табып, уларҙы һөйләм итеп төҙөй, һорау бирә, үҙенә ҡарата бирелгән һорауға яуап ҡайтара белеү;

- Үҙенең уй-фекерен әңгәмәсеһенә тулыһынса еткерә белергә тырышыу һәләтенең формалашыуы.

- Әҙәби башҡорт теленең орфоэпик, лексик, грамматик нормалары тураһында ябай ғына төшөнсәләрҙе үҙләштереү;

- Аралашҡанда башҡорт өндәрен һүҙ эсендә, һөйләмдә дөрөҫ әйтә, яҙма телмәрҙә дөрөҫ яҙа белеү;

- Дөрөҫ яҙыу һәм пунктуация ҡағиҙәләрен үҙләштереү;

- Төрлө телмәр эшмәкәрлегендә (тыңлау, һөйләү, уҡыу, яҙыу) үҙ эшен баһаларға, кәрәк булһа, хатаһын төҙәтә белеү күнекмәләренә эйә булыу.


Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе


Башҡорт халыҡ ижады. Башҡорт халыҡ эпосы йәки ҡобайырҙар. 15 сәғәт.

Халыҡ ижады жанрҙарын ҡабатлау. Халыҡ ижады һәм яҙма әҙәбиәт, улар араһындағы уртаҡлыҡ һәм айырма. Ауыҙ-тел әҙәбиәтенең яҙма әҙәбиәт үҫешендәге роле.

Урал батыр” эпосы. Һүҙлек өҫтөндә эш. Эпоста күтәрелгән философик, педагогик һәм әхлаҡи-этик проблемалар.

Ябай һөйләм синтаксисы буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Ҡушма һөйләм тураһында төшөнсә. Ҡушма һөйләм һәм уның төрҙәре. Теҙмә һәм эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр.


Боронғо әҙәби ҡомартҡылар. Ҡол Ғәли “Ҡисса-и Йософ”. 19 сәғәт.

Боронғо ҡулъяҙма әҙәбиәт. Китап күсереүсе Ғәбденнасыр. М.Ҡашғари, Й.Баласағуни ижады.

Ҡол Ғәли “Ҡисса-и Йософ” поэмаһы. Ҡиссаның идея-тематик йөкмәткеһе. Әҫәрҙә туғанлыҡ, дуҫлыҡ, ата һәм балалар мөнәсәбәте.


Урта быуат әҙәби ҡомартҡылары. “Хөсрәү вә Ширин”, “Мөхәббәтнамә”, “Гөлөстан бит-төрки” әҫәрҙәре. Хөсәм Кәтибтең “Жөмжөмә Солтан” әҫәре тураһында.

Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр тураһында төшөнсә. Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәрҙәге баш һәм эйәрсән һөйләмдәр. Эйәрсән һөйләмдәрҙең мәғәнә һәм төҙөлөшө яғынан бүленеше. Эйәрсән һөйләмде баш һөйләмгә бәйләүсе саралар. Тыныш билдәләре.


Йырауҙар. 2 сәғәт.

Һабрау йырау тураһында мәғлүмәт. Асан Ҡайғы, Ҡаҙтуған йырауҙар.


Сәсәндәр ижады. Шәжәрәләр. 6 сәғәт.

Сәсәндәр ижады тураһында белешмә. Улар ижад иткән әҫәрҙәрҙең төп идеяһы, образдар системаһы, сағыштырмаса характеристика. Әйтеш тураһында төшөнсә.

Шәжәрә тураһында төшөнсә. Шәжәрәләрҙең идея-тематик йөкмәткеһе.

Ҡушма һөйләмдәр тураһында үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Ҡатмарлы синтаксик төҙөлмәләр. Күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәр һәм уларҙа тыныш билдәләре.


Салауат Юлаев. 6 сәғәт.

Яугир-шағирҙың тормошо һәм яҙмышы. Салауат – яугир, шағир, сәсән. Шиғырҙарының тематикаһы һәм проблематикаһы. Тыуған ил, тәбиғәт, мөхәббәт, азатлыҡ һәм батырлыҡ тураһындағы шиғырҙары. Тарихи шәхес, әҙәби герой, тарихи ваҡиға һәм художестволы әҫәр тураһында төшөнсә.

