Башҡорт мәктәптәре өсөн башҡорт теленән 9 класта эш программаһы

Автор публикации:

Дата публикации:

Краткое описание: ...


Башҡортостан республикаһы Белорет районы

муниципаль районы Абҙаҡ ауылының урта

дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет

дөйөм белем биреү учреждениеһы


ҠАРАЛҒАН : КИЛЕШЕЛГӘН : РАҪЛАНҒАН : ММБ ултырышында ҠМБ етәксеһе директор

Шоҡобаева И. Р. ______ Әхмәтшина Л. Х.______ Йомағужина Г. Р. __ Протокол № __ « ____ » ________20___й. « ____ » ________20___й. « ____ » ________20___й.








2016-2017 уҡыу йылына

9 класы өсөн

башҡорт теленән эш программаһы








Төҙөнө: беренсе категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Шоҡобаева Илүзә Рамил ҡыҙы

















2016-2017 уҡыу йылы



Аңлатма яҙыу.

1. “Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм Фән министрлығының. № 1897

бойороғо менән 17.12. 2010 йылда раҫланған” дәүләт белем биреү стандартының Федераль компонентына һәм “Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм Фән министрлығының №1312 бойороғо менән 9.03.2004 йылда раҫланған” Федераль базис белем биреү планына, “Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының №737 бойороғо менән 17.05.2010 й.раҫланған“ региональ базис белем биреү планына ярашлы төҙөлдө

2. Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған уҡытыу башҡорт телендә алып барылған мәктәптәр өсөн төп белем биреү буйынса башҡорт мәктәптәре өсөн башҡорт әҙәбиәте буйынса өлгө программа нигеҙендә төҙөлдө.Төҙөүсеһе: М.Б Юлмөхәмәтов. Өфө, «Китап» , нәшриәте ДУП-ы 2011

3. I-XI кластар өсөн Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа.

4. 2016-2017 уҡыу йылына Абҙаҡ урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhының «Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла

5. Абҙаҡ ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының эш программаһы тураһындағы положениеһы.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы; Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы; «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы; Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы; Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы.

Программа кимәле: базис

Программала ҡуйылған маҡсат һәм бурыстар

1.Туған телгә ҡарата һөйөү, мәҙәниәт күренеше булараҡ, телгә ҡарата аңлы ҡараш тәрбиәләү; туған телдең төп аралашыу, кеше эшмәкәрлегенең төрлө сфераһынан белем алыу ҡоралы булыуын, йәмғиәттә ҡабул ителгән әхлаҡ - этик нормаларҙы үҙләштереү сараһы булыуын аңлау; туған телдең эстетик ҡиммәттәрен үҙләштереү;

2.Көндәлек тормошта һәм уҡыу эшмәкәрлегендә туған телде аралашыу сараһы булараҡ үҙләштереү; үҙ - ара аңлашыу һәм үҙ - ара фекер алышыуға һәләтлелекте үҫтереү; үҙ телмәреңде камиллаштырыу; мөһим төп уҡыу белемен һәм универсаль уҡыу хәрәкәттәрен (эшмәкәрлек маҡсаттарын аныҡ итеп әйтә белеү, уны планлаштырыу, библиографик эҙләнеү үткәреү, төрлө типтағы лингвистик һүҙлектәрҙән, сығанаҡтарҙан, интернеттан тейешле мәғлүмәтте алыу һәм эшкәртеү һ.б.) үҙләштереү;

3.Тел системаһы төҙөлөшөн һәм уның хәрәкәттә булыу законлығын үҙләштереү; стилистик ресурстарҙы һәм төп әҙәби тел нормаларын күҙәтергә өйрәнеү; анализлау, сағыштырыу, классификациялау һәм тел факттарын баһалау һәләттәрен үҫтереү; яҙма һәм һөйләү телмәрен, телмәр эшмәкәрлеге төрҙәрен, аралашыуҙың төрлө ситуацияларында телде ҡулланыу ҡағиҙәләрен, телмәр этикет нормаларын үҙләштереү; актив һәм потенциаль һүҙлек запасын байытыу; телмәрҙә грамматик сараларҙы ҡулланыу күләмен киңәйтеү; алынған белемде, күнекмәне аралашыу процесында, уҡыу эшмәкәрлегендә һәм көндәлек тормошта ҡулланыу һәләтлеген камиллаштырыу.

Уҡыу предметының уҡыу планында урыны.

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Абҙаҡ урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhының «Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла һәм

9-сы класс өсөн эш программаһы 68 сәғәткә бүленгән (аҙнаға сәғәт)

Һылтанма: эш программаһы МБ ултырышында ҡабул ителгән. (Протокол №1 28 август 2016 йыл.

Уҡыу предметын үҙләштереүҙең шәхсән, метапредмет, предмет һөҙөмтәләре.

Туған (башҡорт) теле программаһын үҙләштереүҙең шәхсән һөҙөмтәләре:

1)Башҡорт телен башҡорт халҡының төп милли - мәҙәни ҡиммәттәре булараҡ аңлау,интеллектуаль, ижади һәләттәрен һәм шәхестең мораль - этик сифаттарын үҫтереүҙә туған телдең ролен, уның мәктәптә белем алыу процесындағы әһәмиәтен билдәләү;

2)Башҡорт теленең эстетик ҡиммәтен аңлау; туған телгә ҡарата ихтирам, һөйөү, уның менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү; милли - мәҙәни сағылыш булараҡ, башҡорт теленең таҙалығын һаҡлау тураһында хәстәрлек күреү; үҙ телмәреңде камиллаштырыуға ынтылыу;

3)Аралашыу процесында кәрәкле һүҙлек запасына эйә булыу һәм үҙ фекереңде иркен еткереү өсөн тейешле грамматик сараларҙы үҙләштереү; үҙ телмәреңде күҙәтеү һәм уны баһалау күнекмәһен булдырыу.

Төп дөйөм белем биреү мәктәбенең сығарылыш уҡыусыларының башҡорт теле программаһын үҙләштереүҙә шәхси һөҙөмтәләре булып түбәндәгеләр тора:

1)Башҡорт телен башҡорт халҡының төп милли - мәҙәни ҡиммәттәре булараҡ аңлау, интеллектуаль, ижади һәләттәрен һәм шәхестең мораль - этик сифаттарын үҫтереүҙә туған телдең ролен, уның мәктәптә белем алыу процесындағы әһәмиәтен билдәләү;

2)Башҡорт теленең эстетик ҡиммәтен аңлау; туған телгә ҡарата ихтирам, һөйөү, уның менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү; милли - мәҙәни сағылыш булараҡ, башҡорт теленең таҙалығын һаҡлау тураһында хәстәрлек күреү; үҙ телмәреңде камиллаштырыуға ынтылыу;

3)Аралашыу процесында кәрәкле һүҙлек запасына эйә булыу һәм үҙ фекереңде иркен еткереү өсөн тейешле грамматик сараларҙы үҙләштереү; үҙ телмәреңде күҙәтеү һәм уны баһалау күнекмәһен булдырыу.

Мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн:

-башҡортса текстарҙы етеҙ,аңлы,тасуири уҡыу күнекмәләренә эйә булырға;

-грамоталы яҙыу күнекмәләре алырға;

-.телдән һәм яҙма формаларҙа фекерҙәрен элементар кимәлдә еткерергә;

-үҫеше һәм формалаштырылған әхлаҡи сифаттары менән тормошҡа яраҡлаша белергә тейеш.

Бындай уҡыусыларҙың телмәрҙәрен һәм фекерләү ҡеүәһен коррекциялау уҡыу процесының төп өлөшөн тәшкил итә һәм белем,күнекмәләр биреү,шәхесте тәрбиәләү менән бергә хәл ителә.

