Технологическая карта урока по повести Н.Мусина

Автор публикации:

Дата публикации:

Краткое описание: ...


Башҡортостан Республикаһы Муниципаль районы Дүртөйлө районы Дүртөйлө ҡалаһының

муниципаль дөйөм белем биреү учреждениеһы 2-се лицейы








Туған башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән башҡорт халыҡ яҙыусыһы

Ноғман Мусиндың “Ҡоралайҙар”

хикәйәһенең әхлаҡ һабаҡтары”темаһына дәресенең технологик картаһы










Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Савченко Мәрзиә Хөснулла ҡыҙы










Дүртөйлө 2016

Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение лицей №2 г.Дюртюли

Муниципального района Дюртюлинский район Республики Башкортостан









Технологическая карта урока по башкирскому языку и литературе по теме:

Уроки нравственности по рассказу “Косуля” Нугмана Мусина”








Учитель башкирского языка и литературы

Савченко Марзия Хуснулловна













Дюртюли 2016



Уҡытыусы: Савченко Мәрзиә Хөснулла ҡыҙы

Класс: 5

Дәрестең темаһы: Ноғман Мусиндың “Ҡоралайҙар” хикәйәһенең әхлаҡ һабаҡтары

Маҡсаттар: 1) Ноғман Мусиндың “Ҡоралайҙар” хикәйәһенең идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү; матурлыҡ төшөнсәһенә аңлатма биреү;

2) диалог, монолог ярҙамында уҡыусыларҙың коммуникатив мәҙәниәтен үҫтереү;

3) матурлыҡты күрә белергә, уны һаҡларға, уның менән ғорурланырға өйрәтеү; тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Көтөлгән һөҙөмтәләр: тексты аңлау; яңы лексиканы ҡулланырға өйрәнеү;

Шәхескә ҡағылышлы универсаль уҡыу эшмәкәрлек (ШУУЭ):

  1. Уҡыусының коммуникатив мәҙәниәтен, ижади һәләттәрен үҫтереү;

  2. Үҙ аллы кешенең яҡшы сифаттарын күрә белеү;

  3. Төркөмдәрҙә килешеп эшләй белеү.

Метапредмет универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:

  1. регулятив (РУУЭ): уҡыу бурыстарын ҡуйыу, үҙ аллы ҡуйылған маҡсаттарға ирешеү юлдарын таба белеү; үҙ эшмәкәрлегеңә дөрөҫ баһа бирергә өйрәнеү; эшмәкәрлегеңде планлаштыра белеү; үҙ аллы һәм төркөмдәрҙә эшләй белеү.

  2. танып-белеү (ТБУУЭ): төрлө сығанаҡтар менән эшләй белеү,ИКТ ҡулланыу, аңлайышлы уҡыу.

  3. коммуникатив (КУУЭ): һөйләү һәм яҙыу эшмәкәрлеген үҫтереү; үҙ фекереңде әйтергә һәм иҫбат итергә өйрәнеү.

Йыһазлау: интерактив таҡта, ноутбук,Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабы, электрон һүҙлек, элетрон дәреслек, һүрәттәр.


Мотивациялау этабы


Актуалләштереү

Ойоштороу өлөшө. Психологик комфорт тыуҙырыу.

Әңгәмәләшеү.

-Ниндәй символ күрәһегеҙ? Ни өсөн Кино йылы тип иғлан ителгән?

-Эйе, ысынлап та, төрлө яҡтан үҫешкән, белемле кеше генә матур шәхес була ала.


Яуаптар:-Кино йылының символы.

Йәмғиәтебеҙҙең кино донъяһына иғтибарҙы йәлеп итергә, белемле шәхес булырға һ.б.яуаптар



Таҡтала : 2016 йыл –Кино йылы.

Проблемалы ситуация тыуҙырыу















Дәрестең девизы уҡыла :

Кеше эше менән матур” -Нисек аңлайһығыҙ был һүҙҙәрҙе?

-Нимә ул матурлыҡ?

-Кем уны тыуҙыра?

-Һеҙ ҙә рәссам булып “Минең иң яратҡан кейегем” тигән һүрәттәр төшөргәнһегеҙ. Һинеңсә иң матуры нимә?

Өй эше тикшерелә.

-Һеҙ өйҙә Ноғман Мусиндың “Ҡоралайҙар” хикәйәһен уҡығайнығыҙ. Уның өсөн ниндәй кейек иң матур кейек?

-Был әҫәр беҙҙе ниндәй кеше булырға саҡыра?

- Тағы ла ниндәй яҙыусының әхлаҡ һабаҡтары биргән әҫәрҙәрен уҡығайныҡ уҙған дәрестәрҙә?

-Тимәк, беҙҙең дәресебеҙҙең темаһы ниндәй?Маҡсаттарҙы

билдәләйек.

Дәфтәргә яҙыу.

