Рабочая программа по башкирскому языку 10 класс

Автор публикации:

Дата публикации:

Краткое описание: ...


10 класс.

1. Аңлатма яҙыу


10– сы класта башҡорт телен уҡытыу программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған В.Ш. Псәнчин, Ю.В. Псәнчин авторлығында яҙылған Башҡорт теленән программалар (V – XI кластар өсөн)” (Ижевск: КнигоГрад, 2008) нигеҙендә төҙөлдө. Уҡыу планы буйынса башҡорт теленә аҙнаға бер сәғәт бүленгән, йылына 34 сәғәт.

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Башҡортостан Республикаһы Ағиҙел ҡалаһының башҡорт гимназияһы муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһының уҡыу планына ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.

Тыуған илебеҙ Рәсәй, республикабыҙ Башҡортостан, туған тел, халҡыбыҙ, башҡа милләт халҡы менән татыулыҡ, дуҫлыҡ, тирә-яҡ мөхит, уларҙы һаҡлау-яҡлау, башҡорт грамотаһына өйрәтеү - әсә теле программаһының көнүҙәк темалары булып тора.

Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү бурыстарының береһе булып баланы шәхес итеп формалаштырыу тора. Был йүнәлештә уҡытыу эштәрен ойоштороу – төп талаптарҙың береһе.

Программаның төп йүнәлеше – һөйләү һәм яҙма телмәр формалаштырыу, предмет өлкәһендә белем биреү, шәхес булараҡ тейешле кешелек сифаттары тәрбиәләү, уҡыу эшмәкәрлегенә өйрәтеү.

10– сы класта тел һәм телмәр, телмәрҙең төрҙәре һәм телмәр эшмәкәрлеге, телмәр стилдәре, телмәр мәҙәниәте, лексика һәм фразеология, фонетика, орфоэпия, орфография, һүҙьяһалыш, морфологиянан - исем, сифат, һан, алмаш, ҡылым тураһында белешмә бирелә.

Программала уҡыусыларҙың төрлө телмәр күнекмәләрен һәм оҫталыҡтарын тәрбиәләүгә лә иғтибар бирелә. Мәҫәлән, телдән сығыш яһау, тезистар һәм реферат төҙөү, доклад әҙерләү, үҙ фекереңде яҡлап дәлилдәр килтереү һәм иҫбат итеүҙең төрлө юлдарын файҙаланып, телмәр этикетын һаҡлап, дискуссия алып барыу.

Башҡорт теле дәрестәренең төп маҡсаты уҡыусыларҙың коммуникатив компетентлығын үҫтереү булғанлыҡтан, дәрестәрҙә коммуникатив-когнитив технология элементтары ҡулланыла. Проект методикаһын дәрестә ҡулланыу уҡыусыларҙа уҡыу – тикшеренеү эштәре башҡарырға ҡыҙыҡһыныу уята. Бөгөнгө көн уҡытыусыһы әҙер яуап, ҡағиҙәне аңлатып биреүсе түгел, ә уҡыусыларҙың уҡыуын ойоштороусы булғанлыҡтан, телгә өйрәтеү процесы телде асыу процесы, тикшеренеү һәм эксперименталь процесс булараҡ өйрәнелә.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:

Диктант – 3

Изложение - 1

Инша – 3

Уҡыусылар белергә тейеш күнекмәләр:

  • һүҙгә төрлө яҡлап анализ яһай белеү;

  • тел белеме бүлектәрен атай һәм уларҙың асылын миҫалдар менән аңлата белеү;

  • телмәр ағышында өндәрҙең үҙгәреүен айыра һәм аңлата белеү;

  • уҡығанда һәм башҡа йәнле телмәрҙә башҡорт теленең дөрөҫ әйтелеш нормаларын күҙәтеү;

  • диалогтарҙа башҡа кешеләрҙең телмәрендәге орфоэпик хаталарҙы күҙәтә һәм төркөмләй белеү;

  • орфографик һүҙлекте файҙалана белеү; һүҙҙәргә фонетик анализ яһағанда тейешле орфограммаларҙы табыу;

  • өйрәнгән орфограммалар менән һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙыу;

  • башкорт телендәге һүҙҙәрҙең лексиканың ниндәй ҡатламына ҡарағанын айыра белеү;

  • мәғәнәһенә һәм стилистик биҙәгенә ҡарап, хата киткән һүҙҙәрҙе билдәләү һәм уларҙы алмаштыра белеү;

  • фразеологизмдарҙың стилистик биҙәктәренә төшөнөү, уларҙы телмәрҙә дөрөҫ һәм урынлы ҡулланыу;

  • һүҙьяһалыш буйынса анализлап, һүҙҙәрҙең составын (төҙөлөшөн) асыҡлап белеү;

  • ялғауҙарҙың мәғәнәләрен айыра белеү;

- һүҙлектәр менән файҙалана белеү;

- өйрәнгән һүҙ төркөмдәрен һәм уларҙың грамматик билдәләрен таный белеү;

- һүҙҙең төрлө формаларын дөрөҫ итеп ойоштора белеү;

- һүҙбәйләнештәрҙә башҡарыуҙы дөрөҫ ҡуя һәм уларҙы һөйләмдә дөрөҫ урынлаштыра белеү;

- синонимик мәғәнәләрҙе сағылдырыуҙа төрлө һүҙ төркөмдәре менән файҙалана белеү;

- текст эсендәге һөйлөмдәрҙә төрлө һүҙ төркөмдәрен дөрөҫ ҡуллана белеү;

- текста урынһыҙ ҡабатланып килгән һүҙ һымаҡ хаталарҙы төҙәтеү;

- төрлө һүҙ төркөмөнә ҡараған һүҙҙәрҙе һәм уларҙың формаларын, аралашыу шартына һәм телмәрҙең

стиленә ҡарап ҡуллана белеү;

- төрлө һүҙ төркөмөнә ҡараған һүҙҙәрҙең аффикстарын, үҙгәртеүсе ялғауҙарын дөрөҫ яҙыу;

- төрлө мәғәнәне сағылдырыу өсөн синонимик конструкцияларҙы булдырыу һәм ҡуллана белеү;

- йәнле һөйләү һәм яҙма телмәрҙә төрлө синтаксик сараларҙың стилистик биҙәктәрен иҫәпкә алыу;

- контексҡа ҡарап, тыныш билдәләрен дөрөҫ ҡуйыу;

- төрлө һөйләм киҫәктәренән тиң һөйләмдәр төҙөй белеү; һәр тиң киҫәкте тағы ла тарҡау итеп ойоштороу

күнекмәһе булдырыу, дөйөм бер эйәрсән киҫәккә ҡараған тиң киҫәкле һөйләмдәр яһай белеү, уны телмәрҙә

урынлы ҡуллана белеү;

  • китапхана каталогтарын һәм башҡа белешмәләрҙе файҙаланып, иншаға һәм телдән сығыш яһау өсөн үҙ аллы

материалдар таба белеү;

- яҙма һәм телдән сығыш яһарға әҙерләнгәндә тупланған материалды теркәү һәм системаға һалыу;

- төрлө гәзит материалдарын файҙаланып, үҙ-ара бәйләнешле текст төҙөү;

- публицистик характерҙағы сығыштарҙа һәм иншаларҙа төрлө тел сараларын файҙалана белеү;

- теләһә ниндәй жанрҙағы тексты орфографик яктан һәм тыныш билдәләре йәһәтенән төҙөк итеп редакторлау.

Тел берәмектәре системаһына төшөнөү. Тел тураһындағы фән бүлектәренең һәр ҡайһыһының нимә өйрәнеүен аңлата белеү. Ҡайһы бер тел ғалимдары тураһында мәғлүмәттәрҙе үҙләштереү.

Билдәле әҫәр буйынса башҡорт теле лексикаһының төрлө стилистик ҡатламдарына ҡараған һүҙҙәрҙе таба һәм аңлата белеү.

Йәнле һөйләү стилендәге һүҙҙәрҙең күркәм әҫәрҙәрҙәге ролен аңлау һәм һөйләү .

Йәнле һөйләү стиленә ҡараған ихтирам-әҙәп, иркәләү һүҙҙәрен һәм формаларын, ихласлыҡ-шаянлыҡты сағылдырыусы һүҙҙәрҙе, телмәрҙе көсәйтеүсе һүҙҙәрҙе, сараларҙы файҙаланып төрлө темаға диалогтар төҙөү.

Исемдәрҙең килештәр менән үҙгәрешен дөйөмләштерә белеү, төрлө тип исемдәрҙең килеш ялғауҙары, үҙенсәлеген аңлатыу.

Килеш формаларының һәм мәғәнәләренең үҙ-ара синонимлыҡтарын билдәләү.

Эйәлек, хәбәрлек заттарындағы исемдәрҙе телмәрҙә ҡуллана белеү.

Һандарҙың һөйләмдәге вазифаларын миҫалдар менән аңлата белеү, һан төркөмсәләренең телмәрҙә ҡулланылыш үҙенсәлектәрен аңлатыу.

Телмәрҙе матурлау вазифаларын күркәм әҫәрҙәрҙән миҫалдар килтереп һөйләү.

Даталарҙың, цифрҙар менән бирелгән һандарҙың дөрөҫ яҙылышын белеү.

Төрлө рәсми эш ҡағыҙҙарын яҙғанда амлаштарҙы ҡуллана белеү. Уҡытыусы билдәләгән текст буйынса алмаштарҙың телмәрҙә ҡулланылыу үҙенсәлектәре хаҡында һығымта яһау күнекмәһе.