Туған (башҡорт) телен үҙләштереүҙең метапредмет һөҙөмтәләре:

1)телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрен үҙләштереү: аудирование һәм уҡыу:

*телдән һәм яҙма бирелгән мәғлүмәтте (коммуникатив йүнәлеш, теке темаһы, төп фекер; төп һәм өҫтәлмә мәғлүмәт) адекват ҡабул итеү;

*төрлөсә уҡыу күнекмәләрен булдырыу (эҙләнеү, ҡарап сығыу, танышыу, өйрәнеү);төрлө стилдәге, жанрҙағы текстарҙы үҙләштереү;

*төрлө стилдәге һәм жанрҙағы тексты ишетеп, адекват ҡабул итеү;аудирование менән эш итеү(һайлап алыу, танышыу);

*төрлө сығанаҡтарҙан мәғлүмәтте һайлап алыу һәләтлелеге (матбуғат саралары, уҡыу өсөн тәғәйенләнгән компакт -дискылар, Интернет ресурстары); төрлө типтағы һүҙлектәр менән иркен ҡулланыу; белешмә өсөн әҙәбиәт, шулай уҡ электрон ҡулланмаларҙан һайлап алыу күнекмәһен булдырыу;

*һайлап алыу алымдары менән эш итә белеү һәм тәғәйен темаға материалды системаға килтереү; уҡыу йә аудирование һөҙөмтәһендә алынған мәғлүмәтте үҙ аллы эҙләй алыу күнекмәләренә эйә булыу; мәғлүмәтте ҡайтанан эшләй алыу, еткерә белеү;

*стилистик үҙенсәлектәрҙе иҫәпкә алып, йөкмәткенән һәм ҡулланылған тел сараларынан сығып, фекерҙе сағыштыра алыу;

һөйләү һәм яҙыу:

*алдағы уҡыу эшмәкәрлегенең ( индивидуаль һәм коллектив) маҡсатын билдәләү һәләтлелеге, эштең эҙмә - эҙлеге, өлгәшелгән һөҙөмтәләрҙе баһалау, уларҙы телдән һәм яҙма формала адекват аныҡ итеп әйтеү;

*тыңлаған йәки уҡылған тексты тәҡдим ителгән кимәлдә( план, һөйләү, конспект, аннотация) һөйләй алыу;

*төрлө телмәр стилендә һәм төрлө жанрҙарҙа аралашыу ситуацияһына ҡарап телдә һәм яҙма текст төҙөй алыу;

*телдән һәм яҙма формала үҙ фекереңде иркен еткерә белеү, текст логик яҡтан эҙмә - эҙлекле төҙөү талаптарын һаҡлау;

*төрлө төрҙәге монологты (хикәйәләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү; төрлө төрҙәге монологтарҙың берләшеүе) һәм диалогты (этикетты үҙ эсенә алған, диалог - һорашыу, диалог - аралашыуға өндәү, диалог - фекер алышыу һ. б.; төрлө төрҙәге диалогтың берләшеүе) үҙләштереү;

*ғәмәлдә төрлө телмәрҙәге аралашыуҙың орфоэпик, лексик, грамматик, хәҙерге башҡорт әҙәби теленең стилистк нормаларын һәм яҙма телдә төп орфографик һәм пунктуацион ҡағиҙәләрҙе һаҡлау;

*телмәр этикет нормаларын һаҡлау, аралаша алыу,телмәр аралашыу процесында ым - ишара, мимиканы урынлы ҡулланыу;

*уҡыу процесында һәм көндәлек аралашыуҙа үҙ телмәреңде контролдә тота алыу; йөкмәткенән, һүҙҙәрҙе урынлы ҡулланыуҙан сығып,үҙ телмәреңде баһалай белеү;грамматик һәм телмәр хаталарын таба, уларҙы төҙәтә алыу; үҙ тексыңды мөхәррирләү һәм камиллаштыра белеү;

*үҙ тиңдәштәрең аудиторияһында ҙур булмаған доклад, реферат менән сығыш яһау; бәхәстә, төрлө аргументтар ҡулланып, көнүҙәк проблемалар буйынса сығыштарҙа ҡатнашыу;

2) алынған белем һәм күнекмәләрҙе көндәлек тормошта ҡуллана белеү; туған телде башҡа төрлө фәндәрҙән белем алыу сығанағы булараҡ файҙаланыу; тел күренештәрен анализлау буйынса алған белем һәм күнекмәләрҙе предмет - ара (сит тел, әҙәбиәт һ. б. дәрестәрҙә) ҡулланыу;

3)аралашыу процесында тирә - яҡтағы кешеләр менән коммуникатив маҡсатлы бәйләнештә, ниндәйҙер эш төрөн бергә эшләү, бәхәстә, күтәрелгән көнүҙәк темаларҙа фекер алышыуҙа ҡатнашыу; формаль һәм формаль булмаған шәхестәр менән мәҙәни аралашыу барышындағы төрлө ситуацияларҙа телмәр этикетының милли - мәҙәни нормаларын үҙләштереү.

Мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн:

уҡыусыларҙың уҡыу техникаһын үҫтереү өҫтөндә эш дауам ителә:уҡыған материалдың йөкмәткеһен аңлау менән бергә дөрөҫ,етеҙ,тасуири уҡырға өйрәнеү ҙә ҡарала.Тәҡдим ителгән художестволы әҫәрҙәр төрлө жанрҙарҙа булыу сәбәпле балаларҙа уҡыу һәм йөкмәткеһен аңлау йәһәтенән ҙур ауырлыҡтар тыуҙырырға мөмкин.Был категорияға ҡараған балалар яҙыусыларҙың биографик белешмәләрен,хатта ҡыҫҡаса ижад юлын да ауырлыҡ менән ҡабул итәләр.Уҡыған әҫәр өҙөктәренән геройҙарын билдәләй алмаған осраҡтар була.Тарихи әҫәрҙәрҙә һүрәтләнгән ваҡиғаларҙы әйтә алмайҙар,текстағы һүҙҙәрҙе,һүҙбәйләнештәрҙе аңламайҙар .Шуға күрә уҡыу дәрестәрендә уҡыу техникаһын үҫтереүҙән тыш төп бурыс итеп билдәле кимәлдә текстарҙың,әҫәр өҙөктәренең йөкмәткеһен үҙләштереү ҡуйыла.Шул нигеҙҙә уҡыусыларҙың телмәре һәм фекерләүе үҫтерелә.

Уҡыусылар ҡуйылған һорауҙарға яуап бирә ,текстан таба белергә тейештәр.

Предмет һөҙөмтәләре:

1)телдең төп фукциялары тураһында, башҡорт теленең башҡорт халҡының милли теле, Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булыуы тураһында, тел һәм халыҡ мәҙәниәтенең бәйләнештәре тураһында, туған телдең кеше һәм йәмғиәт тормошондағы роле тураһында ҡараш булдырыу;

2)гуманитар фәндәр системаһында туған телдең урынын һәм мәғарифтә тулыһынса уның ролен аңлау;

3)туған тел тураһында төп фәнни нигеҙҙе үҙләштереү; уның кимәл һәм берәмектәр бәйләнешен аңлау;

4)тел ғилеменең төп аңлатмалары: лингвистика (тел ғилеме) һәм уның төп бүлектәре; тел һәм телмәр, телмәр аралашыуы, һөйләү һәм яҙма телмәр, монолог,диалог һәм уларҙың төрҙәре; аралашыу ситуациялары. Фәнни, публицистик, рәсми - эшлекле стилдәр, матур әҙәбиәт теле; функциональ - мәғәнәүи телмәр төрҙәре ( хикәйәләү, һүрәтләү, фекер йөрөтөү); текст, текст төрҙәре, телдең төп берәмектәре, уларҙың билдәләре һәм телмәрҙә ҡулланыу үҙенсәлектәрен үҙләштереү;

5)башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһының төп стилистик ресурстарын. Башҡорт әҙәби теленең төп нормаларын, һөйләү этикет нормаларын үҙләштереү;

6)телдең төп берәмектәрен, граматик категорияларын анализлау һәм таныу, тел берәмектәрен аралашыу шарттарына ярашлы ҡулланыу;

7)һүҙгә төрлө анализ яһау төрҙәрен ( фонетик, морфематик, һүҙьяһалыш, лексик, морфологик), һөйләм һәм һүҙбәйләнешкә синтаксик анализ, төп билдә һәм структура күҙлегенән сығып, күп аспектлы анализ яһау;

8)тел - һүрәтләү саралары һәм уларҙы уҡыусы телмәрендә ҡулланыу;

9)туған телдең эстетик функцияһын таныу, матур әҙәбиәт текстарын анализлағанда телмәрҙең эстетик кимәлен баһалау.

Мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн:

-Өн һәм хәреф айырмаһын ,дөрөҫ һүрәтләнешен,өндәрҙең тартынҡы һәм һуҙынҡыларға бүленешен белергә ,фонетик анализ яһау күнекмәһенә эйә булырға тейеш

-Һүҙ төҙөлөшө,мәғәнәһе,яҙылышы,төркөмдәре уҡыусының һүҙлек байлығын үҫтереүгә йүнәлтелә.

Һүҙҙәрҙең ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарағанын айыра белергә,өлгөләргә ҡарап билдәле кимәлдә анализ яһарға өйрәтеү ҡарала.

-Һөйләмдәрҙе өйрәнеүгә етди иғтибар бирергә кәрәк.Был бөтә курс барышында ла өйрәнелеүсе бүлек.Сөнки көндәлек тормошта был бик мөһим сара.Шуға ябай һөйләмдәрҙең төрлө төрҙәренән алып ҡушма һөйләм төрҙәренә тиклем төҙөргә,ҡулланырға өйрәтергә кәрәк

-Бәйләнешле телмәр үҫтереүгә айырым иғтибар биреү мотлаҡ,сөнки психик яҡтан үҫеше артта ҡалған уҡыусыға үҙенең фекерен яҙма рәүештә еткереү бик ауыр бирелә.Шуға күрә фонематик ишетеү һәләтен,дөрөҫ әйтелеш күнекмәләрен,һүҙлек байлығын үҫтереү,һөйләмдәр төҙөү,уй-фекерҙәрен әйттереү өҫтөндә бер туҡтауһыҙ эш алып барырға кәрәк.

-Текстарҙағы һөйләмдәрҙе тәртипкә килтереү, текстарҙы дөрөҫ күсереп яҙыу,кәрәкле хәрефтәр,тыныш билдәләре,төшөп ҡалған һүҙәрҙе өҫтәп ҡуйыу кеүек эштәр иғтибарҙы ғына үҫтермәй,матур,бөхтә,еренә еткереп эшләүгә ынтылыш ла тәрбиәләй.

Уҡытыу предметының курс йөкмәткеһе

9-сы класс

Тел тураһында дөйөм төшөнсә (8 сәғәт)

1.Йәмғиәт тормошонда телдең роле. Тел - үҫә барыусы ижтимағи күренеш. Тел тураһындағы фәндең бүлектәре (фонетика, морфология, синтаксис, лексикология, лексикография, ономастика, диалектология). Башкорт тел белем тарихынан ҡыҫҡаса мәғлүмәттәр (Н. К. Дмитриев, В. В. Катаринский, А. Г Бессонов, М. А. Кулаев, К. 3. Әхмәр, ж. Ғ. Кейекбаев һ.б.)

Телдең төп берәмектәре: өн (фонема), морфема, һүҙ, һүҙбәйләнеш, һөйләм, текст. Уларҙың үҙ-ара бәйләнеше.

Башкорт милли теле. Башкорт әҙәби теле. Башка кәрҙәш төрки телдәр араһында башҡорт теленең урыны.

Әҙәби тел һәм диалект тураһында дейөм төшөнсә. Башкорт теленең диалекттары. Хәҙерге башкорт әҙәби теле һәм уныңуҫеш сығанактары. юлдары.

1.Укыусылар белергә тейеш күнекмәләр

-һүҙгә төрлө яҡпап анализ яһай белеү;

-тел белеме булектәрен атай һәм уларҙың асылын миҫалдар менән аңлата белеү.

Фонетика. Графика. Орфоэпия. Орфография (8 сәғәт)

I.Фонетиканың төп төшөнсәләре Телмәр өндәренең яһалышы. Графика һәм алфавит. Башкорт теленең алфавиты. Башҡорт яҙыуы тарихынан ҡыҫҡаса мәғлүмәттәр.

һуҙынҡы өндәр. Тартынҡы өндәр. Тартынҡы өндәрҙең сиратлашыуы. Сингармонизм. Ассимиляция. Диссимиляция.

һүҙҙең баҫымы. Орфоэпия һәм орфография. Орфографияның принциптары.

Уҡыусылар белергә тейеш күнекмәләр:

-телмәр ағышында өндәрҙең үҙгәреүен айыра һәм аңлата белеү;

-уҡығанда һәм башка йәнле телмәрҙә башкорт теленең дөрөҫ әйтелеш нормаларын күҙәтеү;

-диалогтарҙа башҡа кешеләрҙең телмәрендәге орфоэпик хаталарҙы күҙәтә һәм төркөмләй белеү;

-орфографик һүҙлекте файҙалана белеү;

-һүҙҙәргә фонетик анализ яһағанда тейешле орфограммаларҙы табыу;

-өйрәнгән орфограммалар менән һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙыу. Яҡынса практик эштәр:

-ниндәй ҙә булһа берәй документты (оерәй информация, ҡотлау адресы, закон, указ һ.б.) аудитория алдында уҡырға, йыйылышта сығыш яһарға, радио йәки телевидениенан һөйләргә әҙерләү;

1.Әйтелештә хаталар йыш осраған һүҙҙәрҙән орфоэпик һүҙлек төҙөү;

2.уҡыусылар йыш орфографик хата ебәрә торған һүҙҙәрҙән шәхси орфографик һүҙлек төҙөү;

3.«Орфографик һәм башҡа һүҙлектәрҙән нисек файҙаланырға» тигән темаға белдереү яһарға әҙерләү. 4.Лексика. Фразеология (7 сәғәт)

Лексиканың төп төшөнсәләре Башкорт теленең һүҙлек составы, уның үҫә барыуы һәм байыуы. Хәҙерге осорҙа башкорт теле лексикаһының үҫеү юлдары. Башкорт теле лексикаһының стилистик бүленеше. Төрлө ҡатлам лексик берәмектәрҙең ҡулланыу үҙенсәлектәре.

Башкорт теле фразеологияһының үҫеүе һәм байыуының сығанаҡтары. Телмәрҙә фразеологик берәмектәрҙе ҡулланыу. Аңлатмалы һүҙлек һәм уның төрҙәре.

Уҡыусылар белергә тейеш күнекмәләр:

-башҡорт телендәге һүҙҙәрҙең лексиканың ниндәй ҡатламына ҡарағанын айыра белеү;

-мәғәнәһенә һәм стилистик биҙәгенә ҡарап, хата киткән һүҙҙәрҙе билдәләү һәм уларҙы алмаштыра белеү;

-фразеологизмдарҙың стилистик биҙәктәренә төшөнөү, уларҙы телмәрҙә дөрөҫ һәм урынлы ҡулланыу,

-аңлатмалы һүҙлектәр менән файҙалана белеү;

Яҡынса практик эштәр:

1.Кәсеп-һөнәргә ҡараған һүҙҙәрҙе, шулай ук төрле телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтеп, текст уҡырға әҙерләү;

2.Урынһыҙ ҡабатланған һәм мәғәнәһе менән тап килмәгән һүҙҙәре булған тексты редакторлау, шулай ук орфографик һәм тыныш билдәләре буйынса хаталарын да күрһәтеү;

3.Газета-журналдарҙан төрлө темаларға мәҡәләләр ушрға һәм аңлашылмаған һүҙҙәрҙең мәғәнәләрен аңлатмалы һүҙлек ярҙамында аңлатырға;

4.ижтимағи-сәйәси, иҡтисади һәм әхләҡи терминдарҙы ҡулланыу үҙенсәлектәре, уларҙың килеп сығышы һәм мәғәнәһе тураһында белдереү яһарға әҙерләнеү

Башкорт әҙәби теленең стилдәре (8 сәғәт)

I. Стилистмка тураһында дөйөм төшөнсә. Әҙәби телдең стилдәре. I һөйләү стиле, фәнни, рәсми (эш ҡағыҙҙары), эпистоляр (хаттар), публиц стилдәр, күркәм (художестволы) әҙәбиәт стиле. Лексик һәм грамматик синонимдар. Төрлө стилгә ҡараған текстар һайларға өйрәтеү. Стилистик 5 төҙөк һәм хаталы текстарҙы сағыштырып, стилистик анализ яһау. (Уның өсөн газета, журнапдарҙағы мәҡәләләрҙең,әҙәби әҫәрҙәрҙең стиль үҙенсәлеген билдәләтеү.Башкорт теленән руссаға. руссанан баш ҡортсаға тәржемәләр яһатыу. Башкортса һәм русса һөйлөмдәрҙә һүҙҙәр тәртибен сағыштырыу, үтелгән эштәргә таянып, һығымта яһатыу.

