Яңы йыл байрамы өсөн сценарий
Ҡатнашалар: Ҡыш бабай, Ҡарһылыу, Ҡуян, Айыу, Төлкө, Өкө, Тейен, Тауыҡ, Алйырҙан, Эт,Бесәй, Ҡарға, Сысҡан.
Сәхнәлә Ҡуян. Ул ниҙер бешерергә әҙерләнә., үҙ алдына һөйләнә.
Ҡуян. Тиҙҙән, бик тиҙҙән, Яңы йыл етә. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҙа килерҙәр. Мин дуҫтарымды ҡунаҡҡа саҡырып алайым. Быйыл кишер бик уңды.
Эргәнән Һайҫҡан уҙып бара. Ул ҡолоғын ҡуйып Ҡуянды тыңлап тора.
Ҡуян. Бик тәмле аш буласаҡ. Дуҫтарым да, Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҙа бик ҡыуанырҙар.
Һайҫҡан. (Ҡуян эргәһенә килеп) –Байрам менән, Ҡуянҡай!
Ҡуян . Һине лә, Һайҫҡанбикә.
Һайҫҡан.Яңы йылға әҙерләнәһеңме әллә, Ҡуян дуҫ?
Ҡуян. эйе, Һайҫҡанбикә,әллә әҙерләнергә ярҙам итәһеңме?!
Һайҫҡан. Бик теләп ярҙам итер инем дә бит. Ваҡыт яғы самалы шул. Эшең шулай күп мени?
Ҡуян. күрәһең бит, ҡунаҡтар саҡырырға ине, Яңы йыл байрамына.
Һайҫҡан. Сер булмаһа кемдәрҙе саҡыраһың?
Ҡуян . Бер ниндәй ҙә сере юҡ, Һайҫҡанбикә, иң яҡын дуҫтарым ғына: Айыу, Алйырҙан, Тейен, Тауыҡ, Эт, Сысҡан.
Һайҫҡан. Ҡуянҡай, булмаһа мин уларҙы үҙем генә саҡырайым. Ә һин табыныңды үҙең әҙерлә. Ваҡыт бик аҙ ҡалып бара.
Ҡуян. Бик яҡшы, Һайҫҡанбикә, һәйбәт булыр ине. Бар, әләйһә, тиҙерәк бул. үҙең дә килерһең.
Һайҫҡан.(Сәхнәнең теге яғына килепүҙ алдына һөйләнә. Ағас артында тейен. Уны һайҫҡан күрмәй)Бирермен әле һиңә дуҫтарыңды. Айыу, Алйырҙан, Тейен, Тауыҡ, Эт, Сысҡан имеш. Мин хәҙер үҙ дуҫтарымды саҡырам. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу килгәнсе үҙеңде лә ашарҙар. Хәҙер мин Бүрегә, Төлкөгә, Бесәйгә, Ҡарғаға әйтәм. Ашың етер әле.(Сығып китә).
Тейен. Ах, Нимә эшләргә! Кемдәрҙе саҡырырға ҡушты тине әле?(уйлана). Ә…Айыу, Алйырҙан, Сысҡан, Тауыҡ, эт-, тине ахры. Мин уларҙы тиҙерәк үҙем саҡырып сығайым. (Тейен сығып китә).
Ҡуян. (Йырлай –йырлай эшен дауам итә).
Ҡунаҡтар ҙа килеп етер,
Ҡыш бабай ҙа ашығалыр.
Мин дә тиҙерәк бешерәйем,
Ашығайым, ашығайым.
Шул саҡ тайпаңдап атлап Бүре, уның артынан ярамһаҡ төлкө керәләр.
Бүре.(Ҡомһоҙланып тирә -яҡҡа ҡарана, еҫкәнә). Ҡуян, һин бик тәмле аш бешерәһең, шикелле.(Төлкөгә ымлап) Бына, саҡырғас, беҙ килеп тә еттек.
Төлкө. (Борғаланып) Эйе шул, Бүре дуҫ. Беҙ ни саҡырған ергә һә тигәнсе. (Бүре уға төртә).
Ҡуян . Килгән ҡунаҡтарҙы бороп сығарыу ғәҙәте юҡ беҙҙең тарафта. Әйҙә, рәхим итегеҙ.
Һайҫҡанбикә яңғылышҡандыр. (эшен эшләүен белә. Шул саҡ Ҡарға, Бесәй,Өкө, Һайҫҡан килеп керәләр).
Бөтәһе бергә. Беҙ килеп еттек, Ҡуянҡай. Ашың бештеме?
Ҡуян . Әле иртәрәк. минең саҡырған ҡунаҡтарым килеп етмәгән. Оҙаҡламай Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу ҙа килеп етерҙәр. Яңы йылды иң яҡын дуҫтарың менән бергә ҡаршыларға кәрәк. Сабыр итәйек әҙ генә.
Бесәй. Бәй, бәй. Ниндәй сабыр ти ул! Асыҡтырҙы ла инде.
Ҡарға. Ҡар –ҡар, Бесәй дөрөҫ әйтә. Ныҡ асыҡтырҙы. Көн буйына аҙыҡ табып булмағайны. Йә,Ҡуян, тиҙерәк.
Өкө. Шулай шул. Бик дөрөҫ. Ҡуян, тиҙ бул. Бөгөн сысҡан да тотоп булманы.
Ҡуян . Түҙәйек саҡ ҡына. Хәҙер, хәҙер килеп етерҙәр. Һайҫҡанбикә, һин барыһын да саҡырҙыңмы?
