Башҡорт теленән дәрес конспект Ф.Иҫәнғолов Дуҫтар (2 класс)

Автор публикации:

Дата публикации:

Краткое описание: ...


Уҡытыусы

Хәсәнова Илүсә Зиф ҡыҙы

Класс

2

Предмет

Башҡорт(туған)теле

Дәрестең темаһы

Фәрит Иҫәнғолов «Дуҫтар» хикәйәһе

Маҡсат ҡуйыу блогы

Маҡсат

Ғәмәлләштереү:

Шәхси: үҙ аллы эш итергә, белем алыу процессына етди һәм яуаплы ҡарарға күнектереү; эште яҡшы кәйеф менән башҡарырға күнегеү; үҙ-ара аралашыу мәҙәниәтенә өйрәнеү; аралашҡанда башҡаларҙы тыңлай белеү, тартынмайынса үҙ фекерҙәрен әйтеү, әңгәмәсенең хис-тойғоларын аңлап, фекер уртаҡлығына килеү;

Регулятив: дәрестә уҡытыусы ярҙамында маҡсат ҡуйырға өйрәнеү, дәрестә эш тәртибен билдәләү, күмәкләп төҙөгән план буйынса эшләү, эш алымының дөрөҫлөгөн баһалау; үҙеңдең эш алымдарын үҙгәртеү; яңы талаптар ҡуйыу, үҙ фекереңде логик яҡтан эҙмәэҙлекле итеп әйтергә өйрәтеү;

Коммуникатив: үҙ фекереңде асыҡ, дөрөҫ итеп һөйләй белеү күнекмәләрен булдырыу; башҡаларҙы тыңлай һәм аңлай белеү; һөйләү һәм аралашыу оҫталығын үҫтереү;

Белем арттырыу: үҙеңә кәрәкле мәғлүмәтте эҙләргә өйрәнеү; дәреслектән үҙеңә кәрәкле мәғлүмәтте ала белеү һәм уны тейешле йүнәлештә ҡуллана белеү.

Планлаштырыл

ған һөҙөмтәләр

Предметтар менән бәйле: системалы уҡыу күнекмәһен булдырыу;

Шәхси: уңышлы уҡыу эшмәкәрлеге критерияһы нигеҙендә үҙ-үҙеңә баһа биреү;

Метапредметтар менән бәйле: уҡытыусы ярҙамында дәрескә маҡсат ҡуйырға өйрәнеү; дәрестә эш тәртибен билдәләп, коллектив төҙөгән план буйынса эшләү;

Регулятив УУЭ: дәрестә уҡытыусы ярҙамында маҡсат ҡуйырға өйрәнеү, дәрестә эш тәртибен билдәләү, күмәкләп төҙөгән план буйынса эшләү, эш алымының дөрөҫлөгөн баһалау; үҙеңдең эш алымдарын маҡсатҡа яраҡлы итеп планлаштырыу, ебәрелгән хаталар һөҙөмтәһендә эш алымдарын үҙгәртеү; яңы талаптар ҡуйыу, үҙ фекереңде логик яҡтан эҙмә-эҙлекле итеп әйтергә өйрәтеү;

Коммуникатив: фекерләү, аралашыу, бәхәсләшеү, үҙ-ара мөнәсәбәт ҡороу, үҙ фекереңде асыҡ, дөрөҫ итеп һөйләй белеү күнекмәләрен булдырыу; башҡаларҙы тыңлай һәм аңлай белеү; һөйләү һәм аралашыу оҫталығын үҫтереү;

Белем алыу: үҙеңә кәрәкле мәғлүмәтте эҙләргә өйрәнеү; дәреслектән үҙеңә кәрәкле мәғлүмәтте ала белеү һәм уны тейешле йүнәлештә ҡуллана белеү.

Инструменталь блок


Дәрестең маҡсаты

-Ф. Иҫәнғоловтың «Дуҫтар» хикәйәһе менән танышыу;

-һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтергә һәм яҙырға өйрәнеү;

-дуҫтарға, ҡоштарға һөйөү тәрбиәләү.