Телмәр төҙөгәндә, стилистьк маҡсатты күҙ уңында тотоп, син һүҙҙәрҙе, морфологик, синтаксик синонимдарҙы дөрөҫ һайларға һәм ҡулланырға өйрәтеү, яҙма эштәр үткәреү). Текстарҙан һүрәтләү сараларын ҡулланырға өйрәтеү.

VIX кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау һәм системаға һалыу (11 сәғәт)

Фонетика, орфоэпия, орфография (4 сәғәт)

Лексика (1 сәғәт) Морфология (4 сәғәт)

Синтаксис һәм пунктуация (2 сәғәт)

Уҡытыусының тел буйынса уҡыу-уҡытыу методик комплекты :

1. Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тәҡдим иткән программа 5 – 11 кластар өсөн.Псәнчин В.Ш. һәм Псәнчин Ю.В. Башҡорт теленән программалар (V – XI кластар өсөн) – Ижевск:КнигоГрад, 2008. – 160с.

2. Диктанттар йыйынтығы.(5-9 кластар өсөн).Х. А. Толомбаев, С. В. Атнағолова.- Өфө

«Китап», 2001.

3.Изложениелар өсөн текстар йыйнтығы: 5-9 класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма. М.Ғ., Ғималова, С.М. Рәхимова.-Өфө, «Китап», 2009.

Электрон белем биреү ресурстары

1.http://bel21school.ucoz.ru/index/obrazovatelnye_resursy/0-90 - МОБУ СОШ №21 г.Белорецк

2.http://oobelor.ru/ - Отдел образования г. Белорецк

3.http://banuastanova.jimdo.com/ - Сайт учителя башкирского языка и литературы ИКБ Астановой Б.З.

4.mfbl.ru – Машинный фонд башкирского языка

5.ikuzeev.ru/museum.html – Музей археологии и этнографии УНЦ РАН

6.ba.wikipedia.org – Башкирская Википедия

7.www.virtualrb.ru – Виртуальные туры по Башкортостану

8.www.360gu.ru – Сферические панорамы

9.www.bashskazki.ru – Башкирские народные сказки

10.www.3dcaves.net – Виртуальный тур по пещере Шульганташ

11. incubator.wikimedia.org – Башкирские пословицы и поговорки

12. www.ashkadarfm.ru – Ашҡаҙар радиоһы

13.uldashfm.ru – Юлдаш радиоһы

14.libmap.bashnl.ru – Литературная карта Башкортостана

15.www.bash-rmbs.ru – Республиканский музей боевой славы

16.soyuzkuraistovrb.ru. – Союз кураистов РБ

Уҡыусылар өсөн уҡыу методик комплекты :

9-сы класс

1.Дәреслек “Башҡорт теле» 8-9-сы класс. В.Ш.Псәнчин, Өфө-2014

2. “Әсә теле. Дидактик материалдар.8-9-сы кластар” , Өфө- 2009

Материаль–техник база

1.Мультимедия компьютеры (техник талаптар; график опера­ция системаһы, компакт-дискыларҙы уҡыу һәм яҙыу осон ҡоролма, видео, интернетҡа сығыу мөмкинлеге, акустик колон­калар,программалар пакеты (текст менән, график һәм презентация);

2.Мультимедиапроектор (уҡыу йортоноң материаль-техник тәьмин итеү исемлегенә инеү мөмкинлеге).

3.Финанс һәм техник шарттарға ҡарап, телекоммуникация саралары (электрон почта, мәктәптең локаль селтәре, интернетҡа сығыу) бөтә уҡыу йортон материаль-техник тәьмин итеү сиктә­рендә булдырылырға тейеш.

4.Сканер.

5.Лазерлы принтер.

6.Күсермә (ксерокс) аппарат (ғәҙәттә уҡыу йортоноң мате­риаль-техник базаһында була).

7.Штатив йәки стенаға әленә торған экран (минималь размеры 1,25x1,25).

8.Телевизор (диагональ буйынса 72 см-ҙан кәм түгел).

Телдән биргән яуаптарҙы баһалау критерийҙары

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау, уҡыусыларҙан яуап алыу, уларҙың башҡорт теле буйынса белемдәрен, белеүҙәрен һәм күнекмәләрен тикшереүҫәпкә алыу, шуның менән бергә алған белемдәргә таянып, тел берәмектәренә,күренештәренә аңлатма бирергә өйрәтеү алымдарының береһе иҫәпләнә.

Уҡыусының яуабын баһалағанда, түбәндәге критерийҙар менән эш ителергә тейеш:

-Яуаптың тулы һәм дөрөҫ булыуы;

-Үтелгәнде аңлы үҙләштереү,аңлау кимәле;

-Яуаптың телмәр төҙөлөшө, әҙәби тел нормаларына ярашлы булыуы.

Уҡыусының телдән биргән яуабы үтелгән материалдың уҡытыусы тәҡдим иткән өлөшөн логикә эҙмә-эҙлекле аңлатманы эсенә алған бәйләнешле телмәр булырға,яуап биреүсе баланың өйрәнелгән ҡағиҙәләргә,билдәләмәләргә таянып эш итә белеүен күрһәтергә тейеш.

Әгәр уҡыусы:

әҡдим ителгән теманы тулы аңлатһа,тел төшөнсәләренә дөрөҫ билдәләмә бирһә;

-үтелгән материалды тулы аңлауын, белемдәрен практик ҡуллана белеүен күрһәтһә;

-материалды эҙмәҙлекле һәм әҙәби тел нормаларына ярашлы аңлатһа, уның яуабы «5» билдәһе менән баһалана.

Әгәр уҡыусы «5» билдәһен ҡуйыу талаптарына ярашлы яуап бирһә, ләкин һирәк яһала торған хаталар ебәреп тә уҡытыусы иҫкәртеүенән һуң уларҙы төҙәтеп барһа,телендә,телмәр төҙөлөшөндә һирәк-һаяҡ яңылышлыҡтар китһә,уның яуабы «4» билдәһе менән баһалана.

Әгәр уҡыусы тәҡдим ителгән темаға ҡараған төп төшөнсәләрҙе аңлауын һәм белеүен күрһәтһәәкин

-материалды тулы аңлата алмаһа, төшөнсәләрҙең һәм ҡағиҙәлҙрҙең билдәләмәһендә хаталар ебәрһә;

- әйткән фекерҙәрен тулы һәм иҫбатлауҙы нигеҙләй белмәһә,үҙ миҫалдарын килтерә алмаһа;

-яуабында эҙмә-эҙлелек һаҡланмаһа,телмәр төҙөлөшөндә хаталар булһа,уның яуабы «3» билдәһе менән баһалана.

Әгәр уҡыусы һоралған материалдың күберәк өлөшөн белмәүен,билдәләмәләрҙе һәм ҡағиҙәләрҙе әйткәндә уларҙың төп фекерен боҙоуға килтерә торған хаталар ебәрһә, материалды икеләнеүҙәр менән системаһыҙ аңлатһа, уның яуабы «2» билдәһе менән баһалана

Грамматик биремдәрҙе баһалағанда түбәндәгеләрҙе иҫәпкә алыу тәҡдим ителә:

«5» билдәһе бөтә эште лә теүәл йә бер хата булғанда,

«4» билдәһе эштең яртыһынан күберәге дөрөҫ эшләнгәндә,

«3» билдәһе яртыһынан әҙерәге дөрөҫ әшләнгәндә,

«2» билдәһе бер эш тә дөрөҫ эшләнмәгәндә ҡуйыла.

