[pic] [pic] [pic]
Ҡырмыҫҡалы районы мәғариф бүлеге Бишауыл – Уңғар урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль мәғариф бюджет учреждениеһы
6-сы класта
башҡорт теленән
“Исем ҡылым”
темаһына дәрес өлгөһө
I категориялы
башҡорт теле һәм әҙәбиәте
уҡытыусыһы Исхаҡова
Рәмилә Филарит ҡыҙы
[pic]
Тема. Исем ҡылым.
(Үҫтереүсе уҡытыу алымдары, компьютер технологияһын ҡулланыу)
(6-сы класс)
Дәрес- сәйәхәт
Маҡсат. Исем ҡылым тураһында төшөнсә биреү; телмәрҙән исем ҡылымдарҙы айырырға өйрәнеү; исем ҡылымдың яһалышы, телмәрҙәге ролен билдәләү; тәбиғәткә - һөйөү, һаҡсыл ҡараш, уҡыусыларҙа дуҫлыҡ, коллективизм тәрбиәләү; уҡыусыларҙың ижади һәләтен һәм телмәрен үҫтереү.
Йыһазландырыу: презентация өсөн слайдтар ; мультимедиа проекторы, компьютер, интерактив таҡта; аудиокассета, магнитофон; Ю.А.Гагарин портреты; тәбиғәтте һаҡлауға арналған фотолар; Ҡылым иле, ракета төшөрөлгән һүрәт.
Дәреслек: Х.А. Толомбаев., Х.В. Солтанбаева. Әсә теле. Дөйөм урта белем биреү учреждениеларының 6-сы синыфы өсөн дәреслек. - Өфө: Китап, 2004.
Дәрес барышы
I.Ойоштороу мәле.
Уҡытыусы:
-Һаумыһығыҙ, уҡыусылар!
Каникулдар нисек үтте?
Ҡышҡы каникулдарҙан һуң, әлбиттә, ял итеп килһәгеҙ ҙә, эште башлап ебәреүе еңел түгел. Шуның өсөн үҙебеҙҙе эшкә әҙерләп алайыҡ. Бер-беребеҙгә ҡарашып, хәйерле көн теләйек, йоҡоларҙы ҡасырып алайыҡ:
“Хәйерле көн!”-тип әйттеләр,
Яуап бирҙем: “Хәйерле көн!”
Күңелгә йылылыҡ керҙе –
Мотлаҡ эштәр уңыр бөгөн.
Бөгөнгө дәрес ябай дәрес түгел, ә дәрес-сәйәхәт. Башҡортостандың халыҡ шағиры Р. Ниғмәти һүҙҙәре менән әйткәндә, беҙ “парта артында көйөнсә донъяны гиҙеп йөрөйәсәкбеҙ”, йәғни, мөғжизәле Ҡылым иленә сәйәхәт итәсәкбеҙ. Ә һеҙ сәйәхәткә әҙерһегеҙме?
Сәйәхәткә нимәгә ултырып барырға икән? Уны белер өсөн бер һорауға яуап бирергә кәрәк: быйылғы 2011 йыл Рәсәйҙә нисек атала? (Космонавтика йылы). Сөнки беренсе тапҡыр космосҡа осҡанға быйыл 50 йыл тула. Беренсе космонавтың исеме кем?(Экранда Ю.А. Гагариндың портреты күрһәтелә.) Космонавтарҙан тағы ла кемдәрҙе беләһегеҙ? Бөгөнгө сәйәхәтте ракетала осабыҙ икән, тип күҙ алдына килтерегеҙ. Юлдарҙа һеҙгә ҡаршылыҡтар осрар, кемдәр был ҡаршылыҡтарҙы үтә, улар Ҡылым иленә барып етәсәк. Ул илдә һеҙгә бөгөнгө көнгә тиклем асылмаған серҙәр йәшерелгән. Беҙҙең маҡсат- ул серҙәрҙе асыу.
[pic]
Уҡыу йылы башынан һеҙ исем, сифат, һан, алмаш кеүек һүҙ төркөмдәре менән таныштығыҙ. Улар араһынан “Исем” темаһын үттегеҙ. Ниндәй һүҙ төркөмө исем тип атала?(Предметтың атамаһын белдереп, кем? нимә? һорауҙарына яуап биргән һүҙ төркөмө исем тип атала.)Исем нимәләр менән үҙгәрә?(һан, килеш, зат:эйәлек заты, хәбәрлек заты).
Шулай уҡ ҡылым тураһында һеҙ бер ни тиклем мәғлүмәт алдығыҙ. Уларҙы ла иҫкә төшөрөп үтәйек.
