6 -сы класс өсөн эш программаһы һәм тематик план.
Аңлатма яҙыу
Башҡорт теленән эш программаһы түбәндәге норматив документтарға нигеҙләнеп төҙөлдө:
-Төп белем биреү мәктәптәренең «Мәғариф тураһындағы» законға Федераль компоненттарҙың дөйөм белем биреү буйынса Федераль стандарттарына ярашлы дөйөм белем биреү учреждениелары өсөн Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан V-XI кластарға ярашлы программаһы. Программа авторҙары: В. Ш. Псәнчин, Ю.В. Псәнчин. – Ижевск, 2008 й.;
-Дәреслек: Толомбаев Х.А.,Солтанбаева Х.В.,Л.С.Балапанова авторлығындағы 6-сы класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн башҡорт теле дәреслеге. -Өфө:Китап, 2012й.
Эш программаһы 8 бүлектән тора: «Аңлатма яҙыу»; уҡытыу фәненең дөйөм характеристикаһы; уҡытыу курсының базис уҡыу (белем биреү) планындағы урыны; “Башҡорт теле” фәнен өйрәнеүҙең шәхси, метапредмет, предмет һөҙөмтәләре; программаның йөкмәткеһе; календарь-тематик план; материаль-техник ҡулланмалар, уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар исемлеге, өҫтәлмә әҙәбиәт; уҡыу йылы аҙағында көтөлгән һөҙөмтәләр.
Бөгөнгө ижтимағи шарттарҙа мәктәп алдына башҡорт телен уҡытыуға ҡуйылған юғары талаптарҙан сығып, башҡорт телен өйрәнеү буйынса түбәндәге етди бурыстар йөкмәтелә:
- уҡыусыларға башҡорт теленең фонетикаһынан, лексикаһынан, һүҙьяһалыш менән грамматикаһынан, стилистикаһы менән пунктуацияһынан, шулай уҡ телдең ижтимағи тормоштағы функцияһы, телдең үҫеше хаҡында программала билдәләнгән күләмдә ныҡлы белем биреү;
- уҡыусыларҙың фекерләүен, танып-белеү һәләтлелеген үҫтереү;
уҡыусыларҙа әсә теленең hүҙ байлығына һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү;
уҡыусыларҙы, телдең орфоэпик, интонацион нормаларын күҙәтеп, дөрөҫ, асыҡ һәм тасуири уҡыу күнекмәләре менән ҡоралландырыу;
- балаларҙың орфографик һәм пунктуацион күнекмәләрен үҫтереү;
- башҡорт теленең байлығын, тасуирлау мөмкинлектәрен асыу аша уҡыусыларҙа туған телде өйрәнеүгә әүҙем ҡыҙыҡһыныу, туған телгә, туған халыҡҡа, Ватанға тоғролоҡ һәм hөйөү, ғәҙеллек, донъяға киң ҡараш, кешеләр араһында татыулыҡ, ата-әсәгә, туған халыҡтың быуаттар буйына тупланған тормош ҡағиҙәләренә, әхлаҡ нормаларына хөрмәт тәрбиәләү.
башҡорт телен уҡытыу маҡсаттары: 1)Туған телгә ҡарата һөйөү, мәҙәниәт күренеше булараҡ, телгә ҡарата аңлы ҡараш тәрбиәләү; туған телдең төп аралашыу, кеше эшмәкәрлегенең төрлө сфераһынан белем алыу ҡоралы булыуын, йәмғиәттә ҡабул ителгән әхлаҡ-этик нормаларҙы үҙләштереү сараһы булыуын аңлау; туған телдең эстетик ҡиммәттәрен үҙләштереү;
2)көндәлек тормошта һәм уҡыу эшмәкәрлегендә туған телде аралышыу сараһы булараҡ үҙләштереү; уҙ-ара аңлашыу һәм уҙ-ара фекер алышыуға һәләтлелекте үҫтереү;универсаль уҡыу хәрәкәттәрен(эшмәкәрлек маҡсаттарын аныҡ итеп әйтә белеү,библиографик эҙләнеү үткәреү, төрлө типтағы лингвистик һүҙлектәрҙән, сығанаҡтарҙан,Интернеттан тейешле мәғлүмәтте алыу һәм эшкәртеү һ.б.) үҙләштереү;
3) тел системаһы төҙөлөшөн һәм уның хәрәкәттә булыу законлығын үҙләштереү; анализлау, сағыштырыу,классификациялау һәм тел факттарын баһалау һәләттәрен үҫтереү;яҙма һәм һөйләү телмәрен, телмәр этикет нормаларын үҙләштереү;алынған белемде,күнекмәне аралашыу процесында, уҡыу эшмәкәрлегендә һәм көндәлек тормошта ҡулланыу һәләтлеген камиллаштырыу.
Уҡыу предметына дөйөм характеристика
Мәктәпкә юғары мәҙәниәткә эйә булған, грамоталы, hәp яҡлап камил булып өлгөргән, ил алдындағы изге эштәрҙе башлап йөрөүсе кешеләр әҙерләп сығарыу йөкмәтелгән. Ул мөһим бурысты заман талабынса хәл итеүҙә әсә теле ҙур роль уйнай.
