Башҡортостан Республикаһы Ағиҙел ҡала округы
Башҡорт гимназияһы
муниципаль автономиялы дөйөм белем биреү учреждениеһы
Ҡаралған Килешелгән: МО ултырышында директоры урынбаҫары
Протокол №____ «__»_____2016й. ______/Харисова Д.Р. /
______ Шәрәфетдинова Д.М. «__»__________2016 й.
Раҫлайым:
мәктәп директоры
_____/Денисламова Г.Ә /
«__»__________2016й.
Башҡорт теленән эш программаһы
5 - се класс
дөйөм сәғәттәр һаны – 70 сәғәт
аҙнаһына – 2 сәғәт иҫәбенән
Ҡунафина Лиана Ғәзинур ҡыҙы төҙөнө
Төп дөйөм белем биреү буйынса өлгө программалар. Башҡорт теле 5-9. (Төп дөйөм белем биреү буйынса башҡорт мәктәптәре өсөн ). / Төҙөүсеһе: З. М. Ғәбитова. – Өфө: Китап, 2012. – (Икенсе быуын стандарттары).
Әсә теле . Автор-төҙөүселәре: В.Ш.Псәнчин, Ю.В.Псәнчин. Урта мәктәптең 5- се класы өсөн дәреслек. –
Өфө: Китап, 2011.
2016
Аңлатма яҙыу
Башҡортостан Президентының 1999 йылдың 15 февралендәге Указы менән башҡорт теле республикабыҙҙа, рус теле менән бер рәттән, дәүләт теле итеп раҫланды. Ошо указға ярашлы һәм Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы нигеҙендә республика мәктәптәрендә уҡытыу һәм тәрбиә биреү Концепцияһы төҙөлдө. Унда милли мәктәптәрҙә туған телдәрҙе уҡытыуҙың мөһим проблемалары, бурыстары һәм юлдары билдәләнде.
1995 йылда үткәрелгән Беренсе Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы, башҡорт халҡын тергеҙеү, туған телде, тарих менән йолаларҙы, әҙәбиәт менән мәҙәниәтте өйрәнеү кәрәклеген билдәләп, тейешле ҡарарҙар ҡабул итте.
Төп дөйөм белем биреү буйынса өлгө программалар. Башҡорт теле 5-9. Төҙөүсеһе: З. М. Ғәбитова. – Өфө: Китап, 2012. (Икенсе быуын стандарттары).
Вариатив программа “Туған тел – рухи байлыҡ сығанағы”. Аҙнағолов Р.Ғ. “Башҡортостан уҡытыусыһы”, 12.2012.
Эш программаһы 70 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 2 сәғәт).
Уҡытыусының тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:
Төп дөйөм белем биреү буйынса өлгө программалар. Башҡорт теле 5-9. (Төп дөйөм белем биреү буйынса башҡорт мәктәптәре өсөн ). Төҙөүсеһе: З. М. Ғәбитова. – Өфө: Китап, 2012. – (Икенсе быуын стандарттары).
-
Вариатив программа “Туған тел – рухи байлыҡ сығанағы”. Аҙнағолов Р.Ғ. “Башҡортостан уҡытыусыһы”, 12.2012.
Дәреслек: Әсә теле. Урта мәктәптең 5-се класы өсөн дәреслек. Автор-төҙөүселәре: В.Ш.Псәнчин һәм Ю.В. Псәнчин,
Өфө: Китап, 2011.
Мәктәптә башҡорт теле уҡытыу методикаһы. Төҙөүсеһе: Р.Ғ.Аҙнағолов. – Өфө: Китап, 2011.
Мәктәптә һүҙ төркөмдәрен өйрәнеү. Т.Ә.Бикҡужина. – Өфө: Китап, 2001.
Әсә теле дәреслегенә методик күрһәтмәләр – 5 класс. В.Ш.Псәнчин. – Өфө:Китап, 2007.
Башҡорт теленән тыныш билдәләре. И.Ә.Шарапов. – Өфө: китап, 2007.
“Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы.
Башҡорт теленән диктанттар йыйынтығы. Х.А. Толомбаев, С.В.Атнағолова. – Өфө: Китап,2009.
Изложениелар өсөн текстар йыйынтығы. М.Ғ.Ғималова, С.М.Рәхимова. – Өфө: Китап,2009.
Изложениелар өсөн текстар йыйынтығы 5-11. Т.Я.Бикбаева, Т.Ы.Ҡунафина. – Өфө: Эдвис,2008.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән традицион булмаған дәрестәр. М.И.Баһауетдинова, Г.Н.Йәғәфәрова. –
Өфө: Информреклама, 2003.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә яңы технологиялар ҡулланыу.Төҙөүсәләре: М.И.Баһауетдинова,
Ғ.Н.Йәғәфәрова. – Өфө,2008.
Башҡорт теленән синыфтан тыш эштәр. Т.Ә. Бикҡужина. – Өфө: Китап,1997.
Ҡыҙыҡлы грамматика. З.Ғ.Ураҡсина, Э.Ф.Ишбирҙин, Г.М. Ҡотлобаева, М.Х.Әхтәмов. – Өфө: Китап, 1993.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән тест һорауҙары. И.Ә.Шарапов. – Өфө: Китап, 2000.
Башҡорт теленән контроль һорауҙар, тестар ҡулланмаһы. Ә.С.Раҡаева, М.С.Дәүләтшина. –Өфө:Педкнига, 2008.
Әсә теле, 5 класс. Дидактик материалдар. Китап, Өфө-2009.
Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты :
Дәреслек: Әсә теле. Урта мәктәптең 5-се класы өсөн дәреслек. Автор-төҙөүселәре: В.Ш.Псәнчин һәм Ю.В. Псәнчин,
Өфө: Китап, 2011.
Әсә теле – 5. Дидактик материалдар. Ю.В. Псәнчин. – Өфө: Китап,2009.
V—IX синыфтарҙың программаһы әсә теленән булған барлыҡ эштәрҙең йөкмәткеһен һәм йүнәлештәрен үҙ эсенә ала. Ул йүнәлештәрҙең иң мөһиме — туған тел һәм туған әҙәбиәт дәрестәрендә белем менән бер рәттән тәрбиә биреүҙе тығыҙ бәйләнештә алып барыу.
Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора:
әҙәби телдең дөрөҫ әйтелеше, һүҙьяһалыш, грамматик һәм лексик нормаларын асыҡ, дөрөҫ үҙләштереү;
уҡыусылар телмәренең грамматик төҙөлөшөн, һүҙ байлығын ишәйтеү;
фекерҙе телдән һәм яҙып дөрөҫ, тулы итеп сағылдырыу.
Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы: Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы
тарафынан тәҡдим ителгән башҡорт мәктәптәре өсөн башҡорт теленән программа нигеҙендә. (V-XI кластартар өсөн. Төҙөүселәре:
В.Ш.Псәнчин һәм Ю.В. Псәнчин, Өфө-2002.) төҙөлдө.
Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Нуриман районы муниципаль районының Иҫке Күл ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль дөйөм белем биреү учреждениеhының «Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.
Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:
«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы
Төп дөйөм белем биреү маҡсаттарын тормошҡа
ашырыуҙа «Башҡорт теле» предметының өлөшө
Башҡорт теле — башҡорт халҡының туған теле һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булып һанала.
Туған телдең метапредмет белем биреү функцияһы мәктәптә белем алыу процесында бала шәхесен формалаштырыуҙа «Башҡорт теле» предметының универсаль, дөйөмләштереү характерын билдәләй.