Һайҫҡан. (Бүре артына йәшеренеп) Эйе, Ҡуянҡай, барыһын да саҡырҙым.
Бүре. (Екереп). Йә, тиҙ бул,Ҡуян, аш һалып бир! Барыһы ла асыҡҡан бит! (Ҡуян өндәшмәй).
Төлкө. Бүре ағай, Әйҙә үҙебеҙ генә һалып ашайыҡ булмаһа. (Ҡуян янына килә, кәстрүлде тартып ала. Ҡомһоҙланып ашап бөтәләр).
Бүре.Һеҙ ниңә миңә бик аҙ өлөш сығарып ашап бөтөрҙөгөҙ!
Ҡуян . (Илап). Мин, мин бит дуҫтарымды ҡунаҡҡа саҡырғайным. Ҡарһылыу менән Ҡыш бабай ҙа килеп етерҙәр. Нисек байрамды үткәрербеҙ. Ээээ…
Бүре.(үкереп) Етте, сыйылдама!
Шул саҡ Айыу, Алйырҙан, Эт, Тауыҡ, Сысҡан керәләр.
Айыу. Был ниндәй тауыш? (Ҡуяндың илап ултырғанын күреп ҡала). Ниңә илайһың, Ҡуянҡай.
Ҡуян . Миңә нишләп иламаҫҡа. Бына Яңы йыл кисәһенә тип, һеҙҙе ҡунаҡҡа саҡырып аш бешергәйнем. Улар барыһын да ашап бөттөләр. Инде ни эшләргә. Ээээ…(Илай).
Эт. Ҡайғырма, Ҡуян дуҫ, барыһыла булыр. Тейен килеп керә.
Тейен. Һөйөнсө, һөйөнсө! Ҡыш бабай менән ҡарһылыу килә.(Кергәс аптырап ҡала. Ҡулындағы төйөнсөктө өҫтәлгә ҡуя). Ҡуянҡай, бына һиңә Яңы йыл күстәнәсенә кипкән бәшмәк, сәтләүектәр, алмалар килтерҙем. Ҡабул ит.
Эт. (Асыуланып). Ә һеҙ, ҡәбәхәттәр, табандарығыҙҙы ялтыратығыҙ.
Бесәй, Бүре, Өкө, Төлкө, Ҡарға берәм–берәм сәхнәнең икенсе яғына барып баҫалар.
Айыу. Бәй, онотоп торам, бына Ҡуянҡай һиңә бал менән ҡаҡланған ит килтерҙем. Байрам табынына ултыртырһың. Аш һалһаң бешеп тә сығыр.
Алйырҙан. Ә мин икмәк, кәнфит, пшинйәләр килтерҙем. Рәхим итегеҙ. (Өҫтәлгә ҡуя).
Тауыҡ. Мин дә буш килмәнем ул. Барыбыҙға ла етерлек йомортҡалар килтерҙем.
Сысҡан. Бына минең дә күстәнәсем бар. (Өҫтәлгә ҡуя).
Айыу. Әйҙәгеҙ, өҫтәл әҙерләйек, бөтә нимә лә етерлек. Ҡуян, Тейен, һеҙ аш бешерегеҙ.Башҡалар бында булышырбыҙ.
Дәррәү эш башлайҙар. Шыршы тирәләй өйрөләләл, йырлайҙар, бейейҙәр. Барыһы ла шат. Шәл саҡта Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу, Яңы йыл керә.
Ҡыш бабай. Һаумыһығыҙ, йәнлектәр!
Бөтәһе бергә. Һаумыһығыҙ, Ҡыш бабай, Ҡарһылыу,Яңы йыл. Рәхим итегеҙ байрамға.
Ҡыш бабай. (Ситтә торған йәнлектәргә) Ә һеҙ ни эшләп тораһығыҙ?(Улар баштарын аҫҡа эйә).
Бүре. (Ҡуянға ҡарап). Ҡуян, барыһы өсөн дә ғәфү ит. Башҡаса ҡабатланмаҫ.
Ҡуян . Байрам хөрмәтенә була ул. (Ул бик шат).
Айыу. Был һуңғыһы булһын. Ҡыш бабай улар Ҡуянды ҡыйырһытҡан.
Ҡыш бабай. Был бик насар ваҡиға. Ҡуян ғәфү итәһеңме?
Ҡуян . Ярай, мин уларҙы ғәфү иттем бит инде.
Ҡыш бабай. Ярай, улай булғас, килегеҙ был яҡҡа. (Йәнлектәр бергә ҡушыла. Байрам итәләр).
Яңы йыл. Байрам менән һеҙҙе, барығыҙҙы ла. Кисә күңелле үтһен. Минең йылым ҡотло булыр. Әйҙәгеҙ уйнайыҡ, көләйек, күңел асайыҡ.
Ҡарһылыу. Рәхмәт изге һүҙҙәреңә Яңы йыл. Рәхим ит Башҡорт иленә! Татыу булайыҡ.
Уйын, йыр, шиғыр, бейеүҙәр китә. Ҡыш бабай. Бәй, онотоп торам, мин бит һеҙгә бүләктәр, күстәнәстәр килтерҙем. Бына улар. Бүләктәр өләшә.
Ҡарһылыу. Олатай, әйҙә булмаһа йәнлектәр менән бергә беҙҙә бейеп алайыҡ. Шыршыны уратып бейейҙәр.