Конспект урока по башкирскому языку на тему Имя существительное (6 класс)

Автор публикации:

Дата публикации:

Краткое описание: ...


Тема: Исем.

Маҡсат: 1) исем тураһында башланғыс класта үтелгәндәрҙе нығытыу һәм

дөйөмләштереү;

2) уҡыу һәм яҙыу телмәрен үҫтереү, үткән теманы ҡабатлау, уйлау

Һәләтен үҫтереү, хәтерҙе үҫтереү, фекерләү ҡеүәһен камиллаштырыу.

3) белем алыуға ҡыҙыҡһыныу уятыу, Тыуған илгә һөйөү, ветерандарға

ихтирам тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: дәреслек, экран, компьютер, билеттар, смайликтар.

Дәрес барышы:

  1. Ойоштороу мәле.

-Һаумыһығыҙ, балалар! Ултырығыҙ!

Бөгөнгө башҡорт теле дәресен һеҙгә мин үткәрәм. Мин – Әлфиә Бареевна булам. Ә һеҙҙең менән дәрес барышында танышырбыҙ.

Ҡыңғырау шылтыраны,

Беҙ ултырҙыҡ дәрескә.

Китап, дәфтәрҙәр әҙер,

Тотонайыҡ беҙ эшкә.

  • Балалар, кем сәйәхәт итергә ярата,ҡулығыҙҙы күтәрегеҙ әле? Мин бөгөнгө дәрестең девизы итеп “Берҙәмлектә – көс” тигән мәҡәлде алдым, сөнки беҙ бөгөн сәйәхәткә барабыҙ. Һеҙҙән бөгөн ҡыйыулыҡ, сослоҡ, аҡыл талап ителә.

  1. Үткән теманы ҡабатлау.

  • Сәйәхәткә сығыр алдынан һеҙҙең әҙерлегегеҙҙе тикшереп алайыҡ. Таҡтала бирелгән һүҙҙәрҙе хор менән уҡыйыҡ та, араһынан артыҡ һүҙҙе табайыҡ. (Исем)

Был ниндәй һүҙҙәр? Улар нисек яҙыла?(айырым).

Афарин! Ә хәҙер бирелгән ошо һөйләмдәргә тейешле ярҙамсы һүҙҙәр өҫтәп уҡыйыҡ.

Мин олатайым ... балыҡҡа барҙым.

Айгөл һуғыш ...китап уҡыны.

Бөгөн көн йылы, ... кисә һыуыҡ булды.

  • Афарин, балалар! Ярҙамсы һүҙҙәрҙе үҙләштергәнһегеҙ икән.

  1. Яңы тема.

  • Ниндәй һүҙ артыҡ булып сыҡты? (исем)

Бөгөн беҙ исем темаһы буйлап сәйәхәткә сығабыҙ.

Нимә ул исем, балалар? Русса тәржемәһен әйтегеҙ әле. (и.сущ., имя).

  • Бөгөн беҙ исемде һүҙ төркөмө булараҡ тикшерәсәкбеҙ.

Дәфтәрҙәрегеҙҙе асығыҙ ҙа бөгөнгө числоны, теманы яҙып ҡуйығыҙ.

Әйҙәгеҙ, тағы берҙе девизыбыҙҙы ҡабатлап алайыҡ. (хор менән әйтеү).

  • 1-се туҡталыш “Һорауҙар” туҡталышы тип атала.

Балалар, таҡтала нимә күрәһегеҙ? (тейен, өй, кеше, туп һүрәте).

Улар ниндәй һорауға яуап бирәләр? Нимәне белдерәләр? Ә хәҙер ошо һүҙҙәрҙең русса тәржемәһен әйтәйек. Һорауын билдәләйек. Ниндәй айырма күрҙегеҙ? (һорауҙары төрлө).

- Тимәк, исем нимәне аңлата һәм ниндәй һорауҙарға яуап була.

- Сәйәхәтебеҙҙе дауам итәйек. 2-се туҡталыш “Һандар” туҡталышы.

Ә хәҙер интерактив таҡтаға ҡарайыҡ. Бирелгән предметтарҙың исем-

дәрен яҙығыҙ, ике бағанаға.

Кем уҡып ишеттерергә теләй? Был һүҙҙәрҙе нисек яҙҙығыҙ?(берл,күп.)