Башҡорт теле баланың фекер үҫешенә булышлыҡ итә; уҡыусыларҙың интеллектуаль һәм ижади һәләтен үҫтерергә ярҙам итә; белем һәм күнекмәләрҙе үҙ аллы үҙләштереү һәләттәрен үҫтерә, шулай уҡ уҡыусыларҙың үҫтереүсе уҡыу эшмәкәрлеген ойоштора. Туған тел башҡорт мәҙәниәтен өйрәнеүгә нигеҙ булып тора һәм башҡорт әҙәбиәтенең рухи тел байлығын үҫтереүгә булышлыҡ итә; уҡыусыларҙы кешелектең мәҙәни-тарихи тәжрибәһенә ылыҡтыра. Киләсәктә төрлө белемде үҙләштереү һәм һаҡлау формаһы булараҡ, башҡорт теле бөтә предметтар менән тығыҙ бәйләнештә тора һәм профессиональ күнекмәләрҙе үҙләштереү сифатына йоғонто яһай. Аралаша белеү, шул һөҙөмтәлә уңыштарға өлгәшеү, юғары профессиональ һәм социаль әүҙемлек шәхес тормошоноң төрлө өлкәләрендә өлгәшелгән уңыштарын билдәләүсе характеристика булып тора. Туған тел ул баланың төрлө тормош ситуацияларында тәрбиә-этик нормаларын формалаштырыу нигеҙе; әхлаҡ нормалар позицияһынан сығып, үҙ ҡылыҡтарына дәлилле баһа биреү мөмкинлеген дә үҫтерә.
Төп мәктәптә башҡорт телен уҡытыу маҡсаттары:
1) туған телгә ҡарата һөйөү, мәҙәниәт күренеше булараҡ, телгә ҡарата аңлы ҡараш тәрбиәләү; туған телдең төп аралашыу, кеше эшмәкәрлегенең төрлө сфераһынан белем алыу ҡоралы булыуын, йәмғиәттә ҡабул ителгән әхлаҡ-этик нормаларҙы үҙләштереү сараһы булыуын аңлау; туған телдең эстетик ҡиммәттәрен үҙләштереү;
2) көндәлек тормошта һәм уҡыу эшмәкәрлегендә туған телде аралашыу сараһы булараҡ үҙләштереү; үҙ-ара аңлашыу һәм үҙ-ара фекер алышыуға һәләтлелекте үҫтереү; үҙ телмәреңде камиллаштырыу; мөһим төп уҡыу белемен һәм универсаль уҡыу хәрәкәттәрен (эшмәкәрлек маҡсаттарын аныҡ итеп әйтә белеү, уны планлаштырыу, библиографик эҙләнеү үткәреү, төрлө типтағы лингвистик һүҙлектәрҙән, сығанаҡтарҙан, Интернеттан тейешле мәғлүмәтте алыу һәм эшкәртеү һ. б.) үҙләштереү;
3) тел системаһы төҙөлөшөн һәм уның хәрәкәттә булыу законлығын үҙләштереү; стилистик ресурстарҙы һәм төп әҙәби тел нормаларын күҙәтергә өйрәнеү; анализлау, сағыштырыу, классификациялау һәм тел факттарын баһалау һәләттәрен үҫтереү; яҙма һәм һөйләү телмәрен, телмәр эшмәкәрлеге төрҙәрен, аралашыуҙың төрлө ситуацияларында телде ҡулланыу ҡағиҙәләрен, телмәр этикет нормаларын үҙләштереү; актив һәм потенциаль һүҙлек запасын байытыу; телмәрҙә грамматик сараларҙы ҡулланыу күләмен киңәйтеү; алынған белемде, күнекмәне аралашыу процесында, уҡыу эшмәкәрлегендә һәм көндәлек тормошта ҡулланыу һәләтлеген камиллаштырыу.
Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар
Уҡытыусы уҡыған йәки һөйләгән, үҙең уҡыған тексты аңлай алыу;
Уҡыған әҫәр, картина, экскурсия, ҡараған фильм буйынса әңгәмәлә ҡатнашыу;
Предметты, күренеште элементар рәүештә һүрәтләү, уға үҙ мөнәсәбәтеңде белдереү;
Хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәрҙе, поэтик әҫәрҙәрҙе дөрөҫ интонация менән һөйләү;
8 – 10 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү;
Тексты шыма, аңлы, дөрөҫ, тотош һүҙләп уҡыу, логик баҫымдарҙы, паузаларҙы дөрөҫ әйтеү; тасуири уҡыу;
текстың өлөштәренә, иллюстрацияларына исем биреү, өҙөк буйынса план төҙөү; текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе, һүрәтләү, тасуирлау сараларын табыу, мәғәнәләрен аңлатыу, һүҙлектәр менән эш итеү;
Хикәйә, әкиәт, мәҡәл, йомаҡ жанрҙарын практик айыра белеү;
Ҙур булмаған һөйләмдәрҙе күсереп һәм яттан яҙыу; текст, күҙәтеүҙәр йәки экскурсия буйынса һорауҙарға яуап яҙыу;
бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү;
Уҡыу предметына дөйөм характеристика
Төп дөйөм белем биреү мәктәптәрендә башҡорт теле курсының йөкмәткеһе белем биреү процесында метапредмет һәм предмет маҡсаттарына өлгәшеүгә йүнәлдерелгән. Был үҙ йәһәтендә коммуникатив, тел, лингвистик һәм мәҙәни компетенцияны формалаштырыуҙы һәм үҫтереүҙе күҙ уңында тота.
Коммуникатив компетенция телмәр эшмәкәрлегенең төрҙәре, аралашыуҙы, һөйләү һәм яҙма телмәр төрҙәрен үҙләштереүҙе иҫәптә тота, тел материалын һәм күнекмәләрҙе кәрәкле ситуацияларҙа ҡуллана алыуҙы талап итә. Коммуникатив компетенция аралашыуҙың маҡсатын билдәләй, телмәр ситуацияһын баһалай белеүҙе, аралашыусының коммуникация ысулдарын һәм ниәттәрен иҫәпкә алыуҙы, адекват стратегик аралашыуҙы һайлауҙы һәм үҙ телмәреңде аңлы рәүештә үҙгәртеүгә әҙер булыуҙы күҙ уңында тота.
Тел һәм лингвистик компетенция йәмғиәт күренеше булараҡ, тел тураһында тейешле белемде үҙләштереү нигеҙендә уның төҙөлөшөн, үҫешен, хәрәкәттә булыуын формалаштырыуҙы аңлата; башҡорт әҙәби теленең төп нормаларын үҙләштереү; һүҙлек запасын һәм уҡыусы телмәренең грамматик төҙөлөшөн байытыу; фән булараҡ, лингвистика тураһында тейешле белем, уның төп бүлектәренә кәрәкле булған тел күренеше факттарын анализлау һәм баһалау мөмкинлеген формалаштырыу; төрлө төрҙәге лингвистик һүҙлектәр менән ҡуллана белеү.
Мәҙәни компетенция туған телдең мәҙәниәтен сағылдырыусы форма булараҡ аңлауҙы күҙ уңында тота, тел һәм халыҡ тарихының бәйләнештә булыуын, башҡорт теленең милли-мәҙәни үҙенсәлеген, башҡорт телмәр этикет нормаларын үҙләштереүҙе, милли-мәҙәни компонентлы һүҙҙәр мәғәнәһен аңлатыуҙы белдерә.
Өлгө программала материал коммуникатив-эшмәкәрлек йүнәлештә бирелгән. Тәҡдим ителгән материал белем биреүҙе генә иҫәпкә алмай, ә эшмәкәрлек формаһын тормошҡа ашыра.
Беренсе (1 цифры аҫтында) тел һәм телмәр күренеше һәм уларҙың хәрәкәттә булыуын аңлатыусы лингвистик аңлатмаларҙың исемлеге бирелә. Икенсе (2 цифры аҫтында) тейешле аңлатмаларҙы өйрәнеү процесында эшкәртелеүсе төп уҡыу-уҡытыу эшмәкәрлек төрҙәре һанап кителә.
