Рабочая программа по башкирскому языку для 3 класса

Автор публикации:

Дата публикации:

Краткое описание: ...


Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 3-сө класы өсөн башҡорт теленән эш программаһытүбәндәге хоҡуҡи - норматив документтар нигеҙендә төҙөлдө

  1. Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, №165-Ф3, 11.12.2002

  2. Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы (статья 47, 5-се п.)

  3. «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, №289-з, 14.07.2010

  4. Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы, 1.07.2013.

  5. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1 – 11-се кластары өсөн программалары (төҙ.: З.М. Ғәбитова, М.Г. Усманова. // Ижевск: “Книгоград”, 2008. – 120 б.)

  6. Бишбүләк ауылы 1-се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбенең 2016 – 2017 уҡыу йылына уҡыу планы.

  7. Туған тел һәм әҙәбиәт, башҡорт (дәүләт) телен уҡытыуҙы ойоштороу тураһында (БР ММ хаты № 13-05 / 498, 11.09.2014)

Был эш программаһы дөйөм белем биреү буйынса дәүләт федераль стандарттары талаптарына ярашлы итеп төҙөлдө. Программа кимәле: базис.

Уҡыу -уҡытыу методик комплексы

  1. Дәреслек: Дәүләтшина М.С. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларында башҡорт телен 2-се йыл өйрәнеүсе 3-сө класы уҡыусылары уҡыу ҡулланмаһы. – Өфө : Китап. – 2015.– 124 бит

  2. Электрон дәреслек.



Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт теленә уҡытыу маҡсаттары

  • Уҡыусыларҙа башҡорт телендә һөйләгәнде, уҡығанды, радиотапшырыуҙар тыңлағанды аңлау күнекмәләре булдырыу (аудирование).

  • Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп, үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу.

  • Башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү.

  • Башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп, балаларҙы башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре, уларҙың эшмәкәрлеге, ижады һәм башҡалар менән таныштырыу, балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү. Текстағы яңы һүҙҙәр, фразаларҙы аңлатыу, һүҙлек эше үткәреү мотлаҡ.

  • Әҫәрҙе өлөшләп, һайлап, ролдәргә бүлеп, сылбыр буйынса уҡыу, тексты магнитофон яҙмаһынан тыңлау, йөкмәтке буйынса һорауҙарға яуап биреү кеүек эштәр башҡарғанда, һүҙлек эше иғтибар үҙәгендә тора.

  • 2-се класта алған белемдәр тулыландырыла. Темалар буйынса яҙыусылар, шағирҙар ижады менән таныштырыу, яңы текстар уҡыу, диалог һәм монолог ярҙамында бәйләнешле һөйләм төҙөү дауам итә.

  • Белем, уҡытыусы, мәктәп һәм көҙгө байлыҡ тураһында һөйләшеү күберәк урын ала.

  • Бәйләнешле текст төҙөү, бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү күнегеүҙәре башҡарыла.

Уҡытыу һөҙөмтәләренә талаптар



Шәхсән һөҙөмтәләр (мәктәп уҡыусыларының башҡорт теленән төп программаны үҙләштереүе);

1. Башҡортостан Республикаһында башҡорт теленең дәүләт теле булыуын аңлау: башҡорт телен өйрәнеүҙең эшмәкәрлек һәм профессиональ эшмәкәрлектә кәрәкле булыуын аңлау.

2. Башҡорт телен ғәмәлдә ҡулланыуға әҙерлек: үҙ - ара аралашыуҙа толерантлыҡ.

3. Башҡорт теленең башҡорт мәҙәниәте менән танышыу сараһы булыуын аңлау.

Метапредмет һөҙөмтәләр (рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен өйрәнеү):

1. Телдән һәм яҙма хәбәр ителгән мәғоүмәтте адекват ҡабул итеү.

2. Төрлө стилдәге һәм жанрҙағы тексты төрлө уҡыу төрҙәрендә ҡабул итеү.

3. Тыңланған һәм уҡылған тексты бирелгән эш төрҙәре (план, йөкмәткеһен һөйләү, конспект) менән яңынан һөйләй белеү.

