Рабочая программа по башкирскому ( государственному) языку

Автор публикации:

Дата публикации:

Краткое описание: ...


Аңлатма яҙыу.

Башҡорт теле – башҡорт халҡының туған теле һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булып һанала.

Туған телдең метапредмет белем биреү функцияһы мәктәптә белем алыу процесында бала шәхесен формалаштырыуҙа “Башҡорт теле” предметтың универсаль, дөйөмләштереү характерын билдәләй. Башҡорт теле баланың фекер үҫешенә булышлыҡ итә; белем һәм күнекмәләрҙе үҙ аллы үҙләштереү һәләттәрен үҫтерә, шулай уҡ уҡыусыларҙың үҫтереүсе уҡыу эшмәкәрлеген ойоштора. Туған тел башҡорт мәҙәниәтен өйрәнеүгә нигеҙ булып тора һәм башҡорт әҙәбиәтенең рухи тел байлығын үҫтереүгә булышлыҡ итә; уҡыусыларҙы кешелектең мәҙәни тарихи тәжрибәһенә ылыҡтыра. Киләсәктә төрлө белемде үҙләштереү һәм һаҡлау формаһы булараҡ, башҡорт теле бөтә предметтар менән тығыҙ бәйләнештә тора һәм профессиональ күнекмәләрҙе үҙләштереү сифатына йоғонто яһай. Аралаша белеү, шул һөҙөмтәлә уңыштарға өлгәшеү, юғары профессиональ һәм социаль әүҙемлек шәхес тормошоноң төрлө өлкәләрендә өлгәшелгән уңыштарын билдәләүсе характеристикаһы булып тора. Туған тел баланың төрлө тормош ситуацияларында тәрбиә- этик нормаларын формалаштырыу нигеҙе; үҙ ҡылыҡтарына дәлилле баһа биреү мөмкинлеген үҫтерә.

4-се класс өсөн башҡорт теленән эш программаһы уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1-11 кластары өсөн башҡорт теле программаһы(2008) нигеҙендә, шулай уҡ: 1. ”Башҡортостан халыҡтары телдәре” законы 15.02.1999 № 216-Зз (28.03.2014 йылдың үҙгәрештәре менән); 2. “Мәғариф тураһында”ғы закон”, 29.12.2012 йыл, Пр № 273-ФЗ; 3. Башҡортостан Республикаһы Межгорье ҡалаһы ябыҡ административ- территориаль округының “2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе” муниципаль бюджет дөйөм белем биреү мәғариф учреждениеһының төп белем биреү мәктәбенең башланғыс дөйөм белем биреү программаһы 4. Башҡортостан Республикаһы Межгорье ҡалаһы ябыҡ административ- территориаль округының “2-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе” муниципаль бюджет дөйөм белем биреү мәғариф учреждениеһының уҡыу планы; М.С. Дәүләтшина, Н.Н. Кинйәбаева, Г.М. Садыҡова Башҡорт теле. – Өфө : Китап, 2016. Уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошиаларының 4-се класы дәреслегенә тура килтереп төҙөлдө.

Башҡортостан Республикаһының урыҫ телендә уҡытылған дөйөм белем биреүсе мәктәптәр өсөн йыллыҡ өлгө уҡыу планы башҡорт телен 70 сәғәт күләмендә уҡытыуҙы күҙ уңында тота.4-се класта 1 сәғәт Дин нигеҙҙәрен өйрәнеүгә ҡаралғанлыҡтан башҡорт телен өйрәнеүгә 1 сәғәт күләмендә ваҡыт бүленгән.

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә 4-се класс өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы.

Эш программаһы 35 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 1 сәғәт) , шул иҫәптән контроль эштәр өсөн 4 сәғәт.

  1. Усманова М. Ғ. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа.

  1. Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М. С., Сиразетдинов З. Ә. Башҡортса өйрәнәйек. Урыҫ мәктәптәренең 1-4 – се синыфтары өсөн башҡорт теленән электрон дәреслек. – Өфө: Мәғариф министрлығы, 2003.

  1. Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө:Китап, 1996.

  2. Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап.- Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы. 2005.

  3. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология. - Башҡортостандың бәләкәй даһийы. Өфө : «Эдвис» уҡытыу – методика үҙәге, 2008.

  4. Әхтәмов М.Х.- Омонимдар һүҙлеге.-Өфө: Китап, 2006.

  5. Әхтәмов М.Х.- Башҡорт теленең антонимдар һүҙлеге.-Өфө: Китап,1987.

  6. М.И. Баһауетдинова, Г.Н. Йәғәфәрова- Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен заманса уҡытыу.-Өфө: Китап, 2009.

  7. Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теле. – Өфө : Китап, 2006. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 4-се класы уҡыусылары өсөн дәреслек.

  8. Усманова М. Ғ., Ғәбитова З.М.- Башҡорт теленән диктант һәм изложениелар йыйынтығы: Рус мәктәптәренең 5-11-се клас уҡытыусылары өсөн ҡулланма.- Өфө: Китап, 2009.

  9. Башҡортса – русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. – Өфө: Китап, 1994.

  10. Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларҙа hәм ҡағиҙәләрҙә. Әүбәкирова З.Ф.– Өфө, 2006.

  11. Журналдар: «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Аҡбуҙат», «Аманат».

Маҡсаттар һәм бурыстар:

  1. Өйрәнелгән материалдарҙы телмәрҙә ҡулланыу.

  2. Тәҡдим ителгән темалар буйынса балаларҙың һүҙлек составын арттырыу, телмәр күнекмәләрен камиллаштырыу.

  3. Балаларҙың оптималь уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.