Башҡорт теле – башҡорт халҡының туған теле һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булып һанала. Башҡорт әҙәби теле — башҡорт милли мәҙәниәтенең нигеҙе, шуға күрә мәктәптәрҙә уны өйрәнеүгә төп урын бирелә. V-XI кластарҙың программаһы әсә теленән булған барлыҡ эштәрҙең йөкмәткеһен һәм йүнәлештәрен үҙ эсенә ала. Ул йүнәлештәрзең иң мөһиме — туған тел һәм туған әҙәбиәт дәрестәрендә белем менән бер рәттән тәрбиә биреүҙе тығыҙ бәйләнештә алып барыу.
Программала уҡыусыларҙың туған телгә, һүҙгә булған ҡыҙыҡһыныуын һәр саҡ үҫтерә барыу, туған телдең байлығын, төрлө һүрәтләү сараларын күрһәтеү, һүҙ һәм уның формалар төрлөлөгөн телмәрҙә ҡулланыуҙа ынтылыш тәрбиәләү, уҡыусыларҙы туған телдән ныҡлы, аңлы белем алырлыҡ итеп уҡытыу бурысы ҡуйыла.
Теоретик белешмәләрҙе үҙләштереү уҡыусыларҙың тел факттарын сағыштырыу, төркөмләү, фонетик, морфологик, синтаксик, орфографик, пунктуацион һәм башҡа төрлө анализ яhay кеүек практик эштәр барышында тормошҡа ашырыла. Әсә теле уҡытыусыларының хәҙерге шарттарҙа мөһим бурысы - уҡыусыларзың грамоталы яҙыу һәм әҙәби тел нормаларын күҙәтеп һөйләү телмәрен үҫтереү. Орфографик һәм пунктуацион ҡағиҙәләрҙе өйрәнгәндә, уҡыусыларҙың ул ҡағиҙәләрҙе аңлауҙарын, хәтерҙәрендә тотоуҙарын тәьмин итеү, ҡағиҙәләрҙе миҫалдар менән дәлилләй алыуҙарына, дөрөҫ ҡулланыуҙарына ирешеү мотлаҡ шарт булып ҡала.
Башҡорт теле курсының ҡайһы бер темаларын үткәндә һәм бүтән предметтарҙы уҡытҡанда, оҡшаш мәғлүмәттәр, оҡшаш төшөнсәләр осрай. Оҡшашлыҡтар бигерәк тә туған әҙәбиәт, рус теле һәм әҙәбиәте, сит ил теле предметтарында күп. Телдең туған әҙәбиәт менән бәйләнеше телмәр үҫтереү программаһы менән дә билдәләнелә. Әҙәбиәт дәрестәрендә өйрәнелгән төрлө һүрәтләү, күркәмлек сараларын тел дәрестәрендә лә файзаланырға кәрәк. Телдең теге йәки был күренештәрен (мәҫәлән, төрлө грамматик формаларҙың ҡулланылышы, һүҙҙәрҙең бәйләнеү саралары һәм юлдары, төрлө синтаксик төҙөлмәләр иллюстрациялау өсөн әҙәбиәт дәрестәрендә өйрәнелгән әҫәрҙәрен миҫалдар алынырға тейеш).
Башҡорт телен рус теле менән (шулай уҡ сит ил теле менән дә) бәйләп уҡытыу өсөн мөмкинлектәр бигерәк күп. Бер үк һәм оҡшаш төшөнсәләр ике телдә лә бар. Тәржемә яһау, ике телдең факттарын сағыштырыу, уларзың оҡшаш һәм айырмалы яҡтарын билдәләү кеүек эштәре киң ҡулланырға кәрәк.
Тел күренештәре менән оҡшаш төшөнсәләр тарих (архаизмдар, тарихи һүҙҙәр, үҙләштерелгән һүҙҙәр, халыҡ тарихы, телдең, яҙыуҙың барлыҡҡа килеүе), география (телдәрҙең таралыуы, төркөмдәре), анатомия (телмәр органдары, телмәр механизмы), музыка (өн, тауыш, интонация, тембр) дәрестәрендә бар.
Был предметтарҙы өйрәнеү процесында уҡыусылар төрлө факттарҙы сағыштырырға, анализларға, һығымталар яһарға, дөйөмләштерергә күнегәләр. Уҡытыусы башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусыларҙың бүтән предметтарҙы өйрәнеү һөҙөмтәһендә алған белемдәренә таянырға һәм шуның менән башҡорт телен башҡа уҡыу фәндәренә бәйләргә бурыслы.Предмет-ара бәйләнеш өйрәнелә торған материалды яҡшыраҡ аңларға һәм башҡорт теле буйынса төплө күнекмәләр формалаштырырға мөмкинлек бирәсәк.
Әсә теле программаһының һәр бүлеген, hәp темаһын өйрәнеү уҡыусыларҙың фекерләүен, телмәрен үҫтереүгә ныҡлы ярҙам итергә тейеш.