Башҡорт теле курсының коммуникатив-эшмәкәрлек йүнәлешен көсәйтеү, уны белем алыуҙа метапредмет һөҙөмтәләргә йүнәлтеү, кешенең тышҡы мөхиткә тиҙ яраҡлашыу һәм унда әүҙем эшмәкәрлекте дауам итеүгә һәләтле булараҡ, функциональ грамоталылыҡты формалаштырыуҙың мөһим шарттары булып тора.
Функциональ грамоталылыҡтың мөһим индикаторы — предмет-ара статус: коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге (телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәре менән эш итеү, тиңдәштәре һәм оло кешеләр менән аралашыуҙы ҡороу; телдән һәм яҙма телмәрҙе адекват ҡабул итеү, ҡуйылған проблема буйынса үҙ ҡарашыңды теүәл, дөрөҫ, логик яҡтан төҙөк һәм тасуири әйтеп биреү, аралашыу процесында яҙма һәм һөйләү телмәре нормаларын һәм башҡорт телмәр этикетын һаҡлау); танып белеү универсаль укыу эшмәкәрлеге (проблеманы аныҡлау, дөрөҫ аргументлай белеү, логик яҡтан төҙөк фекер йөрөтөү, иҫбатлай белеү, раҫлаусы йә кире ҡағыусы тезис килтереү, библиографик эҙләнеүҙе тормошҡа ашырыу, төрлө сығанаҡтарҙан кәрәкле мәғлүмәт алыу, төп һәм өҫтәмә мәғлүмәтте билдәләү, уҡыу маҡсатын асыҡлау, аралашыу маҡсатынан сығып уҡыу төрөн һайлау, мәғлүмәти-компьютер сараларын ҡулланыу; мәғлүмәтте системаға килтереү һәм киренән эшкәртеү, уны төрлө ысулдар менән күрһәтеү һ. б.); регулятив универсаль укыу эшмәкәрлеге (эшмәкәрлек маҡсатын ҡуя һәм аныҡ итеп әйтә белеү, эшмәкәрлекте эҙмә-эҙлекле планлаштыра һәм кәрәк саҡта үҙгәртә белеү; үҙ контроль, үҙ баһалау, үҙ коррекциялау һ. б. тормошҡа ашырыу). Функциональ грамоталылыҡтың мөһим компоненты телмәр эшмәкәрлеге төрҙәренә нигеҙләнә һәм мәктәптә туған телде өйрәнеү аша уҡыусыларҙың фекерләү һәләтен маҡсатлы йүнәлештә үҫтереүҙе күҙ уңында тота.
Функциональ грамоталылыҡты формалаштырыу, уҡыусыларҙың телмәр эшмәкәрлеген камиллаштырыу, төрлө аралашыу шарттарында башҡорт теленең уны ҡулланыу үҙенсәлектәрен белеү нигеҙендә төҙөлә. Уҡыу процесы телде анализлау күнекмә
ләрен формалаштырыуға ғына йүнәлдерелгән булырға тейеш түгел, ә шулай уҡ телмәр мәҙәниәтен тәрбиәләү, тормошта мөһим күнекмәләрҙе формалаштырыу, төрлө уҡыу төрҙәрен ҡулланыу, тексты мәғлүмәти эшкәртеү, мәғлүмәтте төрлө формала эҙләү, телмәр ситуацияһына, әҙәби тел нормаларына һәм аралашыуҙың этик нормаларына яраҡлы төрлө ысулдарын файҙаланыу. Шулай итеп, төп дөйөм белем биреү мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыу баланың дөйөм мәҙәни кимәлен үҫтерергә, артабан уҡыуын төрлө белем биреү учреждениеларында дауам итә алырлыҡ кимәлдә булырға тейеш.
Төп йөкмәткеле йүнәлеш
Өлгө программа структураһында башҡорт теле курсының йүнәлеше коммуникатив, тел һәм лингвистик, мәҙәни компетенцияны формалаштырыуҙа сағылыш тапты. Унда күрһәтелгән компетенцияларҙы формалаштырыуҙы тәьмин итеүсе өс бәйләнешле йүнәлеш билдәләнә:
• коммуникатив компетенцияны формалаштырыуҙы тәьмин итеүсе йөкмәтке;
• тел һәм лингвистик компетенцияны формалаштырыуҙы тәьмин итеүсе йөкмәтке;
• мәҙәни компетенцияны формалаштырыуҙы тәьмин итеүсе йөкмәтке.
Беренсе йөкмәткеле йүнәлеш өлгө программала аралашыу телмәр күнекмәләрен аңлы рәүештә формалаштырыуға йүнәлдерелгән бүлектәр менән бирелә: «Телмәр һәм аралашыу телмәре», «Телмәр эшмәкәрлеге», «Текст», «Телдең функциональ төрлөлөгө».
Икенсе йөкмәткеле йүнәлештең бүлектәре телдең төҙөлөшө һәм тел берәмектәренең үҙенсәлектәрен сағылдыра: «Тел тураһында дөйөм белешмә», «Фонетика һәм орфоэпия», «Графика», «Морфемика һәм һүҙьяһалыш», «Лексикология һәм фразеология», «Морфология», «Синтаксис», «Телмәр мәҙәниәте», «Дөрөҫ яҙыу: орфография һәм пунктуация».
Өлгө программала бирелгән «Тел һәм мәҙәниәт» бүлеге телдең халыҡ тарихы һәм мәҙәниәте менән бәйләнештә булыуын асыҡларға ярҙам итә.
Уҡыу процесында күрһәтелгән йөкмәткеле йүнәлештәр бер-береһе менән тығыҙ бәйләнештә һәм интеграцияланған. Һәр бер бүлекте өйрәнеүҙә уҡыусылар тейешле белем һәм күнекмәләр генә үҙләштереп ҡалмай, ә телмәр эшмәкәрлеге төрҙәрен камиллаштыра, төрлө коммуникатив күнекмәләрҙе үҫтерә, шулай уҡ, милли-мәҙәни феномен булараҡ, туған тел тураһында күҙаллауҙарын тәрәнәйтә.
Контроль диктанттар өсөн һайланған текстарҙа һүҙҙәр һаны һәр класс буйынса түбәндәгесә билдәләнә:
Кластар
V
VI
VII
VIII
IX
Уҡыу йылы башында Уҡыу йылы аҙағында
90 100
100 110
110 130
130 150
150 160
Контроль диктантты тикшергәндә, түбәндәге хаталар төҙәтелә, ләкин баһалағанда иҫәпкә алынмай:
1) мәктәп программаһына индерелмәгән ҡағиҙәгә яҙылыштар;
2) әле үтелмәгән ҡағиҙәгә яһалған хаталар;
3) автор ҡуйған ҡатмарлы пунктуацияға хаталар;
4) механик рәүештө бер хәреф урынына икенсеһен яҙыу (мәҫәлән: ата урынына аша).
Диктантҡа билдә ҡуйғанда шулай уҡ хаталарҙың характерына иғтибар итергә кәрәк. Хаталарҙы иҫәпләгәндә тупаҫ булмағандары, йәғни грамоталылыҡты билдәләү өсөн әһәмиәте юҡтары, айырым билдәләнә. Бындай хаталарҙың икеһе берәүгә иҫәпләнә.
Түбәндәге хаталар тупаҫ булмаған хаталарға инә:
1) ҡағиҙәләрҙең иҫкәрмәләренә ҡараған хаталар;
2) бәйләү юлы менән яһалған ҡушма яңғыҙлыҡ атамаларҙа ҙур хәрефтең яҙылышына хаталар;
3) бер тыныш билдәһе урынына икенсеһен ҡуйыу;
4) үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең ялғауҙары яҙылышына хаталар.
Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм түбәндәге эш төрҙәрен үткәрергә мөмөкин:
әңгәмә үткәреү;
һорауҙарға телдән һәм яҙма яуаптар биреү;
ябай һәм ҡатмарлы пландар төҙөү;
әҫәрҙең художество үҙенсәлектәрен һаҡлап, ундағы һүҙҙәрҙе файҙаланып, тексҡа яҡын итеп изложение яҙыу;
әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙгәртеп, ижади биремдәр менән изложение яҙыу;
уҡытыусы биреме буйынса текстың айырым урынын һайлап яҙыу;
тексты ҡыҫҡартып яҙыу;
текстың йөкмәткеһенән сығып, образдарҙы характерлау.
Инша 32м изложениелар я66ырыу аша у7ыусылар6ы8
теманы аса беле1е, тел сараларын инша й2ки изложениены8 тема3ына 32м улар6а4ы т0п фекер6е а8латыу бурыстарына ярашлы 3айлай беле1е,
я64анда,грамматик нормалар4а 32м д0р09 я6ыу 7а4и62л2рен2 таянып эш ите1е тикшерел2. Шуны8 0с0н инша4а ла, изложение4а ла 32р ва7ыт ике билд2 7уйыла. Беренсе билд2 мен2н - улар6ы8 й0км2тке3е 32м телм2р т060л0ш0,икенсе билд2 мен2н грамоталылы7 ким2ле ба3алана.
Йәнле телмәрҙе тыңлау һәм аңлау
Уҡытыусының телмәрен, уҡыусыларҙың һөйләгәнен, башҡорт теленән һәм әҙәбиәтенән грампластинкаларҙағы, магнит таҫмаларындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлау.
Текстың дөйөм уй-фекерен, идеяһын, лингвистик мәғәнәһен аңлап тыңлай белеү.
Телмәрҙең төп, тонын, темпын, мәғәнәүи һәм хис-тойғо интонацияһын, логик баҫымын тотоп ала белеү маҡсаты менән тыңлау.
Әңгәмәнең, бер нисә кешенең үҙ-ара һөйләшеүенең йөкмәткеһен аңлау һәм уларҙа ҡатнашыу. Сағыштырмаса оҙон ғына булған монологик телмәрҙе аңлауға ынтылыу.
Уҡыу һәм уҡығанды аңлау
Текстың төп тонын, мәғәнәүи һәм хис-тойғо биҙәген, интонацияһын, шулай уҡ хәбәр, һорау, өндәү һәм бойороу һөйләмдәренең интонацияһын дөрөҫ сағылдыра белеү. Хәбәр һөйләмдәрҙең аҙағына табан тонды түбәнәйтеп уҡый белеү. Мәғәнә яғынан айырып әйтелә торған һүҙҙәргә логик баҫымды ҡуйып уҡыу. Өндәү һөйләмдәрҙе һәм тотош тексты уҡығанда шатлыҡ, ғәжәпләнеү, көйөү, ҡайғырыу һ.б. шуның шикелле тойғоларҙы сағылдыра белеү.
Шиғырҙы һәм сәсмә әҫәрҙәрҙән өҙөктәрҙе тасуири уҡыу.
Уҡыусыларҙың үҙҙәре тарафынан һорау-яуап юлы менән йәнле телмәрҙе, уҡылған тексты нисек үҙләштереүҙәре, аңлауҙары тураһында контроллек итеү.
Тексты анализлау һәм һөйләү
Текстың төп фекерен, автор нимә әйтергә теләгәнен билдәләй белеү: нимәлер тураһында хәбәр итмәгәнме; нимәнелер тасуирламағанмы; уҡыусының уй-тойғоһона тәьҫир итергә уйламағанмы; нимәлер хаҡында иҫбат итмәгәнме? һ.б. Текстың төп тонын (кәйефен) (шатлыҡмы, ҡайғымы, шаянлыҡмы, етдилекме, ғорурлыҡмы, һуҡраныумы, көйөнөсмө һ.б.) билдәләү.
Текстың темаһын билдәләй белеү һәм текстың бөтөнлөгөн булдырған дөйөм тематик һүҙҙе тоҫмаллай алыу. Текстың исеменән сығып, уның йөкмәткеһен, темаһын һәм төп айышын сағылдыра һәм әйтә белеү. Текстың йәки хикәйәнең ниндәй ҙә булһа хәл-ваҡиға тураһында хикәйәләүме, әллә һүрәтләүме (тасуирлаумы) икәнен айыра белеү. Текстың башланышын һәм тамамланышын күрһәтә белеү. Тексты абзацтарға, микро-темаларға тарҡата белеү. Микротемаларҙың үҙәк һүҙҙәрен айыра белеү. Хикәйәләүгә ҡоролған текстың ябай планын күмәкләп төҙөү.
Өлгө буйынса төрлө типтағы диалогик телмәр ҡулланып һөйләү. Диалогтарҙы етешмәгән репликалар менән тулыландырыу. Өлгөгә ҡарап диалогтар төҙөү. Текст буйынса һорауҙарға яуап бирә белеү. Хикәйәләүгә ҡоролған тексты һорауҙар, план, темаға яраҡлы терәк һүҙҙәр буйынса һәм абзацтың тәүге һөйләменән дауам итеп һөйләй белеү. Хикәйәләү тексын теүәл һәм ҡыҫҡартып һөйләү. Хикәйәләү тексын тасуирлау элементтары индереп яҙыу.
Аралашыу өсөн темалар
Телмәр мәҙәниәте — тәртип культураһы ул (сәләмләшеү, һаубуллашыу, танышыу, рәхмәт әйтеү формулалары, әҙәп һүҙҙәре).
Беҙҙең ғаилә. Минең атай-әсәйҙәрем. Ғаиләлә өлкәндәргә ярҙам. Баҡсалағы эштәр.
Йәйен — ауылда. Йәйге ял. Өлкәндәргә ярҙам.
Беҙҙең мәктәп. Мин яратҡан уҡытыусылар.
Китапханала. Минең яратҡан китабым.
Дуҫлыҡ. Минең дуҫтарым (әхирәттәрем).
Тыуған тәбиғәт. Тәбиғәттең йәш дуҫтары.
Йыл миҙгелдәре: йәй, көҙ, ҡыш, яҙ. Төрлө миҙгелдәрҙә — тәбиғәт.
Һөйләү һәм яҙма телмәр төрҙәре коммуникативлыҡты тормошҡа ашырыу
Диалогик телмәр. Әҙәплелекте (этикетты) сағылдырыусы диалогтар (осрашыу, сәләмләү, хушлашыу, танышыу, ғәфү үтенеү, ғәфү итеү, рәхмәт әйтеү һ.б.). Хәбәрләшеү (мәғлүмәт алмашыу), саҡырыу, үтенеү диалогтары. Мәктәп, тирә-йүн тормошо темаһына әңгәмә һәм диалогтар.
Уҡылған әҫәрҙәр тураһында үҙеңдең фекереңде әйтә белеү.
Монологик телмәр. Мәктәп һәм тирә-йүндәге тормош темаларына телдән, әйтәйек, үҙ тормошоңдан ҡыҙыҡлы ваҡиға, мәктәптәге һәм өйҙәге дәрестәр тураһында, ял ваҡыты, уйындар, ҡыҙыҡһыныуҙар, ғаилә, уҡылған китап тураһында һөйләү.
Ниндәй ҙә булһа берәй предметты, хайуанды, ҡошто, сәскәне телдән һәм яҙып тасуирлау, һауа торошо тураһында хәбәр итеү. Телевидениенан оҡшаған программа («Сәңгелдәк», «Тамыр», «Тыныс йоҡо, кескәйҙәр!») тураһында һөйләү.
Күмәкләп төҙөгән план һәм туплаған материал буйынса хикәйәләүгә ҡоролған инша яҙыу. Иншаның төп мәғәнәһен билдәләү. Иншаның планын төҙөү. Иншаға материал туплау һәм уны системалаштырыу.
Эшлекле уйын. «Беҙ ҡунаҡтарға үҙешмәкәр концерты әҙерләйбеҙ».