Ҡатнаш ҡушма һөйләмдәр һәм уларҙа тыныш билдәләре. Теҙемдәр. Теҙемдәрҙә тыныш билдәләре.


Тажетдин Ялсығол. 4 сәғәт.

Ижады тураһында белешмә. “Рисалә-и Ғәзизә”, “ Тарихнамә-и болғар” әҫәрҙәре.

Ҡушма һөйләм буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.


Мифтахетдин Аҡмулла. 3 сәғәт.

Библиографик белешмә. Философик лирика. Тәбиғәт лирикаһы. М. Аҡмулланың шиғыр-ҡобайырҙары.

Ҡатмарлы синтаксик төҙөлмәләр. Күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәр һәм уларҙа тыныш билдәләре.


Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев. 2 сәғәт.

Ижады тураһында белешмә. “Ҡайыш илә Йүкә” әҫренең идея-тематик йөкмәткеһе, әһәмиәте. М. Өмөтбаевтың ғилми-ағартыу, тарих, этнография, фольклор, тәржемә өлкәһендәге эшмәкәрлеге.

Ҡатмарлы синтаксик төҙөлмәләр. Уларҙың икенән артыҡ ябай һөйләмдәрҙән тороуы. Ҡатмарлы синтаксик төҙөлмәләрҙең төрҙәре.


Ризаитдин Фәхретдин. 3 сәғәт.

Тормошо һәм ижады. Ваҡытлы матбуғат, мәғариф, тарих, энциклопедия өлкәһендәге эшмәкәрлеге. “Әсмә”, “Сәлимә” повестары.

Морфология, синтаксис буйынса үтелгәндәрҙе дөйөмләштереү.


Сафуан Яҡшығолов. 1 сәғәт.

Яҙыусының тормош юлы һәм ижадына белешмә. Әҫәрҙәренең төп идеяһын асыҡлау.

Ҡушма һөйләм буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.


Фәтҡеҡадир Сөләймәнов. 2 сәғәт.

Библиографик белешмә. “Тимербай ҡурайсы” хикәйәһенең төп идеяһы. Тимербайҙың аяныслы яҙмышы аша башҡорт халҡының яҙмышын һүрәтләү. Тимербай образы.

Һөйләм аҙағында тыныш билдәләре. Тыныш билдәләренең ҡуйылыу осраҡтары. Ябай һәм ҡушма һөйләмдәрҙә өтөрҙөң ҡуйылыу осраҡтары.


Мәжит Ғафури. 3 сәғәт.

Яҙыусының тормош юлы һәм ижадына белешмә. Әҫәрҙәрендә социаль тигеҙһеҙлекте, ғәҙелһеҙлекте фашлау. Художество методы, художество образ тураһында төшөнсә.

Шағирҙың алтын приискыһында” автобиографик характерҙағы повесының төп темаһы, идеяһы. Шәкерттәрҙең ауыр тормошоноң һүрәтләнеше. Уларҙың мәғрифәткә ынтылыуы.

Һыҙыҡ, нөктәле өтөр, ике нөктәнең ҡуйылыу осраҡтары.


Шәйехзада Бабич. 2 сәғәт.

Шағирҙың тормош һәм ижад юлы тураһында белешмә. Башҡортостан, азатлыҡ өсөн көрәш, тәбиғәт, мөхәббәт лирикаһы.

Йәйәләр һәм тырнаҡтар ҡуйылыу осраҡтары. Синтаксис һәм пунктуация буйынса үтелгәндәрҙе дөйөмләштереү һәм системаға һалыу.










Туған (башҡорт) тел һәм әҙәбиәт” предметынан тематик планлаштырыу

www.tel.bashqort.com



17

Мәхмүд Ҡашғари. Диуану лүғәт әт-түрк. Йософ Баласағуни. Ҡутадғу билиг.

46-49-сы биттәр




18

Йософ Баласағуни. Уғыҙнамә. Йософ Баласағуни. Ҡорҡот-ата.

