Технологическая карта по башкирскому языку 6 класс

Автор публикации:

Дата публикации:

Краткое описание: ...



Дәрестең технологик картаһы


Дата: 28.09.16
Предмет:
башкорт теле
Класс: 6
Дәрес төрө: яңы тема

1. Укыусыларға исемдәрзең һан менән үзгәрешен аңлатыу.

2. Алған белемдәрзе нығытыу.
3. У
кыусыларзың телмәрен,ижади фекер йөрөтөү һәләттәрен үстереү.
4. Туған телгә мөхәббәт, бер-береһенә ихтирамлылык, иғтибарлылык тәрбиәләү.

Планлашты-рылған һөзөмтәләр

Предмет УУЭ һөҙөмтәләре:

- тема буйынса исемдәрзең һан менән үзгәрешен аңлатыу, уларҙы бәйләнешле телмәрҙә ҡулланыу.

Метапредмет (предмет-ара) УУЭ һөҙөмтәләре:

а) регулятив: уҡытыусы менән берлектә дәрес темаһын, маҡсатын билдәләргә күнегеү, булған белемдәрен барлау, баһалау;

б) танып белеү: өлгө буйынса эш итә белеү

в) коммуникатив: үҙ-ара аралашыу, төркөмдә хеҙмәттәшлек итә белеү.

Шәхси УУЭ һөҙөмтәләре: үҙаллылыҡ сифаттары үҫтереү, тәбиғәткә ҡарата иғтибарлы булыу.

Предмет-ара бәйләнештәр

рус теле, инглиз теле

Ресурстар:

төп

өҫтәлмә

 Дәреслек,компьютер,интерактив такта

Таратма материал


Дәрес этаптары

Укытыусы

эшмәкәрлеге


Укыусы

эшмәкәрлеге


Дәрестең һәр этабында формалаштырылған УУЭ (регулятив, танып белеү, коммуникатив, шәхси)


Ойоштороу моменты.

Уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация булдырыу




-Хәйерле көн укыусылар!

-Хәлдәрегез нисек?

-Кәйефтәрегез һәйбәтме?

-Бөгөн ниндәй көн?

-Азнаның ниндәй көнө?

-Һауа торошо ниндәй?


Укытыусыны каршылайзар һәм сәләмләйзәр. Дәрескә әзерләкте тикшереү 

Регулятив: үҙҙәренең уҡыу эшмәкәрлеген ойошторалар;

Шәхси: белем алыуға, уҡыуға ҡарата, дәрескә ыңғай ҡараш күрһәтәләр.

Танып белеү: яңы белем алыу кәрәклеген аңлайҙар, үҙҙәренең эшмәкәрлеген планлаштыралар.


Уңыш ситуацияһы тыуҙырыу (белемдәрҙе актуалләштереү)


 -Ә хәҙер һеҙҙең иғтибарығыҙға аудиояҙманан текст тыңларға тәҡдим итәм. Иғтибар менән тыңлағыҙ. Унда нимә тураһында һүҙ бара?

-Эйе, дөрөс, һандар тураһында һүз бара.

 Уҡыусылар яуап бирә.

 

 

 Регулятив: маҡсатҡа ярашлы эштәрҙе башҡарыу, ҡуйылған һорауға яуап бирә белеү.

Танып белеү:кәрәкле мәғлүмәтте текстан ишетеп аңлау

Коммуникатив: диалогка инәләр, әңгәмәгә ҡушылалар

Шәхси: уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация булдырыу, уҡыуға, яңылыҡ белеүгә ынтылыш,

ҡыҙыҡһыныусанлыҡ сифаттары формалаша.

Уҡыу мәсьәләһен

(проблемаһын) ҡуйыу


- Шулай итеп, бөгөн беҙ дәрестә нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ?

Уҡытыусы менән берлектә дәрескә маҡсат ҡуялар.

Дәфтәрҙәргә бөгөнгө числоны һәм теманың исемен яҙып ҡуялар.  

Танып белеү: логик фекерләү (сылбырын) алгоритмын төҙөйҙәр.

Регулятив: уҡытыусы менән берлектә дәрестең маҡсатын билдәләйҙәр.

Яңы материалды өйрәнеү.Уҡыу проблемаһын сисеү.


- Дәреслектең 31-се битен асайыҡ. Башта өзөктө уҡыйыҡ, шунан өлгө буйынса берлектә һәм күплектә торған исемдәрзе табырбыз. Улар ялғаузары һәм мәғәнәләре яғынан айырыламы?

 

 Текстың йөкмәткеһен үзләштерәләр, берлектә һәм күплектә торған исемдәрзе табалар

 

 

 Регулятив: уҡыу мәсьәләһен (биремен) аңлау,

Танып белеү: кәрәкле мәғлүмәтте һайлап алыу, рефлексия үткәрәләр, үҙҙәренең яуаптарын яҡлай беләләр, анализ бирәләр

Коммуникатив: бер-береһе менән хеҙмәттәшлек итә белеү, үҙ яуаптарын анализлау, башҡаларҙы тыңлай белеү, әңгәмәгә ҡушыла белеү формалаша

Шәхси: берлектә һәм күплектә торған исемдәрзе табырға өйрәнеүзәре.

Белемде нығытыу (Яңы белемде практикала ҡулланыу)

- Ә хәзер 63 -сө күнегеүзе асабыз. Укығыз. Берлек һәм күплек мәғәнәһен белдергән һүззәрзе табығыз, беренсе өлөшөн күсереп алығыз

 


Текстың йөкмәткеһен үзләштерәләр  һәм дәфтәрзә эшләйзәр

 

Шәхси: уҡыуға ҡарата ҡыҙыҡһыныу арта

Регулятив:үҙҙәренең эшмәкәрлеген планлаштырыу

Коммуникатив: һорауҙарға яуап бирәләр, башҡаларҙы тыңлай белеү, әңгәмәгә ҡушыла белеү формалаша

Танып белеү: анализлау, сағыштырыу, алған мәғлүмәтте дөйөмләштереү 


Өйгә эш


Туғанлык терминдарынан күплек яһағыз һәм һөйләмдәр уйлағыз (ағайымдар, козалар)

Укыусылар өй эштәрен язып куя

Танып белеү: кәрәкле мәғлүмәтте һайлап алыу, анализлай, һайлай белеү.

Регулятив: яңы уҡыу мәсьәләһен ҡабул итә белеү, үҙҙәренең эшмәкәрлеген планлаштырыу.

Коммуникатив: һөйләмдәр төзөү

Дәресте йомғаҡлау.

Эшмәкәрлеккә рефлексия.

 Шулай итеп, бөгөн дәрестә нимә белдегеҙ?

- Нимәгә өйрәндегеҙ? Дәрес башында ҡуйған маҡсаттарға ирештекме? Баһалау битендә үҙегеҙгә баһа ҡуйығыҙ.

Дәрес бөттө. Һау булығыҙ.

Уҡыусыларҙың яуаптары. Нимәгә өйрәнеүҙәре тураһында әйтәләр. Дәрес башында ҡуйған маҡсаттарҙы иҫкә төшөрөү, баһалау битендә үҙҙәренә баһалар ҡуялар.


  Регулятив: үҙҙәренең эшмәкәрлегенә баһа биреү, уҡытыусының баһаһына адекват ҡараш формалаша.

Шәхси: үҙ үҫеш, баһалау һәләте үҫә