Базислы уҡытыу планындағы урыны
Сәйетҡол ауылы төп дөйөм белем биреү мәктәбе ҡабул иткән уҡыу планы буйынса башҡорт телендә уҡытылған дөйөм белем биреүсе мәктәптәр өсөн эш планы башҡорт телен 6-сы класта аҙнаһына 2 сәғәт, йылына 68 сәғәт уҡытыуҙы күҙ уңында тота.
“ Башҡорт теле” предметының өйрәнеү һөҙөмтәләре
Шәхси һөҙөмтәләре булып түбәндәгеләр тора:
башҡорт телен башҡорт халҡының төп милли-мәҙәни ҡиммәте булараҡ аңлау, интелектуаль, ижади һәләтлектәрен һәм шәхестең мораль-этик сифаттарын үҫтереүҙә туған телдең ролен,уның мәктәптә белем алыу процесындағы әһәмиәтен билдәләү;
башҡорт теленең эстетик ҡиммәтен аңлау;туған телгә ҡарата ихтирам, һөйөү, уның менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү; милли-мәҙәни сағылыш булараҡ, башҡорт теленең таҙалығын һаҡлау тураһында хәстәрлек күреү;үҙ телмәреңде камиллаштырырға ынтылыу;
аралашыу процесында кәрәкле һүҙлек запасына эйә булыу һәм үҙ фекереңде иркен еткереү өсөн тейешле грамматик сараларҙы үҙләштереү; үҙ телмәреңде күҙәтеү һәм уны баһалау күнекмәһен булдырыу.
Метапредмет һөҙөмтәләре:
Функциональ грамоталыҡтың мөһим индикаторы - предмет-ара статус: коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге (телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәре менән эш итеү, тиңдәштәре һәм оло кешеләр менән аралашыуҙы ҡороу; телдән һәм яҙма телмәрҙе адекват ҡабул итеү; ҡуйылған проблема буйынса үҙ ҡарашыңды теүәл, дөрөҫ, логик яҡтан төҙөк һәм тасуири әйтеп биреү, аралашыу процесында яҙма һәм һөйләү телмәре нормаларын һәм башҡорт телмәр этикетын һаҡлау); танып белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге (проблеманы аныҡлау, дерөҫ аргументлай белеү, логик яҡтан төҙөк фекер йөрөтөү, иҫбатлау табыу, раҫлаусы йә кире ҡағыусы тезис килтереү; библиографик эҙләнеүҙе тормошҡа ашырыу, төрлө сығанаҡтарҙан кәрәкле мәғлүмтте алыу, төп һәм өҫтәмә мәғлүмәтте билдәләү, уҡыу маҡсатын асыҡлау, аралашыу маҡсатынан сығып уҡыу төрөн һайлау; мәғлүмәти-комньютер сараларын ҡулланыу; мәғлүмәтте системаға килтереү һәм киренән эшкәртеү һәм уны төрлө ысулдар менән күрһәтеү һ.б); регулятив универсаль уҡыу хәрәкәте (эшмәкәрлек маҡсатын ҡуя һәм аныҡ итеп әйтә белеү, эшмәкәрлекте эҙмә-эҙлекле планлаштыра һәм кәрәк саҡта үҙгәртә белеү; уҙ контроль, үҙ баһалау, үҙ коррекциялау һ. б. тормошҡа ашырыу.)
Функциональ грамогалыҡтың мөһим компоненты телмәр эшмәкәрлеге төрҙәренә нигеҙләнә һәм мәктәптә туған телде өйрәнеү аша уҡыусыларҙың фекерләү һәләтен маҡсатлы йүнәлештә үҫтереүҙе күҙ уңында тота.
Функциональ грамотапыҡты формалаштырыу, уҡыусыларҙың телмәр эшмәкәрлеген камиллаштырыу башҡорт теленең төҙөлөшө һәм аралашыуҙың төрлө шарттарында уны ҡулланыу үҙенсәлектәренән белеү нигеҙендә төҙөлә. Уҡыу процесы телде анализлау күнекмәләрен формалаштырыуға ғына йүнәлдерелгән булырға тейеш түгел, ә шулай уҡ телмәр мәҙәниәтен тәрбиәләү, тормошта моһим күнекмәләрҙе формалаштырыу, төрлө уҡыу төрҙәрен ҡулланыу, тексты мәғлүмәти эшкәртеү, мәғлүмәтте төрлө формала эҙләү, телмәр ситуацияһына, әҙәби тел нормаларына һәм аралашыуҙың этик нормаларына яраҡлы төрлө ысулдарын файҙаланыу. Шулай итеп, төп дөйөм белем биреү мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыу баланың дөйөм мәҙәни кимәлен үҫтерергә, артабан уҡыуын төрлө белем биреү учрежденияларында дауам итә алырлыҡ кимәлдә булырға тейеш.
