Авторская прграмма по башкирской литературе

Автор публикации:

Дата публикации:

Краткое описание: ...


АҢЛАТМА ЯҘЫУ


Башҡорт әҙәбиәте”буйынса программа “Мәғариф тураһында”ғы законға, “Дөйөм белем биреү йөкмәткеһенең фундаменталь үҙәге” документына, “Рәсәй Федерацияһының икенсе быуын Федераль дәүләт хөкүмәт стандарттарына”, “Рәсәй Мәғарифын 2020 йылға тиклем модернизациялау концепцияһы”на, Д.Б.Эльконин – В.В.Давыдов үҫтереүсе уҡытыу системаһына,“Башҡортостан халыҡтары телдәре” законына, “Башҡорт мәғарифын үҫтереү концепцияһы”на,2015/2016 уҡыу йылында дөйөм белем биреү учреждениеларында ҡулланыу өсөн Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән уҡыу әсбаптары исемлегенә, Башҡортостан Республикаһы Бәләбәй ҡалаһы муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы Башҡорт гимназия- интернатының уҡыу планына таянып эшләнде.Бала үҙ телендә һөйләшә,фекер йөрөтә, уның аша кешеләр араһындағы мөнәсәбәттең иң ҡатмарлы донъяһына үтеп инә,тәбиғәт,йәмғиәт һәм сәйәси күренештәрҙе танып белә,улар хаҡында тәүге төшөнсәләрҙе үҙләштерә.Туған тел балаға туранан-тура йоғонто яһай: туған телдә әйтелгән һүҙ уны шатландыра, көйөндөрә һәм төрлө бәхәстәргә тарта ала.Туған телде өйрәтеү уҡыусының үҙ аллы фекер йөрөтөү һәләтен, һөйләү һәм яҙма телмәр үҫтереүҙе,байытыуҙы,камиллаштырыуҙы,баланың үҙен шәхес итеп үҫтереүҙе,формалаштырыуҙы күҙаллай.

Мәктәптә туған тел махсус предмет булараҡ өйрәнелә.Башланғыс мәктәптә уҡыусылар туған тел аша ысынбарлыҡты танып белә, кешеләр араһындағы, йәмғиәттәге мөнәсәбәттәрҙе,үҙен уратып алған донъяны өйрәнә,щәхес булараҡ үҫешә.Тик үҙ телең генә ата-бабаларыңдың үткәнен белергә,киләсәккә өмөт- хыялдарын яҡшыраҡ аңларға ярҙам итә.Ошоларға ирешмәйенсә тороп, телеңдең, милләтеңдең киләсәген күҙаллау мөмкин түгелдер. Шуға ла туған телде бөтә нескәлектәре менән өйрәнеү, белеү мотлаҡ.

Башланғыс мәктәптә туған телде уҡытыу юғары кластарҙа өйрәнеләсәк тел һәм әҙәбиәт дәрестәренә әҙерлек этабы булып тора. Әгәр уҡыусы туған тел дәрестәрендә башланғыс класта уҡ яҡшы һө ҙөмтәләргә ирешһә, уға өлкән кластарҙа башҡа предметтарҙы уңышлы үҙләштереү өсөн ҙур мөмкинселектәр тыуа. Шуға ла башланғыс мәктәптә туған тел дәрестәре алдында ҡуйылған мөһим шарттар- уҡыусыларҙы тормош менән таныштырып, унда үҙ урынын табырға өйрәтеү, мәктәптә уҡытылған туғандаш әҙәбиәттәр менән сағыштырып, башҡа фәндәр, сәнғәт төрҙәренә бәйле алып барыу, һәр көн һайын арта барған фәнни мәғлүмәтте еткереү,әҙәбиәт һәм сәнғәттең етеҙ үҫеше аша уҡыусыларҙың танып белеү һәләттәрен үҫтереү, уларҙың үҙ аллы белем алыуына , әҙәби китап уҡыуына , уҡығанды баһалай белеүенә булышлыҡ итеү һәм ижади эшмәкәрлеген әүҙемләштереү бурысы тора. Шулай уҡ йәмғиәт алдында яуаплылыҡ тойған һәм рухи яҡтан ныҡлы булған интеллектуаль шәхес тәрбиәләү бурысы ла мөһим.

Юғарыла аталған бурыстарҙы хәл итеү өсөн тейешле шарттар булдырыу зарур. Иң төп шарттарҙың береһе- телде өйрәнеү өсөн мөмкинселектәр тыуҙырыу. Шуға күрә балаларҙы тел ғилеменә өйрәтеү башланғыс кластан маҡсатлы рәүештә алып барыла. Дәүләт теле булған рус һәм халыҡ –ара аралашыу теле булған инглиз телдәрен өйрәнеү , ҡағиҙә булараҡ, туған телгә нигеҙләнеп атҡарыла.

Башланғыс мәктәптә туған тел дәрестәрен өйрәтеү түбәндәге маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыуға йүнәтелгән:

-башланғыс мәктәп системаһының төп нигеҙен тәшкил иткән дөрөҫ, йүгерек һәм тасуири уҡыу күнекмәләрен үҙләштереү, үҙ аллы аңлап уҡыу күнекмәләрен булдырыу; танып белеү формалаштырыу; телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрен камиллаштырыу;

- уҡыусыларҙың танып белеү һәм ижади эшмәкәрлектәрен үҫтереү, әҙәби әҫәрҙәрҙә һүрәтләнгән тормош күренештәрен, ваҡиғаларҙы һәм образдарҙы ысын күңелдән ҡабул итеүгә булышлыҡ итеү; уҡыусылар күңелдә эстетик хис-тойғолар тәрбиәләү аша балаға һәр яҡлап йоғонто яһау;

- әҙәби әҫәрҙәр, фәнни – популяр мәҡәләләр, халыҡ ижады һәм башҡа жанрҙарҙағы әҫәрҙәр менән эшләү күнекмәләрен булдырыу; әҙәби әҫәрҙәр аша уҡыусыларҙа намыҫлылыҡ, ғәҙеллек, тоғролоҡ, дуҫлыҡ, шәфҡәтлелек, әүеҙемлек кеүек юғары әхләҡи сифаттарҙы тәрбиәләү;

- туғандаш, Рәсәйҙең башҡа халыҡтарының әҙәбиәтенә, мәҙәниәтенә, сәнғәтенә ихтирам тойғоһо тәрбиәләү; уҡыусыларҙы китап уҡыуға йәлеп итеү һәм уҡыу эшмәкәрлеге үҙ аллы белем туплауҙа иң төп сара икәнен төшөнгән белемле уҡыусылар тәрбиәләү;

- бергә уҡыу компонентлығын, уҡыу техникаһын үҙләштереү; уҡылған һәм тыңланған әҫәрҙәрҙе аңлау, китаптарҙы таныу, үҙ аллы һайлау күнекмәләренә эйә булырға өйрәтеү, китап уҡыуға ныҡлы ҡыҙыҡһыныу арттырыу.

Башҡорт әҙәбиәте “ предметы түбәндәге мәсьәләләрҙе хәл итә:

1. Мәҙәниәтле уҡыу күнекмәләрен үҙләштереү, тексты аңлау, китапҡа китап уҡыуға ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү. Был мәсьәләне хәл итеү уҡыу күнекмәләрен формалаштырыуҙы күҙаллай.

2. Һөйләү эшмәкәрлегенә, яҙыу-аралашыу культураһына эйә булырға өйрәтеү. Был йүнәлеш китаптағы төрлө маҡсатты күҙ уңында тотҡан текстар өҫтөндә эшләүҙе, уларҙы айыра алыуҙы, тирә-йүн тураһындағы белемдәрен арттырыуҙы күҙ унында тота. Уҡыусылар уҡыу һәм белем алыу барышында телмәрҙең диалог һәм монолог формаһын төҙөргә өйрәнәләр, әҙәби әҫәрҙәрҙә һүрәтләнгән донъяуи күренештәрҙе, ваҡиғаларҙы һәм образдарҙы ихлас ҡабул итеп, дәреслектә бирелгән мәғлүмәтте ҡуллана белергә, һүҙлектәрҙән мәғлүмәт табырға, энциклопедиялар менән дөрөҫ эш итергә өйрәнәләр; ишеткән, уҡыған тема буйынса үҙ фекерҙәрен әйтеп бирергә, һығымта яһарға өйрәнәләр.

3. Әҙәби әҫәрҙәрҙә бирелгән хәл – ваҡиғаларға ҡарата әхлаҡи –эстетик тойғолар һәм зауыҡ тәрбиәләү. Был йүнәлештә мәсьәләләрҙе тормошҡа ашырыу – әҙәби әҫәрҙе сәнғәттең үҙенсәлекле айырым бер төрө итеп ҡабул иттереү; әҫәрҙең әҙәби ҡиммәтен аңларға; тасуирлау сараларын танып белергә өйрәтеү ул.