49-52-се биттәр





19

Эйәрсән һөйләмде баш һөйләмгә бәйләүсе саралар. Тыныш билдәләре. Эйәрсән һөйләм төрҙәре.

43-45-се биттәр

http://www.tel.bashqort.com



20

Ҡол Ғәли. Ҡисса-и Йософ.

52-56-сы биттәр




21

Ҡол Ғәли. Буҙйегет.

56-60-сы биттәр




22

Инша. Картина буйынса эш.





23

Хаталар өҫтөндә эш. Тултырыусы эйәрсән һөйләм. Аныҡлаусы эйәрсән һөйләм.

85-86-сы биттәр




24

Ҡотобтоң “Хөсрәү вә Ширин” поэмаһының ҡыҫҡаса йөкмәткеһе.

62-64-се биттәр

http://www.tel.bashqort.com




25

Һөйләмдәргә синтаксик анализ яһау.

65-се бит




26

Сәйф Сараиҙың “Гөлөстан бит-төрки” поэмаһы. Хәрәзми. Мөхәббәтнамә.

64-66-сы биттәр




27

Эйә һөйләм. Хәбәр эйәрсән һөйләм.

60-61,74-75-се биттәр




28

Хәл һөйләмдәр. Ваҡыт һөйләм.

102-104-се биттәр




29

Иҫкәртмәле диктант. Талҡаҫ күле.

97-се бит




30

Хаталар өҫтөндә эш. Хөсәм Кәтибтең “Жөмжөмә Солтан” әҫәре тураһында.

67-68-се биттәр




31

Республикабыҙҙың тарихынан. Милли-колониаль иҙеүгә ҡаршы көрәш.

71-73-сө биттәр

asyltash.info



32

Урын һөйләм. Рәүеш һөйләм.

104-се бит




33

Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу. Бәхтиәрнамә.

82-84-се биттәр

http://www.tel.bashqort.com



34

Сәбәп һөйләм. Маҡсат һөйләм.

127-129-сы биттәр




Йырауҙар – 2 сәғәт

35

Йырауҙар. Һабрау. Асан Ҡайғы. Асан-Ата йыры.

90-94-се биттәр

asyltash.info



36

Күләм-дәрәжә һөйләм. Шарт һәм кире һөйләмдәр.

95, 99-100-сө биттәр




Сәсәндәр ижады. Шәжәрәләр – 6 сәғәт

37

Теҙмә ҡушма һөйләмдәр тураһында үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

144-146-сы биттәр




38

Ҡарас сәсән. Ҡарас менән Аҡша.

99-102-се биттәр




39

Ҡушма һөйләмдәр тураһында үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

171-се бит

http://www.tel.bashqort.com



40

Ҡатмарлы синтаксик төҙөлмәләр. Шәжәрәләр.

151-себит




41

Күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәр һәм уларҙа тыныш билдәләре.

151-153-сө биттәр




42

Контроль диктант. Аттарҙа сабып ҡына.

107-се бит




Салауат Юлаев – 6 сәғәт

43

С. Юлаев шиғырҙары. Бүгәсәүгә ҡушылып, ир-батырға ҡуш булып. Хаталар өҫтөндә эш.

116-119-сы биттәр





44

Ҡатнаш ҡушма һөйләмдәр һәм уларҙа тыныш билдәләре.

155-157-се биттәр




45

Теҙемдәр. Теҙемдәрҙә тыныш билдәләре.

168-171-се биттәр




46

Изложение. Ярыҡ ялғаш.

114-145-се биттәр




47

Хаталар өҫтөндә эш. Һөйләм аҙағында тыныш билдәләре. Өтөрҙөң ҡуйылыу осраҡтары.

185-188-се биттәр




48

Ҡушма һөйләм буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

171-172-се биттәр

http://www.tel.bashqort.com



Тажетдин Ялсығол – 4 сәғәт

49

Тарихи шәхес һәм әҙәби герой. Рисалә-и Ғәзизә. Тарихнамә-и болғар.

125-126-сы биттәр

asyltash.info




50

Ғәбдерәхим Усман. Мөһиммәт әз-заман.