3. Биишева, Ғ. Ибраһимов, Ж. Кейекбаев, М. Кәрим, һ. Дәүләтшиналарҙың әҫәрҙәренән өҙөктәр һайлап, алмаштарҙың текста һөйләмдәрҙе береһен икенсеһе бәйләп-тоташтырып килеү үҙенсәлектәрен асыу һәм яҙып күрһәтеү.

Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдарының заман формаларын һәм уларҙың мәғәнәләрен уҡытыусы тәҡдим иткән халыҡ ижады әҫәрҙәренән таный белеү, аңлатыу.

Йүнәлеш һәм күләм категориялары тураһында дөйөмләштереп аңлата, күрһәтә белеү; ул категорияларҙың мәғәнә нескәлектәрен, биҙәктәрен күркәм әҫәрҙәрҙән табып аңлата белеү.

Ҡылым модаллеген төрлө стилдәге әҫәрҙәрҙән һайлап алыу аңлатыу.

Ҡылымдарҙың һәр бер категория формаларының күркәм әҫәрҙәге стилистик мөмкинлектәрен асыҡлау һәм төшөндөрөү.

Ҡылым формаларының функциональ стилдәргә булған мөнәсәбәтен билдәләй алыу.

Ҡылымдарҙың күләм, модаллек (рәүешлек) формаларын файҙаланып, «Тамсылар», «Яҙ һулышы» кеүек темаларға миниатюр иншалар яҙыу.

Төрлө телмәр типтарын (тасуирлау элементтары менән хикәйәләү, әңгәмәләшеү менән хикәйәләү, тасуирлау һ.б.) үҙ эсенә алған ижтимағи-сәйәси һәм әхлаҡ-этик темаларға публицистик характерҙағы иншалар яҙыу.

Программа буйынса башҡорт теленә өйрәтеүҙең маҡсаты һәм бурыстары:

  1. Уҡыусыларҙы башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ һөйләшергә, өйҙә, йәмәғәт урындарында, хеҙмәт процесында башҡорт әҙәби телен практик файҙаланырға өйрәтеү.

  2. Башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик нормалары буйынса белем һәм күнекмәләр биреү.

  3. Дәреслектәге, уҡыу ҡулланмаларындағы текстарҙы, башҡорт телендә сыға торған «Йәншишмә», «Аҡбуҙат», «Аманат», «Шоңҡар», «Йәшлек» гәзит-журналдарын үҙ аллы һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен биреү.

  4. Телде практик өйрәнеүгә бәйләп, балаларҙы башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре, уларҙың эшмәкәрлеге, ижады һәм башҡалар менән таныштырыу, балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.

Ҡулланылған дәреслек: Псәнчин В.Ш., Псәнчин Ю.В. Әсә теле. 10-11 – се кластар өсөн дәреслек. - Өфө: Китап, 2009.

Программа кимәле : базис

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы.

Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора: телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу һәм камиллаштырыу; телдең системаһын (фонетика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү; бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота.




Башҡорт теле буйынса эш программаһы Башҡортостан Республикаһының “БР дәүләт телдәре” тураһында Законға, (21.01.99), федераль дәүләт белем биреү стандарттарына (03.06.10), милли белем биреү концепцияһына ярашлы төҙөлдө.

Маҡсаттар:

  • башҡорт теле дәрестәрендә юғары гражданлыҡ, патриотизм тойғоһо тәрбиәләү, төп аралашыу ҡоралы булған телгә һәм мәҙәниәткә иғтибарлы ҡараш тәрбиәләү аша башҡорт теленә һөйөү һәм ҡыҙыҡһыныуҙы үҫтереү;

  • башҡорт теле тарихын, уның йәмғиәт тормошондағы ролен төшөндөрөү, телмәр үҫешен артабан үҫтереү, коммуникативлыҡ аша әҙәби тел нормаларын иркен файҙаланыу, һүҙлек байлығын үҫтереү өҫтөндә эшләү, телде аңлы ҡабул итеү, фекерләүҙе тәрәнәйтеү юлдарын үҫтереү, көндәлек тормошта туған телдең мөмкинлектәрен актив ҡулланыу, уны таратыу, киләсәге өсөн көрәшеү идеялары һалыу;

  • башҡорт телендәге һүҙлек байлығын өйрәнеү, рәүештәрҙән алып ярҙамсы һүҙ төркөмдәренең телмәрҙәге әһәмиәтен үҙләштереү, әҙәби тел нормаларын өйрәнеү;

  • телдең төрлө өлкәләге үҫешенә ҡарата иғтибар, тейешле мәғлүмәт, факттар менән тел аша хәл итергә, уларҙы эҙләү, ҡулланыу юлдарын үҫтерергә;

  • тел һүрәтләү сараларын иркен файҙаланырға өйрәтеү.


3. Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

Тел һәм телмәр (3 сәғәт)

Тел - кешеләр аралашыуының иң мөһим сараһы. Тел- ижтимағи һәм социаль күренеш. Телдең теп вазифалары. Әсә теленең һәр халыҡтың тормошондағы һәм һәр кешене шәхес итеп формалаштырыуҙағы роле. Башҡорт теленең ижтимағи функциялары. Донъя телдәре картинаһы. Телдәрҙең күп төрлөлөгө. Башҡорт теленең ҡәрҙәш телдәр араһындағы урыны. Үле һәм тере телдәр. Тәбиғи һәм яһалма телдәр.

Тел тураһындағы фәндең төп бүлектәре, уларҙы өйрәнеү предметы.

«Тел» һәм «телмәр» төшөнсәләре, уларҙың бер-береһенән айырмаһы һәм үҙ-ара бәйләнеше. Телмәрҙең төрҙәре, һөйләү һәм яҙма телмәрҙең үҙенсәлектәре. Аралашыу телмәре һәм телмәр эшмәкәрлеге. Телмәр эшмәкәрлегенең төрҙәре: тыңлау, һөйләү, укыу, яҙыу, уларҙың һәр береһенең башҡарылыу шарттары һәм үҙенсәлектәре.

Әҙәби тел. Әҙәби телдең нормалаштырылған булыуы.

Башҡорт теленең дөрөҫ әйтелеш нормалары. Телмәр мәҙәниәте. Яҡшы телмәр билдәләре: дөрөҫлөк, асыҡлыҡ, эҙмә- эҙлелек, ябайлыҡ, һүҙ һәм формалар байлығы, сафлыҡ, тасуирилыҡ, матур яңғырашлылыҡ. Һүҙ эсендәге баҫым. Интонацион саралар: мелодика (тондың юғарылығы, яңғырауҙың көсө), логик баҫым, паузалар, әйтелеш темпы, һөйләм киҫәктәренең интонацион синтагмаларға бүленеше. Интонация төрҙәре.

Лексика (2 сәғәт)

I. Лексика - телдең һүҙҙәр йыйылмаһы (байлығы).

Һүҙ һәм уның мәғәнәһе. Лексик һәм грамматик мәғәнә, һүҙ мәғәнәһе һәм төшөнсә, һүҙҙең төп функцияһы.

Омонимдар. Омонимдарҙың типтары: лексик омонимдар- бур (аҡбур), бур (вор): омографтар - алма (исем), алма (ҡылым); омофондар - Бәшмәк йыя көндә бар ауыл,... Ҡыҙҙырһаң да, һәйбәт бара ул (И. Кинйәбулатов). Омонимдарҙы телмәрҙә ҡулланыу: Атаһы Вилгә ҡараны: «Тотма», - тиеп ҡараны. «Берәй сере барҙыр» тиеп, Вил тотто ла ҡараны (Р. Ниғмәтуллин).

Синонимдар. Синонимик рәттәр: ҡысҡырыу, аҡырыу, сарбайлау, һөрәнләү, ғауғалау, һөрән һалыу, яр һалыу, тамаҡ ярыу. Синонимдарҙың төрҙәре: абсолют синонимдар: тел белеме - тел ғилеме - тел фәне - лингвистика; һикереү - ырғыу, ташлау - ырғытыу - быраҡтырыу - бырғау - сирғытыу һ.б. Стилистик синонимдар: урлау (битараф) - үҙләштереү (рәсми) - айыу майы һөртөү, сәлдереү; шылдырыу (йәнле телмәр). Синтаксик синонимдар: эште башлау, эшкә тотоноу, эшкә керешеү. Синонимдарҙы телмәрҙә файҙаланыу: Ҡуҙғатма һин әсә йәрәхәтен, болғатма һин бала йөрәген (Р. Ғарипов). Контекстуаль синонимдар: Был китап - мөғжизәләргә ышаныусан, сәйерерәк, шауҡымлыраҡ, бер ҡатлыраҡ, саяраҡ кешеләр тураһында (М. Кәрим). Антонимдар: Оҙатыр булды, сығып ҡаршы алды. Китһәм юлға, ҡайтһам юл йөрөп, Өйгә ҡайғы йәки шатлыҡ керһә, Беренсе ул килде йүгереп. (М. Кәрим). Антонимдарҙың күп мәғәнәлелеккә мөнәсәбәте, стилистик функциялары. Антонимдарҙы ҡулланыуҙағы хаталар: Күптән журналист булып йөрөйһөгөҙ, яңы ғына яҙышаһығыҙ.