V класс уҡыусыһы белергә тейеш төшөнсәләр
йәмғиәт тормошонда телдең роле; туған телдең әһәмиәте;
синтаксис, стилистика; тыныш билдәләре, текст, һөйләм, һүҙбәйләнеш; ҡушма һөйләм төшөнсәләре;
фонетика, телмәр өндәре, ижек, һүҙ баҫымы, һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр; өндәрҙең бер-береһенә оҡшашыуы (сингармонизм) төшөнсәләре;
орфоэпия (дөрөҫ әйтелеш), төп орфоэпик норма төшөнсәләре;
графика; алфавит; хәрефтәрҙең өндәрҙе сағылдырыу төшөнсәләре;
орфография (дөрөҫ яҙылыш), һуҙынҡыларҙың һәм тартынҡыларҙың дөрөҫ яҙылышы, һуҙынҡыларҙың һәм тартынҡыларҙың һүҙҙең тамырында, ялғауҙарҙа, һүҙ араһында яҙылышы һәм әйтелеше, һүҙҙе юлдан юлға күсереү;
лексика; һүҙҙең лексик һәм грамматик мәғәнәһе; һүҙҙең тура һәм күсмә мәғәнәһе; синонимдар, антонимдар, омонимдар;
грамматика, морфема (ялғау, һүҙҙең бер өлөшө, киҫәге); тамыр, нигеҙ, яһаусы ялғау, үҙгәртеүсе ялғау; тамырҙаш һүҙҙәр; һүҙьяһалыш юлдары;
текстың эсендә һөйләмдәрҙең бер-береһенә бәйләнеп килеү саралары (юлдары); йәнле һөйләү, фәнни, күркәм (художестволы) стилдәр;
телмәр төрҙәре (типтары): хикәйәләү, тасуирлау (һүрәтләү), хөкөм сығарыу (мөнәсәбәт белдереү).
Күнекмәләр:
фонетика, өн-хәреф, һүҙьяһалыш, һүҙ төҙөлөшө буйынса анализ яһай белеү;
һүҙбәйләнеш, ябай ике составлы һөйләмдәр, теркәүесһеҙ һәм теркәүесле ҡушма һөйләмдәр төҙөй белеү;
һуҙынҡылар менән тартынҡыларҙың төп һыҙаттарын дөйөм билдәләре буйынса төркөмләй, һүҙҙәрҙең тамырында, ялғауҙарында һуҙынҡылар менән тартынҡыларҙы дөрөҫ яҙа, өйрәнелгән орфография ҡағиҙәләрен тәртипкә килтерә белеү;
йәнле һәм яҙма телмәрҙә синонимдарҙы, антонимдарҙы, күсмә мәғәнәле һүҙҙәрҙе ҡуллана белеү;
яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙарҙың мәғәнәләрен айыра белеү;
өндәш һүҙе һәм тиң киҫәктәре булған ябай һөйләмдәрҙә тыныш билдәләрен ҡуя белеү.
«Башҡорт (туған) теле» предметының өйрәнеү һөҙөмтәләре
Төп дөйөм белем биреү мәктәбенең сығарылыш уҡыусыларының башҡорт (туған) теле программаһын үҙләштереүҙә шәхси һөҙөмтәләре булып түбәндәгеләр тора:
1) башҡорт телен башҡорт халҡының төп милли-мәҙәни ҡиммәте булараҡ аңлау, интеллектуаль, ижади һәләтлектәрен һәм шәхестең мораль-этик сифаттарын үҫтереүҙә туған телдең ролен, уның мәктәптә белем алыу процесындағы әһәмиәтен билдәләү;
2) башҡорт теленең эстетик ҡиммәтен аңлау; туған телгә ҡарата ихтирам, һөйөү, уның менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү; милли-мәҙәни сағылыш булараҡ, башҡорт теленең таҙалығын һаҡлау тураһында хәстәрлек күреү; үҙ телмәреңде камиллаштырыуға ынтылыу;
3) аралашыу процесында кәрәкле һүҙлек запасына эйә булыу һәм үҙ фекереңде иркен еткереү әсән тейешле грамматик сараларҙы үҙләштереү; үҙ телмәреңде күҙәтеү һәм уны баһалау күнекмәһен булдырыу.
Башҡорт (туған) теле программаһын үҙләштереүҙең мета-предмет һөҙөмтәләре:
1) телмәр эшмәкәрлегенең-бөтә төрҙәрен үҙләштереү: аудирование һәм уҡыу:
• телдән һәм яҙма бирелгән мәғлүмәтте (коммуникатив йүнәлеш, текст темаһы, төп фекер; төп һәм өҫтәмә мәғлүмәт) адекват ҡабул итеү;
• төрлөсә уҡыу күнекмәләрен булдырыу (эҙләнеү, ҡарап сығыу, танышыу, өйрәнеү); төрлө стилдәге, жанрҙағы текстарҙы үҙләштереү;
• төрлө стилдәге һәм жанрҙағы тексты ишетеп, адекват ҡабул итеү; аудирование менән эш итеү (һайлап алыу, танышыу);
• төрлө сығанаҡтарҙан мәғлүмәтте һайлап алыу һәләтлелеге (матбуғат саралары, уҡыу әсән тәғәйенләнгән компакт-дискы-лар, Интернет ресурстары); төрлө типтағы һүҙлектәр менән иркен ҡулланыу; белешмә әсән әҙәбиәт, шулай уҡ электрон ҡулланмаларҙан һайлап алыу күнекмәһен булдырыу;
• һайлап алыу алымдары менән эш итә белеү һәм тәғәйен темаға материалды системаға килтереү; уҡыу йә аудирование һөҙөмтәһендә алынған мәғлүмәтте үҙ аллы эҙләй алыу күнекмәләренә эйә булыу; мәғлүмәтте ҡайтанан эшләй алыу, еткерә белеү;
• стилистик үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып, йөкмәткенән һәм ҡулланылған тел сараларынан сығып, фекерҙе сағыштыра алыу;
һөйләү һәм яҙыу:
• алдағы уҡыу эшмәкәрлегенең (индивидуаль һәм коллек-тив) маҡсатын билдәләү һәләтлелеге, эштең эҙмә-эҙлелеге, өлгәшелгән һөҙөмтәләрҙе баһалау, уларҙы телдән һәм яҙма формала адекват аныҡ итеп әйтеү;
• тыңланған йә уҡылған тексты тәҡдим ителгән кимәлдә (план, һөйләү, конспект, аннотация) һөйләй алыу;
• төрлө телмәр стилендә һәм төрлө жанрҙарҙа аралашыу ситуацияһына ҡарап телдән һәм яҙма текст төҙөй алыу;
• телдән һәм яҙма формала үҙ фекереңде иркен еткерә белеү, тексты логик яҡтан эҙмә-эҙлекле төҙөү талаптарын һаҡлау;
• төрлө төрҙәге монологты (хикәйәләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү; төрлө төрҙәге монологтарҙың берләшеүе) һәм диалогты (этикетты үҙ эсенә алған, диалог-һорашыу, диалог-аралашыуға өндәү, диалог-фекер алышыу һ. б.; төрлө төрҙәге диалогтың берләшеүе) үҙләштереү;
• ғәмәлдә төрлө телмәрҙәге аралашыуҙың орфоэпик, лексик, грамматик, хәҙерге башҡорт әҙәби теленең стилистик нормаларын һәм яҙма телдә төп орфографик һәм пунктуацион ҡағиҙәләрҙе һаҡлау;
• телмәр этикет нормаларын һаҡлап, аралаша алыу, телмәр аралашыу процесында ым-ишара, мимиканы урынлы ҡулланыу;
• уҡыу процесында һәм көндәлек аралашыуҙа үҙ телмәреңде контролдә тота алыу; йөкмәткенән, һүҙҙәрҙе урынлы ҡулланыуҙан сығып, үҙ телмәреңде баһалай белеү; грамматик һәм телмәр хаталарын таба, уларҙы төҙәтә алыу; үҙ тексыңды мөхәррирләү һәм камиллаштыра белеү;
• үҙ тиңдәштәрең аудиторияһында ҙур булмаған доклад, реферат менән сығыш яһау; бәхәстә, төрлө аргументтар ҡулланып, көнүҙәк проблемалар буйынса сығыштарҙа ҡатнашыу;
2) алынған белем һәм күнекмәләрҙе көндәлек тормошта ҡуллана белеү; туған телде башҡа төрлө фәндәрҙән белем алыу сығанағы булараҡ файҙаланыу; тел күренештәрен анализлау буйынса алған белем һәм күнекмәләрҙе предмет-ара (сит тел, әҙәбиәт һ. б. дәрестәрҙә) ҡуллалыу;
3) аралашыу процесында тирә-яҡтағы кешеләр менән коммуникатив маҡсатлы бәйләнештә, ниндәйҙер эш төрөн бергә эшләү, бәхәстә, күтәрелгән көнүҙәк темаларҙа фекер алышыуҙа ҡатнашыу; формаль һәм формаль булмаған шәхестәр менән мәҙәни аралашыу барышындағы төрлө ситуацияларҙа телмәр этикетының милли-мәҙәни нормаларын үҙләштереү.
