Башҡортостан Республикаһы Күгәрсен районы муниципаль районының Йомағужа 1-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль мәғариф учреждениеһы
Башҡортостан- тыуған төйәгем
[pic]
Күгәрсен районы
Йомағужа 1-се урта мәктәбенең
XI Б класы уҡыусыһы
Хәкимова Юлиә Әхәт ҡыҙының
иншаһы.
Башҡортостан-алтын бишегебеҙ!
Ул бишектә беҙҙең ҡотобоҙ.
И, кешеләр! Ҡиммәт шул бәхеттең
Ҡәҙерен белеп кенә тотоғоҙ!
Башҡортостан - изге Ватан,
Башҡортостан - яҡты Ватан.
М.Кәрим.
Тыуған ерҙең матурлығы сабый саҡтарҙан уҡ күңелгә тамырлана : кемдәрҙең күңелендә сағыу тәбиғәт күренеше булып, кемдәрҙәлер ғәзиз кешеләр булып.
Башҡортостанда тыуып үҫкәндәр ошо ерҙең һылыу Ағиҙеле, ғорур Урал тауҙары, йәйрәп ятҡан далалары менән ғорурлана. Йыш ҡына уны икенсе Швейцария, тиҙәр.Ә мин, киреһенсә, Швейцарияны икенсе Башҡортостан, тиер инем. Һәр кемгә үҙе тыуып үҫкән ере йәндәй ҡәҙерле. Минең өсөн дә мең-мең төрлө дауа үләндәр, күҙ яуын алырлыҡ сағыу сәскәләр, тормош күрке булған ағастарға көс биргән тауҙарым, үҙ ҡуйынында нисәмә төр ҡош-ҡорт, хайуан-йәнлектәр аҫыраған ҡалын урмандарым, һәр тамсыһы көсһөҙгә-көс, сирлегә дауа булған йылғаларым…
Мөғжизәләр иле - Уралтау…Ҡамышлы, томбойоҡло төпһөҙ күлдәрҙә өйкөм-өйкөм йөҙгән аҡсабырҙар, тулҡындар менән ҡыуышып осҡан аҡтүм, һыу өҫтөндә йөҙгән аҡсарлаҡтар, зәңгәр,саф һауала өйөрөлгән Урал бөркөтө үҙе үк мөғжизә түгелме ни?!
Ағиҙел, Яйыҡ,Эйектең, Һаҡмар, Ашҡаҙарҙың йәнлелеген билдәләп,һыу өҫтөндә көмөш тамсылар сәсрәтеп уйнаған суртан, ҡыҙылгүҙ,ҡыҙылғанаттарҙың булыуы-үҙе үк мөғжизәләр түгелме ни?!
Ошондай сихри гүзәллек батшалыҡ иткән илдә тыуып үҫеүемә һоҡланам да, ғорурланам да.
[pic]
Миңә быйыл Нөгөш йылғаһы буйлап өҫкә Үрек йылғаһы ҡушылған еренә тиклем моторлы кәмәлә күтәрелеү бәхете тейҙе.Ошо йылға буйындағы тәбиғәт матурлығын ябай һүҙ менән генә аңлатып булмай.Нөгөш һыуһаҡлағысын үтеп, йылғаның үҙәне буйлап ярты саҡрым үтһәң, бер ун метр бейеклектән “Ҡыҙҙар йәше” тигән йылға төшә, һыуы һыуыҡ, аҙ ғына янында торһаң, тештәр тешкә тейеп дерелдәй башлайһың.Тағы ла, бер биш-алты саҡрым өҫкә күтәрелһәң, ғәйәт бейек ҡаяла Ленин бабайҙың портреты төшөрөлгән ,унда рәссам нисек күтәрелгәндер, әле булһа шуға аптырайым. Бигерәк тә Нөгөш менән Үрек йылғалары ҡушылған тәңгәле ҡыҙыҡ. Ундағы бер ҡая айыуға оҡшап тора.Оло юлдан арыған да йылғаға ҡараған кеүек. Бына ошондай ул бай тәбиғәтле минең Башҡортостаным.
