Конспект урока по башкирскому языку на тему Односоставное предложение

Автор публикации:

Дата публикации:

Краткое описание: ...


7



Тема. “Бер составлы һөйләмдәр” темаһын ҡабатлау.

(7-се синыфта үтә.)

Зарипов Ю. Н . Ишембай районының Көҙән урта дөйөм

белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы

Уҡыусыларҙы башҡорт теле буйынса фәнни белемгә ылыҡтырыу, телде өйрәнеүҙе камиллаштырыу өсөн түбәндәге маҡсаттарҙы алдым:

  • уҡыусыларҙың тема буйынса алған теоретик белемдәрен тикшереү, системаға килтереү;

  • бер составлы һөйләмдәрҙең үҙенсәлектәрен билдәләү;

  • үҙ фекереңде аныҡ итеп әйтә һәм яҡлай белергә, сығыш яһарға өйрәтеү;

  • һүҙ байлығын, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү;

  • ата-бабалар һүҙен, яҙыусыларыбыҙ әйткәнен ҡолаҡ менән генә түгел, күңел менән дә ишетергә саҡырыу, халыҡ тарихына иғтибар , ихтирам тәрбиәләү.


Метод:

¨проблемалы һорау ҡуйыу;

¨материалды һәр яҡлап тикшереүҙе ойоштороу;

¨тест.


Әҙерлек эше:


  • ижади өй эше ( “Ете ырыу” әҫәренән билдәһеҙ эйәле һөйләмдәрҙе һайлап күсереү);

  • Тел белгесе Ғ. Ғ. Сәйетбатталовтың хәҙерге башҡорт әҙәби телен үҫтереүҙәге ғәйәт ҙур һәм әһәмиәтле роль уйнауы тураһында хәбәр итеү.


Йыһазлау:


  • аңлатмалы һүҙлек;

  • портрет;

  • таблица “Бер составлы һөйләмдәр”;

  • тест;

  • төркөмдәр өсөн эш планы (“Эш программалары”), значоктар П (практиктар), Т (теоретиктар), Р (рецензенттар);

  • Ғ. Ғ. Сәйетбатталовтың хаты (дәрес барышын ҡара);

  • таҡтала шиғыр яҙыла.







Теоретиктар партияһының эш программаһы

  1. Бер составлы һөйләмдәрҙең төрө.

  2. Баш киҫәк ниндәй һүҙ төркөмөнән килгән?

  3. Һөйләмде ҡулланыу үҙенсәлеге нимәлә?


Практиктар партияһының эш программаһы

  1. Һөйләм ике составлымы әллә бер составлымы? Иҫбатларға.

  2. Һөйләмдең баш киҫәктәрен табырға һәм ниндәй һүҙ төркөмөнән килгәнен билдәләргә.

  3. Бер составлы һөйләмдәрҙең төрөн билдәләргә.


Рецензент комиссияһының эш программаһы

  1. Яуап дөрөҫ.

  2. Яуап теүәл.

  3. Яуап тулы.


Дәрес фекер алышыу, бәхәс формаһында үтәсәк, йәғни дискуссия элементтары ҡулланылынасаҡ, индивидуаль һәм төркөмдәрҙә эш күҙ уңында тотола.

План:

  1. Уҡытыусының инеш һүҙе.

  2. Һүҙлек эше. Һүҙ менән төрлө кимәлдәге эш.

  3. Синтаксик бишминутлыҡ.

  4. Бер составлы һөйләмдәр төрөн ҡабатлау һәм анализлау.

  5. Һығымта.

  6. Өй эше.

  7. Индивидуаль хәбәр итеү.

  8. Тест.


Дәрес барышы

  1. Уҡытыусының инеш һүҙе.

Уҡытыусы. Һаумыһығыҙ, балалар. Дәфтәрҙе асып, дәрестең темаһын яҙып ҡуйығыҙ: “Бер составлы һөйләмдәр” темаһын ҡабатлау.

Дәрестең лексик темаһы: “Тарих яҙыр инем ташыңа” тип атала.

Ғ. Хөсәйеновтың “Ете ырыу”, Я. Хамматовтың “Төньяҡ амурҙары” һәм башҡа тарихи әҫәрҙәрҙән бер составлы һөйләмдәрҙе эҙләү, тикшереү, уларҙың төрөн билдәләү һәм бер составлы һөйләмдәрҙең үҙенсәлектәрен күреү – бөгөнгө дәрестең маҡсаты булыр.

Уҡытыусы. Дәрес фекер алышыу, бәхәс формаһында үтәсәк. Үҙ фекерегеҙҙе ҡыйыу әйтергә саҡырам.


