Тема: Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәре
Класс: 5
Маҡсаттар:1. Һөйләм киҫәктәре буйынсаүтелгәндәрҙе нығытыу, йомғаҡлау;
2. Фекерләү ҡеүәһен үҫтереү;
3. Дуҫлыҡтың ҡәҙерен белергә өйрәтеү.
Дәрес этаптары:
1.Ойоштороу мәле. Психологик момент.
2.Теманы асыҡлау. Таҡтала эш.
Данир менән Ғамил күрше ауылға уҡырға барҙы.
Данир, күрше ауылға, менән, барҙы, Ғамил, уҡырға.
-Уҡыусылар, һөйләм тип әйтеп буламы?Ни өсөн? Һөйләм итер өсөн ни эшләр кәрәк? Һөйләмде төҙәтеү. Шулай итеп, уҡыусылар, һөйләм нимәләрҙән тора?
Шулай итеп, бөгөн беҙ дәрестә һөйләм киҫәктәре темаһын нығытабыҙ һәм йомғаҡлайбыҙ. Был һөйләм һеҙгә танышмы, ниндәй әҫәрҙән алынған?
3.”Үҙеңде баһала” карточкаларын таратыу, аңлатыу.
4. “Беләм-белдем-белгем килә” карточкаларын таратыу. Тултыра башлау, йәғни “Беләм” һәм “Белергә теләйем” графалары тултырыла. Дәрескә маҡсат ҡуйыу.
5.Карточка буйынса эш. Һөйләм киҫәктәренең һорауҙарын дөрөҫлә.Эштәрҙе алмашып тикшереү, баһалау.
- Ниндәй?Кемдең? Нимәнең?
Кем? Нимә?
Ни эшләй?
Ҡасан? Ҡайҙа? Нисек? Ни өсөн?
Кемгә? Нимәгә? Кемде? Нимәне? Кемдә? Нимәлә?
Кемдән? Нимәнән?
6.Рәттәр буйынса эш. Төшөп ҡалған һүҙҙәрҙе ҡуйып һөйләмдәрҙе яҙырға. Тикшереү, баһалау.
1) Аныҡлаусылар
(Данирҙың) теләге ҡабул булды: имтихандарҙы уңышлы тапшырҙы. Дуҫлыҡ һәйкәлен (бейек) Сусаҡ тауына ҡуйырға булдылар. Ғамил бик (насар) эш ҡыла.
2)Тултырыусылар
Атаһы менән әсәһе (Данирға) Ғамилдың бөтә фажиғәһен һөйләп бирҙе. Шулай итеп, малайҙар дуҫлыҡ (һәйкәлен) ҡуйырға булдылар.Һин ҡайтҡас та ошо (хатты) атайымдарға бирерһең.
3)Хәлдәр
Күңелеңә (ауыр) булмаһын, ҡайтҡас үҙең ишетерһең. Данир менән Ғамил артабан уҡырға (Өфөгә) барып ҡарамаҡсы була. Беҙ (магазиндан) уҡ һине күҙәтеп килдек.
Таҡтала ике уҡыусы синтаксик анализ эшләй.Тикшереү, баһалау.
- Күбеһе район үҙәгендәге мәктәп-интернатҡа инә.
- Малайҙар велосипедтарында тау түбәненә ҡарай елдереп төшөп китте.
7. Ял минуты.
8. Схемалар буйынса һөйләмдәр төҙөү.
1) (_____ ======.)
2) ( _________ =======.)
3) ( ========. )
9. Өйгә эште тикшереү: дуҫлыҡ тураһында мәҡәлдәр әйтешеү. Баһалау.
10. Әҫәр буйынса бер нисә һорау. Дуҫлыҡ буйынса әңгәмә.
11. Өйгә эш: һайлап эшләргә
1)дуҫтарың тураһында мини-инша. 2 һөйләмгә синтаксик анализ
2) 63-сө күнегеү.
3) “Ағас һәйкәл” әҫәре буйынса 5 һорау төҙөргә.
12. Рефлексия. Карточкалар буйынса.
13.Баһалау. Карточкалар буйынса.