Асыҡ дәрес башҡорт теленән Тема: Ябай һәм ҡушма һандар.

Автор публикации:

Дата публикации:

Краткое описание: ...


Конспект эшен әҙерләгән: Мөжәуирова Айһылыу Нириәхмәт ҡыҙы,

2015 йыл.



Тема: Ябай һәм ҡушма һандар.

Маҡсат:

1. Һан һүҙ төркөмө тураһында мәғлүмәт биреү, ябай һәм ҡушма һандарҙы айырырға өйрәтеү;

2. уҡыусыларҙың фекерләү ҡеүәһен арттырыу, телмәрен үҫтереү;

3. Башҡортостан тәбиғәтенә һөйөү, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: видиояҙма, дәреслек.

Дәрес барышы:

  1. Ойоштороу мәле

  • Уҡыусылар! Башҡорт теле дәресен бөгөнгө матур көндө, тирә – яҡты, бер – беребеҙҙе сәләмләүҙән башлайыҡ. ( уҡытыусының уҡыуы)Мин шиғырҙы уҡыйым, ә һеҙ эстән генә минең менән уҡығыҙ:



[pic]

Ултырығыҙ.

  1. Инеш. Хәйерле көн, уҡыусылар! Һеҙҙең янып торған күҙҙәрегеҙҙе, йылмайып торған йөҙҙәрегеҙҙе күреүгә мин сикһеҙ шатмын.

  • Әйҙәгеҙ әле, уҡылған шиғырға иғтибар итәйек. Ҡалын хәрефтәр менән бирелгән һөйләмде, уҡыйыҡ..

  • Беҙ йәшәйбеҙ бер ерҙә – (Ҡайҙа йәшәйбеҙ һуң?) Башҡортостанда.

  • Балалар, ә Башҡортостан ниндәй ил ул?

  • Эйе, ҡалын урмандар, мул һыулы йылғалар, бейек тауҙар, зәңгәр күлдәр иле ул.

  • Әлбиттә,беҙҙең Башҡортостаныбыҙ бик матур һәм бай республика. Ул бигерәк тә йылғаларға бай республика. Әйҙәгеҙ әле, Башҡортостаныбыҙҙ данлап бер нисә һөйләм төҙөйөк. Таҡтала һеҙгә һүҙҙәр теҙмәһе бирелгән. Һеҙ ошо һүҙҙәрҙе ҡулланып һөйләмдәр төҙөгөҙ.

[pic]

  • Был һөйләмдәрҙә Ағиҙел нисек тасуирлана? Оҙон, ҙур

  • Ә Һаҡмар йылғаһы ниндәй? Һалҡын һыулы. Был һүҙҙәрҙе беҙ нимә тип атайбыҙ?Сифаттар.

  1. Беҙ һеҙҙең менән үткән дәрес темаһын ҡабатлап һәм һеҙ теманы яҡшы үҙләштергәнегеҙҙе күрһәтттегеҙ. Афарин.

Башҡортостан йылғалары тураһында һөйләшеүҙе дауам итеп киләһе һөйләмдәрҙе уҡыйыҡ:

[pic]



  • Беренсе ике һөйләмдә беҙ сифаттар ярҙамында йылғаларҙың ҙурлығы, һалҡын һыулы икәнен белдек.

  • Ә бына был һөйләмдәр беҙгә ниндәй мәғлүмәт бирә?

  • Ә улар нимә менән бирелә?

  • Һандар. Дөрөҫ.

  • Тимәк, бөгөн беҙ ниндәй темаға һөйләшәсәкбеҙ? “Һан” темаһына. Дәресебеҙҙең маҡсаты ла “Һан” һүҙ төркөмө тураһында мәғлүмәт алыу һәм ҡушма һәм ябай һандарҙы айырырға өйрәнеү.

  • Һан” темаһы менән һеҙ мәктәп саҡтарында (түбәндәге кластарҙа) ла таныштығыҙ. Нимә ул һан? (Уҡыусыларҙың яуаптарын тыңлау)

  • Ҡағиҙәне сығарыу. Уҡыусыларҙың яуаптарын тыңлау. Әйҙәгеҙ китаптарҙы асып, ҡағиҙәне тағы ла бер тапҡыр уҡып китәйек.

  • Уҡыусылар, тесктағы һандарҙы ҡабаттан уҡыйыҡ әле. Ун өс, илле ете, бер мең дүрт йөҙ утыҙ, ике йөҙ утыҙ биш, туғыҙ йөҙ ун һигеҙ, биш йөҙ утыҙ биш, ете йөҙ алтмыш, биш йөҙ етмеш бер, мең.

  • Һандарҙың яһылышына иғтибар итегеҙ. Тимәк, яһалышы яғынан – улар ҡушма һандар. Мең – ниндәй һан.

  • Был - ябай һандар. Сөнки ул бер һүҙ менән генә яҙылған. Китаптан ҡағиҙәне уҡып, һүҙҙәребеҙҙе дәлилләп ҡуяйыҡ.