4.Әхләҡи ҡиммәттәрҙе формалаштырыу, әҙәбиәт менән таныштырыуҙан йәм табырға, әҙәби әҫәрҙең рухи асылын аңларға өйрәтеү. Әҙәби әҫәрҙең үҙенсәлеген, уның әхлаҡи асылын, шәхесте тәрбиәләү маҡсатынан сығып аңлау мөһим урын алып тора

Башҡорт әҙәбиәте” предметына дөйөм характеристика


Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған программаға нигеҙләнеп төҙөлдө,башланғыс дөйөм белем биреүҙең Федераль дәүләт белем биреү стандартына тура килә. Программа – “Яңы сандартттар буйынса дөйөм белем биреү мәктәптәренең 1- 4 кластары өсөн Туған тел дәреслегенә программа”. – Өфө: Китап, 2010.

Уҡыу техникаһының иң юғары нөктәһе-тасуири уҡыу.Тасуири уҡыған уҡыусы һәр образдың эшләгән эштәрен, уй-фекерҙәрен, кисерештәрен үҙ йөрәге, күңеле аша үткәреп, хистәр тулҡынында еткереүсе булып тора.Бала дәрес аҙағына тексты тасуири уҡый алһа- был уның дәрестәге иң юғары ҡаҙанышы тип баһаларға кәрәк.

Уҡыу тематикаһы, төп темалар һәм бәйләнешле телмәр үҫтереү.

Уҡыу материалы тирә-йүндәге ысынбарлыҡтың белем һәм тәрбиә биреү йәһәтенән мөһим яҡтарын үҙ эсенә ала, баланы әҙәби һәм фәнни-популяр мәҡәләләрҙәге,әҫәрҙәге тема менән таныштыра.

Программаға ингән уҡыу өсөн бирелгән текстар күләме яғынан яйлап үҫә барыу тәртибендә бирелгән,баланың психик һәм физик үҫешен иҫәпкә алып һайлап алынған.Уҡыу техникаһы- ижекләп ( оҙон һүҙҙәрҙе ) һәм тулы һүҙҙәр менән дөрөҫ итеп, йыл аҙағына минутына 35-55 һүҙ уҡыу.

Кластан тыш уҡыу.Башланғыс кластарҙа әҙәбиәт менән таныштырыу кластан тыш уҡыу дәрестәрендә дауам итә.Кластан тыш уҡыу шулай уҡ балаға тәрбиә биреү һәм шәхес үҫтереү сараһы итеп ҡарала.Кластан тыш уҡыуҙың маҡсаты-уҡыусыларҙы хәҙерге көндәге балалар әҙәбиәте менән һәр яҡлап таныштырыу, китапҡа ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм үҙ- аллы даими уҡыу күнекмәһе булдырыу.Уҡытыусы ярҙамында балалар республикала сыҡҡан "Йәншишмә" гәзите, "Аҡбуҙат", "Аманат "журналдары менән танышып, даими уҡып баралар.

Һүҙҙәр менән эш.Уҡыусыларҙы дөрөҫ һөйләргә,аныҡ һәм тасуири уҡырға, һүҙҙе урынлы ҡулланырға өйрәтеү,уларҙың һүҙ байлығын арттырыу, һүҙбәйләнештәр,фразеологик берәмектәр, һөйләм, бәйләнешле телмәр өҫтөндә эш уҡыу дәрестәрнең төп йөкмәткеһен тәшкил итә.

Тел күнекмәләре араһында һүҙлек эше, һөйләмдәр, ябай хикәйәләр төҙөү, уҡығанды дөрөҫ итеп һөйләү ҙур әһәмиәткә эйә. Шуға ла тексты уҡыу алдынан йәки уҡытыусының тәүге ҡат уҡыуынан һуң, ундағы яңы һүҙҙәр,фразалар, һөйләмдәр аңлатыла, һүҙлек эше үткәрелә. Әҫәрҙе өлөшләп, һайлап, ролләп ,сылбыр буйынса уҡыу, йөкмәтке буйынса һорауҙарға яуап биреү, әҫәрҙең йөкмәткеһен һөйләү кеүек эштәр башҡарғанда ла һүҙлек эше иғтибар үҙәгендә тора.

Башҡорт әҙәбиәте” – башланғыс белем биреүҙә төп предметтарҙың береһе. Уҡыу - телмәр эшмәкәрлегенең бер төрө. Уҡыу дәрестәренең маҡсаттары-уҡыусыларҙа аңлы, йүгерек, тасуири уҡыу күнекмәләре булдырыу,үҙаллы уҡыу тәжрибәһен формалаштырыу, телмәр эшмәкәрлегенең бар төрҙәрен камиллаштырыу;текст һәм китап менән эшләү оҫталығын тәрбиәләү, башланғыс кластарҙа уҡ уҡыусыларҙа китап уҡырға ынтылыш тыуҙырыу, уларҙы дөрөҫ итеп китап һайларға, әҙәби әҫәрҙәрҙе анализларға өйрәтеү; һүҙ сәнғәтенә дөрөҫ мөнәсәбәт формалаштырыу, әҙәби текстар аша уҡыусыларҙың әхлаҡи тәжрибәһен байытыу, ижади һәләттәрен үҫтереү. Башланғыс кластарҙа “Башҡорт әҙәбиәте” дәрестәренең төп маҡсаты булып уҡыусыларҙың уҡыу компетентлығын формалаштырыу һәм китап уҡыу эшмәкәрлеген үҙаллы белем алыу сараһы итеп үҫтереү тора. Ошонан сығып, уҡыу дәрестәренең бурыстары түбәндәгесә билдәләнә: уҡыусыларҙы әҙәбиәт донъяһына алып инеү һәм һүҙ сәнғәтенең образлылығын, әҙәби әҫәрҙәрҙең рухи асылын аңларға өйрәтеү; әҙәби әҫәрҙе автор менән аралашыу өсөн уҡыу, уның позицияһын, яҙылғанға мөнәсәбәтен асырға өйрәтеү; бер үк әҫәрҙе яҙыусы, уҡыусы, әҙәби критик күҙлегенән тикшерергә өйрәтеү; төрлө жанрҙағы әҙәби әҫәрҙәр менән таныштырыу; әҙәби әҫәрҙәр аша уҡыусыларҙың хис-тойғоларын байытыу; әҙәби әҫәрҙәрҙе уҡыу барышында уҡыусыларҙы әҙәп-әхлаҡ ҡағиҙәләренә өйрәтеү, әхлаҡи ҡиммәттәр формалаштырыу.

Шуны ла күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа кәрәк: башланғыс кластарҙа “Башҡорт әҙәбиәте” дәресенең төп бурысы булып уҡыусыларҙың уҡыу техникаһын һәм уҡыу тиҙлеген үҫтереү тора.

Әҙәби әҫәрҙе ҡабул итеү уҡыусының тормош тәжрибәһенә бәйле, шуға күрә әҫәрҙә барған хәл-ваҡиғаларҙы ул иң элек үҙенә үлсәп ҡарай , үҙенең фекерен әҫәр геройыныҡы менән сағыштыра, донъяны аңлау кимәленә таянып образ тыуҙыра, барыһын да үҙ аңы аша үткәрә. Уҡыусыға әҫәрҙең төп фекере тәү тапҡыр уҡығанда аңлашылып та бөтмәҫкә мөмкин. Уны яңынан уҡығанда күҙ уңынан төшөп ҡалған өлөштәре лә иғтибарға алына һәм икенсерәк күҙлектән ҡабул ителә. Шуға күрә әҫәрҙе аңлау, ҡабул итеү өсөн ваҡыт кәрәк.

Тасуири уҡыу – әҫәрҙе аңлы ҡабул итеүҙә ҙур ярҙамсы, сөнки геройҙарҙың төрлө кисерештәре, авторҙың йөкмәткегә мөнәсәбәте, әҫәрҙең теле тасуири уҡыу барышында уҡыусыға тағы ла нығыраҡ тәьҫир итә, аңлауҙы еңеләйтә. Тасуири уҡырға уҡыусылар иң элек уҡытыусыһына оҡшатып уҡып өйрәнәләр, артабан был күнекмә үҙ аллы уҡыу барышында камиллаша бара.


Башҡорт әҙәбиәте” предметының уҡыу планындағы урыны


3 класс өсөн эш программаһы “ Яңы стандарттар буйынса дөйөм белем биреү мәктәптәренең 1- 4 кластары өсөн программаһына, авторы: Мәүлийәрова Ә.Т., “Әҙәби уҡыу “ дәреслектәренә таянып төҙөлдө. Сәғәт һаны: 102 сәғәт. Аҙнаға: 3 сәғәт.