  4. Ситуациялар, темалар буйынса һорауҙар биреү, шул һорауҙарға һүрәт, картина, текст нигеҙендә ижади яуап бирә белеү.

  5. Темаға тап килгән шиғырҙар ятлау, йырҙар өйрәнеү һәм башҡарыу, экскурсияларҙа, уйындарҙа ҡатнашыу, концерттар әҙерләү һәм сығыш яһау. Һәр осраҡта ла телмәр төҙөү иғтибарға алына.

  6. Әйтелеше ҡатмарлы булмаған һүҙҙәрҙе, ябай һөйләмдәрҙе тәүҙә күсереп, шунан яттан яҙыу.

  7. Һәр тема буйынса эш барышында тыуған Республика менән танышыуҙы дауам итеү.

  8. Башҡорт халҡына, тарихына, Башҡортостан тәбиғәтенә, сәнғәтенә, әҙәбиәтенә ихтирам тәрбиәләү.



Уҡыу предметын үҙләшереүҙең шәхсән, метапредмет, предмет һөҙөмтәләре

Уҡыу предметын өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре

Шәхси һөҙөмтәләр

Башҡорт телен 4 класта өйрәнеүҙең шәхси һөҙөмтәләренә түбәндәгеләр инә: донъяны күп телле һәм мәҙәниәтле йәмғиәт булараҡ ҡабул итеү; үҙеңде илдең гражданины итеп тойоу; телде (шул иҫәптән башҡорт телен) төп аралашыу сараһы булараҡ ҡабул итеү; башҡорт теле саралары ярҙамында (балалар фольклоры, балалар әҙәбиәтенең ҡайһы бер үрнәктәре) уҡыусының башҡорт халҡының тормошо менән танышыуы.


Метапредмет һөҙөмтәләр

Уҡыусының коммуникатив һәләттәрен үҫтереү; элементар коммуникатив мәсьәләне сисеү өсөн адекват тел һәм телмәр сараларын һайлау һәләтен үҫтереү;

уҡыусының танып белеү һәм эмоциональ сфераларын үҫтереү; башҡорт телен өйрәнеүгә мотивация булдырыу; уҡытыу-методик комплекcтың төрлө компоненттары (дәреслек, аудиодиск һ.б.) менән эшләргә өйрәтеү.

Предмет һөҙөмтәләре

Башҡорт теле нормалары (фонетик, лексик, грамматик) тураһында башланғыс белешмә; (курс йөкмәткеһе кимәлендә) өн, хәреф, һүҙ кеүек тел берәмектәрен табыу һәм сағыштырыу һәләте.

А. Коммуникатив сферала (башҡорт телен аралашыу сараһы булараҡ өйрәнеүҙә)

Телмәр эшмәкәрлегенең түбәндәге төрҙәрендә телмәр компетенцияһы:

һөйләү телмәрендә:

- аралашыуҙың типик ситуацияларында элементар этикет диалог алып барыу;

- элементар кимәлдә уҡыусының үҙе, ғаиләһе, дуҫы тураһында һөйләүе; предмет, картинаны һүрәтләүе; персонажды ҡыҫҡаса ҡылыҡһырлауы;

тыңлап аңлауҙа:

ҡыусының уҡытыусы һәм класташтарының телмәрен тыңлап аңлауы; аудиояҙмаларҙағы ҙур булмаған текстарҙың йөкмәткеһен аңлауы;

уҡыуҙа:

-өйрәнелгән тел материалына таянып төҙөлгән ҙур булмаған текстарҙы ҡысҡырып уҡыу;

-өйрәнелгән тел материалы менән бер рәттән яңы һүҙҙәрҙе лә үҙ эсенә алған текстарҙы эстән уҡыу һәм уларҙың төп йөкмәткеһен аңлау, текстан кәрәкле информацияны табыу;

яҙма телмәрҙә:

ҙыу техникаһына эйә булыу;

-үрнәк буйынса байрам менән ҡотлау һәм ҡыҫҡа шәхси хат яҙыу.

Тел компетенцияһы (тел сараларын үҙләштереү).

-башҡорт теленең өндәрен дөрөҫ әйтеү һәм айырыу; һүҙҙәргә һәм фразаларға дөрөҫ баҫым ҡуйыу;

-төрлө һөйләм төрҙәрен интонация менән уҡыу;

башланғыс мәктәп курсында өйрәнелгән уҡыу һәм орфографик ҡағиҙәләрҙе ҡулланыу;

-башланғыс мәктәп курсында өйрәнелгән лексик берәмектәрҙе (һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, баһалау лексикаһы, телмәр клишелары) һәм грамматик күренештәрҙе таныу һәм телмәрҙә ҡулланыу.

Социомәҙәни компетенция.

-географик атамаларҙы, билдәле балалар әҫәрҙәренең персонаждарын, популяр әкиәттәрҙең сюжеттарын, балалар фольклорының ҙур булмаған әҫәрҙәрен (шиғырҙар, йырҙар) белеү;

Б. Танып белеү сфераһы:

-айырым өндәр, хәрефтәр, һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, ябай һөйләмдәр кимәлендә башҡорт һәм рус телдәренең күренештәрен сағыштыра белеү;

-башланғыс мәктәп тематикаһы кимәлендә өлгө буйынса күнегеүҙәр эшләй белеү;

ағиҙәләр, таблицаларҙы ҡуллана белеү;

ҙҙеңде башланғыс класс уҡыусыһы кимәлендә баһалай белеү;

В. Дөйөм ҡиммәттәргә йүнәлеш сфераһында:

-башҡорт телен фекер, хис-тойғо, эмоцияларҙы белдереү сараһы булараҡ ҡабул итеү;

-балалар фольклоры ярҙамында башҡорт халҡының рухи ҡиммәттәрен үҙләштереү.