Килеп сығышы яғынан башкорт теленең лексикаһы

Килеп сығышы яғынан башкорт лексикаһына характеристика. Башҡорт теле лексикаһының формалашыу юлдары. Башҡорт лексикаһында дөйөм Алтай һүҙҙәре: башк. малсы, айаҡ (һауыт, дөрөҫ яҙылышы аяҡ), бур

(аҡбур), бөйөр, ҡола (йылҡы төҫө), ҡорот, ала; монг. мал, айаҡ, бор, хул, хуруд; башк. айран, боға (үгеҙ), һыу, болаҡ, бүҙәнә, һарына, ыласын, ҡаҙаҡ (ҡаҙау), йал (ял).

Төрки сығанаҡлы төп башҡорт һүҙҙәре: атай, әсәй, инәй, ҡояш, һүҙ, һөйләшеү, ҡолаҡ, ҡил, айбар, барҡылдаҡ; бәпембә, бурйаҡ (буръяҡ), һәпәләҡ, шал, тоҫҡай, тағара.

Башҡа телдәрҙән үҙләштерелгән һүҙҙәр. Донъяла һәр тел башҡа телдәр менән бәйләнештә йәшәй.

Ғәрәп һәм фарсы телдәренән ингән һүҙҙәр, уларҙың үҙенсәлектәре һәм килеп инеү сәбәптәре; ғәрәптән: инша, мәҡәлә, ғүмер, мәктәп, китап, нөктә, ғәскәр, кеүек, ә фарсынан шәкәр, ыҙа, сөгөлдөр, дөрөҫ, аҙна, таҫтамал, келәм һымаҡ һүҙҙәр ингән. Урыҫ теленән ингән һүҙҙәр: уларҙың фонетик үҙенсәлектәренә ҡарап ике төргә бүленеүе: 1) боронғо осорҙа: бүрәнә, ыҫмала, йәки һумала, кенәгә, янарал, эскәмйә Һ.6.; 2) яңы осорҙа үҙләштерелгән һүҙҙәр: колхоз, совет, ручка, самолет, летчик һ.б.

Үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең функциональ-стилистик роле: уларҙың төп функцияһы - яңы предметтарҙы, хеҙмәт процестарын, яңы төшөнсәләрҙе, күренештәрҙе атау.

Экзотизмдар һәм варваризмдар, уларҙың үҙләштерелгән һүҙҙәрҙән айырмаһы: мәгәзәй, мәгәзин, пирауай (первый), испалкум (исполком) һ.б.

Башҡорт һүҙҙәре башҡа телдәрҙә. Мәҫәлән, урыҫ телендә коч (күс), тебеневка (тибен), тюба (түбә, волость), турсук (турһыҡ), кумыс (ҡымыҙ), джигиты (егеттәр) һ.б.

Башҡорт теле лексикаһында (актив) һәм сикләнгән (пассив) ҡулланылыусы һүҙҙәр ҡатламы

Башҡорт телендәге һүҙҙәрҙең дөйөм ҡулланышлы һәм сикләнгән ҡулланышлы төркөмдәргә бүленеүе. Сикләнгән ҡулланышлы һүҙҙәргә терминдарҙың, иҫкергән һүҙҙәрҙең, тарихи һүҙҙәрҙең, кәсеп-һөнәр һүҙҙәренең (профессионализмдарҙың), варваризмдарҙың инеүе. Ул төркөм һүҙҙәрҙең вазифалары. Диалект һүҙҙәре, уларҙың телдәге роле.Һүҙҙәрҙең стилистик ҡатламдары

I. Лексиканың стилистик ҡатламдары тураһында төшөнсә, һүҙҙәргә экспрессив-стилистик характеристика. Нейтраль (битараф йәки стиль-ара) һүҙҙәр: ей, урам, урман, һоро, ҡоро, болот, күк, һауа, уҡыу, эшләү, йөрөү, ашау һ.б. кеүек дөйөм ҡулланышлы һүҙҙәр.

Йәнле һөйләү стиленә ҡараған һүҙҙәр: ябай телмәр лексикаһы: шылдырыу, әйттереү, теттереү, абышҡа һ.б.; тупаҫ лексика: йыйырыу, һемереү, убыр, оңҡот һ.б.; балалар телмәре

Һүҙҙәре: тәтәй, мәмәй, төпәй булыу, әүәй, беш-беш, кех-кех, айтай тороу, бапаҡ һ.б.

Яҙма телмәр лексикаһы: китап стиле һүҙҙәре: нәүбәттәге, сираттағы, туғандаш, өҫтөнлөк, яуаплылыҡ, үҙҡиммәт, бойондороҡһоҙ, бойондороҡһоҙлоҡ, тәүтормош, һөтимәрҙәр, яусабыу, шанлы йылдар һ.б.; юғары стиль лексикаһы: остаз, әҙип, гүйә, мөдир, тәьҫир, шиғриәт, ватан, ватандаш, ҡаһарманлыҡ һ.б.; рәсми стиль һүҙҙәре: түбәндәге ҡул ҡуйыусылар, беренсе сиратта, нәүбәттәге мәсьәлә, урындағы идаралыҡ һ.б. Экспрессив стилдәр: юғары-патетик стиль һүҙҙәре: Ватан, яуҙаш, дандаш, ҡәберҙәш; утлы ирендәр (М. Кәрим); набатлы шиғриәт (Х. Ғиләжев): түбәнһетеү-мыҫкыллау стиле һүҙҙәре: бәдбәхет, йылан, байғош, төлкө (күсмә мәғәнәлә), меҫкен, бахыр; ихтирам-әҙәп стиленә ҡараған һүҙҙәр: һеҙ (һин урынына), һаумыһығыҙ, ханым, туташ, ҡәрендәш, һылыу, туғаным, энекәш, ҡустым, мырҙам, һеңлем һ.б.; иркәләү стиле һүҙҙәре: бәпесем, сабыйым, бәғерем, әсәкәйем, атаҡайым; ихласлыҡ-шаянлыҡ стиленә ҡараған һүҙҙәр: Беҙҙең урам аҡ балсыҡ, Бата күрмә, атлап сыҡ, һиндә минән артыҡ түгел, Бер аҙ ғына маҡтансыҡ. Малайҙарҙың шарыфы - Кәзә йөнө арҡауы, Уйнамай ултырып ҡайта, малайҙарҙың ялҡауы (Таҡмаҡтар). Телмәрҙе көсәйтеүсе һүҙҙәр һәм саралар: ғәйәт матур, ғәйәт дәрәжәлә матур, иҫ киткес ҡулайлы, көндөң көнө буйы, малдың малы тыуған төйәгенә ынтыла, тыуа-тыуғаны бирле, күреп туйғыһыҙ матур, эҙләнем-эҙләнем - таба алманым һ.б.

Фразеология (1 сәғәт)

Фразеология тураһында дөйөм төшөнсә. Фразеологик берәмектәрҙең төп билдәләре. Фразеологизмдарҙың ирекле һүҙбәйләнештән айырмаһы: фразеологик берәмек - төш ҡайрау, табан ялтыратыу айыу майы һөртөү, ут йотоу һ.б. Ирекле һүҙбәйләнештәр - балта ҡайрау, бысаҡ ҡайрау, ботинканы ялтыратыу, һыйыр майы һөртөү, май йотоу, һыу йотоу һ.б.

Фразеологик берәмектәрҙең мәҡәлдәргә мөнәсәбәте. Синонимик фразеологик берәмектәр: алдауҙы белдереүсе фразеологизмдар - кәкре ҡайынға терәтеү, ағас атҡа атландырыу, тишек кәмәгә ултыртыу, төпһөҙ санаға ултыртыу, тишек шуманға ултыртыу; антонимик фразеологик берәмектәр - ер аяғы ер башы - ус төбөндә (алыҫ-яҡын) аҡыллы баш - аҡылһыҙ баш, донъяға килеү -донъянан китеү.

Грамматик ҡоролошо яғынан фразеологизмдарҙың төрҙәргә бүленеше. Исем фразеологик берәмектәр; тел биҫтәһе, һүҙ бутҡаһы, эт эсәге, эт ҡайышы, соҡор елкә; сифат фразеологик берәмектәр: ҡуш йөрәкле, ҡаты күңелле, таҫма телле, юха һүҙле, ике йөҙлө; ҡылым фразеологик берәмектәр: йәнгә тейеү, йөрәк итен ашау, ҡанат аҫтына алыу, телдән ҡалыу һ.б.; рәүеш фразеологизмдар: күҙ асып йомғансы, күҙ ҡараһы кеүек һ.б.; һөйләм төҙөлөшөн йөрөтөүсе фразеологик берәмектәр: төҫө боҙолоп китеү, таштан йүкә һуйылмай, һыйыр мөгөҙөнә элер нәмәһе юҡ, тирмәне шәп тарта һ.б.

Фонетика һәм орфоэпия (2 сәғәт)

I. Фонетика тураһында үткәндәрҙе иҫкә төшөрөү. Телмәрҙең фонетик бүленеше: фраза, такт, ижек, ен.

Телмәрҙең фразаларға бүленеше: Борон-борон заманда бер бабай менән әбей йәшәгән./ Бала-сағалары булмаған уларҙың,/ икәүҙән-икәү генә ғүмер иткәндәр./ Нимә ул фраза?

Интонация: уның вазифалары: Атайым ҡайтты. - Атайым ҡайтты? - Атайым ҡайтты!

Телмәр такты: такттың фраза бүленешен сағылдырыуы. Борон-борон заманда // бер әбей менән бабай йәшәгән //

Ижек. һуҙынҡы өндәрҙең ижек яһауы: асыҡ һәм ябыҡ ижектәр.

Баҫым. Баҫымдың төрҙәре: һүҙ баҫымы: ҡылымдарҙа баҫым. Баҫымдың һүҙ мәғәнәһенә мөнәсәбәте. Ике һүҙ рамкаһындағы баҫым. Урыҫ теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең баҫымы. Логик баҫым. Телмәр методикаһы.