Уҡыу йылы аҙағына “Башҡорт әҙәбиәте” предметының шәхси, предмет, метапредмет һөҙөмтәләре, универсаль уҡыу эшмәкәрлеге (УУЭ)

Уҡыусыларҙың әҙерлек кимәленә талаптар

«Башҡорт әҙәбиәте » предметын өйрәнеүҙең шәхси һөҙөмтәләре булып уҡыусыларҙа формалаштырылған түбәндәге сифаттар тора:

- Тыуған илгә, уның теленә, мәҙәниәтенә, тарихына һөйөү һәм хөрмәт;

- төрлө ситуацияларҙа йәштәштәре һәм ололар менән хеҙмәттәшлек күнекмәһе, конфликтлы һәм бәхәсле ситуацияларҙан сығыу юлын белеү, толерантлыҡ;

- әҫәрҙәге геройҙарҙың ҡылыҡтарына дөрөҫ баһа биреү;

- хислелек, үҙеңдең хис-тойғоларыңды аңлай һәм билдәләй (әйтә) белеү;

- башҡа кешеләрҙең хис-тойғоларын аңлай һәм билдәләй белеү, уртаҡлаша алыу;

- матурлыҡ тойғоһо – тәбиғәт матурлығын күрә белеү, йәнле тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш;

- нәфис һүҙҙең матурлығын тоя белеү,үҙеңдең телмәреңде камиллаштырыуға ынтылыу;

- ғаилә ҡиммәттәрен аңлау, үҙеңдең яҡындарыңа ҡарата ихтирам, рәхмәт, яуаплылыҡ тойғолары;

- текст авторы менән диалог ҡороуға ҡыҙыҡһыныу,уҡыуға ихтыяж;

- үҙеңдең һәм әйләнә-тирәңдәге кешеләрҙең ҡылыҡтарына дөрөҫ баһа биреү;

- мораль тәртип ҡағиҙәләрен көйләүсеэтик тойғолар – намыҫлана, ояла белеү, ғәйебеңде танып ғәфү үтенеү.

«Башҡорт әҙәбиәте» предметының дөйөм (метапредмет) һөҙөмтәләре булып универсаль уҡыу эшмәкәрлеген (УУЭ) формалаштырыу тора.



Көйләүсе универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:

- дәрестең темаһын һәм маҡсатын үҙ аллы табып әйтә белеү;

- уҡытыусы менән берлектә уҡыу проблемаһын сисеүҙең планын төҙөү;

- ҡуйылған маҡсатҡа ирешеү өсөн планды тормошҡа ашырыу, кәрәк осраҡта үҙеңдең эшмәкәрлегеңә төҙәтмәләр индереү;

- уҡытыусы менән берлектә баһалау критерийҙарын билдәләү һәм шуға ярашлы үҙеңдең һәм иптәштәреңдең эшенә баһа бирә белеү.

- Универсаль уҡыу эшмәкәрлеген формалаштырыу сараһы булып һөҙөмтәле уҡыу технологияһы һәм уҡыусыларҙың уҡыуҙағы уңыштарын баһалау технологияһы тора.

Танып- белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:

- текстағы мәғлүмәттең бөтөн төрҙәрен дә иҫәпкә алыу;

- уҡыу төрҙәрен маҡсатҡа ярашлы файҙаланыу: текст менән танышыу өсөн уҡыу, күҙ йүгертеп уҡып сығыу, мәғлүмәт алыу өсөн ентекләп уҡыу;

- телмәр ситуацияһына ярашлы үҙеңдең фекереңде телдән әйтеү төрлө формала бирелгән мәғлүмәтте таба белеү (тотош текст, иллюстрация, схема, таблица);

- мәғлүмәтте бер форманан икенсе формаға үҙгәртә белеү (план, схема, таблица төҙөү);

- һүҙлектәр, белешмә материал менән менән файҙалана белеү;

- сәбәп-һөҙөмтә бәйләнештәрен урынлаштыра белеү;

- фекерләй белеү.

Коммуникатив универсаль уҡыу эшмәкәрлеге

- Телдән һәм яҙма формала яуап бирә белеү;

- телмәр сараларын төрлө коммуникатив мәсьәләләрҙе сисеүҙә дөрөҫ ҡулланыу, телмәрҙең диалогик һәм монологик формаларын яҡшы белеү;

- үҙеңдең фекереңде нигеҙләй белеү һәм дөрөҫ итеп башҡаларға еткерә алыу;

- башҡаларҙы ла ишетә һәм тыңлай белеү, уларҙың ҡараштарын аңларға тырышыу, кәрәк булғанда үҙеңдең ҡарашыңды төҙәтә белеү;

- дөйөм эшмәкәрлек барышында ҡарар ҡабул итә белеү;

- һорауҙар бирә белеү.

Программаның йөкмәткеһе

1.Белем байрамы.(1сәғ.)

Маҡсаттар: педагогик маҡсат –уҡыусыларҙа үҙҙәре уҡыған мәктәптең тарихы, күренекле кешеләре менән танышыу өсөн шарттар тыуҙырыу; уҡыусыларҙың маҡсаты- ошо модулде үҙләштереү һөҙөмтәһендә әҫәрҙәрҙе тасуири уҡыу күнекмәһенә эйә булыу, халыҡ ижадынан уҡыу, белем тураһындағы мәҡәл-әйтемдәрҙең мәғәнәләрен билдәләргә өйрәнеү.

Сафуан Әлибай. Өсөнсөгә күскәнбеҙ.

Һүҙлек: ҡотлайбыҙ –тәбрикләйбеҙ, ҙурлайбыҙ – маҡтайбыҙ – хуплайбыҙ.

Мостай Кәрим. Уҡытыусыма.

Һүҙлек: наҙлап –иркәләп – һөйөп – яратып, иҫемдә - хәтеремдә – күңелемдә.

2 .Йәйге сәйәхәттәр һәм мажаралар. (9 сәғ.)

Маҡсаттар: педагогик маҡсат – тасуири уҡыу күнекмәһен, һүҙ байлығын үҫтереү өсөн шарттар тыуҙырыу; уҡыусыларҙың маҡсаты- ошо модулде үҙләштереү һөҙөмтәһендә әҫәрҙәрҙе тасуири уҡыу күнекмәһенә эйә булыу, уҡылған әҫәрҙәрҙең төп йөкмәткеһен һөйләргә һәм авторҙарын билдәләргә, мәҙәниәтле итеп бәхәс ҡорорға өйрәнеү.(

3.Көҙ ҡояшы йөҙә зәңгәр күктә.(13 сәғ..)

Маҡсаттар:педагогик маҡсат – әҙәбиәт ғилеменән цитата, йәнләндереү, һүрәтләү саралары менән таныштырыу өсөн шарттар тыуҙырыу, тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл мөнәсәбәтте нәфис әҙәбиәт һәм фәнни-популяр текстар аша тәрбиәләү; уҡыусыларҙың маҡсаты – был модулде үҙләштереү һөҙөмтәһендә төрлө шағирҙарҙың шиғырҙарын сағыштырып уҡып, уларҙың үҙенсәлектәрен асыҡларға өйрәнеү, әҫәрҙәрҙең исемен, авторҙарын билдәләргә өйрәнеү.

4.Әҙәптең төбө – ғәҙәт (18сәғ.)

Маҡсаттар: педагогик маҡсат –ваҡиғаларға, геройҙарҙың ҡылыҡтарына шәхси баһа биреү, әҫәр тексын файҙаланып үҙеңдең фекереңде раҫлау өсөн шарттар тыуҙырыу, әҙәбиәт аша балаларҙа әхлаҡи ҡиммәттәр тәрбиәләү; уҡыусыларҙың маҡсаты – был модулде үҙләштереү һөҙөмтәһендә план ярҙамында тексты һөйләргә, әҫәрҙең йөкмәткеһен, төп фекерен билдәләргә өйрәнеү, проблемаларға ҡарата үҙ мөнәсәбәтеңде белдереү.

5. Тәңкә – тәңкә ҡарҙар яуа (11 сәғ..).

Маҡсаттар: педагогик маҡсат – балаларҙы һүҙ сәнғәтенә ылыҡтырыу,һөйләү телмәрен үҫтереү, әҙәби-теоретик төшөнсәләр менән әҫәрҙәрҙе анализлау аша практик таныштырыу өсөн шарттар тыуҙырыу; уҡыусыларҙың маҡсаты- ошо модулде үҙләштереү һөҙөмтәһендә текстың исеме, иллюстрациялары менән эшләү, мәғәнәһен асыҡлау, уҡылған әҫәрҙе автор, герой һәм уҡыусы күҙлегенән анализларға өйрәнеү.


6. Йортом, илем, халҡым, киләсәгем (24сәғ.)

Маҡсаттар: педагогик маҡсат – Рәсәйгә, Башҡортостанға һөйөү, уның үткәне һәм бөгөнгөһөнә, күренекле шәхестәренә ҡыҙыҡһыныу, Тыуған илгә хеҙмәт итергә әҙер булыу өсөн шарттар тыуҙырыу; уҡыусыларҙың маҡсаты- ошо модулде үҙләштереү һөҙөмтәһендә үҙеңде йәмғиәттең, халыҡтың, илдең, дәүләттең ағзаһы итеп тойоу, илдең бөгөнгөһө һәм киләсәге өсөн яуаплылыҡ тойғоһо кисереү, уҡылған әҫәрҙәрҙең авторҙарын билдәләргә өйрәнеү.

7. Әкиәт уҡырға яратам (13 сәғ..)

Маҡсаттар: педагогик маҡсат – әкиәттәрҙең төҙөлөшөн, башҡа жанрҙарҙан айырмаһын, һөйләү үҙенсәлектәрен асыҡлау, текстың йөкмәткеһенә таянып әңгәмә ҡороу, уҡылғанды йомғаҡлау, тексҡа ҡарата дөйөмләштереүсе һорауҙар биреү өсөн шарттар тыуҙырыу; уҡыусыларҙың маҡсаты- ошо модулде үҙләштереү һөҙөмтәһендә әкиәттәрҙе тасуири уҡыу, фәлсәфәүи асылын төшөнөү, өҙөктәрен дөрөҫ интонация , темп, тон менән һөйләү, сәхнәләштереү оҫталығына эйә булыу. (өҫтәргә)

8. Илде иңләп йәмле яҙ килә (10 сәғ..)