Предмет һөҙөмтәләре:
Телдең төп функциялары тураһында, башҡорт теленең башҡорт халҡының милли теле,БР-һының дәүләт теле булыуы тураһында, тел һәм халыҡ мәҙәниәтенең бәйләнештәре тураһында, туған телдең кеше һәм йәмғиәт тормошондағы роле тураһында ҡараш булдырыу;
гуманитар фәндәр системаһында туған телдең урынын һәм мәғарифта тулыһынса уның ролен аңлау;
туған тел тураһында төп фәнни нигеҙҙе үҙләштереү;
тел ғилеменең төп аңлатмалары:лингвистика һәм уның төп бүлектәре; тел һәм телмәр аралашыуы,һөйләү һәм яҙма телмәр,монолог,диалогһәм уларҙың төрҙәре; функциональ стилдәр,текст,текст төрҙәре;телдең төп берәмектәре,уларҙың билдәләре һәм телмәрҙә ҡулланыу үҙенсәлектәрен үҙләштереү;
башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһының төп стилистик ресурстарын,башҡорт әҙәби теленең төп нормаларын, һөйләү этикет нормаларын үҙләштереү;
телдең төп берәмектәрен,грамматик категорияларын анализлау һәм таныу, тел берәмектәрен аралашыу шарттарына ярашлы ҡулланыу;
һүҙгә төрлө анализ төрҙәрен,һөйләм һәм һүҙбәйләнешкә синтаксик анализ яһау;
тел-һүрәтләүсаралары һәм уларҙы уҡыусы телмәрендә ҡулланыу.
Уҡысыларҙың эшмәкәрлегенең төп төрҙәрен билдәләгән тематик планлаштырыу
Уҡысыларҙың эшмәкәрлегенең төп төрҙәренә характеристика 1
Туған тел тураһында әңгәмә.
Туған тел тураһында әңгәмәлә ҡатнашыу. Тел тураһында мәҡәлдәр менән эш итеү. Туған телгә ҡарата ыңғай ҡараш булдырыу.
2
Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Синтаксис һәм пунктуация. Фонетика һәм графика, лексика. Һүҙьяһалыш.
Бишенсе класта алған белемдәрҙе практик күнегеүҙәр ярҙамында иҫкә төшөрөү, ҡабатлау, актуалләштереү, системаға һалыу.
3
Лексика.
Килеп сығышы яғынан башҡорт теленең һүҙлек составы: төп башҡорт һүҙҙәре, үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе, башҡорт әҙәби теленең дөйөм ҡулланылышлы һүҙҙәрен, интернациональ һүҙҙәрҙе, профессиональ һүҙҙәрҙе, иҫкергән һүҙҙәрҙе, яңы һүҙҙәрҙе, диалект һүҙҙәрҙе таный белергә, уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланырға өйрәнеү, һөйләмдәргә, текстарға лексик анализ яһай белергә өйрәнеү.
4
Исем.
Исем тураһында үтелгәндәрҙе ҡабатлау, исемдәрҙең һан, эйәлек заты, килеш, хәбәрлек категорияһын билдәләргә өйрәнеү. Исемдәрҙең яһалыу юлдары буйынса алған белемдәрҙе үҫтереү. Исемдәргә морфологик анализ яһарға өйрәнеү.
Рәүеш.
Рәүештең белдергән мәғәнәһе, рәүеш төркөмсәләре, рәүештең сифат менән оҡшаш һәм айырмалы яҡтары, рәүеш дәрәжәләре. Рәүештәрҙең яһалышы менән практик танышыу. Һөйләмдәрҙә рәүештәрҙе ҡуллана белеү күнекмәләре алыу. Рәүешкә морфологик анализ яһай белергә өйрәнеү.
10
Теркәүес.
Теркәүестәрҙең телмәрҙәге функцияһы, теркәүестәрҙең бүленеше тураһында мәғлүмәт алыу. Теркәүестәрҙең морфологик, синтаксик ролен аңлата белеү, теркәүестәре булған һөйләмдәрҙе анлизлау күнекмәләре алыу.
11
Бәйләүес.
Бәйләүестәрҙең телмәрҙәге вазифаһы, уларҙың бүленеше тураһында мәғлүмәт алыу. Бәйләүестәрҙең синтаксик ролен билдәләй белеү, бәйләүестәрҙе исемдәр янында ҡуллана белеү күнекмәләрен үҫтереү.
12
Киҫәксә.
Киҫәксәләрҙең иорфологик билдәләре, телмәрҙәге вазифалары, киҫәксәләрҙең бүленеше тураһында аңлатма алыу. Киҫәксәләрҙе телмәрҙә ҡуллана белергә өйрәнеү.
13
Мөнәсәбәт һүҙҙәр.
Мөнәсәбәт һүҙҙәр тураһында төшөнсә, синтаксик роле, мәғәнәһе, бүленеше, телмәрҙә ҡулланылышы тураһында аңлатма алыу. Мөнәсәбәт һүҙҙәрҙе дөрөҫ ҡулланырға өйрәнеү.
14
Ымлыҡ.
Ымлыҡтар тураһында төшөнсә, уларҙың морфологик һыҙаттары, телмәрҙәге вазифалары, ымлыҡтың төрҙәре тураһында төшөнсә алыу. Ымлыҡтарҙы телмәрҙә ҡуллана белергә, дөрөҫ интонация менән уҡырға өйрәнеү, уларҙың хис-тойғо биҙәген билдәйләй белергә өйрәнеү.
15
Оҡшатыу һүҙҙәре
Оҡшатыу һүҙҙәре тураһында төшөнсә, уларҙың морфологик билдәләре, төрҙәре тураһында төшөнсә алыу. Оҡшатыу һүҙҙәре аңлатҡан һындарҙы һүрәтләй белеү, телмәрҙә ҡулланыу күнекмәләре алыу.