Г. Эстетик сферала:

башҡорт телендәге хис-тойғо һәм эмоцияларҙы белдереүсе сараларҙы үҙләштереү;

балалар әҙәбиәте үрнәктәре менән танышҡанда матурлыҡты танырға өйрәнеү.

Д. Хеҙмәт сфераһында:

- уҡыу процесында билдәләнгән планға ярашлы эшләй белеү.

Коммуникатив оҫталыҡтар

Һөйләү телмәре

Диалогик форма:

-типик ситуацияларҙа диалог алып барыу;

-һорау-яуап рәүешендәге диалог.

Монологик форма:

- телмәрҙең төп коммуникатив төрҙәрен (тасуирлау, хикәйәләү, ҡылыҡһырлау) ҡулланыу.

Тыңлап аңлау

- уҡыусының уҡытыусы һәм класташтарының телмәрен аңлауы;

-өйрәнелгән тел материалына таянып эшләнгән аудиояҙмалағы ҙур булмаған текстарҙы аңлау.

Уҡыу

-башҡорт теле материалына таянып эшләнгән ҙур булмаған текстарҙы ҡысҡырып уҡыу;

-өйрәнелгән материалды һәм бер нисә яңы һүҙҙе үҙ эсенә алған тексты эстән уҡыу һәм аңлау, текстан кәрәкле информацияны табыу (персонаждарҙың исемдәре, географик атамалар һ.б.).

Яҙыу

-текстан һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр һәм һөйләмдәрҙе күсереп яҙыу оҫталығы.

Тел саралары һәм уларҙы ҡулланыу күнекмәләре.

Графика, каллиграфия, орфография.

Башҡорт теленең алфавиты. Йы, йе, йө, йү, йә ҡушымсалары. Өн һәм хәрефтең тап килеүе. Уҡыу ҡағиҙәләре. Төп орфографик ҡағиҙәләр. Һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы.

Телмәрҙең фонетик яғы.

Башҡорт теленең специфик өндәрен дөрөҫ әйтеү һәм ишетеү. Төп орфоэпик нормалар. Башҡорт телендә баҫым. Һөйләмдең интонацион төрҙәре.

Методтар:

күҙәтеү;

яуап һайлау;

ҡыҫҡа яуап;

башҡарыу процесын баһалау;

башҡарыу процесын һәм һөҙөмтәһен баһалау;

портфолио.


Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе.

Көндә мәктәпкә барам. (5+1)

Бөтә балалар өсөн ҙур байрам- 1 сентябрь, уҡыу, йәйге каникул, белем көнө, класс, ундағы уҡыусылар, уларҙың эштәре тураһында һөйләшеүҙәр, әҫәрҙәр уҡыу. Башҡорт теленең өндәре һәм хәрефтәре (ҡабатлау) . Темаға ҡараған һүҙ байлығын арттырыу, бәйләнешле телмәр төҙөү.Уҡыу, белем алыу, мәктәп тормошо, кластағы эштәр, мәктәп бинаһы, ундағы кабинеттар, дәрестәр тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Башҡорт теленең лексикаһы. Һүҙ, уның лексик һәм грамматик мәғәнәһе (практик үҙләштереү). Башҡорт телендә исем. Исемдең күплек, берлек формалары. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр.



Мин ғаиләмде яратам. (5+1)

Ғаилә ағзалары, уларҙың эш-шөғөлдәре. Ололарҙың һәм балаларҙың хеҙмәте. Һөнәрҙәр төрлө, уларҙың һәр береһе лә кәрәкле. Һөнәр һайлау. Башҡорт телендә сифат. Уның мәғәнәләре. Сифаттарҙың һөйләмдә исемгә бәйләнеүе. Дәрәжәләр менән үҙгәреүе.

Үҙем йәшәгән ер тураһында һөйләйем. (4 сәғәт)

Башҡортостан ерендәге, Өфө ҡалаһындағы иҫтәлекле, уникаль урындар менән таныштырыу. Башҡортостандағы данлыҡлы уҡыу йорттары, сәнғәт һарайҙары. Уларға ҡыҫҡаса характеристика биреү. Тыуған төйәктең матурлығын күрһәтеү, әңгәмәләр үткәреү, текстар уҡыу. Алмаш, һорау һәм зат алмаштары, телмәрҙәге роле. Практик үҙләштереү.





Ауылда, ҡалала йәшәйем. (4+1)

Ауыл (ҡала) тормошо, ауыл (ҡала)кешеләренең көнкүреше, эш- шөғөлдәре. Һан, уның телмәрҙәге роле, һан төркөмсәләре.

Йыл миҙгелдәре һәм һауа торошо тураһында һөйләшәбеҙ (5+1)

Башҡортостандың бай тәбиғәте, үҫемлектәре һәм хайуандар донъяһы. Тәбиғәттәге предметтарҙың исемдәре, уларға ҡыҫҡаса характеристика биреү. Йылғаларын, күлдәрен белеү. Тауҙар һәм урмандар. Тәбиғәтте һаҡлау тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу Башҡорт телендә рәүештәр, рәүештәрҙең телмәрҙәге роле. Практик үҙләштереү..



Төрлө хәлдәр тураһында һөйләшәбеҙ (3 сәғәт) Башҡорт телендә ҡылым, уларҙың телмәрҙәге роле.

Һатып алырға өйрәнәм. 4 сәғәт.