Иншаларҙы һәм изложениеларҙы баһалау

Инша һәм изложениелар яҙҙырыу аша уҡыусыларҙың:

-теманы аса белеүе, тел сараларын инша йәки изложениеның темаһына һәм уларҙағы төп фекерҙе аңлатыу бурыстарына ярашлы айлай белеүе,

-яҙғанда,грамматик нормаларға һәм дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләренә таянып эш итеүе тикшерелә. Шуның өсөн иншаға ла,изложениеға ла һәр ваҡыт ике билдә ҡуйыла.Беренсе билдә менән уларҙың йөкмәткеһе һәм телмәр төҙөлөшө, икенсе билдә менән грамоталылыҡ кимәле баһалана.

Баһаларҙың төп критерийҙары

Йөкмәтке һәм телмәр төҙөлөшө

Грамоталылыҡ

Баһалау

1. Яҙма эштең йөкмәткеһе тулыһынса темаға тура килһә,

2. Фактик хата булмаһа,

3. Йөкмәтке эҙмәҙлекле бирелһә (план буйынса йәки планһыҙ),

4. Эш лексик яҡтан бай булыуы менән айырылып торһа,

5. Эш темаға һәм төп фекерҙе аңлатыу маҡсатына ярашлы стилдә яҙылһа, телмәре тасуири булһа,

Иҫкәрмә. Бер генә телмәр хатаһы һәм бер генә йөкмәтке хатаһы булған яҙма эшкә «5» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

Яҙма эштә 1 орфографик, йәки 1 пунктуацион, йәки 1 грамматик хата (тимәк,бөтәһе 1 генә хата) булһа,

«5» билдәһе ҡуйыла

1.Эштең йөкмәткеһе, нигеҙҙә, темаға тура килһә (теманан ситкә китеү бик аҙ булһа),

2.Йөкмәтке, нигеҙҙә, дөрөҫ бирелһә,әммә эштә бик аҙ булһа ла, фактик хаталар осра3а,

3.Төп фекерҙе аңлатыу эҙмәҙлеклегендә тупаҫ булмаған етешһеҙлектәр генә булһа,

ҙма эш, нигеҙҙә,синоним һүҙҙәргә һәм синонимик грамматик формаларға бай булһа,

-Эш бер төрлө стилдә я6ылыуы һәм тасуири булыу менән айырылып торһа,

Иҫкәрмә. Яҙма эштең телмәр хаталары өҫтөндә, йөкмәткеһендәге хаталар икенән дә артмаһа,уға «4» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

Яҙма эштә 2 орфографик һәм 2 пунктуацион хата, йәки 1 орфографик һәм 3 пунктуацион хата булһа, йәки бер орфографик хатаһы ла булмайынса, пунктуацион хаталары 4ән һәм грамматик хаталары 2ән артмаһа,

«4» билдәһе ҡуйыла

1.Яҙма эштә теманы ситкә китеүгә ҡараған етди хаталар булһа,

2.Төп фекер дөрөҫ аңлатылһа, әммә эштә фактик хаталар ебәрелгән булһа,

йырым өлөштәрендә төп фекерҙе аңлатыу эҙмәҙлеклеге боҙолһа,

ҙма эш бер төрлөрәк типтағы синтаксик конструкцияларҙан торһа, һүҙлеге ярлы, һүҙҙәрҙе ҡулланыуға хаталар булһа,

ш тема һәм уны аңлатыу (асыу)талап иткән бер төрлө стилдә яҙылмаһа,

Иҫкәрмә.Яҙма эштәге телмәр хаталары 5-тән, йөкмәткелеге хаталар 4-тән артмаған хәлдә лә, эшкә «3» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

Яҙма эштә 4 орфографик һәм 4 пунктуацион хата,йәки 3 орфографик һәм 5 пунктуацион хата, йәки 7 пунктуацион хата һәм орфографик хатаһыҙ булһа, шулар өҫтөнә 4 грамматик хата ебәрелһә,

«3» билдәһе ҡуйыла

1.Яҙма эш темаға тура килмәһә,

актик хаталар күп булһа,

штең бөтә өлөштәрендә фекер аңлатыу эҙмәҙлеклеге боҙолһа,текст өлөштәре араһында бәйләнеш булмаһа,планға ярашһыҙ булһа,

1.Һүҙлегелеге ғәҙәттән тыш ярлы булһа,эш үҙ-ара бәйләнеше булмаған бер төрлө конструкциялы ҡыҫҡа һөйләмдәрҙән торһа һүҙҙәр ҡулланышында ла хаталар осраһа,

штә стилдең бер төрлөлөгөнә ирешелмәгән булһа,

Иҫкәрмә.Яҙма эштәге телмәр хаталары 7-нән, йөкмәткеһендәге хаталар һаны 6-нан артмаған хәлдә лә, уға «2» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

Орфографик хаталары 7ән,пунктуацион хаталары 7-нән ,грамматик хаталар ҙа 7ән артһа,

«2» билдәһе ҡуйыла



Календарь-тематик план 9 класс

Биремле диктант

Оҙон юл

1

13.09



5

Башҡорт теле башҡа ҡәрҙәш телдәр араһында.

1

15.09



6

Әҙәби тел һәм диалект.

1

20.09



7

Башҡорт теленең диалекттары. Дәрес – семинар.

1

22.09



8

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

1

27.09



9

Үҙ аллы эш.

1

29.09



10

Башҡорт әҙәби теле һәм уның үҫеше

1

4.10



11

Изложение”Аҡйондоҙ”.

1

6.10



12

Хаталар өҫтөндә эш.

1

13.10



13

Күнегеүҙәр эшләү.Ике теллелек.

1

18.10



14

Контроль диктант “Хәтер ҡалыу”.

1

20.10



15

Хаталар өҫтөндә эш. “Уй күрке – тел, тел – күрке - һүҙ” темаһына публицистик инша.

1

25.10



16

Стилистика тураһында төшөнсә.

1

27.10



17

Әҙәби телдең функциональ стилдәре.

1

1.11



18

Йәнле һөйләү стиле.

1

8.11



19

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Үҙ аллы эш.

1

10.11



20

Матур әҙәбиәт стиле..

1

15.11



21

Фәнни стиль.

1

17.11



22

Үтелгәнде ҡабатлау.

1

22.11



23

Публицистик стиль.

1

24.11



24

Үтелгәнде ҡабатлау

1

29.11



25

Рәсми эш ҡағыҙҙары стиле.

1

1.12



26

Үтелгәнде ҡабатлау. Күнегеүҙәр эшләү.

1

6.12



27

Хаттар стиле.

1

8.12



28

Үтелгәнде ҡабатлау. Күнегеүҙәр эшләү..

1

13.12



29

Телмәр үҫтереү “Тормош сәскәһе, ғүмер йәме”.

1

15.12



30

Контроль диктант

Ҡурайсы”.

1

20.12



31

Хаталар өҫтөндә эш. Күнегеүҙәр эшләү.

1

22.12



32

Үтелгәндәр буйынса тест. Зачет.

1

27.12



33

Һүрәтләү саралары: эпитет,сағыштырыу, метафора

1

29.12



34

Практик дәрес. Күнегеүҙәр эшләү.

1

17.01



35

Телмәр үҫтереү. ( Инша яҙырға әҙерлек).

1

19.01



36

Инша “Ҡәҙерле тыуған ер, һине ҡыйырһытырға ирек бирмәбеҙ!”

1

24.01



37

Синонимдар һәм уларҙы телмәрҙә ҡулланыу

1

26.01



38

Грамматик синонимдар

1

31.01



39

Тасуирлауҙа антитезаны файҙаланыу

1

2.02



40

Һүҙҙе һәм уның формаларын телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу.

1

7.02



41

Практик дәрес. Үтелгәнде ҡабатлау.

1

9.02



42

Биремле диктант. Шағир – һүҙ тылсымы эйәһе.

1

14.02



43

Изложение Таң нурҙары”

1

15.02



44

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

1

21.02



45

Үтелгәндәр буйынса тест.