Дәрес төрө

Яңы белем алыу дәресе

Уҡыу методик комплекс

-дәреслек;

-проектор, экран;

-уҡыу эшмәкәрлегенең алымдары;

Ойоштороу-эш итеү блогы

Арауыҡ менән эш итеү

Шәхси, парлы, фронталь эш, төркөмләп эш;

Предмет-ара бәйләнештәр

Башҡорт теле, рус теле, биология, тирә-яҡ мөхитте өйрәнеү





Дәрес этаптары

Уҡытыусы эшмәкәрлеге

Уҡыусы эшмәкәрлеге

УУЭ


Ойоштороу мәле

-Һаумыһығыҙ,

уҡыусылар!Хә

йерле көн! Бөгөн дәресте яҡшы кәйеф менән башлап ебәрәйек. Бер-беребеҙгә йылмайҙыҡ.

а) «Дуҫым, хәйерле көн!» тигән һөйләмде төрлө кәйеф менән әйтеү (шатлыҡлы, насар кәйеф менән);

-ниндәй кәйеф менән өндәшһәк күңелгә яҡын була?



Уҡыусылар сәләмләй. Ҡыңғырау шылтыраны,

Беҙ ултырҙыҡ дәрескә,

Китап, дәфтәр әҙер

Тотонайыҡ беҙ эшкә

«Дуҫым хәйеле көн

Психологик комфорт тыуҙырыу, уҡыу эшмәкәрлегенә мотивация булдырыу. Шәхси универсаль уҡыу эшмәкәрлеге – уҡыусыларҙың хис-тойғоларҙы, уй-хыялдарҙы күрһәтеүе, белем алыуға ынтылышы, яҡшы кәйеф менән башларға күнегеү, дәрескә эмоциональ әҙерлекте күрһәтеүе.

Өндәшеү маҡсатына ярашлы тауышты тейешенсә көйләргә өйрәтеү;

Яғымлы итеп аралашырға күнектереү.

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау, яңы тема үҙләштерергә нигеҙ әҙерләү.

Өйгә эште тикшереү.

-Үткән дәрестә беҙ һеҙҙең менән ниндәй яңы һүҙҙәр менән танышып үткәйнек?

Өйгә эште тикшереү. Һүҙлек һүҙҙәрен ҡабатлайҙар.

Коммуникатив эшмәкәрлек: башҡаларҙы тыңлай һәм аңлай, баһалай белеү.

Белемде актуалләштереү

-Уҡыусылар, ниндәй кешене беҙ «дуҫ» тип әйтә алабыҙ?

-Кем ул һеҙҙең дуҫтарығыҙ ?

-Ауыр саҡтарҙа ярҙам иткән, бергә уйнаған, серләшкән кешене.

Классташым, әсәйем, апайым, урамда бергә уйнаған кешем һ.б.

Уҡыу мәсьәләһен ҡуйыу

Дәрес темаһын һәм маҡсатын билдәләү

«Дуҫлыҡ» тураһында һеҙ ниндәй әйтемдәр һәм мәҡәлдәр беләһегеҙ?

100 һум аҡсаң булғансы, 100 дуҫың булһын.

Әүәл әйт дуҫыңды, әйтермен кемлегеңде. Дуҫ көлгәндә беленмәй, бөлгәндә беленә.

Дуҫлыҡ, туғанлыҡ – бөтә байлыҡтан артыҡ. Дуҫ булһаң, дуҫ ҡәҙерен онотма.

Регулятив УУЭ: дәрестә уҡытыусы ярҙамында маҡсат ҡуйырға өйрәнеү.

Проблеманан, ауырлыҡтан сығыу юлының проектын төҙөү.

Йүнәлеш бирә.

Тәҡдимдәр индерәләр, бәхәсләшәләр, уртаҡ фекерҙә килеп эш планын төҙөйҙәр.

Регулятив УУЭ:

Дәрес тәртибен билдәләү, күмәкләп эш планын төҙөү.

Төҙөгән проекты ғәмәлгә ашырыу. Уҡыу мәсьәләһен сисеү. Уңыш ситуацияһын тыуҙырыу.

-Бөгөн дәрестә беҙ һеҙҙең менән Фәрит Иҫәнғоловтың “Дуҫтар” тип аталған хикәйәһе менән танышып үтәсәкбеҙ. Ә ни өсөн был әҫәр “Дуҫтар” тип аталғанын хикәйәне уҡығас белербеҙ. Слайдтта һүҙлек һүҙҙәре сыға.

Уҡыусылар дәреслек менән эшләйҙәр, ҡуйылған һорауҙарға яуап эҙләйҙәр.