Башҡорт телендә ҡылым. Уның заман мәғәнәләре. Үткән, хәҙерге, киләсәк заманы. Уларҙың грамматик күрһәткестәре. Ҡылымдың һөйләмдәге урыны.



4 класс, йылына 35 сәғәт. Аҙнаға 1 сәғәт иҫәбенән.


Тема

Уҡыусыларҙың эшмәкәрлек төрҙәре

Практик, контроль эштәр

1 сентябрь - Белем көнө. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау

Уҡыу мәсьәләһен ҡабул итеү, бирелгән ситуацияға диалогтар төҙөү. Тема буйынса бәләкәй текстар төҙөү. Һүҙлектәр менән эш итеү

Һүҙлек һүҙҙәрен үҙләштереүҙе тикшереү. һорауҙарға

яуап биреү

Мин мәктәпкә ни өсөн йөрөйөм? Мин ниндәй дәресте яратам, яратмайым?

Уҡыу мәсьәләһен ҡабул итеү, бирелгән ситуацияға диалогтар төҙөү. Тема буйынса бәләкәй текстар төҙөү. Һүҙлектәр менән эш итеү,һөйләмдәр төҙөү


Мин нимә уҡырға яратам?Исем

Тыңлап аңларға өйрәтеү

Уҡыу мәсьәләһен ҡабул итеү, тема буйынса һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү ,бәләкәй текстарҙы шыма итеп уҡыу, аңлау, тәржемә итеү, һорауҙарға яуап биреү, диалогтар төҙөү

Һүҙлек диктанты. Тәржемә эше.


Мәктәптәге дуҫтарым менән таныштырайыммы?

Уҡыу мәсьәләһен ҡабул итеү, тема буйынса һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Бәләкәй текстарҙы шыма итеп уҡыу, аңлау, тәржемә итеү, һорауҙарға яуап биреү, диалогтар төҙөү


Инеш контроль эш.


Тикшереү эше эшләү, һөйләмдәр, һүҙбәйләнештәр төҙөү

Тест

Хаталар өҫтөндә эш.

Хаталар өҫтөндә эш эшләйҙәр, тема буйынса бәләкәй текстар төҙөйҙәр. һүҙлектәр менән эш ләйҙәр,һөйләмдәр төҙөйҙәр


Беҙгә бергәләп күңелле Сифат

Тексты шыма итеп уҡыу, аңлау, тәржемә итеү, һорауҙарға яуап биреү, диалогтар төҙөү

Һүҙлек һүҙҙәрен үҙләштереүҙе тикшереү. һорауҙарға

яуап биреү

Мин тәрбиәле бала.

Уҡыу мәсьәләһен ҡабул итеү, тема буйынса һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү.


Минең өйҙәге бурыстарым. Сифат

Тел компетентлығын формалаштырыу юлдары

Уҡыу мәсьәләһен ҡабул итеү, тема буйынса һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Бәләкәй текстарҙы шыма итеп уҡыу, аңлау, тәржемә итеү, һорауҙарға яуап биреү, диалогтар төҙөү

Һүҙлек диктанты. Тәржемә эше.

Минең яратҡан шөғөлөм.

Тексты шыма итеп уҡыу, аңлау, тәржемә итеү, һорауҙарға яуап биреү, диалогтар төҙөү


Мин йәшәгән бүлмә. Минең кескәй дуҫтарым. Сифат.


Бәләкәй текстарҙы шыма итеп уҡыу, аңлау, тәржемә итеү, һорауҙарға яуап биреү, диалогтар төҙөү

Һүҙлек һүҙҙәрен үҙләштереүҙе тикшереү. һорауҙарға

яуап биреү

Контроль эш

Тикшереү эше эшләү, һөйләмдәр, һүҙбәйләнештәр төҙөү


Мин йәшәгән Ер. Алмаш.

Уҡыу мәсьәләһен ҡабул итеү, тема буйынса һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү.

Һүҙлек диктанты. Тәржемә эше.


Мин йәшәгән йорт, район. Минең күршеләрем. Алмаш.

Уҡыу мәсьәләһен ҡабул итеү, тема буйынса һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү.


Минең яратҡан урындар. Алмаш


Уҡыусының һөйләү телмәрен үҫтереү

Уҡыу мәсьәләһен ҡабул итеү,бәләкәй текстарҙы шыма итеп уҡыу, аңлау, тәржемә итеү, һорауҙарға яуап биреү, диалогтар төҙөү

Тест

Беҙҙең урам. Беҙҙең уйындарыбыҙ. Алмаш.

Бәләкәй текстарҙы шыма итеп уҡыу, аңлау, тәржемә итеү, һорауҙарға яуап биреү, диалогтар төҙөү


Минең тыуған ҡалам, ауылым. Һан.

Уҡыу мәсьәләһен ҡабул итеү, тема буйынса һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү, тексты шыма итеп уҡыу, аңлау, тәржемә итеү, һорауҙарға яуап биреү, диалогтар төҙөү

Һүҙлек һүҙҙәрен үҙләштереүҙе тикшереү. һорауҙарға

яуап биреү

Ауыл һәм ауыл тормошо. Ҡалалағы һәм ауылдағы эштәр. Һан.

Уҡыу мәсьәләһен ҡабул итеү, тема буйынса һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү.


Башҡортостандың ҡалалары һәм ауылдары. Һан

Тема буйынса һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү, тәржемә итеү, һорауҙарға яуап биреү, диалогтар төҙөү,һөйләм төҙөү

Һүҙлек диктанты. Тәржемә эше.


Тыуған ерем мөғжизәләре. Һан.

