Мастер-класс по башкирскому языку на тему Белый лист(11 класс)

Автор публикации:

Дата публикации:

Краткое описание: ...


Оҫталыҡ дәресе

«Башҡорт телен уҡытыуҙың яңы концепцияһы нигеҙендә тел һәм мәҙәниәт бәйләнеше»

Хәйерле көн, хөрмәтле коллегалар !

  • Концепт- (латин теленəн conceptus – күҙ алдына килтереү, төшөнсə) – халыҡтың йәшәү рәүешен, мәҙәниәтен сағылдырыусы һүҙ,төшөнсә. Ябай ғына итеп әйткәндә һүҙ менән бәйле бөтә нәмә концепт була.



Хөрмәтле коллегалар, был нимә? (ҡағыҙ күрһәтеү)

  • Ниндәй ҡағыҙ?

  • Тағы ниндәй?

  • Нимәгә оҡшаған?

  • Һеҙгә был ҡағыҙ нимә һөйләй? (өнһөҙ, буш, күңелһеҙ)

  • Ә был ҡағыҙҙың өҫтөнлөгө нимәлә тип уйлайһығыҙ?



Был ҡағыҙҙың өҫтөнлөгө уның таҙа, аҡ булыуында. Тимәк, ижад итеү, хыялды эшкә ҡушыр өсөн урын бар. Был ҡағыҙ илһамландыра.



Шулай итеп, мин мастер-класымдың темаһын «Аҡ ҡағыҙ» тип алдым.





Бөгөн беҙ “аҡ” концепты менән, шул концепттың бер тармағы «ҡағыҙ» менән эшләйәсәкбеҙ.



«Аҡ» сифаты ниндәй исемдәр эргәһендә йыш ҡулланыла?

Миҫалдар килтертеү

Хуплау һүҙҙәре: афарин, дөрөҫ уйлайһың, мин дә шулай уйлайым, бигерәк күп беләһең икән, эйе, тағы, тағы…



Мин дә шулай уйлайым, беҙҙең миҫалдарыбыҙ тура килде.



Слайд:

Аҡ ҡар

Аҡ уй

Аҡ өй, тирмә

Аҡ икмәк

Аҡ бәхет

Аҡ йылан

Аҡ юл

Аҡ сәс

Аҡ һөйәк

Аҡ билет

Аҡ ҡағыҙ



Ә хәҙер эште ҡатмарлаштырабыҙ. Ошо һүҙбәйләнештәрҙең мәғәнәһен аңлатабыҙ һәм мөмкин булһа, һөйләм төҙөйбөҙ.



Аудитория менән эшләү. Һәр береһен берәр кешенән һорау.



Аҡ ҡар - таҙа

Аҡ уй- изге

Аҡ өй, тирмә- ҡунаҡ өйө

Аҡ икмәк- юғары сортлы ондан бешерелгән

Аҡ бәхет-шатлыҡ, ҡыуаныс

Аҡ йылан-йыландар батшаһы

Аҡ юл-хәйерле юл

Аҡ сәс-сал сәс

Аҡ һөйәк- юғары ҡатлам кешеһе; эш яратмаған кеше

Аҡ билет-хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙлыҡ

Аҡ ҡағыҙ- ?



Аҡ ҡағыҙ һәм һорау билдәһе. Беҙгә аҡ ҡағыҙҙы тулыһынса асырға кәрәк.





Был ҡағыҙҙың тәғәйенләнеше нимә өсөн?



Әйҙәгеҙ, әүҙемерәк булығыҙ.

  • Был ҡағыҙҙы нимә эшләтергә мөмкин?



Йомарлап күрһәтәм.

Слайдтарҙа күренә

  • Хәҙер ул ниндәйгә әйләнде? (йомарланды. Бөгәрләнде, таушалды, )

Йыртып күрһәтәм

  • Ә хәҙер? (йыртылды, бүленде, ҡырҡылды)

  • Һеҙ килешәһегеҙме аҡ ҡағыҙҙың ошондай хәлгә ҡалыуына?

  • һеҙгә аҡ ҡағыҙҙың ошондай хәлгә ҡалыуы, төшөүе оҡшаймы?

  • (Йомарланған, йыртылған ҡағыҙҙы күрһәтеү)



Әйҙәгеҙ. Беҙ аҡ ҡағыҙҙы икенсе тәғәйенләнеш өсөн ҡулланайыҡ.



Ап-аҡ ҡағыҙ бите… Буш һәм өнһөҙ. Әммә…таҙа . Ә бит был уның төп өҫтөнлөгө.Тимәк, ижад итеү, хыялды эшкә ҡушыу өсөн урын бар. Хыялланғанда беҙ уйлайбыҙ, шулай бит.



Беҙ командаларға бүленәйек.

Беренсе төркөм –“Уй” концепты нимәне белдерә икән,һүҙлек менән эшләйбеҙ, үҙ фекеребеҙҙе яҙабыҙ.”Минең хыялым” темаһына мини –инша яҙырға.

Икенсе төркөм –Тел тураһында шиғыр ижад итеп ҡарай.

ҡәҙерлем,

телем.

түгел һин,

бөгөн.

мин,

менән

йөрәккәйемдең

беләм.

Уларға ике-өс минут, музыка биреү



Шунан уҡыусыларға һүҙ биреү, бына бит ябай ҡағыҙҙан ниндәй һоҡланғыс сәнғәт әйберҙәре эшләргә мөмкин.

Әйҙәгеҙ, ҡыйыуыраҡ булығыҙ. Кемдән башлайбыҙ.



  • Ә халыҡ ижадында нимәне аҡ ҡағыҙ менән сағыштыралар?

Бала күңеле - аҡ ҡағыҙ.

  • Һеҙ уның менән килешәһегеҙме?



Берәйһенә һүҙ биреү



  • Ә һеҙ тормошоғоҙҙо иртәгәнән аҡ таҙа ҡағыҙҙан башлай алыр инегеҙме? Мөмкинме улай?

Ә минең ун беренсе класс уҡыусылары былай тип яуап ҡайтарҙы.



ете уҡыусының өсөһө- эйе, башҡалар - мөмкин тип яуап ҡайтарҙы, дүртәүһе- юҡ тигән. Бигерәк тә миңә киләһе яуап оҡшаны:

Юҡ, мөмкин түгел, тормош- ул шул тиклем ҡыҫҡа тигән бер ҡыҙ.. Ә икенсе уҡыусым: Тормош- кешегә һынау бирә икән, беҙ ул һынауҙы еңеп сығырға тейешбеҙ, ә тормошто яңынан башларға түгел, тине.

  • Ә һеҙ?

Был һорау уйланыу өсөн.



Аҡ ҡағыҙ тураһында һөйләшкәндә ирекһеҙҙән талантлы яҡташыбыҙ Рәми ағай Ғарипов күҙ алдына баҫа.Уға 12 февралда 84 йәш булыр ине. Күпме шиғырҙары аҡ ҡағыҙға төшөрөлмәй ҡалды…Ләкин туған телгә булған һөйөү тойғолары бөгөнгө көндә лә оран булып яңғырай.21 феварль Туған телдәр көнө байрамы. Етеп килгән байрам менән бөтәгеҙҙе лә ҡотларға рөхсәт итегеҙ. Бөгөнгө оҫталыҡ дәресемде флешмоб менән тамамларға саҡырам.Р.Ғариповтың “Туған тел” шиғырын яттан һөйләйек.