16
5-6 кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау
Бөтә үтелгәндәрҙе теоретик һәм практик кимәлдә ҡабатлау.
Уҡытыу процесында ҡулланылған методик ҡулланмалар һәм техник саралар
Техник ҡулланмалар:
Класс таҡтаһы
Мультимедиа ҡоролмалары (ноутбук,проектор, экран, колонкалар)
Методик ҡулланмалар:
Башҡорт теле программаһы.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән тестар.(5-9 кластар өсөн ) Шарапов. БМУИ нәшриәте Өфө.2007.
Толомбаев Х.А., Аҙнағолов С.В. Башҡорт теленән диктанттар йыйынтығы; Башҡорт мәктәптәренең 5-11-се класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма.-Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 2009..
Ғималова М.Ғ., Рәхимова С.М.Башҡорт теленән изложениелар йыйынтығы; Башҡорт мәктәптәренең 5-11-се класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма.-Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 2009..
6-сы класс уҡыусыларынан уҡыу йылы аҙағында көтөлгән һөҙөмтәләр
белергә тейеш төшөнсәләр:
-һүҙҙең грамматик мәғәнәһе; тулы мәғәнәле һүҙҙәрҙең һан, эйәлек, килеш, хәбәрлек менән үҙгәреүе,сағыштырыу,артыҡлыҡ,аҙһытыу дәрәжәләре,һөйкәлеш,зат һәм заман; һүҙ төркөмдәрен классификациялау принциптары, үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙ төркөмдәре; һүҙ төркөмдәре булараҡ исем, сифат, һан, рәүеш, алмаш, ҡылым, ҡылым төркөмсәләре, сифат ҡылым, исем ҡылым,хәл ҡылым,уртаҡ ҡылым,теркәүес ,бәйләүес, киҫәксә, мөнәсәбәт һүҙ, ымлыҡ;
-рус теленән үҙләштерелгән исемдәрҙең, сифаттарҙың дөрөҫ әйтелеше һәм яҙылышы, ҡыҫҡартылған ҡушма һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы;
-эпиграф төшөнсәһенең билдәләмәһе, рәсми эш ҡағыҙҙары стиле хаҡында төшөнсә, хикәйә тураһында төшөнсә.
6-сы класс уҡыусыһы белергә тейеш күнекмәләр:
-һүҙҙең грамматик мәғәнәһен билдәләү;
-үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙ төркөмдәрен айыра белеү;
-исем,сифат,һан, рәүеш,алмаш,ҡылым, теркәүес, бәйләүес,киҫәксә, мөнәсәбәт һүҙ, ымлыҡтарҙың төп морфологик билдәләрен һәм синтаксик ролдәрен әйтә белеү; исем,сифат,һан, рәүеш һәм алмаштарҙың төрлө ысулдар менән яһалышын белеү,стилистик үҙенсәлеген иҫәпкә алып,исем,сифат,ҡылым,һан,рәүеш, алмаштарҙы телмәрҙең төрлө формаларында һәм типтарында ҡуллана белеү; кеше һәм башҡа предметтарға,күренештәрҙе белдергән исемдәргә һорау ҡуя белеү; Морфологик анализ эшләргә өйрәнеү, ярҙамсы һүҙ төркөмдәрен һөйләмдәрҙә дөрөҫ ҡулланыу;
-рус теленән һәм башҡа телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙе һәм ҡулланма һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙа белеү;
-ҡатмарлы план төҙөү,текстың төп фекерен сағылдырыу маҡсатында эпиграфты ҡуллана белеү; текст эсендәге һөйләмдәрҙе бер-береһенә алмаштар ярҙамында бәйләй белеү;
-хикәйәләү тексын, тасуирлау элементтары индереп, изложение яҙыу,фекер йөрөтөү иншаһы яҙыу, тыныш билдәләре, грамматик, телмәр хаталары булған текстарҙы камиллаштырыу;
Календарь - тематик план. Беренсе сирек (17 сәғәт)
Сәғәт һаны
Дата
Уҡыусылар эшмәкәрлегенең эш төрҙәре
Иҫкәрмә
План.
Факт.
1
Туған тел тураһында әңгәмә
1
03.09
Тел тураһында әңгәмә.
Мәҡәлдәр, шиғырҙар өҫтөндә эш.
2
Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Синтаксис һәм пунктуация
1
06.09
Һорауҙарға яуаптар алыу. Синтаксис һәм пунктуация, фонетика һәм графика, лексика, һүҙьяһалыш буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
3
Лексика
Килеп сығышы яғынан башҡорт теленең һүҙлек составы
1
07.09
Лексика тураһында төшөнсә. Килеп сығышы яғынан башҡорт теленең һүҙлек составы: төп башҡорт һүҙҙәре, үҙләштерелгән һүҙҙәр тураһында төшөнсә алыу.
4
Башҡорт әҙәби теленең дөйөм ҡулланылышлы һүҙҙәре
1
13.09
Һыу – тәбиғәттең иң ҡиммәтле байлығы ул – әңгәмә.