Маҡсаттар: педагогик маҡсат – нәфис әҙәбиәттә сағыштырыуҙарҙы, эпитеттарҙы, йәнләндереүҙәрҙе күрә белеү өсөн шарттар тыуҙырыу; уҡыусыларҙың маҡсаты - ошо модулде үҙләштереү һөҙөмтәһендә тексты өлөштәргә үҙ аллы бүлеү, исем ҡушыу, тотош әҫәрҙең йәки һәр өлөштөң төп фекерен билдәләргә өйрәнеү.


Календарь-тематик план

әрес

тәртибе

Сә-

ғәт

Дәрес

темаһы

Уҡыу

өсөн

материал

Белем,

күнекмә

үҙләштереү

Үҫтереүсе

маҡсат

Тәрбиәүи

маҡсат

Дата

Календ.

Фак-тик

1.

1

Белем байрамы

С.Әлибай “Өсөнсөгә күскәнбеҙ”,М.Кәрим “Уҡытыусыма”

Мәктәп тари-хы,күренекле кешеләр менән танышыу

Тасуири уҡыу күнекмәләрен,

хәтерҙәрен үҫтереү

Мәктәпкә,уҡытыусыға,класташтарына ихтирам тәрбиәләү

03.09



Йәйге сәйәхәттәр һәм мажаралар

Әҫәрҙе аңлап,

шыма уҡыу,ял тураһында әңгәмә ҡороу

Һөйләү тел-мәрен үҫтереү,

һүҙ байлығын арттырыу

Өлкәндәргә ярҙам итеү,ихтирам,хеҙмәт тәрбиәһе биреү

05.09


3.







4.

1







1

Айырылғанды айыу ашар






Күмәкләгән-яу ҡайтарған.

Ноғман Мусин “Бүленгән-бөлөр”

Хикәйәне тотош уҡып,йөкмәтке-һен үҙләштереү

Йүгерек,аңлы уҡыу күнекмәләрен үҫтереү

Йәшерен эш эшләү,иптәштәреңдән айырылыуҙың насар ғәҙәт икәнен күрһәтеү

08.09







10.09


5.







6.

1







1

Изгелек менән кеше күркәм






Кластан тыш уҡыу

Ф.Туғыҙбаева”Сәс-кә телен белеүсе Сәлим”





Сәскәләр-тәбиғәт

күрке.

Хикәйәне тотош ҡабул итеү,йөкмәткеһен үҙләштереү,

шыма уҡыу



Белемде системаға һалыу

Эстетик танып белеү тәжри-бәһен,иғтибарын үҫтереү

Дуҫ-иштәреңә,ғаилә ағзаларына ихтирам тойғоһо тәрбиәләү





Тәбиғәткә һоҡланыу,

иғтибар тәрбиәләү


12.09






15.09


7.

1

Тәбиғәт һаҡлауға мохтаж

Ф.Фәтҡуллина “Кем ғәйепле?”

Әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһен,актуаллеген асыу,

кеше һәм тәби-ғәттең берҙәм-леген аңлы үҙләштереү

Һүҙ балығын арттырыу,бәйләнешле телмәр үҫтереү

Тәбиғәткә һөйөү,һаҡсыл ҡараш тәрбиәләп,ярҙам итеү теләген уятыу

17.09


8.

1

Ғәйебеңде таныу-ярты төҙәлеү

Х.Хәйретдинов “Баҫыу Һаҡсылары

Уҡылған әҫәргә ҡарата фекерен әйтергә,йөкмәткеһен эҙмә-эҙлекле һөйләргә өйрәтеү

Мәҙәниәтле итеп бәхәс ҡо-роу,аралашыу һәләтен,тор-моштоң яҡшы һәм насар яҡ-тарын күрә бе-леүҙе үҫтереү

Игенсе һөнәренә хөрмәт,ғәйебеңде танып,төҙәлә белеү сифаты тәрбиәләү

19.09


9.

1

Йәйге мажаралар.

Телмәр үҫтереү

Р.Байбулатов

«Һарыбай»

Әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һайлап алған өлөшөн һөйләргә өйрәтеү, тексты Һарыбай исеменән һөйләү

Эмоциональ ҡабул итеүҙе, ижади фекерләүҙе үҫтереү

Тәрбиәгә алған йорт хайуандарына ҡарата шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек һәм яуаплылыҡ тойғоһон тәрбиәләү

22.09


10.









1

Һунарсы мажаралары.

Һине уратҡан донъя.

Ж. Кейекбаев

« Һунарсы мажаралары»

Уҡылған әҫәргә ҡарата үҙ феке- рен әйтергә өйрә теү, һүрәтләү саралары менән таныштырыу

Яҙыусының стиль үҙенсә- лектәрен бил дәләү, аңлы уҡыу күнекмәләре




Тормошта килеп тыуған төрлө хәлдәрҙә юғалыр ҡалмау, үҙ-үҙеңә ышаныс тойғоһо тәрбиәләү

24.09



Көҙ ҡояшы йөҙә зәңгәр күктә…”

М.Кәрим “Көҙ”,Р.Бикбаев “Көҙ”,И.Илембәтова “Көҙгө болот”, А.

Игебаев “Сентябрь”

Төрлө авторҙар-

ҙың бер үк тема- ға яҙылған ши- ғырҙарын уҡып, сағыштырыу, үҙ-ләштереү,һүрәт-ләү саралары менән таныш-тырыу,тасуири уҡырға өйрәтеү

Эҙләнеү,күҙә-теү,сағышты-рыу ярҙамында һығымта яһау һәләтен үҫтереү,ижади эшкә йүнәлеш биреү

Матурлыҡты күрә елеү тойғоһо,күңел сафлығы,иғтибарлылыҡ тәрбиәләү

26.09


12







13



1







1

Көҙгө урман һәм йәнлектәр






Кластан тыш уҡыу

Д.Талхина “Дуҫтар көҙ ҡаршылай”






Көҙҙөң аҫыл биҙәктәре.

Әкиәтте иркен,ижади уҡыу,инсцени-ровкалау




Аҡбуҙат,Ама-нат” журн.уҡыу

Эмоциональ ҡабул итеүҙе,ижади күҙаллауҙы үҫтереү,матур һүҙҙәр менән телмәрҙе байытыу

Тәбиғәттәге матурлыҡ һәм нәфислекте күрә,тоя белеү хисе тәрбиәләү




Фән менән ҡыҙыҡһы-

ныу тәрбиәләү


29.09






01.10


14

1

Көҙгө эштәр

Ф.Рәхимғолова “Сәйәхәт”

Ф.Рәхимғолова ижадына ҡыҫҡаса күҙәтеү яһау,әҫәрҙәге хәл-ваҡиғаларҙы эҙмә-эҙлекле айырып,план төҙөү

Яңы һүҙҙәр,

Һүҙбәйләнеш-тәр үҙләштереү аша һөйләү һәм яҙма тел-мәрҙе үҫтереү,

үҙ аллы эшләү күнекмәһе булдырыу

Туған тәбиғәткә мөхәббәт,уның менән һоҡланыу хисе һәм хеҙмәт тәрбиәһе биреү

03.10


15









16

1









1

Күркәм йыйын









Көҙгө тәбиғәткә

экскурсия

Р.Низамов “Шыршыбикә”








Әкиәтте тотош ҡабул итеп үҙләштереү,ролдәргә бүлеп уҡыу,һүрәтләү сараларын билдәләү.



Көҙгө тәбиғәтте

күҙәтеү

Эмоциональ тормошто көйләү,уҡыу-эшмәкәрлек мотивы уятыу,зирәк-лекте үҫтереү

Тәбиғәттең кеше менән тығыҙ бәйләнешен күрһәтеп,ихтирам,ма-турлыҡҡа һоҡланыу, уны арттырыу теләге.





Эстетик тәрбиә,эмоци-ональ хис-тойғо тәрбиәләү


06.10









08.10


17

1

Ябай түгел көҙҙөң алтыны

М.Хисмәтуллина “Япраҡтар”,

А.Игебаев “Ишетәм”,”Япраҡтар”,К.Кинйәбулатова “Көҙ еткәс”

Экскурсияла алған тәьҫорат-тары менән уртаҡлашыу,һү-рәтләү сарала-рын практик үҙләштереү,ши-ғырҙарҙы эмо-циональ ҡабул

итеү,тасуири уҡыу

Ижади эҙләнеү,күҙал-

лау һәләтен,

сағыштырыу,

фекерләү,та-

нып белеү әүҙемлеген үҫтереү

Тәбиғәттураһындағы

фән менән ҡыҙыҡһыныу,туған телебеҙҙең матурлығы менән һоҡланыу,ғорурланыу хисе тәриәләү

10.10


18










19





20

1










1





1

Ҡоштар-беҙҙең дуҫтар









Кластан тыш уҡыу





Ҡоштар.

