Башҡортостан Республикаһы
Муниципаль район Бүздәк районының муниципаль дөйөм
белем биреү бюджет учреждениеһы Бүздәк ауылының
2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе
[pic]
Тема:Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов – Шакирйән Мөхәмәтйәнов һәм Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин
Бөйөк Ватан һуғышында.
(кластан тыш сара)
Төҙөнө:башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ғәбдрәхимова Ә.Б.
Тема: Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов – Шакирйән Мөхәмәтйәнов һәм Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин Бөйөк Ватан һуғышында.
Маҡсат: 1. Александр Матросов – Шакирйән Мөхәмәтйәнов һәм Миңлеғәли Ғөбәйҙуллиндың биографиялары менән яҡындан таныштырыу.
2.Совет һалдаттарының батырлығына һоҡланыу, ғорурлыҡ хисе тәрбиәләргә, һуғыш ветерандарын ихтирам итергә, һуғыш ҡорбандарын һәр ваҡыт иҫтә тоторға, уларҙың героик көрәштәрен яҡшы белергә өйрәтеү.
3. Ватаныбыҙҙы һаҡлауға әҙер булып, тырышып уҡып, күңел биреп эшләп, сәләмәт булып, сынығып үҫергә саҡырыу.
Йыһазландырыу: китаптар күргәҙмәһе, мультимедиа проекторы.
Сара барышы
(Яҙмала Ҡ.Даян һүҙенә, З.Исмәғилев көйөнә яҙылған «Шайморатов генерал» йырын З. Мәхмүтов йырлай)
Уҡытыусы.
- Уҡыусылар, оҙаҡламай ниндәй байрамды билдәләп үтәсәкбеҙ?
- Дөрөҫ, 23 февраль – Ватанды һаҡлаусылар көнө. Беҙҙең илебеҙ кисергән төрлө һуғыштарҙа батырлыҡтар күрһәткән, ғүмерҙәрен биргән һалдаттарыбыҙҙы иҫкә алабыҙ был көндө.
Класс бүлмәһендә ултырған һәр малайҙың бурысы ул һалдат булыу, Тыуған илебеҙ сиктәрен һаҡлау. Шуның өсөн һеҙ тырышып уҡырға, сәләмәт булып үҫергә тейешһегеҙ.
1-се уҡыусы.
Уҡытыусы.
Мин 1941 йылда башланып, 1945 йылда тамамланған һуғыш тураһында әйтәм. Һеҙҙең белеүегеҙсә, илебеҙ халҡы был көндәрҙә ауыр ваҡиғалар кисергән. Бер хәбәрһеҙ Германия иле беҙҙең илебеҙгә һуғыш башлай.
Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында кемдәр батырлыҡ күрһәткән ?
Эйе, Миңлеғәли Шайморатов, Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин, Шакирйән Мөхәмәтйәнов - Александр Матросов һәм башҡа бик күптәр Тыуған илебеҙҙең азатлығы өсөн яу ҡырында батырҙарса һәләк булды.
Бына бөгөн беҙ һеҙҙең менән Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин һәм Шакирйән Мөхәмәтйәнов - Александр Матросов тураһында һөйләшербеҙ. Кемдәр улар, ҡайҙа тыуып үҫкәндәр?
2-се уҡыусы. Миңлеғәли 1923 йылдың 8 мартында Миәкә районы Өршәкбаш-Ҡарамалы ауылында тыуған. Өршәкбаш-Ҡарамалы урта мәктәбендә уҡып йөрөгәндә ул пионер сафына алына. Шул йылдарҙағы уның класс етәксеһе Зоя Ниғмәтулла ҡыҙы Йыһаншина хәтерләүенсә, кластан тыш әҙәби кисәләрҙә, яҙыусыларҙың әҫәрҙәренән өҙөктәр, уҡыусылар үҙҙәре ижад иткән шиғырҙарҙы һәм хикәйәләрҙе уҡып тикшергән ваҡытта Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин айырыуса активлыҡ күрһәткән. Үҙе лә шиғырҙар яҙған. Уның бигерәк тә “ Ауылыма” тигән шиғыры күңелгә яҡын.