Ултырыш залында ике партияның вәкилдәре ҡатнаша. Теоретиктар партияһы – һеҙҙең бурыс – теоретик материал. Практиктар партияһы – һеҙҙең бурыс - практик эштәр. Һәм Рецензент комиссияһы – һеҙҙең бурыс тәнҡитләү һәм баһалау. Парталар өҫтөндә эш программалары бар, сығыш яһағанда ҡуллана алаһығыҙ.

  1. Һүҙлек эше. Һүҙ менән төрлө кимәлдәге эш.


рецензия – баһалама

рецензент - баһалаусы


фекер алышыу

бәхәс

дискуссия

Эш.

  1. Бәхәс һүҙен урыҫса тәржемә итергә. (Прения)

  2. Бәхәс һүҙе менән һүҙбәйләнеш төҙө. (Бәхәс ҡыҙа, бәхәскә керҙем, бәхәстең аҙағы, ҡыҙыу бәхәс).

  3. Бәхәс һүҙе менән һөйләм төҙөргә.


  1. Синтаксик бишминутлыҡ.

Күгәрепкәй ятҡан Урал тауы –

Атай-олатайҙарҙың да төйәге.

Ерен-һыуын һаҡлап ҡорбан булған

Шунда ята батырҙар һөйәге.

Урал”.

Эш.

  1. Был йыр ҡасан тыуған? (“Урал” йыры ете ырыу берләшкән саҡта, башҡорт ырыуҙарын бер төбәккә йыйған Уралтау хөрмәтенә дан булып тыуған.)

  2. Йырҙың төп фекере ҡайһы юлдарҙа асыҡ сағыла? (Уралды һаҡлау, данлау, уны яратыу кеүек юлдарҙа.)

  3. Һөйләмдәргә синтаксик анализ яһарға.

1-се һөйләм – ике составлы, тарҡау, тулы, хәбәр һөйләм.

2-се һөйләм – ике составлы һ. б.

*Эйә менән хәбәр араһында ни өсөн һыҙыҡ ҡуйыла?


  1. Билдәле эйәле һөйләмдәрҙе ҡабатлау һәм анализлау.

Уҡытыусы. Таҡталағы шиғыр өҙөгөнә иғтибар итегеҙ:

( Ҡараһана, дуҫҡай, ҡараһана,

Урал тауы тора күгәреп.)

1. Уралтауға ҡарап бер йырлайыҡ,

Уйҙарҙы ла алыҫ ебәреп.


2. Тарихты өйрәнеп, тарихи ғәҙелһеҙлекте күрәһең, ғәҙеллекте кире ҡайтарырға тырышаһың.

Эш.

  • Әҫәрҙең исемен әйтегеҙ. (“Эскадрон”)

  • Орфографик күсереү.

  • Бер составлы һөйләмдәр осранымы? Ошо таблица һеҙгә ярҙам итер.

Эйәһе – юҡ

Хәбәре - 1, 2-затта

Эйәһеҙ һөйләм

Эйәнең кәрәге юҡ

Хәбәре теләк, уртаҡ ҡыл., төш, ҡайт. йүн. ҡыл. килә

Билдәһеҙ эйәле һөйләм

Эйәһе – юҡ

Хәбәре – 3-сө зат ҡылымы

Атама һөйләм

Эйә - бар

Хәбәр - юҡ




Һүҙ Практиктар партияһына.

Бер уҡыусы сығып һөйләмдәрҙе билдәләй,тикшера.


Рецензет комиссияһы эште баһалай.


Һүҙ Теоретиктар партияһына. (Ҡағиҙә әйтелә)

Һығымта яһала, билдәле эйәле һөйләмдең үҙенсәлеге асыла: Билдәле эйәле һөйләмдәрҙә хәбәр итеү тиҙ, етеҙ башҡарыла. Төп иғтибар эш-хәрәкәткә йүнәлтелә. Телмәрҙең төрлө стилдәрендә ҡулланыла. Зат алмаштарын аҙ ҡулланыу - телмәрҙе ыҡсымлаштыра.


2. Билдәһеҙ эйәле һөйләмдәрҙе ҡабатлау һәм анализлау.

Уҡытыусы. Һөйләм уҡый:

Күңелендә уларға айырым бер хөрмәт, ныҡлы ышаныс һаҡлай.

(Һ. Дәүләтшина.)

/Ниндәй башҡорт илендә ҡунаҡ килеү хөрмәтенә туй үткәрмәгәндәр ҙә бәйге ойоштормағандар?!/

  • Был ниндәй һөйләм тип уйлайһығыҙ? Яуабығыҙҙы иҫбатлағыҙ.

Практиктар партияһы иҫбатлай. (Хәбәре 3-сө зат ҡылымдан килгән, эйәһе бирелмәгән, был билдәһеҙ эйәле һөйләм.)

