Башҡорт әҙәбиәтенән 6 класс уҡыусылары өсөн эш программаһы

Автор публикации:

Дата публикации:

Краткое описание: ...


Башҡорт әҙәбиәте

Аңлатма яҙыу

1. “Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм Фән министрлығының. № 1897

бойороғо менән 17.12. 2010 йылда раҫланған” дәүләт белем биреү стандартының Федераль компонентына һәм “Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм Фән министрлығының №1312 бойороғо менән 9.03.2004 йылда раҫланған” Федераль базис белем биреү планына, “Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығының №737 бойороғо менән 17.05.2010 й.раҫланған“ региональ базис белем биреү планына ярашлы төҙөлдө

2. Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған уҡытыу башҡорт телендә алып барылған мәктәптәр өсөн төп белем биреү буйынса башҡорт мәктәптәре өсөн башҡорт әҙәбиәте буйынса өлгө программа нигеҙендә төҙөлдө.Төҙөүсеһе: М.Б Юлмөхәмәтов. Өфө, «Китап» , нәшриәте ДУП-ы 2011

3. I-XI кластар өсөн Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа.

4. 2016-2017 уҡыу йылына Абҙаҡ урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhының «Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла

5. Абҙаҡ ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының эш программаһы тураһындағы положениеһы.

Эш программаһы түбәндәге документтарҙы иҫәпкә алып төҙөлә:

"Мәғариф тураһында" Рәсәй Федерацияһының Законы ("Закон об образовании" Закон Российской Федерации)

"Мәғариф тураһында" Башҡортостан Республикаһы Законы.

- милли мәктәптәрҙә белем алыу теле (телдәре)

-Мәғарифтың дәүләт стандарттары -уҡыу-уҡытыу программалары

Программала ҡуйылған маҡсат һәм бурыстар

"Әҙәбиәт" өйрәнеүҙең төп маҡсаттары:

- донъяға гуманистик ҡарашы, милли үҙаңы һәм дөйөм Рәсәй гражданлығы үҙаңы, патриотизм тойғоһона эйә булған, рухи үҫешкән шәхес формалаштырыу;

- шәхестең уңышлы социализацияһы һәм үҙ - үҙен реализациялау өсөн кәрәк булған интеллектуаль һәм ижади һәләтлеген үҫтереү;

-уҡыусыларҙың башҡорт. Рус һәм донъя әҙәбиәтенең ҙур ҡаҙаныштарын аңлауы, уларҙы уҡыу һәм анализлау, һүҙ сәнғәтенең образлы фекерләүгә нигеҙләнеүен художестволы форма һәм йөкмәтке берлеген, сәнғәттең тормош менән бәйле, тарихи булыуын аңлауы;

-художестволы тексты уҡыу, комментарий биреү, анализлау күнекмәләрен этап менән эҙмә -эҙлекле формалаштырыу;

- художестволы текста йәки башҡа теләһә ниндә телмәрҙә һалынған мәғәнәләрҙе аңлау алгоритмдарына эйә булыу, үҙеңдең тексыңды төҙөү, уҡылған әҫәр тураһында шәхси баһаңды һәм фекереңде еткерә белеү;

-дөйөм уҡыу күнекмәләренә һәм универсаль уҡыу эшмәкәрлегенә эйә булыу( эшмәкәрлектең маҡсатын билдәләү, уны камиллаштырыу, библиографик эҙлнеүҙәрҙе тормошҡа ашырыу, төрлө сығанаҡтарҙан кәрәкле мәғлүмәттәрҙе табыу һәм уны эшкәртеү, интернет менән файҙаланыу һ. б.).

Уҡыу предметының уҡыу планында урыны

6-сы класс өсөн эш программаһы 70 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 2 сәғәт)

Ваҡыт бүленеше:

Әҫәрҙең тексын өйрәнеү- 55 сәғәт.

һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү - 8 сәғәт.

Кластан тыш өйрәнелгән әҫәрҙәр буйынса әңгәмә - 5 сәғәт.

5-9-сы класс уҡыусылары белергә тейеш талаптар:

-өйрәнелгән авторҙың исемен һәм авторын белеү;

-әҫәрҙәге ваҡиғаларҙы (сюжетты, геройҙы, геройҙар менән ваҡиғаларҙың үҙ - ара бәйләнешен) аңлау;

-әҫәрҙең композицияһын аңлата белеү;

-юмор, сатира, строфа, метафора һәм әҙәби төрҙәрҙең төп билдәләрен белеү;

-портрет, пейзаж, аллегория, гипербола, даими эпитет төшөнсәләренең төп билдәләрен белеү;

-ятлау өсөн тәҡдим ителгән әҫәрҙәр тексын белеү;

-өйрәнелгән әҫәрҙең эпизодтарын айырып күрһәтә белеү;