3-сө уҡыусы.
[pic]
Һиндә тыуҙым, ауылым, һиндә үҫтем,
Гүзәл тәбиғәттең эсендә.
Төрлө уйын уйнап, йырҙар йырлап
Иртәһен дә һәм дә кисен дә.
Һыҙылып аҡҡан Өршәк буйҙарында
Ҡармаҡ һалдым, балыҡ ауланым.
Ҡыш көнөндә колхоз ҡырҙарында
Аҡбай менән ҡуян баҫтырҙым.
Ҡарап тора инем һыуҙарыңдың
Боролоп-боролоп алға аҡҡанын.
Иртә таңдан тороп һандуғастың
Һайрай-һайрай ҡанат ҡаҡҡанын.
Бара инем йәшел урманыңа
Ҡыҙарып бешкән еләк йыйырға.
Хәтфә йәйгән киң-киң туғайҙарҙа
Бесән йыйып, кәбән ҡойорға.
Онота алмам, ауылым, һағынырмын,
Айырылып һинән киткәндә.
Иҫкә төшөрөп йыр йырлармын
Һинең яҡтан елдәр иҫкәндә.
4-се уҡыусы. «Чапаев» кинофильмын ҡарағас, ауыл малайҙарынан хәрби дружина ойошторған һәм улар менән һуғыш уйыны уйнаған, “һуғышҡа” кәрәкле уйынсыҡ ҡоралдарҙы үҙ ҡулы менән эшләүе иптәштәрен таң ҡалдырған.
Миңлеғәли Тыуған илгә тағы ла яҡшыраҡ хеҙмәт итеү өсөн белемле кадрҙар кәрәклеген яҡшы аңлай. Ул, инженер булып, Ишембай нефтен сығарыуҙа актив ҡатнашырға хыяллана. Ошо изге хыял, ҡайнар теләктәр уны Баҡы нефть прмыслаһына эшкә алып килә. Яңы эшкә бик тиҙ төшөнә, әзербайжан телен бер йыл эсендә өйрәнә, унда уның Рәшит, Ләйлә исемле яҡын дуҫтары була. Ул эштән һуң киске техникумда уҡый. Буш ваҡыттарында бөйөк рус полководецтары Александр Суворов, Михаил Кутузов тураһында китаптар уҡыған, “Ҡорос нисек сыныҡты?”, “Чапаев” уның яратҡан әҫәрҙәре булған, ошо китап геройҙарына оҡшап йәшәргә тырышҡан. Миңлеғәли менән бергә уҡыған иптәше, ул йыр ярата, йыш ҡына йырлай ине, үҙе лә «Ҡарамалы тауҙары» тигән йыр яҙҙы, тип, һөйләй.
5-се уҡыусы. Һуғыш. Ҡәһәрле, дәһшәтле һуғыш 20 миллион ватандаштарыбыҙҙың сәскә кеүек ғүмерен өҙгән, әсәйҙәрҙе, ҡатын-ҡыҙҙарҙы, бала-сағаларҙы етем ҡалдырған, ауыл, ҡалаларҙы көл-күмергә әйләндергән был һуғыштың Бөйөк Еңеү менән тамамланыуына 70 йыл ваҡыт үтһә лә, ул килтергән ауырлыҡтарҙы, ғазаптарҙы оноторға мөмкин түгел.
6-сы уҡыусы. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Ғөбәйҙуллин Баҡылағы хәрби училищеға уҡырға керә. Уны уңышлы тамамлағас, илде һаҡлаусылар сафына баҫа. Украина ерен фашист илбаҫарҙарынан азат итеүҙә батырҙарса көршә. Хәстәрлекле, иғтибарлы, талапсан гвардия лейтенанты Ғөбәйҙуллин пулеметсылар взводы командиры итеп билдәләнә. Ул шатлыҡтарын да, ҡайғыларын да,һуғыш ауырлыҡтарын да һалдаттар менән уртаҡлаша.
