Рабочие программы по башкирскому языку

Автор публикации:

Дата публикации:

Краткое описание: ...


Муниципальное общеобразовательное бюджетное учреждение

гимназия №1 муниципального района Мелеузовский район

Республики Башкортостан




РАССМОТРЕНО

на заседании ШМО

28.08.2015 г. протокол № 1


Руководитель МО

___________/ Посадская Н.А.

СОГЛАСОВАНО


Зам.директора по УР

МОБУ СОШ с. Дарьино


________ / Посадская Н.А.


«____»________________2015г.

УТВЕРЖДАЮ


Директор МОБУ СОШ с. Дарьино



_____________/Любишева Н.И.

31.08.2015 г. Пр. № __________




Рабочая программа

по башкирскому языку

для 5-9 классов

Срок реализации 5 лет



Программа разработана на основе рекомендованной Министерством образования Республики Башкортостан «Программы по башкирскому языку для учащихся IXI классов школ с русским языком обучения”. Составители: Тулумбаев Х.А., Габитова З.М., Давлетшина М.С. //Ижевск: издательство «КнигоГрад», 2008 г.





Разработала Мурзабулатова Г.Х. учитель башкирского языка и литературы

МОБУ СОШ с. Дарьино






2015 г


5-9 кластар өсөн башҡорт теленән эш программаһы


Аңлатма яҙыу

Эш программаһы түбәндәге норматив-хоҡуҡи документтарға нигеҙләнеп төҙөлдө:

«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» законы.


Программаның дөйөм характеристикаһы

Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г.- Ижевск: «Книгоград», 2008.


Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора:

-телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу;телдең системаһын ( фонетика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү;

-бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеү;

-башҡорт телен практик өйрәнеү нигеҙендә балаларҙы халҡыбыҙҙың тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары, күренекле шәхестәре, уларҙың эшмәкәрлеге, ижады менән таныштырыу, башҡорт донъяһына алып инеү, республикабыҙҙың төп милләтенә ихтирам, үҙебеҙ йәшәгән төйәккә һөйөү тәрбиәләү.

Предметтың уҡыу планындағы урыны

Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районы муниципаль районының Дарьино дөйөм белем биреү муниципаль бюджет учреждениеhының «Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.

Программаның кимәле: базис

Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө

Рус һәм башҡа мәктәптәрҙә башҡа милләт балаларына балаларға башҡорт телен өйрәтеүҙең байтаҡ үҙенсәлектәре бар. Уларҙың иң мөһимдәре:

  1. балаларҙы башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтелә;

  2. башҡорт телен өйрәнеү өсөн уҡытыу планында аҙнаға 1-әр йәки 2-шәр сәғәт ваҡыт бирелә;

  3. дәрестәрҙә балаларҙы башҡортса һөйләшергә, уҡырға, яҙырға өйрәтеү бергә алып барыла;

  4. тел менән әҙәби материалдары бергә ҡушып өйрәнелә (интеграция);

  5. лингвистик һәм әҙәби материал практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).

Башҡорт теленә өйрәтеүҙең маҡсаттары һәм бурыстары:

  • Уҡыусыларҙа башҡорт телендә һөйләгәнде, уҡығанды, радио-телетапшырыуҙар тыңлағанды аңлау күнекмәләре булдырыу (аудирование).

  • Башҡорт теленең өндәрен, һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеп,үҙ-ара һөйләшергә, тәҡдим ителгән темалар, ситуациялар буйынса һөйләргә өйрәтеү (говорение)

  • Дәреслектәге, уҡыу ҡулланмаларындағы текстарҙы, башҡорт телендә сыға торған “Йәншишмә”, “Аҡбуҙат”, “Аманат” гәзит-журналдарын үҙ аллы һәм аңлы уҡыу күнекмәләрен биреү(чтение).

  • Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп,үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу(письмо).

  • Башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү (практика).

Әҫәрҙе өлөшләп, һайлап, ролдәргә бүлеп, сылбыр буйынса уҡыу, тексты магнитофон яҙмаһынан тыңлау, йөкмәтке буйынса һорауҙарға яуап биреү кеүек эштәр башҡарғанда, һүҙлек эше иғтибар үҙәгендә тора.

Һәр уҡыу йылы дауамында алдағы кластарҙа алған белемдәр тулыландырыла. Темалар буйынса яҙыусылар, шағирҙар ижады менән таныштырыу, яңы текстар уҡыу, диалог һәм монолог ярҙамында бәйләнешле һөйләмдәр(текст) төҙөү дауам итә.

Бәйләнешле текст төҙөү, бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү күнегеүҙәре башҡарыла.

Төрлө тәрбиәүи, әхлаҡи темаларға һөйләшеү, аралашыу алымдары ҡулланыла.

Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

5-се класс

Һаумы, мәктәп!

Был тема (1 сентябрь – Белем көнө.Мәктәп, уҡыу, белем алыу, тел өйрәнеү) башлыса “Көҙ” темаһы менән бергә үрелеп бара. Бер үк ваҡытта, уҡыусыларҙың йәйге каникулды нисек үткәреүе тураһында әңгәмә үткәреү, фекер алышыуҙар ойошторола. Был темаларға ҡағылышлы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, һөйләмдәр иҫкә төшөрөлә, һүҙлек запасын байытыу йәһәтенән яңылары үҙләштерелә.Башҡорт теленең өн-хәрефтәре, ҡалын һәм нәҙек һуҙынҡылар. Исем. Исемдәрҙең һан менән үҙгәреше. Һөйләмдә һүҙ тәртибе. Сифат.