( Ҡағиҙәне уҡыу)

  • Тимәк,һандар яһалышы яғынан ябай һәм ҡушма һандарға бүленә.



[pic]

  • Бөгөнгө темабыҙҙы һәм числоны дәфтәрегеҙгә яҙып ҡуйығыҙ.

  • Ябай һәм ҡушма һандарға икешәр миҫал яҙығыҙ. (Дәфтәрҙәрҙә эш)

  • Һандар – беҙҙең тормошобоҙҙа ҙур роль уйнай. Беҙ уларҙы телдәребеҙҙә көн дә ҡулланабыҙ Мәҫәлән: ете һаны менән беҙҙең тормошобоҙҙа нимәләр бар:

[pic] [pic]



Мөғжизәне нисек аңлайһығыҙ? Башҡортостандың мөғжизәләре бармы? Уҡыусыларҙың фекерҙәрен тыңлау.

Һүҙлек эше

Мөғжизә – чудо

Һәйкәл – памятник

Мәмерйә – пещера.

Һыу - вода

Минерал һыуҙар – минеральные воды.

  • Бәлкәй видеояҙма ҡарап үтеү “Башҡортостандың ете мөғжизәһе”.

  • Скульптор С. Д. Тавасиев ижад иткән был һәйкәл (архитекторы И.C.Ғәйнетдинов) баш ҡалабыҙҙың символы. Ул Ырымбур юлы менән машинала үткәндә лә, самолеттан да бик һәйбәт күренә.

Ысынлап та, Салауат Юлаев һәйкәленең бейеклеге - гранит постаменты менән бергә яҡынса 20 метр, ауырлығы - 40 тонна. Ул суйындан ҡойолған. Уны ижад иткәне өсөн Сосланбек Дафаевич Тавасиевҡа 1970 йылда СССР-ҙың Дәүләт премияһы бирелә.

Бына беренсе мөғжизәне лә таптыҡ. Дәфтәребеҙгә яҙып ҡуяйыҡ. Беренсе мөғжизә – Салауат Юлаев һәйкәле.

  • Башҡортостандың Салауат районында Йүрүҙән йылғаһына һыйынып ҡына тәбиғәттең тылсымлы көсөнә эйә шифалы Янғантау тауы. Был беҙҙең планетала ер аҫтынан бер туҡтауһыҙ ҙур күләмдә йылылыҡ, эҫе пар, газ сығып торған берҙән бер урын. Тауҙың сере 200 йылдан ашыу ғалимдарҙың иғтибарын йәлеп итеп тора. Тау янында химик элементтарға бай, шифалы Ҡорғаҙаҡ урғыла. Икенсе мөғжизәбеҙ – Янғантау

  • Был минерал һыуҙар кальций сульфатына, минерал тоҙҙарға һәм файҙалы микроэлементтарға бик бай. Шуның өсөн, һыуҙы дауалау өсөн дә ҡулланалар. Тимәк , тағы ла бер мөғжизәбеҙ. Өсөнсө мөғжизә – Красноусол минерал һыуҙары.

  • Шүлгәнташ мәмерйәһе –дүртенсе мөғжизә.

Еребеҙҙең йөҙөк ҡашы булған, 2 саҡрымдан ашыу оҙонлоҡҡа һуҙылған, данлыҡлы мөһабәт Шүлгәнташ мәмерйәһе. 1959 йылда унда таш быуаттың тәүге палеолит осоронда, йәғни беҙҙең эраға тиклем 40 – 10 мең йылдар элек, йәшәгән тәүтормош кешеләренең мәмерйә стенаһына төшөрөлгән һүрәттәре табылғас, ул бөтә донъяла танылыу таба. Мәмерйә стеналарында ҡыҙыл буяу (охра) менән ҡырағай ат, мамонт, носорог һүрәттәре эшләнгән.

  • Шүлгән – ул Урал батырҙың ағаһы. «Урал батыр» эпосы – башҡорт халҡының баш китабы. Ул 1910 йылда Мөхәмәтшә Буранғолов тарафынан яҙып алына. Эпос 4576 поэтик юлдан тора.Тағы ла бер мөғжизәбеҙ. Ул « Урал батыр» эпосы.

  • Ҡурай – сатыр сәскәләр ғаиләһенә ҡараған күп йыллыҡ үҫемлек. Уның бейеклеге 120 -170 см. Ҡурай ҡайын урманы һәм аралаш урмандарҙа ҡуйы үлән араһында үҫә. Ҡурай – ул башҡорт халҡының милли музыка ҡоралы.

Ҡурай үләне башҡорт халҡының символы. Уның ете тажы, берләшкән ете ырыуҙы символлаштыра. Башҡортостандың флагында ла, гербында ла ҡурайҙың ете тажы һүрәтләнгән. Алтынсы мөғжизә - ҡурай.