4. Аралашыу сфераһы һәм шартына ҡарап, телмәреңде һәм яҙма телмәреңде төҙөй белеү, әңгәмә, фекер алышыу, дискуссияла ҡатнаша алыу.

5. Үҙ аллы белем ала белеү, төрлө мәғлүмәт сығанаҡтары, интернет ресурстары, ваҡытлы матбуғат баҫмалары менән эшләй белеү; белешмә әҙәбиәт менән ҡуллана алыу.

6. Тәғәйен темаға материалды һайлап ала һәм системаға килтереү ысулдарын үҙләштереү; үҙ ҡарашыңды анализлай, сағыштыра, күрһәтә, һығымта яһай, йомғаҡлай, нигеҙләй белеү.

7. Башҡорт телен башҡа сығанаҡтарҙан мәғлүмәт алыу сараһы булараҡ ҡуллана алыу һәләтен үҫтереү.

8. Үҙ телмәреңде баһалау күнекмәләрен үҙләштереү.

9. Предмет - ара кимәлдә (туған тел, сит тел, әҙәбиәт) тел күренештәрен анализлай белеү.

Предмет һөҙөмтәләре (сығарылыш класс уҡыусыларының төп мәктәп программаһын үҙләштереүе):

1. Һөйләгәнде, уҡығанды аңлау, йөкмәтке буйынса һорауҙар бирә һәм шул һорауҙарға яуап бирә белеү.

2. Төрлө ситуациялар, темалар буйынса һөйләшә белеү.

3. Прозаик текстарҙы дөрөҫ, шыма, аңлы уҡыу

4. Уҡылған тексты өлөштәргә бүлеү, исем биреү, элементар план төҙөү һәм уны яҙа белеү.

5. Текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табыу, һүҙлектәрҙән файҙаланыу.

6. 4 – 5 шиғырҙы яттан белеү.

7. Башҡортостан тураһында мәғлүмәттәргә эйә булыу.

8. Башҡорт халҡының йолаларын, мәҡәлдәрен, йомаҡтарын белеү.

9. Хәрефтәрҙе һәм һүҙҙәрҙе дөрөҫ, матур яҙа белеү.

10. Өйрәтеү (һәм элементар контроль) диктанттар, изложение һәминшаларяҙабелеү.

Уҡыу предметының төп йөкмәткеһе

Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора:

1. Телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу;

2. Телдең системаһын (фонетика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү;

3. Бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеү.


1. Һаумы, мәктәп! Мин танышам 5 сәғәт



Иҫәнләшеү. Танышыу диалогы. Һин ҡайҙан? Һиңә нисә йәш? Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре һәм хәрефтәре. Хат яҙыу.



2.Мин белем алам – 2 сәғәт



Уҡыу эшмәкәрлеге, уҡыу әсбаптары, уларҙы бөхтә тотоу. Көн режимы,таҙалыҡ, йыйнаҡлыҡ. Башҡорт телендә өндәрҙең, хәрефтәрҙең дөрөҫ әйтелеше һәм яҙылышы.



3. Мин һәм минең ғаиләм – 2 сәғәт



Ғаилә ағзалары, уларҙың үҙеңә туғанлыҡ мөнәсәбәттәре. Был атамаларҙы үҙләштереү. Ни эшләргә тейеш?



4. Мин һөнәр һайлайым – 3 сәғәт



Һөнәр атамалары, таныш һәм яҡын кешеләрҙең шөғөл - һөнәрҙәре, уларҙың яҡшы сифаттары тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Кем ҡайҙа эшләй?



5. Мин тәбиғәтте яратам – 5 сәғәт



Кеше һәм тәбиғәт. Ҡош һәм йәнлек атамаларын өйрәнеү. Нимәләр? Ни эшләйҙәр?

Башҡортостан тәбиғәте. Кейем исемдәрен үҙләштереү, элек өйрәнгәндәрҙе иҫкә төшөрөү. Кейемде һаҡлап ҡәҙерләп тотоу, һәр береһен үҙ урынына ҡуйыу. Кейем һәм шәхси гигиена. Кейем һәм матурлыҡ, кейем һәм тыйнаҡлыҡ һ.б. тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Шиғыр ятлау.