Үҙем тураһында

Был теманы үҙләштереү барышында уҡыусы үҙе тураһында,үҙенең ғаилә ағзалары, яҡындары тураһында һөйләргә өйрәнергә тейеш. Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше. Алмаш. Зат алмаштары. Зат алмаштарының килеш менән үҙгәреше. к-г,ҡ-ғ тартынҡыларының сиратлашыуы.


Йыл миҙгелдәре

Йыл миҙгелдәре, һәр йыл миҙгеленә хас үҙенсәлектәр менән танышыу. Йыл миҙгелдәрен, һәр миҙгелгә ҡараған ай исемдәрен дөрөҫ әйтә һәм телмәрҙә ҡуллана белеү. Һорау алмаштары.Күрһәтеү алмаштары. Күрһәтеү алмаштарының килеш менән үҙгәреше. Билдәһеҙлек алмаштары. Билдәләү алмаштары.


Башҡортостанды беләһеңме?

Уҡыусыларҙы үҙҙәре йәшәгән республиканың үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге менән таныштырыу. Уҡыусы аңына үҙе йәшәгән ерҙең – Башҡортостандың тарихы, уның байлығы, күренекле шәхестәре һ.б. хаҡында бер бөтөн тыуҙырыу һәм ул турала һөйләй белеүҙәренә өлгәшеү. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр. Юҡлыҡ алмаштары.


Кеше. Тән ағзалары.шәхси гигиена.

Был тема кешенең тән ағзалары, эске органдарының атамаларын белеү менән бергә шәхси гигиена, көн тәртибе, һаулығы менән берлектә алып барыла. Кешегә һау-сәләмәт булыу өсөн нимә эшләргә кәрәклеге тураһында әңгәмәләр үткәреү, әҫәрҙәр уҡыу. Башҡорт телендә эйәлек төшөнсәһе. Ҡылым.


Яңы йыл менән

Яңы йыл темаһы ҡыш темаһы менән берлектә алып барыла. Ҡыш миҙгеленең үҙенсәлектәрен билдәләү, Яңы йыл менән туғандарҙы, яҡын кешеләрҙе ҡотларға өйрәтеү, һәр байрамдың үҙенә генә хас күренештәре тураһында һөйләтеү. Ҡылымдың зат һәм һан менән үҙгәреше.


Аҙыҡ-түлек.Кейем-һалым. Өй . Магазин.

Аҙыҡ-түлек, кейем-һалым атамаларын өйрәнеү, һатып алыу этикеты менән таныштырыу, һөйләшергә, аралашырға өйрәтеү. Синоним.


8 март – Ҡатын-ҡыҙҙар көнө

Әсәй тураһында шиғыр, хикәйәләр уҡыу. Әсәйҙең донъяла иң ҡаҙерле кеше икәнен, уны ихтирам итергә, яратырға, ҡаҙерләргә кәрәклекте аңлатыу. Был тема ғаилә темаһы менән берлектә бара, шуның өсөн алдағы кластарҙа үтелгән ғаилә темаһы ҡабатлана. Ҡотлау открыткалары яҙырға, ҡотлау һүҙҙәрен әйтә белергә өйрәтеү. Антоним.

Яҙ етте

Яҙ билдәләрен күрә һәм яҙ миҙгеленең үҙенсәлектәрен әйтә белергә өйрәтеү. 1 май, 9 май байрамдары, дуҫлыҡ тураһында һөйләшеү. Омоним.

Яҙғы эштәр

Яҙғы эштәр, яҙғы баҡса эштәре,баҫыу эштәре тураһында һөйләшеү. Һан. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.


Яҙғы байрамдар.

Башҡорт халҡының, Башҡортостанда йәшәүсе башҡа халыҡтарҙың яҙғы тәбиәғәт менән бәйле ғөрөф-ғәҙәттәре һәм матур йолалары тураһында һүҙ алып барыла. Уҡыусыларға уларҙың кеше тормошондағы әһәмиәте, мәғәнәләрен, уларҙы тергеҙеү кәрәклеген еткереү. Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.


V класс уҡыусыларының белем кимәленә талаптар

1.Уҡытыусы уҡыған йәки һөйләгән, үҙең уҡыған тексты аңлай алыу; 3-6 һөйләмдән торған диалогты аңлау, уны дауам итә белеү;

2. Уҡыған әҫәр, картина, экскурсия, ҡараған диафильм буйынса әңгәмәлә ҡатнашыу;

- предметны, күренеште элементар рәүештә һүрәтләү, уға үҙ мөнәсәбәтеңде булдырыу;

- хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәрҙе, поэтик әҫәрҙәрҙе дөрөҫ интонация менән һөйләү;

- 5 – 7 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү;

- тиҙәйткестәрҙе, һынамыштарҙы шыма итеп әйтә белеү.