Уҡығанды аңлау, тәржемә итеү, һорауҙарға яуап биреү, диалогтар төҙөү,һөйләм төҙөү


Диктант.

Тикшереү эше эшләү, һөйләмдәр, һүҙбәйләнештәр төҙөү

Тест

Хаталар өҫтөндә эш. Йыл миҙгелдәре ниңә үҙгәрә? Рәүеш

Тема буйынса һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү, тәржемә итеү, һорауҙарға яуап биреү, диалогтар төҙөү,һөйләм төҙөү


Йәнлектәр һәм йыл миҙгелдәрен беләһегеҙме? Рәүеш

Уҡыусының һөйләү телмәрен үҫтереү

Уҡыу мәсьәләһен ҡабул итеү, тема буйынса һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү.

Һүҙлек һүҙҙәрен үҙләштереүҙе тикшереү. һорауҙарға

яуап биреү

Бөжәктәр нисек йәшәй? Рәүеш

Тема буйынса һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү, тәржемә итеү, һорауҙарға яуап биреү, диалогтар төҙөү,һөйләм төҙөү

Һүҙлек диктанты. Тәржемә эше.


Һауа торошо. Рәүеш. Уҡыусының һөйләү телмәрен үҫтереү


Уҡыу мәсьәләһен ҡабул итеү, тема буйынса һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү.


Киләсәктә тәбиғәттә үҙгәрештәр буламы? Рәүеш.

Тема буйынса һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү, тәржемә итеү, һорауҙарға яуап биреү, диалогтар төҙөү,һөйләм төҙөү

Һүҙлек һүҙҙәрен үҙләштереүҙе тикшереү. һорауҙарға

яуап биреү

Һорауҙарға яуаптар

Текст өҫтөндә эш алымдары

Тикшереү эше эшләү, һөйләмдәр, һүҙбәйләнештәр төҙөү


Хаталар өҫтөндә эш.

Тема буйынса һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү, тәржемә итеү, һорауҙарға яуап биреү, диалогтар төҙөү,һөйләм төҙөү


Минең тормошомдағы ҡыҙыҡлы хәлдәр. Мажаралар илендә. Минең иң ҙур хыялым. Ҡылым.

Уҡыусының һөйләү телмәрен үҫтереү

Уҡыу мәсьәләһен ҡабул итеү, тема буйынса һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү.


Минең кумирҙарым. Ҡылым

Уҡығанды аңлау, тәржемә итеү, һорауҙарға яуап биреү, диалогтар төҙөү,һөйләмдәр төҙөү

Һүҙлек һүҙҙәрен үҙләштереүҙе тикшереү. һорауҙарға

яуап биреү

Минең бюджет. Ҡылым.

Уҡыусының һөйләү

Уҡығанды аңлау, тәржемә итеү, һорауҙарға яуап биреү, диалогтар төҙөү,һөйләмдәр төҙөү

Тест

Мин кейем һатып алам. Мин модалы кейем һатып алам Ҡылым.

Уҡыусының һөйләү телмәрен үҫтереү

Тема буйынса һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү, тәржемә итеү, һорауҙарға яуап биреү, диалогтар төҙөү,һөйләм төҙөү


Йыллыҡ контроль эш

Тикшереү эше эшләү, һөйләмдәр, һүҙбәйләнештәр төҙөү


Хаталар өҫтөндә эш.

Уҡыу мәсьәләһен ҡабул итеү,тема буйынса һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү, тәржемә итеү, һорауҙарға яуап биреү, диалогтар төҙөү,һөйләм төҙөү

Һүҙлек һүҙҙәрен үҙләштереүҙе тикшереү. һорауҙарға

яуап биреү

Бүләк һайлайым. Йомғаҡлау.

Текст өҫтөндә эш алымдары

Уҡыу мәсьәләһен ҡабул итеү,тема буйынса һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү, тәржемә итеү, һорауҙарға яуап биреү, диалогтар төҙөү,һөйләм төҙөү

Тест



Уҡыусыларҙың әҙерлек кимәленә талаптар

Уҡыу йылы аҙағында 4 класс уҡыусылары түбәндәге белем һәм күнекмәләргә эйә булырға тейеш:

  1. Һүрәтләү, хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү;

  1. Башҡортостан”темаһы буйынса (тәбиғәте, халҡы, уның тормошо, ҡалалары, йылға-күлдәре, кейем-һалымы, ижады һ.б.) тураһында әңгәмәлә ҡатнашыу, һөйләү;

  1. Ишеткәнде, күргәнде 4-6 һөйләм менән бәйләнешле итеп һөйләү.

  2. Ҡысҡырып шыма һәм тасуири уҡыу.

  3. Һүҙлек һүҙҙәрен белеү һәм уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу.

  4. Дәрестә өйрәнелгән грамматик материалды практик ҡуллана белеү.

  5. 25-30 һүҙ күләмендә диктант яҙыу, өйрәтеү изложениелары һәм инша яҙа белеү;

  6. Программала күрһәтелгән шиғырҙарҙы яттан белеү; 3-4 башҡорт йырын башҡара белеү, мәктәптең үҙешмәкәр сараларында ҡатнашыу, сәхнәлә сығыш яһау. Бөтә был эштәр тураһында бәйләнешле һөйләй белеү.

























Календарь- тематик план


Дәрес темаһы

Сәғәт

һаны

Йөкмәткеһе

Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенә ҡылыҡһырлама

Контроль

формалары

Дата



Иҫкәрмә

план

факт

1


1 сентябрь - Белем көнө. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау

1


Тыуған Башҡортостан тура­һында әңгәмә: Тыуған ил, дәүләт символдары, респуб­ликала йәшәүсе халыҡтар, уларҙың дуҫлығы. «Мәктәп», «Белем көнө» темаларына әң­гәмә. Башҡорт теле дәресенә ҡыҙыҡһыныу уятыу.