-әҫәрҙәге ваҡиғалар араһындағы ваҡыт һәм сәбәп - һөҙөмтә бәйләнешен билдәләй белеү;

-яҙыусы ижад иткән картиналарҙы күҙ алдына баҫтырыу;

-әҫәрҙә ҡатнашыусыларҙы характерлауҙа мөһим урын тотҡан эпизодтарҙы айырып күрһәтеү;

-өйрәнелгән әҫәрҙә сюжет элементтарының ( экспозиция, төйөнләнеү, ваҡиғалар үҫеше, кульминация, сиселеү) идея -художество урынын билдәләү;

-телдең һүрәтләү сараларының (шул иҫәптән метафораның) контекстағы идея - художество урынын билдәләү;

-уҡытыусы ҡуйған проблемалы һорау нигеҙендә әҫәрҙең геройын характерлау;

-авторҙың мөнәсәбәтен асыҡлау маҡсатында өйрәнелгән әҫәрҙең ике геройын сағыштырыу;

-эпик һәм лирик әҫәрҙәрҙе айыра белеү; эпик әҫәргә йәки уның өҙөгөнә төрлө характерҙағы план төҙөү;

-үҙ аллы уҡылған әҙәби сәнғәт әҫәрҙәренә (әҫәрҙәге герой һәм ваҡиғаларға ҡарата үҙ мөнәсәбәтеңде белдереү) яҙма йәки телдән баһалама бирә белеү;

-һорауҙарға тулы яуап һәм геройҙарға (индивидуаль һәм сағыштырма) характеристика бирә белеү;

-өйрәнелгән әҫәр буйынса телдән йәки яҙма рәүештә фекерләү характерындағы инша яҙыу;

-художестволы әҫәрҙәрҙе тасуири уҡыу;

-эпик әҫәрҙәрҙе йәки уларҙың өҙөктәрен яҙма рәүештә тулы итеп йәки һайлап, ҡыҫҡартып һөйләп биреү (изложение төҙөү);

-эпик, лирик, лиро - эпик һәм драматик әҫәрҙәрҙе айыра белеү.

Башҡорт әҙәбиәте” предметының шәхси, предмет, метапредмет һөҙөмтәләре, универсаль уҡыу эшмәкәрлеге (УУЭ)

«Әҙәбиәт» фәнен өйрәнеү һөҙөмтәһендә алған шәхси һөҙөмтәләре түбәндәгеләр:

  • шәхестең рухи-әхлаҡ сифаттарын камиллаштарыу, күп милләтле Ватанға һөйөү тойғолары, башҡорт һәм башҡа халыҡтарҙың әҙәбиәтенә ихтирам тәрбиәләү;

  • танып белеү һәм коммуникатив мәсьәләләрҙе хәл итеү өсөн төрлө мәғлүмәт сығанаҡтарын файҙаланыу (һүҙлектәр, энциклопедиялар, интернет-ресурс һ.б.).

Метапредмет һөҙөмтәләре булып түбәндәгеләр тора:

  • проблемаларҙы аңлай белеү, гипотеза ҡуйыу, материалдарҙы структураға һалыу, үҙ позицияһын иҫбатлау өсөн аргументтар һайлау, телдән йәки яҙма текстарҙа сәбәп-эҙемтә бәйләнештәрен билдәләү, һығымталарҙы формалаштырыу;

  • эшмәкәрлекте үҙ аллы ойоштороу оҫталығы, уны баһалау, ҡыҙыҡһыныу сфераһын билдәләү;

  • төрлө мәғлүмәт сығанаҡтары менән эшләү күнекмәһенә эйә булыу, уны табыу, анализлау, үҙ эшмәкәрлегендә файҙаланыу.

Фән һөҙөмтәләре булып түбәндәгеләр тора:

  1. танып белеү сфераһында:

  • башҡорт халыҡ ижадында һәм башҡа халыҡтарҙың фольклорында, боронғо әҙәбиәт вәкилдәренең, башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәрендә күтәрелгән төп проблемаларҙы аңлау;

  • художестволы әҫәрҙең яҙылыу дәүере менән бәйләнешен аңлау, унда сағылған ваҡыт, әхлаҡ сифаттары һәм уларҙың бөгөнгө көн яңырыуын асыҡлау;

  • әҙәби әҫәрҙәрҙе анализлай белеү, теге йәки был әҫәрҙең ниндәй жанр төрөнә ҡарауын билдәләү, темаһын, идеяһын, әхлаҡ пафосын аңлау, уның геройҙарына характеристика биреү, бер йәки бер нисә әҫәрҙең геройҙарын сағыштырып ҡарау;

  • әҫәрҙең сюжетын, композицияһын, тасуири һүрәтләү сараларын билдәләү; әҫәрҙең идея-художество йөкмәткеһен асыуҙа уларҙың ролен аңлау (филологик анализ элементтары);