Исемдәргә ниндәй ялғауҙар өҫтәнегеҙ?(-лар, -ләр, -тар, -тәр һ.б.

Тимәк, исем нисек үҙгәрә ала? (һанда)

  • Сәйәхәтебеҙҙе дауам итәйек. 3-сө туҡталыш “Эйәлек” туҡталышы тип атала.

Эйә нимә була? (хужа)

Һәр бер әйберҙең эйәһе була, шулай бит. Бына был ручка кемдеке? (минеке). Был класс кемдеке? (һеҙҙеке)

Был туҡталышта һеҙгә нөктәләр урынына исемдәр ҡуйып яҙырға кәрәк.

1-се рәт – һеҙгә олатай, 2-се рәт – ил, 3-сө рәт – һалдат һүҙе.

Ә хәҙер рәттәрҙе тикшерәйек.

Афарин, балалар! Тимәк исемдәр тағы нисек үҙгәрәләр?( эй.зат.)

  • 4-се туҡталыш “Килештәр” туҡталышы тип атала.

Был туҡталышта һеҙҙе ошондай эштәр көтә.

1-сенән һеҙ килештәрҙең һорауҙарын дөрөҫ урынлаштырырға тейешһегеҙ.

2-се эш: атай һүҙен 1-се вариант,

байрам һүҙен 2-се вариант килеш менән үҙгәртә.

Ә хәҙер тикшерәйек. Афарин, балалар!

Тимәк, исемдәр тағы нисек үҙгәрә? (килештә)

  • 5-се туҡталыш “Һөйләм” туҡталышы тип атала.

Таҡтала һөйләмдәр бирелгән. Әйҙәгеҙ шуларҙы уҡыйыҡ.

Һеҙ нимә аңғарҙығыҙ. (ветеран һүҙе ҡабатлана)

Әйҙәгеҙ ветеран һүҙенә һорау биреп ҡарайыҡ.

Байрамға ветеран килде.

Кем килде? Ниндәй һөйләм киҫәге булып килә? (эйә)

Ветеран... түшендә төрлө миҙалдар, ордендар бар.

Дөрөҫ ялғау ҡуйып уҡығыҙ. Ниндәй һөйләм киҫәге булып килә?

Кемдең? һорауына яуап булғас, тимәк ул аныҡлаусы булып килә.

Беҙ ветеран... сәскә бүләк иттек.

Был һөйләмдә ниндәй ялғау өҫтәрһегеҙ? Ниндәй һорауға яуап була? Тимәк, был һөйләмдә исем ниндәй һүҙ төркөмө булып килә?

Олатайым – ветеран.

Был осраҡта ветеран һүҙе эйәнең кемлеген белдереп килә.

  • Балалар, ниндәй байрам яҡынлашып килә?Һеҙҙең мәктәп ниндәй һуғыш ветеранын шефлыҡҡа алған?

Уның исеме нисек? Ветеранды, үҙегеҙҙең атайҙарығыҙҙы, ағайҙарығыҙҙы байрам менән ҡотларға онотмағыҙ.

Йомғаҡлау.

  • Шулай итеп, сәйәхәттең аҙағына ла килеп еттек. Һеҙгә сәйәхәт оҡшанымы? Нимәләр иҫегеҙҙә ҡалды?

Тимәк, исем нимәне аңлата? Ниндәй һорауҙарға яуап була? Нимә менән үҙгәрә? Бына ошо әйтелгән ҡағиҙәләрҙе бер схемаға яҙып була, ҡарағыҙ һәм иҫтә ҡалдырығыҙ.

Өйгә эш биреү.

  • Ә хәҙер көндәлектәрегеҙҙе асығыҙ ҙа өйгә эш яҙып алығыҙ. Өйҙә үҙегеҙҙең олатайығыҙҙы, йә атайығыҙҙы ҡотлап открытка яҙып килегеҙ. Текста исемдәрҙең аҫтына һыҙығыҙ, уларҙың үҙгәрешен аңлатырға әҙерләнегеҙ.

  • Балалар, бөгөн дәрестә бик яҡшы ҡатнаштығыҙ. Артабан да уҡыуығыҙҙа уңыштар теләйем.

  • Дәрес бөттө, һау булығыҙ!