Тема буйынса яңы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр өйрәтеү. Һөй­ләмдәр төҙөтөү, һорауҙарға яуаптар алыу, 1-ҙән 10-ға тик­лемге һандар. «Танышыу» диалогын төҙөү.

Башҡорт алфавитын, башҡорт теленә генә хас өндәрҙе, хә­рефтәрҙе ҡабатлау.

Тыуған Башҡортостан, дәүләт символдары, республикала йә­шәүсе халыҡтар, уларҙың дуҫ йәшәүе тураһында әңгәмәлә ҡатнашыу. Башҡорт телендә һүҙ байлығын арттырыу (мин, һин, ул, уҡыусы, малай, ҡыҙ), һүҙбәйләнештәр өйрәнә баш­лау. Һин кем? һорауын үҙ­ләштереү, был һорауға яуап бирергә өйрәнеү.

Уҡытыусы артынан яңы һүҙ­ҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе ҡа­батлау. Һин кем? Һинең исемең нисек? Һин ҡайҙа йәшәйһең? Һиңә нисә йәш? һорауҙарын үҙләштереү, уларға яуап би­реү. Башҡорт теленең [ң], [ү], [ҡ] өндәрен дөрөҫ әйтергә өйрәнеү. Хәрефтәрен яҙа бе­леү (уҡыусы ҡыҙ, малай, уҡытыусы, минең исемем, мин, һин, ул, миңә, дуҫ, йәш, дәрес, уҡыйым, йәшәйем) һ.б. 1-ҙән 10-ға тиклем һанарға өйрәнеү. «Танышыу» диалогы төҙөргә өйрәнеү.

Һүҙлек

һүҙҙәрен

үҙләштереүҙе

тикшереү.

һорауҙарға

яуап биреү.





2

Мин мәктәпкә ни өсөн йөрөйөм? Мин ниндәй дәресте яратам, яратмайым?

1






3



Мин нимә уҡырға яратам?Исем

Тыңлап аңларға өйрәтеү


1






4

Мәктәптәге дуҫтарым менән таныштырайыммы?

1





5


Инеш контроль эш.


1

Тикшереү эше эшләү, һөйләмдәр, һүҙбәйләнештәр төҙөү


Һорауҙарға яуап биреү. Һүҙлек диктанты.




6

Хаталар өҫтөндә эш.

1

Тема буйынса яңы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр үҙләштереү, уларҙы актив телмәрҙә ҡулла­нырға өйрәтеү. Һүҙлек һүҙҙә­рен ҡулланып, үҙҙәренең мәк­тәбен тасуирлатыу.

буйынса күнегеүҙәр башҡарыу. Баш­ҡорт теленең тартынҡы өндә­рен танырға, уҡырға, яҙырға өйрәнеүҙе дауам итеү. Һүҙ байлығын арттырыу (ғаилә, ғаилә ағзалары, дуҫ, татыу, ҙур, бәләкәй, эшләй, ярата, уҡый, һүрәт төшөрә, төҙөй, минең, бар, юҡ )

Һүҙлек

диктанты. Тәржемә эше.




















7

Беҙгә бергәләп күңелле. Сифат

1




8

Мин тәрбиәле бала

1

Тема буйынса яңы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр үҙләштереү, уларҙы телмәрҙә ҡулланырға

өйрәтеү. Нимә эшләйем? Һора­уына яуап бирергә өйрәтеү.Уҡыусыларҙың яратҡан шө­ғөлө, дәрестән һуңғы эшмәкәр­лек, көн тәртибе тураһында әңгәмәләр ойоштороу. Шиғыр­ҙар, йырҙар өйрәтеү.

Тема буйынса яңы һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланырға өйрә­неү. Башҡорт телендә өндәр­ҙе дөрөҫ әйтеү күнегеүҙәре өҫ­төндә эш, хәрефтәрен яҙыр­ға өйрәнеү, [ҫ] өнөнөң үҙен­сәлеген билдәләү, һүҙбәйлә­нештәр, һөйләмдәр төҙөү. Һүҙ байлығын арттырыу (аш-һыу атамалары, ашайым, әсәм, яратам, яратмайым, тәмле, иртәнге аш, төшкө аш, киске аш, менән, ярҙам итәм, уйнай, бешерә Һ.6.).

Һорауҙарға

яуап биреү.

Һүҙлек

диктанты.























9

Минең өйҙәге бурыстарым. Сифат

Тел компетентлығын формалаштырыу юлдары

1

Һүҙлек

диктанты. Тәржемә эше.





10

Минең яратҡан шөғөлөм

1





11


Мин йәшәгән бүлмә. Минең кескәй дуҫтарым. Сифат.


1


Тема буйынса яңы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр үҙләштереү, уларҙы актив телмәрҙә ҡулла­нырға өйрәтеү. Һүҙлек һүҙҙә­рен ҡулланып, үҙҙәренең мәк­тәбен тасуирлатыу.

Һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөү. Шиғырҙар уҡыу, йыр­ҙар өйрәнеү.

Һорауҙарға яуап биреү. Һүҙлек диктанты. Тест.




12


Контроль эш

1


Тикшереү эше эшләү, һөйләмдәр, һүҙбәйләнештәр төҙөү


Тест,

контроль эш.




13



Мин йәшәгән Ер. Алмаш.