6. Минең яратҡан миҙгелем – 7 сәғәт



Башҡортостанда, үҙебеҙ йәшәгән төйәктә көҙ, ҡыш, яҙ, йәй миҙгелдәре, уларҙың билдәләре. Миҙгелдәргә бәйләнешле ололарҙың эштәре, хәстәрҙәре. Миҙгелдәргә ярашлы балаларҙың эштәре, уйындары тураһында һөйләшеүҙәр, әҫәрҙәр уҡыу, һынамыштар менән танышыу.

Көн торошона бәйле һүҙҙәрҙе дөрөҫ ҡулланыу, телмәр күнекмәләрен үҫтереү, һөйләм төрҙәре. Нимә? Ни эшләй?



7. Минең гардеробым – 3 сәғәт



Кейем атамаларын өйрәнеү. Ниндәй?



8. Минең тыуған көнөм – 3 сәғәт



Балаларҙың тыуған көнөнә әҙерлек. Ҡасан?



9. Мин – сәйәхәтсе – 5 сәғәт



Сәйәхәт, уның кешегә файҙаһы, әһәмиәте, сәйәхәт урындары, йүнәлештәре, спорт һәм сынығыу тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Нимә менән? Нисек?

Башҡорт теленең базислы уҡыу планындағы урыны

Башҡортостан Республикаһының уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1– 11-се кластар өсөн уҡыу планы 3-сө класта башҡорт телен аҙнаһына 1 сәғәт күләмендә уҡытыу күҙ уңында тота: барлығы – 35 сәғәт.



1 - се сирек

2 - се сирек

3 - сө сирек

4 - се сирек

9

8

10

8

Яҙма эштәр һәм контроль - баһалау эштәре



Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә башҡорт теленән яҙма эштәрҙең түбәндәге төрҙәрен күрһәтергә була:

  • һүҙҙәрҙе, типик фраза һәм һөйләмдәрҙе күсереп яҙыу;

  • һүҙлек диктанты;

  • ғәҙәти диктанттар;

  • һорауҙарға яуап яҙыу;

  • изложение;

  • инша;

  • тестарға яуап яҙыу.

3-сө класта был эш төрҙәре элементар характерҙа, өйрәтеү маҡсатында һәм ныҡлы әҙерлектән һуң башҡарыла. Изложение, инша башҡарыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм башҡа эш төрө менән алыштырылырға мөмкин.

Яҙма эштәрҙең төрҙәре,күләме



Эш төрҙәре

Һаны

Күләме

Күсереп яҙыу

2

20 – 25

Диктант

2

20 – 25

Изложение

1

30 – 35

Инша

1

30 – 35



Уҡыу һәләтлектәрен баһалау: һүҙ: 35 – 40, билдә: 120 – 140, эстән уҡыу: 55 – 65

Календар - тематик план




Тема

Сәғәт

тәр һаны

План

лаштырыл

ған

Үткә

рел

гән


Иҫкәрмә

I сирек

Һаумы, мәктәп! - 5

1

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

1

1.09.16



Мин танышам

2

Һин кем?

1

8.09.16



3

Һин ҡайҙа йәшәйһең?

1

15.09.16



4

Һин ҡайҙан?

1

22.09.16



5

Һин ҡайҙан?

1

29.09.16



Мин белем алам - 2

6

Был нимә?

1

6.10.16



7

Уҡыу әсбаптары. Нимәһеҙ?

1

13.10.16



Мин һәм минең ғаиләм -2

8

Кем? Нимә эшләй? Контроль күсереп яҙыу.

1

20.10.16



9

Хата өҫтөндә эш. Нимә эшләргә тейеш?

1

27.10.16



II сирек

Мин һөнәр һайлайым - 3

10

Кем ҡайҙа эшләй?

1

10.11.16



11

Кем ҡайҙа эшләй?