Предмет һөҙөмтәләре:
1) телдең төп функциялары тураһында, башҡорт теленең башҡорт халҡының милли теле, Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булыуы тураһында, тел һәм халыҡ мәҙәниәтенең бәйләнештәре тураһында, туған телдең кеше һәм йәмғиәт тормошондағы роле тураһында ҡараш булдырыу;
2) гуманитар фәндәр системаһында туған телдең урынын һәм мәғарифта тулыһынса уның ролен аңлау;
3) туған тел тураһында төп фәнни нигеҙҙе үҙләштереү; уның кимәл һәм берәмектәр бәйләнешен аңлау;
4) тел ғилеменең төп аңлатмалары: лингвистика (тел ғилеме) һәм уның төп бүлектәре; тел һәм телмәр, телмәр аралашыуы, һөйләү һәм яҙма телмәр, монолог, диалог һәм уларҙың төрҙәре; аралашыу ситуациялары, фәнни, публицистик, рәсми-эшлекле стилдәр, матур әҙәбиәт теле; функциональ-мәғәнәүи телмәр төрҙәре (хикәйәләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү); текст, текст төрҙәре; телдең төп берәмектәре, уларҙың билдәләре һәм телмәрҙә ҡулланыу үҙенсәлектәрен үҙләштереү;
5) башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһының төп стилистик ресурстарын, башҡорт әҙәби теленең төп нормаларын, һөйләү этикет нормаларын үҙләштереү;
6) телдең төп берәмектәрен, грамматик категорияларын анализлау һәм таныу, тел берәмектәрен аралашыу шарттарына ярашлы ҡулланыу;
7) һүҙгә төрлө анализ төрҙәрен (фонетик, морфематик, һүҙьяһалыш, лексик, морфологик), һөйләм һәм һүҙбәйләнешкә синтаксик анализ, төп билдә һәм структура күҙлегенән сығып, күп аспектлы анализ яһау;
8) тел-һүрәтләү саралары һәм уларҙы уҡыусы телмәрендә ҡулланыу;
9) туған телдең эстетик функцияһын таныу, матур әҙәбиәт текстарын анализлағанда телмәрҙең эстетик кимәлен баһалау.
Темалар
Дә
рес
һа
ны
Дата
Тема буйынса төп йөкмәткеһе
Күргәҙмә
материал
Уҡыусылар эшмәкәрлегенең төп төрҙәренә характеристика (уҡыу эшмәкәрлеге кимәле буйынса)
Өйгә
эш
Иҫкәр-мә
1
Тел – аралашыу – ҙың иң мөһим сараһы.
1
Башҡорт теле – туған тел, баланың әсә теле. Уның төрки телдәр ғаиләһенә ҡарауы.Ҡәрҙәш телдәр араһында башҡорт теленең роле.
Дәреслек, тел тураһында мәҡәлдәр
1 – 4 кластарҙа үтелгәндәрҙе иҫкә төшөрөү. Карточкалар менән эшләү.
Тел тураһында мәҡәлдәр яҙырға.
2
Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
1
Исемдәрҙең,сифаттарҙың,
һандарҙың,ҡылымдарҙың
заман, һан, зат һәм барлыҡ-
юҡлыҡ менән үҙгәреше.
Дәреслек, таблица, электрон дәреслек
Телмәрҙә исем, сифат, ҡылым һүҙ төркөмдәрен дөрөҫ ҡулланыу күнекмәләрен тәрбиәләү. Һүҙлектәрҙән файҙаланырға өйрәтеү. Ижади эшкә өйрәтеү.
15-се күнегеү
Синтаксис һәм пунктуация.
3
Һүҙбәйләнеш
1
Һүҙбәйләнештәрҙең төп билдәләре, яһалыу юлдары: теҙмә һәм эйәртеүле бәйләнеш.
Дәреслек, таблица, карточкалар
Һөйләм составындағы һүҙбәйләнештәрҙе таныу; эйәртеүсе һәм эйәреүсе һүҙ; һүҙбәйләнеш һәм ҡушма һүҙҙәр.
31 -се күнегеү
4
5
Һөйләм һәм уның билдәләре.
2
Ябай һөйләм; әйтелеү маҡсаты буйынса һөйләм төрҙәре һәм уларҙың мәғәнәһе , структур үҙенсәлектәре.
Дәреслек, таблица, карточкалар
Һөйләмдең сиктәрен билдәләү. Әйтелеү маҡсаты буйынса һөйләм төрҙәрен таныу. Интонация һәм мәғәнәүи үҙенсәлектәре буйынса хәбәр, һорау, бойороҡ, өндәү һөйләмдәрҙе анализлау.
39-сы күнегеү
6
Һөйләмдең баш киҫәктәре
1
Һөйләмдең баш киҫәктәре: эйә, хәбәр; йыйнаҡ һәм тарҡау һөйләмдәр.
Дәреслек, таблица, карточкалар
Һөйләмдең грамматик нигеҙен, ябай һәм ҡушма, ҡатмарлы структуралы һөйләмдәрҙе таныу; баш һәм эйәрсән киҫәктәрен табыу; төрлө һүҙ төркөмдәренән килеүен күҙәтеү; йыйнаҡ һәм тарҡау һөйләмдәрҙе айырыу, сағыштырыу.
52-се күнегеү
7
8
9
Һөйләмдәрҙең эйәрсән киҫәктәре.
3
Һөйләмдәрҙең эйәрсән киҫәктәре: аныҡлаусы, тултырыусы, хәлдәр.
Дәреслек, таблица, карточкалар
Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәрен таныу һәм анализлау.
59, 64,72-се күнегеү
10
Һөйләмдең тиң киҫәктәре.
1
Тиң киҫәкле һөйләмдәр. Теркәүесле һәм теркәүесһеҙ (ә, ләкин, һәм,шулай уҡ) тиң киҫәктәр. Улар араһында тыныш билдәләре.
Дәреслек, таблица, карточкалар
Тиң киҫәктәрҙең төрлө типтәғы бәйләнешен таныу һәм дөрөҫ интонация менән әйтеү.
82-се күнегеү
11
Диктант.“Батырҙың исеме үлемһеҙ”.
1
Уҡыусыларҙың белемен баһалау. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау, системалаштырыу.
Үтелгәндәрҙе ғәмәлдә ҡуллана белеү, системалаштырыу. Үҙ белемеңде баһалау.
12
Текст.
1
Текст тураһында төшөнсә, уның өлөштәре, һөйләмдәрҙең үҙ-ара бәйләнеше (танышыу). Ҡыҙыл юл.