Ниндәй һүҙ төркөмө ҡылым тип атала? Миҫалдар килтерегеҙ?
Ҡылым нимәләр менән үҙгәрә?(Заман, зат, һан, һөйкәлеш, барлыҡ, юҡлыҡ формаһы бар.)
Ниндәй һөйкәлештәрҙе беләһегеҙ?
II.Яңы тема өҫтөндә эш.
Уҡытыусы:
Әле беҙ ҡылым тураһында үтелгәндәрҙе иҫкә төшөрҙөк( Сәйәхәт картаһынан күрһәтеү). Алда асылмаған серҙәр көтә... Артабан сәйәхәтте дауам итеп, дәреслектәге 203-сө күнегеүҙе ҡарайыҡ. Нимә эшләргә ҡушылған?(Тексты иғтибар менән уҡырға, йөкмәткеһен үҙләштерергә.Башта үҙ аллы уҡыйҙар, шунан текст бер уҡыусы тарафынан уҡыла.)
-Һүҙ нимә тураһында бара?(Тәбиғәтте һаҡлау тураһында).Текстың авторы кем?(Н.Мусин.)
Н.Мусин - Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, уны “Урман йырсыһы” тиҙәр, сөнки уның әҫәрҙәрендә урман, уны һаҡлау кеүек мөһим темалар урын ала. Яҙыусының ижады менән өлкәнерәк кластарҙа танышырһығыҙ.
- Һеҙ уҡыусылар, тәбиғәтте һаҡлау буйынса ниндәй эштәр башҡараһығыҙ?(Уҡытыусы тарафынан әҙерләнгән тәбиғәтте һаҡлауға арналған слайдтар күрһәтелә)
-Ҡалын хәреф менән бирелгән һүҙҙәрҙең мәғәнәләрен аңлатығыҙ: күл (түңәрәк күл, тәрән күл, ҡамышлы күл);
Кейек(кейек йәнлектәр-ҡырағай йәнлектәр, ҡырағай хайуандар)
Ҡош-ҡорт
Хәстәрләй-ҡайғырта;
Техника-ауыл хужалығы техникаһы,төҙөлөш техникаһы, хәрби техника.
- Текстан нимә эшләү? һорауына яуап биргән һүҙҙәрҙе табығыҙ.
-Киҫеү, бысратыу, тотоу, һунар итеү, туплау.
-Тамырын табығыҙ.
Уҡыусы:
Киҫ, бысрат, тот, ит, тупла.
Уҡытыусы:
Ялғауҙарын табығыҙ.
Уҡыусы:
-еү, -ыу, оу, -ү, -у.
Уҡытыусы: Эштең, хәрәкәттең атамаларын белдергән ҡылымдар исем ҡылым тип атала.
Шулай итеп, уҡыусылар, һеҙ әле генә үҙегеҙгә таныш булмаған серҙе астығыҙ. Ул ҡылым төркөмсәһе. Ҡылым иле – ул ҙур ил. Быйылғы йылда ҡылымдың ошоға тиклем таныш булмаған серҙәре менән танышырһығыҙ. Улар Ҡылым күләмдәре, ҡылым йүнәлештәре. Ә бөгөн инде беҙ ҡылым төркөмсәһе тураһында һөйләшербеҙ.Ҡылымдың 4 төркөмсәһе бар: исем ҡылым, уртаҡ ҡылым, сифат ҡылым, хәл ҡылым. Ә хәҙер исем ҡылымдың яһалышы, нимәләр менән үҙгәреүе, ниндәй һөйләм киҫәге булып килеүен күҙәтербеҙ. Барлыҡ эштәрҙе эшләп сыҡҡандан һуң исем ҡылым тураһында һығымта яһарға, ҡағиҙә сығарырға кәрәк. Бының өсөн беҙ төркөмдәргә бүленешеп, һәр төркөм исем ҡылым тураһында схема төҙөп, ҡағиҙә сығара. Кемдең схемаһы уңышлы булыр?
Әле яҙған ҡылымдарҙы ниндәй формала ҡулланылған?(барлыҡ).Юҡлыҡта: киҫмә, бысратма, тотма, итмә, туплама.(Ҡылым булараҡ, эште, хәрәкәтте белдерә, барлыҡ, юҡлыҡ фомаһында ҡулланыла.)
-Ә хәҙер дәфтәрегеҙгә бөгөнгө датаны, теманы яҙығыҙ.
-Дәрес башында исемдәрҙең нимәләр менән үҙгәреүен хәтергә төшөргәйнек. Исем ҡылым булғас, исемдең ниндәй билдәләренә оҡшағанын ҡарап үтәйек.