3.Тексты шыма, аңлы, тасуири уҡыу;

-текстың өлөштәренә, иллюстрацияларына исем биреү;

-текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табыу, мәғәнәләрен аңлатыу, һүҙлектәр менән эш итеү;

-хикәйә, әкиәт, мәҡәл, йомаҡ жанрҙарын айыра белеү.

4. Ҙур булмаған һөйләмдәрҙе күсереп һәм яттан яҙыу;

- текст буйынса һорауҙарға яуап яҙыу;

- 6-10 һөйләмдән торған текстың йөкмәткеһен яҙыу;

-бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү;

-өйрәтеү характерындағы изложение, иншалар яҙыу.

Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау

Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

  • башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

  • тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

  • дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;

  • һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;

  • тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.

Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.

Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:

Яҙма эштәрҙең төрҙәре:

Күсереп яҙыу-1

Һорауҙарға яуаптар-1

Диктант-1

Изложение-1

Ижади диктант-1



6-сы класс

Беҙҙе мәктәп ҡаршылай

1 сентябрь- Белем көнө. Уҡыусыларҙың хеҙмәт көндәре башланыуы. Белем, тел тураһында мәҡәлдәр өйрәнеү. Грамматика буйынса 1-5-се кластарҙа үткәндәрҙе ҡабатлау.

Башҡортостан ере буйлап

Башҡортостан Республикаһы, уның тарихы, күренекле шәхестәре, байлыҡтары менән танышыу. Тема буйынса һөйләү телмәрен үҫтереү, ижади эштәр башҡарыу. Башҡорт телендә эйәлек төшөнсәһе. Сифат. Сифат дәрәжәләре. Синоним. Антоним. Омоним.

Юл йөрөү ҡағиҙәләре һәм билдәләре

Хәүефһеҙлек, юл йөрөү ҡағиҙәләре,транспорт төрҙәре тураһында һөйләргә,өйрәтеү,уҡыу материалын тасуири,аңлы уҡыу. Рәүеш.

Рәүеш дәрәжәләре.

Почта.Телефон.Телеграф

Почтала үҙеңде тота,телефондан дөрөҫ һөйләшә белеү,хат яҙыу ҡағиҙәләренә өйрәтеү.Ҡылым.Ҡылым һөйкәлештәре.Хәбәр һөй-кәлеше.Хәҙерге заман.

Ҡыш дауам итә

Ҡыш миҙгеленең үҙенсәлектәре.Текстар уҡыу, шиғырҙар, һынамыштар ятлау, һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү, һүҙ байлығын арттырыу.Ҡылымдың хәбәр һөйкәлеше.Үткән заман. Киләсәк заман.

Дуҫ ҡәҙерен бел

Ысын дуҫлыҡтың ҙур мәғәнәгә эйә булыуы,уны һаҡлай белеү.Дуҫлыҡ хаҡында әҫәрҙәр уҡыу,мәҡәлдәр табыу. Ҡылымдың шарт һөйкәлеше.

Башҡортостан йылғалары,күлдәре.Экология мәсьәләһе

Башҡортостандың тәбиғәте,уның байлыҡтары тураһындағы мәғлүмәт менән таныштырыу.Республикалағы йылға, күлдәр тураһында текстар уҡыу.Уларҙың атамаларының мәғәнәһе,килеп сығышы тураһында һөйләшеү.Экология мәсьәләһе.Ҡылымдың теләк һөйкәлеше.

Һанарға өйрән

Көн режимы. Аҙыҡ-түлек магазины.Телмәрҙә һандарҙы практик ҡулланыу.Һан.Һан төркөмсәләре.Ябай һәм ҡушма һандар.

Бына тағы яҙ килде

Яҙ миҙгеленең үҙенсәлектәре. Яҙғы тәбиғәтте күҙәтеү.Осоп килеүсе ҡоштар тураһында һөйләшеү.1 май, 9май байрамдары.Грамматика буйынса 6-сы класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Тиҙҙән йәй етә

Йәйге тәбиғәт, уҡыусыларҙың йәйге ялы тураһында әңгәмә. Тема буйынса текстар уҡыу,шиғырҙар ятлау. Тәбиғәткә экскурсия ойоштороу. Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау, нығытыу.



Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар


  1. Һүрәтләү, хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү;

  2. Бирелгән тема буйынса диалог төҙөү, диалогты дауам итеү;

  3. Ишеткәнде, күргәнде 4-6 һөйләм менән бәйләнешле итеп һөйләү.

  4. Ҡысҡырып шыма һәм тасури уҡыу.

  5. Һүҙлек һүҙҙәрен белеү һәм уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу.

  6. Дәрестә өйрәнелгән грамматик материалды практик ҡуллана белеү.

  7. Ижади диктанттар, өйрәтеү изложениелары һәм иншалары яҙыу

  8. Программала күрһәтелгән шиғырҙарҙы яттан белеү; 3-4 башҡорт йырын башҡара белеү, мәктәптең үҙешмәкәр сараларында ҡатнашыу, сәхнәлә сығыш яһау. Бөтә был эштәр тураһында бәйләнешле һөйләй белеү.


Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау


  1. Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

  • башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

  • тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

  • дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;

  • һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;

  • тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.

  1. Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.