1


Тема буйынса яңы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр үҙләштереү. Кемдеке? һорауынүҙләштереү.

Тыңлап аңлау (аудирование) күнекмәләрен үҫтереү күнегеүҙәре башҡарыу

Текс­тар, шиғырҙар уҡыу. УУЭ формалаштырыу күнегеүҙәре башҡарыу, телмәр үҫтереү. Әңгәмәлә ҡатнашыу. Һүҙ бай­лығын арттырыу

Һүҙлек

диктанты. Тәржемә эше.







14

Мин йәшәгән йорт, район. Минең күршеләрем. Алмаш.

1


Яңы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр өйрәнеү. Нисек? һорауын үҙләштереү. УУЭ форма­лаштырыу күнегеүҙәре баш­ҡарыу. УУЭ форма­лаштырыу күнегеүҙәре баш­ҡарыу.Тема буйынса диа­лог ҡороу.

Һүрәттәр буйынса һорауҙарға яуап биреү, күнегеүҙәр баш­ҡарыу. Һөйләмдәр төҙөү. Кроссвордты тултырыу. Һүҙ байлығын арттырыу (яҙа, яҡ­шы уҡый, ҡысҡырып һөйләй, дөрөҫ, дөрөҫ тугел, тырыш, уҡыусы, ултыра ).

Һүҙлек диктанты, һорауҙарға яуап биреү.




15

Минең яратҡан урындар. Алмаш


Уҡыусының һөйләү телмәрен үҫтереү

1



Ҡайҙа? һорауын үҙләштереү. Диалог төҙөтөү. Һүҙ байлығын арттырыу. УУЭ формалашты­рыу күнегеүҙәре башҡарыу.

Янында, эргәһендә, эсендә, өҫ­төндә, аҫтында һүҙҙәрен өй­рәнеү, телмәрҙә ҡулланыу. Диалогтар төҙөү. Телмәр үҫте­реү күнегеүҙәре башҡарыу.

Һүҙлек

диктанты.







16

Беҙҙең урам. Беҙҙең уйындарыбыҙ. Алмаш.

1

Уҡыу мәсьәләһен ҡабул итеү, тема буйынса һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Бәләкәй текстарҙы шыма итеп уҡыу, аңлау, тәржемә итеү, һорауҙарға яуап биреү, диалогтар төҙөү

Һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөү. Шиғырҙар уҡыу, йыр­ҙар өйрәнеү.

Тест







17

Минең тыуған ҡалам, ауылым. Һан.

1

18

Ауыл һәм ауыл тормошо. Ҡалалағы һәм ауылдағы эштәр. Һан.

1

Тема буйынса яңы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр үҙләштереү, уларҙы телмәрҙә ҡулланырға

өйрәтеү. Нимә эшләйем? Һора­уына яуап бирергә өйрәтеү.Уҡыусыларҙың яратҡан шө­ғөлө, дәрестән һуңғы эшмәкәр­лек, көн тәртибе тураһында әңгәмәләр ойоштороу. Шиғыр­ҙар, йырҙар өйрәтеү

Текс­тар, шиғырҙар уҡыу. УУЭ формалаштырыу күнегеүҙәре башҡарыу, телмәр үҫтереү. Әңгәмәлә ҡатнашыу. Һүҙ бай­лығын арттырыу

Тест,

контроль эш.




19

Башҡортостандың ҡалалары һәм ауылдары. Һан

1


Башҡортостандың бай тәбиғәте, үҫемлектәре һәм хайуандар донъяһы. Тәбиғәттәге предметтарҙың исемдәре, уларға ҡыҫҡаса характеристика биреү. Йылғаларын, күлдәрен белеү. Тауҙар һәм урмандар. Тәбиғәтте һаҡлау тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу.

Һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөү. Шиғырҙар уҡыу, йыр­ҙар өйрәнеү

Һүҙлек

диктанты.

Тәржемә

эше.













20

Тыуған ерем мөғжизәләре. Һан

1


Һүҙлек

диктанты.







21


Диктант.

1


Тикшереү эше эшләү, һөйләмдәр, һүҙбәйләнештәр төҙөү


Диктант




22


Хаталар өҫтөндә эш. Йыл миҙгелдәре ниңә үҙгәрә? Рәүеш

1


Йыл миҙгелдәре, һәр йыл миҙгеленә хас үҙенсәлектәр менән танышыу. Йыл миҙгелдәрен, һәр миҙгелгә ҡараған ай исемдәрен дөрөҫ әйтә һәм телмәрҙә ҡуллана белеү.Рәүеш.

Һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр төҙөү. Шиғырҙар уҡыу, йыр­ҙар өйрәнеү.

Һорауҙарға телдән яуап биреү, һүҙлек диктанты.




23



Йәнлектәр һәм йыл миҙгелдәрен беләһегеҙме? Рәүеш

Уҡыусының һөйләү телмәрен үҫтереү

1


«Ҡырағай йәнлектәр» темаһы буйынса яңы һүҙҙәр өйрәтеү. Йәнлектәр, уларҙың тормошо тураһында әңгәмә ойоштороу, видеофильмдар ҡарау, проект эштәре башҡа­рыу, йомаҡтар сисеү, видеофильмдар, йәнһүрәттәр күрһәтеү. УУЭ формалаштырыу күнегеүҙәре башҡарыу. Йорт хайуандары һәм йорт ҡоштары атамаларын өйрә­теү, телмәрҙә ҡулланыу. УУЭ формалашты­рыу күнегеүҙәре башҡарыу. Тәржемә итеү күнекмәләре өҫтөндә эш ойоштороу.

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау, йомғаҡлау.