Яуаптар


Һүрәттәр буйынса һөйләйҙәр



Өй эшенә дәрес картаһына билдә ҡуйыу







Дәрестең темаһын маҡсаттарын билдәләйҙәр.

Дәфтәрҙә число, теманы,девизды яҙыу.

:

Уҡыусыларҙың һүрәттәрен ҡарау


Эшмәкәрлекте планлаштырыу

-Маҡсаттарға ирешеү өсөн Ноғман Мусиндың ҡыҫҡаса биографияһы , ижады менән танышып үтәйек.





Проблеманы сисеү юлдарын эҙләү. Яңы белемдәр асыу.

-Биографик белешмә.



-Ҡоралай тураһында беҙгә тағы бер уҡыусы һөйләр.



-Текст өҫтөндә эшләр элек, таныш булмаған һүҙҙәр яҙып ҡуяйыҡ.










Текст өҫтөндә эш:

1.Тексты уҡыу.

2.Һорауҙарға яуап биреү

-Хәлдәр ҡайҙа һәм ҡасан бара?

-Кем ул Әбделнәғим бабай?

-Ҡоралайҙар тураһында нимә һөйләй Әбделнәғим бабай?

-Кемгә һөйләй?

- Хикәйәнән һунарсының ҡоралайҙарҙы яратып һөйләгән ерҙе табып уҡығыҙ.

-Ҡоралайҙарға бабай нисек ярҙам иткән?

-Һуңғы абзацты уҡып сығығыҙ.

-“Матурлыҡты һаҡлай белергә кәрәк,” –тигән Әбделнәғим бабай. Нисек был һүҙҙәрҙе аңлайһығыҙ?

Бер уҡыусы презентация тәҡдим итә

Үҙенең эшенә анализ бирә.


Википедия материалы менән икенсе уҡыусы таныштыра

Үҙенең эшенә анализ бирә


Һүҙлек эше дәфтәрҙәрҙә:

ҡоралай-косуля,

һеләүһен-рысь,

һуйыр-глухарь,

һуҫар-куница

өйөр-стадо

мохтаж-нуждается


Яңы һүҙҙәр менән һөйләмдәр төҙөү.

Дәрес картаһына билдә ҡуйыу


Уҡыусылар уҡытыусының һорауҙарына яуап бирә.

Фронталь эш. Уҡыусылар һорауҙарға яуап бирә.



Дәрес картаһына билдә ҡуйыу

Алдан өйгә бер уҡыусыға бирелә.

Ял минуты

Ял итеү “Урманда”



Яңы белем һәм күнекмәләрҙе ҡулланыу

Төркөмдәрҙә эш.














Тикшереү.Төҙәтеү

1-се төркөм: Кешеләргә кейектәр исеменән интерактив таҡтала хат яҙа.

2-се төркөм: Ҡоралай Ҡыҙыл китапҡа индерелгәнме ? Ошо һорауға яуап бирер өсөн Ҡыҙыл китапты ҡарап сығығыҙ.

3-сө төркөм: Электрон һәм ябай һүҙлектәрҙе ҡулланып тексты башҡорт теленә тәржемә итегеҙ

4-се төркөм: Текстан ҡош һәм кейектәрҙең исемдәрен яҙып алығыҙ.

5-се төркөм:Кеше тәбиғәткә ниндәй ҡарашта булырға тейеш? Ошо сифаттарҙы бирелгән алмаларға яҙып сығығыҙ.

Дәрес картаһына билдә ҡуйыу












Таҡтала ағас һәм ҡояш рәсеме тора. Алмаларҙы шул ағасҡа беркетеү

Рефлексия.

Дәрестең девизына әйләнеп ҡайтабыҙ.

-Тимәк, ниндәй кешене матур кеше тип әйтә алабыҙ?

-Кеше нимәһе менән матур ти, халыҡ мәҡәле? Мәҡәл менән ризаһығыҙмы?

-Ә тәбиғәт нимәһе менән матур?

-Шуның өсөн тәбиғәтте һаҡларға кәрәк.


Уҡыусылар үҙ фекерҙәрен әйтәләр, иҫбат итәләр









Баһалау

-Дәрестә нисек эшләнегеҙ бөгөн?

-Алдарығыҙҙа ятҡан ҡояш нурын,йә сәскәне, йә болотто алып үҙегеҙгә баһа ҡуяһығыҙ. 5-ҡояш нуры. 4-сәскә,3-болот.

Һүрәтебеҙ матур булдымы?



Баһа ҡуйыу. Таҡталағы һүрәткә ҡояш нурҙарын, йә сәскәләрҙе, йә болоттарҙы беркетеү



Өй эше

  1. Матур кеше” тигән кескәй инша яҙырға

  2. Шул уҡ темаға һүрәт төшөрөргә

  3. Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына ниндәй кейектәр ингән?







Йомғаҡлап “Ҡарлуғастар төйәге йырын башҡарыу.

(Медиапроигрователь ҡулланыла)