Өндәр

Һуҙынҡы өндәр: алғы һәм арткы рәт һуҙынҡылары: иренләшкән һәм иренләшмәгән һуҙынҡылар. Төп башҡорт һүҙҙәрендәге һуҙынҡылар: а, ә, о, е, у, ү, э(е), ы, и; урыҫ теленән ингән һүҙҙәрҙәге һуҙынҡылар: о, ы, з (полк, тыл, электр).

Һуҙынҡы өндәр өлкәһендәге үҙгәрештәр: редукция - әйтелеше: айрата, арҫлан, олғайыу; дөрөҫ яҙылышы: айырата,арыҫлан; олоғайыу; элизия. Ҡарале - ҡара әле. Протеза: эшләпә - шляпа.

Тартынҡы өндәр: 1) яһалыу урыны буйынса бүленеш: ирен өндәре, тамаҡ төбө, тел-теш, тел осо, тел уртаһы өндәре; 2) яһалыу рәүештәре буйынса бүленеш: шартлаулы, ышҡыулы (фрикатив) өндәр; ирен-танау, аңҡау өндәре; 3) тауыш ҡатнашлығы буйынса бүленеш: яңғырау һәм һаңғырау тартынҡылар. Сонор өндәр һәм тамаҡ төбө спиранты (тын өрөү өнө).

Тартынҡыларҙың ассимиляцияһы: прогрессив ассимиляция: һуҡҡан, ураҡҡа, таяҡҡа, ҡайтты; регрессив ассимиляция: яҙылышта: боронғо, иртәнге - әйтелештә: бороңғо, иртәңге, дөрөҫ яҙылышта ун бер, көнбағыш, көнбайыш - дөрөҫ әйтелештә: умбер, ҡомбағыш, көмбайыш һ.б.

Тартынҡыларҙың диссимиляцияһы: ярҡа, һөрөн-тө, һүрен-те, тол-пар, hyp-па һ.б.

Аңҡау гармонияһы: бала, бәлә, йел(ел), убыу, әйтелештә өләсәй, ҡәртәсәй, ҡәрсәй, иртәнсәк, ҡәйембикә һ.б. Урыҫ, ғәрәп һәм фарсы телдәренән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә гармония мәсьәләһе. Ирен гармонияһы: ҡорос, ҡолон, төтөн, ҡоролошоноң, бөлгөнлөктөң һ.б.

Орфоэпия

Орфоэпия һәм уның бурысы. Орфоэпия һәм орфография. Улар араһындағы мөнәсәбәт. Орфография менән орфоэпия араһындағы айырма. Фонетик-орфографик ижек бүленеше (дөрөҫ яҙылышы): ҡап­ҡа ар-тын-да, и-шек ал-дын-да, та-уыш и-ше-тел-де; орфоэпик ижек бүленеше: ҡап-ҡар-тын-да, и-ше-гал-дын-да, та-уы-иш-тел-де...

Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәрҙең ярашыуы. Дифтонгылар һәм уларҙың дөрөҫ әйтелеше: Вәли, Хәйри, Зәйни, Нәжми; әйтелештә: Үәлей, Хәйрей, Зәйней, Нәжмей.

Графика һәм орфография (1 сәғәт)

Яҙыу төрҙәре һәм уларҙың тарихы. «Предмет яҙыуы». Пиктографик йәки «һүрәт яҙыуы». Идеография. Фонография. Алфавит һәм графика тураһында төшөнсә. Башҡорт яҙыуы тарихы. Боронғо төрки халыҡтарҙа тамғалар яҙыуы. Уйғыр алфавиты осоро. Ғәрәп алфавиты осоро. Латин алфавиты осоро. Башҡорт яҙыуын урыҫ графикаһына күсереү.

Орфография. Орфография тураһында төшөнсә. Башҡорт әҙәби теле орфографияһының принциптары: фонетик принцип, морфологик принцип, тарихи-традицион принцип.

Башҡорт телендәге орфографик нормалар. Хәрефтәрҙең дөрөҫ яҙылышы; һүҙҙәр һәм ялғауҙар яҙылышы; һүҙҙәрҙе айырып, ҡушып, дефис (һыҙыҡса) һәм тире (һыҙыҡ) аша яҙыу, һүҙҙәрҙе баш хәреф менән яҙыу һәм юлдан юлға күсереү, һүҙҙәрҙе ҡыҫҡартыу. Мәҫәлән, б. - быуат (XX б.), ж. - журнал («Башҡортостан уҡытыусыһы» ж.), й. - йыл (1999 й.), ҡ. - ҡала (Өфө ҡ.), һ.б. - һәм башҡалар; Ғ. С. - Ғәлимов Сәләм, миҫ. - миҫал, мәҫ. - мәҫәлән, төб. к. - төбәү килеш.

Һүҙьяһалыш (2 сәғәт)

Һүҙьяһалыштың предметы. Морфема һәм уның төрҙәре: тамыр; эш-се, эш-сән, эш-сән-лек, эш-сән-лек-те (тамыр морфема - эш\ ялғау: -се, -сән, -лек, -те һ.б. һүҙ яһаусы ялғауҙар: -се, -сәң - лен һ.б., форма яһаусы ялғауҙар: мал-ҡай, мал-дар, матур-ыраҡ, һөй-әл һүҙҙәрендәге -ҡай\ -дар, -ыраҡ, -ал ялғауҙары форма яһаусы ялғауҙары була. Мал-дың, өй-гә, мәктәп-кә, уҡый-һың, ал-ам, эшсе­мен, ауыл-ым, ҡала-ң һүҙҙәрендәге -дың, -гә, -ҡә, -һың, -ам, -мен, - ым, -ялғауҙары үҙгәртеүсе ялғауҙарға ҡарай.

һүҙьяһалыш ысулдары

Лексик-семантик һүҙьяһалыш: ай (луна), ай (календарь ваҡыт), ҡара (төҫ) - ҡара (яҙыу ҡараһы, предмет); ишле (парлы), - ишле (ҡүп, күп кешеле ғаилә), бай (сифат) - бай (исем) һ.б.

Фонетик һүҙьяһалыш: серек (сифат) - сөрөк (серегән ағастың үҙе, исем), ғазап (физик һәм әхлаҡи борсолоу) - аҙап (мәшәҡәт)һ.б.

Морфологик һүҙьяһалыш: ялғауҙар ҡушылыу ысулы: ҡурҡ-аҡ: йылҡы-сы, уртаҡ-лаш һ.б.

Лексик-грамматик һүҙьяһалыш: ҡыҙыл (төҫ, сифат), үтә ҡыҙылдар тиҙ уңа, беҙ алһыуҙары ғына (сифаттар исемләшеп килгән)Һ.Ъ.

Лексик-синтаксик һүҙьяһалыш: таш күмер, тимер юл, теҙмә ҡушма һөйләм һ.б.

Грамматика (1 сәғәт)

Морфология. Грамматик мәғәнә, грамматик категория, грамматик формалар. Грамматик мәғәнәне сағылдырыусы төп саралар, һүҙ төркөмдәре тураһында төшөнсә. Башҡорт телендә һүҙ төркөмдәре. Үҙ аллы һүҙ төркөмдәре: исем, сифат, һан, алмаш, ҡылым, рәүеш; ярҙамсы һүҙ төркөмдәре: теркәүестәр, бәйләүестәр, киҫәксәләр. Модаль һүҙҙәр, ымлыҡтар, оҡшатыу һәм саҡырыу һүҙҙәре.

Исем. Уның телмәрҙә ҡулланылышы (2 сәғәт)

1. Исемдәрҙең лексик-грамматик разрядтары; уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ исемдәр; конкрет һәм абстракт исемдәр (ҡабатлау). Йыйыу исемдәре: бала-саға, ата-әсә, ағай-эне, йәш-елкенсәк һ.б. Ярҙамсы исемдәр: аҫ, еҫ, арт, ал... Ярҙамсы исем функцияһындағы башҡа һүҙҙәр: таубашы, ағас осо, Урал аръяғыһ.Ь.

Исемдәрҙең һан категорияһы. Уның мәғәнәһе һәм грамматик сағылышы. Берлек формаһының күплек мәғәнәһен биреүе: Көтөүселәр малды һыулауға төшөрҙөләр, һауынсылар һыйыр һауырға (һауа) башланылар.

Исемдәрҙең һан категорияһының матур әҙәбиәттә һынлы телмәр тыуҙырыуҙағы урыны: Ағиҙелдәрҙең аръяғында күгәрепкәй торған тау икән. һандуғасҡайҙарым, һайраһана: йән-һылыуым иҫән-һау микән? (Йырҙан). Уны маҡтай Зифа, Гөльямалдар. Уны маҡтай бөгөн Ҡолойҙар, уның исемен ололайҙар колхоздағы йәштәр, ололар. (Т. Йәнәби). Бала-саға, йәш-елкенсәк - һәммәһе Ҡыҙҙар тауына уйынға сыҡты (һөйләү теленән).

Исемдәрҙең эйәлек категорияһы (ҡабатлау). Эйәлек формаһының бирелеү юлдары: морфологик юл: бала-м, бала-быҙ, балаларым, балалары-быҙ һ.б., морфологик-синтаксик юл: минең атайым, беҙҙең атайыбыҙ, һинең атайың (атаң), һеҙҙең атайығыҙ (атағыҙ), минең ат, һинең ат, беҙҙең ярҙам һ.б., морфологик-лексик юл: мине-ке, беҙҙе-ке, һине-ке, һеҙҙе-ке.