Һүҙлек дәфтәрҙәрендә:

Торна-журавль,

сыйырсыҡ-скворец,тауыҡ-курица, әтәс-петух, турғай-воробей, ҡаҙ-гусь, күркә-индюк, бүҙәнә-перепел, ем-корм, ҡыр,ялан- степь,поле, йомортҡа-яйцо, сыуаҡ-солнечный

Дәрестә эште билдәләнгән тәртип менән, күмәкләп төҙөгән план буйынса эшләү. Регулятив УУЭ: үҙ фекереңде логик яҡтан эҙмә-эҙлекле итеп әйтергә; Белем алыу: үҙеңә кәрәкле мәғлүмәт эҙләргә өйрәнеү, дәреслектән үҙеңә кәрәкле мәғлүмәтте ала белеү, тейешле йүнәлештә ҡуллана белеү.

Ял итеү минуты

Ҡаҙҙар остолар,остолар

Остолар ҙа ергә төштөләр. Ял иттеләр, тағы остолар, Күл өҫтөнә килеп төштөләр.

Ҡаҙҙар остолар,остолар Остолар ҙа ергә төштөләр. Ял иттеләр, тағы остолар, Күл өҫтөнә килеп төштөләр.


Үтелгән теманы нығытыу. Практик эштәр башҡарыу.

Матур яҙыу минуттары. Дәфтәрҙә эш.

1.Хәрефтәрҙе дөрөҫ итеп ҡуй һәм килеп сыҡҡан һүҙҙәрҙе күсереп ал.

1) а, т, ы, у, ҡ -

2) с, ә, т, ә -

3) а, р, т, н, о -

4) ҙ, ҡ, а -

5) й, т, р, а, у, ғ -

6) ү, к, ә, р, к –

2. Төшөп ҡалған хәрефтәрҙе ҡуйып һөйләмдәрҙе күсереп яҙ һәм эш-хәрәкәтте белдереүсе һүҙҙәрҙе тап.

Сабир ҡоштар.ы ярата. Улар.а таш менән б.рмәй, йоморт.аларын алмай. Шу.а ҡо.тар ҙа уны танып торалар.

3.Түбәндәге һүҙҙәр менән һөйләмдәр төҙө:

1) Әтәс, ҡаҙ, кәкүк, һандуғас, турғай.

2) Саҡыра, сырҡылдай, һайрай, ҡысҡыра, ҡаңғылдай.

Карточкаларҙа бирелгән эштәрҙе эшләйҙәр.

Тәү тапҡыр нығытыу, фекреңде логик яҡтан эҙмә-эҙлекле итеп әйтергә өйрәнеү;

Үҙеңә кәрәкле мәғлүмәтте ала белеү һәм уны тейешле йүнәлештә ҡуллана белеү.


Рефлексив анализ

Анализ яһау

Дәрестә нимәләр эшләнек?

Ниндәй яңы һүҙҙәр менән таныштыҡ?

Уҡыусыларҙың яуаптары

Шәхси УУЭ: эшеңде анализларға өйрәнеү;

Танып белеү эшмәкәрлеге:белемдәрен системаға һалыу. Уҡыу – эшмәкәрлек мотивын уятыу.

Баһалау

Бөгөн дәрестә һин нисек эшләнең?

Үҙеңдең эшеңде нисек баһалайһың?


Уҡыусыларҙың бәләкәй генә эшен дә баһалап үтеү.

Эштәрен баһаларға өйрәтеү.

Уҡыусыларҙың яуаптары.

Регулятив УУЭ. Уҡыусы үҙ эшмәкәрлеген күҙәтеп, үҙенең эшен үҙе баһалауы, яуаплылыҡ тойғоһоноң үҫеше;

Шәхси УУЭ. Үҙ-ара ыңғай мөнәсәбәттәр нығыныуы, кәңәшләшеп эшләй белеүе, үҙ эшмәкәрлеге һөҙөмтәһенә ҡарата яуаплылыҡ, талапсанлыҡ артыуын билдәләү.


Йомғаҡлау

Дәрестә алған белемдәрҙе тормошта ла ҡулланырһығыҙ, тип ышанам. Тәртипле, аҡыллы ҡыҙҙар һәм малайҙар булып Тыуған илебеҙгә файҙалы, кәрәкле шәхестәр булып үҫеүегеҙҙе теләйем. Рәхмәт. Дәрес бөттө. Һау булығыҙ!

Фәрит Иҫәнғолов «Дуҫтар»

Дәрестең технологик картаһы