Һүрәттәр буйынса һорауҙарға яуап биреү, күнегеүҙәр баш­ҡарыу. Һөйләмдәр төҙөү. Кроссвордты тултырыу. Һүҙ байлығын арттырыу .

Һүҙлек

диктанты. Тәржемә эше.







24

Бөжәктәр нисек йәшәй? Рәүеш

1


Яңы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр өйрәнеү. Нисек? һорауын үҙләштереү. УУЭ форма­лаштырыу күнегеүҙәре баш­ҡарыу. УУЭ форма­лаштырыу күнегеүҙәре баш­ҡарыу.Тема буйынса диа­лог ҡороу.

Һүрәттәр буйынса һорауҙарға яуап биреү, күнегеүҙәр баш­ҡарыу. Һөйләмдәр төҙөү. Кроссвордты тултырыу. Һүҙ байлығын арттырыу.

Һүҙлек диктанты, һорауҙарға яуап биреү.




25

Һауа торошо. Рәүеш. Уҡыусының һөйләү телмәрен үҫтереү



1


Диалог төҙөтөү. Һүҙ байлығын арттырыу. УУЭ формалашты­рыу күнегеүҙәре башҡарыу.

Текс­тар, шиғырҙар уҡыу. УУЭ формалаштырыу күнегеүҙәре башҡарыу, телмәр үҫтереү. Әңгәмәлә ҡатнашыу. Һүҙ бай­лығын арттырыу

Һүҙлек

диктанты.







26

Киләсәктә тәбиғәттә үҙгәрештәр буламы? Рәүеш.

1

Тема буйынса яңы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр үҙләштереү, уларҙы телмәрҙә ҡулланырға

өйрәтеү. Һора­уҙарға яуап бирергә өйрәтеү. Шиғыр­ҙар, йырҙар өйрәтеү.

Яңы һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡул­ланыу. Проект эштәре башҡа­рыу. Әңгәмәлә ҡатнашыу. Диа­логтар төҙөү. Һүҙ байлығын арттырыу

Тест,

контроль эш.







27

Һорауҙарға яуаптар

Текст өҫтөндә эш алымдары

1

Үтелгәндәр буйынса контроль эш


Һорауҙарға яуап биреү.




28

Хаталар өҫтөндә эш.

1

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау, йомғаҡлау







29

Минең тормошомдағы ҡыҙыҡлы хәлдәр. Мажаралар илендә. Минең иң ҙур хыялым. Ҡылым.

Уҡыусының һөйләү телмәрен үҫтереү



Диалог төҙөтөү. Һүҙ байлығын арттырыу. УУЭ формалашты­рыу күнегеүҙәре башҡарыу.

Һүрәттәр буйынса һорауҙарға яуап биреү, күнегеүҙәр баш­ҡарыу. Һөйләмдәр төҙөү. Кроссвордты тултырыу. Һүҙ байлығын арттырыу

Һүҙлек

диктанты.







30

Минең кумирҙарым. Ҡылым

1


Тема буйынса яңы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр үҙләштереү, уларҙы актив телмәрҙә ҡулла­нырға өйрәтеү. Һүҙлек һүҙҙә­рен ҡулланып, үҙҙәренең мәк­тәбен тасуирлатыу.

Башҡортостандың йырсылары, бейеүселәре менән т анышыу. Проект әҙерләү

Һорауҙарға яуап биреү. Һүҙлек диктанты. Тест.




31

Минең бюджет. Ҡылым.

Уҡыусының һөйләү

1


Уҡыу мәсьәләһен ҡабул итеү, тема буйынса һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Бәләкәй текстарҙы шыма итеп уҡыу, аңлау, тәржемә итеү, һорауҙарға яуап биреү, диалогтар төҙөү

Текс­тар, шиғырҙар уҡыу. УУЭ формалаштырыу күнегеүҙәре башҡарыу, телмәр үҫтереү. Әңгәмәлә ҡатнашыу. Һүҙ бай­лығын арттырыу

Һорауҙарға телдән яуап биреү, һүҙлек диктанты.




32

Мин кейем һатып алам. Мин модалы кейем һатып алам Ҡылым.

Уҡыусының һөйләү телмәрен үҫтереү

1


Тема буйынса яңы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр үҙләштереү. Кемдеке? һорауынүҙләштереү.

Тыңлап аңлау (аудирование) күнекмәләрен үҫтереү күнегеүҙәре башҡарыу

Кемдеке? һорауын үҙләштереү, яуап би­рергә өйрәнеү. Һүҙ байлығын арттырыу (күлдәк, салбар, тун, яңы, матур)

Һүҙлек

диктанты. Тәржемә эше.







33

Йыллыҡ контроль эш

1


Үтелгәндәр буйынса контроль эш


Һүҙлек диктанты, һорауҙарға яуап биреү.




34

Хаталар өҫтөндә эш.

1



Үтелгәндәрҙе ҡабатлау, йомғаҡлау

Яңы һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡул­ланыу. Проект эштәре башҡа­рыу. Әңгәмәлә ҡатнашыу. Диа­логтар төҙөү. Һүҙ байлығын арттырыу

Тест,

контроль эш..







35

Бүләк һайлайым. Йомғаҡлау.

Текст өҫтөндә эш алымдары

1

Тема буйынса яңы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр үҙләштереү, уларҙы актив телмәрҙә ҡулла­нырға өйрәтеү.

Һүрәттәр буйынса һорауҙарға яуап биреү, күнегеүҙәр баш­ҡарыу. Һөйләмдәр төҙөү. Кроссвордты тултырыу.

Тест,

контроль эш.