  • әҙәби әҫәрәҙе анализлағанда элементар әҙәби терминдар менән эш итә белеү;

  1. ҡиммәт-ориентация сфераһында:

  • башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәтенең рухи-әхлаҡи ҡиммәттәре менән таныштырыу, уларҙы башҡа халыҡтарҙың рухи-әхлаҡи ҡиммәттәре менән сағыштырыу;

  • башҡорт әҙәбиәте әҫәрҙәренә ҡарата уҡыусыларҙың үҙ ҡарашын булдырыу һәм уларҙы баһалау;

  • өйрәнелгән әҙәби әҫәрҙәргә үҙ интерпретацияһын булдырыу (айырым осраҡтарҙа);

  • автор позицияһын аңлау, уға ҡарата үҙ ҡарашын булдырыу;

  1. коммуникатив сферала:

  • төрлө жанрҙарҙа яҙылған, әҙәби әҫәрҙәрҙе аңлы итеп уҡыу һәм уларҙың йөкмәткеһен ҡабул итеү;

  • проза әҫәрҙәрен йәки уларҙың өлөштәрен текста ҡулланылған башҡорт теленең тасуири һүрәтләү сараларын һәм цитаталар ҡулланып һөйләй белеү;

  • тыңланған йәки уҡылған текст буйынса һорауҙарға яуап бирә белеү, телдән төрлө текстағы монолог телмәр төҙөү, диалог алып барыу оҫталығына эйә булыу;

  • өйрәнелгән әҫәрҙәрҙең тематикаһы, проблематикаһы менән бәйле изложение, инша яҙыу, класта һәм өйҙә ижади эштәр, әҙәби һәм дөйөм мәҙәни темаларына рефераттар яҙыу;

  1. эстетик сферала:

  • һүҙ сәнғәте булараҡ әҙәбиәттең образлылыҡ тәбиғәтен аңлау;

  • әҙәби әҫәрҙәрҙе эстетик ҡабул итеү, эстетик зауыҡ формалаштырыу;

  • башҡорт һүҙҙәренең эстетик функцияһын, әҙәби әҫәрҙәрҙә художестволы образдар тыуҙырыуҙа тасуири һүрәтләү сараларының ролен аңлау.

Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

6 класс

Беренсе бүлек

З.Биишева. “Башҡорт теле”. Р.Мифтахов.” Һүҙ”. “ Башла!”. Ғ.Хөсәйенов.” Мөҡәддәс”. “Бер ҡасан да”. “ Әсәм теле – сәсән теле”. Ш.Биҡҡол. “Яңырыу “.Әҫәрҙәрҙә яҡтылыҡты,яңылыҡты данлау, йәмғиәтте яңыртыу,үҙгәртеүгә саҡырыу. Кешелек тормошонда һүҙҙең әһәмиәтен, туған телдең матурлығын,нәфислеген данлау.

Икенсе бүлек

Р.Бикбаев.” Уралыма”. “Салауат ҡылысы”. Ә.Атнабаев. “Салауат менән һөйләшеү”. С.Шәрипов. “Яҙмыш менән алыш”. М.Ғәли. “Ҡайт, Салауат! “Шиғырҙарҙа халыҡтың азатлыҡ өсөн көрәшен, Салауат исемнең үлемһеҙлеген, халыҡ тарихындағы ролен күрһәтеү.

Өсөнсө бүлек

Боронғонан аманат.“Урал батыр”.“Аҡъял батыр”. Батырҙар тураһында әкиәттәр. “Ҡариҙел”. Әкиәттәрҙең йөкмәткеһе. Батырҙар образында халыҡ бәхете өсөн көрәш һәм халыҡҡа хеҙмәт итеү идеяһының сағылышы. Әкиәттәрҙең художестволы үҙенсәлектәре,теленең байлығы,образлылығы.

Легенда тураһында

Бәйеттәр тураһында төшөнсә.Уларҙың тарихи ерлеге,тематикаһы,үҙенсәлектәре: сюжетлы булыуы,йырҙар менән оҡшашлығы.

Герман һуғышы бәйеттәре” Беренсе Бөтә донъя картиналарын кәүҙәләндереү.Һалдаттар араһында революцион фекерҙең тарала башлауын,уларҙың азатлыҡҡа,тыныс тормошҡа ынтылыуын күрһәтеү.

Алтмыш ике партизан бәйете”. “Дон далаларында”. “Мәскәүҙән киттек, Берлинға еттек”. Бөйө к Ватан һуғышы йылдарында ауыр һалдат юлын бәйән итеү. Бәйеттәрҙең яңы йөкмәткеле,яңы идея йүнәлешле һәм оптимистик характерҙа булыуы.