Төрлө типтағы текстар
Текстың билдәләрен белеү. Теманы, текстың төп фекерен, сығанаҡ һүҙҙәрҙе, текста һөйләмдәрҙең бәйләнеү төрҙәрен билдәләү.
87-се күнегеү
13
Өндәш һүҙҙәр.
1
Өндәш һүҙҙәр, уларҙың функцияһы һәм интонацияһы; улар эргәһендә тыныш билдәләре.
Дәреслек, таблица, карточкалар
Төп функцияларын аңлау;өндәш һүҙле һөйләмдәрҙе таныу һәм дөрөҫ интонация менән әйтеү; телмәрҙә ҡулланыу.
90-сы күнегеү
14
Ҡушма һөйләм.
1
Ҡушма һөйләм тураһында төшөнсә (һәр ябай һөйләмдә эйәһе лә, хәбәре лә булған ҡушма һөйләмдәр менән эш ителә), улар араһында һәм, ә, ләкин, иә, йәки, әгәр, шуның әсән, шуға күрә, сөнки теркәүестәре алдында өтөр ҡуйып яҙыу.
Дәреслек, таблица, карточкалар
Теркәүесле һәм теркәүесһеҙ ҡушма һөйләмдәрҙе, һөйләмдәрҙе бирелгән үрнәктәр буйынса, тексты үҙгәртеп, йөкмәткене теүәл һаҡлап үҙгәртеү.
97-се күнегеү
15
Тура телмәр.
1
Тура телмәрле һөйләмдәрҙә тыныш билдәләренең ҡуйылышы. Диалог. Диалог алдында һыҙыҡ.
Дәреслек, таблица, карточкалар
Тура телмәрле һөйләмдәрҙе, диалогтарҙы дөрөҫ тауыш менән тасуири уҡыу алымдарына эйә булыу.
103-сө күнегеү
16
Контроль диктант
1
“Икмәк ҡәҙере”.
Диктанттар йыйынтығы
Фонетика һәм графика. Орфография.
17
Фонетика тураһында төшөнсә.
1
Тел ғилеме бүлеге булараҡ фонетика. Тел берәмеге булараҡ өн. Өндәрҙең мәғәнә айырмалыҡ функцияһы.
Дәреслек, таблица, карточкалар
Фонетиканың төп аңлатмаларын үҙләштереү. Өндәрҙең мәғәнә айырмалыҡ функцияһын аңлау.
109-сы күнегеү
18
19
20
Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр.
3
Нәҙек һәм ҡалын һуҙынҡылар; иренләшкән һәм иренләшмәгән һуҙынҡылыр, һуҙынҡы өндәрҙең үҙгәреше. Тартынҡы өндәр системаһы; яңғырау, һаңғырау һәм сонор (талғын) тартынҡылар.
Дәреслек, таблица, карточкалар
Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәрҙе, нәҙек һәм ҡалын һуҙынҡыларҙы, иренләшкән һәм иренләшмәгән һуҙынҡыларҙы, яңғырау, һаңғырау һәм сонор (талғын) тартынҡыларҙы таныу
114,121,
127-се күнегеү
21
Телм2р 19тере1.
1
Тыу4ан ауылым – алтын бишегем.
Мәҡәлдәр, шиғырҙар
.
22
Өн һәм хәреф. Алфавит.
1
Өндәрҙең яҙыуҙа хәрефтәр менән белдерелеүе. Алфавит. Орфоэпия һәм орфография тураһында төшөнсә. Ике өндө белдереүсе һәм айырыуҙы һәм йомшаҡлыҡты белдереүсе билдәләр. Телмәр ағышында өндәрҙең үҙгәреше.
Дәреслек, таблица, карточкалар
Һүҙҙең өн һәм хәреф составын сағыштырыу һәм анализлау. Алфавитты ҡулланыу.Һүҙгә фонетик анализ яһау. Бирелгән билдәләмә буйынса өндәрҙе төркөмләү һәм анализлау. Орфоэпик күҙлектән сығып, үҙ һәм икенсе кеше телмәрен анализлау; үҙ телмәреңде дөрөҫләү.
135-се күнегеү
23
24
Һуҙынҡыларҙың дөрөҫ яҙылышы.
2
О, 0, ы, е 0н-х2рефт2рене8 д0р09 я6ылышы.
Е, е, э, я, ю 0н-х2рефт2рене8 д0р09 я6ылышы.
Дәреслек, таблица, карточкалар
Орфография ҡағиҙәләре менән танышыу. Өйрәнелгән орфографик ҡағиҙәләрҙе системаға һала белеү күнекмәһенә эйә булыу.
Төп башҡорт һәм рус теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең баҫымдарын сағыштырыу күнекмәһе булдырыу.
141-се күнегеү
25
Ижек.
1
Асыҡ һәм ябыҡ ижектәр. Ижектәрҙең төрҙәре, һүҙҙәрҙе юлдан юлға күсереү.
Дәреслек, таблица, карточкалар
Һүҙҙәрҙе ижектәргә бүлеү һәм уларҙы юлдан юлға дөрөҫ күсереү.
(Төп башҡорт һүҙҙәрендәге һәм рус теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙәге ижектәрҙе сағыштырыу).
149-сы күнегеү
26
Баҫым.
1
Баҫым үҙенсәлектәре. Асыҡ һәм ябыҡ ижектәр. Баҫымлы һәм баҫымһыҙ ижектәр.
Дәреслек, таблица, карточкалар
Баҫым урынын билдәләү һәм уның һүҙҙәргә ялғау ҡушылғанда үҙгәрешен күҙәтеү, баҫымдың төп ҡағиҙәләрен, әйтелеш нормаларын үҙләштереү.
152- се күнегеү
27
28
Һуҙынҡыларҙың һәм тартынҡыларҙың дөрөҫ әйтелеше.
2
Орфоэпия һәм орфография тураһында төшөнсә. Һөйләү
һәм яҙыу телмәрендә өндәрҙең үҙгәреше.
Дәреслек, таблица, карточкалар
Һуҙынҡыларҙың һәм тартынҡыларҙың дөрөҫ әйтелеш нормаларын, яҙыу ҡағиҙәләрен күҙәтә белеү. Өйрәнелгән орфографик ҡағиҙәләрҙе системаға һала белеү күнекмәһенә эйә булыу.
159,161-
се күнегеү
29
Өндәрҙең оҡшашыуы.
1
Уҡыусыларҙы практик планда сингармония, ассимиляция менән (терминдарҙы әйтмәйенсә) таныштырыу.
Өйрәнелгән орфографик ҡағиҙәләрҙе системаға һала белеү күнекмәһенә эйә булыу.
166-сы күнегеү
30
Изложение.
1
“?от7ар6ы”.
Изложениелар йыйынтығы
31
!телг2нд2р6е 7абатлау.
1
32
Контроль диктант.
1
“Ҡояш”.
Диктанттар йыйынтығы
Лексика.
33
Лексика. Һүҙҙең мәғәнәһе.
1
Тел ҡилеме бүлеге булараҡ лексикология. Телдең берәмеге булараҡ һүҙ. Башҡа тел берәмектәренән һүҙҙең айырмалығы. Һүҙҙең лексик һәм грамматик мәғәнәһе.
Дәреслек, таблица, карточкалар
Лексикологияның төп аңлатмаларын үҙләштереү. Һүҙҙең лексик һәм грамматик мәғәнә айырмалыҡтарын аңлатыу; һүҙҙең лексик мәғәнәһен төрлө ысулдар менән аңлатыу. Аңлатмалы, ике телле, орфография һүҙлектәрен фаәҙаланырға өйрәтеү.
172-се күнегеү
34
35
Һүҙҙең күп һәм күсмә мәғәнәлеге.
2
Бер һәм күп мәғәнәле һүҙҙәр; һүҙҙәрҙең тура һәм күсмә мәғәнәһе.
Дәреслек, таблица, карточкалар
Күп мәғәнәле, тура һәм күсмә мәғәнәле һүҙҙәрҙе айырыу.
