Тема: Ҡыш миҙгеле.
Маҡсат: Уҡыусыларҙың телмәрен үҫтереү, фекерләү һәләтен арттырыу. Яңы һүҙҙәр үҙләштереү.Фәүзия Рәхимғолова менән таныштырыу.Тыуған яҡҡа, ҡышҡы тәбиғәткә, уның матурлығына һөйөү һәм ихтирам тойғоһо уятыу.
Йыһазландырыу: дәреслек, компьютер, экран, проектор
Дәрес барышы
Ойоштороу мәле.
Фонетик күнегеү.
Уҡыусылар, хәҙер мин һеҙгә шиғыр уҡып ишеттерәм. Ә һеҙ уйлап ултырығыҙ, был шиғырҙа нимә тураһында һүҙ бара икән?
Ноябрь – ул ҡыштың башы,(слайд1)
Ҡар ятты ҡара ергә.
Ҡар бабай яһап уйнайбыҙ,
Саңғы шыуабыҙ бергә.
-Ни өсөн ноябрь айын ҡыштың башы тиҙәр?
-Ҡыҙыл менән яҙылған һүҙҙәрҙе уҡып үтәйек әле.
-А өнө башҡорт телендә нисек әйтелә?
-Баҫым ниндәй ижеккә төшә?
-Хәтер кунекмәһе эшләп китәйек.
….. – ул ҡыштың башы,(слайд2)
…. ятты …. ергә.
… …. яһап уйнайбыҙ,
… …. шыуабыҙ бергә.
…. –ул …. башы,(слайд3)
…. ….. …. ергә.
….. ….. …. уйнайбыҙ,
…. ….бергә.
- Уҡыусылар, шиғыр нимә тураһында, йә әйтегеҙ әле?
-Эйе, дөрөҫ!
Төп өлөш.Беҙ бөгөнгө дәресебеҙҙә ҡыш миҙгеле тураһында һөйләшербеҙ. Элек үткәндәрҙе ҡабатларбыҙ.Фәүзия Рәхимғолованың “Ҡыш”шиғыры менән танышып үтәрбеҙ.
Фәүзия Рәхимғолова менән танышыу.
Хәҙер Фәүзия Рәхимғолова менән танышып үтәрбеҙ.(слайд4)
Фәүзиә Рәхимғолова — шағирә, Башҡортостандың Ишембай районы Йәнырыҫ ауылында 1921 йылдың 15 декабрендә тыуған.
Бәләкәйҙән үк етемлектең әсе һурпаһын татып үҫә. Һуғыш йылдарында заводта эшләй, тыныс тормошта иһә мәктәптә уҡыта, һуңынан ғүмеренең күп өлөшөн матбуғатҡа арнай, «Пионер» (хәҙерге "Аманат" журналындында), «Башҡортостан ҡыҙы» журналдарында эшләй.
Фәүзиә Рәхимғолова – әҙәбиәтебеҙҙә күренекле урын алып торған яҙыусыларҙың береһе, шиғырҙарҙан һәм проза әҫәрҙәренән торған 26 китап авторы. Әҙибәнең барлыҡ ижады йәш быуынды тәрбиәләүгә бағышланған. Ул үҙен ысын мәғәнәһендә талантлы балалар яҙыусыһы итеп танытты. Әлеге көндә лә шағирәнең шиғырҙары, инсценировкалары – күңел нурҙары дәреслектәрҙән төшмәй, байрам иртәлектәрен биҙәй.
-Уҡыусылар,артабан киттек. “Ҡыш”шиғыры менән танышып үтәек.Шиғырҙы уҡыр алдындан һүҙҙәр менән танышып үтәйек.
Шиғыр өҫтөндә эш.
А)һүҙлек эш: тәлғәш-(слайд)
йылғыр- шустрый муйыл-черёмуха(слайд)
-“ҡыш ”темаһына бәйле һүҙҙәрҙе ҡабатлап үтәйек.
Һүҙҙәр: Һыуыҡ, бәҫ, һырынды, тағараҡ, һырғалаҡ, ябалаҡлап, боҙ, саңғы, сана шыуыу, ҡар бабай, көрт, туң, коньки, тау, ярыш, ағастар, йәнлектәр, Яңы йыл , ҡар көрәү.
Б)Шиғырҙың биремен уҡыу.
В)Уҡытыусы уҡый.
Г) 1-2 бала уҡый.
Д)һорауҙарға яуаптар: шиғыр нимә тураһында бара?
Бөтә ер ниндәй?Ағастар ниндәй?Ҡышын ауылда ниндәй һауа?Балалар нимә эшләйҙәр? Аҫтына һыҙылған һүҙбәләнештәрҙең, һәйләмдәрҙең мәғәнәһен аңлатығыҙ?
-Ҡыш миҙгеле бик матур!һауа саф!Балалар төрлө уйындар уйнайҙар.Беҙ ҡыш миҙгелен гел күҙәтеп торабыҙ.Бер йыл үтә һалҡын була, икенсеһе йылы була.менә ошо күҙәтеүҙәр беҙгә ололарҙан күсеп килә һәм “һынамыштар” тип атала.(приметы) Һеҙ ҡыш тураһында ниндәй һынамыштар беләһегеҙ?
….
Менә мин дә һеҙгә бер нисәһен әҙерләп килдем.(слайд)
Һынамыштар: Ҡыш ҡарһыҙ булһа, йәй ярлы була. Если зимой будет мало снега, то летом не будет урожая.
Төтөн тура сыҡһа, һыуыҡ була. Если дым пойдет прямо, то будет холодно.
Төнөн бәҫ төшһә, көндөҙ ҡар яумай.Если ночью опадет иней, то днем не будет идти снег.
-Уҡыусылар ниндәй һынамыштарҙы иҫегеҙҙә ҡалдырҙығыҙ?
-Бик яҡшы.Дауам итәйек.үткәндәрҙе иҫкә төшөрөп, нығытып китәйек.
Дәреслектәге күнегеүҙе эшләп китәйек.79-сы күнегеү.
Ялминуты.
тағаҡ һүҙеннән һүҙҙәр төҙөү.
-Һеҙ нисек ҡоштарға ярҙам итәһегеҙ?
-Һеҙ балалар тағараҡтар яһағанығыҙ бармы?тағараҡтарҙы ябай ғына эшләп була.Төрлө һут, ярма ҡаптарынан.(слайд)
-Беҙҙең яҡтарҙа ҡыш ниндәй?
-әйҙәгеҙ ,экрандағы һөйләмдәр өҫтөндә эшләп китәйек менән эшләп китәйек.(слайдтар)
-Уралда ҡыш ниндәй?
-һалҡын булыуға ҡарамастан беҙ ҡышты бик яратабыҙ.Ни өсөн яратабыҙ?Ҡыштың һыуыҡтар ҙа оҡшаймы?ошо тураһында уҡып үтәйек.
Диалог уҡыу
-һиңә ҡыш миҙгеле оҡшаймы?
- ……………………………..
- ни өсөн ?
- ……………
-һиңә ниндәй миҙгел оҡшай?
- …………………………
- һиңә был миҙгел ни өсөн оҡшай?
-……………….
Йомғаҡлау.баһалау.
Өй эше.
80-се күнегеү.
84-се күнегеү.