-Мин һеҙгә ҡылымдар әйтәм, һеҙ шул ҡылымдарҙан исем ҡылым яһағыҙ:һайла, һора, йөрө, ҙурла.
Уҡыусы:Һайлау, һорау, йөрөү, ҙурлау.
Уҡытыусы: Һүҙҙәрҙе күплеккә ҡуйығыҙ.
-Һайлауҙар, һорауҙар, йөрөүҙәр, ҙурлауҙар (күплектә).
Уҡытыусы:
Килеш менән үҙгәртеп ҡарайыҡ.
Төп к.һайлау, һайлауҙар
Эй.к. һайлауҙың, һайлауҙарҙың
Төб.к. һайлауға, һайлауҙарға
Төш. к. һайлауҙы, һайлауҙарҙы
Ур.-ваҡ. к. һайлауҙа, һайлауҙарҙа
Сығ.к. һайлауҙан, һайлауҙарҙан
Уҡытыусы:
Зат менән үҙгәртәйек.
Уҡыусы:
Хәбәрлек заты менән үҙгәртеп булмай.
Уҡытыусы:
Эйәлек заты менән үҙгәртеп ҡарайыҡ.
Уҡыусы:
Берлек Күплек
1-се затминең һорауым 1-се зат беҙҙең һорауыбыҙ
2-се зат һинең һорауың 2-се зат һеҙҙең һорауығыҙ
3-сө зат уның һорауы 3-сө зат уларҙың һорауы (һорауҙары)
Уҡытыусы:
Ниндәй һөйләм киҫәге булып киләләр икән. (Уҡыусылар һөйләмдәргә синтаксик анализ эшләйҙәр.)
Уҡытыусыға күп һорауҙар бирелде.(Һорауҙар һүҙе һөйләмдә эйә булып килгән)
Иң ҙур аҡыл - илде ҙурлау.(Р.Мифтахов.) Был һөйләмдә ҙурлау һүҙе хәбәр булып килгән.
Уҡыусылар,киске йөрөүҙәрҙе туҡтатығыҙ! (Тултырыусы.)
- Һығымта яһап, ҡағиҙә сығарырға.
Дәрес барышында класс ике төркөмгә бүленгән ине. Үтәп сығаһы эш тә билдәләнгән ине.( Һәр төркөм исем ҡылым тураһында схема төҙөп, ҡағиҙә сығара.) Кемдең схемаһы уңышлы булыр? Эштәр тикшерелә, баһалана. Уҡытыусының эшләгән схемаһы күрһәтелә, йомғаҡ яһала.
[pic]
III.Ял итеү минуты “Осто, осто”.(Уҡыусыларҙың иғтибарлылығын күҙәтеүгә арналған уйын.)
IV. Үтелгәндәрҙе нығытыу.
204-се күнегеү. Һүҙҙәрҙе ике бағанаға айырып яҙырға.
Иҙеү һылыу
буяу һыу
тышау ҡыйыу
үлсәү бығау
һөйләү таяу(терәк)
бороу уяу(һиҙгер)
былау
ҡаяу
етәү
ҡырау
быу
берәү
бырау
2.211-се күнегеү. Һорауҙарға яуап бирергә.Үҙ аллы эшләйҙәр, ҡәләм менән яуаптарын билдәләйҙәр.
3.205-се күнегеү. Бер уҡыусы таҡтала, ҡалғандары дәфтәрҙә эшләй.
4. Ребустар сисеү. Яуаптары:1.Бер ағас киҫһәң, икене ултырт.
2. Егәрленең ҡулы етәү.
5. 5 юллыҡ шиғыр яҙыу.(Синквейн юлы менән.)
Тәбиғәт, кеше һүҙҙәре менән. (Һәр уҡыусынан яҙған эшен уҡытыу.)
V.Йомғаҡлау.
Уҡытыусы:
Ҡылым - иң ҙур һүҙ төркөмдәренең береһе. Ҡылымдарҙың үҙенсәлектәрен яҡшы белеү һәм урынлы ҡулланыу телмәрҙе байыта, тыңлаусыға тәьҫир көсөн арттыра. Шуға күрә һеҙгә, уҡыусылар, ҡылымдарҙы яҡшы үҙләштерергә, дөрөҫ файҙаланырға кәңәш итәм.
VI.Яуаптарҙы баһалау.
VII. Өйгә эш. “Минең көн режимым” темаһына ҡылымдарҙы табып, уларҙан исем ҡылым яһарға.