176,179-сы күнегеү
36
Синоним, антоним, омоним һүҙҙәр.
1
Омонимдарҙың күп мәғәнәле һүҙҙәрҙән айырмалығы;синонимдарҙың мәғәнәүи һәм стилистик айырмалыҡта -ры; башҡорт теленең синоним һәм антоним һүҙлектәре.
Дәреслек, таблица, карточкалар
Синонимдарҙың мәғәнәүи һәм стилистик айырмалыҡтарын билдәләү. Һүҙҙәрҙе ҡапма-ҡаршы ҡуйыу; антоним һәм омонимдарҙы парҙарҙа табыу.
184,188-се күнегеү
37
Биремле диктант.
1
“Йылыу сыҡҡан ерҙә”.
Диктанттар йыйынтығы
Һүҙяһалыш һәм орфография.
38
39
Тамыр һәм ялғауҙар.
2
Тамыр һәм һүҙҙең нигеҙе (яһалма һүҙ). Ялғауҙарҙың төрҙәре. Һүҙ яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙар.
Дәреслек, таблица, карточкалар
Тамыр һәм һүҙҙең нигеҙе (яһалма һүҙ), төрлө ялғауҙар һүҙ составын тәшкил итеүен аңлау. Ялғауҙар һәм улар:ың дөрөҫ яҙылышын ғәмәлдә дөрөҫ ҡулланыу.
195,198- се күнегеү
40
41
Тамыр һәм яһалма һүҙ. Ялғауҙарҙың дөрөҫ яҙылышы.
2
Һүҙ яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙар. Һүҙьяһалыш юлдары. Телдә һүҙьяһалыш ысулдары.
Дәреслек, таблица, карточкалар
Һүҙяһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙарҙы айыра белеү.
202, 211-се күнегеү
42
Телмәр үҫтереү. Инша.
1
“Минең урмандарым, яландарым”
43
44
Һүҙьяһалыш. Ҡушма һүҙҙәр.
Дөрөҫ яҙылышы (изложение).
2
Һүҙьяһалыш юлдары. Ҡушма һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы.
Дәреслек, таблица, карточкалар
Ҡушма һәм парлы һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышын үҙләштереү. Төрлө юлдар менән яһалған һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланырға өйрәтеү.
217,220-се күнегеү
45
Контроль диктант.
1
“Халыҡ шағиры”
Диктанттар йыйынтығы
Морфология. Орфография.
46
Һүҙ төркөмдәре.
1
Грамматика бүлеге булараҡ мофология. Һүҙҙең грамматик мәғәнәһе һәм уның лексик мәғәнәһенән айырмалығы. Башҡорт телендә һүҙ төркөмдәре системаһы.
Дәреслек, таблица, карточкалар
Морфологияның төп аңлатмаларын үҙләштереү. Һүҙҙең лексик мәғәнәһенән айырмалы рәүештә грамматик үҙенсәлектәрен аңлау.Үҙ аллы һүҙ төркөмдәрен һәм уның формаларын таныу.
224- се күнегеү
47
Исем.
1
Һүҙ төркөмө булараҡ исем, уның дөйөм категория мәғәнәһе, морфологик билдәләре, синтаксик функциялары.
Дәреслек, таблица, карточкалар
Исемдең дөйөм категория мәғәнәһен, морфологик билдәләрен, синтаксик ролен анализлау.
227- се күнегеү
48
Уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ исемдәр.
1
Уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ исемдәр. Уларҙың дөрөҫ яҙылышы.
Дәреслек, таблица, карточкалар
Уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ исемдәрҙе дөрөҫ әйтеү һәм яҙыу күнекмәләре биреү. Исемдәрҙең һан, килеш, эйәлек һәм хәбәрлек категорияларын таныу.
233- сө күнегеү
49
231-се күнегеү буйынса инша
Ф.Кащеевтың “Бабай” исемле картинаһы.
50
51
52
Исемдәрҙең яһалышы.
3
Исемдәрҙең яһалышы һәм дөрөҫ яҙылышы.
Дәреслек, таблица, карточкалар
Телмәрҙә исемдәрҙе, уларҙың ялғауҙарын дөрөҫ әйтергә һәм яҙырға өйрәтеү. Исемдәрҙең ниндәй һанда, килештә килеүен билдәләү.
252,253,
254- се күнегеүҙәр
53
Контроль диктант.
1
“Засада”
Диктанттар йыйынтығы
54
Ҡылым.
1
Һүҙ төркөмө булараҡ ҡылым, уның морфологик билдәһе, синтаксик функцияһы. Ҡылым һөйкәлештәре.
Дәреслек, таблица, карточкалар
Ҡылымдың мәғәнәһе. Морфологик билдәләре (зат, һан менән үҙгәреүе, өс төрлө заманда, барлыҡта-юҡлыҡта ҡулланылыуы), синтаксик вазифалары.
261- се күнегеү
55
Инша
1
Яҙ килә
56
57
58
Үҙ аллы һәм ярҙамсы ҡылымдар. Тамыр һәм яһалма ҡылымдар.
3
Үҙ аллы ҡылымдарҙың ярҙамсы ҡылым вазифаһында йөрөүе (ташла - эшләп ташла, бир - уҡып бир).
Тамыр һәм яһалма ҡылымдар (бар - барһа, барған, эшлә - эшләй, эшләмәй һ.б.).
Дәреслек, таблица, карточкалар
Үҙ аллы һәм ярҙамсы ҡылымдарҙы айыра белеү.
Төрлө ысул һәм саралар менән ҡылым яһау күнекмәһен үҫтереү.
270, 274- се күнегеү
59
Ҡылымдың затлы формалары. Бойороҡ Һөйкәлеше.
1
Бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдарының мәғәнәһе: һан, зат менән үҙгәреүе.
Дәреслек, таблица, карточкалар
Бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдарының мәғәнәләрен билдәләү; үтенесте, инәлеүҙе, ҡаты бойороуҙы, саҡырыуҙы, өндәшеүҙе телмәрҙә ҡуллана белеү күнекмәһен булдырыу.
281- се күнегеү
60
61
6263
Хәбәр һөйкәлеше.
4
Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдарының мәғәнәһе, уларҙың үткән, хәҙерге, киләсәк замандарҙа килеүе.
Хәбәр һөйкәлеше ҡылымда -рының үткән заман, хәҙерге заман, киләсәк заман, формаларын телмәрҙә ҡуллана белеү күнекмәһе булдырыу.
287, 292, 302, 311 - се күнегеү-
ҙәр
64
Шарт һөйкәлеше
1
Шарт һөйкәлеше ҡылымдарының мәғәнәһе һәм яһалышы Уларҙың зат, һан, юҡлыҡ менән үҙгәреше.
Дәреслек, таблица, карточкалар
Шарт һөйкәлеше ҡылымда -рын телмәрҙә ҡуллана белеү күнекмәһе булдырыу.
317-се күнегеү
65
Теләк һөйкәлеше
1
Теләк һөйкәлеше ҡылымдарының мәғәнәһе, уларҙың яһалышы һәм үҙгәреше.
Теләк һөйкәлеше ҡылымдарының төрлө мәғәнә биҙәген сағылдырған формаларын телмәрҙә ҡулланыу, уларҙың стилистик үҙенсәлектәрен билдәләй белеү һ.б.
324-
се күнегеү
66
Ҡылым темаһын ҡабатлау.
1
Ҡылым, уның мәғәнәһе һәм төп грамматик билдәләре, һөйләмдә ҡылымдың урыны.
Ҡабатларға
67
Контроль диктант
1
“Кемдәр шатлана”.
Диктанттар йыйынтығы
68
69
Бөтә үтелгәндәрҙе ҡабатлау
2
Дәреслек, таблица, карточкалар
70
Йомғаҡлау
1
Дәреслек
27