137-139-сы биттәр




51

Контроль диктант. Ҡунаҡсыл башҡорттар.

109-сы бит




52

Хаталар өҫтөндә эш. Һыҙыҡтың ҡуйылыу

осраҡтары.

190-191-се биттәр





Мифтахетдин Аҡмулла – 3 сәғәт

53

М. Аҡмулланың тормош һәм ижад юлы. Аҡмулланың мәғрифәтселек ҡараштары.

157-160-сы биттәр

www.akmulla.ru



54

М Аҡмулланың «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!»,

«Нәфсе» шиғырҙары.

160-164-се биттәр




55

Нөктәле өтөрҙөң, ике нөктәнең ҡуйылыу осраҡтары.

195-199-сы биттәр

www.yezhlek-gazeta.ru



Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев – 2 сәғәт

56

М.Өмөтбаевтың тормошо һәм ижады. Ҡайыш илә Йүкә.

173-180-се биттәр




57

Йәйәләр һәм тырнаҡтарҙың ҡуйылыу осраҡтары.

200-203-сө биттәр




Ризаитдин Фәхретдин – 3 сәғәт

58

Р. Фәхретдиндың тормошо һәм ижады. Сәлимә. Әсмә.

192-196-сы биттәр

http://www.tel.bashqort.com



59

Инша. Башҡортомдоң батыр улы.





60

Хаталар өҫтөндә эш. Морфология, синтаксис буйынса

үтелгәндәрҙе дөйөмләштереү.

215-220-се биттәр




Сафуан Яҡшығолов – 1 сәғәт

61

С.Яҡшығоловтоң тормошо һәм ижады.

203-206-сы биттәр




Фәтҡелҡадир Сөләймәнов – 2 сәғәт

62

Ф. Сөләймәновтың тормош һәм ижад юлы. Тимербай ҡурайсы.

206-210-сы биттәр




63

Ф. Сөләймәнов. Салауат батыр.

210-215-се биттәр




Мәжит Ғафури – 3 сәғәт

64

М. Ғафуриҙың тормош һәм ижад юлы.

220-227-се биттәр




65

М. Ғафури. Шағирҙың алтын приискыһында.

230-246-сы биттәр




66

Контроль диктант. Ҡоштар көнө.

111-112-се биттәр




Шәйехзада Бабич 2 сәғәт

66

Ш.Бабичтың тормошо һәм ижады. Тәбиғәт лирикаһы. Хаталар өҫтөндә эш.

249-251-се биттәр

asyltash.info


68

Ш.Бабич ижады. Азатлыҡ өсөн көрәш лирикаһы.

252-260-сы биттәр














Яҙма эштәрҙе баһалау нормалары.

Диктанттарҙы баһалау

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәр өсөн әҙерләнгән диктанттар тексына бөтә үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙҙәр инә. Грамматик эштәр өҫтәп бирелгәндә,диктант текстары бер аҙ ҡыҫҡартыла.Орфограммаларҙың һәм пунктограммаларҙың дөйөм һаны түбәндәгеләрҙән артмаҫҡа тейеш: III- 5/2 , IV-6/2 , V -8/3 VI-10/3 , VII -12/6, VIII-14/6, IX-16/6.


Диктантты баһалағанда төҙәтелә, әммә иҫәпкә алынмай торған хаталар:

1) мәктәп программаһына индерелмәгән ҡағиҙәләргә яҙылыштар;

2) әле үтелмәгән ҡағиҙәләргә яһалған хаталар;

3) автор ҡуйған ҡатмарлы пунктуация;

4) механик рәүештә бер хәреф урынына икенсеһен яҙыу.

Тупаҫ булмаған хаталар:

1) ҡағиҙәләрҙең иҫкәрмәләренә ҡараған хаталар;

2) бәйләү юлы менән яһалған ҡушма яңғыҙлыҡ атамаларҙа ҙур хәрефтең яҙылышына хаталар;

3) бер тыныш билдәһе урынына икенсеһен ҡуйыу;

4) үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең ялғауҙары яҙылышына хаталар.