Таҡмаҡтар тураһында. Исемһеҙ таҡмаҡтар. Исемле таҡмаҡтар. Бөйөк Ватан һуғышында башҡорт егеттәренең батырлыҡтарын,еңеүгә ышанысын һәм рух күтәренкелеген күрһәтеү.

Көләмәстәр тураһында төшөнсә. Көләмәстәрҙә халыҡҡа хас үткер аҡыллылыҡтың сағылышы.Уларҙың әһәмиәте.

Дүртенсе бүлек

Беҙҙең боронғо әҙәбиәтебеҙ. Ҡол Ғәли. “Йософтың матурлығы”. Табын ҡәбиләһенең ҡара табын ырыуы шәжәрәһе. Шәжәрә тураһында.

Бишенсе бүлек.

Ш.Бабич. “Башҡортостан”. “Тупраҡ”. Ф.Туғыҙбаева. “Әй ,яҙмышым минең!”. Шиғырҙарҙа тыуған ерҙе һағыныу,уның тәбиғәтен маҡтау идеяһы.Шиғыр теле өҫтөндә күҙәтеүҙәр.

Я.Хамматов. “Ғәйзулла” (“Бөртөкләп йыйыла алтын” романынан өҙөк).Әҫәрҙә сағылдырылған осор,идея-тематик йөкмәткеһе,төп образдар,тел-стиль үҙенсәлектәре ө ҫтөндә күҙәтеү. Хикәйәләү тураһында төшөнсә.

Р.Солтангәрәев. “Осто бөркөт” .Әҫәрҙә граждандар осоронда Муса Мортазиндың батырлыҡтарын ,хәрби данын,фажиғәле һә лә кәтен тасуирлау.Шул осорға хас булған хаталарҙы, уларҙың сәбәптәрен аңлатыу.

Т.Йосопов. “Күңел тула”.Шиғырҙа халыҡ тарихы,халыҡ тормошо тураһында уйланыуҙар,халыҡҡа тыныс,бәхетле тормош теләү.

Алтынсы бүлек

Р.Назаров. “ Бәхет”. “ Офоҡтағы ҡояш”. “Башҡорт”. Р.Ғарипов. “Һағыш”. “Ялан сәскәләре”.Шиғырҙа тыуған ерҙе һағыныу,уның тәбиғәтен маҡтау идеяһы.Шиғыр теле өҫтөндә күҙәтеүҙәр. Шиғри телмәр тураһында

С.Ағиш. “Ҡунаҡ һәм намыҫ”.Хикәйәлә халыҡ характерына хас күңел күркәмлеген ,кешеләр араһындағы матур ғәҙәттәрҙе тасуирлау. Характеристика тураһында

Х.Назар. “Бөрйәндә”.“Тауҙар”.Шиғырҙарҙа тәбиғәттең көс-ҡеүәтен,бөйөклөгөн данлау,уны халыҡтың көсө ,ҡеүәте,күңел күркәмлеге менән сағыштырыу.

Етенсе бүлек

М.Харис . “ Хат”. “Онотмаһын мине Тыуған ил”.Шиғырҙарҙа Ватан һуғышы яугирҙарына хас батырлыҡ,тыуған илгә бирелгәнлек сифаттарын кәүҙәләндереү.

Ә.Вахитов. “Ир ҡанаты” (әҫәрҙән өҙөк)Хикәйәлә сағылдырылған осор.Мөхәмәтулла бабай образында халыҡ характерына хас күркәм сифаттарҙың сағылышы.Ғәҙеллек,шәфкәтлелекте хуплау идеяһы.

Ҡ.Аралбай. “Көмөш миҙалдар”.Әсә образы аша хеҙмәттең бөйөклөгөн,фиҙакәрлекте,рухи ныҡлыҡты данлау. Р.Насыров. “Ил балаһы Шакирйән.” Ә.Бикчәнтәев. “Бөркөт һауала үлә.” (повесттан өҙөк). Ш.Мөхәмәтйәнов хаҡында яңы мәғлүмәттәр. Уның тормошо менән бәйле ваҡиғалар, характер үҙенсәлектәре. Исеменең үлемһеҙлек яулауы.

Һигеҙенсе бүлек

Р.Хисаметдинова. “Эй бала саҡ!”. Ф.Чанышева.”Мәрхәмәтле еҙә табаным» ,“ Икмәк еҫе”. Г.Юнысова. “Әсәкәйем һыйыр һауа”. Йәнләндереү тураһында. Ата-әсә, бала араһындағы яғымлы, йылы мөнәсәбәтте сағылдырыу. Ололар биргән һабаҡтын балаларҙың рухи үҫешендәге әһәмиәтен сағылдырыу. Кеше хеҙмәтен юғары баһалау, икмәкте ҙурлау, уға хөрмәт тәрбиәләү.