Хәбәрлек категорияһы: уның бирелеү ысулдары: укыусымын, укыусыһың, укыусы; Нурҙан тыуған тоҡоммон, Ерҙә йөрөтөп хурлама. - Егет, батырмын тиеп, Тау ярырҙай һөйләйһең («Аҡбуҙат» эпосынан).

  • Һеҙ кемдәр?- тип һорай Йылҡыбай менән Кейекбай.

  • Сауҙагәр булабыҙ. - һеҙ үҙегеҙ кем булаһығыҙ һуң?

  • Беҙ юлбаҫарҙар булабыҙ, - тигән булалар Йылҡыбай менән Кейекбай (Әкиәттән).

Эйәлек, хәбәрлек категорияларының стилистик мөмкинлектәре: Талы, талы, талы бөгөлөп тора. Шуныһы мәрәкә: өсәүебеҙ бер үк колхозданбыҙ, бер үк ауылданбыҙ бит әле. Үҙем тере саҡта матбуғатта ташҡа баҫып сығарыу ниәтендәмен... (С. Кулибай).

Исемдәрҙең килештәр менән үҙгәреше

Грамматик категория булараҡ килеш. Башҡорт телендәге килештәр.

Килештәрҙең мәғәнәһе һәм һөйләмдәге вазифалары: төп килеш, эйәлек килеш, төбәү килеш, билдәле һәм билдәһеҙ төшөм килеш, урын-ваҡыт килеш, сығанаҡ килеш (Ҡабатлау). Билдәле төшөм килештә генә килә торған исемдәр: 1. Кеше исемдәре, фамилиялары һәм хайуандарҙың ҡушаматтары. Кисә Әхмәтте урамда осратҡайным. Салауатовты республика олимпиадаһына ебәргәндәр. Аҡтырнаҡты мал көтөргә өйрәткәндәр. 2. Туғанлыҡты белдергән исемдәр. 3. Эйәлек заты ялғауҙарын ҡабул иткән исемдәр. 4. Исемдәр алдында алмаштар, ваҡытты, урынды белдергән һүҙҙәр торғанда тик билдәле төшөм килештең ҡулланылыуы. Мәҫәлән, Малдарығыҙҙы көтөүгә ваҡытында ҡыуығыҙ. Ул кешене былтыр ҡайҙалыр күргәйнем. Өҫтәлдәге дәфтәрҙәрҙе тикшермәгәнбеҙ әле.

Эйәлек ялғаулы исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше; урыҫ теленән һәм урыҫ теле аша башҡа телдәрҙән үҙләштерелгән эйәлек ялғаулы һүҙҙәрҙә килеш ялғауҙарының үҙенсәлеге: заводының, киоскының, артисын, лозунгының, банкыһына һ.б. Үҙ- ара синоним булған килеш формалары: а) Уның (Әхмәдиҙең) китеүе булды, Фатима, юҡ йомошон бар итеп, Сәлихаларға барҙы... (Ж. Кейекбаев) синонимик варианты: юҡ йомошто бар итеп... б) Фагима быны ишетеп ҡалды һәм аҙбар үтә кәртә арты менән һыулауға сығып, әрәмә араһынан Сәнәғәтте байтаҡ ҡарап торҙо... (Ж. Кейекбаев). ...аҙбар үтә кәртә артынан...

Матур әҙәбиәт әҫәрҙәрендә исемдәрҙең мәғәнәһен көсәйтеүсе, һын яһаусы саралар: күлдең күрке - ҡамыштыр, әҙәм күрке - намыҫтыр; ирмен тигән егеттең; көндөң көнө буйы; атың йөрөшлө булһа, тояҡҡа көс, ҡатының тауышлы булһа, ҡолаҡҡа көс, көнөң аяҙ булһа, айға көс, илеңә үләт килһә, йәнеңә көс (бер төрлө формалағы һүҙҙәр ҡабатланып киләләр).

Исемдең төрлө формалары менән ҡапма-ҡаршылыҡ мәғәнәләрен сағылдырыу юлдары: Ваҡ һибелгән йондоҙҙан балҡып торған ай артыҡ, буш һимергән айғырҙан ярһып торған тай артыҡ; дөйә һуйған йыйындан тәкә һуйған туй артыҡ (ҡобайырҙарҙан); маллы егет дан менән, малһыҙ егет зар менән.

Сифат. Уның телмәрҙә ҡулланылышы (1 сәғәт)

Сифаттың лексик-грамматик мәғәнәһе (ҡабатлау). Сифаттарҙың исем урынында ҡулланыла алыуы.

Төп һәм шартлы сифаттар. Төп сифаттарҙың предмет билдәһен үҙ аллы белдереүе: һары, йәшел, өлкән, бәләкәй, ҙур, оло, сибәр һ.б. Шартлы сифаттарҙың бер предметтың икенсе предметҡа ниндәй ҙә булһа мөнәсәбәтен сағылдырыуы.

Сифат дәрәжәләре: төп дәрәжә - бәләкәс, зәңгәр, йәш, ҙур, оло һ.б., сағыштырыу дәрәжәһе - оҙонораҡ, олораҡ, ҡыҙылырак, артыҡлыҡ дәрәжәһе - ҡып-ҡыҙыл, йәм-йәшел, үтә ҡыҙыл, бик яҡшы һ.б., аҙһытыу дәрәжәһе - аҡһыл, йәшкелт, күгелйем, әскелтем, сөскөлтөм һ.б.

Сифаттарҙың телмәрҙәге стилистик мөмкинлектәре.

Сифаттарҙың һүрәтләү сараһы булараҡ телмәрҙәге ролен асыҡлау.

Һан. Уның телмәрҙә ҡулланылышы (1 сәғәт)

Һаңдың лексик-грамматик мәғәнәһе (ҡабатлау), һандарҙың функциялары яғынан сифат менән рәүешкә яҡынлығы.

Һандарҙың төркөмсәләре: төп һан, тәртип һаны, бүлем һаны, кәсер һаны, йыйыу һаны, сама һаны, үлсәү һаны.

Төп, тәртип, йыйыу, үлсәү һандарының исемләшеп килеү осраҡтары. Исемләшкәндә ул һандарҙың килеш, һан, эйәлек категориялары менән үҙгәреүҙәре.

Һандарҙың дөрөҫ яҙылышы, һандарҙан морфологик һәм синтаксик юлдар менән төрлө лексик-грамматик категорияларҙың яһалыуы: өсмөйөш, Етегән, Дүртөйлө, өсйән (исемдәр), һис бер кем, бер кеше лә, бер нисә (алмаштар), бергә, бер юлы, бер аҙ... (рәүештәр), бер... бер, бөрсә (теркәүестәр), берҙән, икенсенән, бер яҡтан, икенсе яктан (модаль һүҙҙәр) һ.б.

Һандарҙың телмәрҙә ҡулланылышы: Ун йәштә тай өйрәтеп, мендем ҡонан... Егермелә атҡа менеп, кейҙем кейем... Берҙә бер ни белмәҫһең, унға етһәң, уйнарһың, егермелә елерһең.. (Ҡобайырҙан)... Улар әле береһен, әпе икенсеһен бүлеп, шыбырлашып, хәбәр һөйләйҙәр (һ. Дәүләтшина). Яҙ көнө пристань тулы булыр ине улар (һалсылар) менән: берәүҙәр ағас әрсей, икенселәр һал әҙерләй, өсөнсөпәр ағас тәгәрләтә... («Йәшлек». 29.04.1999).

Нумератив һүҙҙәр, уларҙың төрҙәре, һөйләмдәге роле: метр, буй, аҙым, ҡарыш, иле, саҡрым, мыҫҡал, грамм, ҡаҙаҡ. Алмаш. Уның телмәрҙә ҡулланылышы (1 сәғәт)

I. Алмаштарҙың лексик-грамматик билдәләре. Алмаштарҙың төркөмсәләре: зат алмаштары, күрһәтеү алмаштары, һорау алмаштары, билдәләү алмаштары, билдәһеҙлек алмаштары, юҡлыҡ алмаштары.

Зат алмаштары: мин, һин, беҙ, һеҙ. Беҙ, һеҙ зат алмаштарының семантикаһы. Уларҙың исемдәрҙәге күплек мәғәнәһенән айырмаһы, ул алмашының мәғәнәләре.

Алмаштарҙың төрлө һүҙ төркөмдәрен алмаштыра алыуы. Алмаштарҙың башҡа һүҙ төркөмдәренә күсеү осраҡтары: Мәскәүҙә күп минең дуҫтарым, шуға күрә тыуған еремдең мин алам бары бер ус тупрағын. (Р. Ниғмәти). Вахиттың бөтә планы емерелгәйне, шунлыктан артык күп һөйләшмәне. (М. Ғафури).

Алмаштарҙың телмәрҙә килеш, күплек ялғауҙарын ҡабул итеүе, эйәлек заты менән үҙгәреүе: кемдең нимәнең минең мине, үҙәм, үҙең үҙе, беҙҙеке, минеке, нисәһе, барыһы, бөтәһе, барлығы, көллөһө, һәммәһе, ҡайһығыҙ.