Ғ.Ғәлиев “Ҡоштарҙың йыйылышы”








Ҡоштар.





Ҡыҙыҡлы ҡош

тураһында

Тәбиғәт күрке-ҡоштарҙың тор-мошо,файҙаһы,

Көҙгө үҙгәреш-тәр менән таны-шыу;һүҙ байлы-ғын арттырыу-сәхнәләштереп уҡыу


Газета-журнал-дарҙан уҡыу, әнгәмә



Реферат яҙыу

Уҡыусылар

ҙың аң-белем даирәһен киңәйтеү,аҡыл эшмәкәрлеген әүҙемләштереү,ижади эшләү күнекмәләре булдырыу

Ҡоштарға иғтибар,улар менән һоҡланыу хисе тәрбиәләү,ярҙам итеү теләге уятыу







Тәбиғәттәге төрлө ҡош-

тар менән ҡыҙыҡһыныу

тәрбиәләү.



Ижади эшләү, ғорур-ланыу хисе тәриәләү

13.10










15.10





17.10


21

1

Һабанда һайрашмаһаң,ыр-ҙында ыңғырашырһың

Ф.Фәттәхов “Серәкәй”,А.Игеба-ев “Йомарт уңыш”

Кейек-йәнлектәр тормошонда үҙгәрештәрҙе,кешеләрҙең көҙгө

эштәре тура

һында тасуи-

ри,шыма уҡыу

Эстетик ҡабул итеү,актерлыҡ һәләтлеген үҫтереү

Эшкә,хеҙмәткә,эшләүсегә һөйөү тәрбиәләү

20.10


22







23

1







1

Йомғаҡлау







Кластан тыш уҡыу


Инша “Көҙҙөң бер көнөндә”






М.Кәрим әкиәттәре

Көҙгө матур-лыҡты тасуир-лау,экскурсияла булған хәл-ваҡиғаны хикәйәләү


Башҡортостан-дың халыҡ ша-ғиры ижадына

күҙәтеү,әкиәттә-рен уҡыу,төп фекерен асыҡлау

Тема буйында алған белем-күнекмәләрҙе нығытыу,прак-тик ҡулланыу



Әкиәттәрҙең

тел байлығын,

яҙыу үҙенсә-леген,оҫталы-ғын күҙәтеү


Эҙмә-эҙлекле ижад итеү,йыйнаҡ,матур итеп яҙыу





Әҙипкә ҡарата ихтирам,

әҙәп,әхлаҡ сифаттары тәрбиәләү

22.10







24.10




Әҙәптең төбө-ғәҙәт


Хикәйәнең йөк-мәткеһе менән танышыу,яҙыу

сы күтәргән әҙәп сифаттарын асыҡлау,герой-ҙарҙың ҡылыҡ-фиғелдәренә баһа биреү

Аңлы,йүгерек,тасуири уҡыу,

эҙмә-эҙлекле һөйләү күнек-мәһен,мәҙәни

әтле аралашыу һәләтен үҫтереү

Кешенең кәмселегенән көлөү насар ғәҙәт икәнен төшөндөрөү,дуҫтарса мөнәсәбәт,бер-береңде ихтирам итеү сифаттарын тәрбиәләү

05.11


27

1

Кешене хур иткән ҙур булмай

Р.Ханнанов “Кешегә баҙ ҡаҙыма,үҙең төшөрһөң”

Хикәйәнең йөк-мәткеһен үҙләш-тереп,унда күтә-релгән мәсьәләгә үҙ ҡарашыңды булдырыу,образдарға ҡылыҡ-һырлама төҙөү

Ваҡиғалар бәйләнеше аша дөрөҫлөктө эҙләй белеү,

ҡыҫҡартып һөйләү күнекмәләрен үҫтереү

Шаянлыҡтың яманлыҡҡа килтереүен күрһәтеү,сослоҡ,етеҙ-лекте тәрбиәләү юлдарын асыу

07.11


28







29

1







1

Бүлә белгәнгә ике өлөш





Кластан тыш уҡыу

Р.Ҡотошов “Кәңәшле эш тарҡалмаҫ”






Ысын дуҫтар ниндәй була?

Хикәйәнең төп фекерен асыҡ-лау,план төҙөү

Бер-береһенә һорауҙар би-реп,аралашыу мәҙәниәтен үҙләштереү.



Яңы һүҙҙәр менән тел-мәрҙе байытыу

Хеҙмәт һөйөүсәнлек,әҙәплелек,инсафлылыҡ,ярҙамға әҙер тороу,хәстәрлелек сифаттарын тәрбиәләү


10.11







12.11


30








2








Дуҫлыҡ ауыр саҡта һынала






К.Мәргән “Дуҫтар һәм дошмандар”







Хикәйәне аңлап уҡыу,эстән уҡыу оҫталығын шымартыу,йөкмәткеһенә ҡарап,тасуири итеп ролдәргә бүлеп уҡыу

Тормошто танып белеү һәләтен,зирәк-лекте үҫтереү,

мәҡәл-әйтем-дәр менән һүҙ байлығын арттырыу

Кешенән көлөү,үс алыу,ҡушамат тағыу насар ҡәҙәт икәнен төшөндөрөү,тоғролоҡ,

яҡшы күңеллелек сифаттарын тәрбиәләү

14.11


31

1

Татлынан татлы-яҡшы һүҙ

К.Мәргән “Дуҫтар һәм дошмандар”




17.11


32

1

Ғәйебеңде таныу-ярты төҙәлеү

Ҡ.Даян “Өҙөлгән сәскәләр”

Текстың идея-тематик йөкмәт-кеһен үҙләште-реү,эстән шыма уҡыу,мәҡәлдәр

ҙең мәғәнәһен аңлатыу,телмәр

ҙә урынлы ҡулланыу

Хикәйәлә һүрәтләнгән хәл-ваҡиғалар бәйләнеше аша хәҡиҡәтте эҙләй белеү күнекмәһен булдырыу

Намыҫ,мәрхәмәтлелек төшөнсәләрен аңлатыу,күңелһеҙ хәлдән сығыу юлдарын күрһәтеү

19.11


33

1

Яуапһыҙ-

лыҡ бәләһе

Р.Солтангәрәев “Кем алданды?”

Яҙыусының ижадын ҡыҫҡа-са күҙәтеү,төп фекерен асыҡ-лау,образдарға баһабиреү, яҙыу үҙенсәлектәрен билдәләү

Ижади эҙләнеүгә йүнәлеш биреү,һүҙ байлығын арттырып,бәйләнешле телмәр үҫтереү

Яуапһыҙлыҡ,эшкә еңел ҡараштың күңелһеҙ хәлдәргә килтереүен күрһәтеп,хикәйәлә күтәрелгән мәсьәләгә үҙ ҡарашыңды белдереү

21.11


34







35



1







1

Кеше хеҙмәте менән күркәм




Кластан тыш уҡыу

А.Ғирфанов “Ҡайын”







Тоғро дуҫтар

Хикәйә менән танышыу,эҙмә-эҙлекле һөйләү күнекмәһен булдырыу,һүҙ байлығын арттырыу.

Дуҫлыҡ,яҡшы мөнәсәбәт тура-

һында уҡыу

Әүҙемлекте үҫтереү






Төрлө геройҙар

менән ҡыҙыҡ-

һыныу

Иғтибарлы тыңлаусы һәм мәҙәниәтле әңгәмәсе тәрбиәләү,балаларҙы ныҡышмалылыҡҡа өйрәтеү


Дуҫлыҡҡа тоғролоҡ,

кешелеклелек сифаттары тәрбиәләү


24.11






26.11


36

1

Ҡарама беләккә,

ҡара йөрәккә

Б.Байымов “Лайыҡлы бүләк”

Хикәйәнең йөкмәткеһенә төшөнөү,аңлап уҡыу,бер-береһенә һорауҙар биреү

Иптәшеңдең яуаптарын иғтибар менән тыңлау күнекмәһен үҫтереү

Бәләкәй дуҫтарыбыҙға һөйөү,үҙеңдә саялыҡ,сослоҡ сифаттары тәрбиәләү

28.11


37

1

Тура эште ҡыйыш ҡул менән эшләмәйҙәр

Н.Игеҙйәнова “Аҡтырнаҡ”

Әҫәрҙең төп фекерен асыҡ-лау,геройҙарҙың эштәренә,ҡылыҡтарына баһа биреү

Ижади эҙлә-неүгә йүнәлеш биреү,яҙыусы-ның стиль үҙенсәлектәрен билдәләү

Хайуандарға кеселекле,рәхимле,хәс-тәрлекле булыу,яратыу тойғоһо тәрбиәләү

01.12


38








1

Ара боҙған дуҫ булмаҫ

И.Ғимранов “Берлектә-ҙур байлыҡ”

Нәҫер геройҙарының ҡылыҡтарына төшөнөү,улар аша кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе сағыштырыу

Мәҡәл-әйтем-дәр менән тел-мәрҙе байы-тыу,бәйләнеш-ле һөйләү,үҙ-ара аралашыу һәләтен үҫтереү