1

28.02



46

Контроль диктант”Ирмәк”.

1

2.03



47

Хаталар өҫтөндә эш.

Эш ҡағыҙҙары яҙыу.

1

7.03



48

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау . Башҡорт теленең өндәре.

1

9.03



49

Графика. Өн һәм хәреф. Алфавит.

1

14.03



50

Үҙемде – үҙем тикшерәм диктанты

1

16.03



51

Башҡорт теленең орфографиһы.

1

21.03



52

Орфоэпия. Башҡорт теленең әйтелеше.

1

23.03



53

Телмәр үҫтереү. Инша ”Кешене эше данлай”.

1

4.04



54

Лексика. Башҡорт теленең һүҙлектәре.

1

6.04



55

Һүҙъяһалыш.

1

11.04



56

Телмәр үҫтереү. Изложение.

А. Йәғәфәрова “Сыңрау торна”

1

13.04



57

Морфология. Үҙ аллы һүҙ төркөмдәре.

1

18.04



58

Ҡылым.

1

20.04



59

Ярҙамсы һүҙ төркөмдәре .

1

24.04



60

Синтаксис. (Һөйләм төрҙәре, һүҙбәйләнеш)

1

27.04



61

Синтаксис һәм пунктуация

( тыныш билдәләренең ҡуйылышы)

1

2.05



62

Ҡушма һөйләм.

1

4.05



63

Контроль диктант. Ер майының тарихы.

1

11.05



64

Хаталар өҫтөндә эш.

1

16.05



65

Функциональ стилдәр” темаһын ҡабатлау.

1

18.05



66

Һүрәтләү саралары” темаһын ҡабатлау

1

23.05



67

Фонетик, морфологик анализдарҙы ҡабатлау.

1

25.05



68

Йомғаҡлау дәресе.

1

30.05





























9 класс уҡыусылары өсөн диктанттар, изложениелар.

Оҙон юл.

Тирә-яҡта ҡалын урман.Октябрь башында уҡ ғәжәп бер төҫкә инә лә оҫта сигелгән келәмгә оҡшап ҡала икән ул.Әлморон менән миләш ҡыуаҡтары, һырға таҡҡан ҡыҙҙар кеүек, ҡыҙыл төймәләргә күмелеп ултыра. Яланғас ағастар һыҙатын, төрлө хәүефтәрҙән һаҡлағандай, көслө имәндәр уратып алған. Уларҙың ҡараһыу-ҡыҙылһыу япраҡтары аҡрын ғына ҡыштырлаша. Артабан инде йәй ҙә йәшел, ҡыш та йәшел шыршылар, күкшел ҡарағайҙар теҙелешеп китә. Был һылыуҙар, дәрәжә һаҡлағандай, тын ғына баҫып торалар.

Урман да тау, тау ҙа урман.

Юлдың осо ла, ҡырыйы ла күренмәй. Тау һәм урман диңгеҙендә яңғыҙ елкән шикелле йөҙәһең дә йөҙәһең. Япа-яңғыҙың сәғәттәр буйы бараһың. Ниһайәт, аҡһыл төтөн күҙгә салына. Тимәк, кешеләр йәшәй был тирәлә.

Юл оҙон. Юл кеүек үк оҙон уйҙар. Хөрмәт саптарҙың лерт-лерт юртыуына һикерә- һикерә алға тәгәрәүсе кырандасҡа ҡырын төшөбөрәк ултырып алған да, береһен ишеп, икенсеһен һүтеп, уйҙарының осона сыға алмай килә. (Яр.Вәлиев.)

Хәтер ҡалыу.

Атайым минең ҡапыл ғына үпкәләп, үсегеп бара торған кеше түгел ине. Ерле-юҡҡа хәтере ҡалған әҙәмде еңел-елпегә һанай ине. Ана Сәйфетдин еҙнәбеҙ себен тешләһә лә турһая башлай. Шундай үпкәсел ул. Иргә оҡшамаған.

Шулай ҙа атайым тәү тапҡыр миңә хәтере ҡалғанын юҡ-юҡ та иҫенә төшөрә торҙо.

Башта әңгәмәнең асылын асыҡлап китәйек. Беҙҙән урам аша Ҡәйүп бабай менән Әҡлимә инәй тора. Ваҡ балалары булмағас, улар мине иркәләп, аҙҙырып бөтөрҙөләр. Дүрттәр тирәһендә булғанмындыр. Бәләкәс кенә яйы килеп сыҡһа, тотам да тегеләргә ысҡынам. Йә бауырһаҡ менән һыйлайҙар, йә баллы прәник тотторалар, йә баллап сәй эсерәләр. Ҡыҫҡаһы, бал-май эсендә йөҙҙөрәләр.

Атайым шул замандағы бер хәлде йыш ҡына һөйләр ине:

- Бер көн шулай ҡарттар менән мәсеттән йома намаҙынан ҡайтып киләбеҙ. Баҡһам, ҡаршыма Мостафа йүгереп килә. Ике ҡулына, һабағынан услап, ике шалҡан тотҡан. Бына улым миңә килеп һыйыныр ҙа, мин уны күтәреп күккә сөйөрмөн тип, көн элгәре рәхәтлек кисерәм. Эй йүгерә был, эй йүгерә. Килеп еткәс, миңә һарылманы, бер ситтәрәк атлаған Ҡәйүп алдына янтайып туҡталды ла: «Мә, Ҡәйүп бабай, Әҡлимә инәйем менән икегеҙгә ике шалҡан. Дауай һеҙҙә баллап сәй эсәйек!» - тине. Гонаһһыҙ сабыйға хәтерем ҡалды шул саҡ.

Ҡурайсы.

Тау битләүен икегә бүлеп, туғайға табан һуҙылған уялағы тубылғып үҫкән үләндәр араһында йыллаған ҡараһыу ҡуңыр төҫтәге ҡыу ҡурайҙы күргәс, Кеше уны имгәтмәй, ипләп кенә йолҡоп алды, тамыр яғын ҡырҡып ташланы һәм һамаҡлай-һамаҡлай уның оҙонлоғон үлсәне, һигеҙенсе тотамы тәңгәленән осон үткер бәкеһе менән тип-тигеҙ итеп киҫте; шунан һәр береһенең араһын өс иле ҡалдырып, бармаҡ биттәре йәпләшеп торорҙай итеп тәпейләп, ҡурайҙың һыртынан – дүрт, аҫ яғынан бер тишек яһаны; ярылып-фәлән ҡуйманымы икән тигәндәй, уны әкрен генә сирткеләп, унан өрөп, ауырлығы бөтөнләй тойолмаған ҡыу ҡурайҙы ике усында һикерткеләп ҡараны. ҡурай уның устарында ишетелер-ишетелмәҫ кенә дыңғырлап ҡуйҙы.

Шунан ҡурайын йәтешләп тотоп, осон тешенә терәне, көсәнмәй генә өрөп, уның тауышын-моңон самаланы. Ошонан аҙаҡ ҡына, үҙ тырышлығының юҡҡа китмәүенә ышанғас ҡына, аяҡтарын киреберәк баҫты, киң күкрәген ҡайҡайта төшөп, башын артҡа саңҡайтты, һәм әле генә уя буйындағы йәп-йәшел үләндәр араһында етемһерәп ултырған таҡыябаш ҡурай тирә-йүнгә сихри моң сәсергә тотондо.

Шағир – һүҙ тылсымы эйәһе.

Рәми Ғарипов шиғриәте – моңло һәм күп буяулы поэтик ижад. Уның бар моңо һәм биҙәге – барыһы ла тәбиғәттән, шуның менән улар тәбиғи ҙә, ифрат төрлө лә. Ә һандуғас моңдарына көйләнгән шиғырҙар шәлкеме үҙҙәре генә ни тора!

Рәми Ғарипов шиғриәте өсөн уйсанлыҡ, тәрән моң, фекер тығыҙлығы хас. Ул ижад тыштан сабыр, эстән ялҡын төҫлө. Уның хатта мөхәббәт, йәшлек уты менән һуғарылған лирик шиғыр- ҙарында ла илерткес сафлыҡ, сабырлыҡ, ғорурлыҡ, хатта саялыҡ тойғолары ла әллә ни хәтле.