Алмаштарҙың һөйләмдәге функциялары һәм уларҙы стилистик файҙаланыу. Алмаштарҙың һөйләмдәрҙе бер-береһенә бәйләү сараһы булып килеүе: Еләк йыйыусылар төрлө төҫтә кейенгәнгә, Сөнәғәткә улар алыҫтан уҡ, ҡыҙыл, һары төҫтәге нөктәләр һымак булып күренәләр. Ул нөктәләр ҡыймышайҙар ҙа, үлән араһына инеп ышыкланалар, шунан йәнә ҡалҡып сығалар. Шуларҙың ҡайһыһылыр берәүһе Фатима булырға тейеш, тип уйлай Сөнәғәт. Ул бөгөн Фатима менән осрашасаҡ. (Ж. Кейекбаев).

Ҡылым. Уның телмәрҙәге ҡулланылышы (11сәғәт)

Ҡылымдарҙы лексик-семантик төркөмдәргә бүлеү.

Зат менән үҙгәреүсе ҡылымдар: ҡайтабыҙ, ҡайтаһығыҙ, күсәләр һ.б. Ҡылымдың зат менән үҙгәрмәй торған формалары: эшләргә, эшләү, ҡайтҡас, киткәнсе, барған, атлап, йөрөп һ.б.

Үҙ аллы һәм ярҙамсы ҡылымдар: - һин матурланып ингәс тә, күңелем була. (Ғ. Ибраһимов)... Мин дә юрый уның артынан тәгәрәгән булдым... (С. Агиш). Үҙ аллы һәм ярҙамсы ҡылымдарҙың стилистик мөмкинлектәре: Тау батыр менән Урал батыр ҡурҡыуҙан ағарынып ҡаттылар, әйтер һүҙҙәрен әйтә алмаҫ булдылар. (Әкиәт). Ирекһеҙҙән ул үҙенең дә әллә ни алыҫ булмаған балалығын урыҡ- һурыҡ иҫенә төшөрөп алғылай (С. Шәрипов). - Шулай итеп, уның бисәһе Зөлхизә килендә саҡыра һалып алды (Һ. Дәүләтшина).

Күсемле һәм күсемһеҙ ҡылымдар һәм уларҙы функциональ- мәғәнәүи күҙлектән лексик-семантик төркөмдәргә бүлеү. Күсемле ҡылымдарҙың лексик-семантик төрҙәре: 1) актив эшмәкәрлек ҡылымдары: асыу; бысыу, бесеү, тырматыу, сүкеү һ.6.; 2) кешеләр араһындағы мөнәсәбәтте сағылдырыусы ҡылымдар: маҡтау, ҡотлау, һөйөүһ.б.; 3) фекерләү ҡылымдары: дөрөҫләү, инҡар итеү, кире ҡағыу, уйлау, төпсөнөү, тикшереү һ.б.; 4) әйтеү-һөйләү ҡылымдары: һорау, һөйләү, уҡыу, яҙыу һ.б.

Күсемһеҙ ҡылымдарҙың лексик-семантик төркөмдәргә бүленеше: 1) физик хәл-торош ҡылымдары: дерелдәү, өшөү, ауырыу, йоҡлау, үҫеү һ.б.; 2) психик хәл-торош: иҫ китеү, аң юғалтыу, яман һулау, кәйефләнеү, ҡайғырыу, һөйөнөү һ.б.; 3) хәрәкәт: осоу, шыуыу, шылыу, шыуышыу, сабыу, атлау, аҙымлау һ.б. 4) үҫеү (барышы), артыу: ҡалынайыу, йыуанайыу, нәҙегәйеү, дымланыу һ.б.; 5) шөғөлләнеү (эшмәкәрлек): эшләү, уҡытыусылыҡ итеү, урак урыу, һабан һөрөү, тарау, иләү һ.б.; 6) тәртиплелек ҡылымдары: ялҡауланыу, яҡшатланыу, ярамһаҡланыу, киреләнеү, йыбаныу һ.б.; 7) тауышланыу ҡылымдары: гөжләү, шарҡылдау, сарбайлау, сәрелдәү.

Төрлө лексик-семантик төркөмдәргә ҡараған күсемле һәм күсемһеҙ ҡылымдарҙың стилистик ҡулланылышы. Уларҙың төрлө жанрҙарға мөнәсәбәте.

Ҡылымдарҙың төп грамматик категориялары, һөйкәлеш категорияһы. Хәбәр һөйкәлеше, бойороҡ һөйкәлеше, шарт һөйкәлеше, теләк-өндәү һөйкәлеше.

Барлыҡ-юҡлыҡ категорияһы.

Хәбәр һөйкәлеше һәм уның зат, заман һәм һан формалары. Ҡылымдарҙың өс төрлө заманы (ҡабатлау). Мәғәнәһе яғынан үткән һәм киләсәк замандарҙың билдәле һәм билдәһеҙ формалары.

Эш-хәрәкәттең ваҡытҡа булған мөнәсәбәтенә ҡарап: а) үткән заман: барҙы, килде; б) билдәһеҙ үткән заман: барған, килгән; в) тамамланмаған үткән заман: ала ине, килә ине; г) билдәле күптән үткән заман: алғайны; килгәйне; д) билдәһеҙ күптән үткән заман: алған булған, киткән булған; е) билдәле борон заман формалары: 1) бара торғайны, килә торғайны; 2) алыр ине, яҙыр ине; 3) ала торған булды; ж) билдәһеҙ борон үткән заман формалары; 1) ала торған булған, ҡайта торған булған; 2) алыр булған; китер булған

Хәбәр һейкәлеше ҡылымдарҙың үткән заман формаларын стилистик файҙаланыу; уларҙың синонимик формалары һәм мәғәнәләре; һөйләү һәм яҙма телмәрҙә үткән заман ҡылымдарҙың төрлө формаларын алмаш ҡулланыу; телмәрҙә уларҙың мәғәнәләрендәге үҙгәрештәр. Үткән заман хәбәр һөйкәлеше ҡылымдарының әҙәби телдең функциональ стилдәренә мөнәсәбәте.

Хәҙерге заман формаһы: ала, килә; хәҙерге заман ҡылымдарҙың мәғәнәләре.

Киләсәк заман: билдәле киләсәк заман: Урамға сығып «Ҡарауыл!» ҡысҡыр, бөтә ауыл һикереп торасаҡ. (М. Кәрим); билдәһеҙ киләсәк заман: Әлеге ише бер нәмәгә ҡарамай елдереп килеп ҡаршы алырым үҙеңде. (С. Шәрипов). -Кәрәкһә, ун ҡат иләктән үткәрербеҙ. (Х. Ғиләжев).

Хәҙерге һәм киләсәк заман хәбәр һөйкәлеше ҡылымдарын төрлө стилдәрҙә ҡулланыу; уларҙың ҡабатланып килеп, һөйләмдең мәғәнәһен көсәйтеүе: - Башымды ашанығыҙ. Иңде тынысланырһығыҙ! Тынысланырһығыҙ!

(Ж. Кейекбаев).

Бойороҡ һөйкәлеше. Берлектәге икенсе зат бойороҡ һөйкәлеше ҡылымының тамыр һәм нигеҙ ҡылым менән тап килеүе. Бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдарының мәғәнә биҙәктәре (ҡабатлау).

Шарт һөйкәлеше: формалары, мәғәнәләре, ҡулланылышы. Зат һәм һан менән үҙгәреше. Үтәлерлек шарт: һуңлаһам, машина саҡыртырмын (Ә. Вахитов). Үтәлмәҫлек шарт: ...Боронғоса һәр бер аяҡ баҫҡан ауылдаштарына саҡлы сәләм әйтеп бөтөргәндән һуң, үҙенең ҡанаты булған булһа, ҡош кеүек осоп ҡайтырға теләүен белдерә ине. (М. Ғафури).

Шарт мәғәнәһенең башҡа ҡылым формалары менән белдерелеүе: ...Теләйһең икән, әйҙә, ҡул менән йәки мәскәүләп тот та ал. (3. Биишева).

Шарт һөйкәлеше ҡылымдарының һөйләмдәге вазифалары.

Теләк һөйкәлеше: формалары, мәғәнәләре, телмәрҙә ҡулланылышы: Әйҙә әле был юлы киреһен эшләйек, башҡорт ашы бешереп саҡырайыҡ үҙҙәрен. Ҡапыл бабайҙың бала булғыһы, шул парталарға ултырып, әсе тауыш менән ҡысҡырып уҡығыһы, елкенеп-елкенеп һөйләгеһе килеп китте. (С. Агиш). Бик татыу тормаҡсылар ине. - Өйҙө һалаһы, кәләште табаһы бар бит әле, әбей. (Х. Ғиләжев).

Йүнәлеш категорияһы - лексик-грамматик категория. Йүнәлеш категорияһының төрҙәре:

  1. төп йүнәлеш: ...Бүренең олоуы әсәһен көтөп торған Шәмсиҙе ҡаты һиҫкәндерҙе;

  2. ҡайтым йүнәлеше: сабырһыҙланыу, ярһыныу, ҡысҡырыныу;

  3. төшөм йүнәлеше: Бер ҡараһаң, утыҙ етелә ҡоштар осоп етмәҫ ерҙәргә, баштар ҡайтып етмәҫ гүрҙәргә аҫыл ирҙәр алып кителә. (Р. Ғарипов);

  4. уртаҡлыҡ йүнәлеше: Тирә-йүн менән хәбәрләшеп, бөтә ил менән кәңәшләшеп торорға кәрәк. (Ғ. Ибраһимов);

  5. йөкмәтеү йүнәлеше: Берәүһенән өйрәттерер ҙә, шул кешене ғүмер буйына һинән көлдөрөп, маҡтандырып йөрөтөр әле. (С. Агиш).

Ҡылым йүнәлештәрен стилистик ҡулланыу: уларҙың функциональ стилдәргә мөнәсәбәте.