Үҙ-үҙең менән маҡтаныу,кешене кәмһетеү насар ғәҙәт икәнен төшөндөрөү,әҙәплелек бөтә милләттәрҙең һыйышып йәшәүҙәренә ишара икәнен аңлатыу

03.12


39

1

Татыулыҡ-та йәшәү - бәхет

Й.Ильясова « Сәтләүек ҡыҙ»

Әкиәттең төп фекерен асыҡлау, ҡыҙҙарға ҡылыҡһырлама бирергә өйрәтеү

Тасуири уҡыу күнекмәһен үҫтереү

Бер-береңә иғтибарлы, ихтирамлы булыу сифаттарын, туғандар араһында татыулыҡ, яратыу тойғоһон тәрбиәләү

05.11


40

1

Тәбиғәтте яратыу – уны һаҡлау ул

Г.Скребицкий « Дуҫлыҡ һуҡмағы»

Тормошта кешеләрҙең тәбиғәткә һәм үҙ – ара яҡшы мөнәсәбәте, геройҙарҙың ҡылыҡтарына баһа биреү

Текста һүрәтләгән хәл-ваҡиғалар аша әҫәрҙең төп идеяһын асыҡлай белеү

Тәбиғәткә һаҡсыл мөнәсәбәт, ярҙам тойғолары тәрбиәләү

08.12


41

1

Йомғаҡлау дәресе

Инша “Беҙҙең бәләкәй дуҫтарыбыҙ”

Үҙеңдең яратҡан бәләкәй дуҫыңды һүрәтләп инша яҙыу

Уҡылған әҫәрҙәр,үҙ тәжрибәләренә таянып,эҙмә-эҙлекле һөйләү һәм яҙма телмәрҙе үҫтереү

Хайуан-ҡоштарға шәфҡәтлелек,матурлыҡ менән һоҡланыу тойғоһо тәрбиәләү

10.12


Тәңкә-тәңкә ҡарҙар яуа…

С. Ҡудаш

« Ҡар бөртөктәре»

Матур һүрәтләү сараларын өйрәнеү,дөрөҫ интонация:темп,логик баҫым,паузалар-ҙы ҡулланып тасуири уҡыу

Күҙәтеү,эҙлә-неү,сағышты-рыу,ижади эшләү һәләттәрен үҫтереү,тел байлығын арттырыу

Тәбиғәткә һөйөү,уны һаҡлау теләге тыуҙырыу

17.12


45

1

Кластан тыш уҡыу

Ҡыштың серле биҙәктәре

Уҡыу даирәһен киңәйтеү, темпын үҫтереү, уҡылған текстың йөкмәткеһен үҙләштереү

Тасуири уҡыу, ижади эшләү һәләттәрен үҫтереү

Китапҡа һөйөү, уҡырға теләк тыуҙырыу, ҡыш миҙгеленә һоҡланыу тәрбиәләү

19.12


46








1








Ҡышлаусы ҡоштар тормошо

Ш.Биҡҡол “Урман ситендә”





Хикәйәне уҡып,йөкмәтке-һен бөтә нескәлектәрендә үҙләштереү,план буйынса һөйләү

Шыма,аңлап уҡыу,ижади күҙаллау си-фаттарын,һөй--ләү һәләтен

үҫтереү

Ҡоштарға мәрхәмәтлелек,яҡлау,ярҙам итеү,иғтибар-лылыҡ,һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү

22.12


47








48

2








1

Урманда хайуандар-ҙың ҡышҡы тормошо

С.Сурина “Ни өсөн айыу ҡыш көнө йоҡлай?”







С.Сурина “Ни өсөн айыу

ҡыш көнө йоҡлай?”

Драма әҫәренең үҙенсәлекле эшләнешенә иғтибар итеү-йөкмәткеһен үҙләштереү,хай-уандарҙың ҡыш-ҡы тормошо менән танышыу

Сәхнә әҫәрен дөрөҫ интонация менән килештереп уҡыу һәм һөйләү күнекмәләрен үҫтереү

Матур сәнғәткә ынтылыш,образдар системаһы аша үҙ-ара һыйышып йәшәү серҙәрен өйрәтеү,балаларҙың эмоциональ торошон көйләү

24.12,

26.12







29.12


49

1

Һәр миҙгелдең үҙ матурлығы,үҙ йәме

Г.Шафиҡова “Ҡыш ниңә ҡырыҫ холоҡло?”

Миҙгелдәрҙе үҙ-ара сағыш-тырып,һәр миҙгелдең үҙенә хас матурлығы булыуын асыҡлау

Проблемалы һорауҙар биреү,уларға бергәләп яуап эҙләү ысулдарын күрһәтеү

Тыуған телебеҙгә һөйөү,уны тәрәнерәк өйрәнеү теләге уятыу

14.01


50





1





Кластан тыш уҡыу




А.Хәлилов “Йыл миҙгелдәре”













Тыуған телебеҙгә,

еребеҙгә һөйөү,уны тәрәнерәк өйрәнеү теләге уятыу


16.01






51




1




Тәбиғәткә

экскурсия



Ҡыш.




Белемде системаға һалыу



Ҡыҙыҡһыныу,

күҙәтеү күнекмәләрен


Тәбиғәттең матурлы-

ғын күрә белеү, уға һоҡланыу, һаҡсыл ҡа-

19.01



52






1


Йомғаҡлау


Инша « Ҡышҡы күренештәр»


« Ҡар ниндәй?» темаһына һүрәтләү иншаһы яҙыу

үҫтереү


Ижади эшләү күнекмәләрен үҫтереү

тәрбиәләү

21.01


Йортом, илем, халҡым, киләсәгем...

Р.Хәйри “Бәхәс”

Шиғырҙың йөкмәткеһен үҙләштереү,Ватан төшөнсәһен аңлатыу

Аңлап,тасуири уҡыу күнек-мәләрен үҫтереү,һүҙлекте байытыу

Тыуған Башҡортостан менән хаҡлы рәүештә ғорурланыу,милләттең бер вәкиле булыуың менән ҡәнәғәтләнеү тойғоһо тәрбиәләү

23.01


54






55


1






1

Үҙ илем-алтын бишек




Һин дә ижад ит.

Р.Ханнанов “Изге аманат”




Башҡортос-тан –тыуған ил

Нәҫерҙе өйрәнеү,эмоциональ ҡабул итеүҙе көйләү





Шиғыр ижад итеү

Уҡыусылар-ҙың тыңлап аңлау,тасуири уҡыу күнекмә-ләрен үҫтереү

Тыуған яҡҡа мөхәббәт,Ватанға бирелгәнлек,үҙ-ара дуҫлыҡ тойғоһо тәрбиәләү

26.01




56

1

Тыуған ил ҡайҙан башлана?

Ғ.Хөсәйенов “Тыуған ил ҡайҙан башлана?”

Әҫәрҙе бөтә тәрәнлегендә аңлап өйрәнеү,һөйләү темпында уҡыу

Күңел байлығын,уҡыусыларҙың зауығын үҫтереү

Тыуған илде яратыу,уға хеҙмәт итеү теләге уятыу

28.01


57








1








Тарих-беҙҙең ҡобайырҙарҙа!





АйУралым,Уралым”Ж.

Кейекбаев “Урал тураһында ҡобайыр”



Тыуған илде маҡтау,данлау йыры менән танышыу,ҙәлмәк уҡыу

Төрлө инто-нация менән уҡыу күнек-мәһе булды-рыу,ижади һәләттәрен үҫтереү

Ватандың ҡәҙерен белеү,яуаплылыҡ тойғоһо,үткәненә ихтирам тәрбиәләү

30.01





58

1

Мәҡәлдәр,

әйтемдәр

Мәҡәлдәр




02.02


59








1








Тыуып үҫкән илем-башҡорт иле




Ғ.Хөсәйенов “Башҡортос-тан”.






Фәнни-популяр әҫәрҙәге информацияны тәрән үҙләштереү,карта менән эш итергә өйрәнеү





Исем-фамилияларҙы,ер-һыу атамаларын хәтергә һеңдереү

Илең менән хаҡлы рәүештә ғорурланыу,ошо ерҙе яратыусы,эшләп байытыусы халҡың менән һоҡланыу тәрбиәләү

04.02


60

1

Кластан тыш уҡыу

Уралдың

өҫтөндә һәм аҫтында.

Ә.Вәли әҫәрен уҡыу.



06.02


61

1

Үҙ тарихыңды белеп үҫ!

Ү.Сирбаев “Самат олатай ҡайындары”

Әҫәрҙең йөкмәткеһен ҡабул итеү,аңлап уҡыу

Цитаталы план төҙөү,ҡыҫҡар-тып һөйләү,

әңгәмә ҡора белеү һәләт-тәрен үҫтереү

Тыуған ереңә һөйөү,тарихҡа,өлкән-дәргә ихтирамлы булыу,күңел таҙалығы,яҡшы холоҡ тәрбиәләү

09.02


62

1

Иң матур ил-Тыуған илем

Урал”(баш-ҡорт халыҡ ижадынан”)

Халыҡ ижады әҫәрен үҙләштереү,һәлмәк уҡыу

Яңы һүҙҙәр менән телмәр-ҙе байытыу;

ятлап,хәтерҙе,

күңел зауығын үҫтереү

Халыҡтың үткәне менән ҡыҙыҡһыныу,үҙеңде уның бер тамсыһы итеп хис итеү тойғоһо

11.02


63

1

“Өфө-матур ҡала”

Р.Бикбаев “Баш ҡалабыҙ-Өфө”

Өфөнөң матур,иҫтәлекле урындары менән танышыу,тексты үҙләштереү

Тарихи мате-риалды уҡыу,

Һөйләү күнекмәләрен үҫтереү

Өфөнөң тарихы менән ҡыҙыҡһыныу,матурлы-ғы менән һоҡланыу

13.02


64

1

Башҡорт ҡурайы нимә хаҡында һөйләй?