З.Биишева . “Дуҫ булайыҡ “(әҫәрҙән өҙөктәр).Әҫәрҙә балалар тормошон, уларҙың дуҫлыҡҡа, хеҙмәткә мөнәсәбәттәрен сағылдырыу. Юлдаш,Ҡыҙырас образдары. Пейзаж.

Туғыҙынсы бүлек

А.Игебаев .”Яҙ башында”. Н.Нәжми. “Яҡты яҙ”. Г.Юнысова. “Умырзая”. Яҙҙың билдәләрен, шатлыҡлы хистәр уятыуын, матурлығын тасуирлау.Ә.Хәкимов. “Ҡарт һалдат, йәш һалдат”. Ҡарт һалдат һәм йәш һалдат образдары. Уларҙың һуғышҡа мөнәсәбәте араһындағы айырма.Образадар, уларҙың айырым, оҡшаш яҡтарын асыу. Образ тураһында төшөнсә.

Унынсы бүлек

Ғ.Туҡай. “Йәй көнөндә”. “Йәйге таң хәтирәһе”. Шиғырҙырҙа һүрәтләнгән тәбиғәт күренештәрен күҙ алдына баҫтырыу , шиғыр һүҙҙәрен ҡулланып тәбиғәт картиналарын күрһәтеү.

М.Кәрим. “Ләйсән”. Р.Ниғмәти. “Йәйге ямғыр”.Шиғырҙарҙа тыуған тәбиғәт күренештәрен тасуирлау. Образлы һүҙ һәм һөйләмдәрҙе ҡулланып тасуирлау күнекмәләрен үҫтереү.

Г.Юнысова. “Беҙ ултыртҡан баҡса “.“Һау бул, мәктәп!”. Шиғырҙарҙың йөкмәткеһе. Образлы һүҙ һәм һөйләмдәрҙе ҡулланып тасуирлау күнекмәләрен үҫтереү.

Ятлау өсөн әҫәрҙәр:

Ш.Бикҡолов."Яңырыу". Әкиәттәр, таҡмаҡтар (уҡытыусы һайлауы буйынса).

Р.Мифтахов."Һүҙ". Ш.Бабич. "Башҡортостан", "Тупраҡ".

3.Биишева."Башҡорт теле". Ф Туғыҙбаева."Эй яҙмышым минең".

Ғ.Хөсәйенов."Парсалар"(туған тел тураһында). Р.Ниғмәтуллин."Йәйге ямғыр".

Р. Бикбаев. "Уралым","Салауат ҡылысы".

Уҡытыусының предмет буйынса уҡыу-уҡытыу методик комплекты

1. Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт әҙәбиәтенән программа» I-XI кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө.Төҙөүселәре:М.Ғималова ,Ғ.Хөсәйенов– Информреклама, 2003

2. Башҡорт теле (5-9) һәм әҙәбиәтенән 5-11) тест һорауҙары.И.Ә.Шарапов.Өфө-2006

3.Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен заманса уҡытыу.Уҡытыусылар өсөн ҡулланма.М.И.Баһаутдинова,Г.Н.Йәғәфәрова,Өфө,Китап,2009.

4.Әҙәбиәт уҡытыу методикаһы.Б.Б.Ғафаров.Өфө,Китап,2008

5.М.Б.Юлмөхәмәтов,З.И.Казыева.Башкорт әҙәбиәте дәреслегенә методик ҡулланма,Өфө,2014

Уҡыусылар өсөн предмет буйынса уҡыу методик комплекты

6-сы класс

1. Дәреслек: М.Х.Иҙелбаев, М. Б. Юлмөхәмәтов Ә.М.Сөләймәнов Туған әҙәбиәте ,6-сы класс өсөн дәреслек .Өфө, «Китап» ,2012

2. М.Б Юлмөхәмәтов “ Башҡорт әҙәбиәте ” дәреслегенә эш дәфтәре.Китап,” “ Өфө 2013

3. Синыфтан тыш уҡыу китабы: Дөйөм белем биреү учре:ждениеларының 6-сы синыф уҡыусылары өсөн / М. Х. Иҙелбаев, Ә. М. Сөләймәнов,М. Б. Юлмөхәмәтов. – 3-сө баҫма, үҙгәрешле. – Өфө: Китап, 2014.

Материаль–техник база

1.Мультимедия компьютеры (техник талаптар; график опера­ция системаһы, компакт-дискыларҙы уҡыу һәм яҙыу осон ҡоролма, видео, интернетҡа сығыу мөмкинлеге, акустик колон­калар,программалар пакеты (текст менән, график һәм презентация);

2.Мультимедиапроектор (уҡыу йортоноң материаль-техник тәьмин итеү исемлегенә инеү мөмкинлеге).