  2. Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:


Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:

-карточкалар менән эш;

-тест;

-һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;

-текста һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе;

-терәк текстар менән инша яҙырға өйрәнеү:

-һүҙлек диктанты;

-һөйләмдәр төҙөү;

-һүҙлек менән эш;

-һүрәтләү иншаһы;

-синквейн төҙөү (слайд төҙөү: шәжәрәләр, минең ғаиләмде…)



7-се класс

Ауыл тормошо

Ауыл тормошо, ауыл кешеләренең көнкүреше, хеҙмәт, игенсе хеҙмәте тураһында әңгәмәләр үткәреү. Игенсе эшенең нескәлектәрен һөйләү. Ауыл тормошоноң ҡала тормошонан айырмалы яҡтары тураһында аңлатыу. Ауыл еренән сыҡҡан күренекле шәхестәрҙең тормош юлы менән таныштырыу, осрашыуҙар ойоштороу. Был тема буйынса яҙылған әҫәрҙәр уҡыу.

Грамматика:

Ҡылым. һүҙбәйләнеш. һөйләм төҙөлөшө.

Башкортостан буйлап сәйәхәт

Башҡортостан тураһында 1-6 кластарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлап, белгән фактик материалды эҙмә-эҙлекле итеп һөйләргә өйрәнеү. Был тема буйынса уҡыусыларға яңы мәғлүмәт биреү. Тыуған еребеҙҙең сал тарихы барлығын, Башҡортостан тураһында рус яҙыусылары, «Урал» эпосы, һуңғы йылдарҙағы тарихи Башҡортостан ерендә үткәрелгән фәнни экспедициялар мәғлүмәттәре менән таныштырып китеү («Арҡайым», «Сынташты», боронғо ҡалалар, алтын әйберҙәр табыу һ.б. тураһында), бының өсөн һуңғы йылдарҙа сыҡҡан матбуғат баҫмаларына мөрәжәғәт итеү. Был тема буйынса тәҡдим ителгән әҫәрҙәр менән танышыу, уҡыусыларҙың яҙыу һәм һөйләү телмәрен үҫтереү өҫтөндә эш алып барыла.

Грамматика:

Яңғыҙлыҡ исемдәр.


Спорт. Спорт кәрәк-яраҡтары

Кешегә сәләмәт булыу өсөн спорт менән шөғөлләнергә кәрәк икәнлеген аңлатыу һәм был турала уҡыусылар менән һөйләшеү, әңгәмә ойоштороу. Уҡыусылар үҙҙәре спорт менән ҡыҙыҡһыныуҙары, күренекле спортсмендар тураһында һөйләргә өйрәтеү. Спорт тураһында теле-радио тапшырыуҙары, газета материалдары буйынса һөйләү.

Башкортостанда спорт төрҙәре. Спорт өлкәһендә данлыҡлы кешеләр.

Грамматика: Башҡорт теленең үҙенсәлекле хәреф, өндәре, һөйләм төрҙәре.


Мин һәм беҙҙең ғаилә

Уҡыусы үҙенең ғаиләһе тураһында тулы һәм иркен һөйләй белергә тейеш. Сөнки был тема йылдан-йыл ҡабатлана. Ғаилә ағзаларын дөрөҫ атау, уларға ихтирамлы, иғтибарлы булырға өйрәтеү. Ғаилә, ғаилә ағзалары тураһында яҙылған әҫәрҙәр уҡыу, уларҙы аңлы ҡабул итергә өйрәтеү, һөйләү күнекмәләрен үҫтереү. Уҡылған әҫәрҙәр буйынса план төҙөргә өйрәтеү, план буйынса һөйләү. Телмәр үҫтереүгә айырым иғтибар бирелә. Был бүлектә билдәле рәссамдарҙың әҫәрҙәре күп кенә урын алған. Картинаны ҡарай, аңлай һәм уның йөкмәткеһен һөйләргә өйрәтеү.

Грамматика:

Ҡылым. Ҡылымдарҙың заман, зат, һан менән үҙгәреше.

Әсәйҙәр байрамы

Әсәй, өләсәйҙәрҙең изгелеге, ҡәҙере хаҡында әҫәрҙәр уҡыу, йөкмәткеһе өҫтөндә эш төрҙәре башҡарыу, һүҙлек байлыҡтарын арттырыу. "Катын-ҡыҙҙар байрамы тураһында әңгәмәләр, иртәлектәр үткәреү, данлыҡлы ҡатын-ҡыҙҙар менән осрашыуҙар ойоштороу.


Грамматика:

Теркәүес тураһында төшөнсә. Теҙеү теркәүестәре.

Сәнғәт оҫталары

Республиканың данлыҡлы һәм арҙаҡлы шәхестәре менән танышыуҙы дауам итеү. Сәнғәт оҫталарының тормош юлы һәм ижады менән таныштырыу. Теле-радио тапшырыуҙар, яҙмалар ҡарау. Уларҙың әҫәрҙәрен таныу, данлыҡлы кешеләребеҙ тураһында һөйләй белеү. Йырҙар өйрәтеү, бергәләп йырлау, һәләтле балалар менән йырҙар өйрәнеү. Мәктәп сәхнәһе өсөн концерт номерҙары әҙерләү.