Б.Рафиҡов “Ҡурай”

Милли музыка ҡоралы менән яҡындан танышыу,автор әкиәтенең төп фекерен билдәләү

Әкиәткә мо-дель төҙөү,ен-текләп һөйләү күнекмәһен үҫтереү

Ҡурайҙа уйнай белеү-башҡортлоҡтоң бер билдәһе икәнен күрһәтеү,эстетик тәрбиә биреү

16.02


65






66

1






1

Тарих-үҙеңдең тамырҙа-рыңды белеү ул


Телмәр

үҫтереү

Т.Шаһманов “Бабсаҡ бей ырыуы”




Мин ниндәй


ырыуҙан?

Башҡорт ырыуҙары,боронғо тарихы тураһында белем биреү




Шәжәрә төҙөү.

Хикәйәне аңлап уҡыу,

ҡыҫҡартып һөйләү күнекмәһен үҫтереү.

Үҙ аллы эшләү


күнекмәһе бул-

дырыу,фәнни-

тикшеренеү

эше

Тарихты өйрәнеп,башҡорттарҙың бөйөк шәхестәре менән ғорурланыу хисе тәрбиәләү


Үткәндәр менән ҡыҙыҡ


һыныу, ныҡышмалы-

лыҡ тәрбиәләү

18.02






20.02


67

1

Илемдең батыры-Салауат

Б.Рафиҡов “Салауаттың тыуған көнө нисәү?”,Т.Сәғитов “Салауатҡа-салауат”

Салауат тураһындағы фәнни-популяр әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһенән тәрән,ҡыҙыҡлы информация алыу,аңлап уҡыу

Уның тура-һында күберәк белеү теләге тыуҙырыу,ҡы

-ҙыҡһындырыу

Бөйөк шәхестәребеҙгә ихтирам,улар менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү

23.02


68








69


1








1

Салауат- беҙҙең замандаш






Кластан тыш уҡыу

С.Юлаев “Мин үлмәнем,

Башҡортта-рым!”




Салауат–беҙ-

ҙең батыр

Салауат Юлаевтың нескә күңел менән ижад ителгән шиғырҙарын уҡып,зауыҡ алыу

Балаларҙың күңел байлы-ғын тулылан-дырыу,эске ынтылышын,

хис-тойғо кимәлен күтәреү

Шундай батырыбыҙ булғанға шатланыу,ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү

25.02








27.02



70

1

Ил яҙмышы-ир яҙмышы

С.Әлибай “Батырға үлем юҡ”

Әхмәтзәки Вәлиди тураһындағы фәнни-популяр әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү

Аңлап,һөйләү темпында уҡыу,цитаталы план төҙөп,

ҡыҫҡартып һөйләү күнек-мәләрен,хәтер

ҙе үҫтереү

Тарихи шәхестәребеҙ менән ҡыҙыҡһыныу,тарихты нисек бар,шулай ҡабул итеү,өйрәнеү теләге тыуҙырыу

01.03


71

1

Тел-белемдең асҡысы

Р.Тойғон “Башҡорт булыу өсөн күп кәрәкмәй”,

И.Кинйәбулатов “Туған телем”

Шиғырҙарҙы тарих менән бәйләп үҙләштереү,юғары пафос менән уҡыу,ятлау

Бындай патриотик шиғырҙарҙы уҡыу,эмоцио-наль торошон көйләп ҡабул итеү,ижади эшләү

Үҙ телең менән ғорурланыу,телебеҙҙең бер телдән дә кәм түгел икәнлеген иҫбатлау,ике томлыҡ һүҙлекте күрһәтеү

03.03


72






73

1






1

Тел-аҡылдың баҫҡысы




Ололар һүҙе-аҡыл-дың үҙе

С.Сурина “Ере байҙың-теле бай”




Мәҡәлдәр.

Инша яҙыу.

Тыуған яҡтың шифалы үҫемлектәре менән таныштырыу,ер үк үҫемлектең төрлө төбәктә төрлөсә аталыуын аңлатыу


Мәҡәлдең мәғәнәһен асыҡлау,

күҙаллау

Диалогты уҡыу күнекмә-һен камиллаш-тырыу,һөйләү телмәрен үҫтереү

Үҫемлектәргә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү,телебеҙҙең бай булыуы менән ҡәнәғәтләнеү хисе тәрбиәләү

05.03






07.03




74






1






Йомғаҡлау дәресе





“Аҡбуҙат”,”Аманат” журналдары,”Йәншишмә” газетаһы


Өйрәнелгән материалды системаға һалыу,матбуғат сараларындағы материалдарҙы уҡып үҙләштереү



Дәрестәрҙә алған күнекмә-ләрҙе камил-лаштырыу







10.03


75-76

2

Туған телем-башҡорт теле

Тел байрамы

Башҡорт халҡы ижадына

арнап байрам



Телебеҙҙең бай булыуы на ғорурлыҡ тәрбиәләү,

башҡорт халыҡ ижадын өйрәнеү

12.03,

15.03



Әкиәт уҡырға яратам…(10 сәғ.)

Моделдәр тө-ҙөү һәм уларҙы ҡулланып,әҫәрҙең йөкмәтке-һенә төшөнөү,

ентекләп һөй-ләү күнекмәлә-рен үҫтереү

Әкиәттә ҡатнашҡан герой образдары аша ҡаһарманлыҡ,үҙ илеңде,ереңде һөйөү тойғоһо тәрбиәләү

17.03


78

1


А.Шәйәхмәтова “Икмәк көсө”,”Ҡаты-ҡото”

“Күктә-ҡояш,ерҙә икмәк-мәңгелек” тигән фәлсәфәне аңлатыу

Әкиәттең йөкмәткеһен аңлау,ентекләп һөйләү,тормоштоң яҡшы-яман яҡтарын күреү һәләтен үҫтереү

Игенсе һөнәренә хөрмәт,икмәккә һаҡсыл ҡараш,хеҙмәт тәрбиәһе биреү

19.03


79








80

2


“Ҡошҡа әйләнгән әбей”






”Васыят”

Әҫәрҙе аңлап,эстән уҡыу,йөкмәткеһе буйынса йөнле әңгәмә ҡороу

Әкиәтте ана-лизлау,герой-ҙарға ҡылыҡ-һырлама төҙөү

төркөмдәрҙә мәҙәниәтле итеп аралашыу күнекмәләрен үҫтереү

Ата-әсәгә,өлкәндәргә ихтирам,уларға ярҙам итеү теләген тәрбиәләү,хеҙмәткә,һөнәргә өйрәнеүҙең кәрәклеген аңлауа

22.03,

24.03


81








1
















А.Йәғәфәро

ва “Урал иле”






Ҡатмарлы әкиәттең йөкмәткеһен моделдәр ярҙамында үҙләштереү,ҡыҫҡартып һөйләү





Тарихи ысын-барлыҡҡа ни-геҙләнеп яҙыл-ған әкиәтте аң-лап уҡыу,мо-делдәр төҙөү күнекмәләрен камиллашт-у

Тыуған ергә мөхәббәт,йондоҙҙар тураһындағы фән менән ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү

09.04





82




1




Кластан тыш уҡыу




Алиса мөғжизәәләр

илендә




Льюис Кэрролл әҫәрен

уҡыу






12.04


83-85






3


“Урал батыр”

Әкиәттең тәүге ике бүлеген уҡыу,хәл-ваҡиғаларҙы эҙмә-эҙлекле хәтерҙә ҡалдырыу

Уҡыу йылы буйына үҙләш-терелгән кү-некмәләрҙе ҡулланып,

уҡыу һәм һөй-ләү,төркөмдәр-

ҙә эшләү

Халыҡ ижадының гәүһәр биҙәге һаналған “Урал батыр” эпосына нигеҙләнеп яҙылған әкиәтте өйрәнеү теләге тыуҙырыу

14.04

16.04

19.04


86

1


“Алпамыша батыр”

Әкиәт йөкмәткеһен үҙләштереү,тасуири уҡыу,һөйләү

Тексҡа күҙ һала-һала,

төркөмдәрҙә һөйләү

Батырлыҡ,ҡыйыулыҡ,

үҙ илеңә,халҡыңа бирелгәнлек хисе тәрбиәләү

21.04


87

1


“Бойҙай бөртөгө”

Үҙ аллы уҡып,әкиәттең йөкмәткеһенә төшөнөү

Тормошто танып белеү һәләтен үҫтереү

Иң кәрәкле һөнәрҙәрҙең береһе булған игенсе һөнәренә һөйөү,хеҙмәт-кә хөрмәт тәрбиәләү

23.04


88








89



90



91




92




1








1



1



1




1









Кластан тыш уҡыу


Уҡыу кү-некмәләре


Тикшереү

эштәре



Кластан тыш уҡыу


“Юлдыбай һунарсы”







Үгәй ҡыҙ Гөлбикә.