3.Финанс һәм техник шарттарға ҡарап, телекоммуникация саралары (электрон почта, мәктәптең локаль селтәре, интернетҡа сығыу) бөтә уҡыу йортон материаль-техник тәьмин итеү сиктә­рендә булдырылырға тейеш.

4.Сканер.

5.Лазерлы принтер.

6.Күсермә (ксерокс) аппарат (ғәҙәттә уҡыу йортоноң мате­риаль-техник базаһында була).

7.Штатив йәки стенаға әленә торған экран (минималь размеры 1,25x1,25).

8.Телевизор (диагональ буйынса 72 см-ҙан кәм түгел).

Әҙәбиәт буйынса белем кимәлен баһалау

Әҙәбиәт буйынса ла уҡыусы белемен баһалауҙың төрлө юлдары һәм үҙенсәлектәре бар, Исеменән үк күренеүенсә, әҙәбиәт дәресе уҡыусыларҙы әҙәпкә,тәртипкә, кешелеклелеккә өйрәтеү менән бергә матурҙы йәмһеҙҙән, яҡшыны насарҙан айырырға ла күнекмә бирә. Тимәк, һәр әҙәбиәт дәресе уҡыусыға тәьҫир итерлек, һоҡланып ултырырлыҡ та булырға тейеш. Шуның менән бергә һәр әҙәбиәт дәресендә тиерлек уҡыусы белеме лә баһаланырға,сиреккә,йыллыҡҡа билдәләр ҡуйылырға бурыслы.

Уҡыу тиҙлеген тикшереү

Башланғыс кластарҙан алып, һәр бала билдәле бер кимәлдә, тиҙлектә шыма итеп уҡый белергә лә бурыслы. Ғөмүмән, етеҙ, дөрөҫ, тасуири уҡыу, уҡырға өйрәтеү әҙәбиәт дәрестәренең тәүге мөһим талаптарының береһе. Уны, йәғни уҡыу тиҙлеген, 1 бала минутына күпме һүҙ укыуына ҡарап билдәләйҙәр. Һәр сирек һайын бер тапҡыр уҡыу тиҙлеге тикшерелә. Баһалар класс журналына ҡуйыла. Түбәндә башланғыс кластарҙан алып, уҡыусы минутына күпме һүҙ уҡырға тейеш булған һандар килтерелә. Уларға ҡарап, уҡыу тиҙлегенә ниндәй талаптар ҡуйылғанын билдәләргә мөмкин.

Баһалар



Баһалар

кластар

«5»

«4»

«3»

«2»

I

30

25

15

15-тән кәмерәк

II

55

45

30

30-ҙан кәмерәк

III

65

55

40

40-тан кәмерәк

IV

80

75

55

55-тән кәмерәк

V

100

90

80

80-дән кәмерәк

VI

110

100

90

90-дан кәмерәк

VII

120

110

100

100-ҙән кәмерәк

VIII

130

120

110

110-дан кәмерәк

IX

140

130

120

120-нән кәмерәк

Тасуири уҡыу һәм ятлауҙар өсөн баһалар

Һәр уҡыусы программаға ярашлы рәүештә шиғырҙар һәм сәсмә әҫәрҙәрҙән өҙөктәр ятларға бурыслы. Ятланған шиғырҙарҙы, өҙөктәрҙе, тасуири \ рәүештә һөйләргә тейешле һәр әҫәрҙе уҡытыусы иң башта үҙе тасуири итеп һөйләп күрһәтә. Үҙең тасуири итеп шиғырҙы йәки өҙөктө уҡыусыларға һөйләп күрһәтмәй тороп, уларҙан матур ятлауҙы талап итеп .булмай.

Уртаса бөтә синыфтарҙа ла программа буйынса һәр сиреккә икешәр шиғыр йәки сәсмә әҫәр өҙөгө | ятлатылырға тейеш. Программа төҙөүселәрҙең | иғтибарһыҙлығы арҡаһында күп осраҡта ошо ябай ғына талап иғтибарға алынмай. Бер сиректә бер шиғыр йәки өҙөк тә ятлатылмаһа, икенсеһендә биш-алты әҫәр булып ҡуя. Ятлауҙарҙың программала шулай бирелеүе уҡыусы өсөн бик кыйын һәм уңайһыҙ. Бигерәк тә уртаса өлгәшеүсе балаға ауырға тура килә.

Ятлау баһалары синыф журналының бер рәт шаҡмаҡтарына ғына ҡуйыла. Әммә ул шаҡмаҡтарға

2" билдәһе яҙылырға тейеш түгел. Тимәк, программала ҡаралған һәр әҫәр уҡыусы тарафынан мотлаҡ ятлатылырға тейешле, һәр шиғыр һәм өҙөктө үҙ ваҡытындаһөйләтеү уҡытыусының талапсанлығына бәйле. Ятлауҙар өсөн баһаларға түбәндәге талаптар ҡуйыла.

