11 октябрь –Башҡортостан республикаһының тыуған көнө.
Башҡортостан гимны яңғырай.( Карта Башкортостана )
-Ер шарының картаһына
Ҡараһаң яҡшы ғына,-
Башҡортостан шул картала,
Бер япраҡ саҡлы ғына.
Эйе,япраҡ,аҡ ҡайындың
Бер япрағы ни бары
Ә ҡайыны –бөйөк Рәсәй-
Шундай йәшел,юғары. ( М.Кәрим)
-Илем түтәл.Башҡортостан
Шул түтәлдә бер гөл.
Һуҡмай ҡырау,һындырмай ел-
Ул сәскәлә һәр бер миҙгел,
Башҡортостан гүзәл бер гөл.
--“Башҡортостан” Булат Мәхийәнов көйө һәм һүҙҙәре.[4]
- йыр “Тыуған яғым –гөлдәр иле”( Г.Зәйнәшева һүҙ.,С.Шамсина көйө)[1]
(слайд-виды Башкортостана)
-Һәр кешенең тыуған көнө булған кеүек, илдәрҙең дә барлыҡҡа килгән көнө бар. Башҡортостан Республикаһының үҙаллылыҡ яулап алған көнө - 1990 йылдың 11 октябре. Бөйөк Башҡортостан был байрамды тантаналы итеп билдәләй. Урамдарҙа һәм тантана үткән урындарҙа Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт флагтары балҡып тора.
- Байрам бөгөн,байрам бөгөн-
Республикамдың көнө.
Флаг яһаным байрамға,
Миңә шундай күңелле.
Флагымда зәңгәр төҫ бар,
Ә уртаһы – ап-аҡтан,
Йәшел төҫ тә балҡып тора-
Өс төҫтө лә яратам. (слайд-флаг Башкортостана)
21 августа 1918 года первым правительством Башкортостана
-1992 йылдың 25 февралендә раҫланған яңы Флагыбыҙҙа тәүге Башҡорт хөкүмәте тарафынан ҡабул ителгән флагтың төҫтәре ҡабатланған.Тик уларҙың урынлашыуы икенсе төрлөрәк.
-Флагтың авторҙары – Урал Тимербулат улы Мәсәлимов һәм Ольга Евгеньевна Асабина.
В Государственном флаге Республики Башкортостан зеленый цвет означает свободу, вечность жизни; белый - миролюбие, открытость, готовность к взаимному сотрудничеству народов Республики Башкортостан; синий - ясность, добродетель и чистоту их помыслов. Цветок курая - символ дружбы, семь его лепестков, расположенных в центре белой полосы, символизируют семь родов, положивших начало единению народов, проживающих на территории Республики Башкортостан (ст. 5 Закона Республики Башкортостан "О государственной символике Республики Башкортостан").
-.Дәүләт флагында өҫтән аҫҡа күк һәм йәшел төҫтәр бар. Аҡ буйҙың уртаһында алтын төҫөндәге түңәрәккә ҡурай сәскәһе төшөрөлгән. Флаг төҫтәренә ҙур мәғәнә һалынған. Зәңгәр төҫ күк йөҙөн,ғәҙеллекте һәм уйҙарҙың сафлығын аңлата. Ағы татыулыҡты белдерә. Йәшеле ер йөҙөн иҫкә төшөрөп тора. Ул азатлыҡ һәм тормоштоң мәңгелеге билдәһе. Ә ҡурай сәскәһе- дуҫлыҡ,татыулыҡ символы.
-Һәр кемдең бар өйө
Көләс,яҡты, йылы.
Ғаилә усағы ул-
Атай, әсәй нуры.
Өй ул ил эсендә
Ә ил беҙгә - Ватан.
Яҡлай, һаҡлай, бәпләй-
Ғәзиз Башҡортостан.
-Башҡортостан башҡорт өсөн
Баш йорт бит ул.
Шуға башҡорт төйәгенә
Ғашиҡ бит ул.
Башҡортостан башҡорт өсөн
Баш йорт бит ул
Шуға башҡорт төйәгенә
Баш йорт бит ул.
-Йыр”Туган тел” Габдулла Тукай
-Башҡорт,татар ныклы баса
Ватан сагына,
Чөнки Рәсәй үз илебез
Руска- Родина.
Башкорт татар телен белә,
Ә татар башкорт телен.
Тәржемәче кирәк түгел,
Диннәр дә уртак безнең.
Ә.Атнабаев “Игезәкләр”
- йыр “Дуҫтар менән күңелле” Р.Ҡорбанов һүҙ., З.Минһажева көйө[3]
-Татар халыҡ бейеүе.
(слайд- Гимн )
-1993 йылдың 12 октябрендә Башҡортостан Республикаһының Гимны һәм Гербы ҡабул ителде. Гимндың авторы – Фәрит Фәтих улы Иҙрисов.
-Гимн – илдең суверенлығын, уның халыҡтары берҙәмлеген һәм дуҫлығын кәүҙәләндереүсе символ.