1943 йыл аҙаҡтарында дивизия Новошахтинск районына күсерелә. Фашистар Совет Армияһын Днепр аша үткәрмәҫ өсөн ныҡлы оборона ҡора.
Мелитополь азат ителә. Совет ғәскәрҙәре Днепр ярҙарына яҡынлаша. Днепр өсөн барған һуғыштарҙа күрһәткән батырлығы өсөн Миңлеғәли Ватан һуғышы орденына лайыҡ була. Совет һуғышсылары Днепр йылғаһы аша сығалар. Һуғыш дауам итә. Ҡалҡыулыҡта урынлашҡан дошман дзоттары, көслө ут асалар. Нисек булһа ла дошмандың Дудчаны һыҙығындағы оборонаһын ҡыйратырға кәрәк. Был мөһим бурыс М. Ғөбәйҙуллин взводына йөкмәтелә. 1944 йылдың 8 мартында Ғөбәйҙуллин таң менән үҙенең һалдаттарын дошман дзоттарын штурмлауға күтәрә, ләкин дзот яланға ҡурғаш ямғыры һибә һәм бер нисә аҙым атлау менән кешеләрҙе аяҡтан йыға. Ҡаты яраланған гвардия лейтенанты Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин дошман утына нәфрәт менән ҡарап, шыуышып алға бара. Ул үҙен уттан да, үлемдән дә көслөрәк итеп хис итә. Уның йөрәгендә тантаналы батырлыҡ уты ҡабына, мускулдар еңелмәҫ көс менән тула. Үлсәп бөтөрмәҫлек рухи көс һәм изге теләк – үҙенең боевой бурысын тиҙерәк һәм яҡшыраҡ үтәү теләге менән һикереп тора ла күкрәге менән ялҡынлы ут сәскән дошман дзотын ҡаплай. Был көн уның тыуған көнө лә була.
[pic]
7-се уҡыусы. Был үлемһеҙлеккә һикереү була. Ошо батырлығы өсөн М. Ғөбәйҙуллинға СССР Верховный Советы Президиумының 1944 йыл, 3 июнь Указы менән Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
309-сы уҡсылар полкының командиры Н,Н.Пеньков заманында Миңнеғәлиҙең атаһына ошолай тип яҙған.
«Һаумыһығыҙ, хөрмәтле Хәбибулла Ғөбәйдуллович! Һеҙҙең улығыҙ хеҙмәт иткән хәрби часть һеҙгә ысын күңелдән боевой гвардия сәләме ебәрә. Улығыҙ Миңлеғәли өсөн һеҙгә большевиктарса рәхмәт тапшырырға рөхсәт итегеҙ. Һеҙ уны Коммунистар партияһына, совет хөкүмәтенә һәм социалистик Ватаныбыҙға икһеҙ-сикһеҙ бирелгәнлек рухында тәрбиәләй алғанһығыҙ. Һалдаттар үҙҙәренең командирын ярата, һәр ваҡыт уны иғтибар менән тыңлай, ә илбаҫарҙарға ҡаршы һуғыштара батырлыҡ күрһәтә, Тыуған илебеҙҙе азат итеү өсөн бөтә көстәрен бирә ине.
Һеҙ улығыҙҙы юғалттығыҙ, ләкин улығыҙ Миңлеғәли ҡалдырған данға һәм ғорурлыҡҡа эйә булдығыҙ. Беҙҙән боевой гвардия сәләме ҡабул итегеҙ.12780-се ялан почтаһы ғәскәр частарының командиры, хәрәкәт итеүсе армия, гвардия майоры Н.Пеньков. 1944 йыл, 12 июль.»
8-се уҡыусы. Яҡташыбыҙ М.Ғөбәйҙуллиндың Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән тиңдәшһеҙ батырлығы – ҙур ҡаһарманлыҡ һәм героизм өлгөһө. Уның исеме Шакирйән Мөхәмәтйәнов - Александр Матросов исеме менән бер рәттән батырлыҡ, героизм өлгөһө булып йәшәй һәм мәңге йәшәр.