"5"- Шиғыр йәки сәсмә әҫәр өҙөгө бер ниндәй тотҡарлыҡһыҙ һәм тасуири итеп ятланғанда был баһа ҡуйыла, һәр һүҙ, һәр өн, һәр баҫым, быуындар берәмеге, паузалар теүәл талаптарға тура килергә тейеш.

"4" - Әҫәр тотҡарлыҡһыҙ һөйләнелһә лә, әммә тасуирлыҡ етешмәһә, бер-ике һүҙҙе, өндө, баҫымды, паузаны уҡыусы дөрөҫ әйтмәһә, "4" ҡуйыла. Шундай ваҡ кәмселектәр иң күбе дүрттән артмаҫҡа тейеш.

"3" - Тасуири һөйләп тә, уҡыусы дүрт-биш тапҡыр тотҡарланһа йәки шиғыр, өҙөктө һөйләгәндә, бер-ике урында яңылышып, тасуири ятламаһа, ваҡ кәмселектәр ете-һигеҙҙән артмаһа, "3" баһаһы ҡуйыла.

Алда әйтелгәнсә, "2" баһаһы ятлау өсөн бөтөнләй ҡуйылмай.

Уҡыусыларға сиреккә, йыллыҡҡа баһа сығарғанда, ятлауҙарға ла иғтибар ителә. Мәҫәлән, уҡыу йылы йәки сирек барышында бала бер шиғырын ятламаһа, баһа бер балға кәм ҡуйыла. Ике шиғыр йәки өҙөк ятланмаһа, сиреккә йәки йыллыҡҡа баһа «3»-тән артыҡ ҡуйылмай.

Тимәк, әҙәбиәттәге башҡа эш төрҙәре менән бергә уҡытыусы ятлауҙарға ла тейешле иғтибар бүлергә бурыслы


Календарь-тематик план 6 класс

Алтын һуҡмаҡ

С.Әлибаев. “Мәктәп юлы”. Я.Ҡолмой. “Мәктәп”

1

10.09



4

Я.Вәлиев. “Беренсе көн”

1

13.09



5

Р.Фәхретдинов. “Мәктәп”

1

17.09



6

Уйҙың күрке – тел, телдең күрке - һүҙ

З.Биишева. “Башҡорт теле”

1

20.09



7

Ҡ.Аралбай. “ Башҡорт ҡоролтайына”

1


24.09



8

Р.Бикбаев. “Халҡыма хат”.

1

27.09



9

Ил ҡеүәте - икмәктә

Г.Юнысова. “Ер улына”

1

1.10



10

Д.Бүләков. “Ҡара икмәк”

1

4.10



11

Д.Бүләков. “Ҡара икмәк”. Хикәйәләү тураһында.

1

8.10



12

Ф. Чанышева. “Икмәк еҫе”

1

15.10



13

А.Вахитов “Өс бөртөк бойҙай”.

1

18.10



14

А.Вахитов “Өс бөртөк бойҙай”. Хикәйә тураһында.

1

22.10



15

Ил ҡеүәте – икмәктә” темаһына инша

1

25.10



16

Халыҡ ижады

Урал батыр”

1

29.10



17

Урал батыр”

1

1.11



18

Урал батыр”. Батырҙар тураһында әкиәттәр.

1


8.11



19

Ҡариҙел. Легенда тураһында.

1

12.11



20

Бәйеттәр. Герман һуғышы бәйеттәре. Дон далаларында.

1

15.11



21

Таҡмаҡтар тураһында..

1

19.11



22

Кластан тыш уҡыу дәресе.

1

22.11



23

К.Кинйәбулатова. “Уҡытыусым!”. Р.Шаммас. “Уҡытыусыға”

1

26.11



24

Л.Яҡшыбаева. “Уҡытыусы – ул белем биреүсе”

1

29.11



25

Ф.Иҫәнғолов. “Уҡытыусы Ғүмәров”

1

3.12



26

Ф.Иҫәнғолов. “Уҡытыусы Ғүмәров” Комментарийлы уҡыу

1

6.12



27

Яратҡан уҡытыусым” темаһына инша

1

10.12



28

Беҙҙең боронғо әҙәбиәтебеҙ. Ҡол Ғәли. “Йософтоң матурлығы”

1

13.12



29

Табын ҡәбиләһенең ҡара табын ырыуы шәжәрәһе. Шәжәрә тураһында.

1

17.12



30

Сәйф Сараи. Парсалар.

1

20.12



31

Атай-олатайҙарҙың да төйәге. Т.Йосопов. “Ай Уралым, Уралым”. Ж.Кейекбаев. “Урал тураһында ҡобайыр”

1

24.12



32

Н.Иҙелбай. “Салауат ташы”

1

27.12



33

Н.Иҙелбай. “Салауат ташы”. Комментарийлы уҡыу.