Уҡытыусы. Өй эшегеҙҙән билдәһеҙ эйәле һөйләмдәрҙе уҡып китегеҙ. (“Ете ырыу” әҫәренән билдәһеҙ эйәле һөйләмдәр уҡыла.) Кәңәш-төңәш иткәндән һуң, Үҫәргән ырыуынан Бикбау бейҙе, Бөрйән ырыуынан Иҫке бейҙе, Ҡыпсаҡтарҙан Ҡарағужаҡты, Тамъяндарҙан Шәғәли Шаҡманды вәкил итеп Ҡазанға ебәрергә булғандар. Яһаҡҡа һуҫар, ҡондоҙ, бал түләмәк булып вәғәҙә биргәндәр. “Азаматтар, ырыу башҡа булһа ла, бауыр бер бит. Үҙ-ара тарҡаулыҡты, даулашты бөтөрөп, бер халыҡтай булғанда, йорт-илебеҙ ҙә имен булыр, хәүеф-хәтәр ҙә аҙ булыр”,- тигәндәр. Ошоноң хөрмәтенә йәнә оло йыйын, бәйге ҡорғандар. Ете ырыуҙың берләшеп килешеүенең бер билдәһе итеп, Йылыйыр һыуы буйындағы Имәнтауҙағы бер йөҙйәшәр имән ағасына ете ырыуҙың ете төрлө тамғаһын ҡыҙҙырып һуҡҡандар.


Рецензент комиссияһы яуаптарҙы баһалай.


Бирелгән ике составлы һөйләмдәрҙе бер составлы билдәһеҙ эйәле һөйләмдәргә әйләндерегеҙ.

Һуңғы йылдарҙа һәр төбәктә шәжәрә байрамдары үтте.

/ Һуңғы йылдарҙа һәр төбәктә шәжәрә байрамдарын үткәрҙеләр. /

Беҙҙең мәктәптә фольклор түңәрәге асыла. /Беҙҙең мәктәптә фольклор түңәрәген астылар./




Теоретиктар партияһы билдәһеҙ эйәле һөйләмдәрҙең төп үҙенсәлектәрен билдәләй:

Бында хәбәр шаһит булмауҙы аңлата: һөйләүсе йәки яҙыусы хәл ваҡиғаларҙы ишетеп йәки уҡып ҡына белә.Бер составлы һөйләмдең был төрө йәнле һөйләү телендә лә, публицистик әҫәрҙә лә киң таралған.


2. Эйәһеҙ һөйләмдәрҙе ҡабатлау һәм анализлау.

Уҡытыусы. Беҙҙең ултырыш залына тел белгесе Ғ.Ғ. Сәйетбатталовтан хат килеп төштө. Уҡып сыҡҡас, һығымта яһарға кәрәк.

(Бер уҡыусы хатты уҡый.)

Башҡорт телендәге “эйәһеҙ һөйләм” термины бик үк уңышлы түгел, сөнки ул был төр бер составлы һөйләмдең йөкмәткеһенә, уның асылына тап килмәй, шунлыҡтан уны субъектһыҙ һөйләм тип йөрөтөү дөрөҫөрәк булыр…Ә һеҙ, уҡыусылар ниндәй фекрҙә?”


Практиктар һәм теоретиктар партияһы фекер алыша. Был төр һөйләмде башҡа һөйләмдәр менән сағыштырып ҡарайҙар. Урыҫса термин иҫкә төшөрөлә (безличное предложение).

Субъект – ул һүҙ барған предмет, эш-хәрәкәттең хужаһы, эшмәкәре.

Практиктар миҫал килтерә, теоретиктар ҡағиҙә сығара:

Дөрөҫ, бер составлы һөйләмдең был тибында эйә юҡ, Эш-хәрәкәттең хужаһы, эшмәкәре субъекты бөтөнләй булмай. Ошо мөһим үҙенсәлеге менән эйәһеҙ һөйләм бүтән бер составлы һөйләмдәрҙән айырылып тора ла инде.

Уҡытыусы. Телдә - ул ниндәй генә грамматик төҙөлөшлө булмаһын – эйәһеҙ һөйләмдәр күп була, әммә субъектһыҙ һөйләмдәр сағыштырмаса һирәк осрай. Тюркологтарҙың һәммәһе лә эйәһеҙ һөйләмдең үҙ аллы бер составлы һөйләм булыуын таный.

Уҡытыусы. 31.84-се карточканы ҡарағыҙ. (Дидактик материал, 44-се бит) Эйәһеҙ һөйләмдәрҙе генә һайлап яҙырға.

Мәҫәлән, Үҙ иркенә йәшәргә өйрәнгән ырыу башлыҡтарын башҡаса тормош ҡорорға күндереүе еңел булмаясаҡ. Башҡорт илендә ниңә ҡәлғәләр ҡороға?..



Практиктар партияһы үҙ аллы эште уҡый.


Рецензент комиссияһы баһалай.


  1. Атама һөйләмдәрҙе ҡабатлау һәм анализлау.