Баш ҡалабыҙ Өфөлә Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов – Шакирйән Мөхәмәтйәнов һәм Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин ҡаһарманлығы хөрмәтенә мөһабәт һәйкәл ҡуйылған. Я. Хамматов “Туған көн ” тигән китап сығарған.
[pic]
Уҡытыусы. Икенсе һөйләйәсәк геройыбыҙ Александр Матросов – Шакирйән Мөхәмәтйәнов. Кем һуң ул А.Матросов? Ҡайҙа үҫкән, уҡыған?
Тарих дауам итә. Тормошта хәл ителмәгән осраҡтар ҙа, көтөлмәгән хәлдәр ҙә күп осрай, балалар. Александр Матросов – Шакирйән Мөхәмәтйәнов үҙенең батырлығын Миңлеғәлигә ҡарағанда бер йыл алдан күрһәткән була. Ул да үҙ күкрәге менән ут сәсеп торған дзотты ҡаплай. Ошо көндәргә тиклем рус малайы булып йөрйгән А. Матросовты- Шакирйән Мөхәмәтйәновты Юныс улы тип иҫбат иттеләр. Бик күп документтар аҡтарғандан һуң, күн кешеләр менә һөйләшкәндән һуң Насиров Рәүеф Хаевич “Һин ҡайҙан, Матросов?”
тигән китап яҙҙы. Яҙыусы үҙе лә Учалы районынан. Ул инде Шакирйән Мөхәмәтйәновты ла Учалы районы Ҡунаҡбай малайы икәнен иҫбатланы.
9-сы уҡыусы. Шакирйән үҙ әсәһенән иртә етем ҡала. Ул йылдар бик ауыр була. Шакирйәндең тыуған йылы 1923 йыл. Ашарға аш, кейергә кейем булмай. Атаһы үгәй әсәй алып ҡайта. Шакирйән бәләкәйҙән үк бик теремек, үҙ аллы булып үҫә. Уның эшләп, туйғансы ашайһы, һәйбәт итеп кейенәһе килә. Шулай уҡ рус телен дә өйрәнергә теләй. Шул уйҙар менән ул тыуған ауылын ҡалдырып сығып китә. Был 1934 йыл була. 1939 йылда уны ауылда күрәләр. Ул һәйбәт кенә кейенгән, рус телендә һөйләшә, үлһәм мине А.Матросов исеме менән эҙләгеҙ, ти атаһына. Ул күп урындарҙа була, юлда тотоп, уны балалар йортона бирәләр. Шунан Александр – Шакирйән 1940 йылда Өфөләге балалар хеҙмәт колонияһына эләгә. Китаптар күп уҡый, дуҫтарын ихтирам итә, колкнияла уны тәрбиәсе ярҙамсыһы итеп ҡуялар. Колонияла тәртип урынлаштыра. Ул плакаттар, стена гәзиттәре сығара. Һуғыш башланғас, фронттан килгән хәбәрҙәр менән танышып бара. 1942 йылдың 3 сентәбрендә уны ла Ҡыҙыл Армия сафына алалар. Башта Краснохолмск хәрби пехота училищеһында уҡый.
1943 йылдың 18 ғинуарында училищеның бик күп курсанттары, шул иҫәптән Александр – Шакирйәнде лә фронтҡа ебәрәләр.Ул И. Сталин исемендәге 91-се Тымыҡ океан доброволец комсомолецтар бригадаһына ( һуңынан – 56-сы гв. уҡсы дивизияһының 254-се гв. уҡсы полкы) ебәрелә. Рота командирының ординарецы була ул.
10-сы уҡыусы. Һалдаттар асыҡ ерҙә оҙон-оҙон землянкалар соҡоп, шунда йәшәйҙәр. Унда ла һыуыҡ, ашарға ла бик аҙ бирелә. Сөнки бер ниндәй ҙә ярҙам килә алмай, тирә-яҡтан немецтар уратып алған булалар. 1943 йылдың 23 февралендә Александрҙың – Шакирйәндең бригадаһына Чернушки ауылын алырға тигән приказ бирелә. Ә уға тиклем был ауыл немецтар ҡулында була. Ауылға яҡын барып булмай, дзоттан ут сәсәләр.