  • Башҡорт балы – донъяла иң шифалы, иң файҙалы бал иҫәпләнә. Хатта Америка белгестәре лә башҡорт балының сифатына иң юғары баһа бирә. Үҙҙәрендәге бал беҙҙекенән күпкә ҡалыша икән. Башҡорт балы- етенсе мөғжизә. Бал үҙенең составы һәм дауалау көсө буйынса һирәк осрай торған уникаль продукт .

  • Һығымта яһау: Эйе, матур һәм мөғжизәле шул беҙҙең Башҡортостаныбыҙ. Ләкин матурлыҡ һаҡлауға мохтаж. Нисек уйлайһығыҙ йылғаларҙы, шишмәләрҙе, урмандарҙы ҡайһылай һаҡларға була? ( фекерҙәр тыңлау).

  • Дөрөҫ, уҡыусылар. Тәбиғәтте һаҡлау - бөтә кешененең бурысы. Йылға буйҙарын таҙа тотайыҡ, ағастар ултыртайыҡ. Йәнлектәрҙе, үҫемлектәрҙе һаҡлайыҡ.

  1. Дәресте нығытыу.Дәресебеҙҙе нығытыу маҡсатында бер нисә эш башҡарайыҡ:

  1. Һандарҙы башҡаса әйтегеҙ.

60 секунд – 1 минут

60 минут – 1 сәғәт

24 сәғәт – 1 тәүлек

7 көн – 1 аҙна

12 ай –1 йыл

365 көн – 1 йыл

100 йыл – 1 быуат

1000 грамм – 1 кг.

10 миллиметр - 1 см.

  1. Бөгөнгө алған белемдәребеҙҙе нығытыу маҡсатында баш ватҡыстар эшләп алайыҡ ( экранда).

6 Н, К 3, Һ 2, Т 10, 7 М, 5 ЕК, 100 ӨК, 5 МӘТ, Б 6 РҒАН.

  1. Башватҡыс Һандар ярҙамында мәҡәлдәрҙе сисергә: 8, 4, 8, 26, 14, 8, 34, 8, 4, 40, 8, 26, 17, 8, 34, 26, 21, 23, 16, 21, 31, 21, 18. 40, 23, 7, 40, 1, 7. ( егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ ); 2, 8, 16, 8, 17, 8, 2, 1, 23, 7, 37, 19, 15, 40, 7, 8, 23, 8, 2, 1, 23. (белеме барҙың ҡәҙере бар); 8, 4, 8, 26, 31, 28, 7, 4, 2, 8, 23, 2, 27, 16, 37, 23.( егет һүҙе бер булыр); 1, 26, 1, 19, 1 18, 12, 1, 16, 6, 37, 19, 1 34, 24, 16 12, 12, 16, 8, 23 (атаңа ни ҡылһаң, алдыңа шул килер).

4) Ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ һандар менән бәйле булған?

- Бер көн артта ҡалһаң, биш көн йүгерерһең.

- Бер атыуҙа ике ҡуян

- Беләге бар берҙе йығыр, белеме бар меңде еңер

- Ике уйла, бер һөйлә.

- Ике кәмәнең ҡойроғон тотоп булмай

- Ике тәкә башы бер ҡаҙанға һыймай.

- Өс таған таймаҫ, яңғыҙ ағас янмаҫ.

- Дүрт аяҡлы ат та абына

- Бишектәге бала бишкә төрләнә

- Биш тинлек ҡуян – ун тинлек зыян

- Биш тапҡыр эшләгәнсе, бер тапҡыр еренә еткер.

- Алғанға алты ла аҙ, бтргәнгә биш тә күп

- Алты йәшәр юлдан ҡайтһа, алтмыш йәшәр күрешә барһын.

- Алтмыш аҙым алға атла, алты тапҡыр артыңа ҡара.

- Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ.

- Етеһендә ни булһа, етмешендә шул булыр.

- Һигеҙ һыйыр аçрағансы һимеҙ һыйыр аçра.

- Йөҙ һум аҡсаң булғансы, йөҙ дуҫың булһын.

- Һигеҙ көн ғүмергә, туғыҙ көн тырышлыҡ кәрәк.

- Ир аҡылы – бер алтын, ил аҡылы мең алтын.

- Ил өçтөндә илле дуçың булһын.

- Батыр бер үлә, ҡурҡаҡ ҡырҡ үлә.



Укыусылар яуаптарын әйтә, уҡытыусы билдәләй. Шулай итеп, беҙ группа менән теманы 4 һәм 5 үҙләштергәнбеҙ.

  1. Өйгә эш биреү. Өйҙә ҡушма һәм ябай һөйләмдәрҙе индереп Башҡортостан тураһында мәғлүмәт яҙып килергә. Ә бына Максимға, Ильгизға, Данилға һөйләм төҙөүе ауыр булһа, китаптан күсереп яҙырға була.

  2. Уҡыусылар, дәрестә әүҙем ҡатнаштығыҙ, афарин! Киләсәктә лә актив булығыҙ, белем алырға ынтылығыҙ.

  3. Бөгөнгө дәресебеҙ тамам. Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт! Һау булығыҙ!