Башҡорт әҙәби теленең дөйөм ҡулланылышлы һүҙҙәре, интернациональ һүҙҙәр, профессиональ һүҙҙәр тураһында аңлатма менән танышыу.
5
Иҫкергән һүҙҙәр. Яңы һүҙҙәр.
1
14.09
Һуңғы йылдарҙа барлыҡҡа килгән яңы һүҙҙәр менән һәйләмдәр төҙөү.
Иҫкергән һүҙҙәр тураһында аңлатма алыу, күҙәтеү яһау (саҡрым, әсмүхә, мыҫҡал, алпауыт, сәйәсәт, иҡтисад, һәлмесәк, нәнди, ҡарманай, әберсә турғайы, ҡорған).
6
Инеш контроль диктант
1
20.09
Текстың йөкмәткеһе буйынса әңгәмә. Контроль диктант яҙыу.
7
Фразеологик берәмектәр
1
21.09
Фразеологик берәмектәр тураһында аңлатма табыу һәм улар менән һәйләмдәр төҙөү. Фразеологик һүҙлек менән эшләү
8
Исем. Түбән синыфтар-
ҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау Изложение
1
27.09
Түбән синыфтарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау, исем төшөнсәһен иҫкә төшөрөү, 51-се күнегеү өҫтөндә эш Текстың йөкмәткеһе буйынса эш, изложение яҙыу.
9
Исемдәрҙең һан менән үҙгәреше
Күплек ялғауының дөрөҫ яҙылышы
1
28.09
Исемдәрҙең һан менән үҙгәрешенә күҙәтеү.Исемдең ялғауһыҙ ҙа күплек мәғәнәһен белдереүен күҙәтеү. Туған тел - әңгәмә
10
Исемдәрҙең эйәлек заты. Эйәлек заты ялғауҙарының дөрөҫ яҙылышы.
1
04.10
Исемдәрҙең эйәлек заты менән үҙгәреше, эйәлек мәғәнәһенең ялғауҙары менән танышыу. 63-сө күнегеү.
11
Исемдәрҙең хәбәрлек заты
1
05.10
Исемдәрҙең хәбәрлек формаһы тураһында аңлатма алыу. 74-се күнегеү.
12
Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше. Инша
1
12.10
Һүҙҙәрҙе килеш менән үҙгәртеү Бирелгән темаға әңгәмә, ижади эш башҡарыу.
13
Килештәрҙең мәғәнәләре. Төп килеш. Эйәлек килеш.
1
18.10
Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше, килештәрҙең мәғәнәһе, һорауҙары, ялғауҙары һәм ялғауҙарҙың дөрөҫ яҙылышына күнегеүҙәр эшләү.
14
Төшөм,Төбәү, урын-ваҡыт, сығанаҡ килештәр
1
19.10
15
Бүлек буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау
1
25.10
Һорауҙарға яуаптар алыу, бүлек буйынса бөтә үтелгәндәрҙе тәртипкә килтереү һәм йомғаҡлау.
16
Контроль диктант
1
26.10
Текстың йөкмәткеһе буйынса эш
17
Сифат.
5-се синыфта үтелгәндәрҙе ҡабатлау
1
01.11
Сифат. 5-се синыфта үтелгәндәрҙе ҡабатлау, сифаттың мәғәнәһе, морфологик билдәләрен иҫкә төшөрөү.
Икенсе сирек (Бөтәһе 16 сәғәт)
20 (3) Төп һәм шартлы сифаттар
1
15.11
Төп һәм шартлы сифаттар тураһында төшөнсә алыу, айырмалы яҡтарын күҙәтеү.
21(4)
Сифат дәрәжәләре
1
16.11
Сифат дәрәжәләре: төп дәрәжә, сағыштырыу дәрәжәһе, артыҡлыҡ дәрәжәһе, аҙһытыу дәрәжәһе тураһында төшөнсә алыу. Сифаттарҙы дәрәжәләрҙә үҙгәртеү
22(5)
Сифат дәрәжәләренең дөрөҫ яҙылышы
1
22.11
Сифаттар менән һөйләмдәр төҙөү, сифат дәрәжәләренең дөрөҫ яҙылышына күнегеүҙәр башҡарыу.
23(6)
Синоним сифаттар
1
23.11
Телмәрҙә синоним, күсмә мәғәнәле сифаттарҙы ҡулланырға өйрәнеү, 134-се күнегеү
24(7)
Бүлек буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау Сифаттарға грамматик анализ
1
29.11
Бүлек буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау өсөн контроль һорауҙар менән эшләү, үтелгәндәрҙе йомғаҡлау һәм тәртипкә килтереү.
Телдән һәм яҙма рәүештә сифаттарға морфологик анализ яһарға өйрәнеү.
25(8)
Һан һәм һан тураһында төшөнсә
1
30.11
Һандың мәғәнәһе, морфологик билдәләре, һөйләмдәге роле, ябай һәм ҡушма һандар, уларҙың дөрөҫ яҙылышы тураһында төшөнсә. Мәҡәлдәрҙең мәғәнәһен аңлатыу.
