Айгөл иле
Өҙөктә совет кешеләренең тыуған ер, кешеләр һәм Ватан алдындағы яуаплылығы алға ҡуйыла. Зөлхәбирә фажиғәһе –ул бөтәбеҙгә лә һабаҡ.
Төп геройыбыҙ Айгөл,алдына төшкән һынауҙы үтеп,үҙен көслө рухлы кеше итеп күрһәтә. Сит илдә көткән байлыҡтан,еңел матур тормоштан баш тарта.Ул үҙ тыуған ерендә яңыса йәшәргә, яңыса эшләргә әҙер кеше..
( Helver Bashkir)Шаршау асылғанда Айгөл тау яғына ҡарап тора.
Ричард тау яғына сығып йүгергәс, Айгөл үҙе генә тороп ҡала.Зәлифә менән Миңлекәй килә. Улар ауылса ябай, ләкин матур кейенгәндәр.
Миңлекәй( һөйләнеп килә). Бынау Ҡара ҡаяға яҡынлаша башлаһам, йөрәгем леп- леп – леп тибергә тотона…
Зәлифә. Бер һүҙҙе күп һөйләйһең, Миңлекәй.
Миңлекәй. Һағынып һөйләргә генә ҡалғас…
( инәләр)
Зәлифә. Һаумы ,ҡыҙым.( Текләп ҡарай.) Төҫөң ҡасҡан, әллә ауырыйһыңмы?
Айгөл. Ауырымайым. Италияға бөтөнләйгә китәбеҙ бит,Зәлифә әхирәт апай.
Миңлекәй. Италияға? Һиңә ни етмәгән буржуй араһында? Бына бер кәмит!
( Зәлифәгә өндәшә) Бынау бөтә тирә- яҡты йәмләп торған аҫыл бер затты йәһәннәмгә үҙ ҡулыбыҙ менән ебәрәбеҙме ни инде?.. Бар әле ,әсәйеңә әйт,бында сыҡһын.
Айгөл.(аптырап иңбаштарын йыйыра.Үҙалдына.) Ниңә шулай үсегәләр икән былар?..
Айгөл өйгә инеп китә.
Зәлифә. Һин үтә елкенеп китеп,эште боҙоп ҡуйма.
Миңлекәй.Беләбеҙ.Тел үҙебеҙҙеке. Кәрәк саҡта ут сәсәбеҙ, кәрәк саҡта боҙ ялайбыҙ.
Зәлифә. Тик ут менән боҙҙо бутап ҡуйма.
Миңлекәй.Шулай ҙа һүҙҙе һин башла. Йә ҡапыл тоҡанып китермен.
Зөлхәбирә өйҙән сыға.
Зөлхәбирә.( ҡаушап).Килеп ҡалай яҡшы иткәнһегеҙ. Һаумыһығыҙ?
Баш эйеп иҫәнләшләр.
Зәлифә. Һаумы, Зөлхәбирә?
Миңлекәй. Иҫәнме?.
Зәлифә. Китәһегеҙ икән… Элекке ете дуҫың араһынан икебеҙ илсе булып килдек. Һине ғәфү итергә тип ебәрҙеләр беҙҙе.
Зөлхәбирә.Рәхим итегеҙ! Моғайын, килерҙәр, тип көткәйнем. Бына рәхмәт һеҙгә! Күңелем тынысланып китәсәкмен.
Миңлекәй.Рәхмәтеңде әйтергә ашыҡма әле, Зөлхәбирә. Һиңә бер шартыбыҙ бар.
Бында ҡалһаң , һине ғәфү итәбеҙ.Ҡалыр ниәтең булһа,әйт. Ҡурҡма, һине береһе лә битәрләмәҫ.
Зөлхәбирә. Һеҙ бит яҡшы беләһегеҙ.. Ҡайтыр юлым юҡ минең.
Миңлекәй. Ҡайтҡанһыңсы.
