Тексты контрольных тестов по башкирскому языку для 4-8 классов

Автор публикации:

Дата публикации:

Краткое описание: ...


Тексты контрольных тестов

по башкирскому языку для 4-8 классов


IV класс уҡыусылары өсөн

башҡорт (дәүләт) теленән контроль тест һорауҙары


Мәктәп: _________________________-

Класс: ____________________________________

Уҡыусы (Ф.И.): _______________________________________________________________

Прочитай текст и выполни задание.

Хан менән Алдар

Бер хан атҡа атланып,ҡайҙалыр китеп барғанда Алдарға тап була. Хан, атын туҡтатып:

- Эй, Алдар, һине хәйләгә бик оҫта кеше, тиҙәр. Улай үтә аҡыллы баш булһаң, бына мине атымдан төшөр! – ти.

Алдар:

- Атыңдан төшөрөүен төшөрә алмам, бына ерҙә булһаң, эйәреңә мендереп ултырта алыр инем, -ти.

Хан:

- Љарап ҡарайыҡ, - тип, эйәренән төшә лә, - йә, кире мендереп ултырт инде! – ти.

- Сабыр ит, ханым, төшөр тинең, төшөрҙөм. Ваҡыты еткәс, мендерермен дә! – ти.

Шунан хан үҙенең алданғанын аңлап, ҡыҙарынып – бүртенеп эйәренә менеп ултыра һала. Шул саҡ Алдар:

- Бына хәҙер атыңа атландырҙым да инде! – ти.

Көлкөгә ҡалған хан, асыуынан атын һуҡтыра – һуҡтыра, сабып китә.

хәйлә – хитрость


В каждом задании (1-5) обведи букву (a, б или в), соответствующую выбранному тобой варианту ответа. Занеси ответы в таблицу.

1. Хан нимәлә китеп барған була?

a) йәйәү

б) атта

в) машинала

2. Хан кемгә тап була?

a) Аждаһаға

б) айыуға

в) Алдарға

3. Хан Алдарға нимә тип мөрәжәғәт итә?

a) атҡа мендерергә

б) аттан төшөрөргә

в) атты ашатырға

4. Хан аттан нисек төшә?

a) Алдар ханды күтәреп төшөрә

б) хан йығылып төшә

в) хан үҙе төшә

5. Тимәк, Алдар ханды нимә эшләтә?

a) алдай

б) туҡмай

в) ҙурлай

1

2

3

4

5







V класс уҡыусылары өсөн

башҡорт (дәүләт) теленән тест һорауҙары


Мәктәп: _________________________________________-

Класс: ___________________________________

Уҡыусы (Ф.И.): _______________________________________________________


  1. Ҡайһы рәттә исемдәргә дөрөҫ ялғау ҡушылған?

а)уҡытыусе, баҡсасы, тәрбиәсы, итексе;

б) уҡыусы, балыҡсы, төҙөүсе, игенсе;

в) гармунсы, эшсы, ташсе, йырсы.

  1. Ҡаршы мәғәнәле һүҙҙәрҙе (антонимдарҙы) табығыҙ:

а) матур-сибәр; б) баҫма-баҫма;

в) һыуыҡ-йылы; г) батыр-ҡыйыу.

  1. Яңғыҙлыҡ исемдәр генә булған яуапты билдәләгеҙ:

а) Ағиҙел, малай, Туймазы, мәктәп;

б) Булат, “Аҡбуҙат”, Өфө, Ҡариҙел;

в) өләсәй, олатай, әсәй, атай;

г) Губкин, парк, Салауат Юлаев, монумент.

  1. Ҡайһы һөйләмдә ҡылым хәҙерге заманда тора:

а) Мин дүртенсе класта уҡыным.

б) Мин дүртенсе класта уҡығанмын.

в) Мин дүртенсе класта уҡыясаҡмын.

г) Мин дүртенсе класта уҡыйым.

  1. Был шиғыр юлдарында ниндәй һүҙ етмәй?

Йөҙәр йыл буйы йылғалар

.... бөтмәйҙәр ағып?

..... ҡоштар күтәрелә

Һауаға ҡанат ҡағып?

а) ниңә; б) ҡасан;

в) бөгөн; г) иртән.

  1. Һөйләмде дауам итегеҙ: Хобби – ул....

а) уйын; б) яратҡан шөғөл;

в) мәктәптә уҡытылған предмет; г) компьютер уйыны.

  1. Оаимзртн

Бында ниндәй һүҙ аҙашҡан?

а) Мортаза; б) Моратов;

в) Муртазин; г) Мортазин.

  1. Йәй миҙгелен сағылдырған һүҙбәйләнештәрҙе табығыҙ:

а) сана шыуам, ҡар яуа, Ҡыш бабай килә;

б) иң оҙон каникул, еләк бешә, ҡояш ҡыҙҙыра;

в) ҡар ирей, ағастар япраҡ яра, ҡоштар ҡайта;

г) япраҡтар ҡойола, уҡыуҙар башлана, картуф йыям.