-Гимн яңғырай –ул шундай көслө:
Үрә баҫтылар оло һәм кесе.
Гимн яңғырай- ул шундай көслө:
Ватанын уйлай тыңлаған кеше.
Эстән ант бирә һөйөргә илен,
Һөйөргә халҡын һәм туған телен.
Гимн яңғырай – ул шундай көслө:
Тыңлаһам уны, ҙур үҫәм төҫлө.
(Слайд -Герб)
-Башҡортостан Республикаһының үҙаллылығының тағы бер билдәһе - ул Дәүләт гербы. Уның авторы – рәссам Фазлетдин Ислахов.
Государственный герб Республики Башкортостан представляет собой изображение памятника Салавату Юлаеву на фоне восходящего солнца и его лучей, вписанное в круг, обрамленный национальным орнаментом. Ниже изображено соцветие курая, лента, окрашенная в цвета Государственного флага Республики Башкортостан, с надписью по белому полю “Башкортостан”. Автор – Фазлетдин Ислахов
Герб милли биҙәк менән уратып алынған түңәрәк эсендә Салауат Юлаев һәйкәле һүрәтенән тора. Һәйкәлде сығып килгән ҡояш нурҙары балҡыта. Һәйкәлдең аҫтында - ҡурай сәскәһе,флаг төҫтәренә буялған таҫма, уның аҡ төҫлөһөнә “Башҡортостан” тип яҙылған.
-Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының ҡарары менән раҫланған Гербта башҡорт халҡының быуаттар буйына һаҡланған тарихи йолалары сағылдырыла.
-йыр “Башҡортостан- төйәккенәм һин” [5]
-Картаға ҡарап еремде
Бер япраҡ саҡлы тинем
Мин хайранмын киңлегенә
Башҡортостаным илем.
Бер сигең Яйыҡ ярында,
Ыҡ буйында бер сигең.
Бөркөт ҡанатын талдырыр,
Сал туҙарың бар һинең
-Башҡортостан!
Тыуған- үҫкән ерем,
Маҡтаһам да күпме йырымда.
Әйтә алмам кеүек йөрәк һүҙен
Ғәжәп матурлығың турында.
-Үҙең тыуып үҫкән ерҙең
Дәтле йыры һине йәшәртә.
Шул изге ер һине улы,ҡыҙы итеп,
“Йырлап йәшә һин”,-тип моң әйтә
Йыр -“Ҡандра” Б.Мәхиәнов көйө,Л.Исхакова һүҙ.[2]
-Много городов на всей планете,
Ну а сердцу моему милее ты,
Ближе и дороже всех на свете,
Город мой любимый Туймазы.
Люблю я парк,дворец культуры,
Гостиницу и площадь Октября,
Улицы, проспекты, магазины,
Их красота так радует меня.
Люблю твои я дали и просторы,
Усень-реку, кудрявые леса,
Спелые поля, долины,горы,
Зеленые пьенящие луга.
Ты красив собой в любую пору-
В хмурь и непогоду, ясный день,
И когда поземка лезет в гору,
И когда в садах цветет сирень.
Ты красив не только сам собою
Ты красив и в славе трудовой,
Подражая своему герою,
Каждый здесь становится герой.
Буровик,нефтяник и строитель,
Химик,врач,путеец,стеклодел…
Хозяин твой и повелитель
Трудом тебя прославил и воспел ( М.Воробьев,,Туймазы” )
-Башҡортостан - Тыуған илем
Ниндәй йәмле ерҙәрең!
Ҡырҙарыңда шаулай иген,
Баҡсаларҙа – гөлдәрең.
Ағиҙелең алҡын аға,
Урал буйҙарын иңләп.
Сейәле сал тауҙарыңда
Көтөүҙәр йөрөй меңләп.
-Башҡортостан – алтын бишек,
Йырлана күп йырҙарҙа.
Тауҙарында – бай хазина,
Иген шаулай ҡырҙарҙа.
Башҡортостан - тыуған ерем,
Бала саҡ гөрләп үтә.
Тыуған илем – бәхет иле,
Шундай илгә ни етә.
- Башкортостан! Единственное слово
Произнесу, и снова надо мной
То ветерок расплещется медово
То вдруг запахнет лазурной синевой
Народ свое душевное богатство
Через века и в новый век несет
Во имя дружбы и во имя богатство
Другим народом руку подает.
Далекий об ненужных поколений
Немало прошагавших троп и стран
Перед тобой склоняюсь на колени
Земля родная – мой Башкортостан!
-Башҡортостаным! Тыуған илем,туған ерем
Мин донъяға килгән ер.
Көнгә бағып, күҙ –йәш аша
Тәүге тапҡыр көлгән ер.
-Тыуған илем- тупрағыңа
Тәпәйҙәрем баҫҡан ер
Аяҡтарым нығынғас та
Тауҙан тауға ашҡан ер
Тауҙан тауға күтәрелгәс,
Дуҫтарға ҡул һуҙған ер.