Уҡыу күнекмәләре






Рәхмәт көсө.

Үҙ аллы уҡыу,әкиәттең төп фекерен асыҡлау













Белемде системаға һалыу,

Тест үткәреү



Урал Ҡолошов әҫәрен

уҡыу

Уҡыу йылы барышында дәрестәрҙә һәм кластан тыш эштәрҙә үҙләштерелгән күнекмәләрҙе барлау,ҡулла-ныу

Ҡаһарманлыҡ,батыр-лыҡ,сослоҡ,тапҡырлыҡ сифаттарын тәрбиәләү

26.04









28.04


30.04



03.05




05.05


93

1

Йомғаҡлау





07.05


Илде иңләп йәмле яҙ килә…

М.Ғафури “Яҙ етте”,

Р.Ғарипов “Яҙғы йыр”,

М.Кәрим “Яҙҙың бер көнөндә”

Яҙ миҙгелен тасуирлаусы шиғырҙарҙы үҙ-ара сағыштырыу,үҙенсәлектәрен асыҡлау,аңлы,тасуири уҡыу,һүрәтләү сараларын табыу

Яҙғы матур-лыҡты “күрә-ишетә” белеү һәләттәрен,эҙ-ләнеү,сағыштырыу,ижади кү-ҙаллау күнек-мәләрен ка-миллаштырыу

Яҙғы матурлыҡты эмоциональ ҡабул итеү,тәбиғәт менән һоҡланыу,уға ҡарата хәстәрлекле булыу сифаттары,күңел таҙалығы тәрбиәләү

10.05


95

1

Яҙғы күренештәр

С.Разетдинов “Илде иңләп яҙ килә”

Һәр айҙың үҙенсәлекле билдәләрен күрһәтеү,текстағы матур һүрәтләү сараларына иғтибар итеп,ҡулланылышын иҫбатлау,”һүҙ менән төшөрөү”

Тәбиғәттәге күтәренке кә-йефте,яңырыу

ҙы күрһәткән һүҙбәйләнеш-

тәрҙе табыу, төркөмдәрҙә эшләү, пси-хологик эске ынтылышты үҫтереү

Телгә һөйөү,уны тәрәнерәк өйрәнеү теләге тыуҙырыу,тәбиғәттең кеше менән уртаҡлығын ҡабул итеү

12.05


96









97



1









1

Тәбиғәттең уяныуы








Кластан тыш уҡыу

Р.Сәғәҙиев “Яҙ ҡайҙан килде?”







“Умырзая.”

Ф.Юлдашба-ева

Хикәйәнең йөкмткеһен үҙләштереү,яҙ килеүҙең сәбәптәрен асыҡлау

Проектлау технологияһын ҡулланып,әҫәрҙе үҙ аллы сәхнәләштереүижади эшләү күнекмәләрен камиллашты-рыу

Тәбиғәт фәне менән ҡыҙыҡһыныу,тереклектең бер-береһе менән үҙ-ара бәйле булыуын күрһәтеп,аң даирәләрен киңәйтеү

14.05










17.05


98

1

Күпселек ҡайҙа,көс шунда

Ә.Хәмәтдинова “Тамсы менән Тамсыҡай”,

Ғ.Ғүмәр “Тамсылар”

Әкиәттең йөкмәткеһен үҙләштереү,шыма,аңлап,рол-ләп уҡыу,һүрәт төшөрөү

Төрлөсә уҡыу,

һөйләү,ижади эшләү күнек-мәләрен ҡул-ланып,әҫәрҙе эстетик ҡабул итеү һәләтен үҫтереү


Әкиәт геройҙары аша кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе күрһәтеү,әкиәтте “һүҙ менән һүрәтләү” ысулына өйрәтеү

19.05


99

1

Әсәйҙәр байрамы

С.Әлибай

« Яҙ башы»

Әсәйҙәр, өләсәйҙәр тураһындағы шиғырҙарҙы тасуири уҡыу

Дәрестәрҙә алынған күнекмәләрҙе үҫтереү

Өлкәндәрҙе яратыу, уларға ярҙам итеү хисе

21.05


100







101

1








1

Батырҙары бар илемдең






Кластан тыш уҡыу


Ғ.Рамаҙанов “Бөйөк еңеү”






Толпар атым-уң ҡанатым”

С.Сурина

Текстағы информацияны өйрәнеү,һайлап,”буксир” менән, һүҙ аша иғтибарлы уҡыу




Хикәйәнең йөкмәткеһен үҙләштереү,шыма,аңлап уҡыу, һүрәт төшөрөү

Шыма уҡыу күнекмәләрен үҫтереү,текста килтерелгән факттарҙы ят-лап алыу,хә-

терҙе байытыу

Илебеҙҙең азатлығын яҡлап ҡалыусы һуғыш ветерандарына хөрмәт,ҡыйыу батырҙарыбыҙ менән ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү


Илеңде,ереңде һөйөү тойғоһо тәрбиәләү

24.05









26.05


102







1







Йомғаҡлау







Яҙ миҙгеле,

тәүге сәскә-ләр,бөжәктәрйәнлектәр,

ҡоштар тураһында


“Йәншишмә” газетаһындағы һәр айға бағышланған битте,һынамыштар,шиғырҙар,хикәйәләр уҡыу




Үҙ аллы ижади эшләү,үткән дәрестәрҙә үҙләштерелгән күнекмәләрҙе артабан ка-миллаштырыу









28.05








Уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар исемлеге

Материаль-техник ҡулланмалар

-магнитофон;

- ноутбук;

Уҡытыу – методика комплекты түбәндәге әҙәбиәт менән тәьмин ителә:

  • Мәүлийәрова Ә.Т. Яңы стандарттар буйынса дөйөм белем биреү мәктәптәренең 1- 4–се кластар өсөн “Туған тел” дәреслегенә программа. – Өфө: Китап, 2010.

  • Һүҙлектәр.

  • Сынбулатова Ф.Ш., Мәүлийәрова Ә.Т., Дәүләтшина М.С. Әҙәби уҡыу дәреслеге.Башланғыс мәктәптең өсөнсө класы өсөн уҡыу китабы. Өфө:Китап, 2011.

  • МәүлийәроваӘ.Т., Хажиева Г.С., Ишембәтова С.Т. Уҡыу китабы. Башҡорт мәктәптәренең 3-сө класс уҡыусылары өсөн.- Өфө:Китап, 2010.

  • Ә.Т. Мәүлийәрова, Ф.Ш.Сынбулатова. Әҙәби уҡыу дәреслегенә эш дәфтәре.3 - сө класс. Ике киҫәктә.- Өфө: Китап, 2012.



«Башҡорт әҙәбиәте» курсының предмет һөҙөмтәләре булып түбәндәге күнекмәләрҙең формалашыуы тора:

- әҙәбиәттең дөйөм һәм милли мәҙәниәтте сағылдырыусы күренеш булыуын, әхлаҡи ҡиммәттәрҙе, традицияларҙы һаҡлау һәм быуындан быуынға еткереү сараһы икәнлеген аңлау;

- уҡыуҙың шәхси үҫеш өсөн әһәмиәтен аңлау, Тыуған ил һәм уның кешеләре , тирә-яҡ донъя тураһында хәбәрҙар булыу;

- уҡытыусы, уҡыусылар башҡарыуында текстарҙы тыңлап ҡабул итә белеү;

- аңлап, дөрөҫ, тасуири итеп ҡысҡырып уҡыу;

- текстың исеменә, авторҙың фамилияһына, иллюстрацияларға, терәк һүҙҙәргә ҡарап уның йөкмәткеһен күҙаллау.

- таныш булмаған тексты эстән уҡыу, һүҙлек эшен үткәрә белеү;

- тексты өлөштәргә бүлеү, ябай план төҙөү;

- текстың төп фекерен үҙ аллы билдәләй белеү;

- текстан геройҙы ҡылыҡһырлаусы материалды таба белеү;

- тексты тулыһынса һәм һайланма һөйләй белеү;

- геройға ҡылыҡһырлама бирә белеү;

- телдән һәм яҙма һүрәтләй белеү;

- уҡыу барышында картиналарҙы күҙ алдына килтереп һөйләй белеү;

- уҡылғанға ҡарата үҙеңдең мөнәсәбәтеңде белдереү, нимәнең ни өсөн оҡшағанын (оҡшамағанын) аңлата алыу;

- асыҡланған билдәләре буйынса әҫәрҙәрҙе хикәйә, повесть, пьеса жанрҙарына бүлә белеү;

- проза әҫәрендә геройҙы, авторҙы һәм һөйләүсене айыра белеү;

- нәфис әҙәбиәттә сағыштырыуҙарҙы, эпитеттарҙы, йәнләндереүҙәрҙе күрә белеү;

- уҡылған әҫәрҙәрҙә авторҙы, геройҙарҙы һәм әҫәрҙең исемен дөрөҫ атау.


33