26(9)
Һан төркөмсәләре
1
06.12
Һан төркөмсәләре: төп һандар, тәртип һандары, бүлем һандары, сама һандары, йыйыу һандары, кәсер һандары тураһында төшөнсә. Тураһында аңлатма. Цифрҙарҙы һүҙ менән күсереп яҙыу.
27(10)
Һандарҙың дөрөҫ яҙылышы
1
07.12
Бирелгән һандарҙың төркөмсәләрен билдәләп, уларҙың яҙылышына ҡағиҙә сығарыу.
28(11)
Бүлек буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау
1
13.12
Бүлек буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
29(12)
Алмаш. Алмаштың телмәрҙә үтәгән вазифаһы, мәғәнә үҙенсәлектәре
1
14.12
Алмаштың телмәрҙә үтәгән вазифаһы, мәғәнә үҙенсәлектәре, грамматик үҙенсәлектәре тураһында төшөнсә. Ш.Бабич тураһында әңгәмә.
30(13)
Алмаш төркөмсәләре
Кем, нимә, теге, беҙ, һеҙ, улар, мин, һин алмаштарының һан һәм килеш менән үҙгәреше
1
20.12
Алмаш төркөмсәләре: зат алмашы, күрһәтеү алмашы, һорау алмашы, билдәләү алмашы, билдәһеҙлек алмашы, юҡлыҡ алмашы тураһында. Текстан алмаштарҙы һайлап алып төркөмсәләрен билдәләү. Йомаҡтарҙың яуабын табырға. Кем, нимә, теге, беҙ, һеҙ, улар, мин, һин алмаштарының һан һәм килеш менән үҙгәрешенә күнегеүҙәр башҡарыу.
31(14)
Был, ул, шул һәм үҙ(е) алмаштарының килеш менән үҙгәреше Контроль диктант
1
21.12
Был, ул, шул һәм үҙ(е) алмаштарының килеш менән үҙгәрешен күҙәтеү.
Диктант тексының йөкмәткеһе буйынса әңгәмә, контроль диктант яҙыу.
32(15)
Кемдер, ниҙер, тегелер, минеке, һинеке, уныҡы алмаштарының һан һәм килеш менән үҙгәреше
1
27.12
Кемдер, ниҙер, тегелер, минеке, һинеке, уныҡы алмаштарының һан һәм килеш менән үҙгәрешенә күнегүҙәр башҡарыу. 178-се күнегеү.
33(16)
Алмаштарға грамматик анализ Изложение
1
28.12
Телдән һәм яҙма рәүештә алмаштарға морфологик анализ яһарға өйрәнеү.
Текстың йөкмәткеһе буйынса әңгәмә, яҙма эш башҡарыу.
Өсөнсө сирек
(19 сәғәт)
34(1) Ҡылым. Түбән кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау
1
17.01
Ҡылым. Түбән кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау. 188-се күнегеү, терәк схема буйынса эшләү
35(2)
Ҡылым төркөмсәләре
1
18.01
Ҡылым төркөмсәләре тураһында төшөнсә алыу. Мәҡәлдәрҙең мәғәнәләрен асыҡлау.
36(3)
Исем ҡылым
1
24.01
Исем ҡылым: мәғәнәһе һәм яһалышы. Исем ҡылымдың исемгә күсеүе, исемгә оҡшаш яҡтары (һан, килеш, эйәлек заты менән үҙгәреүе). Исем ҡылымдың барлыҡ-юҡлыҡ формалары. Исем ҡылымдарҙың һөйләмдәге роле. 205-се күнегеү.
37(4)
Уртаҡ ҡылым
1
25.01
Уртаҡ ҡылым: мәғәнәһе һәм яһалышы. Уртаҡ ҡылымдың юҡлыҡ формаһы, синтаксик вазифаһы. 210-сы күнегеү.
38(5)
Сифат ҡылым
1
31.01
Сифат ҡылым: уның мәғәнәһе. Сифат ҡылымдың заман формалары: үткән заман сифат ҡылым, киләсәк заман сифат кылымдары, хәҙерге заман сифат ҡылымдары. Бал ҡорттары тураһында әңгәмә.
39(6)
Сифат ҡылымдарҙың үткән, хәҙерге, киләсәк замандары
1
01.02
222-се күнегеү
40(7)
Хәл ҡылым
1
07.02
Хәл ҡылым: уның мәғәнәһе. Хәл ҡылымдарҙың
төрҙәре. Хәл ҡылымдарҙың барлығы һәм юҡлығы. 236-сы күнегеү.
41(8)
Хәл ҡылымдарҙың төрҙәре
1
08.02
245-се күнегеү
246-сы күнегеү
251-се күнегеү
42(9)
Ҡылым йүнәлештәре
1
14.02
Ҡылым йүнәлештәре: төп йүнәлеш, ҡайтым йүнәлеше, төшөм йүнәлеше, уртаҡлыҡ йүнәлеше, йөкмәтеү йүнәлеше. 256-сы күнегеү.