Шул ваҡыт Александр –Шакирйән иптәшенә : “Мине ҡаплағыҙ, ә мин дзотҡа яҡыныраҡ барып, граната ырғытам”,- ти. Шакирйән шыуышып барып етә дзот янына һәм ут сәсеп торған амбразураны үҙ кәүҙәһе менән ҡаплай. Был инде 1943 йылдың 27 феврале була. Ә унан инде беҙҙең һалдаттар “Ур-ра” ҡысҡырып, Чернушки ауылын фашистарҙан азат итәләр. Шулай итеп, Шакирйәндең ғүмере өҙөлә.
Ҙур ҡаһарманлыҡ күрһәткәне өсөн 1943 йылдың 9 июнендә А.Матросовҡа СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
11-се уҡыусы.
Халҡым өсөн.
Ҡош нығыта ҡанаттарын
Осор өсөн,
Зәңгәр күктең киңлектәрен
Ҡосор өсөн.
Бер уйлаһаң, мин үҙем дә
Илдең ҡошо,
Әйтә торған теләгем дә
Минең ошо:
Гөрләп торған йәшлегемдең
Бөтә көсөн
Бирермен мин, туған халҡым,
Һинең өсөн!
(З.Ғәйетбаева)
Уҡытыусы. Бындай тиңһеҙ батырлыҡ өсөн көстө ҡайҙан алғандар һуң Александр-Шакирйән һәм Миңлеғәли? Улар Тыуған илен, халҡын һөйгәндәр. Батырлыҡ күрһәткән урындарында уларға һәйкәл ҡуйылған. Яҡын ҡалалар урамы улар исемен йөрөтә, музейҙар бар. Миңлеғәли Ғөбәйҙуллиндың тыуған ауылы Өршәкбаш – Ҡарамалы урта мәктәбе лә Ғөбәйҙуллин исемен йөрөтә. Шундай уҡ исемле мәктәп Украинала ла бар.
Гитлер фашизмының еңелеүенә 70 йыл тула. Бына шулай айҙар, йылдар, быуаттар үтер. Үҙҙәренең батырлығы менән мәңгелек хөрмәт тойғоһо уятҡан исемдәр быуындан-быуынға ҡабатланыр.
Бөйөк Ватан һуғышы ҡаһармандары алдында ваҡыт көсһөҙ.
Улар мәңге онотолмаҫ. Советтар Союзы Геройҙары Александр Матросов – Шакирйән Мөхәмәтйәновтың, Миңлеғәли Ғөбәйҙуллиндың Ватан өсөн гүзәл йәшлектәре, батыр ғүмерҙәре менән еңеү яулауы совет халҡы күңелендә мәңге һаҡланасаҡ!
[pic]
12-се уҡыусы.
Бик тә кәрәк тыныслыҡ!
Яҙғы таңда, ҡаурый елпеп,
Эй йыр йырлай сыйырсыҡ.
Һайрар өсөн ҡошсоҡҡа ла
Бик тә кәрәк тыныслыҡ!
Һикереп төшөп уйнай бала:
Гүйә алтын тубырсыҡ.
Тубырсыҡтай сабыйға ла
Бик тә кәрәк тыныслыҡ!
Ап-аҡ сәсле яугир атлай,
Йөҙҙәрендә йыйырсыҡ.
Ут-һыу кискән яугирға ла
Бик тә кәрәк тыныслыҡ!
Именлекте һаҡлауҙан да
Мөһимерәк бурыс юҡ,
Һулар һауалай һәр кемгә
Бик тә кәрәк тыныслыҡ!
( А.Игебаев)
Кисә халыҡ йыры “Матур булһын» йыры менән тамамлана.
Һин дә йырла, батыр егет,
Һин дә йырла, матур ҡыҙ,
Матур булһын (3т.) был тормош.
Балҡый беҙҙең ил ҡояшы
Яҡты булып көн һайын.
Яҡты булһын (3т.) көн һайын.
Илебеҙҙең халыҡтары
Тыныс тормош теләйҙәр.
Тыныс булһын (3т.) донъялар.
[pic]