Ҡылым төркөмсәләре (затһыҙ ҡылымдар); сифат ҡылым, хәл ҡылым, исем ҡылым, уртаҡ ҡылым.

Сифат ҡылым, уның формалары, мәғәнәләре һәм ҡулланылышы.

Сифат ҡылымдың һөйләмдәге төп вазифалары. Уның телмәрҙә исем урынында килеүе: Сиңерткәнән ҡурҡҡан иген икмәгән, бүренән ҡурҡҡан урманға бармаған.

Сифат ҡылымдарҙың заман менән үҙгәреүе; үткән заман сифат ҡылымдарҙың -ған, -гән, -ҡан, -кән ялғауҙары менән яһалыуы: уҡыған кеше, өшөгән бала һ.б. Хәҙерге заман формаһы: укыусы бала, башлап йырлаусы кеше һ.б. Хәҙерге заман формаһының исемләшеү осраҡтары: Хисапһыҙҙыр уға үрмәләүсе. Бик һирәктер - менеп еткәне... (Р. Бикбаев).

Киләсәк заман сифат ҡылымдар, уларҙың формалары: -ыр, -ер, -ор, -өр, -р, -маҫ, -мәҫ аффикслы ҡылымдар: Арағыҙҙа кем булһын: Тарханмы, кәрәк бей булһын, миңә тимәһә, тау ярыр Ҡылыс тотҡан ир булһын, - «Мин уҙаман», - тиерҙәй, һунарым алып, ҡарт булып, Ҡанъяғаһын төйөрҙәй, Түргә ултырып, баш тотоп, Баш ҡойҡаһын ейерҙәй Барыбер берәү табылмаҫ! (Эпостан).

-асаҡ, -әсәк, -ясак, -йәсәҡ ялғаулы ҡылымдар, уларҙың ҡулланылышы: Дөрөҫ, мин әле һөйләйәсәк ваҡиға үҙ ваҡытыңда ҡыҙыҡлы булғандыр, ҡыҙғаныс булғандыр. (С. Агиш).

Сифат ҡылымдың -аһы, -әһе, -йһе, -йһо, -йһө ялғауы менән яһалған формалары. Уларҙың стилистик үҙенсәлектәре: Өс бай туған ҡоҙа булышаһы урындың оҡшауы һәм оҡшамауы тураһында кәңәш итеп ултырҙылар. (Ж. Кейекбаев). Ә бында һөйләйһе лә, һорашаһы ла һүҙҙәр күп ине. (Ғ. Ибраһимов.)

Хәл ҡылым. Уның формалары, семантикаһы (мәғәнәһе), грамматик һыҙаттары. Телмәрҙә ҡулланылышы.

Хәл ҡылымға хас ҡылымлыҡ һәм рәүешлек билдәләре. Хәл ҡылымдарҙың төрлө дәрәжә яһаусы ялғауҙарҙы ҡабул итеүе: Хәким: «Дә-ә, тыуып үҫкән ер...» - тип һүҙен теүәлләй биреберәк ҡуйҙы ла... аяҡтарын сананан төшөрөбөрәк ҡарға терәне. (С. Шәрипов).... Туғайға еткәсерәк бер төлкө шырлыҡҡа инеп китте. (Ғ. Ибраһимов).

-ып, -еп, -оп, -өп аффикслы хәл ҡылымдар һәм уларҙың -ҡай, -кәй. иркәләү ялғауҙарын ҡабул итеүе: һибәләпкәй һибәләп ямғыр яуа... Йүгерепкәй барып мин ултырҙым... (Халыҡ йырҙарынан).

Хәл ҡылымдарҙың һөйләмдә рәүештәр кеүек төрлө хәл функцияһын башҡарыуы; уларҙың айырымланған хәл әйтемдәрен ойоштороусы компонент булыуы, ябай һөйләмдәрҙә хәбәр составында, ҡушма һөйләмдәрҙә эйәрсән һөйләмдәрҙең хәбәре вазифаһында ҡулланылыуы: Беҙҙең яҡта туйҙарҙы ҡышын ҡыҙ йортонда үткәрәләр ҙә йәйҙең иң йәмле көндәрендә, мисәп-мисәп еккән аттарға ҡыңғырауҙар тағып, кәләште кейәү төйәгенә алып ҡайталар - килен төшөрәләр (М. Кәрим).

-ғас, -гас, -ҡас, -кәс, -ғансы, -гәнсе, -ғанса, -гәнсә, -ышлай, -ешләй ялғаулы хәл ҡылымдар, уларҙың мәғәнәләре. Бөтә төр хәл ҡылымдарҙың төрлө телмәрҙә ҡулланылышы, уларҙы стилистик файҙаланыу.

Исем ҡылым, уның лексик-грамматик үҙенсәлеге; ҡылым һәм исем билдәләре. Лексикалашып киткән исем ҡылымдар: Бөгәһендә һинең ҡатнашың бар, Таш аҡтарыу, ойоҡ бәйләүҙә, Йыһандарға осоу, ер һөрөүҙә, мал көтөүҙә алыҫ йәйләүҙә. (И. Кинйәбулатов).

Уртаҡ ҡылым. Уның яһалышы, һөйләмдә күбеһенсә маҡсат хәле вазифаһын башҡарыуы. -ырға, -ергә, -орға, -өргә... ялғаулы уртаҡ ҡылымдың модаль (мөнәсәбәт) һәм ярҙамсы. Һүҙҙәр менән килеүе, уларҙың тейешлек, мөмкинлек, тыйыу, теләк, шикләнеү, икеләнеү, самалау кеүек мәғәнәләрҙе белдереүе: 1) Бөгөн үк делегаткалар йыйылырға тейеш; 2) Бәлки врач алып килергә кәрәктер, ә? 3) Беҙгә бит хәҙер үк волоска хәбәр итергә кәрәк тә баһа. 4) Емеш башҡа ваҡыттағыса, уҡыуға бирелеп, күңелһеҙ уйҙарҙан арынырға теләне... (3. Биишева).

Уртаҡ ҡылымдарҙы стилистик ҡулланыу үҙенсәлектәре.

Ҡылым күләмдәре. Уларҙың мәғәнәләре һәм яһалышы: синтетик һәм аналитик юл: (килгеләү, килеңкерә\) тәүгеһендә ҡабатланған эш-хәрәкәт, икенсеһендә - көсәйтелгән эш-хәрәкәт сағылған килеп йөрөй ҡабат-ҡабат башҡарылыусы бер төрлө эш- хәрәкәт, (эшләй һалыу) тиҙ, йәһәт башҡарылған эш-хәрәкәт, (эшләй тороу) дауамлы эш-хәрәкәт.

Ҡылым күләмдәренең мәғәнә нескәлектәре: 1) эш- хәрәкәттең, хәл-тороштоң көсәйеүен, кәмеүен белдереүсе формалар ҡурҡыңҡырау, ҡарышыңҡырау; сәйерһенеү, көлөмһөрәү, әкренәйә төшөү һ.б.; 2) эш-хәрәкәт башланыуын белдереүсе формалар: яҡын күрә башлау, һөйләргә тотоноу, башлап ебәреү һ.б.; 3) эш-хәрәкәттең, хәлдең ҡабатланыуын сағылдырыусы күләм формалары: ҡаҡҡылап ҡуйыу, ҡараштырғылау һ.б.; 4) эш- хәрәкәттең, хәлдең дауамлылығын белдереүсе күләм формалары: эшләп йөрөү, уҡып йөрөү, ағып ятыу, барыу ҙа барыу һ.б.; 5) тиҙ арала, йәһәт башҡарылған эш-хәрәкәтте сағылдырыусы күләм формалары: ярҙам итә һалыу, ҡаранып алыу; 6) башҡарылмай ҡалған, һирәк үтәлеүсе эш-хәрәкәтте белдереүсе формалар: эшһеҙ ҡала яҙыу, иҫтән яҙа яҙыу һ.б.; 7) тамамланған эш-хәрәкәтте, хәлде, торошто белдереүсе күләм формалары: Бара торғас килеп еттеләр (килеп етәләр).

Яҙма эштәр (4 сәғәт)

Морфология. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. (2 сәғәт)































Башҡорт теле буйынса тематик план

(10 класс)

Темалар



Сәғәттәр бүленеше

Үткәрелеү ваҡыты

Иҫкәрмә

план буйынса

фактик үткәрелеү

Беренсе яртыйыллыҡ

1.

1-сирек

Башҡорт теленең функциональ үҫеше

1




2.

Башҡорт теле ҡәрҙәш телдәр араһында. Үле һәм тере телдәр

1




3.

Тел һәм телмәр. Телмәр мәҙәниәте.

1




4.

Инеш диктант .“Ер”.

1




5.

Хат. өҫт. эш. Лексика.Һүҙҙең күп мәғәнәлелеге. Омонимдар. Антонимдар. Синонимдар.

1




6.

Килеп сығышы яғынан башҡорт теленең лексикаһы.Һүҙҙәрҙең стилистик ҡатламдары.

1




7.

Фразеология тураһында дөйөм төшөнсә. Фразеологик берәмектәр

1




8.

Фразеологик берәмектәрҙең телмәрҙә ҡулланылышы.

1




9.

2-сирек

1




10.

Фонетика.Телмәрҙең фонетик бүленеше. Өндәр.

1




11.

Орфоэпия. Орфоэпия һәм орфография.

1




12.

Графика һәм орфография.

1




13.

Һүҙьяһалыш. Телдә һүҙьяһалыш ысулдары.

1




14.

Һүҙьяһалыш һәм стилистика.

1




15.