Грамматика:

Эйәртеү теркәүестәре. Теркәүестәрҙең дөрөҫ яҙылышы. Теркәүес темаһын нығытыу.

Исемең матур, кемдәр ҡушҡан? Исемдәрҙә - ил тарихы

Был тема кеше исемдәренән башҡа тау, ер, һыу атамалары мөнән берлектә алып барыла. Исемдәрҙең мәғәнәһе, уның кеше холоҡ-фиғеленә тәьҫир итеүе. Данлыҡлы кешеләрҙең исемдәренә бәйләп, төрлө тарихи ваҡиғалар һөйләү, әҫәрҙәр уҡыу. Атамалар буйынса легендалар, риүәйәттәр уҡыу ҙа дәрестәрҙе ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс итеп үткәрергә ярҙам итәсәк.

«Исемдәрҙә – ил тарихы», «Исемең матур, кемдәр ҡушҡан?» темаһына иртәлектәр үткәреү, уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен үҫтерергә, кеше алдында сығыш яһау өсөн ярҙам итәсәк.

Грамматика: Бәйләүестәр. Яңғыҙлыҡ исемдәрҙе дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәһен ҡабатлау.

Борон-борон заманда...

Башҡорт халыҡ ижады темаһын киңәйтеү, уҡыусыларҙың белгәндәрен тулыландырыу, һүҙ байлығын, һөйләү телмәрен үҫтереү маҡсат булып тора. Күберәк иғтибарҙы тексты аңлы ҡабул итеү һәм йөкмәткеһен һөйләй белеүгә йүнәлтеү. Бында башҡорт халыҡ әкиәттәренән башҡа, Ф.Туғыҙбаеваның «Тайыштабан ниңә уйнарға сыҡманы?» әкиәте лә урын алған. Уларҙың айырмаһын билдәләп үтеү кәрәк.

Грамматика:Киҫәксә тураһында төшөнсә.Киҫәксәләрҙең бүленеше. Киҫәксәләрҙең дөрөҫ яҙылышы.

Берҙәмлек, дуҫлыҡ, тыныслыҡ

Иң төп темаларҙың береһе - берҙәмлек, дуслык, тыныслыҡ. Бында тик кешеләр араһындағы дуҫлыҡ тураһында ғына һөйләшеү бармаясаҡ, ә халыҡ-ара булған мөнәсәбәттәр ҙә иғтибар үҙәгендә торорға тейеш. Был тема буйынса уҡыусыларҙы аңлап фекер йөрөтөргә һәм һөйләй белергә өйрәтеү. Уҡылған әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһе буйынса фекер алышыу, әңгәмә ойоштороу.

Грамматика:

Мөнәсәбәт һүҙҙәр. Ымлыҡтар. Уларҙың дөрөҫ яҙылышы.

Йәмле йәй

Йәй миҙгеленең үҙенсәлектәрен билдәләү. Уҡыусыларҙың һүҙ байлығын арттырыу, һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү. Тәбиғәтте күҙәтеү, алған тәьҫораттар буйынса фекер алышыу. Был айҙарҙа уҙғарылған Милли байрамдар менән таныштырыу, улар тураһында белгәндәрен һөйләү. Балаларҙың йәйге ялы, хеҙмәте, ололарға ярҙамы тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм әңгәмәләр үткәреү.

Грамматика:

7-се класта үткәндәрҙе ҡабатлау, дөйөмләштереү.


Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар

7 класс өсөн телмәр күнекмәләре:

  • Өйрәнелгән әҫәрҙәрҙең авторын, исемен белеү;

  • Яҙыусы ижад иткән художестволы картиналарҙы уйлап күҙ алдына баҫтырыу;

  • Эпик һәм лирик әҫәрҙе айыра белеү;

  • Программала ятлау өсөн тәҡдим ителгән әҫәрҙәрҙең тексын ятлау, 8-10 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү.

  • Художестволы, фәнни популяр һәм публицистик текстарҙы ҡысҡырып, етеҙ уҡыу;

  • Художестволы әҫәрҙәрҙе тасуири уҡыу;

  • Ҙур булмаған хикәйәләрҙе йәки уларҙың өҙөктәрен һөйләп биреү.

  • Йәмғиәт тормошонда телдең роле; туған телдең әһәмиәте;

  • Фонетика, телмәр өндәре, ижек, баҫым, һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр;

  • Графика, алфавит; хәрефтәрҙең өндәрҙе сағылдырыуы төшөнсәләре;

  • Лексика; һүҙҙең лексик мәғәнәһе; һүҙҙең тура һәм күсмә мәғәнәһе; синоним, антоним, омоним;

  • Исемдәрҙең һан, килеш менән үҙгәреше, күплек һәм килеш ялғауҙарының дөрөҫ яҙылышы, яңғыҙлыҡ исемдәрҙең дөрөҫ яҙылышы;

  • Ҡылымдарҙың заман, һан, зат менән үҙгәреше;

  • Ярҙамсы һүҙ төркөмдәре, уларҙың яҙылышы, һөйләмдәге роле.

  • Ижади диктанттар, изложениелар һәм иншалар яҙыу.

Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау

Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

  • башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

  • тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

  • дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;

  • һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;

  • тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар төҙөү.

Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.

Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:

Яҙма эштәрҙең төрҙәре:

Һорауҙарға яуаптар-1

Диктант- 3

Изложение – 1

Һүрәт буйынса эш - 1

8-се класс


Мәктәпкә барабыҙ

Был тема буйынса 5-6 класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау, һүҙлек байлығын арттырыу. Тема буйынса эҙмә-эҙлекле һөйләмдәр төҙөтөү, ҡыҫҡа ғына хикәйә төҙөргә өйрәтеү. Текст өҫтөндә эшләү,план төҙөү, план буйынса һөйләү. Мәктәп, класс торошо һ.б. хаһында әңгәмәләр ойоштороу. Белем, китап тураһында мәҡәлдәр ҡойоу. 5-6 класта үтелгәндәрҙе иҫкә төшөрөү. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе. Өндәрҙе дөрөҫ әйтеү.

Көҙгө эштәр һәм көҙгө күренештәр

Көҙгө үҙгәрештәрҙе бергәләп күҙәтеү, кешеләрҙең көҙгө хеҙмәтен күҙәтеү. Темаға ҡағылышлы текстар уҡыу. Муллыҡ, хеҙмәт тураһында мәҡәл, әйтемдәр менән танышыу. Һынамыштар уҡыу. Синтаксис. Маҡсаты буйынса һөйләм төрҙәре. Логик баҫым. Исем менән ҡылымды ҡабатлау.

Өфө - Башҡортостандың баш ҡалаһы

Өфө - башҡортостандың баш ҡалаһы. Өфө ҡалаһы, уның үткәне, бөгөнгөһө тураһында әңгәмә үткәреү. Уның иҫтәлекле урындары тураһында һөйләшеү, һүрәттәр ҡарау. Һөйләм телмәрен үҫтереү. Рефераттар яҙҙырыу һәм уны класс алдында ҡыҫҡаса һөйләтеү кеүек эштәр ҡулланырға мөмкин. Башҡорт ҡылымдарының төҙөлөшө. Барлыҡ төшөнсәһе һәм уның бирелеше.

Хеҙмәт төбө - хөрмәт

Кеше тормошонда хеҙмәттең роле, тигән темаға әңгәмә ҡороу. Данлыҡлы хеҙмәт ветерандары менән осрашыу ойоштороу. Уҡыусыларға ниндәй һөнәр оҡшауы тураһында һөйләтеү, яңы мәғлүмәттәр биреү. Һөнәрҙәр тураһында шиғырҙар, хикәйәләр уҡыу. Хеҙмәт , һөнәрҙәр тураһында мәҡәлдәр өйрәнеү. Ябай һөйләм. Һөйләмдең баш киҫәктәре. Эйә менән хәбәрҙең ярашыуы. Юҡлыҡ, булмағанлыҡ төшөнсәләре.

Ҡыш дауам итә

Ҡыш миҙгеле тураһында белгәндәрҙе системалаштырыу, һүҙлек байлығын арттырыу кеүек эштәр ентекле алып барыла. Ҡыш тураһында текстар, шиғырҙар, мәҡәлдәр, һынамыштар уҡыу яңы йылға бағышланған йырҙар, мәҡәл һәм әйтемдәр. Яңы йыл менән ҡотлау открыткаһы яҙырға өйрәнеү. Уҡытыусы һайлаған текст буйынса изложение яҙыу. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Эйә менән хәбәр араһында һыҙыҡ.

Салауат Юлаев – халҡыбыҙҙың милли батыры

С.Юлаевтың биографияһы, ижады менән танышыу. Уның шиғырҙарын ятлау, шиғырҙарының һаҡланыу тарихы тураһында әңгәмә ойоштороу. С.Юлаевтың тормошо, батырлығы, ижады тураһында уҡыусыларҙан төрлө ижади эштәр эшләтеү. ( һүрәттәр төшөрөү, инша яҙыу, стенгәзит сығарыу)һ.б. Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре тураһында төшөнсә. Аныҡлаусы.

Йәмле яҙ, һағындыҡ һине!

Яҙ миҙгеле тураһында белемдәрҙе системалаштырыу. Яҙғы байрамдар- 1 Май һәм Еңеү байрамы тураһында һөйләшеү. Яҙғы тәбиғәт күренештәре, ҡоштарҙы ҡаршылау, баҡса эштәре тураһында әңгәмәләр үткәреү. Тултырыусы.

Беҙ йондоҙҙар булып ҡайтырбыҙ

Башҡорт халҡының Бөйөк Ватан һуғышындағы ҡаһарманлығы. Ветерандарға, батырҙарға ҡарала ихтирам, ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү. Данлыҡлы кешеләр менән кисәләр, осрашыуҙар ойоштороу. Хәл. Һүҙлек менән эш күнек мәләре үткәреү.

Ай Уралым, Уралым...

Башҡортостан, уның үткәне, бөгөнгөһө хаҡында әңгәмә үткәреү. Республикабыҙҙың күренекле урындары менән таныштырыу. Йәйге тәбиғәтте күҙәтеү, ололарҙың һәм балаларҙың йәйге эштәре тураһында диолог һәм монологтар төҙөү. 8- се класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау.


Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар


  1. Мәктәп” темаһы буйынса һүҙлек байлығын арттырыу. Тема буйынса эҙмә-эҙлекле һөйләмдәр төҙөтөү, ҡыҫҡа ғына хикәйә төҙөү. Текст өҫтөндә эшләү, план төҙөү, план буйынса һөйләү. Мәктәп, класс торошо, уҡыу әсбаптары, китапхана, беҙҙең класс тураһында әңгәмәләр ойоштороу. Белем, китап һ.б. мәҡәлдәр ҡойоу.

  2. Тәҡдим ителгән ситуация буйынса һорауҙар бирә белеү, уҡытыусының (йәки башҡаларҙың) һорауҙарына яуап бирә белеү; яуаптарҙы дөрөҫ интонация менән асыҡ, аңлайышлы итеп әйтеү, һөйләү, бирелгән һорауҙарға тулы итеп яуап биреү, күренекле яҙыусыларҙың биографияһы , ижады өҫтөндә ентекле эш алып барыу.

  3. Ишеткәнде, күргәнде 4-6 һөйләм менән бәйләнешле итеп һөйләү.

  4. Ҡысҡырып, шыма, ролләп, сәхнәләштереп һәм тасури уҡыу.

  5. Һүҙлек һүҙҙәрен белеү һәм уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу.

  6. Дәрестә өйрәнелгән грамматик материалды практик ҡуллана белеү.

  7. 80- 85 һүҙ күләмендә диктант яҙыу; 55-60 һүҙ изложение һәм 65-70 һүҙ инша яҙа белеү; ҡотлау хаты (открытка) яҙа белеү.

  8. Башҡортостан, уның үткәне, бөгөнгөһө хаҡында әңгәмә үткәреү. Республикабыҙҙың күренекле урындары менән таныштырыу. Йәйге тәбиғәтте күҙәтеү, ололарҙың һәм балаларҙың йәйге эштәре тураһында диолог һәм монологтар төҙөү. 8- се класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

  9. Программала күрһәтелгән шиғырҙарҙы яттан белеү; 3-4 башҡорт йырын башҡара белеү, мәктәптең үҙешмәкәр сараларында ҡатнашыу, сәхнәлә сығыш яһау. Бөтә был эштәр тураһында бәйләнешле һөйләй белеү. Данлыҡлы кешеләр менән кисәләр, осрашыуҙар ойоштороу уларға ҡарала ихтирам, ғорурланыу тойғоһо уятыу, кешелеклелек тәрбиәләү.


Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау


Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

  • башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

  • ижади эштәр башҡарыу(төшөп ҡалған һүҙҙәрҙе өҫтәп яҙыу, нөктәләр урынына тейешле хәрефтәр ҡуйып яҙыу);

  • тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

  • дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;

  • бирелгән тексты өлөштәргә бүлеү, исемләү, план төҙөү, план буйынса йөйләү;

  • һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;

  • тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар төҙөү.

  1. Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.

  2. Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.


Программа материалы буйынса, башҡорт теленән 8 –се кластарҙа түбәндәге күләмдә контроль һәм яҙма эштәр үткәреү ҡарала:

Яҙма эштәрҙең төрҙәре


8 кл

Диктант

3

Изложение

2

Үҙ аллы эш (һорауҙарға яуаптар)


1


Тестар буйынса эш 1


Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:

-карточкалар менән эш;

-тест;

-һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;

-текста һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе;

-терәк текстар менән инша яҙырға өйрәнеү:

-һүҙлек диктанты;

-һөйләмдәр төҙөү;

-һүҙлек менән эш;

-һүрәтләү иншаһы;

-синквейн төҙөү (слайд төҙөү: шәжәрәләр, минең ғаиләмде…)



9-сы класс


Һаумы, мәктәп!

Эш төрҙәре «Көҙ» темаһы менән берлектә алып барыла. «Көҙ» һәм «Мәктәп» темаһына шиғырҙар, әҫәрҙәр уҡыу; мәҡәл, әйтемдәр, йомаҡтар, һынамыштарҙы иҫкә төшөрөү.

Алдағы кластарҙа үтелгәндәрҙе системалаштырыу, яңы мәғлүмәт менән таныштырыу. Һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү өҫтөндә эш дауам итә.

Ергә мәрхәмәт – илгә бәрәкәт

Тыуған Республикаға ҡарата мөхәббәт, ғорурлыҡ тойғоһо, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләргә. Улар тураһында һөйләргә, яҙырға өйрәтеү. Башҡортостандың ер аҫты, ер өҫтө байлыҡтары тураһында әңгәмәләр үткәреү, экскурсиялар ойоштороу.

Атамалар ни һөйләй?

Кеше тормошонда атамаларҙың да (кеше исеме, фамилияһы, атаһының исеме; ауыл, ҡала, тау, йылға һ.б.) роле ҙур. Унһыҙ тормошто күҙ алдынала килтереп булмай. Атамалар бик күп. Тел ғилемендә уларҙы өйрәнеүсе фән бар. Ул – ономистика. Онамистика фәне үҙе бер нисә тармаҡтан тора: антропонимика, этнонимика, милли, халыҡ, ҡәбилә исемдәрен, зоонимика ҡош-ҡорт, хайуан ҡушаматтарын, космонимика өйрәнеүсе фән.