  1. Башҡортостан флагында нисә төҫ бар?

а) биш; б) дүрт;

в) ике; г) өс.


  1. .геҙ, к.к, кәк.к, к.ркә, т.тәл

Бирелгән һүҙҙәрҙә ниндәй хәреф төшөп ҡалған?

а) ү; б) о;

в) ө; г) ә.

VI класс уҡыусылары өсөн

башҡорт (дәүләт) теленән контроль тест һорауҙары


Мәктәп: _________________________-

Класс: ____________________________________

Уҡыусы (Ф.И.): _______________________________________________________________


Прочитай текст и выполни задание

Ымыҡ - ғәжәп матур йылға. Уны шул һылыулығы өсөн тирә-яҡта «Иркә йылға» тип йөрөтәләр. Уң яғындағы теҙмә тауҙар өҫтөндә теҙелеп үҫкән аҡ ҡайындар уның ярына уҡ барып етеп, үҙҙәренең йәшелгә төрөнгән ялбыр ботаҡтарын, яһалма суҡтар һымаҡ, уның өҫтөнә һалындырғандар. Бер ҡарағанда, улар биҙәкле суҡтар кеүек, ә бер ҡарағанда, ҙур елбәҙәк кеүек күренә. Әйтерһең дә, йомшаҡ күңелле әсә, себен килтермәҫ өсөн, әкрен генә мышнап йоҡлаған һөйөклө балаһы өҫтөндә елбәҙәк тотоп тора.

Ә аҡ ҡайындар ботағына баҫып, сәңгелдәктәге бала һымаҡ, талғын ғына тирбәлә торған һандуғастар, уның ишетелер-ишетелмәҫ кенә шылтыраған һыу тауыштарына ҡушылып һайрайҙар, һоҡланып туймаҫлыҡ матур тәбиғәт музыкаһы төҙөйҙәр.


В каждом задании (1-5) обведи букву (a, б или в), соответствующую выбранному тобой варианту ответа. Занеси ответы в таблицу.


  1. ............... - ғәжәп матур йылға.

а) Омоҡ б) Ымыҡ в) Ымык

  1. Уны шул һылыулығы өсөн тирә-яҡта «…………. йылға» тип йөрөтәләр.

а) иркә б) тыныс в) оҙон

  1. Уң яғындағы теҙмә тауҙар өҫтөндә теҙелеп үҫкән аҡ …………….. уның ярына уҡ барып етеп, үҙҙәренең йәшелгә төрөнгән ялбыр ботаҡтарын, яһалма суҡтар һымаҡ, уның өҫтөнә һалындырғандар.

а) шыршылар б) ағастар в) ҡайындар

  1. Єйтерһең дә, йомшаҡ күңелле әсә, себен килтермәҫ өсөн, әкрен генә мышнап йоҡлаған һөйөклө …………….. өҫтөндә елбәҙәк тотоп тора.

а) балаһы б) эте в) бесәйе

  1. Є аҡ ҡайындар ботағына баҫып, сәңгелдәктәге бала һымаҡ, талғын ғына тирбәлә торған …………………….., уның ишетелер-ишетелмәҫ кенә шылтыраған һыу тауыштарына ҡушылып һайрайҙар, һоҡланып туймаҫлыҡ матур тәбиғәт музыкаһы төҙөйҙәр.

а) ҡарғалар б) һандуғастар в) һайыҫҡандар



1

2

3

4

5








VII класс уҡыусылары өсөн

башҡорт (дәүләт) теленән контроль тест һорауҙары


Мәктәп: ________________________________---------

Класс: ___________________________________

Уҡыусы (Ф.И.): __________________________________________________


1.Ҡайһы һөйләмдең аҙағына һорау билдәһе ҡуйыла?

а) Минең исемем Альберт

б) Уҡыусылар, тырышып уҡығыҙ

в) Китапта 124 бит

г) Һиңә нисә йәш

2 ._________ ҡат уйла, _________ ҡат киҫ. Мәҡәлдә ниндәй һандар етмәй?

а) 2,3; б) 3,7;

в) 1,5; г) 7, 1.


3.Өс йөҙ алтмыш биш.

Тәржемәһе дөрөҫ булған яуапты табығыҙ.

а) 365; б) 35;

в) 362; г) 2060.


4.Шиғырҙа кем тураһында һүҙ бара?

Йөҙ йыл элек тау донъяһын

Наҙан башҡорт таң ҡалдырған,

Иптәштәре менән бергә

Ғилем йортон ул һалдырған.

а) Мостай Кәрим; б) Муса Мортазин;

в) Исмәғил Тасимов; г) Ҡасим Дәүләткилдеев.

5.“Бына арҡан ишәм дә күлде һауаға аҫып ҡуям.”- был һүҙҙәр ниндәй әкиәттән?

а) Ҡурай тарихы. б) Ниңә айыу ҡыш буйы өңөнән сыҡмай?