Уҡытыусы. Һөйләмдәр уҡыйым, тик баш киҫәктәрҙе генә яҙып барығыҙ:

Өфө… Башҡортостан тигән ҡояшлы республиканың гүзәл баш ҡалаһы. (З. Биишева.) Башҡортостан данын быуаттарҙан быуаттарға яңғыратасаҡ бөйөк Салауат, хикмәтле һүҙ оҫтаһы Аҡмулла, азатлыҡты данлаусы Ғафури, ил күркенең нурлы йондоҙо Шәйехзада Бабич, сая шоңҡарыбыҙ Сәләм, йәмле Ағиҙел буйҙарының үлемһеҙ йырсыһы Рәшит Ниғмәти, әҙәбиәтебеҙҙең ғорур ҡарлуғасы Баязит Бикбай… (“Ағиҙел”.)


Практиктар партияһы һөйләмдең эйәләрен уҡып сыға.

Рецензент комиссияһы баһалай.

Һүҙ теоретиктар партияһына бирелә.

Атама һөйләмдәрҙә, киреһенсә, эйә йәки эйә составы ғына бирелә. Бер составлы һөйләмдең был төрө предметтың йәки кешенең эш-хәрәкәте хаҡында, төрлө күренештәр, хәл ваҡиғалар тураһында хәбәр итмәй, ә тик уларҙың булыуҙарын атап ҡына йөрөй. Атама һөйләмдәр пейзажды, хәл-торошто, урынды теүәл, ҡыҫҡа һәм аныҡ итеп һүрәтләй. Уларҙың мөһим үҙенсәлеге шунда: “азатлыҡ, бәхет, дан, рәхмәт, ихтирам, сәләм, тыныслыҡ, хөрмәт” һүҙҙәре атама һөйләмдәрҙең эйәһе ролен башҡара.


V. Һығымта.

Уҡытыусы. Бына фекер алышыуҙың аҙағына ла еттек. Үҙенең структураһы буйынса бер составлы һөйләмдәр күп төрлө. Был һөйләмдәрҙең үҙнесәлектәре нимәлә һуң?

Үҙенсәлектәре, йәғни оригиналлеге, өҫтөнлөгө шунда: улар теүәл, аныҡ, ҡыҫҡа. Ә һөйләмдә икенсе баш киҫәктең булмауы шуны күрһәтә: автор күренештең йәки хәрәкәттең мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алған.


VI. Өй эше.

Һуңғы йылдарҙа үҙегеҙ яратып уҡыған художестволы әҫәрҙән бер составлы һөйләмдәрҙең бөтә төрөнә лә тап килерҙәй һөйләмдәр күсереп алырға.


VII. Индивидуаль хәбәр итеү.

Ғалим булараҡ, Ғ. Ғ. Сәйетбатталов үҙенең бөтөн ғүмерен башҡорт телен, нигеҙҙә, туған телебеҙҙең синтаксисы менән

стилистикаһын өйрәнеүгә арнаған белгес. Рәсәй төркиселек фәнендә синтаксисты өйрәнеү өлкәһендә иң абруйлы белгестәрҙең береһе иҫәпләнә. (Портреты, хеҙмәттәре күрһәтелә.)

Профессор Ғ. Ғ. Сәйетбатталовтың хеҙмәттәре хәҙерге башҡорт әҙәби телен үҫтереүҙә ғәйәт ҙур һәм әһәмиәтле роль уйнай.

Бөгөн дәрестә башҡорт халыҡ ижады һәм әҙәби әҫәрҙәрҙән алынған материалдар нигеҙендә туған телдең ябай һөйләм синтаксисы ентекле өйрәнелде.


VIII. Тест.

Бер составлы һөйләмдәр.

1-се вариант.

  1. Ябай һөйләмдәрҙең төрөн билдәләгеҙ.

А) бер составлы

Б) ике составлы

  1. Рус һәм башҡорт юлда һәр саҡ юлдаш.

  2. Һыуыта.

  3. Диңгеҙ- сикһеҙ зәңгәр бишек.

  4. Миләш ботаҡтарын иркен йәйеп үҫә.

  5. Ҡалған эшкә ҡар яуа.

  6. Беҙгә тиҙ ҡайтырға ҡушылды.

  7. Ауылда ла, яланда ла яҙ еҫе килә..

  8. Кем шиғырҙарын уҡыйһың.


  1. Бер составлы һөйләмдәрҙең төрөн билдәләргә.

  1. Бына уйнап үҫкән баҡса буйы.

  2. Уларҙы йыуаттылар.

  3. Ике уйла, бер эшлә.

  4. Төн.

  5. Беҙгә тиҙ ҡайтырға ҡушылды.

  6. Һеҙгә барып булмай.

  7. Эштең сифатын күтәрергә.

  8. Баҡсаға һоҡланып ҡарап торам.