Контроль диктант .“Изгелек йөрәк хазинаһы”.

1




16.

Хаталар өҫтөндә эш. Грамматика. Морфология.

1




Икенсе яртыйыллыҡ

1.

Исем. Уның телмәрҙә ҡулланылышы. Исемдәрҙең эйәлек һәм хәбәрлек категориялары.

1




2.

Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреүе.

1




3.

«Туған тәбиғәтте һаҡлау – изгеләрҙән изге эш”инша.

1




4.

Сифат. Уның телмәрҙә ҡулланышы.

1




5.

Һан. Уның телмәрҙә ҡулланышы.

1




6.

Алмаш. Уның телмәрҙә ҡулланышы.

1




7.

Изложение. “Ҙур яуҙарҙағы һынау”.

1




8.

Хаталар өҫтөндә эш. Ҡылым. Уның лексик-семантик төркөмдәре. Күсемле һәм күсемһеҙ ҡылымдар.

1




9.

Ҡылымдарҙың грамматик категорялары. Һөйкәлеш. Хәбәр һөйкәлеше.

1




10.

Бойороҡ һөйкәлеше. Шарт һөйкәлеше.Теләк һөйкәлеше

1




11.

Йүнәлеш категорияһы.

1




12.

Изложение

1




13.

Ҡылым төркөмсәләре. Сифат ҡылым.

1




14.

Исем ҡылым. Хәл ҡылым. Уртаҡ ҡылым.

1




15.

Ҡылым күләмдәре.Ҡылым рәүешлеге.

1




16.

Контроль диктант.

1




17.

Үтелгәнде ҡабатлау.

1










































4. Материаль-техник тәьмин ителеү

1. Китапхана фонды:

1.1. Дәреслек: Псәнчин В.Ш., Псәнчин Ю.В. Әсә теле. 10-11 – се кластар өсөн дәреслек. - Өфө: Китап, 2009.

1.2. Методик әсбаптар:

1. В.Ш. Псәнчин, Ю.В. Псәнчин. Башҡорт теленән программалар (V – XI кластар өсөн) – Ижевск:

КнигоГрад, 2008.

2. Абдуллина Ф.Ф., Псәнчин В.Ш. 8-9 синыфтар өсөн “Әсә теле” дәреслегенә методик күрһәтмәләр. - Өфө:

Китап, 2006. – 128 бит.

3. Аҙнағолов Р.Ғ. Мәктәптә башҡорт теле уҡытыу методикаһы. - Өфө: Китап, 2011. – 232 бит.

4. Баһауетдинова М.И., Йәғәфәрова Г.Н. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә яңы технологиялар

ҡулланыу (методик ҡулланма). - Өфө, НМЦ “Педкнига”, 2008. – 204 бит.

5. Баһауетдинова М.И., Йәғәфәрова Г.Н. Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен заманса уҡытыу / Уҡытыусылар өсөн

ҡулланма. - Өфө: Китап, 2009. – 176 бит.

6. Бикбаева Т.Я., Ҡунафина Т.Ы. Башҡорт теленән диктанттар йыйынтығы. Милли мәктәптәрҙең 5-11

синыфтарында эшләгән уҡытыусылар өсөн ҡулланма. - Өфө, “Эдвис” уҡытыу – методика үҙәге,

Башҡортостандың бәләкәй даһийы”, 2008.

7. Бикбаева Т.Я., Ҡунафина Т.Ы. Изложениелар өсөн текстар йыйынтығы. Милли мәктәптәрҙең 5-11

синыфтарында эшләгән уҡытыусылар өсөн ҡулланма. - Өфө, “Эдвис” уҡытыу – методика үҙәге,

Башҡортостандың бәләкәй даһийы”, 2008.

8. Ғималова М.Ғ., Рәхимова С.М. Изложениелар өсөн текстар йыйынтығы: V – IX класс уҡыусылары өсөн

ҡулланма / үҙгәртелгән 3 – сө баҫмаһы. - Өфө: Китап, 2009. – 256 бит.

9. Исҡужина Ф.С., Вәлиева Г.Д. Башҡорт телендә текст теорияһы һәм методикаһы. - Өфө: Китап, 2011.

10. Кейекбаев Ж. Ғ. һ.б. Башҡорт теле. Педагогия колледждары һәм училищелары өсөн дәреслек.

- Өфө: Китап, 2010. – 480 бит.

11. Тикеев Д.С. Башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусыларға белем һәм тәрбиә биреү: уҡытыусылар һәм

студенттар өсөн ҡулланма. - Өфө: Китап, 2008. – 152 бит.

12. Ф.Ғ. Хисамитдинова, Н.Ф. Суфьянова, Р.Ә. Сөләймәнова. Эш ҡағыҙы өлгөләре. - Өфө: ТТӘИ ӨҒҮ РФА

Диджитал Графикс, 2006. -127 бит.

13. Шарапов И.Ә. Башҡорт теле (V – IX синыфтар) һәм әҙәбиәтенән (V – XI синыфтар) тест һорауҙары.

Уҡытыусылар өсөн ҡулланма. - Өфө: Башҡортостан “Китап” нәшриәте, 2000.

1.3. Предмет буйынса тәҡдим ителгән өҫтәлмә әҙәбиәт:

  1. Аҙнабаев Ә. М., Псәнчин В. Ш. Башҡорт теленең тарихи морфологияһы. Өфө, 1976.

  2. Азнабаев А. М., Псянчин В. Ш. Историческая грамматика башкирского языка. Уфа, 1983.

  3. Аҙнағолов Р.Ғ. Башҡорт теленән ҡағиҙәләр йыйылмаһы. - Өфө, 2000

  4. Аслаев Т.Х., Исламғолова Ы.Ә. Уйнат, уйлат баланы. - Өфө, 1987

  5. Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкирской АССР: книга 1-6. – Уфа, 1990-1995.

  6. Башҡорт телендә сыға торған «Йәншишмә», «Аманат», «Шоңҡар», «Йәшлек», “Киске Өфө” гәзит-журналдары.

  7. Башҡортса – русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. – Өфө: Китап, 1994.

  8. Грамматика современного башкирского литературного языка. М., Наука, 1981.

  9. Дмитриев Н. К. Башҡорт теленең грамматикаһы. Өфө, 1950.

  10. Зәйнуллин М. В. һ.б. Ҡылым . Хәҙерге башҡорт теле. Өфө, 1986.

  11. Ишбулатов Ғ. Ғәрәп алфавитын өйрәнеүселәргә әлифба. Өфө, 1984,1988.

  12. Кейекбаев Ж. Ғ. Башҡорт теленең фонетикаһы. Өфө, 1958.

  13. Кейекбаев Ж. Ғ. Башҡорт әҙәби теленең дөрөҫ әйтелеше. Өфө, 1964

  14. Кейекбаев Ж. Ғ. Хәҙерге башҡорт теле. Өфө, 1965.

  15. Кейекбаев Ж. Ғ. Хәҙерге башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһы. Өфө, 1966, 7-38-се б.

  16. Псәнчин В.Ш. Телдең күркәмлек саралары. Өфө: Китап, 2003 й.

  17. Сәлимов Н.Р. Башҡорт әҙәби теленең публицистик стиле. Өфө: Китап, 2003 й.

  18. Ураксин 3. Г. Фразеология башкирского языка. М., 1975.

  19. Ураҡсин 3. Ғ., Нәҙершина Ф. А., Йосопов Х. Ғ. Башҡортса - русса фразеологик һүҙлек. Өфө, 1973.

  20. Ураҡсин 3. Ғ. Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге, Өфө, 1996.

  21. Ураксин 3. Ғ. Башҡорт теленең синонимдар һүҙлеге. Өфө, 1985, 2000.

  22. Ураҡсин 3. Ғ., Ишбирҙин Э. Ф. Туған тел серҙәре. Өфө, 1983.

  23. Усманова М.Ғ., Абдуллина Ф.Ф. Башҡорт теле. Мәктәп уҡыусылары һәм юғары уҡыу йорттарына

  24. уҡырға инеүселәр өсөн ҡулланма. – Өфө: Китап, 2000й.

  25. Хөсәйенов Ғ. Б. Тормош. Өфө, 1990.

  26. Шарапов И. Ә. Дәрестәрҙә әҙәбиәт теорияһын һәм тыуған яҡты өйрәнеү. – Өфө : Китап, 2008. – 96 б.

  27. Әүбәкирова З.Ф.– Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларҙа hәм ҡағиҙәләрҙә. Өфө, 2006.

  28. Әхмәров Ҡ. Башҡорт яҙыуы тарихынан (Башҡорт әҙәби теленең алфавиты һәм орфография тарихы). Өфө,

1972.

  1. Әхмәтйәнов К. Әҙәбиәт теорияһы. 3-сө баҫма. - Өфө: Китап, 2004й.

  2. Әхтәмов М.Ә. Башҡорт халыҡ мәҡәлдәре һәм әйтемдәре һүҙлеге. Өфө: Китап, 2008 й.

  3. Әхтәмов М. Х. Башҡорт теленең омонимдар һүҙлеге. Өфө, 1980.

  4. Әхтәмов М. Х. Башҡорт теленең антонимдар һүҙлеге. Өфө, 1987.

Уҡытыуҙа ҡулланылған техник саралар:

  • телевизор;

  • видеомагнитофон;

  • компьютер;

  • DVD;

  • мультимедиа проектор.

Электрон әсбаптар: 9-11 – се кластар өсөн башҡорт теле буйынса электрон дәреслектәр

Класс йыһазы: видеомагнитофон; компьютер; мультимедиа проектор.