Зөлхәбирә. Йәнемдең яртыһы тегендә.Унда ике балам ,ирем, йорт- йыһазым, донъям , ун өс йыл унда үткән ғүмерем бар. Ә бында һеҙҙең нәфрәттән башҡа нимә күрҙем? Нимә күрҙем?..
Миңлекәй.Бәй, бында күсегеҙ.Бөтәбеҙгә лә урын етер.Нәфрәт тә бөтөр.
Зөлхәбирә. Шартығыҙға күнә алмайым - был шәфҡәтһеҙлек.Ғәфү итмәһәгеҙ, шул көйө, ләғнәтләнгән көйө китермен.Ел өргән яҡҡа күсеп йөрөргә мин болот түгел. Кеше мин! Үҙем теләгән яғыма барам.
Зәлифә. (ҡәтғи)Айгөлдө һинең менән ебәрмәйәсәкбеҙ.
Зөлхәбирә. Бала минеке.
Зәлифә. Етем өйрәк бәпкәһенә йомортҡа һалған өйрәк инә түгел, ултырып бала сығарған тауыҡ – инә. Айгөлгә ағайың Йәғәфәр хужа, беҙ хужа, бына бынау йорт хужа.
Айгөл сыға
Зөлхәбирә .Әсәне баланан,баланы әсәнән айырырға берәүҙең дә хаҡы юҡ. Юҡ хаҡы! Күрһәтегеҙ миңә шундай закон!
Зәлифә .( күкрәгенә ҡулын ҡуя).Беҙҙең закон бына бында.
Айгөл. Бәхәсләшмәгеҙ! Мин үҙем хәл итәм, әсәйемдән айырылмайым.
Зәлифә (Айгөл эргәһенә килә) Унда барғас, кем булырһың ?
Айгөл .Айгөл булырмын.
Зәлифә. Ә ниндәй Айгөл? Ул тормош кем итер һине- ҡолмо, ҡурсаҡмы? Шуларҙы уйлап йән өҙгөләнә.
Айгөл. Мин һәйбәт булырмын, Зәлифә әхирәт апай.Ант итеп әйтәм - һәйбәт булырмын!Һеҙ асыуланмағыҙ. Татыу ғына айырылышайыҡ. Элеккесә…
Миңлекәй.(Айгөлдө үҙе менән ҡаплай) Беҙ һине ебәрмәйбеҙ,Айгөл! (ҡаты итеп) Һин беҙҙеке. Етебеҙ ҙә юлығыҙға сығып, Зөлхәбирә, машинағыҙ алдына һуҙылып ятырбыҙ, әммә баланы бирмәйбеҙ. Ер менән күк араһында берәү аҫылынып торған да еткән. Үҙ хазинабыҙҙы һаҡлап ҡалырға беҙҙең көсөбөҙ етер! Киттек,Зәлифә!
Ҡапыл боролоп сығып китәләр
Зөлхәбирә. Кеше эшенә, кеше тормошона шулай һөмһөҙ тығылыу – ниндәй тупаҫлыҡ,наҙанлыҡ! Минең өсөн былар бөтөнләй ят хәҙер…Китергә,хәҙер үк китергә кәрәк….Һәр кем үҙенсә хаҡлы…Күпме рәнйеп, йәберләнеп , яфаланып китәм мин тыуған еремдән.
Ике сумаҙан күтәреп Пиккио сыға.
Пиккио. Тимәк,һау бул,Күсәрбай! Әссәләмәғәләйкүм, Милано! Бер хазина урынына ике хазина алып ҡайта Карло Пиккио.(шатланып, бейеп) Ой, Пиккио – ир-егет!
Айгөл үҙ төйөнсөгөн сумаҙандар эргәһенә сығарып ҡуя. Баҫып ҡала.
Зөлхәбирә. Ҡыланма, Карло. Күрәһең бит, бөтәбеҙ ҙә мәйет оҙатҡандағы кеүекбеҙ.
Пиккио. Ярай,ярай…Әммә Айгөл үҙенең сибәрлеге менән бөтә Миланоны хайран ҡалдырасаҡ.Ҙур хазина ул,уның хаҡы миллион, ун миллион, йөҙ миллион!