Диктант бер генә билдә менән баһалана:

«5» - хатаһыҙ йәки тупаҫ булмаған 1орфографик, 2 пунктуацион хата булған эшкә: 1/0, 1/2, 0/2.

«4» - 2 орфографик, 2 пунктуацион , 1орфографик, 3 пунктуацион: 2/2, 1/3,2/3,3/3, 1/5, 0/7.

«3» - 4 орфографик, 4 пунктуацион, 3 орфографик, 5 пунктуацион: 4/4, 3/5, 3/6,

өс бер типтағы хата ебәрелһә, 6/6 хаталы эшкә лә өс ҡуйыла.

«2» - 9 орфографик, 9 пунктуацион: 8/10, 9/9.

«1» - уҡытыусы ҡарамағында.
Өҫтәлмә эштәрҙе баһалау:

«5» - бөтә эш теүәл йәки бер хата булғанда.

«4» -эштең яртыһынан күберәге дөрөҫ эшләнһә.

«3» - яртыһынан әҙерәге дөрөҫ эшләнһә.

«2» - бер эш тә дөрөҫ эшләнмәгән.


Инша һәм изложениеларҙы баһалау


Баһалауҙың төп критерийҙары – йөкмәтке һәм телмәр, грамоталылыҡ

5”

1. Эштең йөкмәткеһе темаға тулыһынса тап килә.

2. Фактик хаталар юҡ.

3. Йөкмәтке эҙмә-эҙлекле асыла.

4. Эштең һүҙлеге бай.

5. Стиль һәм мәғәнәүи яҡтан текст камил. Эштә йөкмәтке яғынан - 5, телмәр яғынан 5 кәмселек булырға мөмкин.

3 орфографик, 3 пунктуацион йә  4 грамматик хата булыуы мөмкин.

4”

1. Эштең йөкмәткеһе нигеҙҙә темаға тура килә (бер ни тиклем тайпылыштар бар).

2. Йөкмәтке дөрөҫ, ләкин ҡайһы бер фактик, һөйләм төҙөлөшөндә хаталар бар.

3. Фекер ебендә бер ни тиклем эҙмә-эҙлелек боҙолған.

4. Ҡайһы бер осраҡта һүҙҙәрҙең ҡулланылышында хата китеүе мөмкин.

5. Эштең стиле ярайһы уҡ төҙөк һәм мәғәнәле. Дөйөм алғанда, эштең йөкмәткеһендә 8, телмәрендә 8 кәмселек булыуы мөмкин.

7 орфографик,6 пунктуацион йәки 2 орфографик,

13 пунктуацион, 5 грамматик хата

3”

1. Эш теманан байтаҡ ҡына ситкә тайпылған.

2. Эштең йөкмәткеһе нигеҙҙә дөрөҫ, ләкин фактик,һөйләм төҙөлөшөндә хаталар байтаҡ.

3. Эҙмә-эҙлелек тулыһынса һаҡланмай, һүҙҙәрҙең ҡулланылышында хаталар бар.

4. Эштә йөкмәтке яғынан -15, телмәре яғынан15 хата булыуы мөмкин.

10 орфографик, 13 пунктуацион, 8 грамматик хата

2”

1. Эш теманы асмай.

2. Бик күп фактик,һүҙҙәр ҡулланылышында хаталар ебәрелгән.

3. Эштең бөтә өлөштәрендә лә фекерҙең эҙмә-эҙлелеге боҙолған, һөйләмдәр урынлы ҡулланылмаған,бәйләнеш юҡ.

4. Эштең йөкмәткеһендә - 20, телмәрендә - 20-нән күберәк хата ебәрелгән.

12-15 орфографик, 10 пунктуацион, 12 грамматик хата.


Яҙма эш төрҙәре һәм һаны


Уҡыу-уҡытыу методик һәм материаль-техник ҡулланмалар


Уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар исемлеге:

1. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы». Төҙөүселәре: Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Хөснөтдинова Ф.Ә. һ.б. Ижевск: “КнигоГрад”, 2008;

2. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте: Рус мәктәптәренең 9-сы класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Хөснөтдинова Ф.Ә. Өфө: Китап, 2006.

[link] (Йырҙар, бейеү көйҙәре)