Мөхәббәт шағир өсөн Урал батыр эҙләгән Йәншишмә кеүек.

Ә Йәншишмәнән эскән ғашиҡ – үлемһеҙ. Ғашиҡ шағирҙың шиғриәтте мәңгелек итеүе бар. Шуға ла ул – шағир - һүҙ тылсымы эйәһе.

( Ғ. Хөсәйенов.)

Өҫтәлмә эш.

1.Үҙ аллы һүҙҙәр: батыр,

Ярҙамсы һүҙҙәр: өсөн,

2. Йәншишмә һүҙенә морфологик анализ.

Таң нурҙары

Тыуған ауыл!.. Һуғыш сыҡҡандан биреле ул күпме аҫыл ир-егеттәрен яуға оҙатып ебәрҙе инде. Ғиниәтулла ағайҙарым да киткәс, ауыл йәнә, тәрән уйға сумғандай, тып-тын ҡалды. Хәҙер, ҡайҙа ғына ҡарама, апайҙар, инәйҙәр билде биштән быуып эшләй. Ана, бер төркөм ҡатын-ҡыҙ, ҡулдарына һөймән, көрәк алғандар ҙа, тимерлек алдындағы ҡыш көнө ҡарға күмелеп ҡалып яҙғыһын ергә батҡан һабандарҙы, тырмаларҙы урындарынан ҡуҙғатып, ҡороға сығарып йөрөй. Бер килке халыҡ келәт алдында орлоҡ ағыулай. Ауыл һыртында боҫо боҫорап уйпат-уйпат ҡара ерҙәр көтөп ята — колхоз бөгөн-иртән яҙғы һабанға төшәсәк.
Беҙ, малайҙар, кәпәсте ҡырын кейеп, ике ҡулды артҡа һалып ҡына йөрөйбөҙ. Кластағы ҡыҙҙар менән тамаҡты ҡырып ҡына һөйләшәбеҙ. Ауылда кеше ҡалмағас ни, үҙебеҙҙе ҡапыл үҫеп, ирәйеп киткәндәй тойҙоҡ.
Оҙон тәнәфескә сыҡҡас, беҙ өстаған — Зариф, Әптерәй һәм мин — үҙебеҙҙең яратҡан аулаҡ урынға — мәктәп артындағы таҡта ҡойма буйына һырыныҡ. Һәр беребеҙ баҫып һөйләшә торған үҙ урыныбыҙ — кирбестәребеҙ, ә таҡтала буй үлсәшеп һыҙған һыҙығыбыҙ бар. Арҡаларҙы ҡоймаға терәп, таң атҡансы күпме үҫкәнебеҙҙе билдәләнек. Ауыр көрһөнөп, ергә ҡараныҡ. Ерҙәге теге көндә Әптерәй сыйып төшөргән оҙон ҡуш толомло, нәҙекәй билле ҡыҙ һүрәте юҡ инде. Таныш сыбыҡ ҡына сәнсеүле тора һаман. Әптерәй уны алып, күҙәнәктәре яҙғы һут менән тулышҡан ҡара ерҙе сыйғыслай башланы. Күҙ алдында һүрәт киренән терелде, өсөбөҙ ҙә еңел һуланыҡ.
— Апайға колхоз ярҙам итә башланы, — тине Зариф.
— Беҙ ҙә ситтә ҡалманыҡ! — Танауын күтәрҙе Әптерәй.— Дәрес ваҡытында ҡағыҙ йәҙрә атышыуҙы туҡтаттыҡ.
— Ләкин был ғына аҙ әле, — тинем.
— Эйе, фронт өсөн ниндәйҙер бер ҙур эш башҡарырға ине, — тип көрһөндө Зариф.
— Ошо урҙалай буй менән бала-саға араһында китап-дәфтәр йөкмәп йөрөүе оят! — тине Әптерәй. Ә беҙ икебеҙ, шаҡ ҡатып, уның Зариф менән башҡа-баш, типә-тиң баҫып тороуын күрҙек. Икебеҙҙең оҙаҡ текләп ҡарашҡа түҙә алмай, Әптерәй борғоланғайны, аяҡ аҫтындағы буй торғоҙоп һалған кирбесе ауып китеп, шап итеп ергә ҡоланы. Әшнәбеҙ шундуҡ буйға тәбәшәгәйҙе. Зариф менән еңел һуланыҡ. Үҙемдең һаман әүәлгесә Зарифтан бер башҡа түбәнерәк, ә Әптерәйҙән ҡалҡыуыраҡ икәнемә инанып:
— Бында тороп ҡына эш эшләп булмай ул, — тинем.
— Һинеңсә, ҡайҙа барырға һуң? — Елкәһен тырнаны Зариф.
— Берәй нәмә уйлап табырға ине.
Әптерәй хәйләкәр йылмайҙы:
— Ниңә юҡҡа башың ауырта? Бөйөк Аҡыл Эйәбеҙ бар бит, уйлаһын. Өҫтәүенә, үҙен беҙҙән оҙонораҡ тип һанай... Ә беҙ ул уйлаған арала донъя хәлдәре хаҡында һөйләшә торайыҡ.
Зариф ысындан да тәрән уйға сумып, ҡайҙалыр зәңгәр һауалағы нөктәгә төбәлеп тора. Бына ул ҡәҙимгесә, ашыҡмай, һаҡ ҡына атлап китте. Ҡойма мөйөшөнә тиклем теүәл ун биш аҙымлағас, ҡапыл боролдо, яныбыҙға йүгереп килде.
— Булды, таптым! — тип белдерҙе, һулышын йыш-йыш алып.
— Нимә таптың, Бөйөк Аҡыл Эйәһе?
— Уйлап таптым! Бөгөндән алып икмәк һалыусылар булып китәбеҙ. Яҙғы һабанда бөтә колхозды, бөтә бригадаларҙы, ауылда ҡалған бөтә балаларҙы һәм инәйҙәрҙе күпереп бешкән икмәккә туйҙырабыҙ!
— Нисек итеп?
— Һи, шуны ла белмәйһеңме? Ни бары яҡшы мейес, ҡоро утын, һыу, тоҙ, сүпрә генә кәрәк уға. Мейес сығарыуҙы үҙ өҫтөмә алам, Заһит ҡоро утын, һыу килтерер, ә һин, Әптерәй, өйҙән-өйгә йөрөп, сүпрәгә ҡомалаҡ, тоҙ табырһың. Күреп торорһоғоҙ, беҙҙең мейестә бынамын тигән тирмән ташындай икмәк күпереп бешәсәк!
Шул икмәкте күҙ алдына килтереп, ирендәрҙе яланыҡ, төкөрөктәрҙе йоттоҡ:
— Их, шәп булыр ине ул, әй!
Хыялланып, тауҙай ҡабарып бешкән түп-түңәрәк икмәктәрҙе эҫе мейестән тыпылдатып ала ла башланыҡ. Бына ылау-ылау икмәк бригадаларға оҙатылды.
— Тотондоҡ, егеттәр!
— Туҡта-туҡта, бер бәләкәс кенә әтнәкәһе бар бит әле уның... — Шик тыуҙырып эсте бошорҙо Әптерәй.
— Тиҙерәк әйт, ваҡыт юҡ! — тине яңы асышынан түҙемһеҙләнгән Зариф. Әптерәйҙең ике күҙе йылтылданы:
— Теге бәләкәс кенә нәмәһен... онон ҡайҙан алабыҙ?
-- Ысынлап та, әй!..
Зариф, башын түбән эйеп, кирбесенә ултырырға мәжбүр булды:
— Мин ни бары шуныһын ғына уйлап еткермәгәнмен икән шул...



Ирмәк.

Көҙ етте, ҡырпаҡ ҡар яуҙы. Тәүге буран ыжғыра башланы. Ирмәктәрҙең ишеге алдына, ғәҙәти урынға, йәнә көрт һалды. әле тау тәпәш кенә, ләкин ҡыш уртаһы еткәнсе ул Ирмәктәрҙең өй ҡыйығына саҡлы күтәреләсәк.