Айгөл(атылып сыға) Нимә һеҙ, синьор Пиккио, мине Италияға алып барып һатырға уйлайһығыҙмы ни? Ни һөйләй ул,әсәйем?
Зөлхәбирә ,Пиккио ҡапыл аптырап ҡалалар.
Пиккио.Һатыу? Алла һаҡлаһын!Кеше һатырға,хоҙайға шөкөр, Италия ҡырағай ил түгел.Һин шундай матурһың, һинең ҡулыңды һорап, миллионер улдары алдыңа килеп баш эйәсәктәр. Ундан берҙе, йөҙҙән берҙе һайлап аласаҡһың…Шунан һин Миланоға, хатта бөтә Италияға мәшһүр миллионерша буласаҡһың.
Айгөл. Тимәк, йә ҡурсаҡ, (уйланып )йә,ҡол? Йә ҡол, йә ҡурсаҡ?
Зөлхәбирә. Тыңлама һин уны. Шул миллиондар менән һаташҡан ул.
Айгөл.Юҡ, әсәйем,тыңламай булдыра алмайым. Зәлифә әхирәт апайым да шуны әйтте. Мин ҡурҡам! Ҡурҡам мин, әсәй!
Пиккио. Ниндәй сәйер халыҡ был? Бүләк бирә, бүләк алмай, үҙе ярлы, үҙе миллиондан ҡурҡа.
Зөлхәбирә. Карло!
Айгөл .Ялған! Беҙ ярлы түгел! Бына минең генә ни саҡлы мөлкәтем бар! (Төйөнсөгөн сумаҙандар янынан алып ситкә ырғыта.) Әсәй, ниндәй тормош вәғәҙә итәһең һин миңә?
Зөлхәбирә. Яҙғаны булыр.
Айгөл. Юҡ, әсәй, тоҡҡа һалып ҡына алып китергә мин күҙе асылмаған айыу балаһы түгел! Синьор Пиккио асты минең күҙҙәремде. Баһам түбән булһа ла, тамыр йәйгән еремдә ҡалам.
Зөлхәбирә.(өҙгөләнеп) Ярабби! Бер һелтәүҙә бөтә өмөттәремде селпәрәмә килтерәһеңме инде, балам? Ҡыҙым!
Айгөл.Кисер ,әсәйем ! Синьор Пиккио шиктәремде таратты. Рәхмәт уға!
Зөлхәбирә. Күңелем һиҙҙе. Йөрәгемдән ҡанлы төйөр китмәне. Башҡаса өгөтләргә хәлем ҡалманы. Күрәсәгем шулдыр инде. (Сумаҙанға ултырып битен ҡаплай,иламай, Айгөл килеп уны иркәләй)…
Китергә,китергә…Шым ғына , йомғаҡ кеүек йомарланып ҡына китергә кәрәк…
( Ҡысҡырып) Йомғаҡ булһам да, осо барыбер бында ҡала! Ҡыҙым!(Тора, тирә-яҡҡа ҡарай) Башҡаса күрә алмаһам, бәхил булығыҙ. Ғәйепле булһам, мин генә түгел, һуғыш та ғәйепле. Бәхил булығыҙ!
Айгөл әсәһен ҡосаҡлай.Зөлхәбирә менән Пиккио сығалар.
Айгөл. Әсәйем! Мин һине тау башынан ҡарап ҡалам .Унан алыҫ күренә! Хуш, әсәйем! Мәңгегә китер өсөн генә ҡайтҡанһың икән. Мин илайым. Ләкин күҙ йәштәрем аша, офоҡтан- офоҡҡа һуҙылған алтын күпер, салауат куперен күрәм.. Шул күперҙән үтеп бейеккә, юғарыға күтәрелермен. Тик үткәндәрҙән ғәфү үтенер өсөн генә кире әйләнеп ҡайтмаһаҡ ине. Ҡайтмаһаҡ ине!