1

17.01



34

Йырауҙар һәм сәсәндәр ижады

С.Юлаев. “Ағиҙелкәй аға ҡая аралап…”. “Йырҙарҙан”

1

21.01



35

Юлай менән Салауат”

(эпостан өҙөк)

1

24.01



36

М.Иҙелбаев. “Төш” Гөлсафия ҡарсыҡтың төшө нимә юрай?

1

28.01



37

М.Иҙелбаев. “Төш”. Cалауат ер һатыуҙы нисек аңлай?

1

31.01



38

М.Иҙелбаев.“Төш”. Образ тураһында төшөнсә.

1

4.02



39

Р.Ғарипов. “Салауат батыр”

1

7.02



40

Башҡортостан – Гөлбостан… Ш.Бабич. “Башҡортостан”

1

11.02



41

Ялыҡ Бурнаҡ улы. (“Һуңғы Һартай” әҫәренән өҙөк)

1

14.02



42

З.Биишева. “Башҡортостан”. Н.Нәжми. “Башҡортостан”

1

18.02



43

Кластан тыш уҡыу дәресе.

1

21.02



44

Һыҙҙырт, ҡурай, башҡорт моңдарын… Башҡорт халыҡ йыры “Ҡурай”

1

25.02



45

Ҡ.Аралбай. “Йомабай ҡурайсы”

1

28.02



46

Н.Ғәлимов. “Яуҙан ҡайтҡан ҡурай” Артист, режиссер Ғәйфулла Сарбаев.

1

4.03



47

Н.Ғәлимов. “Яуҙан ҡайтҡан ҡурай”

1

7.03



48

Әсәй күңеле – тулы ҡояш А.Игебаев. “Әсәйемә”. Р.Ғарипов. “Әсәм ҡулдары”

1

11.03



49

Й.Солтанов. “Ҡәнәфер сәскәһе”

1

14..03



50

Башҡорт халыҡ әкиәте “Бер сәскәнең зарыҡҡаны”

1

18.03



51

Әсәм ҡулдары” темаһына инша.

1

21.03



52

Яуҙа еңеп ҡайтығыҙ! Ҡ.Даян. “Шайморатов генерал”

1

4.04



53

Ә.Бикчәнтәев. “Бөркөт һауала үлә” Ротаның хөжүмгә әҙерлеге.

1

8.04



54

Ә.Бикчәнтәев. “Бөркөт һауала үлә”

1

11.04



55


Ә.Бикчәнтәев. “Бөркөт һауала үлә” А.Матросовтың батырлығы.

1

15.04



56

Кластан тыш уҡыу дәресе.

1

18.04



57

Т.Килмөхәмәтов. “Турайғыр” Ғәйҙулланың әсирлектә үткән тормошо

1

22.04



58

Т.Килмөхәмәтов. “Турайғыр” “Ир-егет донъя тотҡаһы”

1

25.04



59

Т.Килмөхәмәтов. “Турайғыр” Ғәйҙулланың ат йыуындырыу тәртибе.

1

29.04



60

Т.Килмөхәмәтов. “Турайғыр” һалдат антына тоғро ҡала.

1

2.05



61

Тыуған яҡ әҙәбиәтен өйрәнеү.

3

6.05



62

Тәбиғәт донъяһында… Г.Юнысова. “Талы бөгөлөп тора”

1

13.05



63

Ф.Ғөбәйҙуллина. “Умырзая”. А.Игебаев. “Сыйырсығым”

1

16.05



64

Р.Назаров. “Офоҡтағы ҡояш”. С.Яҡупов. “Ҡарабаш турғай”

1

20.05



65

Туғандаш халыҡтар әҙәбиәте

Ғ.Туҡай. “Шүрәле” Халыҡ ижады һәм әҙәбиәт.

1

23.05



66

В.Бианки. “Ҡоторған тейен”

1

27.05



67

И.Йосопов. “Ҡара бүрек хаҡында һүҙ”



1

30.05






Башҡортостан республикаһы Белорет районы

муниципаль районы Абҙаҡ ауылының урта

дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет

дөйөм белем биреү учреждениеһы





ҠАРАЛҒАН : КИЛЕШЕЛГӘН : РАҪЛАНҒАН : ММБ ултырышында КБМ етәксеһе директор

Шоҡобаева И. Р. ______ Әхмәтшина Л. Х. ______ Йомағужина Г. Р. __

Протокол № __ « ____ » ________20___й. « ____ » ________20___й. « ____ » ________20___й.














2016-2017 уҡыу йылына

6б класы өсөн башҡорт әҙәбиәтенән

эш программаһы









Төҙөнө: башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Шоҡобаева Илүзә Рамил ҡыҙы












2016-2017 уҡыу йылы