Был теманы үтеү уҡыусының бала саҡтан уҡ үҙҙәре йәшәгән ауыл, ҡала, уларҙың янындағы атамаларҙың мәғәнәләрен белергә теләгән ҡыҙыҡһыныуын ҡәнәғәтләндерә, тыуған төйәк менән ғорурланырға мөмкинлек бирә. Сөнки атамаларҙа ил тарихы, ер һәм ошо ерҙә йәшәгән халыҡтың тел үҙенсәлектәре, халаҡ тормошо, ғөрөф-ғәҙәте, йолалары һ.б. сағыла.

Беҙ ҡышты ла яратабыҙ

Бәйләнешле телмәрҙең яҙма һәм телдән формаларына берҙәй әһәмиәт бирелә. Ҡыш миҙгеле, уның үҙенсәлектәре тураһында һөйләү күҙ уңында тотола.

Башҡорт театры

Башҡортостанда театр сәнғәте. Республикалағы театрҙар һәм уларҙың эшмәкәрлеге хаҡында дөйөм мәғлүмәт биреү. М.Ғафури исемендәге Башҡорт Академия драма театрының барлыҡҡа килеүе тарихы (халыҡ артистары З.Бикбулатова, А.Мөбәрәков, Г.Мөбәрәкова). Театорҙың күренеклк артистарының тормошо һәм ижады менән таныштырыу, улар тураһында һөйләргә өйрәтеү.

Театрҙың үткәне һәм киләсәге буйынса фекер алышыу ойоштороу.

Башҡорт халыҡ ижады

Халыҡ ижады тураһында дөйөм төшөнсә. Фольклорҙың коллектив ижад булыуы. Фольклор һәм яҙма әҙәбиәттең айырмаһын билдәләү, улар тураһында һөйләргә өйрәтеү.

Башҡорт аты

Уҡыусылырҙы башҡорт атының килеп сығыуы, тарихи үткәне менән таныштырыу. Аттарҙың кеше тормошондағы мөһим ролен билдәләү. Йәш үһенсәлектәре буйынса бүленеүен билдәләү, уҡыусылырҙан дөрөҫ итеп әйттереү. Аттарға ҡарата ҡыҙыҡһыныусанлыҡ, улар тураһында күберәк белеү теләге тыуҙырыу.


Башҡорт халыҡ милли аштары

Башҡорт халҡының милли аштары менән таныштырыу. Уларҙы әҙерләү үҙенсәлектәренбилдәләү. Башҡорт милли аштары тураһында текстар менән таныштырыу.

Уҡыусылырҙың һөйләү, яҙыу телмәрен үҫтереү өҫтөндә ентеклк эш дауам итә.

Күңелле яҙ килә

Башҡортостандағы яҙғы тәбиғәт күренештәре. Ҡала һәм ауылда яҙғы эштәр: ҡоштар, хайуандар һәм үҫемлектәр тормошо, яҙғы байрамдар тураһында әңгәмәләр үткәреү. Тәбиғәткә экскурсиялар ойоштороу. Дарыу үләндәренән гербарийҙар төҙөү, Еңеү көнөн билдәләү. Һуғыш ветерандары менән осрашыу, иҫтәлектәр яҙып алыу буйынса эш дауам итә.


Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар

1. Ҙур булмаған эпик әҫәрҙәрҙе йәки уларҙың өҙөктәрен һөйләп биреү. Художество әҫәрҙәрҙе инсценировкалау.

2. Уҡытыусы ҡуйған проблемалы һорау ярҙамында героәға характеристика биреү;

    • тәҡтим ителгән әҫәрҙе тәржемә итә белеү, таныш булмаған һүҙҙәрҙе айыра белеү;

    • 10-12 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү;

    • эпик, логик, лироэпик һәм драматик әҫәрҙәрҙе айыра белеү.

3. Һорауҙарға тулы яуап һәм геройҙарға баһалама биреү;

    • уҡылған әҫәрҙәргә үҙ мөнәсәбәтеңде белдерә белеү.

4. Телмәр ағышында өндәрҙең үҙгәреүен айыра һәм аңлата белеү;

    • диалогтарҙа башҡа кешеләрҙең телмәрендәге орфоэпик хаталарҙы күҙәтә һәм төркөмләй белеү;

    • һүҙлектәр менән файҙалана белеү;

    • диктант, изложение һәм иншалар яҙыу;

    • өндәш һүҙҙәр, улар эргәһендә тыныш билдәләренең ҡуйылышы;

    • һүҙҙәрҙе яһаусы һәм үҙгәртеүсе ялғауҙарҙың килеү тәртибе (рус теле менән сағыштырыу).

    • үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙҙәрҙең телмәрҙәге роле.



Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау

  1. Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

  • башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

  • тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

  • дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;

  • һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;

  • тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.

  1. Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.

  2. Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала.


Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:

-карточкалар менән эш;

-тест;

-һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;

-текста һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе;

-терәк текстар менән инша яҙырға өйрәнеү:

-һүҙлек диктанты;

-һөйләмдәр төҙөү;

-һүҙлек менән эш;

-һүрәтләү иншаһы;

-синквейн төҙөү (слайд төҙөү: шәжәрәләр, минең ғаиләм һ.б.)