1

17.11.16



12

Кем ҡайҙа эшләй?

1

24.11.16



Мин тәбиғәтте яратам - 5

13

Нимәләр? Нимә эшләйҙәр? Тәбиғәт.

1

1.12.16



14

Нимәләр? Нимә эшләйҙәр? Башҡортостанда ағастар. Изложениеға әҙерлек.

1

8.12.16



15

Нимәләр? Нимә эшләйҙәр? Дарыу үләндәре.

1

15.12.16



16

Административ контроль диктант. 1. Бөжәктәр.

1

22.12.16



17

Хаталар өҫтөндә эш. Нимәләр? Нимә эшләйҙәр? Ҡоштар.

1

29.12.16



III сирек

Минең яратҡан миҙгелем - 7

18

Нимә? Нимә эшләй? Йыл миҙгелдәре.

1

19.01.17



19

Ҡыш. Нимә? Нимә эшләй? Изложениеға әҙерлек.

1

26.01.17



20

Изложение яҙыу. Ҡыш.Нимә? Нимә эшләй?

1

2.02.17



21

Яҙ килә. Нимә? Нимә эшләй?

1

9.02.17



22

Яҙ. Нимә? Нимә эшләй?

1

16.02.17



23

Көҙ. Нимә? Нимә эшләй?

1

2.03.17



24

Минең яратҡан миҙгелем.

1

9.03.17



Минең гардеробым - 3

25

Кейем.Ниндәй?

1

16.03.17



26

Минеке. Ниндәй? Контроль күсереп яҙыу. 2.

1

23.03.17



27

Өҫ кейемдәре. Ниндәй?

1

6.04.17



IV сирек

Минең тыуған көнөм - 3

28

Тыуған көн. Ҡасан?

1

13.04.17



29

Беҙҙең дуҫ. Ҡасан? Иншаға әҙерлек.

1

20.07.17



30

Т. Ү. Инша.

1

27.04.17



Мин сәйәхәтсе - 5

31

Сәйәхәт итергә яратаһыңмы? Нимә менән? Нисек?

1

4.05.17



32

Өфө урамында. Нимә менән? Нисек?

1

11.05.17



33

Юл ҡағиҙәләре. Нимә менән? Нисек?

1

18.05.17



34

Контроль диктант. 2. Нимә менән?

1

25.05.17



35

Юл йөрөү ҡағиҙәләре. Йомғаҡлау.

1

Резерв






Башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетындағы уҡыу - уҡытыу методик комплекты һәм техник саралар



Уҡытыусының уҡыу - уҡытыу методик комплекты:



1. Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 3-сө класы уҡыусылары өсөн дәреслек. – Өфө: Китап, 2010.

2. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. – Өфө: Китап, 2009.

3. Ғафаров Б.Б. Әҙәбиәт уҡытыу методикаһы. – Өфө: Китап, 2008. – 352 бит.

4. 5 – 9 кластарҙа башҡорт телен уҡытыу методикаһы /Аҙнағолов Р.Ғ., Тикеев Д.С. һ.б. – Өфө: Китап, 1996. – 320 бит.

5. Раҡаева Ә.С., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теленән контроль һорауҙар, тестар ҡулланмаһы. – Өфө: Педкнига, 2008. – 96 бит.

6. М. Ғ.Усманова, З.М.Ғәбитова. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы. 1 – 4-се класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма. – Өфө: Китап, 2002. – 167 бит.

7. В. Ш. Псәнчин. С. В. Атнағолова. Башҡорт теленән изложение текстары йыйынтығы: 1 – 4-се класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма. – Өфө: Китап, 2006. – 192 бит.

8. Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу. Методик күрһәтмә. Ғәбитова З.М., Баһауетдинова М.И., Йәғәфәрова Г.Н., Йәғәфәров Р.Ғ. БМҮИ нәшриәте. Өфө – 2008.

9. “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы.



Башҡорт теле һәм кабинетындағы техник саралар



  1. Уҡытыусының персональ компьютеры.

  2. Мультимедиапроекторәҙәбиәте.

  3. Телевизор.