Таллыҡта һандуғас һайрауын, урманда кәкүк саҡырыуын, бал ҡорттары безелдәүен һәм төрлө төҫтәге күбәләктәрҙең сәскәнән- сәскәгә ҡуныуы үҙе ни тора...
Башҡортостанымдың хайуандар донъяһы ла ғәжәп ҡыҙыҡлы. Беҙҙең республикала төрлө-төрлө йәнлектәр: бәләкәй генә сысҡандан алып тайыш табан айыуға һәм алпамыша мышыға тиклем йәшәй.Уларҙың һәр ҡайһыһы үҙенсә матур һәм тәбиғәткә файҙалы.
Башҡортостан ер аҫты ҡаҙылмаларына ла ифрат бай.Унда бөтә Менделеев таблицаһы бар тип әйтергә була. Уның металдары, нефте һәм унан алынған нефть продукттары Рәсәйҙә генә түгел, бөтә сит илдәрҙә баһа ала.
Тарихы ла иҫ киткес ҡатмарлы минең халҡымдың. Йә ул заманды, йә заман уны бөккән.Донъя ҡуласа, бер әйләнә, бер баҫа, тиҙәр. Ваҡытында тап ана шул ҡуласа рәүешендә төҙөлгән Арҡайымы ла булған уның.
Ер, ил, ирек тип, Салауаттар яуға күтәрелгән. Халыҡ баҫҡынсылар,иҙеүселәр менән көрәшкән. Башҡорт автономияһы өсөн янып йөрөгән бөйөк юлбашсыбыҙ-Зәки Вәлиди ҙә булған. Уралтауҙың тыныслығы, беҙҙең хаҡҡа киләсәк өсөн баш һалған яугирҙарыбыҙҙы оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Әлеге көндә баш осонда күгебеҙ аяҙ, тәрән тамырлы Уралыбыҙ бар…
Үҙ илеңдә үҙең солтан булыуҙан да олораҡ, тулыраҡ бәхет бармы икән? Үҙ телеңә үҙең хужа булыу үҙе бәхет түгелме ни?
1990 йылдың 11 октябрендә Башҡортостан дәүләт суверенитеты Декларацияһы ҡабул итте. Егерме ике йыл эсендә беҙҙең республика үҙенең ҡеүәтен тағы ла нығыта төштө. Беҙҙең ҡаҙанған уңыштар илебеҙҙең арҡырыһынан буйына һуҙылған нефть, газ торбаларынан, һалынған юлдарҙан күпкә алғараҡ киткән һәм һуңғы йылдарҙа ҡулланыуға тапшырылған торлаҡ йорттарҙан күпкә бейегерәктәр. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы уҙғарыла, халыҡтың йәшәйешен яҡшыртыу буйынса махсус программалар ҡабул ителә…1999 йылдың 21 февралендә туған телем рус теле менән бер рәттән дәүләт теле статусы яуланы.
Беҙҙең республикабыҙ - күп милләтле республика.Һәр милләт кешеһе үҙ телендә, үҙ халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрендә тәрбиәләнергә хаҡлы, һәр кем үҙенең милләтен ғорурлыҡ менән әйтергә тейеш.
Тыуған ерем! Һиңә бәхетле киләсәк, әлегеләй тыныс һәм аяҙ күк, бөтә яҡтан да һау- сәләмәт булыуыңды теләйем.
Тыныс күгемдә ғорур бөркөт саңҡылдаһын, һәм һәр ваҡыт балаларҙың шат ауаздары яңғыраһын Уралымда. Айлы төндәрҙә егет менән ҡыҙ вәғәҙә бирешһен, ҡапҡа төптәрендә аҡбайҙар өрһөн, һалҡын ҡышта, көҙҙәрҙә өй алдында ҡыҙылтүштәр сырҡылдашһын- илем гөрләһен!