ҡар яуғас, Ирмәктең иң яратҡан эше – ҡыуыш ҡороп уйнау. әле лә тау итәгенә Фрунзе менән икәү ҡоймалы боҙ аласыҡ яһаны. Быныһын да теүәлләгәс, ҡар малай әүәләргә тотондо. Эте, ярҙам иткән кеше кеүек, шаярып йөрөнө. Ирмәккә шул да еткән, әйҙә, уйнап ҡына йөрөһөн эте, ул үҙе лә егәрле. Бына ҡар малай әҙер булғас, уға, тал ҡырҡып килтереп, ҡулдар ҡуйҙы. Башына Сәмиғулланың йыртылған ҡолаҡсынлы бүреген кейҙерҙе. Күмер күҙҙәр яһаны, ауыҙ уйҙы. Танауы ла килешле генә килеп сыҡты. Аҙаҡ, ситкә китеп, Сәмиғуллаға һоҡланып ҡарап торҙо. Бына дуҫтар өсәү булды. Фрунзеға ла бик оҡшаны шикелле ҡар малай, тегене уратып йөрөнө-йөрөнө лә, аяғүрә баҫып, ҡосаҡлағандай итте.

Сыңрау торна

Борон Урал арты башҡорттары илендә бик көслө батыр йәшәгән. Уның етәм тигән еренә еткерә ала торған күк толпары булған. Был ҡаһармандың көсөнә тиң булыр батыр, зирәклегенә, аҡыллылығына оҡшаш кеше булмаған, ти. Иленә килгән яуҙарҙы аяуһыҙ ҡырған, үҙ халҡын, ерен-һыуын дошманға бирмәгән. Тыуған иле өсөн йәнен ҡорбан итергә лә әҙер торған, ти, ул. Шундай бәһлеүән булыуы өҫтөнә ул шәп ҡурайсы ла, йырсы ла булған, ти. Ирәндеккә менеп ҡурай уйнаһа, тауышы тау буйлап ултырған ауылдарға гөрләп ишетелеп торған.

Был батыр әйләнеп оҙаҡ ғүмер иткәс, ҡатыны ҡурғаш кеүек ауыр кәүҙәле ул таба. Бала ай үҫәһен көн үҫә, йыл үҫәһен ай үҫә. «Атаһынан да батыр булыр был»,— тип һоҡланыр булғандар быға.

Егет ҡорона еткәндә ул, ысынлап та, атаһына ҡарағанда ла көслөрәк, мәргәнерәк була. Атанан күргән уҡ юна, тигәндәй, шәп ҡурайсы булып та даны тарала.

Һау сағымда башлы-күҙле итеп ҡалайым, тип атаһы уға кәләш тә әйттерә. Күк толпарҙан тыуған күк дүнәнде бирә. Яҙҙың матур бер көнөндә йәш батыр ҡайны йортона китә. Ыҙмаға етер алдынан толпарын туғайға ебәрә был. Таң менән атын алырға тип барһа, ғәжәп моңло тауыш ишетеп, аптырап ҡала. Түҙмәй, югерә-атлай тауыш килгән яҡҡа китә. Яҡынлашып, күренмәй генә күҙәтә башлай. Ни күрһен, бер төркөм ваҡ ҡына күк торналар аҡлан уртаһына түңәрәкләнеп теҙелгәндәр ҙә уйнайҙар. Урталарында яңғыҙ торна баҫып тора. Ул, ҡанаттарын ҡағып, моңло тауыш сығарып ҡысҡырыу менән, ҡалғандары, уға ҡушылып ҡыскырып, ҡанат ҡағып түңәрәк буйлап әйләнәләр. Егет торна-ларҙың сыңлап сыҡҡан моңло тауыштарын йотлоғоп тыңлай, йөрәгенә һеңгәнсе, отоп алғансы тыңлай. Шунан, онотолоп ҡуймаһын тип, ҡабатлай-ҡабатлай, тиҙ генә күк толпарын менә, уктай атылып, ҡайны йортона ҡайта. Аттан һикереп төшөү менән, ҡурайын алып, инде көй булып етешкән торна сыңрауын уйнап та ебәрә.

Халыҡ йыйыла. Олоһо ла, йәше лә, бала-саға ла ҡалмай. Бер аҡ һаҡаллы ҡарт:

Бындай ғәжәп моңло көйҙө ҡайҙан өйрәндең, әллә үҙең сығарҙыңмы? — тип һорай.

Юҡ, олатай,— ти егет, ишеткән-күргәндәрен һөйләп бирә. Халыҡ үҙ-ара геүләшеп китә, күңелдәренә шик-шөбһә төшөп, йорт-илгә бәлә-ҡаза килмәһә ярар ине, тип борсола башлайҙар.

Был бит сыңрау торналар тауышы. Улар уйнаған ерҙә яу булыр, халыҡ ҡырылыр, тигән ата-олатайҙар,— ти аҡ һаҡаллы ҡарт.

Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, батыр ашығыс рәүештә атаһы янына ҡайтып китә. Атаһына ҡайны йортонда күргән хәлдәрҙе түкмәй-сәсмәй һөйләп бирә.

Дөрөҫ, улым, сыңрау торна уйнаған ерҙә яу булыр, илгә бөлгөнлөк килер, тигән боронғолар. Бындай яуҙарҙы атайың да күп күрҙе,— ти ҡарт батыр.— Хәҙер мин ҡартайҙым, көсөм дә ҡайтты, ҡоралдарымды һиңә тапшырам. Батыр бул, тоҡомға тап төшөрмә, илгә килгән дошманды аяуһыҙ ҡыр, илеңә, ырыуыңа тоғро бул, шунда ғына бәхетле булырһың. Васыят был. Хәҙер үк иң ышаныслы кешеләрҙән ғәскәр тупла...

Йәш батыр, тирә-яҡҡа оран һалып, ғәскәр туплаған, яуға әҙерләнгән, ти. Ысынлап та, күп тә үтмәй, илде яу баҫа. Батыр егет уҡсылары менән уға ҡаршы сыҡҡан, дошмандарҙы, күҙ күреме ерҙән уҡ менән атып, аяуһыҙ ҡырған.

Яуҙы баҫтырғас, бер нисә кон буйы байрам булған. Егетте ил батыры итеп данлағандар. Шунан бирле сыңрау торналарҙың моңо, ҡурайға һалынып, «Сыңрау торна» исеме менән йөрөтөлә. Ә яғаһында һуғыш барған күл Яугүл булып ҡалған. Ул Баймаҡ районында, Сибайҙан 10—15 саҡрымда көньяҡта ята.



Контроль диктант.

Ер майының тарихы.

Ерҙең төрлө ҡатламдарында нефть бынан күп миллион йылдар элек барлыҡҡа килгән. №уңынан ер геологик үҙгәрештәргә дусар ителеү арҡаһында, ул айырым урындарҙа, бигерек тә таулы райондарҙа, ер ярыҡтарынан һәм күҙәүле тау тоҡомдары араһынан һарҡып сыҡҡан. Ул шишмә кеүек ағып ятҡан һәм соҡор урындарға йыйылған. Шулай нефть күләүектәре, ә ҡайһы бер урындарҙа бик ҙур нефть күлдәре барлыҡҡа килгән. ҡояш был күлдәрҙе тора-бара киптергән, нефть ҡуйы йәки ҡаты массаға әйләнгән.

Нефть сығып ятҡан шундай урындар хәҙерге көндә лә осрай.

Күп кенә ерҙәрҙә нефть менән бергә газ да сыҡҡан. Ут тоҡанып киткән хәлдә, бындай газ усаҡтары быуаттар буйына балҡып янып ултыра торған булған.

Ул ваҡытта йәшәгән кешеләр ҡоро таш өҫтөндә быуаттар буйы һүнмәй янған уттарҙың серенә, әлбиттә, төшөнә алмаған. Бындай уттарҙан улар бик ҡурҡҡан һәм уларға табынған.

Хәҙер беҙҙең илебеҙҙә нефть промышленносы бик ныҡ алға ките, ә нефть сығарыу һәм эшкәртеүҙә Башҡортостан ҙур урын тота.