в) Әбйәлил. г) Төлкө менән торна.

6.Өндәш һүҙ эргәһендә тыныш билдәләре дөрөҫ ҡуйылған һөйләмде табығыҙ:

а) Ҡайҙа юл, тоттоң әле Әхмәт?

б) Һау, бул йәндәй күргән өләсәйем.

в) Егеттәр әйҙәгеҙ булмаһа һыу, инеп алайыҡ.

г) Йә, Әхмәҙи ағай, иҙәнеңде тигеҙләп алайыҡ.

7.Антоним һүҙҙәр бирелгән юлды күрһәтегеҙ:

а) Тимер-томор, ҡыйыш-мыйыш, әрәм-шәрәм

б) Батыр, ҡыйыу, ҡуш йөрәкле, ҡаһарман

в) Актив – пассив, импорт – экспорт

г) Мөғәллим – уҡытыусы, мөҡәддәс – изге.

8.Иң яҡшы, иң матур сифаттарының дәрәжәһен билдәләгеҙ:

а) Төп дәрәжә

б) Сағыштырыу дәрәжәһе

в) Артыҡлыҡ дәрәжәһе

г) Аҙһытыу дәрәжәһе.

9.Башҡорт халыҡ эпостарының иң ҙурын һәм күренеклеһен билдәләгеҙ:

а) «Аҡбуҙат»

б) «Иҙеүкәй менән Мораҙым»

в) «Алпамыша»

г) «Урал батыр».

10.Кешене хеҙмәт тәрбиәләй, сыныҡтыра, рухи яҡтан байыта. Был һөйләмдә өтөрҙәрҙең ни өсөн ҡуйылғанын аңлатығыҙ:

а) Тиң киҫәктәр араһында ҡуйылған

б) Өндәш һүҙ эргәһендә ҡуйылған

в) Инеш һүҙбәйләнеш эргәһендә ҡуйылған

г) Ябай һөйләмдәр араһында ҡуйылған


VIIIкласс уҡыусылары өсөн

башҡорт (дәүләт) теленән контроль тест һорауҙары


Мәктәп: _________________________-

Класс: ____________________________________

Уҡыусы (Ф.И.): _______________________________________________________________

  1. Уйнап һөйләһәң дә, … . Мәҡәлдең икенсе өлөшөн табығыҙ:

а) үҙ аҡылың менән эш ит

б) уйлап һөйлә

в) хөрмәте юҡ

г) ҡәҙере бар.

  1. Нәҙек һуҙынҡы өндән башланған һүҙҙе күрһәтегеҙ:

а) Утын

б) Олатай

в) Үгеҙ

г) Асҡыс.

  1. Әсәйем – уҡытыусы, атайым – инженер. Был һөйләмдә һыҙыҡтың ҡуйылышы ҡайһы яуап менән аңлатыла?

а) дөйөмләштереүсе һүҙ алдында ҡуйылған

б) баш һөйләм менән эйәрсән һөйләм араһында ҡуйылған

в) эйә лә, хәбәр ҙә бер үк һүҙ төркөмөнән килгән

г) теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдәр араһында ҡуйылған.

  1. Бирелгән һүҙҙәр араһынан яңғыҙлыҡ исемде күрһәтегеҙ:

а) Өфө

б) Бысаҡ

в) Ағас

г) Айыу.

  1. Бәхетле булығыҙ, ҡәҙерле балалар! Был һөйләмдә өтөрҙәрҙең ни өсөн ҡуйылғанын аңлатығыҙ:

а) Өҫтәлмәлекте айырыу өсөн ҡуйылған

б) Өндәш һүҙ эргәһендә ҡуйылған

в) Ябай һөйләмдәр араһында ҡуйылған

г) Инеш һүҙбәйләнеш эргәһендә ҡуйылған.

  1. Матур, сибәр, гүзәл, һылыу, зифа һүҙҙәрен мәғәнәләре буйынса нисек атап була?

а) фразеологизмдар

б) антонимдар

в) синонимдар.

г) омонимдар.

  1. Предметтың иҫәбен белдергән һүҙҙәр ниндәй һүҙ төркөмө тип атала?

а) Сифат

б) Һан

в) Исем

г) Ҡылым.

8.Нәҙек һуҙынҡы өндән башланған һүҙҙе күрһәтегеҙ:

а) Утын

б) Олатай

в) Үгеҙ

г) Асҡыс

9.Башҡортостан флагында нисә төҫ бар?

а) биш; б) дүрт;

в) ике; г) өс.

10. Ҡыш миҙгелен сағылдырған һүҙбәйләнештәрҙе табығыҙ:

а) сана шыуам, ҡар яуа, Ҡыш бабай килә;

б) иң оҙон каникул, еләк бешә, ҡояш ҡыҙҙыра;

в) ҡар ирей, ағастар япраҡ яра, ҡоштар ҡайта;

г) япраҡтар ҡойола, уҡыуҙар башлана, картуф йыям.