261-се күнегеү
43(10)
Ҡылым күләмдәре
1
15.02
44(11)
Ҡылым рәүешлеге Ҡылымға грамматик анализ тәртибе
1
21.02
Ҡылымға телдән һәм яҙма рәүештә анализ бирергә өйрәнеү
45(12)
Бүлек буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау һәм системалаштырыу
1
22.02
Контроль һорауҙарға яуап биреү. 279-сы күнегеү
Текстың йөкмәткеһе буйынса әңгәмә, яҙма эш бвашҡарыу.
46(13)
Изложение
1
28.02
47(14)
Рәүеш. Рәүештең белдергән
мәғәнәһе.Морфологик синтаксик функцияһы
1
01.03
Рәүеш тураһында төшөнсә: белдергән мәғәнәһе, морфологик билдәләре, синтаксик вазифаһы.
48(15)
Рәүеш төркөмсәләре
1
07.03
Рәүеш төркөмсәләре таблицаһы менән эшләү. Рәүештәр менән һөйләмдәр төҙөү.
49(16)
Рәүештең сифат
менән оҡшаш
яҡтары
1
14.03
Рәүештең сифат менән оҡшаш һәм айырмалы яҡтарын билдәләү. Р.Ниғмәти тураһында әңгәмә.
50(17)
Рәүеш дәрәжәләре Рәүештәрҙең яһалышы
1
15.03
Рәүеш дәрәжәләрен өйрәнеү. Иртәнге гимнастика һәм спорт менән шөғөлләнеү, гигиена темаһына әңгәмә.
51(18)
Рәүештәрҙең дөрөҫ яҙылышы
1
21.03
52(19)
Рәүештәргә грамматик анализ тәртибе
Контроль диктант.
1
22.03
Рәүештәргә грамматик анализ бирергә өйрәнеү.
Текстың йөкмәткеһе буйынса әңгәмә, контроль диктант яҙыу.
Дүртенсе сирек
( 17 сәғәт)
53(1) Теркәүес. Теркәүес тураһында төшөнсә
1
04.04
Теркәүестәр һәм уларҙың телмәрҙәге функцияһы.
54(2)
Теркәүестәрҙең бүленеше
1
05.04
Теркәүестәрҙең бүленеше: теҙеү һәм эйәртеү теркәүестәре.
55(3)
Теркәүестәрҙең дөрөҫ яҙылышы
1
11.04
Ҡағиҙә менән танышыу, күнегеүҙәр башҡарыу.
56(4)
Бүлек буйынса ҡабатлау
Инша
1
12.04
Бүлек буйынса һорауҙарға яуап биреү Инша темаһы буйынса әңгәмә, ижади эш башҡарыу.
57(5)
Бәйләүес. Бәйләүестәрҙең телмәрҙәге функцияһы Диктант
1
18.04
Бәйләүестәрҙең телмәрҙәге функцияһы. Ата менән бала мөнәсәбәте - әңгәмә Диктант тексы буйынса әңгәмә, диктант яҙыу.
58(6)
Бәйләүестәрҙең бүленеше
Төп йәки эйәлек килеште талап итеүсе
бәйләүестәр
1
19.04
Бәйләүестәрҙең бүленеше: төп һәм әйәлек килеште талап итеүсе бәйләүестәр, төп һәм төбәү килеште талап итеүсе бәйләүестәр, сығанаҡ килеште талап итеүсе бәйләүестәр.
59(7)
Төбәү йәки сығанаҡ килеште талап итеүсе бәйләүестәр
1
25.04
344-се күнегеү
60(8)
Бүлек буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау һәм системалаштырыу
1
26.04
Бүлек буйынса һорауҙарға яуап биреү
61(9)
Изложение
1
02.05
Изложение тексы йөкмәткеһе буйынса әңгәмә
62(10)
Киҫәксә. Киҫәксә тураһында төшөнсә
Диктант
1
03.05
Киҫәксәләрҙең морфологик билдәләре, телмәрҙәге вазифалары.
Диктант йөкмәткеһе буйынса әңгәмә
63(11)
Киҫәксәләрҙең бүленеше
1
10.05
Киҫәксәләрҙең бүленеше: көсәйтеү-раҫлау, сикләү, икеләнеү-билдәһеҙлек, һорау, бүлеү киҫәксәләре.
64(12)
Киҫәксәләрҙең дөрөҫ яҙылышы
1
16.05
Йомаҡтарҙы сисеү
65(13)
Мөнәсәбәт һүҙҙәр
1
17.05
Мөнәсәбәт һүҙҙәр менән һөйләмдәр төҙөү, йомаҡтар сисеү.
66(14)
Ымлыҡ. Ымлыҡ тураһында төшөнсә
1
23.05
Ымлыҡтар тураһында төшөнсә, телмәрҙәге вазифаһы. Ымлыҡтарҙың төрҙәре.
67(15)
Ымлыҡтарҙың дөрөҫ яҙылышы . Контроль диктант
1
24.05
Ымлыҡтарҙың дөрөҫ яҙылышына күнегеүҙәр башҡарыу. Йомаҡтар сисеү.
68(16)
Оҡшатыу һүҙҙәре
1
30.05
Оҡшатыу һүҙҙәре тураһында төшөнсә алыу. Улар менән һөйләмдәр төҙөү.
69(17)
5-6 кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау
1
31.05
Бөтә үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
18