- В 1990 году парламент республики принял Декларацию о государственном суверенитете Башкортостана. Ее непреходящее значение состоит в том, что она обращена в будущее, объединяет многонациональный народ и направляет его усилия на созидание. Сегодня Башкортостан уверено идет по пути укрепления суверенитета, дальнейшего развития своей экономики, науки, культуры и национальных традиций.
-Тормош үҙенең тәбиғи закондары менән алға бара. Башҡортостан үҙаллы булыуын, халыҡтарҙың бәхетле, ирекле бай йәшәүен беҙ үҙ аҡылыбыҙ, көсөбөҙ менән генә тәьмин итә алабыҙ. Рухыбыҙ, телебеҙ, һәм милләтебеҙҙе һаҡлар алып ҡалыр өсөн беҙ янмаһаҡ, бүтән бер кем дә янмаҫ. Ер йөҙөндә башҡҡорттоң бөйөк рухы. Көс-ҡеүәте, нәҫел ырыуы мәңге йәшәһен.
Бөтәһе бергә:
Башҡортостан – йырлы ил!
Башҡортостант - нурлы ил!
Башҡортостан - данлы ил!
Башҡортостан-төйәккенәм һин - йыр.
Ҡушымта
1.Тыуған яғым- гөлдәр иле
Г.Зәйнәшева һүҙ.,С.Шамсина көйө.
Тыуған яғым-гөлдәр иле,
Гөлдәр сөмбөлдәр иле.
Гөлгә ҡунып һайрап ҡына
Үҫкән быбылдар иле.
ҡушымта:Гөлдән гөлгә серен һөйләп
Болондарҙы буйланым.
Тыуған яғым гүзәллеген
Мәңге күреп туйманым.
Тыуған яғым гөлдәр иле
Гөлгә тиң таңдар иле.
Ебәк кеүек һуҙылып ҡына
Атҡан ал таңдар иле.
2. Ҡандра
Люция Исхакова һүҙ., Булат Мәхиәнов көйө
1.Йәшел тауҙар итәгенә,
Йылға, күл, үҙәненә
Урынлашҡан да әүерелгән
Матурлыҡ үҙәгенә.
Ҡушымта:Матурҙарҙың,моңлоларҙың
Тыуған ере - Ҡанд(ы)ра
Һандуғас та Ҡанд(ы)раны
Маҡтап телен талдыра.
2.Наҙлы елдәр,төҙ тирәктәр,
Шифалы һауа бында.
Икмәктең дә иң тәмлеһе-
Күпереп бешкәне бында.
3.Бында ҡыш һәм йәй сафлығы,
Яҙ наҙы ,көҙ муллығы.
Бында ерҙең иң талантлы
Ҡыҙҙары һәм улдары.
3.Дуҫтар менән күңелле
Р.Ҡорбанов һүҙ., З.Минһажева көйө
Дуҫтар менән күңелле,
Йәшәүе рәхәт.
Дуҫым булғаның өсөн
Һиңә ҙур рәхмәт.
Ҡушымта:Һин – минең яҡын дуҫым,
Мин – һинең дуҫың.
Яҡшы һәр ваҡыт янда
Булғаны дуҫтың.
Беҙҙең дуҫлыҡ ныҡ булһын,
Мәңгелек булһын!
Көндәребеҙ гел шулай
Шатлыҡта уҙһын! ( Ҡушымта)
4.Башҡортостан
Булат Мәхийәнов һүҙҙәре һәм көйө
Башҡортостан гүзәл илем
Һиндә үтә баласаҡ.
Ҡайҙа ғына йөрөһәм дә
Онотолмай торған яҡ.
Урмандарың һинең матур
Йылғаларың, күлдәрең.
Ер аҫтындағы байлыҡтар
Кисекһеҙ ҙә беҙҙә күп.
Һинең өсөн ғорурланам,
Һинең өсөн шатланам.
Мәңгнгә һин гел матур
Ҡояш кеүек балҡып тор
Ҡушымта:Башҡортостан – тыуған яҡ
Гөлбаҡсаһы булған яҡ.
Салауат батырҙар үҫкән
Иң гүзәле минең яҡ.
5. Башҡортостан – төйәккенәм һин
Башҡортостан - төйәккенәм һин,
Башҡортостан, Башҡортостан
Таң ҡалырлыҡ иңдәреңә күҙ һалһам.
Йыл үҫәһен, көн үҫәһең,
Йыл үтәһен, көн үтәһең
Данлы еркәйем минең
Башҡортостан,Башҡортостан.
Башҡортостан - төйәккенәм һин ,
Башҡортостан, Башҡортостан.
Күңелдәрҙе әсир иткән гөлостан.
Ҙурлап туймаҫ күҙ нурым һин,
Йырлап туймаҫ шат йырым һин,
Тыуған илкәйем минең
Башҡортостан,Башҡортостан.